-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Повестар
17 Июль 2020, 13:43

Шүлгәнташҡа сәйәхәт

Ҡәҙерле уҡыусылар! Авторҙың «Шүлгәнташҡа сәйәхәт» исемле әкиәт-повесының икенсе бүлеге «Йәншишмә» гәзитендә 2017 йылда баҫылып сыҡҡайны, ә бөгөн мауыҡтырғыс әҫәрҙең дауамын тәҡдим итәбеҙ.

Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА

Әкиәт-повесть

Өсөнсө бүлек

Ҡыҙ-Батшаның ау-тоҙағында

Кейеҙ-келәмдең күҙ алдында ҡапыл киңәйеп, яҡты күгелйем төҫкә инеүенә малайҙар аптырап, ғәжәпләнеп, бер-береһенә ҡарап алды.
– Был кейеҙ-келәм Тарауыл олатайҙың тылсым таяғынан бер ҙә ҡалышмай икән, төрлө мөғжизәләргә бай күренә, – тип башын сайҡаны Булат.
– Ысынлап та, Ҡамыр батыр ағай ултырғанда бәләкәйерәк ине, беҙ килеп тейәлгәс, ҡыҙыҡ, ҙурайҙы ла китте.
Булат тағы ла ниҙер әйтте, тик Таһир ишетмәне, шикелле, ҡолағы артына усын ҡуйып елпетте, йөҙөн борҙо ла:
– Йә, нимә әйттең әле, ҡабатла, бер нәмә ишетелмәй, – тине күҙен ҡыҫып.
Ҡаршы иҫкән ел уларҙың һүҙен йотҡан кеүек ине. Алда ултырған Ҡамыр батыр был хәлде аңланы, күрәһең, йөрөтөп барған машинаһының тиҙлеген кәметкән кеүек, кейеҙҙе ипләп кенә һыйпаны ла ниҙер шыбырланы. Уныһы аҡ болоттар аҫтынан түбәнгә төштө лә остарын бер тигеҙ генә елпетеп, ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән яйлап ҡына оса башланы. Ағалары бойоғоп, шым ғына ултырған һеңлеләрен борсорға теләмәһәләр ҙә, бер нәмәгә лә иғтибар итмәгәнен, нимәгә эсе бошҡанын күрһәләр ҙә, ҡапыл тиҙ генә айындыра алмағасын һиҙгәс, һүҙҙе ер аҫты ҡалаһы хаҡында алып барыуҙы урынлы күрҙе һәм Таһир яйлап, Айгөлгә ыңғай йоғонто яһай алыуына тамам ышанып:
– Булат, ҡара әле, Аҡъял батыр кәңәше буйынса йылғаны тиҙерәк урынына борһалар ярар ине, – тине. – Ҡайҙа сит-ят иргәйелдәр, шунда боҙоҡлоҡ ята.
– Мин дә бына ер аҫты кешеләре хаҡында уй һуҙам әле, – тине Булат та хәстәрле тауыш менән. – Һәр бер нәмәне Тәңре белеп, тәртип менән, ололар әйтмешләй, теүәл яралтҡан-барлыҡҡа килтергән икән, ниңә уны тупаҫ итеп боҙорға кәрәктер?.. Уның оло эшенә ҡыҫылырға һинең ниндәй хоҡуғың бар һуң был донъяла?
– Эйе, һин дөрөҫ әйтәһең, Булат. Үҙ яйы менән генә аҡһын да аҡһын ине йылғалар. Бер ваҡыт Себер йылғаларының ағымын үҙгәртергә уйлағандар, тип атайым һөйләгәйне. Минеңсә, был да дөрөҫ түгел. Айгөл, был хаҡта һин нисек уйлайһың?
Ҡыҙ ағаларының һөйләшкәнен барыбер тыңлап барған икән, шым ғына:
– Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ… – тине. – Тиҙҙән ер аҫты йылғаһының ағымын кире элекке урынына борасаҡтар һәм ҡаласыҡ кире йәшеллеккә күмеләсәк. Уйланмаған, үҙһүҙләнеп ҡылынған эштәр кире яуап бирәсәк. Бер ваҡыт…– Айгөл ҡапыл моңһоулыҡ пәрҙәһен асып ебәргәндәй булды. – Шулай… Был хәл Бохара эргәһендә була. Бер ауыл янында таҙа һыулы быуа йәйелеп ятҡан икән. Уртаһында тирмән ташы кеүек бер ҙур ғына ташы ла бар, ти. Халыҡтың күҙ терәп торған башҡа һыу сығанағы булмаған. Бер ваҡыт һыу күбәйһен, тип ошо тирмән ташы кеүек ҙур ташты бергәләшеп көс-хәл менән быуанан сығарып ташлайҙар һәм нимә күрә улар? Һөйләһәң, күрмәһәң, ышанмаҫһың да.
– Нимә күрәләр? – тип аптыраған тауыш менән һораны ағалары бер юлы.
– Ғүмере күрмәгән хәлде күрә ауыл халҡы. Киреһенсә, күҙ алдында быуа ҡороған да ҡуйған. Күҙ йәштәре аша, Тәңренән ғәфү үтенә-үтенә, ыҙалай-ыҙалай, ташты кире урынына илтеп һалалар. Бер аҙҙан һыу кире урынына ҡайта ла ҡуя. Ер аҫты ҡалаһы ла ошо хәлгә ҡала яҙа. Йыл­ғаны төпһөҙ ер аҫтына бороп ебәргәс, тирә-яҡтағы йәшеллек ҡорой, һыуһыҙ хәлһеҙләнгән халыҡ үлер хәлгә еткән. Беренсе миҫал – тәбиғәттең ҡанундарын белмәүҙә-өйрәнмәүҙә, ә икенсе миҫалда һыуға хужа булып алған иргәйелдең, бар халыҡты һәләк итеп, улар байлығын – ер аҫтының ҡиммәтле ҡаҙылмаларын үҙ итеү теләгенә ирешеү ята.
– Шу-лай… – тине Булат етди тауыш менән һуҙып. – Бөгөн ер байлығын ғына түгел, беҙҙең рухи байлыҡты семтеп-семтеп, үҙҙәренә күсереүселәр күбәйҙе.
Кейеҙ-келәм асыуланған кеүек, аңғармаҫтан кәйелеп-кәйелеп китте.
Бер-береһенә тотоноп өлгөргән балалар ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Ҡурҡтығыҙмы? – тип үҙе лә көлөмһөрәне Ҡамыр батыр. – Аҫҡа әйләнеп китһә лә, кейеҙ һеҙҙе ҡолатмаясаҡ, ҡарағас сайыры кеүек, үҙенә йәбештерә лә ҡуя. Ысҡынырға уйлаһағыҙ, яғымлы һүҙҙәр әйтеп, һыйпап-һыйпап һорарға кәрәк.
– Яғымлы һүҙ йән иретә. – Айгөл йомшаҡ усы менән кейеҙҙе һыйпап алды. Кейеҙ-келәм матур көй артынан елгән һымаҡ, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә тулҡынланған тыныс йылға кеүек, юлын дауам итте.
– Мөғжизәләре етерлек кейеҙебеҙҙең, рәхмәт уға, – тип Таһир ҙа үҙ рәхмәтен белдерҙе. – Кейеҙ һуҡҡан өләсәйҙең дә ҡулдарында тылсым көсө бар икән.
– Бындай кейеҙ менән ер сигенә лә етеп булалыр. – Булат та һоҡланыуын күрһәтергә ашығып, уңайлы һүҙҙәр эҙләне. – Бөтә кейеҙҙәрҙең батшаһы һин!
– Мин дә, кейеҙ ҙә һеҙҙең хуп­лауығыҙға ҡәнәғәт, – тип йылмайҙы Ҡамыр батыр. – Ә ерҙең сиге бармы һуң? Ҡарағыҙ әле, беҙҙең илебеҙ былай ҙа иркен, осона сығып та булмай торғандыр. Тау-урмандың, йылға-күлдәрҙең, ялан-туғайҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ кеүек. Аҡъял батыр дуҫым һеҙҙе еребеҙҙең көнсығышы менән дә таныштырырға йыйынған икән, хәҙер уның теләген мин дауам итәм. Өҫтән күп нәмә күренә, иғтибар менән күҙәтегеҙ, ә мин ҡайтыр юлды үҙемсә билдәләп барам. Ерҙең сиге юҡ… Әллә Нуғай иленә килеп төртөлөрбөҙмө икән?
– Нуғайҙар?.. Улар ҙа беҙҙең кеүек халыҡмы? – Булат һораулы ҡараш менән Таһирға ҡараны. – Уларҙың да иле бармы һуң?
– Ишеткәнем бар былай. – Таһир яурынын күтәрҙе. – Тик яҡшы белмәйем.
Үҙе ҡулын һелтәне лә алғараҡ барып ултырҙы. Тирә-яҡтағы күршеләр ҙә, башҡалар ҙа беҙҙең башҡорт ерен тартып алыр өсөн мәңге һуғышҡандар.
– Ҡуласа… Түҙеп кенә йәшә… – Булат Айгөлгә ҡарап алды. – Һин нимә әйтерһең, Айгөл һеңлекәш? Нуғайҙар хаҡында, моғайын, беләһеңдер?
– Бөгөн беҙҙең халыҡ нуғайҙар менән булған көрәште шаулап һөйләмәй, ләкин тарихын онотмай, хәтер һандығында быуындан-быуынға һаҡлай белә.
– Мәңге көрәш… – Таһир көр­һөнөп ҡуйҙы. – Таш быуатта булдыҡ – көрәш! Аҡъял батыр менән осраштыҡ – алыш! Ҡамыр батыр­ҙы һылыу­ҡай саҡырған, әлбиттә, унда ла көрәш буласаҡ…
– Шулай инде… Тормош – көрәш, тиҙәр бит. Әле бына ну­ғайҙар хаҡында хикәйәт иҫкә төштө. – Айгөл ағаларына ҡарап алды. – Бер ишеткәс, барыбер һөйләргә һорарһығыҙ, тип уйлайым.
Ағалары һеңлеләре эргәһенә ултырҙы, Ҡамыр батыр ҙа арт­ҡараҡ шыуҙы.
– Һөйлә, һөйлә, тыңлайыҡ.
– Осоуҙан башҡа барыбер эш юҡ…
Кейеҙ-келәм, балаларҙың әңгәмәһен үҙе лә тыңларға йыйын­ғандай, әкрен генә елпенеп, иҫкән елдән йәшенгәндәй, ағастар өҫтөнән тауышһыҙ ғына оса башланы.
– Батырҙар тураһындағы боронғо хикәйәттәрҙең береһе ул. – Айгөл икегә үргән сәсен алға төшөрөп, толомо буйлатып иркәләп-һыйпап алды. – Борон Урал буйында йәшәгән Нәҙерша ҡарт менән әбейенең бик матур ҡыҙҙары булған. Исеме Маянһылыу икән. Уның сәсе ебәк кеүек ялтырап тора, ә биле бал ҡорто кеүек нескә генә, ти. Ҡашы ҡый­ғас айҙай, тауышы ҡырсынташҡа һибелгән көмөштәй зыңғырлаҡ ҡына икән. Ҡыҙ буй еткергәс, берҙән-бер көндө Нуғай тигән илдең ханы күреп ҡалған да, Маян­һылыуҙы алам, тип илгә яу асҡан.
– Ни эшләргә һуң? – тип аптыраған Маянһылыуҙың атаһы Нәҙерша. – Мин бит көслө инем, батыр инем. Хәҙер йөҙ йәш тулды. Атҡа атлана, уҡ-һаҙаҡ тотоп, ата ла алмайым, тип ҡайғырған ул.
Маянһылыу атаһының бойоҡ йөҙөн күргән дә:
– Атай, серең йәшереп балаңдан, бойоғоп торма улай, – тигән.
– Илде яу баҫты, ҡыҙым. Ә йор­томда бер батыр ҙа юҡ, – тигән Нәҙерша ҡарт.
– Илде яуҙар баҫҡанда,
Барыһы атҡа менгәндә,
Мин дә атҡа менәйем,
Яу сабайым, атаҡай,
– тигән Маянһылыу быны ишеткәс.
Атаһы ҡыҙының саялығын бел­һә лә, был һүҙҙәргә аптырап киткән.
– Яуға барам, тиһәң дә,
Дошманыңа яу асып,
Илдең ҡонон алырҙай,
Яуға батыр түгелһең,
– тип ризалығын бирмәгән, Маян­һылыу ҙа үҙ һүҙендә ныҡ торған.
– Алпамышаны ҡойонан
Барсын алған түгелме?
Данлы аҡбуҙ толпарын
Нәркәс алған түгелме?
– тигән.
Ҡыҙының ныҡышмал булыуын белгән атаһы:
– Йортомдан берәү ат менеп,
Яуға ҡаршы сыҡмаһа,
Миңә хурлыҡ, балаҡай,
– тип ризалығын биргән.
Айгөл бер аҙ туҡтаны ла көлөм­һөрәп ҡуйҙы. Ҡамыр батыр һиҙҙермәй генә тағы балалар янына шыуып ултырған ине.
– Шунан, Айгөл, артабан һөйлә, – тине ул артына әйләнмәй, шым ғына. – Юл миңә былай ҙа күренеп тора. Ә кейеҙ белеп, беҙҙе үҙе үк алып баралыр.
– Ҡамыр батыр ағай, ә һинең ҡотҡарасаҡ ҡыҙыңдың исеме кем һуң?
– Исемен әйтмәне, мине ҡот­ҡарсы, егет, тип кенә әллә нисә тапҡыр төшөмдә өндәште… Һөйлә, һөйлә, Айгөл, беҙ ҙә көнсығышҡа юл тотабыҙ бит.
