-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Повестар
28 Февраль 2020, 12:50

Серле ҡуласа

Яҙыусы, журналист Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова 1960 йылдың 1 февралендә Хәйбулла районының Үрнәк ауылында тыуған. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Рес­публи­каһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәт­кәре. Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге» (1993), «Зәңгәр ҡаялар» (1997) исемле китаптары уҡыусыларға яҡшы таныш. Шулай уҡ 2010 йылда балалар өсөн «Иң тәмле китап» тигән әкиәттәр һәм хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

Повесть

Юламан ашыҡмай ғына урам буйлап килә. Тирә-яҡты төн ҡараңғылығы баҫһа ла, күңелдә яҡты. Малайҙар менән уйнап оҙаҡлап китте шул. Томра көн таралып, ҡайҙалыр юҡ булды ла ҡуйҙы. Ярай, әсәһе асыуланмаһын өсөн, ышандырырлыҡ итеп алдар ҙа ҡуйыр. Тышта шундай еләҫ, шуға ла тын алыуы иркен, рәхәт. Юламан тағы ла күкрәк тултырып һауа һулар өсөн ауыҙын асты ла шул килеш ҡатып ҡалды. Томанды хәтерләткән аҡһыл нимәлер баш осонан ғына йөҙөп уҙып китте. Болот, тиер ине, һыны-рәүеше асыҡ ҡына төҫмөрләнә. Эйе, йәлпәк кенә бер тәрилкә! «Осоусы билдәһеҙ есем» тигәнде ишеткәне бар, шул түгелме икән? Ниңә ошолай тауыш-тынһыҙ ғына осамы ни ул? Берсә аҫҡа төшөбөрәк, берсә күтәрелә биреберәк барған йәлпеш табаҡса күҙҙән юғалды. Шунда ғына малай теҙ быуындарының ныҡ итеп ҡалтырағанын тойҙо. Йәһәтерәк тайырға был тирәнән! Әллә ярҙам һорап ҡыс­ҡырырғамы? Теге нәмәнең зарары тейеп ҡуймаһын! Үс иткәндәй, эргә-тирәлә бер йән эйәһе күренмәй. Юламан өйҙәренә табан «осто». Ҡапҡаны йәһәт кенә асып эскә үтте. Ә уларҙың ишек алдында ниндәй зәңгәр яҡтылыҡ һирпелә һуң? Малайҙың теле аңҡауына йәбеште: йәлпешәк тәрилкә уларҙың утъяҡыс* башында ултыра ине… Бына ул үтә күренмәле болот йәки томан булып, тотош утъяҡысты ҡаплап алды. Унан бәләкәсәйҙе, түбәнгә төшөүен дауам итте. Әллә утъяҡыс­тарының ишегенән инеп китте инде? Нимә эшләй һуң ул эстә? Юламан яҡтылыҡ артынан ташланды.
Бер мәл малай үҙенең ап-аҡ болот эсендә икәнен аңғарҙы. Күҙ алдында ғәләмәт күп ишектәр асылды һәм нимәлер уны шәп итеп әйләндерҙе. Көтмәгәндә хасил булған ҡойон малай­ҙы орсоҡтай өйрөлтөп ҡайҙалыр аҫҡа, төпһөҙ тәрәнлеккә, һөйрәне. Бер үк ваҡытта ул үҙен аҡ болоттай еп-еңел итеп тойҙо. «А-а-а!.. Мине ер уба!..»
– Һин кем? Нишләп бында ятаһың?
Юламан ҡаршыһында торған малайға аптырап текәлде. Уны ҡайҙалыр күргәне бар. Тик кейеме генә айырыла. Үтә лә таҙа кейемдә ул. Бөхтә. Юҡ, былай ғына ла түгел. Төҫө бер башҡа. Сәсе лә, бите лә уныҡына ҡарағанда ялтырыраҡмы, йоҡараҡмы… Аңлауы ла, аңлатыуы ла ҡыйын. Берәйһенә ҡунаҡҡа килдеме икән был ят малай? Юламан үҙенең тәтәй кейеме менән ҡупырғандарға ваҡыт әрәм итмәй! Ул ауыҙын кәүшәйтте лә ситкә боролоп ултырҙы. Теге малаҡай аңламағанға һалыша, һаман яғымлы итеп өндәшә:
– Йәрәхәтләнмәнеңме, туған? Ярҙам кәрәкмәйме?
Юламан ҡашын йыйырҙы ла яман итеп аҡырып ебәрҙе.
– Торма бында! Юғал күҙ алдымдан!..
Аңламаһа, берәй нәмә менән тондорорға кәрәк. Ул тирә-яғын һәрмәргә кереште. Хәҙер берәй таш эләктерер… Ана шул инде иң һәйбәт аңлатыу сараһы. Елгәрергә быға… Шул саҡ ағас япраҡтары шауҙырлап һелкенергә керешмәһенме?! Уй, хатта ҡай­һылары елбер-елбер ергә ҡойола башланы… Аһ-аһ, ә нишләп япраҡ та, үлән дә – һәммәһе лә зәңгәрһыу төҫтә?!
– Һин асыулы. Асыуыңды баҫ. Ул бит кире көс, хәлеңде ала...
– Көс!.. Ә-ә-ә, минән кире герой яһамаҡсыһыңмы?!
– Ниңәлер ярһының, туған. Күрәһеңме, быға япраҡтар ҙа ҡаршы тора алмай. Тыныслан.
Юҡ, ул «кире көс» тә, «ҡара көс» тә түгел! Атаңды уҡытам мин һинең, тәтәй малай!
«Тыныслан, зинһар!..» Япраҡтар шулай шыбырлашты. Күҙе шар­ҙай булған Юламан һикереп тороп баҫты. Ул ҡайҙа? Нимә булды уның менән? Был ниндәй ер?! Шул саҡ ағас япраҡтары йәнә дерелдәргә кереште.
– Үҙеңде ҡулға алырға тырыш, туған, – тине яғымлы тауышлы малай. – Әлеге мәлдә йөрәгеңде ҡурҡыу ялмап алды. Самаһыҙ ҡур­ҡыу. Күрҙең бит, уны япраҡ та тоя… Ә инде мине күргең килмәһә, хәҙер китәм.
Күҙҙәре аҡайған Юламан ҡатып ҡалды. Бер аҙҙан телен саҡ әйләндереп һораны:
– Мин үлеме әллә тереме?
Ҡаршыһындағы малай мөләйем йылмайҙы, баш сайҡаны.
– Һин фәрештә түгелме? – шулай тине лә Юламан маңлайынан аҡҡан тирҙе һөрттө, дерелдәгән ҡулын күҙенә яҡын килтерҙе. Еүеш… Тирләүе ысын.
– Иң башта тыныслан. Икебеҙ ҙә тере. Мине тотоп ҡарай алаһың. Тирә-йүнгә ҡара. Бөтәһе лә элеккесә. Бөтәһе лә гүзәл. Хатта үлемдән дә ҡурҡырға ярамай. Уның нимә икәнен белмәйбеҙ ҙә баһа. Һин иң башта шуны әйт, ҡурҡыуыңдың сәбәбе нимәлә?
Юламан тирә-яғын байҡаны. Матур шул. Бөтәһе лә! Был зәңгәрһыу япраҡтар ҙа, йәшел олондар ҙа. Ап-аҡ асфальт юлдар ҙа. Аҡ күк йөҙө лә… Тик быны нисек аңлатырға? Әллә ул хәҙер төҫтәрҙе бутай башлағанмы?
– Асфальт ҡара, ер ҡара. Үлән йәп-йәшел… – тип ҡабатланы ул күҙен йомған килеш, унан йәнә уңға-һулға тексәйҙе. – Нишләп береһе лә элеккесә түгел?
Ә малай уға аптырау ҡатыш йылмайҙы.
– Fәфү ит, нисек аңларға был һорауыңды?
– Юҡ, тәүҙә һин миңә аңлат! Беҙ ҡайһы республикала? Районың нисек атала?
– Район? Ундай һүҙҙе ишеткәнем юҡсы… Минең исемем – Юламан.
Юламандың күҙен таҫрайтты был малай. «Алдаҡсы!» – тигән нәфрәтле һүҙ ауыҙҙан бына-бына ысҡынды тигәндә генә малай­ҙың, ысынлап та, үҙенә оҡшағанын аңғарҙы. Әйтергә тейеш һүҙҙең тәүге өнө генә сыҡты.
– А-а-а…
Был малай – уның игеҙәге! Һуң, уның игеҙәге юҡ та баһа!
– Юҡ, минең генә исемем – Юламан! Ана шуны белгәнһең дә юрый ҡыланып торған булаһың! Кем һин? Башҡортостанда миңә оҡшаған бүтән бер малай ҙа юҡ, вәт!
– Fәжәп, – тине икенсе Юламан. – Ундай ил тураһында әлегәсә ишеткәнем юҡ ине. Рәхмәт белешмә биреүеңә. Ә Һунстан тураһында яҡшы беләһеңме?
Тәүбә, әстәғәфирулла! Эйе, аптыраған сағында ҡәрсәһе шулай тип әйтергә ярата.
– Ә тарихты беҙ бик яҡшы беләбеҙ, әфәнде! Һундар бишенсе быуатта йәшәгән. Улар хатта ике төргә бүленгән. Аҡтар һәм зәңгәрҙәр. Тик бына ҡайһыныһы Европаға барып еткәнен генә иҫләмәйем. Бишенсе быуатта улар римдар менән һуғышҡан! Тик хәҙерге заманда эҙҙәре лә юҡ. Матур һөйләшкән булып ҡылан­һаң да, әллә кем түгелһең. Торған була шунда… Жулик!
– Жул!.. Ик!?..
– Булышма минең менән, аҙағы үҙең өсөн насар бөтәсәк, – Юламан хатта урыҫса өҫтәп ҡуйҙы. Ниңә ҡушмаҫҡа, иптәштәре менән улар шулай ғына һөйләшә. – Этот номер со мной не пройдёт!
Төҫкә үҙенә оҡшаған, ә холҡо менән тура килмәгән ят малай ап-аҡ булды. Уның аптырауы йөҙөнә сыҡҡайны. Юламан һағая ҡуйҙы. Ысынлап та, ҡалай килеп эләкте ул был сәйер урынға? Аҙашһа, ҡайтыу юлын нисек табыр? Шул саҡ баш өҫтөнән бер тәрилкә осоп үтте. Һәм бөтәһе лә иҫенә килеп төштө.
– Күрҙеңме! Күрҙеңме! – тип ҡысҡырҙы Юламан. – Мин уны һинән дә алдараҡ күрҙем, вәт!
– Бер нәмә лә аңламайым. Улар бит көн һайын оса. Бүтән галактика, донъялар менән бәйләнеш өҙөлгәне юҡ… Һәр беребеҙҙең осҡосо бар.
Ҡот осҡос һүҙҙәр әйтелде. Fорур баҫып торған Юламан әкрен генә ултыра төштө.
– Мин һеҙҙе бөтөнләй белмәйем! Ысынмы Һунстан тигәнең?..
– Беҙҙе белмәгәс, нисек килеп эләктең һуң, туған?
Утъяҡыс ваҡиғаһын һөйләгәндән һуң, ят малай ныҡ итеп Юламандың ҡулын ҡыҫты.
– Юламан дуҫ, ҡушар донъяға килеп инеүең менән ҡотлайым!
– Ҡушар?..
– Тап шулай. Ҡушар донъялар бар. Ҡушлаш, йәнәшә генә! Беҙҙең донъяға юл асылған мәлдә осҡособоҙ артынан килеп төшкәнһең. Йәки килеп менгәнһең!.. Иң мөһиме, ҡушар донъяға үтеп ингәнһең. Ҡуласа асыҡ булған!
– Нимә аша үтеп ингәнмен?!.
– Һунстан ҡуласаһы аша.
Юламандың теле көрмәләнде.
– Ҡул… Ә ҡайтырға?.. Ҡайтыр­ға нисек?!.
– Уйларбыҙ. Хәҙер һин – беҙҙең ҡунаҡ!
Эргәләге япраҡтар күңелле шыбырланы.
– Ишетәһеңме, беҙҙең донъя һине ихлас ҡабул итә!

* * *
Юламанға бейек-бейек йорт­тарҙың бер-береһен ҡабатламауы, йәнә лә ебәкте хәтерләткән аҡһыл мәрмәрҙән булыуҙары оҡшаны. Машиналар күп, шуныһы ғәжәп, улар тауыш-тынһыҙ йөрөй, газ-фәләндең еҫе бөтөнләй юҡ. Ошоларҙан сығып ҡына ла Юламан Һунстандың алға киткән ил икәнен аңлағайны инде. Шулай ҙа иң ғәжәпләндергәне йәлпәк табаҡсаларҙың осоп йөрөүе булғандыр. Эйе, һәр кемдең үҙ осҡосо бар. Дөрөҫ, улар Юламан йәшәгән параллель донъяға сыға алмай, ләкин үҙ донъяларында гиҙәләр генә! Бына был тамаша, исмаһам!
Һунстан Юламаны үҙе лә осҡос­тар менән мауыға икән. Төрлө моделдәрен яһай. Бүлмәһендә бер нисә компьютер, унда ла, бында ла ниндәйҙер һыҙмалар ғына. Ҡыҙыҡһыныусан был малайҙы иптәштәре Юламан-ғалим тип йөрөтә. Бер компью­терҙа тикшеренеүсе Юламан параллель донъя серҙәрен сисеү менән баш ҡатырһа, икенсе компью­терҙа саҡырылмаған ҡунаҡ – башҡорт Юламан боевиктар һуғышы уйнап кинәнде. Юламан-ғалим төндәрен донъя серҙәренә нығыраҡ төшөнөр өсөн ҡәләм осон сәйнәһә, икенсе Юламан параллель донъя тураһында тәмле төштәр күреп кинәнде. Юламан-ғалим ваҡытын бушҡа сарыф итмәй, роботтарҙы эшләтә белә. Ер балаһы Юламан уларҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтте, күҙе ҡыҙҙы, хатта берәренә айыу майы һөртөп булмаҫ микән, тигән уй ҙа килеп ҡуйҙы башына. Ошо ниәтте тормошҡа ашырыр өсөн эште бәләкәйерәк нәмәнән башларға булды. Тик көтөлмәгән бер хәл ярһыу теләкте һүндерҙе. Юламан-ғалимдың ручкаһы ныҡ оҡшап киткәйне – күҙ алдына ниндәй төҫ килә, шул төҫ менән яна башлай. Берәү ҙә юҡ саҡта шуны ипләп кенә кеҫәһенә тыҡты. Күреүсе-белеүсе юҡ, вәссә­ләм! Бер аҙҙан Юламандың Батыр исемле ҡустыһы килеп инде. Ике Юламанға алмаш-тилмәш ҡарап торғандан һуң:
– Ручкаң күренмәй, ләкин ҡара күләгәһе ятып ҡалған. Ни өсөн ҡара күләгә? Әллә берәйһенең яман уйы һалынғанмы? – тине ул.
Юламанға кеҫәһенән ручканы кире сығарып һалыуҙан башҡа сара ҡалманы.
– Юламан дуҫ, – тине шул саҡ Юламан-ғалим. – Батырҙың үтәнән-үтә күреүенә аптырама. Һундар бөтәһе лә бындай һәләткә эйә. Беҙ бит юғары цивилизациялы халыҡ, өсөнсө күҙебеҙ һуҡыр түгел.
Юламан бына шулай һундар илендә алдашыу-уғрылыҡ юҡ кимәлендә икәненә үҙ миҫалы аша инанды. Хатта ерҙең аҡлығы гонаһ-боҙоҡлоҡ юҡлығына бәйле икән. Боҙоҡлоҡ юҡ, имеш. Һы... Гел генә дөрөҫ кенә йәшәп була тиме икән?..
Бер нәмә яҡшы, Юламан-ғалим параллель донъяға сығыу юлын ныҡышмаллыҡ менән эҙләй, көндәр буйы нимәлер сыймаҡлай, компьютерының эсенә саҡ инеп китмәй. Уның ҡыланышына берсә көлөргә, берсә аптырарға ғына ҡала. Беҙҙең мәктәптә бындай эш менән шөғөлләнгәнде белһәләр, иллә күҙ астырмай: «Фантазёр!» – тип көлөрҙәр ине! Мәктәп тигәс, башҡа бик шәп уй килде.
– Юламан-ғалим, эшеңдән бүленмәһәң, шәп булыр ине. Иртәгә мәктәбеңә һинең урынға мин барып ҡайтырмын.
Башлаған эшенән айырылғыһы килмәгән ғалим шатланып риза булды. Шулай ҙа: «Мин булырға кәрәкмәй, ҡунаҡ булып, танышып ҡына ҡайт», – тине. Ер малайы тыштан ризалашһа ла, эстән үҙенсә уйланы. Күңеленә ятҡан тәүге партаға барып ултырыуы булды, бер ҡыҙыҡай алдына килеп баҫмаһынмы.
– Юламан-ғалим, ниңә минең партаға ултырҙың? Эквилибрис­тиканан ярҙам итермен, тигәйнең, әле иртәрәк бит.
Юламан ҡапыл-ҡара юғалып ҡалды.
– Ә-ә… ҡайҙа минең урыным?
Ҡыҙ ғәжәпләнгәндәй итте. Йәнәшәләге партаға күрһәтте. Көткән уҡытыусы ла көтмәгәнсәрәк булып сыҡты. Электрон ғалим ине ул. Нимә эшләһәң дә, эшләмәһәң дә, барыһы ла теркәлеп-баһаланып бара икән. Бына Юламандың алдына Юламан-ғалимдың көндәлеге килеп ятты. «Дәрескә әҙерләнмәгән. Белем кимәле ҡырҡ процентҡа кәмегән…» Тағы ла ниндәйҙер һандар, һыҙмалар. «Йөрәк тибеше йыш. Мускулатура-һығылмалыҡ кимәле элекке норманан айырыла…»