– Маян ғәскәр туплап, Мәргән тигән йәш батырға килеп ҡушыл­ған. Мәргән ғәскәре ишәйгәнгә бик ныҡ ҡыуанған һәм егеттәрҙе ер-һыуын һаҡларға яуға саҡырып, тағы көс тупларға, тип оран һалып, Урал буйлап сығып киткән. Уға Тамъян, Бөрйән, Ҡыпсаҡ, башҡа ырыуҙарҙан бихисап батырҙар ҡушылған. Дошман да көслө булған. Саң-туҙан туҙҙырып, аяуһыҙ алышҡан. Мәргән үҙенә ярҙамға килгән Маянһылыуҙы ят ҡулына ҡалдырмаҫ өсөн айырыуса ныҡ һуғышҡан. «Тапаттырмаҫбыҙ ерҙе дошмандан. Әсәйем килен булған, атайым кейәү булған Тыуған илде, көләс йөҙлө Урал һылыуҙарын ятҡа бирмәйбеҙ», – тип алышҡан башҡорт яугирҙары. Бер ваҡыт һуғыш ҡапыл тынып ҡалған. Баҡтиһәң, Нуғай ханы ҡалған ғына ғәскәрен эйәртеп, ҡасып ҡайтып киткән икән. Яуҙа һәләк булған ир-егеттәрҙе ҡәҙерләп ерләп, бәхилләшкәндәр. Иҫән ҡалғандары ырыу батыры исемен алып, тыуған төйәктәренә таралған. Ә Мәргән батыр туп-тура Нәҙерша ҡарттың янына Маянһылыуҙы һоратырға киткән. Хикәйәт бөттө – аҙағына етте.
– Айгөл, был хикәйәтте лә әллә ятлап алдыңмы? – тип ҡыҙыҡ­һынды Таһир.
– Ә теге Нуғай хан башҡорттарға бүтәнсә яу асмағанмы? – Ҡамыр батыр күҙҙәрен ҡыҫып, асыулы йөҙ менән алға ҡараны. – Йәл… Мин дә Мәргән менән бергә яуҙа йөрөгән булыр инем, ғүмер ваҡытым тура килмәгән шул...
– Эй, Ҡамыр батыр ағай, беҙ алда нимә булырын белмәйбеҙ, бәлки, үҙбеҙҙе лә билдәһеҙ көрәш көтөп торалыр, – тине Булат. – Тыуған илебеҙ һәр саҡ, һәр заманда ла батырҙарынан ҡурсалау көтә.
– Уныһы шулай, фекерең дөрөҫ. – Ҡамыр батыр яурынын күтәреп, ҡалҡынып ҡуйҙы. – Батырҙары булмаған ил – етем ил, дошман аяғында тапалған ер.
– Нуғай ханға килгәндә, уның ханлығы ҡолатылған. Ә был хикәйәтте халыҡ ижадынан Мәрйәм апай Бураҡаева балалар өсөн ҡыҫҡартып яҙған, мин уны һеҙгә яттан һөйләнем. – Айгөл белгертмәҫкә тырышып, еңелсә көр­һөндө.
– Бик батыр булған беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары. Халыҡ ижадын уҡыйһың да бер тапҡыр түгел, мең тапҡыр һоҡланаһың. – Таһир йылы ҡараш менән Айгөлгә ҡараны. – Айгөл, һин хәҙерге яҙыу­сыларҙың башҡорт ҡыҙҙары хаҡында яҙған берәй шиғырын беләһеңме?
Был һорау уны аптырашта ҡалдырғандай булды, уйланып ултырҙы.
– Ҡобайырҙар… Хикәйәттәр… Әкиәттәр… Ниңә белмәҫкә, ти, беләм, әлбиттә! – Айгөл һикереп торҙо, күҙҙәре саяланып йылмайҙы. – Тағы тыңлағыҙ!
– Айгөл ултыр, ҡолайһың бит! – Ике ағаһы бер юлы ҡысҡырып ебәрҙе.
– Был шиғырҙы тороп һөйләргә кәрәк. Ғәйнан Әмири яҙған уны. Әйтерһең дә, беҙҙең Маянһылыуға арналған ул.
Башҡорт ҡыҙы әсе сеңләгән,
Тик һис кемгә башын эймәгән,
Йөҙгә пәрәнжә лә кеймәгән.
Ир-егеттәй һыбай менгән ул,
Ирек яулап, яуға елгән ул,
Дошман күҙенә бағып, көлгән ул...
Яй ғына осоп барған кейеҙ-келәм, Айгөлдө тәбрикләгән кеүек, остарын йыш-йыш һелкетте лә, һомғол бер йәш ҡайынды түңәрәк яһап, өйрөлөп сыҡҡас, пар ҡанат үҫкәндәй оса башланы. Был хәл балаларға ла тәьҫир итте, шикелле, ниндәйҙер күтәренкелек менән Таһир Булаттың тубығына усын һалды. Уҡ-һаҙаҡ аҫҡан, яу батырҙары заманындағыса кейенгән һомғол буйлы, матур йөҙлө Айгөлгә ағалары, тәү тапҡыр күргән һымаҡ, һоҡланып ҡараны. Таһир ғәжәпләнгән кеүек:
– Күҙемә яңылыш күренәһеңме әллә? Һин үҙең Маянһылыу түгелме? – тине.
– Маян булмаһа ла, уның һеңлеһелер, – тине Булат, ҡапыл ҡыҙҙың аяғына кейгән һорғолт кедаһын шәйләп. – Ҡара аяғына, ул – беҙҙең һеңлебеҙ Айгөл!


– Һе, – тигән булды Таһир. – Үҙе һөйләгән Маянһылыуға оҡшағас ни…Ағаларының ҡысҡырып көлөүенә ҡушылып, Айгөл улар янына ултырҙы, Ҡамыр батыр ҙа: «Сая шул беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары», – тип башын сайҡап, кире алға шыуҙы.
– Ҡыҫҡаһы, Нуғай хандың ханлығы ҡолатылған икән… – Таһир шым ғына ултырыуға өҫтөнлөк бирмәне, әңгәмәне дауам итәһе килде.
– Бер уйлап ҡараһаң, шуныһы мөһим: башҡорт бер ваҡытта ла башҡа ил дәүләтенә баҫып инмәгән, – Булаттың йөҙө уйсан ине. – Иҙелдән алып, элек беҙҙең халыҡ Волганы шулай тип атаған, уның түбәнге ағымында Бөрйән тигән ҡалаһы ла булған, хатта, Иртышҡа тиклем ерҙәребеҙ йәйрәп ятҡан. Әгәр ҙә Нуғай хан илебеҙҙе баҫып алырға тырышмаһа, күрше хаҡы – Тәңре хаҡы, тип изге уй менән Маянһылыуҙы ҡоҙаларға ғына килһә, ике яҡтың да халҡын ҡырҙырып, ҡасып китмәҫ ине. Кем бында ғәйепле һуң? Башҡорттар бит Уралын һаҡлар өсөн уң яҡтан да, һул яҡтан да шыуышҡан дошмандарға ҡаршы ғына яу сапҡан. Кемдең йөрәге түҙеп ятһын быға, ғәскәргә сая ҡыҙҙар ҙа ҡушылған инде – ғүмер буйы…
Айгөл уҡытыусы алдында торғандай, ағаларына ҡарап, ҡулын күтәрҙе.
– Ә бына әлеге лә баяғы, тигәндәй, Нуғай халҡы хәҙерге көндә тирә-яҡҡа сәселеп, башҡаларҙан йотолоп бөткән. Уларҙың бай ижады ла бар инде, тик ерҙәре генә юҡ. Үҙ ере лә булмағас, халыҡ фольклорының киләсәк быуынға һаҡланып ҡалыуы бик тә икеле. Ерһеҙ, илһеҙ, дәүләт­һеҙ тороп ҡалған нуғай халҡының миҫалы, бөгөнгө көндә беҙҙең өсөн дә һабаҡ булараҡ, етди уйланырға мәжбүр итә.
– Олатайҙарыбыҙ әтмешләй, Уралыбыҙға, тәбиғәт байлығыбыҙға ҡыҙығып, беҙгә һыйынып ятыусылар етерлек бөгөн. Уларға урын бирәбеҙ ҙә, ситкә баҫып торабыҙ. Ситтәр эт эсәге кеүек йәйелә, өҫтәүенә, үҙҙәренекен тағы ла килтереп нығыта. Шулай аяҡ баҫыр урын эҙләп, ситкә таралышҡан осраҡта… – Таһир көр­һөнөп ҡуйҙы. – Дөрөҫ, нуғай­ҙар хәленә ҡалыуыбыҙ ҙа ихтимал.
Ҡамыр батыр аптыраған, балаларҙың һөйләүенән көсәргәнеп киткән йөҙөн бороп, урынһыҙ һорау биреүенә ғәфү үтенһә лә, ҡаты итеп әйтеп ҡуйҙы.
– Кемдәр килеп тулған һуң беҙҙең илгә? Бошонмаған кеүек һөйләнеп тик ултыраһығыҙ. Вайым­һыҙ булып киттегеҙме әллә? Ҡарағыҙ, кемдәр бар һуң яҡын-тирәлә? Урал халҡы көн күрә бында! Әллә нимә уйлап сығара ошо йәштәр… Аптыратаһығыҙ мине.
Үҙе ҡапыл буйға оҙонайып киткән кейеҙ-келәм ситенә барып ултырҙы ла, сит-яттарҙы эҙләгән кеүек, тирә-яҡты байҡап алды.
– Һеҙ минең әйткәнемә әллә ни иғтибар ҡылмағыҙ. Әңгәмәгеҙ ҡыҙыҡлы, дауам итегеҙ әйҙә, шымып ҡалмағыҙ. – Үҙе яй ғына оҙон көй һуҙа башланы.
– Беҙ, Ҡамыр батыр ағай, һәр ваҡыт шулай, күбеһенсә киләсәк хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Ә йөрөгән сәйәхәтебеҙ тәьҫи­рен иптәштәребеҙгә һуңынан һөйләрбеҙ, тип уйлайбыҙ, – Булат батырға ҡушылып, ишетелер-ишетелмәҫ кенә көйләп алды. – Ҡайтҡас, был көйҙө ҡурайҙа уйнап ҡарармын, күңелгә бик яҡын, һеңеп кенә бара.
Балалар Ҡамыр батырҙың йөрәгенән һыҙылып сыҡҡан көйөн тымғанса тыңлап барҙы һәм бер талай һүҙһеҙ генә ултырҙылар.
– Бына бит ниндәй ул башҡорт көйө! – тине Булат. – Бер ишет­һәң, оноторлоҡ түгел, бөтә барлығыңды күмеп, тирбәлеп тик тора. Үҙебеҙҙеке шул, беҙҙеке. Ә бына Шүлгәнташыбыҙға килгән башҡорттар гел башҡортса һөйләшә, башҡа халыҡ – урыҫса. Хатта татарса ла һүҙҙәр ишетелмәй. Бер уйлап ҡараһаң, ҡыҙыҡ хәл, Шүлгәнташ үҙе туған телдә һөйләшергә саҡырып торған кеүек.
– Сөнки мәмерйә бишегендәге тәүге баланың һүҙе башҡорт өнөнән булған, – тине ғорур тауыш менән Айгөл. – Башҡорт телен­дәге үҙенсәлекле өндәрҙең иң боронғо халыҡтарҙың телендә генә һаҡланып ҡалыуын беләбеҙ. Бына, ҡарағыҙ әле миңә. – Үҙе таш быуатта ябынып йөрөгән, ай, йондоҙҙар төшөрөлгән яулығын кеҫәһенән сығарҙы һәм әйләндереп, йомро итеп, ике ҡулына һалды ла, бәләкәй баланы бәүетеп, йоҡлатҡан кеүек, көйләп ебәрҙе, – Әү-бәү, әү-бәү, – ишеттегеҙме, борон замандан шулай йоҡлатҡандар, бөгөн дә. Ғөмүмән, беҙҙең башҡорт телендә үҙенсәлекле өндәрҙең һаҡланып ҡалыуына Урал тауҙарының да әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ул. Европанан – Азияға, Азиянан Европаға төрлө баҫҡынсылар үтеп торған. Тик ул заманда тауҙарға инергә ҡайһы берҙәре баҙнат итмәгән. Уралтау халҡыбыҙҙы ла, ғөрөф-ғәҙәтебеҙҙе лә, телебеҙҙе лә һаҡлаған төйәк булған. Алтын Урҙа дәүерендә башҡорт халҡы ун дүрт йыл буйы улар менән һуғыша, баш эймәй, аҙаҡ үҙ-ара һөйләшеү буйынса һалым түләүгә генә килешә.
– Тарих-тарих… – күңелһеҙ генә башын сайҡап ҡуйҙы Булат. – Бөгөн беҙ өҫкә һалымды әҙ түләйбеҙме һуң? Үҙебеҙҙең йәнтөйәк-Уралтауҙы ла соҡоп бөтөрөп алып барабыҙ. Минеңсә, сират беҙгә лә етте. Әлеге көндә уны һаҡларға бурыслыбыҙ. Бар халыҡты ҡурсалаған Уралтау ер менән бер саҡ тигеҙләнһә, тағы туфан һыуы ҡалҡасаҡ. Шүлгәнташ ҡына ҡотҡара алмаҫ шул.
– Бына шулай, – Таһир Айгөлгә ҡараны ла тәрән итеп көрһөнөп ҡуйҙы, – уҡығанһыңдыр, Айгөл, үткән быуат башында Рәсәйҙә милләттәр һаны 200-ләп булһа, һуңғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһендә 150-гә тиклем кәмегән. Кешелек тарихында аҡыл эйәләренең береһе Нильс Бор Ер шарын айырым милләттәрҙән торған гүзәл мозаикаға тиңләп: «Шул мозаиканың бер эле­ментын ғына, йәғни бер милләтен генә, юғалтыу ҙа кешелек донъяһы өсөн ҙур юғалтыу ул», – тигән. Нуғай халҡы ла ошо юғалтыуға дусар булғандыр.
– Беләһегеҙме, – тине Айгөл. – Мәрйәм Бураҡаева апай бына нимә тип яҙа: «Милләт – тәбиғәт емеше. Уны кеше үҙе уйлап тапмаған. Кешенең дә, кешелек донъяһының да иң сетерекле, иң ғәзиз, иң яраланып барыусы тойғоһо ул милли тойғо. Үҙеңде кәмһетеүгә ҡарағанда, милләтеңде кәмһетеү нығыраҡ рән­йетә». Бына шулай, ағайҙарым. Һәр халыҡ үҙ милләте менән ғорурланһын.