Ҡыҫҡаһы, уға медицина тикшереүе үтергә кәрәк. Юламандың маңлайынан һалҡын тир бәреп сыҡты. Теге ҡыҙ эргәһендә баҫып тора ине.– Мин был көндәлекте берәүгә лә күрһәтмәйәсәкмен, – тине шул саҡ малай.
– Юламан-ғалим, бөгөн һис кенә лә үҙеңде танырлыҡ түгел. Ысынлап та, һиңә табипҡа күренергә кәрәк. Бында яҙылған мәғлүмәттәр күптән инде өйҙәге компьютерҙа. Атаңа ла, әсәңә лә ул хәбәр итәсәк.
– Шулаймы ни!?
– Юламан-ғалим нимә булды ул һиңә? Әйҙә, психологҡа үҙем индерәм.
– Юҡ! – тип ҡырт киҫте малай.
– Ул үҙе килһенме ни? – Ҡыҙы­ҡай ниндәйҙер төймәгә ҡулын һуҙҙы.
– Туҡта! – тине шул саҡ Юламан. – Мин Юламан-ғалим түгел. Мин бөтөнләй икенсе Юламан!
Уға яңы танышына үҙенең кемлеген һөйләп бирергә тура килде.
– Мин бында күмәк балалар менән бергә ултырырмын, минең менән ҡыҙыҡһынған, дәрес һораған кеше булмаҫ, тип килгәйнем. Ә нишләп икәү генә уҡыныҡ? Ҡайҙа башҡа балалар?
– Юламан-ғалим менән кибернетика буйынса беҙ бер кимәлдә барабыҙ. Был – беҙҙең икебеҙ өсөн бирелгән дәрес. Ҡалған балалар, өйрәнеү кимәлдәренә ярашлы, башҡа кабинеттарҙа. Шулай уҡ әлеге мәлдә үҙҙәренең төп һөнәрҙәре буйынса уҡыусылар ҙа – айырым бүлмәләрҙә. Махсуслашмайынса тәрән белем алып булмай бит.
– Бына хәҙер Юламан-ғалимға, ысынлап та, зыян ғына яһаным.
– Һин бик көймә. Моғайын, Юламан-ғалим бер нәмә уйлап сығарыр. Ә минең исемем – Көн­һылыу, – тине ҡыҙ матур йылма­йып. – Төш етте бит, әйҙә, ашап алайыҡ.
Көнһылыу ниндәйҙер төймәгә баҫты. Шундуҡ эҫе сәй, салат, бутерброд алдарына килеп ултырҙы.
– Көнһылыу! Әйт әле, был тиклем автоматиканы… Ватһалар, шундуҡ йүнәтәләрме? Нисек тип әйтергә… ҡулдары ҡысығандар ватып маташамы?
– Ҡулдары нисек ҡысыта? – тип ғәжәпләнде ҡыҙыҡай.
– Ней... Уларҙы урламайҙармы?
– Урламайҙармы-ы?..
– Бына, мәҫәлән, һәйбәт кенә компьютер ултыра икән… Хужаһыҙ! Уны минең үҙемдеке иткем килә. Шунан алып ҡайтам да китәм, ә инде алып ҡайта алмаһам, ватам, емерәм.
– Быны эшләү мөмкин түгел, аҡыллым! Һинең бит ҡара энергетикаң ҡаласаҡ. Бармаҡ эҙҙәре кеүек, ул тик һинеке генә. Бүтән берәүҙеке менән дә бутап булмай.
– Әгәр ҙә яңылыш ватһам?
– Техниканы өйрәнеү маҡсатында берәй хата ебәреп ватҡан­һың икән, был осраҡта ла ниәтеңдең эҙе һаҡланасаҡ. Ул ҡара энергиянан айырыла.
– Аңлашыла. Беҙҙәге ҡайһы берәүҙәргә Һунстан тормошо һис кенә лә оҡшамаҫ ине… Ярай, урлашыу, алдашыу мөмкин түгел икән, ти. Ләкин «ярай-ярамай»ҙы асыҡ ҡына айырып булмай ҙа баһа!
Көнһылыу йәнә лә бер төймәгә баҫты. Экранда ниндәйҙер юлдар яҙылды.
– Мин быны уҡый белмәйем.
Шул саҡ юлдар юйылды, хәҙер ҡолаҡта ниндәйҙер күңелгә сик­һеҙ рәхәтлек биргән көй яңғыраны.
– Был – Ҡөрьән. Күҙең танымаһа, ҡолағың таныр. Һәр иртә бер аят тыңлайбыҙ. Бит-ҡулды ғына йыуыу аҙ, күңелде лә таҙартырға кәрәк.
– Ҡәрсәмдә уны күргәнем бар, тик тотоп ҡараған нәмә түгел. Ә уҡытыусыларыбыҙ… Бәлки, улар үҙҙәре өсөн уҡыйҙыр, һораш­ҡаным юҡ.
– Төп ғәҙеллек ҡануны шунда. Йәнә шул, беҙҙең ғалимдарыбыҙ кеше психикаһын, психологияны бик тәрәндән өйрәнгән. Иң мөһиме, беҙҙә һәр эш-аҙым ғәҙел хөкөм ителә. Сөнки хөкөм кеше яҙмышын хәл итә. Унда Аллаһы Тәғәлә ихтыяры һалынған, тип ҡарарға кәрәк. Fәҙеллек үлсәүе еңел түгел. Хөкөм итеүсенән унлата-йөҙләтә яуаплылыҡ талап ителә. Ә һәр кеше – ҡабатланмаҫ донъя.
– Берәй ҙур урында эшләгән туғаның булһа, шул үҙе инде ғәҙеллек!
– Беҙ һинең менән бер иш, шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙҙән айырылабыҙ, Юламан. Тик һүҙ ул турала түгел, ә йәнәш донъяла үҙ һыңарыңды таба алыуың ғәжәп, шулай бит!
– Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл. Моғайын, һинең кеүек бер ҡыҙ ҙа Ер йөҙөндә йәшәп яталыр әле, ивет!
Ҡыҙ матур итеп йылмайҙы. «Тас беҙҙең кеүек көләләр, беҙҙең кеүек оялалар, ҡыуаналар. Тик үҫеш кимәле төрлө баҫҡыста шул. Тигеҙлек билдәһе ҡуйып булмай…»

* * *
«Тор, улым, беҙҙе бөйөк эштәр көтә!» – тип уята икән улдарын Хаят апай. Ысынлап та, балаларын бөйөк эшкә, бөйөк маҡсаттарға әҙерләйҙәр бында. Юламан-ғалим яңы донъялар асыусы булырға хыяллана. Алты йәшлек Батыр әлегә маҡсатын асыҡ белмәй, ләкин уға үҙен асыр өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар. Кем нимәгә һәләтле, нимә менән ҡыҙыҡһына, ҡайһы өлкә уны үҙенә нығыраҡ йәлеп итә – барыһы ла ентекле өйрәнелә. Һәләтлектәрҙе үҫтерер өсөн юлдары ла, мөмкинлектәре лә бик төрлө. Был, әлбиттә, ҡаршылыҡтарҙы юҡ итеү тигәнде аңлатмай, бәлки, киреһенсә, һунстандар өсөн ауыр ғына һынау юлы булып та торалыр.
– Тор, беҙҙе бөйөк эштәр көтә, – тип уятты уны ла Юламан-ғалим. Был һүҙҙәрҙе ишеткән Юламан көлмәй булдыра алманы.
– Бөйөк? Беҙ кем ул хәтлем?
– Беҙҙе ҡаршылаған көн дә бөйөк. Сөнки ул – Хоҙай бүләге. Ҡыуанып ҡаршы алайыҡ бөгөнгө көнөбөҙҙө, хатта иң тәүге ҡыуа­ныу­сылары беҙ булайыҡ. Был да – бөйөклөк, туған.
– Һы! Тик бөгөнгө көнөбөҙ нимә менән ҡыуандырыр беҙҙе?
– Беренсенән, мәктәптә ебәргән хаталар төҙәтелде. Атайым үҙенең компьютерында ыңғай баһаны уҡып ҡыуанды. Икенсенән, Юламан дуҫ, мин йәнәш донъяға күсеү теорияһына яҡыныраҡ килдем.
Юламан урынынан һикереп тор­ғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Һөйлә!
– Ашыҡтырма, бөтәһе лә үҙ яйы менән. Дөрөҫ, ҡушар донъя­ға осоусы шәхсән тәрилкәм юҡ. Миндә схемалар, миндә иҫ­батлауҙар ғына. Унан, һин бит Һунстандың ниндәйҙер осоу­сы тәрилкәһе тиҙлегенә эләгеп, йәнәш донъяға килеп индең. Тәрилкә эсендә түгел!.. Киттек, ҡал­ғанын баҡсала һөйлә­шербеҙ.
Юламан-ғалим ҡағыҙҙы тишек-тошоҡло таҡтаға йәбештерергә тырышһа ла, килеп сыҡманы. Елем алырға магазинға барырға кәрәк. Юламан бер ағас ботағынан сөй юнып, тишектәргә кей­ҙереп ҡуйғас, Юламан-ғалим шаҡ ҡатты.
– Баш та һуң үҙеңдә! Иҫ киткес, ә!.. Ошолай эшләп булғанын ғүмерҙә лә белмәҫ инем.
Юламанға тағы ла: «Һы!» – тиергә генә ҡалды. Һис шикһеҙ, сөй юныу юғары математика мәсьәләһен сисеү түгел… Юламан-ғалим йәнә параллель донъя, йыһан теорияларына күс­те. Йәнәш донъяға күсеү ҡуласалары бар икән, тик үҙҙәрен табыуы ауырыраҡ. Был ҡуласалар даими төшөнсә түгел, улар ҙа күсеп йөрөй икән. Иҫәптә теүәллек булмаһа, хәрәкәт итеүсе ҡуласа һине бөтөнләй билдәһеҙ заманға, билдәһеҙ тарафтарға алып китә лә бара. «Бына нисек була икән Һунстан ҡуласаһы!..»
Уларҙы иғтибар менән тыңлаған Көнһылыу һүҙгә ҡушылды.
– Ҡушар донъяға сығарыусы үҙосҡосто табыуы ауыр булмаҫ. Изге маҡсат өсөн мәктәп оҫтаханаһындағы осҡосто файҙаланырға була. Ҡулайлаштырырға хәлебеҙҙән килә.
Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Оҫтахана тигәндәре Юламан күҙаллағанса булып сыҡманы. Технология менән айырылып торған ҙур, яҡты тикшеренеү үҙәге ине ул. Түбәһе аҡ быяланан эшләнгән, көмбәҙе менән тирмәне хәтерләтеп ҡуйҙы. Көнһылыу ике бармағын таблоға тейгеҙеүгә ишек асылып китте. Алдындағы зәңгәрһыу нур һипкән карапты күргәс, малай телһеҙ ҡалды.
– Был – беҙ төҙөгән үҙосҡос.
Башҡа берәй уҡыусы әйтһә, Юламан ғүмерҙә лә ышанмаҫ ине. Ләкин дуҫтары алдашмай.
– Мин күргән тәрилкә болот һымаҡ йомшаҡ, үтә күренмәле ине…
– Икенсе үлсәмгә күскәндә осҡос шул рәүешкә инә. Ысынбарлыҡта бына ошолай.
Тыштан ҡарағанда бәләкәй күренһә лә, эстән иркен булып сыҡты. Көнһылыу, әле бер, әле икенсе төймәгә күрһәтеп, караптың эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Юламандың күңеле күтәрелде. Нисек күтәрелмәһен инде, иптәштәренең береһенең дә бындай карапты күргәне юҡ. Хатта төштәрендә лә!
Ҡапыл бер төймә баҙлап янды.
– Ныҡ тулҡынланаһыңмы әллә? Беҙгә тынысланырға ҡушылды.
Бына һиңә, мә! Тынысланырға тура килә инде әләйһәң! Иптәштәре алдында ҡайтҡас тантана итер.
– Һәр берегеҙҙең ошондай осҡосо бармы?
– Бар, тик бындай ҙур түгел.
– Бөтә кешеләр ҙә һәйбәт булғас, бер-береһенә ярҙам итәләр. Шулай булғас… Насарлыҡтың нимә икәнен белмәйһегеҙ.
– Улай уҡ түгел. Беҙҙән алыҫ түгел Тарторор тигән боҙоҡлоҡто хуплаусы бер ил дә бар. Улар элек беҙгә ныҡ зыян яһарға тырышҡан, тиҙәр. Бик элек. Хәҙер улар беҙгә яҡын килә алмай, сөнки көслө нур улар тарафына йүнәлтелгән. Был нур улар өсөн үлемесле. Беҙ үҙебеҙҙе ҡара ниәтле Тарторор халҡынан яҡлай алабыҙ.
«Берәүҙәре тик ҡара ниәтле, икенселәре фәҡәт яҡты уйлы. Бик ғәжәп бит! Ә беҙҙә бөтәһе лә ҡатыш!.. Их, тегеләрен дә бер күрергә ине…»
– Улар был яҡҡа сыға алмаймы? Бөтөнләй үтә алмайҙармы?
Ҡыҙыҡай баш ҡаҡты.
– Ниндәйҙер мөғжизә менән үтеүҙәре мөмкин. Ләкин беҙҙең тәбиғәт үҙе үк ҡара энергияға ҡаршы торорға көс туплай башлай. Уның үҙгәрешенән хәүефте самалай алабыҙ.
– Көнһылыу, минең ул илде лә барып күргем килә!
– Рөхсәтһеҙ ярамай. Был Бөйөк Тыйыуға инә. Ул сикте үтергә хаҡыбыҙ юҡ.
– Беҙ бит бер нәмәне лә боҙмайбыҙ. Уйыбыҙ яҡты. Донъяны танып-белергә тырышыу һәр саҡ хупланған.
Көнһылыу уға ышанды, бына ниндәйҙер төймәгә баҫты. Көмбәҙ асылды. Улар талғын ғына өҫкә күтәрелде.
Беҙҙең ваҡыт менән иҫәпләгәндә, бер нисә секунд үттеме-юҡмы, улар Тарторор илендә ултыралар ине инде. Тәрилкәнән сыҡҡас, Юламан ерҙең – көлһыу, ә үлән-япраҡтарҙың һоро, ҡарағусҡыл күк төҫтә икәненә иғтибар итте. «Бер ҙә күңелгә йылылыҡ бирмәй…» – тип уйлап ҡуйҙы ул. Ысынлап та, абай булырға кәрәк.
– Көнһылыу, мин яҡын-тирәгә күҙ һалайым да кире әйләнермен.
– Бындағы кешеләр менән аралашма.
– Юҡ-юҡ, көнкүрештәре тураһында ғына белешермен. Мине лә ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бар бит. Һин үҙең бер ҡайҙа ла китмә.
– Тик артыҡ һорауҙар менән йонсотма. Тотоп алып, бикләп ҡуйыуҙары бар, абай бул, туған.
– Минең уларға зыяным теймәҫ! Быны ғына аңларҙар, тип уйлайым.
– Һаҡлыҡ насар булмаҫ, һинең нур-шәүләңде күңелемә яҙып ҡалдырайым. Ул үҙгәрмәһә, бөтәһе лә һәйбәт булыр.
Көлкө килеп китте, малай иренен ҡымтып, саҡ түҙеп торҙо. Сөнки Юламан үҙен ҡурҡаҡтар рәтенә индермәй. Шулай ҙа Көн­һылыуҙы артыҡ хафаға һалғыһы ла килмәй, теләһә нимә эшләһен. Артабан ул, ҡуйы ҡыуаҡлыҡтарҙы йыра-йыра, аяғы тартҡан яҡҡа йүнәлде. Күп тә үтмәй, йорттар күренде. Шул яҡҡа ынтылғайны ғына, ҡапыл үҙенән әллә ни алыҫ түгел әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙеләр.
– Уй-уй! Ауырта!..
Юламан тауыш килгән яҡҡа йүгерҙе. Бәүелә-сайҡала бер малай ултыра. Ул Юламанға ҡул болғаны.
– Аяғым ауырта!
– Күрһәт.
– Туҡта, мин түҙермен, ана, ағас төбөндә сумкам ятып ҡалды. Шуны ғына алып кил!
Юламан ағастар араһына ташланды. Бер ниндәй ҙә сумка тапманы. Ни эшләһен, тағы ла ныҡлап белешер өсөн малай ултырған яҡҡа ҡараны. Унда берәү ҙә юҡ ине… Шулай аптырап баҫып торғанда ҡапыл геүләп машина килеп туҡтаны.
– Ана шул үҙе! Тәрилкә менән осоп килде!
Машинанан ҡулын болғай-бол­ғай теге малай һөрәнләй… Юламанды эләктереп алдылар ҙа машина эсенә быраҡтырҙылар. Улар ҡайҙалыр ҡуҙғалды. Ҡаршыһына килеп ултырған малай­ҙың ауыҙ йырыҡ.
– Әһ-һә! Эләктеңме? Беҙҙә шулай ул! – үҙе күҙ асып йомғансы Юламандың ҡайышын һалдырып алды, шунан һаҡсыларға ҡысҡырҙы. – Йәгеҙ инде, тоттор­ған өсөн аҡса бирегеҙ ҙә мин төшөп ҡалам!
– Һы, ҡалай тиҙ аҡсалы булмаҡсыһың! Башта тикшерәйек әле. Бәлки, берәй әшнәң менән беҙҙең башты бутамаҡсы­һығыҙҙыр!..
«Улар бит хатта бер-береһенә ышанмай!.. Шунан файҙаланып, берәй нисек ҡотолоп булмаҫмы икән? Малайҙар араһында хәйләкәрлектә минән уҙҙырғаны булмай торғайны… Юҡ, быларға еткереп булмай… Үҙосҡосто тап­һалар, Көнһылыуҙы ла харап итәсәктәр. Артабан минең менән нимә булыр…» Юламандың тыны ҡыҫылды.
Оҙаҡ та үтмәй, уны төрткөсләп бер бинаға индерҙеләр. Йәшкелт-һоро йөҙлө, тоҙ күҙле бер кеше ҡаршыһына килтереп баҫтырҙылар.
– Исемең кем була, арҡыры күҙ?
Быға тиклем берәүҙең дә шулай мыҫҡыл иткәне юҡ ине. Нәфрәтләнгән малай яуап бирмәне.