– Ундай хәлдәр элек тә, хәҙер ҙә булған инде. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашистар йәһүд халҡын ҡороторға теләп, балаларға тиклем сүпләп, бер туҡтауһыҙ эҙәрләп, ҡоллоҡҡа ал­ған, концлагерҙарға тыҡҡан, ҡай­ҙа-етте шунда атып киткәндәр, язалағандар, ауылдарын яндыр­ғандар. Милләтеңде кәмһетеүҙе, аяҡ аҫтына һалып тапауҙы рән­йегән халыҡ ахырызаман еткәнсе, бер ваҡытта ла онота алмаясаҡ! – Таһир күҙҙәренең зәһәрлеген йотторорға теләп, күкә ҡараны. Балалар шымып ҡалды. Башҡа был хаҡта бер нәмә өндәшмәһәләр ҙә, уйсанланған йөҙҙәренә ҡарап, ниндәй уйға батҡандарын һүҙһеҙ аңларға була ине.
– Эй, сәйәхәтселәр, ниңә мо­ңайып ултыраһығыҙ, ҡарағыҙ әле, Яйыҡ йылғаһын үтеп барабыҙ бит, аҙаҡ Һаҡмар ҡустыһының ағымы ла уға килеп ҡушыла.
– Эйе… Башҡорт иленең сиген үттек… – тине Таһир иларға ла, көлөргә лә белмәгән кеше кеүек тәьҫирләнеп. – Алда икенсе өл­кә…
– Ниндәй ил тағы? – Ҡамыр батыр асыуланды. – Аңламай башланым мин һеҙҙе. Моғайын, был йылғаның тарихын да белмәйһегеҙҙер әле.
– Беләбеҙ, Ҡамыр батыр ағай, беләбеҙ. – Булаттың тауышы ҡа­ты ине.
– Йә, белгәсегеҙ, һөйләгеҙ, – Ҡамыр батыр көлдө. – Шунан ышанырмын.
– Яйыҡ Урал батырҙың улы була. – Таһир көньяҡҡа һуҙылып, тыныс ҡына, ләкин ҡайҙалыр ашыҡҡан кеүек тулҡынланып аҡҡан йылғаға ҡарап алды. – Туфан һыуы бөтә ер йөҙөн баҫып алһа ла, ошо беҙ йәшәгән ҙур Урал тауҙарның итәктәре тулыһынса һыу аҫтында тороп ҡалмаған. Башҡорт халҡы тирә-яҡҡа, бер ергә лә күсеп китмәгән. Төрлө урындан эркелгән йәнлектәр ҙә ошо төбәккә йыйылған, үҫемлектәр ҙә йәшеллеккә күмелеп ултырған. Ләкин туфан һыуы ҡайтып, ерҙәр бөтөнләйгә асылғас, бар тереклеккә һыу етмәй башлаған. Шул саҡта, атаһының бойороғо буйынса, тәбиғәтте үҙгәртеүсе сифаттарға эйә булған улы Урал батырҙың ҡамсыһы менән тауҙар аҡтара, унан ажғырып сыҡҡан һыу Яйыҡ исеме алған йылғаның үҙәнен яра. Шулай уҡ тау армыттары араһынан Урал батырҙың сая улдары – Иҙел, Һаҡмар артынан да көслө йыл­ғалар ағып сыға һәм улар ҙа Яйыҡ батыр кеүек таҙа һыу сығанаҡтарының башланғысына юл һала.
Башҡорт халҡының 12 раббы­һы араһында һыу хужаһы ла бар. Хатта уның исемен дә әйтәләр. Көньяҡ Уралдан Алтайға күсеп киткән башҡорт ҡәбиләләре һыу хужаһын – Яйыҡхан, ә Яйыҡтың үҙен бөйөктәр йылғаһы, тип атағандар. Ниндәй белеп әйтелгән һүҙ был – «Бөйөктәр йылғаһы»!
– Шулай! Дөрөҫ әйттең. Афарин! Ә был төбәкте ниңәлер ситтәрҙеке, тип башҡайымды ҡатыраһығыҙ. Беҙ ана шул яҡҡа, Ала-Тай яғына еләбеҙ ҙә инде! Үҙебеҙҙең башҡорт ырыуҙарыбыҙ янына!
Ҡамыр батыр ҡәнәғәт йөҙ менән Яйыҡ йылғаһы башланған тауҙар яғына ҡараны. Күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары ла һибелеп үтте: «Яйыҡ – бөйөктәр йыл­ғаһы!!!» – тип балаларса ҡыуанып, ғорурлыҡ менән ҡысҡырып ебәрҙе.
– Эйе, беҙҙе үлемдән ҡотҡар­ған Урал батырҙың уландары – Иҙел, Яйыҡ, – Һаҡмарҙы Тәңре рөхсәте-ризалығында халыҡ изгеләштергән дә инде һәм ошо ерҙе. – Ҡамыр батыр тороп, ҡоласын йәйеп, өйрөлөп-өйрөлөп күрһәтте. – Үҙе йәшәр мәңгелек төйәккә әйләндерҙе. Шуға күрә беҙ ошо тыуған төйәгебеҙгә йәбешеп ятабыҙ, уға ҡарата мәңгелек һөйөү йөрөтәбеҙ. Һеҙ ҙә быны яҡшы аңлайһығыҙҙыр, йәш дуҫтарым!..
– Эйе, Урал – беҙҙең изге еребеҙ, – тип бер-бер артлы ҡабатланы балалар ҙа һәм Ҡамыр батырҙы борсолдормаҫ өсөн үҙҙәре лә һул яҡҡа, алыҫтан күренеп, болоттарға етеп олғашҡан күкһел бейек тауҙарға, уң яҡтағы оло ялан киңлектәренә ҡараны.
– Шулай. Ҡәҙерен белегеҙ тыуған Уралыбыҙҙың, беҙгә сит ерҙәр кәрәкмәй.
Балаларҙың тирә-яҡҡа һоҡланып ҡарай башлағанын күргән Ҡамыр батыр етди йөҙ менән кире урынына барып ултырҙы.
– Эй-йе, – тине Айгөл дә һуҙып. – Башҡорттоң этник психологияһында ватансылыҡ кеүек сифаттар таш быуат заманында уҡ яралған һәм был тарихи һабаҡ беҙҙең халыҡтың милли үҙаңында мәңгелеккә тороп ҡалған. Уралда йәшәгәндәрҙең был тарихи аңы, ысынлап та, бик ныҡ үҫешкән, шуға күрә лә бөтә ер, һыу, һауа үҙе тарих менән һуғарылған.
– Айгөл әйтмешләй, хаҡ һүҙгә – яуап юҡ. Шулай бит, Булат? – Таһирҙың йөҙө ҡапыл үҙгәреп китте. – Ҡамыр батыр ағай, ҡарағыҙ әле, көнсығыштан әллә ниндәй бер ҡара болот беҙҙең яҡҡа туп-тура осоп килә!
Ҡамыр батыр ырғып торҙо, ҙур йәшен шары шартлаған кеүек, тирә-яҡҡа ут ҡамсылары атылғанын күргәс, кейеҙ-келәмен һыйпаны ла ипләп кенә:
– Ғүмере күрмәгән ҡара болот яҡынлаша, тиктәҫкә түгелдер, аҫҡа төш, ағастар араһына йәшенәйек, – тине.
Һыуыҡ ямғыр ғына түгел, шаптырҙап, тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығындағы боҙ йоморсоҡтары яуа башланы. Балалар ҡысҡырыша-ҡысҡырыша, башын ҡулдары менән баҫып, оло ялбыр ҡайын аҫтына йүгерҙе. Барыһын ғәжәпкә ҡалдырып, уларҙан алда килеп еткән кейеҙ-келәм, ҙур ҡулсатыр кеүек, ике яҡ осон аҫҡа төшөрөп, баш өҫтөндә һалынып тора ине.
– Ай-һай, боҙҙан йәшенергә ҡулай урын да булды! – тип шатланып ҡысҡырып ебәрҙе Ҡамыр батыр. – Ошо тылсымлы кейеҙҙе баҫҡан әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен, ишетәһеңме мине? Күк һарыҡҡа ла минән ҡайнар сәләм әйт!
Кейеҙ-келәм, үҙе өҫтөнә төшкән, ярылған боҙ ярсыҡтарын аҫҡа ата-ата, әллә нисә тапҡыр елпенеп алды.
– Әсәйгә кейеҙем сәләм тапшырҙы, йылы булып китте, – тине Ҡамыр батыр.
– Ысынлап та, һыуланып өлгөргән күлдәгем дә кипте, – тине Айгөл, – тик бына беҙҙе ышыҡлаған кейеҙ-келәмебеҙ күшегеп бөттө инде. – Үҙе ағалары урта­һынан сыҡты ла ниңәлер ипләп кенә. – Боҙ туҡтаған икән, – тине.
– Бошонма, Айгөл, кейеҙ үҙ теләге менән беҙҙе боҙло ямғыр­ҙан һаҡланы бит, тимәк, ул үҙенең вазифаһын яҡшы беләлер.
Балалар, кейеҙҙең һыуланмаған эске яғын яратып һыйпай-һыйпай, рәхмәт әйтте. Ысынлап та, боҙло ямғыр нисек ҡапыл башланған булһа, баш осонан да күҙ асып йомғансы юҡ та булды, тирә-йүнгә нур һибеп, ҡояш та балҡып китте. Ә кейеҙ-келәм ҡайындар араһынан елпенә-елпенә сыҡты ла өҫкө яғын аҫҡа ҡалдырып, өҫтөнә төшкән, әле һыуға әйләнгән боҙсоҡ ҡалдыҡтарын ҡаға-ҡаға, һелкенә башланы. Бер аҙҙан асыҡ урынға күсеп, ҡояш аҫтына йәйелеп ятты.
– Беҙҙе боҙҙан һаҡлаған кейеҙ кибенә, – тине Таһир яғымлы тауыш менән.
– Һис көтмәгәндә килеп баҫты бит борсаҡ ямғыры, – тип һүҙ ялғаны Булат.
– Әсәйем белеп тә арғымаҡҡа мендермәгән икән, – тине Ҡамыр батыр ҙа. – Әҙерәк ял итәйек тә ҡуҙғалырбыҙ. – Кейеҙҙе ҡапшап алды ла янына ултырҙы.
– Был теге… – Айгөл Ҡамыр батырға ҡарап алды һәм шым ғына, – дейеү эшелер, моғайын. Беҙҙең килгәнде һиҙеп, ҡаршылыҡ ебәреп яталыр, – тине.
– Ә ул беҙҙең килгәнде ҡайҙан белә һуң? – тип аптырап һораны Таһир ҙа әкрен генә. – Күрәҙәлек ҡылған сихырсымы әллә?
– Эйе, сихырсы ул, – Айгөл бармағын ирененә терәне. – Сеү, батыр ишетмәһен.
Бер аҙҙан кейеҙ-келәм ба­лалар янына үҙе килеп ятты, ҡоп-ҡоро булып кипкән ине. Шатланған сәйәхәтселәр уны тағы ла яратып, һыйпап алдылар.


– Әйҙәгеҙ, йәш дуҫтарым, юлды дауам итәйек, – тине Ҡамыр батыр күтәренке тауыш менән. – Аҡбуҙатҡа менәйек, көнсығышҡа еләйек!Батырҙың әйткән һәр бер һүҙен аңлағандай, кейеҙ-келәм етеҙ генә өҫкә күтәрелде лә болоттар өҫтөнә сыҡҡас, зәңгәр күктә елдергән толпар кеүек, балаларҙың сәстәрен елгә туҙҙырып, алға йомолдо.
– Э-һе-һей! Э-һе-һей! – Таһир ҡыуанысынан көлә-көлә Айгөлдөң ҡулынан тотто. – Йә, нисек, һеңлекәш, Аҡбуҙатта елгән ке­үекме?
– Э-һе-һей, теҙгенеңде нығыраҡ тот, осоп ҡалма, Булат!
– Ошоға тиклем аттан осҡан юҡ әле, бында ла бирешмәҫ­беҙ! – Булат та шаян көлдө. – Ысынлап та, еләбеҙ генә икән! Э-һе-һей!.. Э-һе-һей! Туҡтау юҡ! Э-һе-һей!
Йәш дуҫтарының көләс йөҙөн күреү Ҡамыр батырҙың күңеленә лә әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ өҫтәне, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡоласын йәйеп, ҡысҡырып ебәрҙе.
– Э-һе-һей! Алға еләбеҙ Күк Аҡбуҙатта! Беҙҙе бер кем ҡыуып етә алмай!
Кейеҙ-келәмдең осҡан тиҙлегенә тирә-яҡты ҡарап барыу мөмкин түгел ине. Был күренеш батырҙың үҙенә лә пар ҡанат ҡуй­ғандай булды, тойғоһон күккә күтәрерҙәй итеп, йәйге йоҡаҡ баш кейемен сисеп, тағы ҡыс­ҡыр­ҙы.
– Егеттәр, еләбеҙ генә бит, еләбеҙ! Тиҙҙән һылыуҡай иленә етәбеҙ!.. – Үҙе тағы ҡысҡырып, нимәлер әйтергә теләгәйне, торған урынында сайҡалып-сайҡалып китте, сөнки кейеҙ-келәм ҡапыл ниндәйҙер ҡаты нәмәгә барып төртөлдө лә алғы өлөшө бөгөлөп китте. Бөтәһе бергә аяғөҫтө һуҙылып, аҫҡа һәлберәп, ҡатып ҡалдылар.
– Тағы дейеү ҡотора, – тип асыулы шыбырланы Айгөл ауыҙ эсенән. – Күренеп тора, ул Ҡамыр батырҙан ҡурҡа. Ә беҙ ергә төшмәйенсә, кейеҙҙән ысҡына алмаҫбыҙ.
Балалар, ысынлап та, ҡарағай сайырына йәбештерелгән кеүек, аҫылынып торалар ине. Ҡамыр батыр бер – аҫҡа, бер өҫкә ҡараны ла башын сайҡап:
– Беҙ ниндәйҙер бейек, ҡара таш диуарға килеп төртөлгәнбеҙ, – тине.
Кейеҙ-келәм ҡара диуарҙан артҡараҡ сигенде лә, элекке хәленә килеп, ярайһы ҙурлыҡта йәйелеп, өҫкә ҡарай менә башланы. Бик оҙаҡ күтәрелде ул, ләкин бейеклектең осо-ҡырыйы һис күренмәне, хатта арып тирләгән кешене хәтерләткәндәй, өҫтөндә ысыҡ тамсыһындай бөрсөктәр ялтырап китте.