– Минең уйымса, был – беҙ күптән көткән ҡиммәтле табыш. Һунстан яғынан төштө, тинегеҙме? Беҙҙең ауға үҙ теләге менән килеп ингән януар. Һеләгәйен ағы­ҙырбыҙ! – Йәшкелт йөҙ теге­ләй-былай йөрөргә кереште. – Һунстандар үҙ халҡын һәйбәт яҡлауҙары менән маҡтанған була. Хәҙер ҡарарбыҙ! Бынан ары эре ҡомбағыш яра алмаҫтар! Тимәк, бөтә кешеләре тыңлашып бармай… Йә, нимәнән башлайбыҙ?Һуңғы һорауын ярандарына бирҙе, яуап итеп тегеләренең итек үксәләре шап-шоп килде.
– Ҡоролма әҙер, Ослобаш әфәнде!
– Ҡоролмаға башын тығаһы ғына ҡалдымы?
– Тап шулай! Унан инде кәрәк нөктәләргә заряд үткәрәбеҙ, бөтөн мейе эшмәкәрлеге беҙгә буй­һонасаҡ.
Тоҙ күҙҙәр Юламанға секрәй­ҙе.
– Шунан инде беҙ һине Һунстаныңа оҙатырбыҙ. Нимәгә ауыҙың асылды, әллә ҡайтармаҫтар, тип ҡурҡҡайныңмы? Ха-ха-ха! Кәрәгең бер тин! Уның ҡарауы, артабан тик беҙ ҡушҡанды ғына үтәйәсәкһең! Бына шулай үтеп инергә кәрәк дошман биләмәһенә. Уларҙы үҙ кешеһе аша ҡороторға кәрәк!
Юламанды һуҙып һалдылар, аяҡ-ҡулын нығытып бәйләнеләр, башын сымдар менән ураттылар. Ослобаш эргәһендә халат кейгән ике генә кеше тороп ҡалды. Экран ҡаршыһына баҫып фекер алышыу башланды. Береһе төймәләргә баҫып тора.
– Быныһы – нәфрәт уятыу нөктәһе. Ул бар.
– Бар, тинеңме! – тине ғәжәпләнгән тауыш. – Улайһа, ҡурҡыу нөктәһен тап.
– Ҡурҡыу ҙа бар. Бәлки, хыянатҡа дәртләндереү нөктәһен эҙләргә кәрәктер?
Юламандың баш осонда торған табип йәшелле-күкле тауыш менән аҡырып ебәрҙе.
– Әфәндем, был нөктә лә унда бар!
Бер секундҡа тын ҡалдылар.
– Нисек бар! Булмаҫ! Эшләйме һеҙҙең приборығыҙ? Алдашыу зонаһын ҡара!
Тауыш ғыжлап сыҡты.
– Әфәндем… Үҙегеҙ күҙ һалығыҙ… бына сағылышы… Кем беҙҙең алдыбыҙҙа ята? Ниндәй януар? Был турала фән белмәй…
– Була торған хәл түгел! – Ослобаш төймәләргә ярһып баҫҡыларға кереште.
– Ана бит беҙҙең уҡтар уға тәь­ҫир итмәй, сөнки был тойғолар алдыбыҙҙа ятҡан билдәһеҙ затҡа тәбиғәттән бирелгән. Ул беҙгә буйһонмай. Уның иммунитеты…
– Яп ауыҙыңды, туҡта, тием! Шайтан! Тәьҫир итмәй! – Ослобаш тәжрибә үткәреүсеһен йыға һуҡты. Атылып килеп Юламанды һелккесләргә кереште. – Кем һин? Ҡайҙан һин, нишана! Ҡай­ҙан һиндә беҙҙәге сифаттар! Был билдәһеҙ хайуандарҙы тиҙерәк ҡырып бөтөргә кәрәк!
Шул саҡ нимәлер ялт итеп ҡалды. Нур көлтәһе урғылды. Ослобаш ҡаҡ салҡан йығылды. Юламан нимә булғанын аңларға өлгөрмәне, ҡаршыһында Батыр баҫып тора ине.
– Һинме был?..
– Тс-с… – Батыр йәһәт кенә Юламандың ҡайыштарын ысҡындырҙы. – Төшә алаһыңмы һикенән? Мин бит һеҙҙең менән ҡуша килдем. Тәрилкә эсендә уйнағым килгәйне, ә һеҙ әллә ҡайҙа осороп алып киттегеҙ ҙә барҙығыҙ…
Шап-шоп иткән тауыш ишетелде, малайҙар йәһәт кенә шкаф артына боҫто. Бүлмәгә Юламанды тотторған малай килеп инде, ул, ысынлап та, ауыҙ тултырып лас-лос нимәлер сәйнәй ине. Һаҡ ҡына тирә-яғына ҡарап алғандан һуң, Юламан ятҡан һике янына килеп баҫты. Нимәнелер йәһәт кенә кеҫәһенә тыҡты. Тап шул мәлдә Юламан һеләүһендәй уның өҫтөнә ырғыны, иҫенә килергә ирек бирмәйенсә сырмап һалып ҡуйҙы. «Һеҙҙәге сифаттар миндә лә бар. Шулай булғас, отолорға хаҡым юҡ!»
Ыңғырашҡан тауыш ишетелде. Малайҙар эргәләге ҡоролмалар аҫтына инеп ятыуға Ослобаш башын ҡалҡытты. Ул яман итеп аҡырып ебәрҙе, шундуҡ ярандары йүгерешеп килеп инде.
Һикелә ятҡан малай ҙа сыйылдарға кереште.
– Әфәндем!.. Мине ысҡындырығыҙ! Теге яуыз сығып ҡасты.
– Алдаша, ышанмағыҙ! Был хай­уан миңә ут ебәрҙе, һушһыҙ йығылдым. Инде үҙен язалайбыҙ! Ҡыпһыуырҙы алып килегеҙ!
Ярандары йүгереп сығып китте. Ослобаш һикелә ятҡан малайға ток ебәрҙе. Иңрәүле тауыштан Юламан өшөгәндәй ҡалтыранды, усы еүешләнде. Юҡ, былай ярамай. Эстәге асыу юҡҡа сығыу ғына түгел, ул хәҙер, киреһенсә, үкенә, теге баланы ҡыҙғана башланы. Юламан был илгә йәлләт булып килмәне лә баһа! Тимәк, малайҙы ҡотҡарыр­ға кәрәк! Нишләп ул Ослобаштың ярандарынан ҡурҡһын, ти! Үҙенән ҙурыраҡ малайҙар менән һуғыш­ҡаны бар уның, иллә-алла берәүгә лә бирешкән юҡ. Юламан ҡул осона эләккән оҙон таяҡты эләктерҙе лә Ослобашҡа тондор­ҙо, йәһәт кенә малайҙы ысҡындырып, тышҡа өҫтөрәне.
– Мин һине Һунстанға алып китәм!
– Нишләп?!.
– Донъяла ошаҡлашып йә алдашып ҡына йәшәп булмай! Ҡыл­ға ултыртып, тәрбиәләп ҡайтарырҙар үҙеңде. Шуны аңлар өсөн!
– Ә мин һине берәй һөнәргә өйрәтермен, – тип һүҙгә ҡыҫылды Батыр. – Юҡ!
Улар үҙосҡос янына килеп етте. Люк асылды. Көнһылыу иң тәүҙә бәләкәс малайҙы күреп ҡалды. Күҙҙәре маңлайына менде.
– Батыр ҡустым!
– Батыр ҡустыбыҙ беҙгә ултырып килгән. Башкиҫәр малай!
– Ә быныһы кем?
– Тарторор малайы. Уны Һунстанға алып китәбеҙ. Был малай­ға донъя күрергә, уйланырға, һабаҡ алырға кәрәк.
– Миңә ярамай! – тип ҡысҡырып ебәрҙе шул саҡ малай. – Өйҙә ауырыу әсәйем көтә!
– Ышанма, улар – бында бөтәһе лә алдаҡсы!
– Юҡ, ул алдашмай. Мин быны тоям, – тине Көнһылыу.
– Шуға ла аҡса эшләргә уйлағайным...
– Беҙҙең бурыс – әсәгә ярҙам итеү, – тине Көнһылыу.
– Беҙҙе бит эҙләйҙәр! – тине Юламан. – Уларҙың берәүҙе лә аямағандарын беләһең.
– Өлгөрөрбөҙ. Өлгөрөргә тейешбеҙ. Исемең кем, туған?
– Байбаҡ…
Юламанға ауыр һулап, баш сай­ҡауҙан бүтән сара ҡалманы. Һунстандарҙың асылы – мохтаж кешегә ярҙам итеү. Быны эшләмәһә, Көнһылыу ауырып китер… Үҙосҡос һауаға күтәрелде. Бер аҙҙан улар ҡаралы-һороло таштан һалынған йорт ҡаршыһында ултыра ине. Батырға осҡостан сығыу тыйылды. «Һин – хәҙер карап хужаһы».
Дарыуҙар һалынған сумканы тотоп өйгә йүнәлделәр. Кара­уатта көл төҫөнә ингән ҡураныс ҡына бер ҡатын ята. Ул нимәлер әйтергә теләп, иренен ҡыбырлатты, ләкин тауышы сыҡманы. Көнһылыу әсәнең температураһын, ҡан баҫымын үлсәне, төрлө-төрлө дарыуҙар бирҙе. Нисек ҡулланырға икәнен аңлатты. Унан сығырға боролдолар, ләкин ишек буҫағаһында Ослобаш ике яраны менән баҫып тора ине.
– У-у-у, былар бит хәҙер өсәү! – тип ҡыуанып ҡысҡырып ебәрҙе Ослобаш.
Юламан уларҙың башын бутар­ға тырышты:
– Әфәндем, беҙ бит ситтән осоп килгән осҡос тураһында хәбәр итеүселәр генә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙе тотоп, тәжрибә үткәреп булыштығыҙ. Һунстандыҡылар булһа, ғәҙеллек өмөт итеп, һаман шунда язаланып ултырырҙар ине… Беҙ, башыбыҙ шәп эшләгәс, ҡасып ҡотолдоҡ.
– Ә бына был ҡыҙҙы беренсе тапҡыр күреүем! Кемдә бындай шәп ҡул сәғәте бар?
– Сумкаһы ҡалай йәтеш, күҙ төшмәҫлек түгел! – тип ҡысҡыр­ҙы икенсеһе.
«Бына бирәндәр, исмаһам! Һис тартыныуҙы белмәйҙәр!» – тип хайран ҡалды Юламан.
– Беҙгә барыбер кемде булһа ла язаларға кәрәк. План тулмай.
Шулай тинеләр ҙә, аң-тоңға килергә ирек бирмәй, Көнһылыу­ҙы елтерәтеп алып сығып та киттеләр.
– Ярһыма, хәҙер берәй нимә уйлап табырбыҙ, – тине Юламан Байбаҡҡа.
Малайҙар «план тултырыусылар» артынан өҫтөрәлде. Бына тегеләр Көнһылыуҙы таныш бүлмәгә индереп, сырмап ташланылар. «Тәжрибә яһау» режимын көйләргә!» тигән тауыш ишетелде.
– Нәфрәт нөктәһен табығыҙ!
Көнһылыу «аһ» тигән бер генә өн сығарҙы, унан башы һалынып төштө. Башкиҫәр аҡырып көлдө.
– Бына был – ысын Һунстан кешеһе! Мейеһе кире хис-тойғоларҙы ҡабул итергә теләмәй! Тик беҙҙең ҡорамалдар хәтәр көслө. Барыбер һеңдерәсәкбеҙ!
Әлегә ҡыҙҙың мейеһе бирешмәй. Ослобаш малайҙарға аҡыр­ҙы.
– Тормағыҙ бында! Юғалығыҙ, тием, күҙ алдынан! Бәлки, минең урында торорға хыял итәһегеҙҙер! Күҙемә күренмәһендәр!.. Ҡамасаулайһығыҙ, көнсөлдәр!
Ярандары малайҙарҙы урамға атып бәрҙе.
– Минең бер хәтәр план бар, – тине Байбаҡ. – Ҡаршылағы йортто күрәһеңме?
– Ысынлап та, ул – ниндәй шайтан ҡоролмаһы?
– Тәбиғәт ҡазаһы тыуҙырыусы машина. Зилзилә ҡуптарып, теләгән урынды емерергә була. Минең атай унда һаҡсы булып эшләгәйне. Инеү юлын яҡшы беләм…
– Нимә эшләргә уйлайһың?
– Уныһын барғас, күрерһең, әйҙә, йәһәтерәк!
Ҡот осҡос тиҙлектә өҫкә үрләнеләр. Байбаҡ ниндәйҙер һүҙ әйтеү менән ҡаршылағы дәү ишек шар асылды. Унда ҡыҙыл йәшник күренде. Байбаҡ ус аяһындай кәртешкә сығарҙы, йәшниктәге уйымға һалды. Йәшник йәшел төҫкә инде, шул саҡ тағы бер ишек асылды.
– Ә хәҙер, – тине Байбаҡ. – Иң хәтәр урынға килеп еттек. Был ишек төбөндә һаҡсы тора. Уны әүрәтергә, иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтергә кәрәк. Быны мин генә булдыра алам. Һаҡсы ситкә боролоу менән уңдағы ишектән үтәһең. Унда өс төймә күрерһең. Һин иң аҫтағыһына баҫ. Эскә үтеп ингәс, ҡара ялтыр тотҡа күрерһең, уны аҫҡа тиклем тартып төшөр, ҡулыңдан ысҡындырмайынса һары төймәгә баҫ. Йәнәш һандар яҙылған төймәләр күрерһең. «7»гә – өс тапҡыр, ә «3»кә ете тапҡыр баҫ, аңланыңмы? Шунда зилзилә ҡоролма эштән туҡтаясаҡ…
Байбаҡ бер нисә аҙым яһаны ла, яман итеп аҡырып, ерҙә тәгәрәй-аунай башланы. Эргә-тирәһенә ҡыҙыл буяҡ йәйелде. Һаҡсы шул яҡҡа боролдо. Юламан йәшен тиҙлегендә Байбаҡ ҡуш­ҡан яҡҡа атылды. Һандарға ба­ҫыуы булды, тирә-йүнде ҡараңғылыҡ, ҡолаҡ тондорғос геүләү баҫты. Унан инде өҫтә лә, аҫта ла атыу тауыштары ишетелде, аҡырыш-сыйылдау башланды.
Тәжрибә яһау лабораторияһында ла ығы-зығы ҡупты. Дошмандарына ҡаршы төҙөлгән иң ҡеүәтле ҡоролманың сафтан сығыуы тарторорҙарға бөтөн эштәрен ташларға мәжбүр итте. Шуға ла һушһыҙ ятҡан Көнһылыуҙы алып сыҡҡан малайҙарға иғтибар итеүсе лә булманы. Бер нисә минуттан геүләү тынды, Ослобаш үҙенең ҡорбаны ятҡан урынға ташланды.
– Беҙҙең ҡоралдың серен урлағандар! Тоторға!
Арттан ҡыуғын башланды. Баҫҡынсыларҙың аҙымдары етеҙерәк, ара яҡыная бара. Шул саҡ өҫтә ул көлтәһе балҡыны.
– Батыр карапты йөрөтә белә!
Алты йәшлек зирәк малай экрандан нимә булғанын күҙәтеп барҙы, ахыры, «карап хужаһы» булараҡ, үҙ аллы хәл итте. Дуҫтарға ярҙам кәрәк! Шулай булмай тағы, Юламан-ғалимдың ҡус­тыһы бит ул!
– Әйҙә беҙҙең менән, Байбаҡ! – тип ҡысҡырҙы Юламан карап ишеге асылғас.
– Юҡ, мин үҙ илемдә ҡалам! Бында кәрәгерәкмен! Мә, ҡайышың!..
– Ул – һиңә бүләк! Ҡасан да булһа үҙең менән бер карапҡа ултырып йыһан гиҙербеҙ әле!
Ҡыуғынсылар өҫкә күтәрелгән осҡосҡа табан кем уҙарҙан атыр­ға кереште. Караптан улар яғына зәңгәрһыу көлтә борҡоно. Был тынысландыра торған хушбуй ине. Аҫтағылар, ҡуянсыҡ тотҡандай, ҡалтыранышып, ергә йығылды. Шунан бер тауыштан хырылдап йоҡоға талдылар.

* * *

– Хөрмәтле, туғандар! Имен-аман әйләнеп ҡайтыуығыҙға шатбыҙ. Әйҙәгеҙ, хәҙер һеҙҙе кәңәшмәгә көтәләр.
– Кәңәшмә, тинеләрме? – тип Юламан Көнһылыуға аптырап ҡараны.
– Эйе, беҙ Бөйөк Тыйыуҙарҙың береһен боҙҙоҡ бит. Тарторор иленә рөхсәтһеҙ юл алдыҡ. Хәҙер маҡсатыбыҙҙы аңлатырға, үҙебеҙҙе яҡларға тейешбеҙ. Юҡһа, ғәҙеллекте нисек табырға мөмкин? Ә ул, мине табығыҙ, тип күҙ­гә мөлдөрәп ҡарап тора. Аңлатыу һәм аңлашыу юлынан барайыҡ.
Бына нисек! Эйе шул, тыйыуҙы боҙғас, яуап биреүҙе лә оноторға ярамай. Оноторға ярамай, тип… Бында уны бер ҙә оҙаҡҡа һуҙмайҙар икән. Хөкөм итеүселәр уйсан ҡараштарын төбәп, балаларҙан яуап көтә. Юламан башланы һүҙҙе.
– Ысынында, мин Бөйөк Тыйыуҙы аңлап бөтмәйем. Бары һунстандар күңеленә хәүеф һалған тарторорҙарҙы барып күргем килде. Ә күберәк белергә теләү насар ынтылыш түгел.
– Бөйөк Тыйыуҙы белмәйһең! – хөкөмдарҙар бер-береһенә ҡарашты. – Юламан улым, беҙ һине танымайбыҙ. Улай булғас, һинең күңел торошон, сәләмәтлегеңде тикшермәй тороп, хөкөм сығармайбыҙ.
– Хөрмәтле, хаҡлыҡ эйәләре! Был малай Юламан-ғалим түгел. Ул, ысынлап та, Юламан исемле, ләкин ул беҙгә ҡушлаш донъянан килеп эләкте, – тине Көнһылыу.
Аптыраған тауыштар ишетелде. Кемеһелер, һығымта яһап:
– Туғандар, Көнһылыу ҡыҙы­быҙ алдашмай, күңел нуры саҡ ҡына ла үҙгәрмәне. Тик шуныһы ғына аңлашылмай, ни өсөн был хәлде беҙҙән йәшерҙегеҙ, йәғни ҡушар донъя кешеһенең беҙгә килеп төшөүен әйтмәнегеҙ? – тине.

– Мин үҙем берәүгә лә әйтмәҫкә ҡуштым. Башта шыр ебәр­ҙем... Хәҙер генә ҡурҡмайым. Йомшаҡ күңелле дуҫтарым минең үтенесте кире ҡаға алманы.Хөкөмдарҙар Юламанды тыңлар өсөн иркенләберәк ултырҙы. «Тыңлайбыҙ,» – тип баш ҡаҡтылар.– Ниңә, мин ҡурҡмаҫҡа тейеш инемме ни? Һунстандар тураһында бер нәмә лә белмәй инем. Бында осраҡлы килеп эләктем. Йә алып ҡалырҙар, йә юҡ итер­ҙәр, тип шикләндем. Fаләмдәрҙә кемдәр генә юҡ… Ә миңә нисек тә үҙ донъяма ҡайтырға кәрәк. – Юлың тураһында ентекләберәк һөйлә.– Әйтәм бит, һеҙгә һис уйламағанда килеп эләктем. Хыялымда ла юҡ ине.Юламан күргән-кисергәнен бәйнә-бәйнә һөйләргә кереште.– Юламан туған, беҙ ҡор йыйып кәңәшләшербеҙ, ләкин тиҙ генә ҡайтарып ебәреү сараһын белмәйбеҙ.– Юламан-ғалим вәғәҙә итте. Ул мине үҙ донъяма ҡайтарасаҡ.Артабан Тарторор ваҡиғаһын тәфсирләп һөйләргә ҡуштылар.– Ҡыҙыҡ, бик ҡыҙыҡ! – тине баш хөкөмсө. – Һинең менән тәжрибә үткәреп ҡараһалар ҙа, бер нәмә лә килеп сыҡманы, тиһең инде. Юламан туған, тимәк, һин улар һымаҡһың!– Был Юламан Тарторор затынан түгел, улар һымаҡ була алмай, – тине икенсеһе.– Улай булғас, ҡунаҡ егетебеҙҙе дауаханаға һалып, тикшереүҙән бүтән сара ҡалмай.– Бында ҡалырға ла, тикшерелергә лә ваҡытым юҡ, – Юламан эсен асып күрһәтте. – Күрәһегеҙме, тәнем ала-солаға әйләнеп бара. Һеҙҙәге иҫ киткес ыңғай энергияға бер ерем ағара, ә икенсе ерем ҡарая бара. Миндә яҡшылыҡ та, яманлыҡ та бар. Булмышым, асылым, төҙөлөшөм тик ыңғай энергияны ғына ҡабул итергә теләмәй, шикелле.– Тәнеңдең икенсе төҫ алыуы – Тарторорҙа булыуың эҙемтәһелер.– Минең ағзанат һеҙҙең тормошҡа күнекмәгән. Уға үҙ туҡланыу мөхите кәрәк. Шулай икәне аңлашылып тора бит. Тиҙерәк ҡайтыу тураһында ғына хыялланам, бүтән бер нәмә лә кәрәкмәй!– Шик-шөбһәләреңде юйып ташла. Дауаларбыҙ, – тине баш хөкөмсө.Үҙ донъяһына ҡайтыуы шулай кисектерелерме? Юламан-ғалим хөкөмсөләрҙең һүҙенән үтмәйәсәк. Ул саҡ илап ебәрмәне. Шул ваҡыт Батыр ҡыйыу атлап, уртаға сығып баҫты.– Сәйәхәттә мин дә ҡатнаштым. Мин уларҙы ҡотҡарыштым. Һеҙ миңә лә ышанмайһығыҙмы? Карапты йөрөтә белмәй, тиһегеҙме? Нишләп һеҙ балаларға ышанмайһығыҙ! Ни өсөн Юламан ағайҙы бында ҡалдырырға итәһегеҙ? Уны бында тотоп, илатҡығыҙ киләме ни? Ул саҡта һеҙҙең үҙегеҙҙең эске нурығыҙ һүнәсәк. Шул Бөйөк Тыйыуҙы боҙоу түгелме ни? Ни өсөн һеҙ балаларға ышанмайһығыҙ?Батырҙың был һорауынан һуң барыһына ла уңайһыҙ булып китте. Баш хөкөмсө хатта ғәфү үтенде.– Ышанмауҙан бигерәк, хәлдең көтөлмәгәнлеге зиһенде алды. Беҙ ғаләмдәрҙе, галактикаларҙы, йәнәш донъяларҙы өйрәнәбеҙ, ләкин йәнәш донъянан берәүҙең дә ошолай еңел, анһат ҡына килеп ингәнен белмәйбеҙ. Бөтөн ғалимдарыбыҙҙың теорияларын юҡҡа сығарыу түгелме был күренеш? Етмәһә, ҡушар донъяла үҙеңдең игеҙәгеңде тап иткән­һең, Ер улы. – Хөрмәтле хөкөмсөләр, мин йәнәш донъяға килеп ингәнемде лә белмәй инем!– Осраҡлылыҡ та – ҡыҙыҡ теория. Fөмүмән, беҙгә килеп юлы­ғыуың осоусы тәрилкәләр рәтендә тора ла баһа! Fәжәпләнерлек тә. Тик шуныһы, нисек килгәнһең, шулай ҡайтып китә лә алмайһың. Сөнки был юлды берәү ҙә белмәй. Үҙең белмәһәң инде…Һүҙгә Көнһылыу ҡушылды.– Юламан-ғалим улай тип ҡарамай. Ҡушлаш тарафҡа, йәғни Юламан йәшәгән донъяға юл бар, тип әйтте. Ул бит баш ҡал­ҡытмай эшләй.– Яҡшы, яҡты маҡсат хаҡына фиҙакәрлек иткән кеше – йәшме ул, ҡартмы – оло ихтирамға лайыҡ. Бында килеп хәлде аңлатырға ваҡыты юҡ икән, уның янына беҙ үҙебеҙ барырға тейешбеҙ, – тине баш хөкөмсө. Шул һүҙҙе генә көткән тиерһең, ишектә ауыҙы йырылған Юламан-ғалим пәйҙә булды.– Кәңәшмә тамамланмағандыр бит! Бик ашығып килдем иллә! Хөрмәтле хөкөмсөләр, иҫәпләүҙәрҙең аҙағына сыҡтым. Хәҙер ғалимдар менән бергәләп тикшереү үткәрергә һәм нөктә ҡуйырға ине, сөнки бер-ике һорау ҡалды.Бынан һуң инде төрлө дәрәжәләге, төрлө өлкәләге ғалимдар менән ҡыҙыу эш башланды. Параллель донъяға күсеү ҡуласаһы Ер улы Юламандың Юламан-ғалим менән осрашҡан урында икәнлеге асыҡланды. Һунстан ҡуласаһы иртәнге дүрттә асыла, унан юҡҡа сыға. Ҡуласаның, йәғни тоҡандың, ауыҙы ҙур түгел, уның аша бәләкәй осҡостар ғына үтә ала. Ҙурыраҡ караптарҙың иһә ҡуласаны йыртыуы, йырыуы ихтимал. Уның тирәсәһе зыян күрһә, карап билдәһеҙ йүнәлешкә осасаҡ. Тирәсәһен ҡағылыу­ҙан һаҡлаған, ҡуласа арауығынан дөрөҫ күрһәтеүсе һиҙгер приборҙар кәрәк. Бәләкәй осҡос табыу – төп талап.Ошо ҡатмарлы тикшереү эштәре тамам булғас ҡына Тарторорға рөхсәтһеҙ сәйәхәт ҡылған балаларға хөкөм ҡарары сығарылды. Яуызлыҡ ҡылып, шуға ҡыуанып йәшәгән тарторорҙарға барыу бик ҡурҡыныс. Быны һунстандар яҡшы белә. Көнһылыу Бөйөк Тыйыуҙы боҙҙо, ләкин үҙ ихтыяры менән түгел. Ул ҡунаҡтың теләген кире ҡаға алманы. Бер тапҡыр ғына хаталанды. Был аҙымды аҡларға мөмкин. Тимәк, ғәйебе юҡ. Алты йәшлек Батыр­ҙың осҡоста инеп урынлашҡанын белмәйҙәр. Шул арҡала һаҡһыҙлыҡ күрһәтәләр. Был – ҙур хата, был осраҡта – ғәйеп бар. Шул уҡ ваҡытта малайҙар зилзилә тыуҙырыусы, халыҡтарға бәлә килтереүсе ҡоролманы эштән сығара. Күп илдәр ҡаза күреүҙән туҡтаны. Был уларҙы аҡлай. Алты йәшлек Батыр юлаусыларын үлем тырнағынан алып ҡала. Улар Байбаҡтың әсәһенә ярҙам итә, Байбаҡ күңелендә яҡшылыҡ осҡоно тоҡандыра. Был – бик ыңғай ғәмәл. Бер-береһенә булышалар, был да уларҙы аҡлай. Камил донъя ҡыҙы Көнһылыу үтә лә камил булмаған донъя малайы Юламандың ихтыярына ҡаршы тормай, йомшаҡлыҡ күрһәтә. Көн­һылыу бит был донъя вәкиле булараҡ, ҡунаҡҡа ҡарағанда күп нәмәне аңлай, тимәк, ҡыҙҙың иңендә икеләтә-өсләтә яуаплылыҡ ята. Быны танымаһа, тағы ла ҙур хаталар яһаласаҡ. Уға уйланырға кәрәк. Һығымта – Юламан-ғалимға һәм Батырға Юламанды үҙ донъяһына тиклем оҙатырға рөхсәт ителә. – Көнһылыу яҡшы күңелле. Уның ярҙамында күп нәмәне аңланым. Уны ҡалдырмайыҡ! – тине Юламан.Уларға алмаш-тилмәш ҡарап торғандан һуң, Батыр:– Мин ҡалам. Мин бит өлгөр. Былай ҙа бөтәһенә лә өлгөрөрмөн, – тине.– Үҙ хоҡуғыңды Көнһылыуға бирәһеңме? – тип һоранылар.– Бирәм! – тип яуапланы Батыр сағыу тауыш менән.Юламандың да фекерен белештеләр. Ер улы, риза икәнен белгертеп, оло кинәнес менән баш ҡаҡты.Ҡарарҙың аҙағы ошолай яңғыраны: «Юламан-ғалим менән Көн­һылыуға Юламан ҡунаҡты өйөнә тиклем оҙатырға». Ер улы шат йылмайып Көнһылыу дуҫына ҡараны. Күрһен ҡыҙыҡай, Юламан изгелеккә изгелек менән яуап бирә белә. Дөрөҫ, элегерәк был турала уйланғаны ла булмай торғайны. Ләкин икенсе мөхитте… икенсе донъяны күрһәң, уйланмай, сағыштырмай ҙа булмай шул. Юламан, ғөмүмән, ҡыҙҙарҙы электән бик өнәп бөтмәй, уларҙы кәмһетеп, үсекләп йәм таба торғайны… Был ҡыҙыҡай иһә хөкөм ҡулына эләгәсәген белә тороп та, уның хаҡына хәүефле сәйәхәттән баш тартманы. Аҡланманы, ғәйепләүҙәренә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәне, ә бит бөтәһен дә ҡунаҡ малайға япһарып, анһат ҡына ҡотола ала ине. Юҡ, бынан ары Юламан ҡыҙҙар тураһында насар фекер йөрөтмәҫкә тырышыр. Уның таныштары араһында Көнһылыу кеүек аҡыллы, һәйбәт ҡыҙҙар бармы икән?

* * *Бына ул Юламан-ғалим менән үҙенә үтә лә таныш булған карап янында баҫып тора. Сәғәт теле дүрткә яҡынлаша, тик Көнһылыу һаман күренмәне. Юламан тын­ғыһыҙлана башланы.– Көнһылыу ҡайҙа икән?Юламан-ғалим көлөмһөрәп ҡуй­ҙы, ләкин бер нәмә лә өндәшмәне. Дуҫы, бер ҡулын һелтәй-һелтәй, тегеләй-былай йөрөргә тотонғас ҡына тынысландырғандай әйтте.– Ул ваҡытында килеп етәсәк. «Осҡос әҙер» тигән ишара яһанылар.– Ә Көнһылыу?– Эйе, һиңә уның менән хушлашыуы ауыр булыр, – тине Юламан-ғалим.Юламандың йөрәге жыу итеп китте.– Хушлашыу!– Һине алып барып ҡуйғас, тием, – тип йылмайып ҡуйҙы дуҫы.– Был исем телеңдән төшмәй. Телдән түгел, нисегерәк килештереп әйтергә… күңелеңдән.Шайтан малай, эстәге бер нәмәне лә йәшереп булмай үҙенән! «Их, минең донъяға ҡайтҡандан һуң Көнһылыу кире үҙенең Һунстанына китмәһен ине», – тип уйлап ҡуйғайны шул. Уй бит ирекле, бикләп ҡуйып булмай… Ниңә, Юламандың да донъяһы бик матур, шулай булғас, бөтәһе лә мөмкин.– Был мөмкин түгел, – тине Юламан-ғалим уйсан ғына.– Ни өсөн?– Беҙҙең донъяла һинең ҡалыуың мөмкин булмаған кеүек. Fаләмдәрҙе Яралтыусы һеҙҙе ике донъяла бар иткән, шулай кәрәк тип тапҡан. Бында бөйөк хикмәт яталыр.Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, ләкин әҙәм балаһын хыялланыуҙан кем тыйһын инде! Шул саҡ аяҡ тауыштары ишетелде. Юламан «терт» итеп ҡалды. Яңылышмаған, Көнһылыу күренде.– Көтөлмәгән мәшәҡәт килеп сыҡты, – тине ҡыҙыҡай, ғәфү үтенгәндәй.Юламан үҙ ғүмерендә беренсе мәртәбә ҡулынан тотоп ҡыҙға ултырырға ярҙам итте. Шул саҡ үҙен әллә күпмегә ҙурайып киткәндәй тойҙо.Юламан-ғалимдың асыҡ фарманы яңғыраны.– Әҙерләнергә!Кәүҙәне таш менән баҫтырып ҡуйҙылармы ни! Бер аҙҙан хатта күҙҙе лә асып ҡарауы ауырлашты.