– Ҡәҙерле кейеҙкәйем, беҙ, киреһенсә, аҫҡа төшәйек, Ер-әсә, бәлки, арғы яҡҡа сығырға һуҡмаҡ күрһәтер, – тине Ҡамыр батыр яғымлы, ышаныслы тауыш менән. Кейеҙ-келәм батырҙы тыңланы, яй ғына, ауыр һулағандай, аҫҡа төшә башланы һәм тирә-яғы тауҙар менән уратып алған тар ғына урынға йәйелде.
– Ҡарағыҙ әле, был таш ҡойма беҙҙең бейек тауҙар өҫтөнә ҡоролған, үҙебеҙҙекеләрҙән дә теге яҡҡа сығырға урын юҡ, – тип борсолдо батыр.
– Был бит беҙҙең боронғо ғәзиз тауҙарыбыҙ, эҙләйек, бәлки, берәй һуҡмаҡ табырбыҙ. – Айгөл ышаныс менән бөтәһенә ҡараны. – Шулай бит, ағайҙарым. Тыуған еребеҙ һәр ваҡыт үҙ батырҙарына ярҙам итә, яуыздарҙан ҡурсалай.
Ағайҙары ысын күңелдән ихласлыҡ белдереп, Айгөлдөң һүҙен ҡеүәтләне.
– Ярай, егеттәр, – тине Ҡамыр батыр. – Һеҙ ошонан, кейеҙ янынан китмәгеҙ, мин тау аҫтарын ҡарап киләйем, ысынлап та, берәй тау тишеге барҙыр әле.
Ҡамыр батыр артынан кейеҙ-келәм елпенеп-елпенеп, урынынан ҡуҙғала биреп ҡуйҙы, быны күргән егет:
– Арттан эйәрмә, яраймы, балаларға күҙ-ҡолаҡ булып тор, – тине. – Кеме юҡ был донъяның? Һиҙеп тораһың бит…
– Ҡайҙан барлыҡҡа килде икән был ҡара ҡойма? – тип аптыраны Таһир.
– Өҫкә ҡараһаң, күҙ ҡарашы ла етмәй, күккә барып текәлә лә ҡуя, ниндәй хикмәт бар икән бында, ысынлап та, теге сихырсының эшеме икән? – Булат Айгөлгә ҡараны. – Һин, һеңлекәш, нимә тип әйтерһең был хаҡта?
– Бында бер ниндәй ҙә сер юҡ, ағайҙарым, – тип көрһөндө Айгөл. – Беҙҙе көтөп торған дейеү шулай ҡылана, Ҡамыр батырҙы үткәрмәҫкә тырышып, сихыр көсө менән юлға ҡара диуар ҡуй­ған.
– Ниндәй дейеү ул? Әкиәттә шулай яҙылғанмы? – Таһир аптырап, ҡуласа кеүек уратып ал­ған бейек тауҙарға ҡарап көрһөнөп ҡуйҙы. – Беҙ бит Ҡамыр батырҙың төшө буйынса ғына һылыуҡайҙы эҙләп юлға сыҡҡанбыҙ.
– Барғас, дейеүҙең кем икәнен белерһегеҙ, күрерһегеҙ ҙә, – тине Айгөл.
– Батырҙы алдағандарҙыр. – Ҡамыр батырҙың килеүен күргән Таһир серҙең сиселмәүенә үпкәләмәне, башҡаса төпсөнөп торманы. – Эйе, күрербеҙ.
– Егеттәр, – тине Ҡамыр батыр ҡәнәғәт, ләкин борсолоулы йөҙ менән. – Бейек тау итәгенән, текә ҡая аҫтынан, арғы яҡҡа тар ғына һуҡмаҡ һуҙыла, уны кейеҙгә генә ултырып үтеп булмай. Хатта парлап атларлыҡ та түгел. Берәмләп кенә, тауға йөҙ менән боролоп, ипләп кенә барырға кәрәк. Мин алда торам, Булат – артта. Килештекме? Кейеҙҙе урап, ике урындан бәйләп ҡуй­һаҡ, беҙҙән ҡалмаҫ, моғайын.
Ҡамыр батыр кейеҙ-келәм ятҡан урынға ҡараны ла аптырап китте.
– Балалар, һеҙ кейеҙ янында ҡалған инегеҙ, күренмәй, ҡайҙа осто икән һуң?
Балалар ҙа тирә-яғына күҙ һалды, Айгөл барып, кейеҙ ятҡан ерҙе лә һыйпап-һыйпап алды. Уны эҙләрлек хатта урын да юҡ ине. Ҡапыл тауҙар осондағы ҡара диуарҙан бер ҙур таш килеп төштө лә һуҡмаҡ осона ятты.
– Ғәжәп… – тине Ҡамыр батыр. – Кем унда шаяра икән, ҡара ҡойманың ярылып төшөрлөк бер урыны ла күренмәне – бер бөтөн, кеп-келән ине. – Ҡамыр батыр әкрен генә таш ятҡан һуҡмаҡ осона ынтылып-ынтылып саҡ барып етте лә үҙе лә шымып ҡалды.
– Ҡамыр батыр ағай, нимә бар унда? – тип шаулашты балалар.
– Үҙем дә аптырап торам әле, хәлдең айышына төшөнә алмайым, – тине ул. Йәш дуҫтарының яҡынлағанын күргәс, туҡтатты, әҙерәк торорға ҡушты, ә үҙе асыуланып, ҡара ташты тибеп, тау аҫтына тәгәрәтеп ебәрҙе.
– Ана, бара юлың, башҡа беҙгә күренәһе булма!
Ҡара таш аҫтында ҡалып, оҙон бауға әйләнгән, һуҡмаҡ буйлап алға һуҙылған кейеҙ-келәмгә ҡарап, тағы бер тапҡыр ғәжәпләнде ул. Ә кейеҙ осо уға ҙур рәхмәт әйткәндәй, һыу өҫтөнөң тулҡыны кеүек, өҫкә күтәрелә-күтәрелә, бәүелеп ҡуйҙы.
– Беҙгә нисек ярҙам итергә теләгәнеңде белдек, – тине Ҡамыр батыр бауҙың осо тау тишегенең эсенә инеп киткәнен күргәс, – ҡана, тартып ҡарайым әле, берәй ергә ныҡ йәбештеңме икән? Дөрөҫ булһа, һиңә тотоноп сығыр инек.
Ҡамыр батыр бар көсөнә кейеҙ бауын тартып-тартып ҡараны һәм ныҡ йәбешеүенә ҡыуанып, уға тотоноп, һуҡмаҡ буйлап бер нисә аҙым яһаны.
– Рәхмәт һиңә мәрхәмәтле кейеҙ, әйтеп бөтөргөһөҙ оло рәхмәт. Әйҙәгеҙ, йәш дуҫтарым, сәйәхәтте дауам итәйек. Бая әйткәнсә, бер-бер артлы тороғоҙ ҙа минән ҡалмаҫҡа тырышығыҙ. Ҡулығыҙҙы бауҙан ысҡындырмағыҙ, ипләп кенә шылдырығыҙ.
Ҡамыр батыр янына балалар килеп тороу менән кейеҙ бау әҙ генә баш өҫтөнә күтәрелде лә ҡатҡылланып ҡалды. Балалар ике ҡуллап, кейеҙ бауҙы ҡыҫып тота-тота, тар һуҡмаҡтың яйлы урынына баҫып, әкрен генә Ҡамыр батыр артынан эйәрҙе.
– Теге яҡҡа барып еткәнсә, бау оҙонлоғо етһә ярар ине, – тип шыбырланы Таһир.
– Мин артта киләм бит, күҙәтеп барам, бау беҙҙең арттан ҡыҫҡара-ҡыҫҡара, эйәрә килә, дөрөҫ фекер йөрөткәндә, бауҙың алғы осо оҙоная барырға тейеш, – тине Булат һәм башын бороп, Айгөлгә ҡараны. – Беҙҙең һеңлекәш нисек уйлай?
– Тимәк, беҙ был бәләнән дә ҡотоласаҡбыҙ, – тине Айгөл әкрен генә. – Рәхмәт һиңә, кейеҙкәйем!
Шикләнеү тигән нәмәләре ҡалмаған балалар Ҡамыр батыр артынан етеҙерәк бара башланы һәм күңелдәренә, өләсәләре әйтмешләй, елпенеү ҡото ҡунды.
– Шәберәк-шәберәк! Ҡамыр батыр ағай ҙа беҙгә ҡарай-ҡарай тиҙлеген арттырҙы, – тине Таһир ҡысҡыра биреп һәм яңғыратып көлөп ебәрҙе. – Альпинистар, тренерҙан ҡалмаҫҡа тырышайыҡ! Үҙебеҙҙе күрһәтәйек әле!
Малайҙың тауышы өҫкә күтәрелде һәм… бер ҡара ҙур таштың туп-тура улар өҫтөнә тәгәрәп төшөп килгәне күренде.
– Егеттәр, тиҙерәк минең янға! – Ҡамыр батырҙың тауышы ҡыр­ҡыу ине. Айгөл эргәһендәге Булатты йолҡоп тигәндәй үҙенә тартты, икәүләшеп эйелеп, алда барған Таһирҙы саҡ ҡолатып ебәрмәнеләр. Тейә яҙып үтеп киткән таштың елпеүенә кейеҙ бау аҫҡа һәлберәп, бәүелеп-бәүелеп китте. Ҡара таш ергә төшкәс, селпәрәмә килде, ваҡ ярсыҡтары сәсрәп, үләндәрҙе, сәскәләрҙе көйҙөрҙө.
– Аяҡтар һуҡмаҡтан тайып кит­һә лә, үҙебеҙ таш артынан османыҡ. – Булат үҙенә һыйынып торған Айгөлдөң сикәһенән үбеп алды. – Әлдә һин бар әле донъя­ла, тигән шағирыбыҙ. Әлдә һин бар әле Айгөлөбөҙ, беҙҙең арала!
– Беҙгә Ҡамыр батыр ағай әйткәнсә, ҡысҡырып һөйләшергә, көлөргә ярамай ине, – тип шыбырланы Айгөл. – Беҙҙең шаулағанды ишетеп, сихыр таштары ҡайһы тәңгәлдә барғаныбыҙҙы һиҙҙе. Хәҙер бөтөнләй тауыш-тынһыҙ атларға тырышайыҡ, ишеттегеҙме, ағайҙарым?
Ағалары баш ҡаҡты. Тағы таш төшөүҙән, балалар өсөн ҡурҡҡан Ҡамыр батыр, уларҙы ашыҡтыра төшһә лә, килеп сыҡҡан хәл булмаған кеүек, күтәренке, ләкин ярайһы уҡ шым тауыш менән:
– Күңелегеҙҙе иркен тотоғоҙ, алда ҡоштар һайраған тауыштар ишетелә башланы. Һуҡмаҡ киңәйә барған кеүек, – тине. Балалар ҙа күңелләнеп китте.
– Киттек, алға, Ҡамыр батыр ағай. Беҙҙе йәшел урман киңлеге көтә, – тинеләр был юлы шым ғына. Юлсылар тау һуҡмағынан сығып, йәшеллеккә күмелгән ҡайын сауҡалығы араһына аяҡ баҫыуҙары булды, тауҙар башындағы ҡара ҡотһоҙ диуар ҡапыл юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.
– Һылыуҡайға илткән юлдар ҡатмарлы икән, – тине Ҡамыр батыр, ҡулынан яй ғына һурылып сыҡҡан кейеҙ бау артынан ҡалмаҫҡа тырышып. – Мин хәҙер килермен, тағы көтөгөҙ.
– Был сәйәхәтебеҙ Аҡъял батыр менән булған осрашыуға ҡарағанда ла… – Булат туҡтап ҡалды, башын сайҡаны.
– Ҡурҡынысыраҡмы? – тип һораны Таһир. – Беҙ бит мажаралы, ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙы үҙ теләгебеҙ менән һайланыҡ. Дауам итәйек, батырыбыҙ беҙҙең менән, үҙебеҙ ҙә ятып ҡалғандарҙан түгел – Бөрйән, Тамъян, Ҡыпсаҡ ырыуынанбыҙ – бирешә торған зат түгел.
– Дөрөҫ әйттең, алда әле беҙҙе көтөлмәгән тамашалар көтә, танауығыҙҙы төшөрмәгеҙ, ағайҙарым! Һеҙ – ҡайҙа, мин – шунда! – тип йылмайҙы Айгөл. – Ысынлап та, беҙ бит гүзәл Башҡортостандың өс тағаны, йәш сәйәхәтселәрҙе Уралтау батырҙары үҙҙәре һаҡлап, тыуған еребеҙҙә ҡурсалап тора.
– Вәт, беҙҙең Айгөл, һин һеңле генә түгел, өләсәйҙәребеҙ кеүек тә икәнһең, – Таһир һәр саҡ Айгөлгә маҡтау һүҙҙәре әйтергә ярата ине.
– Өләсәйҙәребеҙ тупһаһынан яралғанбыҙ ҙа инде, улар беҙгә тәрбиә бирә. – Айгөл ҡулын бол­ғаны. – Ана, Ҡамыр батыр ағайыбыҙ ҙа килә, тик ниңәлер кейеҙ-келәмебеҙ генә күренмәй.
Балалар һораулы ҡараш менән Ҡамыр батырҙы ҡаршы алды.
– Кейеҙебеҙ ерҙән көс ала, яңы ғына йәймәгә әйләнде, әҙерәк ятһын әле, – тине Ҡамыр батыр һәм йылмайып ҡуйҙы. – Гел йәшеллеккә – тулҡын кеүек ыуыл­йып ятҡан сәскәле үләнлеккә ынтыла. Һарыҡ бит, үлән еҫкәгеһе килә.