* * *– Ишетәһегеҙме! Ҡоштар ҡалай моңло һайрай, ишетәһегеҙме!Юламан-ғалимдың шат тауышына һиҫкәнеп күҙҙәрен асты. Бәй, уны тышҡа сығарғандар, үлән өҫтөндә ята. Юламан һикереп тороп баҫты. Ҡулдарын ян-яҡҡа йәйҙе лә бар көсөнә һөрән һалды.– Эһе-һей! Урман-тауҙар малайҙың тауышын яңғырау итеп ҡабатланы. Шунда ғына ул ҡурсаулыҡҡа килеп төшкәндәрен аңланы. Көн­һылыу көнгә сағылған күҙҙәрен ҡыҫыбыраҡ тирә-йүнде байҡаны.– Бында бөтәһе лә икенсе төрлө, ләкин иҫ киткес матур!– Юламан-ғалим, ни өсөн ҡурсаулыҡҡа килеп юлыҡтыҡ? – Ҡайҙа?– Йәғни урман-тау ҡуйынына. Мин бит утъяҡыс эсенән юҡҡа сыҡҡайным… Йәғни һеҙҙең донъяға уйламаған ерҙән барып индем. – Бер арауыҡтан икенсе арауыҡҡа барып ингәндә бындай ғына хилафлыҡтар була, туған. Бөтәһе лә тере, бөтәһе лә хәрәкәттә бит. Был ерҙәр һиңә, моғайын, таныштыр! Өйөңә ҡайтыр юлды онотманыңмы?– Юҡ, нисек онотаһың, ти! Ана, ҡаршылағы тауҙы артылырға кәрәк. Ә осҡос бында ҡаламы?– Йәтеш урын. Ышыҡ бит.Тауҙы артылып, оло юлға сығаһы ҡалды.– Ҡунаҡтар тейәп ҡайтып инһәм, өйҙәгеләрҙең күҙе дүрт була инде.Ҡапыл Көнһылыу ҡысҡырып ебәрҙе лә ултыра төштө.– Аяғымды бәрҙем.– Өлкән ташҡа килтереп бәргәнһең дә баһа. Уны нисек күрмәҫкә була? – тип аптыраны Юламан.– Һеҙҙә таш ошондай төҫтәме ни, Юламан туған?Шунда ғына Юламан Һунстан таштарының тик һары төҫтә икәнен иҫенә төшөрҙө. Артабан Көн­һылыуҙы ике яҡтан ҡултыҡлап алдылар. Оло юлға күп ҡалманы, йөрәк ярһыбыраҡ тибергә кереште. Шулай булмай, өйҙәгеләрҙе һағындырған. Уны ла юғалт­ҡандарҙыр… Ул сәғәтенә күҙ һалды.– Ваҡыт бар икән әле. Минең афтауызды көтөргә тура килер.– Һинең афтауызды? Ул нимә була? – тип аптырай биреберәк һораны Көнһылыу.– Ауылыма алып бара торған афтауыз.– Ауылда һине бөтәһе лә беләме?– Һо! Мине лә белмәгәс!.. – Нисек була ул афтауыз?– Дүрткел, тәҙрәләре күп. Кеше лә күп һыя.– Ныҡ күп һыямы?– Ҙур бит ул, күп һыя. Осҡос түгел инде! Хатта баҫып барырға була!– Һинең үҙеңдең афтауызың. Ә беҙҙең үҙебеҙҙең осҡос... Юламан яуап бирмәне, йылмайып ҡына ҡуйҙы. Ҡайҙан уның бер үҙенә бер афтауыз? Ярар, инеп ултырғас, дуҫтарына бөтәһен дә яйлап аңлатыр.Шул саҡ ҡайҙалыр артта эттәр өргән тауыш ишетелде, Юламан һағайҙы. Тимәк, ҡурсаулыҡтағылар уларҙы күргән, хәҙер эҙҙәренә төшөргә итәләр!– Юламан-ғалим, унда беҙҙең осҡосто эҙләйҙәр!Юламан-ғалим шып туҡтаны.– Улар осҡосҡа яҡын килергә тейеш түгелдәр, юҡһа нурланасаҡтар. Ә осҡостоң үҙенә берәү ҙә зыян яһай алмай. Шулай ҙа уны күҙҙән йәшереү хәйерле.– Көнһылыу, беҙҙе ошонда көт.Малайҙар урман эсенә инеп китте. Күпмелер атлағандан һуң, Юламан дуҫының еңенән тартты.– Ҡара әле, ҡара! Осҡос һауаға күтәрелде.Бер ни тиклем ваҡыт улар ауыҙҙарын асҡан килеш тора бирҙе. Шунан Юламан-ғалим ҡулын һелтәп ебәрҙе.– Һаман да шул Батыр ҡус­тым!..– Һаман да?! Тимәк, беҙгә ултырып килгән!Ни көлөргә, ни иларға белмәй бер урында тапандылар.– Берәүгә лә баш бирмәҫ Батыр! – тине Кәбир улы Юламан түбәһен ҡашып, шунан тағы ла ҡатып ҡалды. Карап күҙ алдында юҡ булды. – Ҡайҙа! Нимә эшләне? Юғалды бит!– Юғалманы. Батыр туғаныбыҙ эҙәрләүселәрҙең күҙен быуҙы. – Юламан-ғалим биноклде хәтерләткән аппаратты дуҫына һуҙҙы. – Ҡара, туған. Осҡос урынында тора.Юламан биноклде күҙенә терәне. Бына осҡос һул яҡҡа ауышты ла аҫҡа төшә башланы.– Батыр берәй эш боҙмаҫ элек барып етәйек!«Ах» та «ух» итеп карап янына барып баҫҡанда, Батыр осҡостоң түбәһендә эре генә ҡарап ултыра ине.– Батыр ҡустым, һин тағы ла Бөйөк Тыйыуҙы боҙҙоң! – Юламан-ғалимдың тәүге һүҙе шул булды.– Бөйөк Тыйыу ете йәштән башлана, ағай! Һанап ҡара, миңә әле алты ғына! – тине малай һауалы ҡарап.– Йә, Юламан дуҫ, әйтеп ҡара, киләсәктә кем сығыр был башкиҫәрҙән?– Һунстандың башлығы.– Ә?!– Көтөлмәгән ҡыйыу эштәр эшләүе, тәүәккәллеге, аптыратыуы, ауыр хәлдәрҙән сыға белеүе буласаҡ башлыҡ икәнен күрһәтә.– Улай булғас, Аллаһы Тәғәлә беҙгә түҙемлек бирһен, – тине Юламан-ғалим.– Батырҙың башы йомро!– Һеҙ, һәр ваҡыттағыса, арттыраһығыҙ! Алдаштырырға итә­һегеҙ!– Һине алдаштырып булмай... Башлыһың.– Юламан ағай, һин ағас сөй яһарға өйрәттең, мин уның нимә икәнен дә белмәй инем. Шулай булғас, ниндәй йомро баш?– Ә осҡос йөрөтә белеүеңсе?– Һы, быны кем йөрөтә белмәй? Әҙер төймәләрҙе төрткөсләргә аҡыл кәрәкмәй.– Улай булғас, өйөбөҙгә алып ҡайтҡас, сөй генә түгел, уҡ-ян яһарға ла өйрәтермен. – Ауыр түгелме?– Улай уҡ ҡатмарлы булмаҫ! Башың етер. Унан инде, көрәк, һәнәк…Быны ишетеү менән Батыр улар янына килеп баҫты.– Ул саҡта минән шәп башлыҡ сығыр!Бергәләшеп оло юлға табан атланылар. Тиҙ арала элекке урындарына барып еттеләр, ләкин күпме генә ҡысҡырһалар ҙа, саҡырһалар ҙа, Көнһылыу тауыш бирмәне. Тегеләй-былай йөрөй торғас, ҡаршыларына оло йәштәрҙәге ҡарт осраны.– Баянан бирле ошо тирәлә сыуалаһығыҙ. Берәйһен юғалттығыҙмы әллә, балалар?– Олатай, Көнһылыу исемле юлдашыбыҙҙы юғалттыҡ.– Шул-шул, берәйһен эҙләй­һегеҙҙер, тигәйнем дә. Бер ҡыҙ бала ҡалаға киткән автобусҡа ултырҙы. «Был Юламандың афтауызымы?» – тип һораны тәүлә. «Беҙҙә шул бер афтауыз инде», – тигәйнем, менеп ултырҙы. Атаҡ, беҙҙең яҡҡа бер генә афтауыз йөрөй инде. Бүтән рейс юҡ. Белмәйһегеҙме ни? Һеҙ ҡыр­ҙан килгән бала-сағамы?Хәйерһеҙ, Көнһылыу бөтөнләй кире яҡҡа ултырған! Юламан башын ҡашыны. Ниңә генә «минең афтауыз» тип ысҡындырҙы үҙе? Ҡайҙан Юламандың афтауызы булһын! Юлдаштарының был һүҙҙе туп-тура мәғәнәлә аңлау­ҙары башҡа инеп сыҡманы! Улар бит рейс афтауызын көтөргә тейештәр ине… Нисек Көнһылыуҙы ҡыуып етергә? Юламан ҡунағы өсөн яуаплы, тимәк, хәҙер үк ҡалаға юлланырға тейеш.– Юламан-ғалим, мин Көнһылыуҙы алып ҡайтҡансы һиңә Кәбир улы булырға тура киләсәк. Үҙеңде ауылыма бара торған афтауызға ултыртып ебәрәм, ҡайтып, минең ата-әсәне тыныс­ландыра торһаң, улар бер нәмә лә һиҙмәҫ.– Ярармы улай?– Беҙ бит минең донъяла! Хатта мәктәпкә барып, минең өсөн белем ала торһаң да була.Быныһы Юламан-ғалимға оҡшаны. Күҙҙәре осҡонланып китте. Ә Батырҙы Юламан үҙе менән алды.

* * *Көнһылыу автобусҡа инеп ултырғас та ойоно. Уянғанда ҡалаға барып ингәйнеләр инде.– Fәфү итегеҙ, Юламандың өйө ҡайҙа? – тип һораны ул күршеһенән.– Ниндәй Юламандың?Теге кеше, ысынлап та, иҫенә төшөрә алманымы, ҡашын ныҡ итеп йыйырып, ҡыҙға ҡарап торҙо.– Был бит уның афтауызы! – тине Көнһылыу.– Ишеткән кешем түгел. Ә был афтауыз Хөкүмәттеке! – тип ҡырт киҫте әҙәм.«Кем була Хөкүмәт? Яңылыш ултырмағанмындыр бит?»– Ә Юламан ҡайҙа?– Кем һуң ул Юламан? Начальник-фәләнме? Уларҙың һәр береһенең үҙ машинаһы!– Ул ауылда бөтәһе лә мине белә, тигәйне.– Ниндәй ауыл? Һин үҙ аҡылыңдамы? Ҡалаға килеп еттек. Был – аҙаҡҡы туҡталыш!– Улай булғас, Юламанды ҡалай табырға?– Кем булып эшләй?– Уҡыусы. Ауылда уны бөтәһе лә белә.– Кит әле бынан, юҡ-бар һөйләп, башымды ҡатырма! Ауылда белһәләр, нишләп уны ҡалала эҙләп йөрөйһөң?Ишектән контролёр күренде. Уның кем икәнен аңламаған Көн­һылыу ҡыҙыҡһынып күҙәтте. «Нишләп был тиклем асыулы ҡарай? Берәйһе кәйефен боҙҙомо икән? Меҫкенкәйҙе ниндәй ҙә булһа йылы һүҙ әйтеп йыуатырға, күңеленә шатлыҡ осҡоно өҫтәргә кәрәк!» Билеттарҙы тикшерә-тикшерә контролёр ҡыҙға табан яҡынлашты. Көнһылыу уға ҡарап йылмайҙы. – Билет! – тине ҡатын.– Ниндәй билет?– Ул ниндәй мәғәнәһеҙ һорау? Етмәһә, тиле кешеләй ауыҙ йырып ултыра! Бушлай ултырып килмәгәнһеңдер бит! Күрһәт!– Мин аңламайым.– Ҡайҙан ултырып киләһең?– Урмандан.– Һе!.. Ҡайҙа тиклем бараһың?– Ауылға. Юламанға.– Ниңә алйоттар йортонан сыҡҡан кеше кеүек ҡыланаһың? Штраф!– Штраф?!.– Аҡсаң бармы, тием?– Аҡса!– Һеңлекәш, етте! Ҡыланма, не выйдет?– Не выйдет?Ҡыҙ менән бүтәнсә һөйләшеп торманылар. Елтерәтеп полиция бүлегенә алып барҙылар.– Ҡайҙан килгәнен, ҡайҙа китеп барғанын әйтмәй. Берәҙәк ҡыҙ. Матур кейенгән, һаҡ булығыҙ, бур булыуы ихтимал.– Разберёмся!Полицейский ҡыҙға ултырырға ҡушты.– Йә, һөйләп ебәр.– Кешеләр сәбәпле лә, сәбәп­һеҙ ҙә асыулана. Йөҙҙәре һытыҡ. Уларҙың кәйефен күтәрер өсөн нимә эшләргә?– Нимә! – Полицейский урынынан ҡалҡына бирҙе.– Бына бит һеҙгә лә ҡыҙыҡ. Һөйләйем, улайһа. Мине бында алып килгән апайҙың мейеһендә шундай тамға һалынған: аңлат­һаң да, аңлатмаһаң да, ул асыу­ланырға тейеш. Тамға тыумыштан һалынмаған. Уны эше шулай яһаған. Ләкин эшенән киткеһе килмәй, шул уҡ ваҡытта эшен дә яратмай. Сәйер, ибет! Был асыу ҙурая бара, ул оҙаҡламай эсенә һыймай башлаясаҡ. Сөнки ул тере, юҡ-юҡ, миңә улай ҡарамағыҙ, зинһар! Кеше ҡыуана-көлә белмәй икән, уның күңеле үлә бара. Ул кешеләрҙе яратмай, ә үҙе тик улар менән генә эшләй…– Матур һайрайһың. Ә хәҙер үҙең тураһында һөйлә. Кем һин?– Көнһылыу.– Фамилияң?– Шундай ят һүҙҙәр күп, быны ла беренсе тапҡыр ишетәм.– Мәҫәлән, мин – Мурдашев.– Ә исемегеҙ – Заһит. Полицейский үңәсен һуҙҙы, төкөрөгөн көс-хәл менән йотоп һораны.– Ҡайҙан беләһең?– Маңлайығыҙға яҙылған. Тик мейегеҙгә түгел. Ә исемегеҙҙең мәғәнәһен беләһегеҙме һуң? Шул-шул, белмәйһегеҙ! Исем кешенең йәшәүенә лә мәғәнә бирә.– Хәҙер һиңә әйләнеп ҡайтайыҡ. Үҙең ҡайҙан? Минең башты бутарға тырышма. – Дөрөҫөн һөйләһәм, ышаныр­һығыҙмы? Һеҙҙә дөрөҫтө һөйләһәң, ҡай саҡ ышанмайҙар. Уларға ялған кәрәк.– Как же ышанмаҫҡа! Ағайыңды кем тип беләһең?– Ағайҙың үҙ эшенән бик риза булмағанын күрәм.– Шулай булмай! Повышение­ға, тинеләр, шунан оноттолар. – Ағай, үҙ үлсәмегеҙҙе белеп кейегеҙ. Был кейемегеҙ бер, хатта ике үлсәмгә ҙурыраҡ. Шул саҡ бөтәһе лә һәйбәт булыр. Юғиһә…– Асығыраҡ һөйлә, нимә, юғиһә?– Ер кешеләре бик тиҙ һимерә лә бик тиҙ ябыға, тип уйларға мөмкин.– Етте! Һөйлә үҙең тураһында. Дөрөҫөн һөйләп бирһәң, тикшереп, разбирать итеп тормайым, шундуҡ сығарып ебәрәм.– Һунстандан мин, ағай.– Ағай түгел, Заһит Русланович! Тәк, ниндәй Һунстан! – Ерҙәребеҙ аҡ, үләндәребеҙ күкһел төҫтә. – Һиндостан!..– Һунстан. Тәрилкәбеҙгә ултырабыҙ ҙа теләгән ергә барып етәбеҙ. Юламандың үҙ афтауызы булмай сыҡты. Шуға ла мин уны юғалттым.– Шунан.– Беҙҙең тәрилкәләр һеҙгә лә оҡшай. Тик һеҙгә әле иртәрәк.– Ата-әсәң алкоголик түгелме?– Атайым – академик.– Ул академиктың фамилияһы нисек! Нимә ауыҙыңды астың? Ә-ә, алдашаһыңмы! – Мин ҡушлаш донъянан.– Ә минең перпендикулярға барғым килә, шайтан алғыры!– Һеҙ – үҙегеҙҙе үҙегеҙ асыу­ландырыусылар, үҙегеҙҙе үҙегеҙ ярһытыусылар. Сәбәпһеҙгә! Миңә башҡаса өндәшмәү хәйерле.Полицейский ҡыҙға арыған ҡарашын ташланы ла урынынан тороп күрше бүлмәгә йүнәлде. Тиҙҙән ҙур кәүҙәле ике ир менән килеп инде.– Бына шул үҙе инде. Айһылыу, әй… Таңһылыу, тьфү!.. Кем әле исемең? Көнһылыу. Ул беҙгә квадратный илдән килгән. Ә беҙҙе круглый идиот тип уйлай. Һәйбәт лечить итегеҙ. Беҙҙең илгә ауырыу балалар кәрәкмәй!