Балалар ҙа көлөп ебәрҙе. Баш осондағы ҡара диуарҙан ғәзиз ғүмерҙәрен ҡотҡарғаны өсөн сик­һеҙ рәхмәтле ине кейеҙ-келәмгә. Ағастар араһынан үҙе елпелдәп күренеү менән шатланып ҡаршы йүгерҙеләр ҙә Ҡамыр батыр янына килеп етеү менән ергә һуҙылып ятҡас, тағы яратып-яратып, һөйөп алдылар. Һуңынан осоп барғанда ла Айгөл, нимәлер шыбырлай-шыбырлай, яғымлы һүҙҙәр әйтеп, арып, кейеҙ өҫтөнә ятҡанда ла һөйләнеп барҙы. Ул кейеҙҙең буйынан-буйына, әллә нисә киҫәктәр бергә йәбештерелгән кеүек, аҡ юлаҡтар һуҙыл­ғанын шәйләп алды. «Яралары әле төҙәлеп етмәгән, бахырҡайымдың», – тип уйланы ул һәм йөрәгенең түҙеп торғоһоҙ әрнеүен баҫа алмай, атылып килеп сыҡҡан күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышып, башын аҫҡа эйҙе. Аҡ ектәргә эләккән ҡайнар күҙ йәше, бау һалған юлаҡтар буйлап һуҙылды ла, тағы мөғжизә күр­һәткән кеүек, йәймәне бер бөтөн яһап, бөрөштөрҙө лә ҡуйҙы. Әлбиттә, ағалары Айгөлдөң тулҡынланыуын да, күҙ йәштәрен дә күрмәне. Ҡамыр батырҙың әңгәмәһен тыңлап, үҙҙәре лә ихласлыҡ менән һүҙгә ҡушылып, алға ҡарап барҙылар. Бер аҙҙан Айгөл дымлы күҙҙәренең үҙенән-үҙе йомолоуын һиҙҙе, тыныс күңел менән йоҡоға талыуын той­ҙо. Күпме йоҡлағандыр ул, үҙе лә белмәне, тик ағаларының:
– Бүре! Ҡамыр батыр ағай, ҡара әле, өс һыбайлы бер күк бүрене баҫтыра! – тип ҡысҡырған тауышҡа ҡапыл уянып китте.
– Күрәм! – тине Ҡамыр батыр ҡыҙыҡһынып, – уҡ менән дә атмайҙар, ҡылыс тигән нәмәләре лә күренмәй үҙҙәренең.
– Ҡарағыҙ, ҡарағыҙ!.. Бүрене ҡороҡлап тоторға маташалар бит!
Кейеҙ-келәм түбәнгә ынтылды ла ниндәйҙер бер ғәжәп төҫ алды һәм күк бүре менән ярышып оса башланы. Һыбайлылар уларҙы күрмәне, иғтибар ҙа итмәне шикелле. Тик күк бүре, яйы килгән һайын, балаларға ҡарап-ҡарап ала, ҡуйы ҡыуаҡ эсенә инергә самалай, тик һыбайлылар әрһеҙләнеп ҡысҡыра-ҡысҡыра, ҡамсыларын шартылдатып һелтәп, тағы баҫтырып алып китә.

– Өҫтән таш яуһа ла, ҡороҡларға тырышайыҡ, юғиһә, Ҡыҙ батша беҙҙең ғәзиз башты киҫәсәк! – тине атын аяуһыҙ ҡыуған, алда барған беренсе егет.– Бая уңай сыҡты бит, ниңә муйынына элмәк ташламаның? – тип бар асыуы менән ҡысҡырҙы икенсе егет. – Ниңә, бүре алғаның булманымы ни?!
– Күрҙең бит, ташланым, тик ул ҡырҡа икенсе яҡҡа тайпылды! – тип үҙен аҡларға тырышты теге егет. – Ниндәй йыртҡыс булды был хәйләкәр!
– Күпме ҡыуабыҙ – арыттырҙы. Етәйем генә, көс-башын суҡмар менән иҙәм, йәлләп тә тормаясаҡмын, күрерһегеҙ! – тине шыбыр тиргә батҡан өсөнсөһө.
– Ярамай, – тине беренсе егет ҡаты тауыш менән. – Беҙ уны тереләй, элмәкте муйынына элеп, арҡан менән сырмап, имен-аман алып ҡайтырға тейешбеҙ.
– Онотмағыҙ, Ҡыҙ батша беҙгә ҡуйған шарттарҙың береһе – шул. Әйҙә, ләстит һатмайыҡ, етеҙерәк ҡыуайыҡ был елғыуарҙы!
Һыбайлылар Күк бүренән ҡалмаҫҡа тырышып, тағы ла етеҙерәк саба башланы. Аттарының арығаны ла күренеп тора, үҙҙәренең маңлайында ла бөрсөк-бөрсөк әсе тир ялтырай. Алыҫта ҙур майҙанды биләп торған ҡуйы муйыл, балан, мышар ағастары үҫкән, тирә-яғын ҡомалаҡ үҫентеләре ҡаплап алған ҡыуаҡлыҡ күренде. Кейеҙ-келәм, елпелдәй-елпелдәй, Күк бүрене шул яҡҡа әйҙәне. Ул барыһын да аңланы, ырғый-ырғый ҡыуаҡлыҡҡа йомолдо.
– Хәҙер! Хәҙер ҡаса! – тип ярһып аҡырҙы беренсе егет һәм уғын төҙәне лә, асыуынан ярһып, атып ебәрҙе. Аяғына эләккән Күк бүре тиҙлеген барыбер кәметмәне, ҡыуаҡлыҡ эсенә инеп юғалды. Егеттәр, яраланған бүренең холҡон яҡшы белгәнгә күрә, аттан төшмәне. Бер аҙ арлы-бирле ҡыуаҡ тирәләп ағас­тарҙы ҡамсылай-ҡамсылай, пыр туҙҙырып, тауыштары ҡарлыҡ­ҡанса ҡысҡырып йөрөнөләр ҙә, баштарын түбән эйеп, кире юлға төштөләр, үҙҙәре бер туҡтауһыҙ артҡа әйләнеп ҡаранылар.
– Һин генә ғәйепле, ниңә сыҙамай, атып тораһың инде! – тип беренсе егетте ике яҡтан ҡыҫмаҡланы иптәштәре.
– Үлһен, әйҙә, – тине беренсе һыбайлы ҡәнәғәт йөҙ менән. – Бер аҙналай ярыш бара, кемегеҙ күрҙе бүрене ҡороҡлап, арҡан менән сырмап, еңеү алып ҡайт­ҡан берәй кешене? Мине бушҡа ғәйепләмәгеҙ, башҡаса бүре баҫтырыу ярышы булмаҫ, иҫән ҡалған егеттәр үҙемә рәхмәт кенә әйтер. Дөмөкһөн, әйҙә, ҡыуаҡ эсендә!
– Үлтерәм, тигәс, башына атыр­ға кәрәк ине. Бүреләр бит аҡыллы була. Теше менән уҡты тартып сығарыр ҙа яраланған аяғын ялай ҙа башлар, төҙәлһә, Ҡыҙ батшаның алдына килеп тә баҫыр.
– Ҡайтмаҫ! Ағыулы уҡ менән аттым. Тиҙҙән бер аяғын ғына түгел, дүрт аяғын да һуҙыр.
– Ҡыҙ батшаға ни тип әйтербеҙ һуң, өсәүләп бер бүрене лә тота алмағас! – тине асыуын тыя алмаған икенсе егет һәм ғәрлегенән баш кейемен сисеп, ергә быраҡтырҙы.
– Ҡалаға барып еткәнсе, берәй нәмә уйларбыҙ, – тине өсөнсө егет.
– Ағыулы уҡты Ҡыҙ батша үҙе бирҙе. Тота алмаһаҡ, үлтерергә ҡушты.
Һыбайлыларҙың күҙҙән юғалыуы булды, кейеҙ-келәм әкрен генә ҡыуаҡ ситенә килеп төштө лә, элекке күгелйем төҫөнә ҡайтты.
– Һеҙ кейеҙ өҫтөндә ултырып тороғоҙ, – тине Ҡамыр батыр ашығып, – мин Күк бүрене эҙләп киләйем дә…
Балалар аптырашта ҡалып, тирә-яҡҡа күҙ йөрөтөп тә өлгөрмәне, Ҡамыр батырҙың:
– Килегеҙ әле бында! – тигән борсоулы тауышы ишетелде.
– Ғәжәп хәл, – тине Таһир бер нәмә лә аңламайса. – Күк бүрене Ҡамыр батыр таптымы икән, теге асыулы егет, түҙмәйсә, ағыулы уҡ менән атты бит, бәлки, үлгәндер, бахыр…
– Күк бүре бик ҙур, көслө күренә, тиҙ генә үлмәҫ, – тип һүҙен нығытты Булат.
– Ә миңә Күк бүре ниңәлер бик йәл булып китте, бер туҡтауһыҙ беҙгә ҡарай-ҡарай сапты, ярҙам һораған кеүек күренде, – тине Айгөл. – Ысын әйтәм.
– Кем белә, – тине Булат. – Урман тормошонда ундай хәлдәрҙең булыуы мөмкин.
Айгөл кейеҙ-келәмде һыйпап, тиҙҙән килеүен әйтте лә ағалары артынан эйәрҙе. Улар Ҡамыр батырҙың, кейемгә йәбешкеләп торған оҙон үлән араһын айыра-айыра ингән урынынан саҡырыу тауышын ишетә-ишетә ҡыуаҡ төбөнә атланы.
– Ҡамыр батыр ағай…
– Бында, бында килегеҙ, ҡурҡ­мағыҙ!
Балалар Ҡамыр батырҙың йыуан муйыл аҫтында ыңғырашып ултырған бер йәш егеттең алдында тынысһыҙланып, эйелеп торғанын күрҙе.
– Беҙ килдек, Ҡамыр батыр ағай, ә теге Күк бүрене… – Булат ҡаушаны, әйтер һүҙен дә әйтеп бөтмәне, башҡалар ҙа шымды. Сөнки ерҙә ятҡан, осо ҡанға буял­ған уҡты, аяғы яраланған егетте күреп, ҡурҡыу ҡатыш сәйерлектә аптырап ҡалдылар. Күк бүренең әүермән була алыуын халыҡ әкиәттәренән белә ине улар..
– Айгөл, – тине Ҡамыр батыр сабырһыҙланып. – Мин һинең күн биштәреңдә бер дарыу һауыты күреп ҡалғайным. Иртәнсәк, борсаҡ ямғыры яуғанда, бәләкәй генә ҡуян балаһы имгәнеп ятып ҡалғайны. Һин уға дарыу һөртөп ебәргәс, йүгереп китеп барҙы.
– Эйе, эйе, ағыуланғанда ярҙам итә торғаны ла бар. – Айгөл ипләп кенә тәртипле итеп һалынған нәмәләр араһынан эҙләп, дарыу һауытын ҡарай башланы. – Бына, таптым. Яраға үҙегеҙ һөртөгөҙ, ҡалыныраҡ итеп, – һыуыҡ бөркөп торған, уҡ башы төшөрөлгән бәләкәй һауытты тиҙерәк батырға тотторҙо.
Шүлгәнташҡа инеү менән Тарауыл ҡарт балаларға тағы ла юл кәрәк-яраҡтары һалынған күн биштәр биргәйне. Эсенән нимә теләһәң, шуны табып була ине. Йылҡылдап торған, бал еҫе килгән, ыуыҙ һөтө кеүек һарғылт-аҡ төҫлө дарыуҙы Ҡамыр батыр биленә таҡҡан ҡорал һауытынан сығарған бысаҡ осо менән генә алды ла үкенесле тауыш менән:
– Яра ҡанын иң алда таҙа һыу менән һыпырып төшөрөргә кәрәк ине, – тине.
– Шүлгәнташтың шифалы шишмә һыуы ла бар миндә. – Булат күн биштәренән шешә сығарҙы. – Ҡаялар аҫтынан урғылып сығып тора улар, сихри көскә лә эйә, шишмәләрҙең дә йәне бар, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк ағайға ла...
– Бына шулай, Бүребай ҡусты, – тине Ҡамыр батыр ҡара сәсле, ҡарағусҡыл йөҙлө, зәңгәр күҙле егеткә. – Өлгөрөп ҡалдыҡ… – Үҙе тиҙ генә яраны йыуып, дарыу һөртөп, яҡшылап бәйләне лә яндарына балаларҙы саҡырып, уңайлы итеп ултырырға ҡушты.
– Яҡыныраҡ килегеҙ, йәш дуҫтарым, хәҙер ул әүермән Күк бү­ре түгел.
Балалар Ҡамыр батыр эргәһенә, егет ҡаршыһына килеп ултырҙы ла бер-береһенә ҡарап, йылмайышып ҡуйҙы. Бүребай тәрән итеп тын алды ла яралан­ған аяғын һыйпаны, аҙаҡ йөҙө яҡтырып китте.
– Үлемдән ҡотҡарҙығыҙ, оло рәхмәт бөтәгеҙгә лә. Теге егеттәр мине ҡыуаҡ эсенән тапһалар ҙа, кешегә әйләнгәнемде күрһәләр, ҡурҡыуҙарынан, бәлки, ғүмеремде лә өҙөрҙәр ине. Ә мине ҡороҡлап алып ҡайта алмағандары өсөн уларҙы иртәгә үлем көтә. Йәл егеттәр… Әгәр элмәк һалдырһам, иртәгә мин үҙем ҡояш яҡтыһын башҡаса күрә алмаҫ инем.
– Һин үҙең ҡайһы яҡтан һуң, Бүребай ҡусты? – тип һораны Ҡамыр батыр.
– Минме? – Егет көлөмһөрәп ҡуйҙы, үҙе тағы ла өҫкәрәк, муйыл төбөнә шылып ултырҙы. – Һеҙ, моғайын, Арҡайым тигән ҡаласыҡты ишеткәнегеҙ барҙыр. – Балалар, беләбеҙ, тигәнде аңлатып, баш ҡаҡты. – Урал тауы һуҙымында һәм башҡа иркен ерҙәрендә Урал батыр тоҡомдары күпләп ҡаласыҡтар төҙөй башлаған. Эйе, минең олатайым Тимер Ҡаҙыҡ ярҙамында ла иҫ киткес матур ҡала – дала уртаһында Арҡайым ҡалҡып сыға. Ләкин оло фажиғә арҡаһында олатайым, өләсәйем Зөһрә, ҡыҙҙары – Етегән йондоҙҙар менән бергә Тәңре Йыһанына кире ҡайта. Ерҙә йәшәгән Иблис ҡус­тыһы – Ҡара Йөрәктең һәләк итеүенән ҡурҡып, Арҡайымды йәшереп, серле күк томан аҫтында меңәр йыл дәүеренә ҡалдырырға мәжбүр була. Ҡала хал­ҡына, күрше ырыу аҡһаҡалдарына үтенес хаты яҙып, күсенергә тәҡдим яһай. Төньяҡҡа күскәндәргә балҡып, төндәрен үҙе юл күрһәтеп тора. Ҡайһы берәүҙәр Арҡайымды ташлап китә алмай, тирә-яҡтағы йылға буй­ҙарына ултыра. Ә бер төркөмө һуң ғына ҡуҙғалып, көнбайышҡа юл тота. Оҙаҡ баралар улар, ә төнгө юлдары бик ҡараңғы ваҡытҡа тура килә һәм оло далала аҙашалар. Аптырап, ҡаңғырып, киң Урал иленең ҡайһы яғына боролорға ла белмәйҙәр, күҙ күрмәгән, үҙҙәре белмәгән әллә ҡайҙарға сығып китеүҙән дә ҡур­ҡалар. Дала буйлап әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа атлайҙар. Шулай йөрөй торғас, ныҡ арыйҙар, ыҙа сигәләр, кире ҡайтыр юлды ла оноталар. Уларҙың был хәлен белеп ҡалған олатайым, кесе ҡыҙы Гәүһәрҙең уланы, мине саҡырып алды ла халыҡты ҡайһы яҡҡа алып барырға кәрәклеген өйрәтеп, Күк бүре ҡиәфәтендә, ергә төшәсәк Яҡты йондоҙ вәкилдәре менән берлектә осорға һәм Йыһанға улар менән кире ҡайтырға бойороҡ та биреп, оҙатып тороп ҡалды. – Егет уйсанланып, муйыл япраҡтары аша саҡ-саҡ күренеп торған зәңгәр күккә ҡараны. Бошонҡо йөҙөндә күктәгеләрҙе һағыныу ҙа, ошо хәлгә ҡалыуына үкенеү ҙә күренеп тора ине. – Мине иртә таң менән томан баҫҡан киң далала ҡалдырып киттеләр ҙә ҡайтҡан саҡта алырға вәғәҙә иттеләр. Аҙашыусыларҙы күп тә эҙләмәнем, барып таптым. Күк бүрене күреү менән йонсоған халыҡ, әлбиттә, ҡурҡыуға төштө. Үҙемсә төрлөсә аңлатып ҡарарға тырыштым – булманы. Улар ҡыуырға уйлап, ҡысҡырып ҡараны, нимә етте, шуның менән бәргеләй башланы. Үҙем әҙерәк арт­ҡа китәм дә туҡтап торам, бер аҙҙан тағы алдарына сығып, шым ғына баҫам. Минең теләкте аңламаған кешеләр һуңғы сиккә етте, бөтөнләйгә икенсе яҡҡа ҡуҙғала башланы. Уларҙың нимә һөйләшкәндәрен белә инем, ләкин бүре-әүермәндә маҡсатты аңлата алманым – мәғәнә һалып олоном ғына...
– Был ҡыҙыҡ хәл, – тип Бүребайҙың һүҙен бүлдерҙе Ҡамыр батыр, – нисегерәк, ҡайҙа кеше телмәрен өйрәндең һуң? Күктә уҡыттылармы әллә?
– Сөнки минең һөйөклө әсәйем Гәүһәр ер шишмәләренең һыуын эскән, баҡса емештәрен ашаған, олатайымдың китаптарын күп уҡыған, башҡортса һөйләшеп йөрөгән кесе ҡыҙ булған. Уның ҡаны аша фекерләү ҡеүәһе миңә лә күскән. Минең башыма сая уй килде. Төн уртаһы еткәс, барыһы ла тәрән йоҡоға талғас, ҡалҡыуыраҡ ергә баҫып, олой-олой Күктән ялбарып, ер улына әйләндереүҙәрен үтенеп һораным. Күк йөҙөндә йәшелле-күкле яҡты нурҙар уйнап китте һәм мин әлеге ошо ҡиәфәтемдә Арҡайымда тыуып үҫкән егет кеүек булдым. Иртә таң менән ҡаңғырып китеп барған халыҡ алдына тағы килеп баҫтым да ҡысҡырып, туҡтауҙарын һораным. Ҡапыл ҡаршыларына килеп сыҡҡан кешене күргәс, ныҡ аптыранылар. Ә мине Тәңре төшөргән илаһи зат тип уйланылар. Оҙаҡ уйлап тормай, халыҡты эйәртеп, бик матур ергә – йылғаһы, тауҙары, киң болон-туғайҙары булған урынға алып килеп еткер­ҙем. Халыҡ бер нисә көндән яҡындағы ырыу кешеләре менән осрашты. Баҡтиһәң, олатайымдың үтенес ҡағыҙы уларҙың Аҡһаҡалына төбәлгән булып сыҡты. Бер кис Яҡты йондоҙ вәкилдәре кире Йыһанға ҡайтып китте, ә мин Ерҙә тороп ҡалдым.
Балалар егеткә яҡыныраҡ шылып ултырҙы. Ҡамыр батыр уларҙың ҡыҙыҡһыныусы, ялтырап киткән күҙҙәренә ҡарап, һорауҙары күп булғанын аңланы.
– Тимәк, – тине Ҡамыр батыр, – һеҙ далала аҙашып йөрөгән халыҡты Ирәндек тауҙарына алып килгәнһегеҙ, һөйләүең буйынса, шулайыраҡ һиҙелә. Халыҡ Арҡайымдан көнбайышҡа күсергә тейеш булған икән…
– Эйе, олатайымдың һүрәтләүе буйынса һыҙылған һуҡмаҡ шуны күрһәтә.
– Ә теге Йыһан вәкилдәре ниндәй сәбәп менән беҙгә төштөләр һуң?
– Илегеҙ уртаһының һыҙмаһын төшөрөп алырға тигән һымаҡ булдылар. Сер ҙә һаҡлаған кеүек ине үҙҙәре. Эйе, был уларҙың эше, ә минең маҡсатым икенсе, әле уны белдегеҙ.
– Бүребай ағай, – Булат, һорау бирергәме икән, тигән кеүек, Ҡамыр батырға ҡараны, уныһы баш ҡаҡҡас, әйтергә батырсылыҡ итте. Сөнки балалар уның егет ҡиәфәтендә, әкиәттәгесә түгел, күҙгә-күҙ ҡарап ултырыуҙарына һаман ышанмаған һымаҡтар ине. – Һеҙ ниңә Ерҙә тороп ҡалдығыҙ һуң?
– Бәлки, берәй сәбәбе булғандыр, – тип һүҙгә ҡушылды Таһир ҙа, – юлдаштарығыҙ кире ҡайт­ҡан бит. Моғайын, улар Ҡош юлына һибелгән ваҡ йондоҙҙар­ҙыр.
Егеттең оҙон керпектәре елпелдәп-елпелдәп китте, оялған кеүек, йылмайып ебәрҙе. Айгөл һорау биреп торманы, барыһын да аңлаған кеүек булды. Бүребай аяғын бер нисә тапҡыр ҡыбырлатты ла шатлыҡлы тауыш менән:
– Ҡамыр батыр ағай, аяғым ауыртмаған кеүек, ҡыбырлатып та була, торорға ярайҙыр ул? – тип һораны.
– Ултыр әле, ултыр, тағы әҙерәк, – тип кәңәш бирҙе Ҡамыр батыр. – Түҙемле бул, һиңә ҡапыл тороп китергә ярамай.
Бүребай ризалыҡ белдереп, баш ҡаҡты ла, хәҙер һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирәм, тигән шикелле балаларға ҡараны.
– Олатайым, моғайын, миңә асыуланмайҙыр. Хәлемде лә беләлер, ләкин минең ер ғазаптарын да күреп, халыҡҡа терәк булып, ҡыйыу ир-егеттәр кеүек йәшәүемде теләйҙер. Китер саҡта миңә ҡарап, нимәлер әйтергә, тип ынтылып ҡуйҙы ла әллә ниңә өндәшмәне, күҙҙәре йәшләнде. Мин уның әйтер теләген былай ҙа аңланым. Сөнки әсәйем Гәү­һәр китергә йыйына башлағас, янына ултыртып алды ла Ерҙә олатайымдың уланы Ел батыр хаҡында түкмәй-сәсмәй ентекләп һөйләп бирҙе һәм Тәңре ярҙамы менән осрашырға насип булырына ла ишара яһаны.

– Был һөйләшеү Ерҙә минең бер аҙға ҡалыуымды, Ел батыр ағай­ҙы яңғыҙ ҡалдырмауымды үтенеүен белдерә ине. Уны һәр төн һайын күҙләйҙәр икән, ләкин муйынына көмөш сылбыр тағыл­ған ҡара бесәйҙе таба алмағандар һаман. Мин уны барыбер осратырға тейешмен. – Бүребай күккә ҡарап алды ла Айгөлгә күҙ төшөрҙө, йылмайҙы. – Тағы ла бер сәбәп булды: әлеге көндә мине беҙ килгән матур төбәктә йәш кәләшем көтә. Теге ваҡыт­та, аҙаш­ҡан саҡтарында, хәле бөткән бер ҡыҙҙы тәғәйен урынға килеп еткәнсе үҙем күтәреп алып барҙым. Күк ҡыҙҙарына түгел, тәү күреүҙә үк Ер ҡыҙына ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Күреп тораһығыҙ, бына ғаиләмә ҡайта алмай яфаланам.– Ниңә был яҡтарға килеп сыҡтың һуң? – тип ҡыҙыҡһынып һораны Ҡамыр батыр. – Әллә беҙҙең кеүек сәйәхәт итеп, был ерҙә ҡамалдыңмы?..
– Сәйәхәт итеүен-итмәйем, былай. Тирә-яҡтағы егеттәр, ил сигендә, бик алыҫта йәшәгән Ҡыҙ батшаның иҫ киткес һылыу булыуын, төрлө ярыштарҙа еңгән егеткә кейәүгә сығырға ҡарар иткәнен ишетеп ҡалғандар ҙа юл күрһәтеп, алып барып ташлауымды ғына үтенеп һорап, миңә килгәндәр. Мин һылыуҡайымды ҡосаҡлап, бәпәй көтөүебеҙҙе белдереп, үтенестәренән баш тарттым. Егеттәр һаман ныҡышты, йортобоҙға һуҡмаҡ һалып бөттөләр. Ҡыҙ батшаға юл тапмағас, асыулы йөрөнөләр. Аҙаҡ, аптырағас, кәләшемдән ризалыҡ алып, бәлки, Ел батыр ағайым да шул яҡта йөрөйҙөр, тигән уй ҙа башыма килгәс, риза булдым. Бүре ҡиәфәтенә индем дә йондоҙ атылған яҡҡа ҡарап, бер төркөм егеттәрҙе алып киттем. Килгән юлды үҙегеҙ ҙә күргәнһегеҙҙер, һеҙ ҙә шул яҡтан елә инегеҙ бит, бик оҙаҡ, көнөн-төнөн, ялһыҙ атланыҡ беҙ. Тик мин кире ҡайта алманым, бына алдығыҙҙа ултырам.
– Әллә һеҙ ҙә ул Ҡыҙ батшаға ғашиҡ булдығыҙмы? – тип һораны Айгөл әкрен генә. – Уны бик сибәр тип әйтәләр бит…
Егет ауыр көрһөнөп ҡуйҙы, башын аҫҡа эйеп, бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы.
– Мин алып килгән егеттәрҙең береһе лә бөгөн юҡ инде. Сөнки Ҡыҙ батшаның ҡуй­ған шарттарын үтәй алманылар – һәләк булдылар. Улар ҡыҙҙың күҙенә бағалар ҙа арбалалар, ҡуйған шарттарын үтәй алмай­ҙар.
– Һеҙ ҙә ул Ҡыҙ батшаны, моғайын, күргәнһегеҙҙер, арбалманығыҙмы һуң? – тип һораны Таһир ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайса йылмайып. – Ә бына беҙ уға ҡараһаҡ, был хәл булмаҫмы икән?
Егет уларҙың һәр береһенең күҙенә, алмаш-тилмәш текәлеп, ҡарап сыҡты.
– Эйе, һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә ул зәһәр күҙҙәре менән арбаясаҡ, сөнки күҙегеҙҙе һаҡлаған пәрҙә юҡ. Ә минекендә бар. Үҙенә тәүге тапҡыр ҡарағанда уҡ уның кем икәнен белдем, тиҙерәк был илде ташлап, кәләшем янына ҡайтҡым килде. Күпме тапҡыр килгән юлға төштөм – алдымда ҡара текә ҡойма барлыҡҡа килә лә ҡуя, бер ерҙән дә аръяҡҡа сыға алманым. Аптырағас, бер саҡ төнөн ялбарып, тау башына сығып, олоп-олоп олатайымдың ярҙам итеүен һораным. Тик был мәлдә күк йөҙөн ҡап-ҡара, ауыр болоттар ҡаплап алды. Ҡыҙ батшаның шымсылары минең бүре егет икәнемде белгәндәр ҙә уға еткергән. Теге саҡырып алды ла: «Беләм, һин ярышта ҡатнашырға теләмәйһең. Алты тапҡыр бүрегә әйләнеп, бер төркөм егеттәр менән сабышаһың. Улар һине ҡороҡлап, алдыма алып килеп һалырға тейештәр. Һуңғы, етенсе тапҡыр, улар ҡулына эләкмәһәң, урманыңа ҡайтырһың», – тине.
Мине тота алмаған егеттәр бер көнө юҡ булды. Бөгөнгө минең ярышым – етенсеһе. Тик мин һаман аптырайым. Ағыулы уҡты егет ҡайҙан алды икән? Һаҙағында ҡәҙимге уҡ булғандыр, тим. Беҙ бит яуҙа түгел, үҙ-ара ярыш бәйгеһендә… Ҡыҙ батша, моғайын, күктәгеләрҙән ҡурҡҡандыр, шуға күрә ярыш ойоштороп, кеше ҡулынан үлтерттерергә уйлағандыр.
– Эйе, дөрөҫ әйтәһең, ағыулы уҡты Ҡыҙ батша үҙе биргән. Әгәр ҙә ҡороҡлай алмаһалар, үлтерергә ҡушҡан. Беҙ егеттәрҙең һөйләшкәнен ишеттек, – тине Ҡамыр батыр. Асыуы ҡабарған егет урынынан торҙо, аҡһай-аҡһай бер нисә аҙым яһаны.