* * *Юламан менән Батыр автовокзалға барып еткәндә Көнһылыу­ҙы килтергән афтауыз урынында тора ине. Малайҙар салонға йүгереп барып инде, Батыр ҡапыл артҡа сигенде.– Бында Көнһылыу апайҙы рәнйеткәндәр. Асыулы тауыштар ишетелә. Аҡса… – Батыр һораулы ҡарашын Юламанға төбәне.– Мин уға аҡса, билет тураһында бер нәмә лә аңлатмағайным… – тип үкенесле баш сай­ҡаны Юламан. Вокзал буйлап ҡыҙырғанда Батырҙың күҙе бер ишеккә төштө. Бында Көнһылыуҙың нур эҙҙәрен күрҙе ул. Юламан ағаһына өндәшмәй генә эскә «ялп» итеп ҡалды.Заһит Мурдашев, үҙенә төбәлгән бер пар ут күҙҙән нисек ҡасырға белмәгәндәй, саҡ ҡына артҡа ҡайҡайып ҡуйҙы. Нишләп шул тиклем тишерҙәй итеп ҡарай был маңҡыстапан!– Хөрмәтле әфәнде, ҡайҙа беҙҙең Көнһылыуыбыҙ?Бот буйы ғына булһа ла, бигерәк ҡыйыу. Тимәк, теге хыялый ҡыҙҙың ҡустыһы булып сыға.– Һин, бәләкәс малай, моғайын, алдаша белмәйһеңдер. Башта исемеңде әйт. Фамилияң нисек? Дөрөҫөн әйтһәң, кәнфит бирәм. Апайың үҙен академик ҡыҙы тип таныштырҙы. Ул йыш ҡына шулай алдашамы?– Беҙ һеҙҙе үҙебеҙ менән алып китербеҙ. Теләһәгеҙ. Шунда ныҡлап танышырһығыҙ. Ысын академик.– Һе, академик… Уларҙың балалары шул тиклем саф башҡортса һөйләшмәҫ. Ҡайһы ауылдан килдегеҙ?– Һунстандан.– Тәк-тәк, аңлашылды. Ауылыңдың исеме шулай тип аталамы ни! Һөйлә-һөйлә, мин тыңлайым, – тине полицейский яғымлы тауыш менән.– Беҙҙең ерҙәребеҙ ап-аҡ, ә үләндәребеҙ күкһел төҫтә…Полицейскийҙың ауыҙы кәү­шәй­ҙе, ул ҡысҡырып көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылды.– Был ниндәй хыялый компания? Һеҙ тәрилкәнән аш ашай­һығыҙмы әллә уға ултырып ҡына йөрөйһөгөҙмө? – Тәрилкәләрҙе гөжләтеп йөрөтәм, ә бер бөртөк сөй юнып ҡарағаным юҡ ине. Былай бик ҡатмарлы түгел икән. Һеҙҙең сөй юнып ҡарағанығыҙ бармы, әллә өйрәтәйемме?– Ә!?. – Дежур полицейский артҡараҡ сигенде, бурҙаттай ҡыҙарҙы, шунан һуҡ бармағын ишеккә төбәне. – Вон!!!Кәйефе төшкән Батыр күҙен тызый-тызый вокзал мөйөшөнә сығып баҫты. «Ах» та «ух» итеп, Юламан ағаһы уға табан йүгер­ҙе.– Ҡайҙа юҡ булдың?– Көнһылыу апайҙы ап-аҡ стеналар эсендә күрәм. Бөтә ере лә ап-аҡ.– Хәстәхана!– Бында ыңғай һәм кире той­ғолар тулҡыны шул тиклем көслө, шул тиклем буталған, миңә дөрөҫ йүнәлеш алыуы ҡыйын, – тине Батыр.– Борсолма, беҙ адрестар буйынса ғына йөрөйәсәкбеҙ.Бер нисә сәғәттән улар урман ситендә урынлашҡан хәстәхана бинаһына яҡынлашты.– Көнһылыу апай бында!– тип ҡысҡырып ебәрҙе Батыр. – Уның нуры сағыла башланы.Юламандың йөрәге, ихтыярынан тыш, дарҫлап тибергә керешмәһенме!– Ә һин йөрәгең менән алға сапма, минең барыр юлымды ҡапланың да ҡуйҙың! Икебеҙ ҙә һуҡырға әйләнһәк, кем уны ҡот­ҡарыр?Был мәлдә Көнһылыу менән табип араһында шундай һөйләшеү бара ине.– Һунстан тигән ил дә, донъя ла юҡ. Һин уны онот. Үҙебеҙ йәшәгән донъяға асыҡ күҙ менән ҡара. Ул ниндәй гүзәл. Тәбиғәте ҡайһылай! Урманға барһаң, ҡоштар һайрауы, саф һауа… Сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ, былар бөтәһе лә беҙгә ҡыуанып йәшәр өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-ҡеүәт бирә.– Эйе, мин һеҙҙең урман-тау­ҙарығыҙҙы күрҙем, һоҡландым, – тип баш ҡаҡты Көнһылыу. Психотерапевт һүҙен дауам итте:– Әкиәттәрҙең, эпостарҙың үҙ матурлығы бар. Ниндәй генә персонаждар уйлап сығарылмаған! Тылсым эйәләре «һә» тигәнсе ғәҙеллек урынлаштыра. Былар бөтәһе лә һәйбәт. Һин һөйләгән хыялый донъя шунда. Аңлайым. Тик улар ысынбарлыҡты сағылдырып бөтә алмай. Заман менән ҡуша әкиәттәр ҙә үҙгәрә. Элек осоусы балаҫ булһа, хәҙер тәрилкәләр… Былар бөтәһе лә ҡыҙыҡ, тик…– Ә һеҙҙең осоусы тәрилкәне күргәнегеҙ бармы? Һеҙ, апай, һәйбәт кеше, сер тота белһәгеҙ. Мин үҙебеҙҙең осҡособоҙҙо күрһәтергә вәғәҙә итәм. Ҡабатлайым, быны әлегә сер итеп кенә тотоғоҙ, сөнки ул кешеләрҙең аңына һыйып бөтмәй.– Көнһылыу һеңлекәш, аңыбыҙ ысынбарлыҡ эсендә йәшәргә тейеш. Бына әлеге мәлдә ата-әсәң һине юғалтып, бик борсолалыр. Улар менән тиҙерәк күрешеү тураһында уйламайһыңмы? Әйҙә, хәбәр итәбеҙ!– Беҙҙең донъялар араһында әлегә бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ, ҡушлаш донъяға хат барып етмәй, ләкин улар минең ҡайҙалыҡты белә.– Параллель донъя тип күп һөйләйһең, ә үҙең фамилияңды ла белмәйһең.– Фамилия?– Ярар, әҙерәк ял итеп ал. Һуңынан тағы ла һөйләшербеҙ, йәме.– Миңә ауылға китергә кәрәк ине!– Барырһың-барырһың.– Юламан янына нисек барырға!– Үҙе табыр... Борсолма...– Ике Юламан бергә килерме әллә?Табип баш сайҡаны ла сығып китте. Көнһылыу тәҙрә янына барып баҫты. Үҙеңде аңламаған кешеләр араһында йәшәүе бик ауыр икән. Ҡапыл күҙ алды яҡтырып киткәндәй булды. «Был бинаға кемдер яҡынлаша... Батыр!? Һуң, ул Һунстанда тороп ҡалғайны! Мин, ысынлап та, һаташа башланым шикелле…» Карауатына барҙы ла юрғанын бөркәнеп ятты. «Һаташыу түгел, мине Юламан ҡотҡарырға килә…» Ҡыҙ тороп ултырҙы.Был мәлдә малайҙар Көнһылыу ятҡан өсөнсө ҡатҡа менеп еткәйне инде. Хәҙер коридорҙа ултырған шәфҡәт туташы эргәһенән үтергә кәрәк. Беренсе ишекте асып инһәләр, Батыр әйтеүенсә, Көнһылыуҙы тап итәсәктәр.– Һин Көнһылыу апайға ярҙам итерһең. Мин был аҡ халатлы апайҙы тотҡарлармын. Байбаҡ өйрәткәнсә, – тине Батыр.– Әгәр ҙә һине эләктерһәләр!– Кем Һунстандың буласаҡ башлығы! Һинме, минме?– Һин! Тик ҡара уны! Абай бул!– Алыштың нисек бөтәсәген дә беләм! Борсолма!Бер мәл Батыр коридор иҙәнендә ҡысҡырып аунарға керешмәһенме! Бөтәһе лә балаға ташланды. Юламан иһә Көнһылыу ятҡан бүлмәгә атылып барып инде. Улар аҫҡы ҡатҡа төшөп юҡ булыуға, Батыр тыныс ҡына урынынан ҡалҡынды.– Туҡта, малай! Кем булаһың? Исемең кем!– Батыр.– Фамилияң?– Батыр.– Атайыңдың исеме?– Батыр.Был һорауҙар уны шул тиклем ялҡыта башлағайны. «Хәҙер ауылымды һораясаҡтар».– Ҡайһы район, ауыл?– Районым – Гелкиорҙар йондоҙлоғо, ауылым – Һунстан.Был өлкәндәргә дөрөҫөн әйт­һәң, ышанмайҙар, шулай булғас, нимә тип әйтһәң дә, барыбер түгелме ни? Табип Батырҙың башынан һыйпап-һыйпай кабинетына алып инде, тәүәккәл малай­ға бер нисә һорау бирҙе. – Һунстанды тоймауығыҙ, һеҙҙең менән йәнәшә донъя барлығын белмәүегеҙ ғәжәп! Унда ла тәбиғәт, һыу, һауа. Тик бөтәһе лә башҡа төҫтә. Булһа һуң! Иң мөһиме, йәшәү сығанағы сикһеҙ! Ләкин ни өсөн бәйләнеш урынлаштырыу мөмкин түгел? Беҙ һеҙҙе электрон табиптарыбыҙ менән таныштырыр инек. Хәҙер табип Һунстандағы дауалау системаһы менән ҡы­ҙыҡһынды.– Беҙҙең виртуаль табиптарыбыҙ һәр күҙәнәк тураһында белә. Бер ҙә арымай-талмай, үҙҙәренә ял кәрәкмәй. Һин ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, улар һаулыҡ тикшереүселәрең булып ҡала. Көнмө-төнмө – улар өсөн айырма юҡ. Кешеләр беҙҙә оҙон ғүмерле. Һеҙҙә сирлеләр күп. Был бәләкәй генә ҡалала әллә күпме дауахана, хәстәхана күрҙек. Ҡот осҡос бит!– Һин Көнһылыу апайыңды алыр өсөн килдеңме?Малай баш ҡаҡты.– Эйе! Беҙ уны бынан алып киттек. Хәҙер ул һеҙҙән азат. Ике Юламан да шатланасаҡ.Табип күҙҙәрен ҙур асҡан килеш уға ҡарап ултыра бирҙе. Шунан әкрен генә әйтте.– Бар, туғандарың көтәлер. Бүтәнсә мин һине күрмәнем дә, белмәнем дә.Һуңынан табип ишеткән ҡайһы бер нәмәләрен һөнәрҙәштәренә еткерҙе. Тегеләр тыңлаған булып баш сайҡаны. Үҙҙәре генә ҡалғас, фекерҙәре уртаҡ икәнлеге аңлашылды: «Алйоттарҙы, иҫәрҙәр­ҙе дауалай торғас, табибыбыҙ үҙе лә хыялый донъяға инеп китеп бара түгелме? Еңел түгел, еңел түгел хеҙмәттәшебеҙҙең эше… Ай, еңел түгел!..» Үҙ аҡылдарында булған табиптар үҙҙәренән сикһеҙ ҡәнәғәт булып таралышты.

* * *Юламан-ғалим Юламандарҙың ҡапҡаһын һаҡ ҡына асып, эскә үтте. Ишек алдында ни менәндер булышып йөрөгән Кәбир ағай башын ҡалҡытты.– Улым, ҡайттыңмы?– Хәйерле көн!– Хәйерле көн… Улым, һин...– Мин һеҙҙән бик ныҡ ғәфү үтенәм. – Ярай, Рәшиҙә апайың ҡаланан телеграмма ебәрҙе. Олимпиадаға барғаныңды әйтеп кит­һәң, булмай инеме? Шул холҡоңдо ташла, улым. Әйтеп йөрө. Был аҙаҡҡы тапҡыр булһын. Ишеттеңме? – Ишеттем...– Нишләп улай бик күңелһеҙ. Еңгәнегеҙҙе ишеттем! Арыған­һыңдыр.Юламан-ғалим оҙон юлдан әҙерәк арығайны. Шуға ихлас яуап бирҙе.– Эйе, арытты!Ул үҙҙәренең осҡостары үтеп ингән утъяҡысҡа ҡараған килеш оҙаҡ баҫып торҙо. Хаҡлыҡ эйәләре, ғалимдар был урынды параллеллеккә күсеү урыны булған, тиһәләр ҙә, йәнәш ниндәйҙер ҡара упҡын да бар. Иҫке бүрәнәләрҙең бер өлөшө шул хаҡта иҫкәрткәндәй, һороло-күкле төҫкә ингән.– Беҙҙең утъяҡыс ныҡ иҫкергән. Быны һүтеп, яңыһын төҙөһәк, шәп булыр ине, – тине малай.– Бура күптән әҙер, улым. Ҡул ғына теймәй. Кеше яллайым, тиһәң дә, гел һин тигәнсә булмай. – Атай, бөгөндән башлайбыҙ! Хәҙер мин утъяҡыстың макетын төҙөйөм, йәме!Бер нисә минуттан Юламан-ғалим проекттарын тотоп ата ҡаршыһында баҫып тора ине инде.– Балаҡай, һин йәшен тиҙлегендә эшләй башлағанһың түгелме! Бер ҙә рәсем төшөрөргә яратмай инең дә баһа. Ҡана, бир әле. – Кәбир ағай үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. – Бәй, ҡул менән шулай яһап буламы ни? Быны берәй машина төшөрөп бирмәгәндер? Интернет...Юламан-ғалим бер нәмә лә өндәшмәне, йылмайҙы ла өйгә инеп китте. Ә хәҙер – дәрескә! Юламан төштән һуң уҡый. Аҙашының сумкаһын таҙартып, рәткә килтергәндән һуң, мәктәпкә табан юл алды. Синыфҡа инеп ултырғас, бындағыларҙың ҡағыҙ менән күберәк эш иткәнен аңланы. Ҡағыҙ уға оҡшай! Ҡыштырлауы ла, төҫө лә! Дәрес әле башланмағайны. Урта рәттә ултырған бер ҡыҙыҡай уға ныҡ итеп ҡарап алды. Юламан-ғалим да бер нисә тапҡыр күҙ һалды, хатта был ҙур ҡара күҙле ҡыҙға йылмайҙы ла. Тик теге турһайған шикелле, башын ситкә бороп ултырҙы. Ниңә улай итте әле? Үпкәһе юҡтыр бит Юламанға? Шул саҡ аҙашы һөйләгән хәл келт итеп иҫкә килеп төштө. Был ҡыҙ Зәлифә булырға тейеш! Уның дәфтәрен бысратыуын, үсекләп илатыуын һөйләгәйне. Егеттән ғәфү үтенергә ҡушалар, ә ул дәрестән ҡасып сығып китә лә өйөнә ҡайтмайынса, ҡара төнгә тиклем урамда малайҙар менән уйнап йөрөй. Шунан инде утъяҡыс мажараһына юлығып, көтөлмәгән ҡунаҡ булып, Һунстанға барып эләгә… Юламан-ғалим тәнәфес мәлендә Зәлифә эргәһенә килеп баҫты.– Һин мине ғәфү ит.– Нимә хәҙер ғәфү үтенгән булаһың? Мин инде бөтәһен дә яңынан күсереп яҙғас.– Ниңә яҙҙың! Үҙем күсереп бирер инем, – тине малай тәрән үкенеү менән.– Нисек! – Зәлифә ныҡ аптыраны. – Үҙем, тисе... Нимә һөйләй­һең ул?– Ышанмаһаң, хәҙер яңынан яҙып бирәм, Зәлифәкәй. Ниндәй ярҙам кәрәк, әйт кенә!– Нимә булды һиңә бөгөн?– Кисә менән бөгөнгө араһында айырма булырға тейеш. Көндәр генә түгел, кешеләр ҙә үҙгәрә, Зәлифә туған. Ҡыҙ ауыҙын асҡан килеш тора бирҙе. Юламан-ғалим кире урынына барып ултырҙы. Шундай матур, шундай яҡшы күңелле ҡыҙ. Нисек уны рәнйетергә мөмкин. Юламандың был насар аҙымын аңларға теләгәндәй, бер нисә тапҡыр Зәлифәгә боролоп ҡарап алды. Уҡытыусы ла һиҙгер.– Юламан, хәҙер инде таҡта яғына күҙ һалырға ваҡыт етте. Рәхим ит.Һигеҙенсе синыф белгәнде Юламан башланғыс синыфта уҡ үткәйне. Бер тында мәсьәләне сисеп тә ҡуйҙы.– Кем ярҙам итте?– Башланғыс синыфта өйрәнгәндәрҙе онотмағанмын. Улар – нигеҙ ташы.– Башланғыс синыфтарҙы һорамайым. Был мәсьәләләрҙе сисергә кем ярҙам итте, тием бит! Ике көн дәрестә булманың.Юламан-ғалим үҙенең икенсе Юламан булырға тейешлеген онотоп киткәнен аңғарҙы. Нисек сығырға был хәлдән? Алдаша белмәгән малай юғалып ҡалды.– Һеҙ миңә ниндәй мәсьәләне сисергә икәнен күрһәтегеҙ… Бөтәһен дә эшләй алам.Уның ҡыйыуһыҙлығын, ҡаушап китеүен үҙенсә аңланы уҡытыусы. «Тырышып-тырмашып алдаша! Кемде ышандырам, тип уйлай икән?» Уҡытыусы дәреслекте Юламан-ғалимдың ҡулына тотторҙо.– Теләгән мәсьәләңде сис. Миңә барыбер.Юламан-ғалим бер генә күҙ һалды ла шул ыңғайҙан биттәге бар мәсьәләне сисеп тә ҡуйҙы.– Туҡта-туҡта, етте! Был ниндәй шаяртыу… то есть, был ниндәй кеше ышанмаҫлыҡ хәл? Туҡта, һин ике көн ҡайҙа юҡ булып торҙоң? Кем өйрәтте быларға? Серме? Тағы ла бер мәсьәләне сисһәң, үткән дәрестәге «икең» юйыла. Хатта сиреккә «бишле» сығыуы ихтимал.Юламан-ғалимдың ҡулы үҙенән-үҙе «Юғары математика» тип яҙылған китапҡа һуҙылды. Бына был дәреслек уға оҡшай!Бер заман уҡытыусы Юламан-ғалимдың ҡулынан тотоп туҡтатты.– Йә Хоҙа, былар бит вуз мәсьә­ләләре! Бөгөнгә етте. Дәрес аҙағына яҡынлашты, балалар, өйгә эште яҙығыҙ…Тәнәфестә Юламан-ғалим янына Зәлифә килеп баҫты.– Ә нишләп һине танып булмай, Юламан?Юламан-ғалим ҡыҙҙың төпһөҙ ҡара күҙәренә ҡарап алды ла ишетмәмеш булып, ситкә атланы. Ауыр һулап ҡуйҙы. Уға алдашырға ярамай, шул уҡ ваҡытта дөрөҫөн дә әйтеп булмай.

* * *– Көнһылыу апай, һин миңә ҡарағанда зирәк…– Йә, нимә әйтергә итәһең, Батыр ҡустым?– Нимә әйтергә теләгәнемде лә һиҙәһеңдер әле. Уның күҙе яҡтырып китә, ибет! Күңеле лә яҡтыра бара. Һин… Һин быға сәбәп…Көнһылыу Батырҙың ауыҙын ҡапланы.– Сеү, тауышланма… – Һинең күҙ ҙә яҡты, ләкин күңелең төшөнкө. Тиҙҙән хушлашабыҙ, тиһеңме! Ә ул әлегә был турала уйламай. Ер улы Юламан беҙҙе ауылға алып ҡайтыу тураһында ғына ҡайғырта. Ҡал­ғаны һуңынан ғына аңына барып етәсәк.– Һин бәләкәсһең, Батыр туған. Ҡалғанын ҡалғандарға ҡалдыр. Әле һиңә көрәк-һәнәк яһарға өйрәнергә кәрәк!Был көндө улар ауылға ҡайтып етә алманы. Юламан дуҫтарын ҡалала йәшәүсе Рәшиҙә апаһына алып китте.Иртәнсәк Кәбир ағай телефонды алды.– Эйе-эйе, Рәшиҙә. Ҡысҡырыбыраҡ әйт, телефон насар эшләй. Малайҙың һеҙҙә булғанын беләм. Телеграммаңды алғайным. Ниндәй, тип… Бәй, һинең исемдән үҙе һуҡҡандыр. Ярар, ҡалай булһа ла, иҫән-һау. Улар беҙҙә, тиһеңме? Кемдәр?.. Тағы өҙөлдө. Ни булды был телефон­ға?Юламан Рәшиҙә апаһын икенсе эштәр менән әүрәтергә тырышты. Кәбир трубканы һалды ла иңбашын йыйырҙы.– Балалар беҙҙә, тисе! Ҡана, телеграмманы ҡарайым әле. Уныһын да әллә ҡайҙа ҡуйғанбыҙ. Бер ерҙә лә юҡ.Унан көлөп баҫып торған Юламан-ғалимға күтәрелеп ҡараны.– Улым, бөгөн дәрескә бараһыңдыр?– Башта баҡса утарға барабыҙ. Уҡыу төштән һуң.–Кәйефең яҡшы күренә.– Эйе! Атай, һеҙ утъяҡысты йәшен тиҙлегендә төҙөйһөгөҙ бит.– Үҙемә үҙем аптырайым, улым! Хәбир ағайың менән миндә егерме кешенең көсө йәшеренгәнме ни! Эш ныҡ ырай! Ни ғәләмәт был?Юламан-ғалим йылмайҙы, яуап бирмәне.Бөгөн Зәлифә менән уның һүҙе беректе. Баҡса утағанда Юламан-ғалимдың һәр нәмәне тәү күргәндәй аптырап, һоҡланып ҡарауы ҡыҙҙы ғәжәп итте. Әкиәт-мифтарҙы шул тиклем күп беләлер, тигән уй башҡа ла инеп сыҡҡан булманы! Бөтөнләй ишетелмәгән ҡарһүҙҙәр! Бер яҡтан, бик аҡыллы хәбәр һөйләй, икенсе яҡтан, сабый бала һорауын да биреп ҡуя… Әйтерһең, синыфташын алмаштырып ҡуйғандар. Һәр хәлдә, ҡаланан ныҡ үҙгәреп ҡайтҡан. Бер заман Юламан-ғалим тырнана башланы. Тирә-йүнгә ҡаранды, унан күккә ҡараш ташланы.– Был ҡояштың торошон тикшерергә кәрәк. Нуры…– Был ҡояштың? Теге ҡояш та буламы ни улай булғас?.. – Зәлифә рәхәтләнеп көлдө. – Ә нисек тикшерергә итәһең?– Минең унда… – Юламан-ғалим һүҙҙе нисек икенсегә борор­ға белмәй, әле был, әле теге яҡҡа ҡаранды. – Берәй нимә уйларға кәрәк. Бына бит ҡалай ҡысындыра. Бүртеп-бүртеп килеп сыға.– Юламан! Ә серәкәйҙе ҡайҙа ҡуяһың?– Нимәне?– Серәкәй талағанын белмәй­һеңме әллә?– Талай, тиһеңме? – Юламан-ғалим ҡалтырап ҡуйҙы, ирек­һеҙҙән иңбашын йыйырҙы. – Юламан, һин шаяртаһыңмы ул?– Шулайыраҡ… – Көҙ ныҡ ҡоторалар. Бер уйлаһаң, ҡыҙыҡ серәкәйҙәр, ибет!– Серәкәй! Эйе, улар ныҡ ҡыҙыҡ. Ярар, мин хәҙер киләм!..– Һин ҡайҙа?– Серәкәйҙәр осоп килгән яҡты барып күрәйем. Улар йәшәгән донъяны күрге килә. Мин хәҙер… – Юламан-ғалим шулай тип йыл­ға яғына китте лә зым-зыя юҡ булды.

* * *Кәбир ағай эргәһендә баҫып торған өс баланы күргәс, эшенән туҡтаны.– Юламан улым, яңы дуҫтарың килеп төштөмө? Ҡалала таныш­ҡайныңмы?– Атай, мин…– Ниңә улай бик аптырап ҡарайһың? Дуҫтарың килгәс, ҡыуа­нырға кәрәк!– Атай, мин…– Йә, тыңлайым.– Атай, ҡасан иҫке утъяҡысты һүттең? – Улым, һин нимә? Кисә генә һүтәйек тә, һүтәйек, тинең, бөгөн… Яңыһының макетын үҙең эшләнеңме? Юламан күҙҙәрен ҙур асты, һүҙһеҙ генә баш ҡаҡҡан булды. Атаһы ҡәнәғәт тауыш менән дауам итте.– Кисә үк Хәбир ағайың менән һүтеп ырғыттыҡ, бөгөн яңы бураны ултыртып та ҡуйҙыҡ. Бөтәһе лә шаҡ ҡатты! Әйттем бит инде һиңә бер мәртәбә: беҙ икәүҙә баһадир көсө бар икән! Эш үҙенән-үҙе ырай.«Был – Юламан дуҫымдың кираматы…» – тип уйланы Кәбир улы Юламан.Көнһылыу ҡыуанып көлөп ебәр­ҙе.– Юламан туған макет яһанымы? Улай булғас, эсен биҙәүҙе үҙ өҫтөмә алам!Шул саҡ телефон шылтыраны.– Эйе, тыңлайым, Зәлифә ҡыҙым! Һәйбәт ишетелә. Нисек? Юламан йылға буйына төшөп китте лә юҡҡа сыҡты, тиһеңме? Бында ул, бында! Ҡаланан килгән иптәштәрен ҡаршы алырға тип сапҡандыр… Тик иҫкәртергә онот­ҡан инде. Зәлифә, Юламан юҡ булды, тип шылтырата. Бер нәмә лә аңламайым.Юламандың ҡото осто. Ҡысҡырып ебәрҙе.– Ҡай тирәлә юғалған?– Берәү ҙә юғалмаған. Нимә булды һиңә, улым?Шул саҡ Көнһылыу аяҡ аҫтында урала башлаған Аҡҡолаҡҡа төртөп күрһәтте.– Был нимә ул? Ниндәй хай­уан?– Көсөктө белмәйһеңме ни, ҡыҙым?– Юҡ, ул һүҙҙе лә беренсе мәртәбә ишетәм.Кәбир ағай ҡулын һөртә-һөртә ултырғысҡа барып ултырҙы.– Һеҙ, нимә, балалар, берәй уйын уйнайһығыҙмы әллә?Ысынлап та, уйындан уймаҡ сығыуы бар бит. Ярай әле Батыр Көнһылыуҙы табырға ярҙам итте. Бына хәҙер Юламан-ғалим да мажараға тарыған. Аҡыллы малайҙың тиктомалдан юғалыуы мөмкин түгел дә баһа!– Атай, һин миңә асыуланма. Хәҙер үҙеңә бер ҙур яңылыҡ еткерәм.Малай тотлоға-тотлоға башынан кисергәндәрен һөйләргә кереште. Кәбир ағай йомарлап тот­ҡан таҫтамалын атып бәрҙе.– Нисек итеп ата-әсәңде алдарға батырсылыҡ иттең? Етмәһә, ҡунаҡ малайын хилаф эшкә этәргәнһең, дөрөҫөрәге, мәжбүр иткәнһең! Үҙең бит улар ялғанлай белмәй, тинең! Һин бит уның өсөн башың менән яуап бирәһең! Шул буламы дуҫлыҡ?!Батыр Кәбир ағайҙың ҡулын тотоп алды.– Юламан ағайға асыуланмағыҙ. Уның күңелендә насарлыҡ юҡ. Яңылышыу ғына бар.– Ҡырғанһығыҙ бит эште, – Нишләргә белмәгән Кәбир ағай янында торған бәләкәс Батырҙың башын һыпырҙы. – Юламан улым, ярар эргәңдә яҡлаусыларың бар… Тормошто өйрәнергә тырышыуыңа, ҡыйыулығыңа: «Афарин!» – тип әйтә алам. Ә бына ата-әсәңде хафаға һалғаның, ялғаның өсөн арт һабағыңды уҡытмаһаммы. Тик береһен дә эшләмәйем. Аҙашыңды табырға кәрәк! Йылға буйлап китте, кире килмәне, тинеләрме? Рәхим итегеҙ, ҡунаҡтар, беҙҙең тын­ғыһыҙ донъябыҙға! Эҙләргә!Бер аҙ бара биргәс, Кәбир ағай артына боролдо.– Улым, үҙең нисек уйлайһың, ҡайҙа әлеге мәлдә дуҫың? Моғайын, әҙерәк булһа ла һиҙемләйһеңдер.Юламандың башы түбән эйелде.– Әҙерәк кенә... – тине.– Аҡ эт бәләһе ҡара эткә булып ҡуймаһын, тип шикләнәм, улым.Кәбир ағай яңылышманы. Йыл­ға буйына төшкән Юламан-ғалим өлкән синыф малайҙары ҡулына барып эләкте. Тиктомалдан түгел, әлбиттә. Осоусы тәрилкә менән осрашасаҡ көндө Юламан Зәлифәнең дәфтәрен генә юҡҡа сығарманы. Кемдең аҡыллыраҡ икәнен иҫбатлар өсөн өлкән синыф уҡыусыһы Риф менән телгә килеште. Һүҙ көрәштереп еңешә алмағастары, кәрт уйыны аша иҫбатларға булып киттеләр. Сәмле Юламан бирешәме ни инде! Кәрттә оҫталығы булмаһа ла, уйнарға булып китте. Тик Риф ҡол­ғанан отолдо ла отолдо. Башта тегенең күҙе малайҙың ҡайышына төштө, ләкин ул да аҙ тойолдо. Ҡомарға ингән еңеүсе аҡса таптыра башланы. Юламан да асыҡ ауыҙ түгел, аҡса табып килтергәнгә тиклем Рифтең кемдер бүләк иткән ҡыйбатлы ручкаһын, органайзерын сәлдерҙе. Шунан аҡса эҙләргә сапты. Әмәлгә ҡал­ғандай, Рифтең синыфташы, улай ғына түгел, ә иң яҡын әшнәһе Кимде осратты. Теге асы­ғауыҙға сәлдергән органайзер­ҙы, ручканы һатты, етмәһә, «Риф дуҫың аҡса һорай», – тип тейешле сумманы ла алды. Рифкә алып барып бирҙе шул аҡсаны. Теге ҡыуанып аҡса һанаған арала үҙенең ҡайышын, һиҙҙермәй генә алып, кеҫәһенә тыҡты. Шулай булғас, Юламан аҡыллы түгелме ни? Ул бер нәмәһенән дә ҡолаҡ ҡаҡманы. Ә теге ике әшнәне төп башына ултыртты. Вәт! Бына хәҙер үҙ-ара аңлашығыҙ, тине эстән генә. Ошо ҡырын эшенән һуң тышта иптәштәре менән туй­ғансы туп тибеп, арып, ҡәнәғәт булып, өйөнә ҡайтып китте. Ишек алдына ингәс, үтә күренмәле тәрилкәне күреп, шуның артынан ташланды. Артабан тормошонда көтөлмәгән үҙгәрештәр башланды… Һунстанға барып эләкте. Тик тыуған ауылында хәҙер уның өсөн икенсе Юламандан хисап талап итәләр, ахырыһы! Ҡайҙа йөрөй Һунстан малайы? Тиктән тиккә юҡҡа сыҡмаған бит ул! Ул дөрөҫ һиҙемләне. Серәкәй­ҙәрҙе күҙәтергә тип килгән Юламан-ғалимды Риф менән Ким шырлыҡҡа һөйрәп алып инеп китте. Арт һабағын уҡытырға, тип иртәнән бирле ҡарауыллайҙар ине, бик йәтеш кенә килеп эләкте ул быларҙың ҡулына. Шундай аулаҡ урында! Дыһырлатып һөйрәп, малайҙы текә ярға терәп ҡуй­ҙылар.– Йә, мин һине нимә эшләтергә тейеш? Язаһын үҙең әйт! – тине Риф эре генә сәсен артҡа һелкеп.– Серәкәйҙәр өсөнмө! Улар бөтәбеҙгә лә етә. Береһен дә үлтермәнем, ысын әйтәм.– Ҡара, беҙ икәүҙе күргәс, ҡур­ҡыштан шундуҡ аҡылдан яҙҙы! – тине Ким.– Башыңды дуракка һалма! Башта уҡ уйлап эшләргә кәрәк ине! Теҙлән!Юламан-ғалим был ике ҡолғаға аптырап, алмаш-тилмәш ҡарап тора бирҙе.– Аңлатығыҙ ни өсөн?– Ха-ха-ха!.. Серәкәйҙәр өсөн, оноттоң дамы ни, алйот!– Мин уларҙы һәйбәт итеп өйрәндем, һәр береһе менән тотоп һөйләштем. Беҙ бер-беребеҙҙе аңланыҡ.Теге икәү, маймыл шикелле ҡылана-ҡылана, ырғый-һикерә көлдө.– Клоун, беҙҙең башты бутарға тырышма.Береһе арттан теҙгә һуҡты. Юламан-ғалим тубыҡланып төштө.– Имгәклә, ғәфү үтен ағайҙарыңдан.– Ҡайҙан һеҙҙә шул тиклем яуызлыҡ? Ул бит һеҙҙең йөрәкте ашап бөтөрәсәк.– Беҙҙе өйрәтеп маташамы был? Хәҙер үк бурысыңды ҡайтар! – тип ажғырҙы түҙемлеген юйған Риф. – Ҡайҙа аҡса? Ҡайыш!– Әйҙәгеҙ, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшәйек. Ни өсөн беҙ бер-беребеҙҙе күрә алмайбыҙ? Уның сәбәбе нимәлә?– Нишләп ул аҡыл һата! – Ким үҙе лә һиҙмәҫтән сыйылдаҡ тауыш менән аҡырып ебәрҙе. – Әллә бөгөн йоҡоһо туймағанмы?– Ни өсөн сабырлыҡ менән аңлатырға теләмәйһегеҙ? Fәҙеллек, тип янһағыҙ, яйлап аңлатығыҙ. Күрәһегеҙ бит, ҡаршығыҙҙа һеҙҙе аңларға теләгән кеше ултыра.– Ултырмай, ә тубыҡланған!– Асыуығыҙҙың сәбәбе нимәлә? Бәлки, мин һеҙгә ярҙам итә алырмын. Күңел камиллығы табышырмын.– Әүлиә булып ҡылана, ҡәбәхәт! – кемеһелер артына типте.– Ахыры, быны һеҙ үҙегеҙ теләмәйһегеҙ…– Түлә бурысыңды!– Мин хәҙер төшөндөм, – тине малай. – Һеҙгә бер ҡасан да иғтибар етешмәгән. Хәҙер был иғтибарҙы ситтән эҙләйһегеҙ. Көс­һөҙөрәктәрҙе ҡурҡытып булһа ла. Ләкин көсһөҙ тигәнегеҙҙең бик ҙур ҡеүәт эйәһе булыуы бар. Эске көстө әҙәм балаһы күрергә һәләтһеҙ. Үҙегеҙ белмәгән юлда йөрөһәгеҙ, тоҙаҡҡа эләгәсәкһегеҙ.– Бында юл юҡ, урман-ҡая ғына, маңҡа малай!– Упҡынға осорһоғоҙ. Ҡараңғы уй ҡараңғылыҡҡа ғына алып бара.– Нимә, был аҡылдан яҙғанды аҫып ҡуябыҙмы? Уның бурысын ҡайтарырға уйы юҡ!– Ысынлап та, нишләп ул бөгөн күп ләстит һата!Үҫмерҙәр Юламан-ғалимды аяғына ҡайыш бәйләп, ағас ботағына баштүбән аҫып та ҡуйҙы.– Мине былай оҙаҡ тоторға уйлайһығыҙмы?– Беҙҙе һинең яратҡан серәкәйҙәрең үбә башлағансы ғына! Ха-ха-ха!..Малай ысынлап тороп ғәжәпләнде. Бурыс тигәндәре бик анһат ҡына ла баһа!– Шул ғынамы?.. Ә ағасҡа былай элеп ҡуйыу нимәне аңлата?– Аяҡҡа төшкән аҡыл кире башҡа ҡайта, энекәш! Һаман шуны белмәйһеңме ни! Ха-ха-ха!..Теге икәү аунай-тәгәрәй көлөргә кереште. Ә Юламан-ғалим, киреһенсә, етдиләнде. Бына бит Ерҙә кешене аҡыллы итеү ҡалай еңел хәл ителә! Юғиһә, ул быларҙың күңеленә нисек шәфҡәт орлоғон һалырға икән, тип баш вата. Тап шуны асыҡлар өсөн күпме һөйләндерҙе, туранан-тура һорарға кәрәк булған бит! Юламан-ғалим үҙе лә һиҙмәҫ­тән әйләнеп тороп баҫты.– Рәхмәт һеҙгә, ағайҙар!Бер ниндәй физика законына һыймаған хәлде күргән ике үҫмерҙең күҙҙәре аҡайҙы. Хәҙер ерҙә үҙ аяғында баҫып торған малай бармағы менән ике ағай­ҙы саҡырҙы. – Яҡын килегеҙ.Аҡыл индереүгә ҡарышмаһындар өсөн эске көсөнә мөрәжәғәт итергә тура килде. Бер ҡайыш менән икәүһен дә аяҡтарынан ботаҡҡа аҫып ҡуйҙы. Шунан йыл­ға яғына ҡулын һуҙҙы. Бер заман ҡара болот булып серәкәй ябырылды. Улар һауала Ким менән Риф яғына тигеҙ рәткә теҙелде. Бына шулай серәкәйҙәрҙең уларҙы үпкәндәрен кинәнеп ҡарап ултырғанда Юламан, Көнһылыу, Батыр килеп тапты. Юламан Һунстан малайын ҡосаҡлап алды, ә ғалим дуҫы иһә ағас ботағында бәүелеүсе үҫмерҙәргә өндәште.– Йә, әйтегеҙ, һеҙ ысын йөрәктән ғәфү һораһын өсөн нисә Юламан кәрәк?Тегеләр яуап урынына тағы ла нығыраҡ бәүелергә кереште.Юламан дуҫына яҡын килде.– Серәкәйҙәр… Улар…– Был ике егет серәкәйҙең үбеүен һораны. Серәкәйҙәр ихлас риза булды. – Юламан! Юламандар! Ант итеп әйтәбеҙ, бүтән былай ҡыланмабыҙ. Ебәрегеҙ беҙҙе!Тотҡарламанылар. Ысҡындыр­ҙылар. Тегеләр йәшен тиҙлегендә юҡҡа сыҡты.– Мин беләм, – тине Юламан-ғалим. – Улар мине һинең менән бутаны. Ләкин һин ғәйепле булғанда ла, ни өсөн икәнен асыҡ итеп әйтергә, шунан ғына хөкөм ҡарары сығарырға тейештәр ине. Был ике ҙур егет аңлашыу тәртибен бөтөнләй белмәй. Бына шуның өсөн яза бирҙем. Ә һеҙҙең үҙ-ара эштәрегеҙ өсөн түгел, сөнки быныһы миңә ҡараңғы.– Юламан-ғалим, нимә әйтергә иткәнеңде аңланым. Был – миңә һабаҡ. Эйе, яҡшы һабаҡ, – тиергә мәжбүр булды Юламан.Ағастар араһынан Кәбир ағай күренде. Ул һүҙгә ҡыҫылманы, шул уҡ ваҡытта нимә тураһында һөйләшкәндәренә лә битараф ҡалманы.– Төн артынан һәр саҡ көн тыуа. Хатта төнгө ҡараңғылағы тигәнебеҙҙә лә ай-йондоҙҙар уяу икәнлеген онотмайыҡ. Төн дә үҙен яҡтыртырға һәләтле. Ә кеше барыбер хәҡиҡәтте эҙләй. Ул бер ҡасан да ҡараңғылыҡ эсендә ҡалырға теләмәй. Юламан улым, ошо ышаныс булғанда бер ҡасан да ҡараңғылыҡ эсендә аҙашмаҫһың. – Атай кеше улының дуҫтарына алмаш-тилмәш ҡарап алды. – Яҡтылыҡ эсендә аҙашыр­ға мөмкин… Хәйер, уныһы аҙашыу тип аталмаҫ.