– Ҡамыр батыр ағай, һеҙ ҙә, моғайын, Ҡыҙ батша янына киләһегеҙҙер…
Ҡамыр батыр егеттең һорауына ниңәлер яуап бирмәне, тик балаларға:
– Йәгеҙ, йәш дуҫтарым, һеҙ кейеҙ янына сыға тороғоҙ, ә минең Бүребай ҡусты менән һөйләшә торған һүҙем бар. Яраһына дарыу ҙа һөртөрмөн, – тине.
Балалар әкрен генә ҡыуаҡ эсенән сығып, ишеткәндәренә үҙҙәренсә һығымта яһарға тырышты. Һәр ваҡыттағыса, һүҙ башы Айгөлдә ине.
– Ысынлап та, беҙҙең башҡорт халҡында Күк бүре хаҡында фольклор әҫәре бар. Далала аҙашып йөрөгән халыҡ уның ярҙамында матур, мул ергә килеп сыға һәм бүреләрҙең башлығы хөрмәтенә үҙҙәрен дә Башҡорт тип атай башлай. Эйе, бөгөн беҙ баш ҡортто – Бүребай ағайҙы осраттыҡ. «Ҡорт» тигән һүҙ «бүре» тигәнде лә аңлата икән. Әлбиттә, башҡорт һүҙенең килеп сығыуы хаҡында башҡа сығанаҡтар ҙа йәшәй. Шулай ҙа, бер уйлап ҡараһаң, боронғо илдә, башҡорт халҡында быуындар бәйләнгән сылбыр һис тә өҙөлмәгән. Беҙҙең яҡтарҙа Бүребай исемле ауыл да бар, ысын әйтәм.
– Ә беҙҙең яҡта Бүребай тигән исемдәр ҙә осрап ҡуя. Тимәк, аҙашҡан халыҡты Бүребай ағай Ирәндек тауы итәктәренә алып килгән. Ниндәй йыр бар әле, Айгөл? – Таһир өсөһө лә белгән шаян йырҙы йырлап ебәрҙе лә, аҙағын үҙенсә:
– Күк бүрене алам тиеп,
Кәләшһеҙ ҡалдым быйыл, –
тип тамамлап, көлә-көлә Булатҡа күҙ ҡыҫты. – Был – фольклорҙың бөгөнгө бителер, эйе, дауамылыр, тим. Уралдың Күк бүреһен берәү ҙә ала алмай. Ул – донъя­ла үҙенән көслө дошманына ҡаршы сыҡҡан берҙән-бер йәнлек! Бына шулай, Күгуралда, күгүләндә йәшәй беҙҙең Күк бүре!
– Ә теге яҡты йондоҙ тигәндәре, моғайын, Сириус йондоҙолор. Ергә беренсе булып Сириус вәкилдәре килгән, тип иҫәпләй ҡайһы бер ғалимдар.
– Эй, кемегеҙ шундай матур йыр йырланы? – тип иң алдан йылмайып, етеҙ генә атлап, ҡыуаҡлыҡ эсенән килеп сыҡты Бүребай. – Кем хаҡында ул?
– Бер егеттең шаян йыры ул, ҡыҙҙар тураһында, – тине Ҡамыр батыр ҙа көлөп. – Әйҙәгеҙ, минең буҙатҡа ултырайыҡ, оҙон юлдың осона сығайыҡ.
Бер аҙҙан бөтәһе бергә кейеҙ-келәмгә ултырып, етеҙ генә елдереп, урман ситендәге берҙән-бер өйгә килеп туҡтанылар.
– Бына мин әлегә ошо өйҙә урман әбейе менән торам, – тине Бүребай. – Иртәгә иртәнсәк Ҡыҙ батшаға бергә барырбыҙ. Минең үлгәнемә ышанмай ул, йүгереп йөрөгәнемде күрһә, һеҙгә лә ҡороҡлап алып килергә ҡушыр. Барыбер ҡайтармаҫ, үҙ һүҙендә тора торған бәндә түгел Ҡыҙ батша.
Бүребайҙы, уның юлдаштарын күргән әбей ҡыуанып китте, хөрмәтләп ҡаршы алды, тиҙ генә самауыр ҡуйып ебәрҙе. Үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләнде. «Көнө буйы өйҙә яңғыҙ ултырып, ялҡып китәлер инде, һөйләшергә кешеһе лә юҡ әбейҙең. Ер аҫты донъя­һындағы ҡарсыҡтың бабайы бар ине», – тип уйланы Айгөл уны йәлләп.
– Ярай, әлегә Бүребай улым минең менән бергә йәшәй, йыуанысым да, тамағымды туйҙыр­ған да ул, рәхмәт төшһөн үҙенә.
– Һеҙ шулай ҡара урман ситендә бер үҙегеҙ генә йәшәйһегеҙме? – тип һораны Айгөл, әбейгә сәй урыны әҙерләргә ярҙам итеп йөрөгәндә.
– Бабайымдың юғалыуына быйыл өс йыл тулды. Һунарсы ине. Йыртҡыс, йәнлек тырнағына бер ваҡытта ла эләкмәне. Ҡапыл, ишек алдынан юғалды, шуныһына һаман аптырайым. Ҡалабыҙға Ҡыҙ батша килгәндән һуң булды был хәл.
Ҡамыр батыр менән Бүребай бер-береһенә ҡараны ла ипләп кенә шыбырлашып, сәй урыны әҙерләнгәнсе, тип тышҡа сығып, имән аҫтындағы ултырғысҡа ултырҙы. Бүребай ҡыҙып-ҡыҙып нимәлер һөйләй башланы. Ә малайҙар, Ҡыҙ батша хаҡында күберәк белергә теләп, әбей янында өйҙә ҡалып, урындыҡтан урын алды.
– Әбекәй, күңелегеҙгә ауыр булмаһа, зинһар, ҡала хәлдәрен һөйләгеҙ әле, – тине Булат. – Беҙ алыҫтан, Ҡыҙ батшаның һылыулығын ишетеп, уны күрер өсөн килгәйнек.
Әбей кәрәкмәй тигәнде белдереп, бер нисә тапҡыр ҡулын һелтәне.
– Бер генә күҙ менән булһа ла ҡарар инем мин, – тине Айгөл уға яҡыныраҡ ултырып, яғымлы ҡараш менән күҙҙәренә ҡараны. – Уның кеүек һылыу ҡыҙҙар тағы был донъяла бармы икән?
Әбей йәшле күҙҙәрен һөртөп алды, уфтанғанын белгертмәҫкә тырышты.
– Ярай, ярай, һөйләйем, тик уның янына бара күрмәгеҙ, башҡалар кеүек һәләк булырһығыҙ. Ярай әле Бүребай улым ғына ошо көнгә тиклем нисектер иҫән йөрөй. Тик уның янына барып ҡайтҡан һайын, алһыҙ-ялһыҙ сабып йөрөгән яңғыҙаҡ, ҡасҡалаҡ эт кеүек, тиргә батып, арып ҡайта. Сәбәбен һораһаң, әйтмәй, борсолмауымды үтенеп, йыл­майған була. Ниндәйҙер сер бар бында. – Әбей Таһир менән Булатҡа ҡарап алды. – Бынан өс йыл алда беҙҙең илгә ҙур бәлә килде. Ҡайҙандыр ябырылған дейеү батша илдең байлығын һурып, йота башланы. Ил бөтөнләй емерек хәлгә килде. Тирә-яҡтағы ауылдарҙың мал-тауарын талап, ут төртөп, яндырып бөтөрҙө. Бөтә ерҙә уның ҡанлы ҡулдарының эҙе ҡалды, халыҡтың аһ-зары ишетелде. Илебеҙҙә тик бер генә ҡала тороп ҡалды. Бүребай улым әйткәнсә, дейеү батша илдең ерҙәрен вәзирҙәренә, дейеү туғандарына бүлеп биреп бөткән, тирә-яҡты дошман уратҡан, беҙ бәләкәй ҡулса эсендә генә тороп ҡалғанбыҙ.
– Ә дейеү менән көрәшергә батырҙарығыҙ юҡмы ни? – тип аптырап һораны Булат. – Ил батырһыҙ булмай бит.
– Ҡыйыу егеттәребеҙ күп булды, тәүге көндә үк бергә йыйылып, дейеүҙе эҙләп, илдең бөтә мөйөштәрендә лә булдылар, тик уның эҙенә генә төшә алманылар. Минең бабайым кеүек, ил башлығы ла, ҡатыны ла, уларҙың иҫ киткес һылыу ҡыҙы ла юҡ булды. Шунан һуң тәхеткә сит яҡтар­ҙан бер Ҡыҙ батша килеп ултыр­ҙы.
– Тағы ла бер һорау… – Таһир урынынан сыҙамай тороп китте. – Ниңә ил башлығы башҡа ырыу­ҙарға, беҙҙең яҡтарға ярҙам һорап, илселәр ебәрмәне икән? Ғүмер буйы беҙҙең халыҡ оран һалып, берләшеп, халыҡты яҡларға, боронғо башҡорт илен һаҡларға яуға күтәрелгән бит.
– Бабайымдың һөйләүе буйынса, ил башлығы башҡа ырыуҙарға илсе ебәреп өлгөргән, тик улары бер аҙ барғас та, ниндәйҙер күккә күтәрелеп торған ҡара ҡоймаға осрағандар ҙа сығып китергә юл тапмағандар, һәләк бул­ғандар. Шул көндән башлап ҡалаға инеүселәр булһа ла, кире сығыусылар булмаған…
– Әбейкәй, һеҙ һылыу Ҡыҙ батшаны үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙме? – тип һораны Айгөл, бөгөнгө хәлдең асылын яҡшы белергә теләп.
– Элек ҡала буйлап, таныштар менән осрашып, туғандарыма барып йөрөй торғайным, Ҡыҙ батша килеп, егеттәрҙе һәләк итә башлағас, хәҙер ул яҡҡа аяғымды ла баҫмайым, күрәһем килә, тиһеңме? Ә һеҙҙең Ҡамыр батыр ағайығыҙ кейәү булырға килдеме беҙҙең ҡалаға? – тине әбей асыуланып. – Ул турала уйламағыҙ ҙа, балаҡайҙарым. Ҡыҙ батша иҫ киткес һылыу булһа ла, ҡалабыҙҙа бер ҡыҙыҡ та юҡ, үлем дә үлем. Һеҙ ҙә шуны эҙләп килмәһәгеҙ ярар ине.
Малайҙар аптырап бер-береһенә ҡараны, тик Айгөл көрһөндө генә.
– Эйе, өс йыл инде ҡала яны һеҙҙең кеүек йәш егеттәрҙең мәйете менән тулды. Киләләр ҙә киләләр, киләләр ҙә киләләр, йәш ғүмерҙәре юҡҡа өҙөлә.
– Ниңә, әбекәй, әллә егеттәр ҡыҙ өсөн һуғышалармы? – Таһир сәйерһенде.
– Бүребай ағай ул ҡыҙ батшаның күҙ арбауы бик көслө, ти ине. Әллә шул ғәләмәте арҡа­һында бер-береһен күрә алмай­ҙармы икән?
– Егеттәрҙең башын әйләндерә шул… Ҡасан аҙағы булыр? – Әбей урынынан торҙо, сәй табыны әҙерләй башланы. – Ҡы­ҙым, самауырың ҡайнап сыҡты, егеттәрҙе саҡыр, бергәләп сәй эсеп алайыҡ, әҙерәк күңелде бушатайыҡ, – тип яҡын күреп, Айгөлгә өндәште.
Сәй эскәндә лә һүҙ Ҡыҙ батша хаҡында барҙы. Әлбиттә, Бүребай Ҡамыр батырға ҡалалағы хәлде тулыһынса һөйләп биргәйне. Шуға күрә әбей менән балаларҙың әңгәмәһенә ҡушылманылар, бер-береһенә мәғәнәле ҡарап, бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙылар.
– Ҡыҙ батша кейәү һайлай, тип әйткәйнем бит инде, үҙе килгән егеттәр алдында шундай шарттар ҡуя. Уларҙы үтәрлек батыр табылғаны юҡ әлегә, батырсылыҡ иткәндәре үлеп тик тора.
– Шарттары ниндәй һуң?!. – тип өсөһө бер юлы ҡысҡырып ебәрҙе үҫмерҙәр.
– Ниндәй шарт, ниндәй шарт, уны минән һорамағыҙ, ишеттегеҙме?!. – тип үҙе лә тауышын күтәрҙе әбей. – Әйтергә лә ҡур­ҡам ул турала! Ана, ағайҙарың шым ғына ултыра, моғайын, хәлде белә торғандарҙыр.
Үҫмер малайҙар ҡыҙыҡһыныу­ҙан ғына түгел, асыу тойғоһо үҫә барған йөрәк һыҙланыуына ла түҙә алмай, инәлә башланылар.
– Әбекәй, зинһар әйт инде, сер түгелдер бит, – тип ныҡышты улар.
– Ярай, тыңлағыҙ улайһа үтәп булмаҫ шарттарҙы. Тик ул яҡҡа аяғығыҙҙың берен баҫмағыҙ. Мин һеҙҙең тыуған төйәгегеҙгә имен-һау ҡайтыуығыҙҙы теләйем. Ҡыҙ батшаның беренсе шарты шул: уның йүгерек әбейе менән өс көнлөк юлда ярышыу.
– Мөмкин, – тине Булат көлөм­һөрәп, – әбей кешене лә уҙып китмәгәс, оят булыр.
– Ошоға тиклем бер егеттең дә ул әбейҙе артта ҡалдырып, беренсе булып оло майҙанға килгәне юҡ әле, – тип һүҙгә ҡушылды Бүребай.

– Берәй хәйләһе барҙыр, – тине әбей уйсанланып, – үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, бына мин өс көнлөк юлды йүгереп ҡарайым, ти. Мөмкинме һуң бындай йәш егеттәрҙе… – Әбей яурынын күтәреп, аптырап башын сайҡаны, – ҡыуып етеп, уҙып китеүҙәре, әй-әй-әй!.. Ҡыҙыҡ тамаша булыр ине ысынында, булмай!– Ә икенсеһе, икенсе шарты нисек, әбекәй? – Таһир тыныс­һыҙланды. – Уныһын үтәп буламы һуң?..
Әбей көрһөндө лә күҙҙәрен йомдо, әйтергә лә баҙнат итмәне, шикелле.
– Икенсе шарты шулай, – тине Бүребай. – Мөлдөрәмә тулы бер балғалаҡ балды өс көнлөк юл оҙонлоғондағы бағана буйлап сайпылтмай алып менеү. Тик мин әлегә был шартты үтәгән егеттәрҙе күргәнем юҡ. Бағана башына менгәндәре булды ул, тик балғалаҡтағы балды ергә тамыҙҙылар. Ҡыҙ батшаның вәзир­ҙәре шунда уҡ уларҙы ҡала ситенә алып киттеләр ҙә… Йәл егеттәр, бик йәл...
– Был шартты ла үтәп була, – тине Таһир тыныс тауыш менән. – Һабантуйҙарҙа мин йыл һайын оҙон бағана башына менеп, беренсе бүләкте ала инем.
– Өсөнсө шартын әйтергә лә ҡурҡам, – тине әбей ҡалтыраған тауыш менән. – Ҡыҙҙырылған суйындан яһалған өй эсендә бер төн ябылып ултырып сығыу. Балаҡайҙарым, үлемдән башҡаны белмәй ҡанэскес Ҡыҙ батша, сөнки үҙе сит тоҡомдан ул. Бындағы халыҡ уға үҙ дошманынан да ҡурҡыныс... Бар ҡылығынан һиҙелеп тора, ил һаҡларлыҡ егеттәрҙе үлтереп, беҙҙе ҡол итергә теләй.
– Эйе, ысынлап та, шулай. – Бүребай һүҙгә ҡушылды. – Ил егеттәренең бергәләп үҙен эҙәрләй башлағанын һиҙгәс, көслө ҡорал көрәшенән ҡурҡып, Дейеү батша ҡанэскес хәйләгә күсә. Егеттәрҙең аңын томаларға, дошманға тора алырлыҡ һиҙгерлеген, уяулығын юғалтырға, бер­ҙәмлеген тарҡатырға теләп, ҡарар күҙгә күренмәҫлек, берәү белмәгән мәкерлек уйлап тапҡан. Был яуызлыҡты егеттәр һис тә һиҙмәгән. Һылыу ҡыҙға әйләнгән Дейеү батша үҙенә кейәү һайлай башлаған һәм үҙе ҡуйған дүрт шартты ла үтәргә бойорған. Тик ҡала яны өс йыл инде йәш егеттәрҙең мәйете менән тулды. Ундай шартты үтәрлек батыр табылғаны юҡ әлегә.
Әйтелгән һүҙҙәр шом һалды. Бер-береһенә ҡарап, уйға ҡалып, бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙылар. Ҡапыл Айгөл ултырған урындыҡ аҫтынан ипләп кенә тамсылар там­ған тауыш ишетелде, хәс Шүлгәнташ мәмерйәһендәге кеүек моңло, тылсымлы ине ул.
– Аңланым, Тарауыл олатай, ҙур рәхмәт һиңә, – тине ҡыҙ шатлыҡлы тауыш менән һәм аҡһаҡалдың шартлы билдә белдереүен башҡаларға тиҙерәк еткерергә ашыҡты. – Шүлгәнташ мәмерйәһенең эйәһе – Тарауыл олатайыбыҙ ярҙам итәсәк беҙгә. Ҡыҙ батшаның был шартын да үтәп буласаҡ, мин инәсәкмен ҡыҙҙырылған суйын өй эсенә.
Әбей ҡурҡыуҙан ауыҙын асты, ағалары был эштән баш тартыу­ҙы үтенде.
– Көл булып туҙып ятырға уйлайһыңмы? – тип ҡурҡып ҡысҡырып ебәрҙе иҫенә килгән әбей. – Бер кем дә ярҙам итә алмай һиңә, балаҡай, бушты һөйләмә. Әсәйеңде ғүмерлеккә ҡайғыға һалма, башыңдан алып ташла был уйыңды.
Бүребай менән Ҡамыр батыр ҙа тыныслығын юғалтты, сәй урынынан тороп, тәҙрә янына килеп ултырҙылар.
– Мин риза, Тарауыл олатай, – тине Айгөл һәм үҙе лә балғалаҡ менән өс тапҡыр урындыҡҡа туҡылдатып алды. Мин дә ишеттем, тигән кеүек өс тапҡыр тамсы тамған тауыш ишетелде. Шунда ғына башҡалар Айгөлдөң ҡарарына риза булды.
– Дүртенсе, һуңғы шартты үҙем әйтәйем, – тине Ҡамыр батыр. – Мин уны әле бына Бүребай ҡус­тынан ишеттем. Ҡыҙ батшаның вәзире әйтмешләй, һылыу­лыҡта, көслөлөктә тиңе булмаған Ҡыҙ батшаның үҙен көрәштә еңеү икән. Быныһын да булдырып була. Мин сығам көрәшкә.
Әбей асыуланып, ярһып китте. Ауыҙына алған сәйен эсә алмай сәсәп, кире ултыртты, аптырап, батырҙар янына килеп баҫты.
– Береһе лә булмай, үлем генә була! Күпме егеттәрҙең башын ашаны ул!
– Ҡурҡма, инәй, беҙ күмәк бит, – тине Ҡамыр батыр йәш дуҫтарына ҡарап.
– Эйе, күмәкләп булдырабыҙ, – тине үҫмерҙәргә ҡушылып Бүребай ҙа.
Иртәгеһен әбей менән хушлашып, уның фатихаһын алғас, урман юлындағы бер ҡарт ҡарағай тапҡырында Бүребай башҡаларға бер аҙға ғына туҡтап торорға, кәңәшләшеп алырға тәҡдим итте.
– Кисә әбекәй Ҡыҙ батшаны бер туҡтауһыҙ ситтән тиргәп, ныҡ ярһып киткәйне, шуға күрә әйтер һүҙемде әйтеп бөтмәгәйнем, – тине ул сикһеҙ зәңгәр күккә бер аҙ төбәлеп торғандан һуң. – Ҡамыр батыр ағай, һин Ҡыҙ батшаның бөтә булған шарттарын да бер үҙең генә үтергә тейешһең. Сөнки һайланған кейәү – һин. Йүгерек әбей менән бергә йүгерәһең, бағана башына менәһең, ҡыҙған суйын өйгә инеп, тере сығаһың һәм һуңынан Ҡыҙ батшаның үҙе менән көрәшәһең.
Ҡамыр батыр уйға ҡалды, үҫмерҙәр тынысһыҙланды. Айгөл әкиәттәге төп геройҙарҙы иҫенә төшөрөп: «Әлбиттә, Йүгерек, Күл­уртлар, Ертыңлар, Уғатар, Ҡамыр батырҙар бишеһе лә буй­ға бер тигеҙ, мыҡты кәүҙәле, һылыу йөҙлө, бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш булғандар һәм уларҙы бер кем дә бер-береһенән айыра алмаған. Һәр кемдең эше исеменә тап килгән. Шуға күрә улар Ҡамыр батырға ярҙам итер өсөн уның кейемдәрен кейгәндәр ҙә Ҡыҙ батшаның шарттарын бергәләп үтәгәндәр. Ә бөгөн кемгә ярай һуң Ҡамыр батырҙың үҙ кейемдәре? Ул баһадир, ә беҙ?.. Оҡшамағанбыҙ ҙа… Туҡта, әкиәттәрҙә кәпәс тә ярҙам итә бит. Кейһәң – юғалаһың, сис­һәң…» – тип уйланы ла ҡысҡырып ебәрҙе.
– Ысынлап та, кәпәс!..
Бүребай ҡыҙға йылмайып ҡараны, әҙерәк туҡтап тор, тигән ишара яһаны.
– Нимә эшләргә икән һуң? – тине Ҡамыр батыр бер аҙҙан. – Ҡыҙ батшаны көрәштә еңеү иң һуңғы шарт бит әле… Уға тиклем…
– Был илдең егеттәре үҙҙәре эҙләп йөрөгән йыртҡыс Дейеү батшаның ошо юха ҡыҙ икәнен аңламағандар. – Бүребай ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы. – Әгәр төшөнһәләр, бергәләп күптән юҡ итерҙәр ине. Быны аңлаған дейеү бер төндә шымсыларынан ил башлығының берҙән-бер ҡыҙын урлата ла уның иҫ киткес һылыу­лығын үҙенә күсереп, хәйлә ҡороу юлы менән үҙенә кейәү һайлаған була һәм ил һаҡларлыҡ егеттәрҙең башын әйләндереп, өс йыл буйы берәм-берәм юҡ итә башлай. Башҡа ырыуҙарҙың ҡайһы берәүҙәренә лә кейәү һайлау хәбәре менән вәзирҙәрен ебәрә, сөнки ҡапылда бөтә башҡорт илен буйһондора алмауын үҙе аңлай, шуға ҡанэскес хәйлә ҡора.
– Ә ҡайҙа һуң ил башлығының ҡыҙы? – тип түҙемһеҙләнә Ҡамыр батыр.
– Тимәк, мине был дейеү-Ҡыҙ батша түгел, ҡоллоҡта зарығып интеккән ҡала башлығының ҡыҙы ялбарып саҡырған булған. – Ҡамыр батырҙың күҙҙәре ҡапыл асыуҙан ялтырап китте. – Тик ҡыҙҙы ошоға тиклем юҡ итмәнеләрме икән? Һылыулығы алынды бит. Был һорау мине ныҡ борсой башланы. Бәлки, был турала беләһеңдер, Бүребай ҡусты?
– Тыныслан, Ҡамыр батыр ағай, – тип йыуатты уны Бүребай. – Шымыраҡ һөйләшәйек, тирә-яҡта Ҡыҙ батшаның шымсылары гел йәшенеп йөрөй. – Үҙе еҫкәнгән кеүек, муйынын алға һуҙып, тирә-яҡҡа ҡарап алды. – Урман араһында тойолмай былай. Ә һеҙҙең төшөгөҙгә ингән һылыу ҡыҙ тере, тик берәү ҙә уның ҡай­ҙа икәнен белмәй. Әсәһе менән атаһы ла ҡалала юҡ. Улар өсөһө лә иҫәндәр. Әгәр һылыуҡай тере булмаһа, Ҡыҙ батшаның матурлығы күптән һулыр, әсәһе үлһә, егеттәр менән яғымлы һөйләшә алмаҫ һәм ил башлығы юғалһа, идара итеү һәләте лә һис булмаҫ ине. Шуға күрә борсолмағыҙ, Ҡамыр батыр ағай.
Бүребай үҫмерҙәрҙе алдына баҫтырҙы ла күңел күтәрерҙәй шат тауыш менән:
– Һеҙ, егеттәр, һин дә һеңлекәш, Ҡамыр батыр ағайығыҙ кеүек буйға бер тигеҙ, мыҡты кәүҙәле, һылыу йөҙлө, ике тамсы һыу кеүек, уға оҡшаш булырға тейешһегеҙ, – тине.
– Бының булыуы һис мөмкин түгел! – тип аптыраны Булат.
– Беҙ Ҡамыр батыр ағайҙың малайҙары булһаҡ, уға оҡшар инек, – тип көлөмһөрәне Таһир, – беҙ бит икенсе уҙаман уландары.
Айгөл Бүребайға яғымлы ҡараны, уныһы ризалыҡ биргәндәй, баш ҡаҡты.
– Бүребай ағай үҙе Күк бүрегә әүерелә алғас, беҙҙең өсөн дә берәй әмәлен табыр әле, шулай бит? – Үҙе сәсен рәткә килтереп, башлығын һыйпап ҡуйҙы.
– Аҡыллы ҡыҙ һин, Айгөл, әйтелгән һүҙҙәр мәғәнәһенә тиҙ төшөнәһең. Эйе, һәр берегеҙ Ҡыҙ батшаның шартын үтәр өсөн алдына баҫыр алдынан мин һеҙгә берәүгә лә һиҙҙермәй генә ошо кәпәсемде кейҙереп өлгөрөргә тейешмен. Шул саҡта һеҙ Ҡамыр батыр ағайҙың һынын аласаҡһығыҙ.
– Эй-й-й, – тине Булат, Ҡамыр батырҙың һынын үлсәгәндәй, уны баштан аяҡ ҡарап алғас, – мин Ҡамыр батыр ағай кеүек мыҡты кәүҙәле булһам, йүгерә аламмы һуң? Бер саҡрым да үтмәҫмен, кеше көлдөрөп, ятып та ҡалырмын.
– Ҡурҡма, һының ғына Ҡамыр батыр ағай буласаҡ, ә эсендә – һин үҙең. Әбей менән йәнәшә йүгерәм, тиһәң, һыңар аяҡ менән генә йүгерерһең дә әле.
– Ҡыҙыҡ… – тине Таһир ҙа башын сайҡап, йылмайып һүҙһеҙ торған Ҡамыр батырға күҙ һал­ғас. – Миндә лә шул һын булһа, бағана башына бер ҡолас та күтәрелә алмаҫмын шул.
– Шулай уйлайһыңмы, йә әле, Таһир, мин һиңә кәпәсемде кей­ҙерәйем, тик һин үҙеңде, мин – Ҡамыр батырмын, тип хис ит, килештекме?
Таһир көлә-көлә, Бүребай кей­ҙергән баш кейемен һыйпап алғас, ике тамсы һыу кеүек, Ҡамыр батыр булды ла ҡуйҙы.
– Таһир, йә әле, Ҡамыр батыр ағай янына тор, – тине Бүребай, уның ҙур услы ҡулынан тотоп, – ҡарайыҡ, һин уға оҡшаныңмы икән?
Ул барып баҫҡас, бөтәһе лә хайран ҡалды.
– Йә, Булат, әйт әле, ҡайһыһы Ҡамыр батыр ағай ҙа ҡайһыһы Таһир? – тине Бүребай, – әлбиттә, һеҙ беләһегеҙ, уң яҡта тор­ған йәш егет – Таһир.
– Ысынлап та, – тип үҙе лә аптырап китте Айгөл. – Улар бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған: мыҡты кәүҙәле, матур йөҙлө егеттәр. Уларҙы бер кем, хатта Ҡыҙ батша ла бер-береһенән