* * *Юламан-ғалим иҫәбенсә, бөгөн улар Һунстанға юл алырға тейеш. Параллель донъяға асылырға тейешле ҡуласаны томан мәлендә генә шәйләргә мөмкин. Ә томан бер нисә сәғәттән төшәсәк. Ваҡыт етерлек. Уға тиклем Көнһылыу эшен тамамлаясаҡ – яңы һалынып бөткән утъяҡысты биҙәй, матурлай ул. Тиктормаҫ Батырҙың да теләге тормошҡа ашты, таң менән Юламан ағаһына эйәреп мәктәпкә китте. Маҡсаты – беренсе синыфҡа инеп, дәрес тыңлап ултырыу. Фәҡәт шулай ғына. Был турала ике ағаһы ла Батырҙы ҡат-ҡат иҫкәртте. – Беҙгә ҡунаҡ малай килгән, – тип таныштырҙы уҡытыусы.– Исемем – Батыр, фамилиям – Батыр, ауылым… Ауылым да Батыр булһын. Һунстан, тиһәң, аптырайҙар бит.– Яҡшы, яҡшы, Батыр, әйт, ниндәй дәресте яратаһың?– Тригонометрияны.– Матур итеп, килештереп әйтә бит әле. Уҡый-яҙа беләһеңдер, моғайын. Нисәгә тиклем һанай беләһең?– Беләм инде! Уны кем һанап тора, тиһең!Малай таҡтаға сыҡты ла тригонометрия буйынса формулалар яҙырға кереште. Уҡытыусы ултырғысҡа ултыра төштө, ҡулын йөрәге тәңгәленә ҡуйҙы. Юламан килеп инмәһә, был хәл нимә менән тамамланыр ине, әйтеүе ҡыйын. Ул мөғәллимәгә стакан менән һалҡын һыу тотторҙо ла Батырҙы күтәреп алып сығып китте. Парта артындағы балалар таҡталағы тәртипһеҙ рәүештә яҙылған һандарға ҡарап, әлбиттә, үҙ һығымталарын яһаны. Улар матурыраҡ, эрерәк, асығыраҡ, тигеҙерәк итеп яҙалар. Бында бары тик тәртипһеҙ һандар һикерешә. Тимәк, улар ҡунаҡ малайына ҡарағанда күпкә зирәгерәк.– Ниңә улай алып сығып киттең? – тип сәбәләнде Батыр. – Мин бит яратҡан формулаларымды яҙып бөтмәнем!– Һин үҙеңде күрһәтергә түгел, башҡа балаларҙы ғына тыңларға тейеш инең.– Ниңә мине эҙләйһең? Көн­һылыу апай янында ҡалып торһаң булмаймы!.. Барыбер уны уйлай­һың!– Нимә!Юламан Батырҙы тып иттереп иҙәнгә баҫтырҙы.– Асыуланма, Юламан ағай, мин бит шаярттым ғына…– Һинең шаяртыуың… Ә былай… Ысынлап уйлап ҡарағанда, уға беҙҙә күңелһеҙ булмаҫ инеме икән?– Булмаҫ ине, Юламан ағай.– Вәт бит, телдәр малай! Хәҙер мин һине!..Шул саҡ ипле генә аяҡ тауыштары ишетелде. Эргәләрендә Зәлифә баҫып тора ине. Ул, башҡа көндәрҙәгенән айырмалы рәүештә, Юламанға матур ғына итеп, дуҫтарса йылмайҙы.– Юламан, ә ни өсөн кисә баҡсанан бик серле генә юҡ булдың? Ысынлап та, серәкәйҙәрҙе күҙәтер өсөнмө? Хәҙер һин биология менән нығыраҡ ҡыҙыҡһынаһыңмы?Юламан аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫты.– Биология түгел. Яйлап аңлатырмын әле. – Биология түгел икәнен беләм инде. Нишләп ҡунаҡтарыңды йәшерәһең? – Үҙең белгәс ни... – тип аҡланды малай.– Беҙҙе лә таныштыр. Мәктәп белһен.– Юҡ, мәктәп менән булмаҫ, ҡунаҡтарҙың эше етерлек. Ҡайтырға ла әҙерләнәләр, – Юламан Батырға боролдо. – Ошонда ғына көт. Биштәрҙе алып киләм дә ҡуҙғалабыҙ!– Биология ҡыҙыҡаймы ул? – малай тып итеп Зәлифә янына килеп тә баҫты.Ә тегеһе ни көлөргә, ни етди яуап бирергә белмәйенсә, күҙен селт-селт йомдо.– Мин үҙем дә белмәйем, уйланғаным юҡ, – тигән булды.– Биология менән түгел, Көн­һылыу апай менән хушлашып ҡалырға итә Юламан ағай. Уға биология бөтөнләй кәрәкмәй. Ошоға тиклем иҫкә төшөргәне булманы.Биштәр күтәргән Юламан күренде:– Батыр, йәһәтерәк бул! Малайҙың яйлап гәпләшергә уйы бар ине, барып сыҡманы, Юламан ағаһы ярһып ҡул болғаны. – Үҙең беҙгә ҡунаҡҡа кил, апай! – тине Батыр. – Әле һин Көнһылыу апай менән таныш түгел.Көнһылыу... Зәлифә яурынын һелкеп ҡуйҙы, ҡунаҡтар араһында ҡыҙ кеше лә бармы икән ни? Юламанды яҡшы яҡҡа үҙгәртерлек кем икән ул? Ярар, кискә табан барып, танышып килер. Бәлки, дуҫлашып та китерҙәр. Дуҫтар һәр саҡ кәрәк.

* * *Юламан-ғалим өйҙә өҙлөкһөҙ ишекле-түрле йөрөнө. «Ул – ысын дуҫ. Һәйбәт күңелле кеше. Ләкин мине бер ҡасан да белмәйәсәк. Бер ҡасан да белмәйәсәк…»– Юламан-ғалим, тағы ниндәй мәсьәлә сисәһең?– Уны хәл итә алам. Мәсьәләнән алыҫ торған ҡайһы бер нәмәләр бар икән. Кешеләр мөнәсәбәте. Мин аңлап бөтмәгән өлкә. Дөрөҫөн әйткәндә, һәйбәт дуҫ осраттым мин бында. Тик уға үҙемдең кемлегемде генә әйтә алмайым. Йәл…Юламан урынынан ҡалҡына бирҙе.– Теләйһеңме, мин әйтәм! – Кемгә? Юҡ-юҡ, уға зыян булыуы ихтимал… Көтөлмәгәнлек ҡанундары бар... Эйе... – малай тағы йөрөргә тотондо. – Эйе, Һунстанда изге, саф күңелле кешеләр йәшәй. Улар бында ла бар. Дөрөҫ, беҙҙә ҡатмарлыраҡ, шулай ҙа сафлыҡ менән арбаусылар етерлек. Ҡайһылай ҙа яҡшы! Шулай булғас, был донъя гел беҙҙе үҙенә саҡырып торор. Хатта үҙебеҙҙе иҫләүселәр ҡалмаһа ла…– Иҫләрҙәр. Кешеләр яҡшылыҡты онотмай.– Ул һәр саҡ һине мин тип уйлаясаҡ, – тине Юламан-ғалим ниндәйҙер бер үкенес менән.Аҙашы уға бер талай ҡарап торҙо, ләкин яуап бирмәне, ниндәйҙер эш менән һылтанып, сығып китте. Бер аҙҙан әкрен генә ишек асылды. Унда Зәлифә һыны пәйҙә булды. Юламан-ғалим баҫҡан урынында ҡатып ҡалды.– Эй, яңы дуҫым! Юламан-ғалим, һин миңә шат түгелме ни? – тине Зәлифә сағыу тауыш менән. Артынса ишектә Кәбир улы Юламан күренде.– Юламан-ғалим, һин бит үҙең ғәҙеллекте яратаһың. Яҡын күргән кешеләрҙән сер йәшереү дөрөҫ түгел.«Яҡын күргән кеше!» Ҡалай матур итеп әйтте. Юламан-ғалим йылмайған килеш тора бирҙе.– Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ниндәй матур китаптар тураһында һөйләргә өлгөрҙөң! Fүмерҙә лә ишетмәгән ҡыҙыҡ хәл-ваҡиғалар... Фантастика, тиһәң дә, улар, баҡтиһәң, ысын тормоштан икән! – Зәлифә йылмайҙы.Айҙай балҡыған Юламан-ғалим ҡыуанып баш ҡаҡты. – Эйе, ысын тормоштан, Зәлифә!– Хатта һин үҙең тураһында йәшермәй дөрөҫөн һөйләһәң дә, мин барыбер аңлар инем, – тине Зәлифә. – Ә дуҫлыҡ өсөн ара юҡ! Беҙ һәр ваҡыт бер-беребеҙҙең барлығын белеп йәшәйәсәкбеҙ. Был шул тиклем һәйбәт. Минең дә һиңә бик шәп китап бүләк иткем килә.Юламан-ғалим ҡыҙ алып килгән китап тышына күҙ һалды. «Башҡорт халыҡ ижады».– Был китапты үҙең менән алып китә алмауың йәл, аҙаш дуҫым, – тине Юламан, хөкөм эйәләренең Һунстанға бер нәмә лә алып ҡайтмаҫҡа ҡушҡандарын хәтерләп. Юламан-ғалим китапҡа усын ҡуйҙы.– Мин уның йөкмәткеһен тулыһынса күңелемә һеңдерҙем. Рәхмәт, Зәлифә! – тип китапты ҡыҙға кире һуҙҙы.– Нисек һеңдерҙең? Асып та ҡараманың да баһа!– Беҙ күңел күҙе менән уҡый беләбеҙ.Көнһылыу Юламан бүләк иткән көсөктө күкрәгенә ҡыҫты. Исеме лә матур – Алабай.– Көсөктө нисек итерһегеҙ? – тип һораны Юламан. Аҙашы күңел­һеҙ генә баш сайҡаны.– Йәл, үҙебеҙ менән алыу мөмкин түгел… Ул – тере йән эйәһе. Көнһылыу күҙҙәрен селт-селт йомдо. Ләкин хәҡиҡәтте белгәнгә күрә, ул ризаһыҙлыҡ белдермәне.– Уның ҡарауы, тоғролоҡтоң нимә икәнен яҡшыраҡ аңланым. Был да иҫ киткес яҡшы бүләк…Кәбир ағайҙың «ВАЗ»ына сығып ултырҙылар. Ағас япраҡтары кәйелеп-кәйелеп ергә барып төшкәнен күҙәткән Көнһылыу уйсан ғына әйтеп ҡуйҙы.– Ағастар ҙа беҙҙең менән хушлаша. Шундай уй күңелдә... Ләкин былай түгел. Ергә бары көҙ килгән. Тәбиғәттең беҙҙә эше юҡ. Оҙаҡламай осҡособоҙ ялтарып ҡына бер ҡуласаға инеп юҡ булыр. Унан инде был тирәгә осоусы тәрилкәләр ҙә тиҙ генә килмәҫ. Беҙ китеү менән бәйләнеш тә юҡҡа сығасаҡ.– Һин нисек уйлайһың? – тип Зәлифә Юламан-ғалимдан ниндәйҙер өмөт менән һорап ҡуйҙы. Дөрөҫлөктө белгән бәләкәс ғалим нимә тип әйтергә лә белмәне. Икенсе төрлө яуап бирҙе.– Fәләмәт ҡыҙыҡ нәмәләр күрелде бында. Ағас япраҡтары күҙ алдында һарғайҙы…Юламан иһә һиҙҙермәҫтән генә Көнһылыуға күҙ һалды. «Беҙҙә ҡал да ҡуй, тип әйтһәм… Уға бит ауылым, беҙҙең тәбиғәт – бөтәһе лә ныҡ оҡшаны…»– Ҡалмаҫ, – тип уның ҡолағына бышылданы Юламан-ғалим. – Был мөмкин түгел.– Нимә, минең уйҙы уҡыйһыңмы әллә?– Fәфү ит, мин бит иҫкәртергә тейеш. Беҙҙең беребеҙ ҙә Бөйөк Тыйыуҙы боҙа алмай. Үҙеңдең ала тәнлегә әйләнә башлауыңды иҫеңә төшөр. Беҙ – бөтөнләй икенсе донъя кешеләре…Кәбир ағай машинаһын туҡтатты.– Артабан барырлыҡ түгел, осҡосоғоҙ күҙҙе сағылдыра. Тимәк, миңә уға яҡынлашыу тыйыл­ған. Юламан, Көнһылыу, Батыр, мин һеҙҙең менән ошо урында хушлашам. Улым, Зәлифә менән бергәләшеп дуҫтарығыҙҙы оҙатып ҡуйығыҙ. Һеҙҙе оло юлда көтөрмөн.Оҙаҡламай балалар осҡос янына барып етте. Зәлифәнең хушлашыу һүҙе шулай яңғыраны.– Беҙҙең арала оҡшашлыҡтар етерлек. Хатта игеҙ кешеләр ҙә бар. Юламан-ғалимды бөтәһе лә беҙҙең Юламаныбыҙ менән бутаны. Бер ҙә юҡҡа түгелдер бындай оҡшашлыҡ. Юламан-ғалим, үҙегеҙҙә миңә тартҡан берәй ҡыҙҙы күрһәң, уға минән сәләм әйтергә онотма.Һунстан малайының Зәлифә алдында ҡыйыуһыҙланып ҡалыуын күргән Юламан дуҫына ярҙам итергә ашыҡты.– Ул Зәлифәнең берәү генә икәнен белә.Үҙе һиҙҙермәй генә Көнһылыу яғына ҡарап ҡуйҙы. Ҡунаҡ ҡыҙ ҡулындағы көсөктө уға табан һуҙҙы.– Рәхмәт! Был мөғжизә һиндә ҡалырға тейеш, изге күңелле туғаныбыҙ. Һин – йомарт, тәүәккәл егет, Юламан!Был юлы егет ҡыҙарҙы. Ҡыҙ­ҙар­ҙан бындай маҡтау һүҙе ишеткәне юҡ ине әле. Алабайҙы Батыр эләктереп алды.– Миңә лә уйнарға бирегеҙ.Балалар тағы ла бер нисә минут һөйләшеп торҙо. Айырылышыу еңел түгел ине. Батыр Юламан-ғалимдың ҡолағына бышылданы.– Зәлифәгә йыш ҡарайһың...Ағаһы елп-елп күҙен йомғос­ланы.Шунан үҙе лә һораны:– Ә улсы?..– Мин ҡыҙҙарға ҡарамайым. Улар уйынсыҡ түгел! Уйынсыҡ эҙләнем, тик тапманым.Был тауышҡа бөтәһе лә боролоп ҡараны. Тик һүҙҙең нимә тураһында барғанын аңламанылар.– Юламан ағай! – тине шул саҡ Батыр Кәбир улы Юламанға текләп. – Ауылығыҙҙың бер осонан икенсеһенә тиклем йөрөп сыҡтым. Уйынсыҡ магазинын тапманым. Ҡайҙа ул?– Уйынсыҡ магазины ҡалала ғына.– Шунан барып алаһығыҙмы? Уның нимә әйтерен аңламаған Юламан баш ҡаҡты.– Нисек итеп әллә ҡайҙа уйынсыҡ артынан йөрөмәк кәрәк? Һәр ауылда уйынсыҡ магазины булырға тейеш. Шул саҡта ғына ауылығыҙ ҡаланан да ҙурыраҡ буласаҡ. Кем уйнай, кем һатып ала, ләкин ундай магазин эшләргә тейеш. Иң ҙур магазин!– Мин ҙурайғас, хәстәрләрмен... Тырышырмын, – тигән булды Юламан.– Ҡара уны!Бер заман Юламан-ғалим ҡулдарын ян-яҡҡа йәйҙе. – Һиҙәһегеҙме, беҙҙең томан әҙер!Тирә-йүнде аҡ томан баҫты. Тап шул мәлдә ҡаршыла йылан шикелле йылҡылдап торған, өҙлөкһөҙ хәрәкәт иткән ҡуласа хасил булды.– Һунстан ҡуласаһы, – тине Юламан, һаман ышанырға теләмәгәндәй.– Осҡосҡа! – тип команда бирҙе Юламан-ғалим.– Хуш булығыҙ, беҙҙе бөйөк эштәр көтә! – тип ҡул болғаны осҡос башынан Батыр.– Хуш булығыҙ! Аҡ юл һеҙгә, Һунстан кешеләре!Тәрилкә ҡуласа эсенә инеүгә томан тағы ла ҡуйыра төштө. Хәҙер уны күреү мөмкин түгел ине. Ул аҡлыҡ эсенә һеңде. Томан нисек төштө, шулай уҡ тиҙ генә таралды ла бөттө. Күк ап-аяҙ. Ҡояштың сағыу нурынан күҙҙәр сағылды. Юламан хатта, ирек­һеҙҙән, усы менән битен ҡаплар­ға мәжбүр булды.– Шул тиклем тиҙ юғалдылар, – тине Зәлифә моңһоу ғына.– Улар бит әллә ҡайҙа түгел, ҡушлаш донъяла ғына, йәнәш, – тигән булды Юламан.Үҙҙәре ышанмағандай, оҙаҡ ҡына баҫып торҙолар әле.– Алабайҙы алайыҡ та юлға! Атайым борсола башлағандыр. Хәҙер минең ике этем булды. Алабай, көт-көт-көт!.. Ҡайҙа булды беҙҙең көтмөр?– Уйнатырға, тип Батыр алғайны ла баһа. Юламан менән Зәлифә бер-береһенә ҡарашты.– Аһ, ҡулсыр! Алып киткән! – Хәҙер нимә булыр икән уларға?Юламан ҡыҙҙы тынысландыр­ҙы.– Бер нәмә лә булмай. Бөйөк Тыйыу ете йәштән башлана. Ә Батыр ҡустыға – алты ғына йәш, шуны белгәнгә лә көсөктө үҙе менән алған. Уның иҫте китерәһе нәмәләре алдалыр әле!Зәлифә ҡосаҡлаған китабының беренсе битен асты, ҡапыл ҡото осоп, ҡысҡырып ебәрҙе.– Хәрефтәре ҡайҙа булған!?.Китап ап-аҡ ҡағыҙ биттәренән генә тора ине…– Аһ-аһ, нимә булды һуң ул минең китабыма?– Мин аңланым, Зәлифә! Юламан-ғалим, һис ҡасан да булмағанса, уны шул тиклем тырышып күңеленә һеңдергән. Хатта көсөн самаламайынса хәрефтәрен тиклем һыпырып алған да ҡуйған. Кем белә, бәлки, улары кире урынына ҡайтыр. Ә, бәлки, был аҡ биттәрҙә өр-яңы әкиәттәр барлыҡҡа килер. Бәлки, уның – Юламан ғалимдың – яҙмаһы урын алыр. Беҙ бит улар тураһында бер нәмә лә белмәйбеҙ. Зәлифә китабын ҡосаҡлаған килеш баш ҡаҡты.– Улар тураһында бер нәмә лә белмәйбеҙ шул. – Әйҙә, беҙ ҙә ҡуҙғалайыҡ. Батыр әйтмешләй…Икәүләп һөрән һалдылар.– Беҙҙе бөйөк эштәр көтә!Урманда яңғырау ишетелде: «Беҙҙе бөйөк эштәр көтә...»


Читайте нас: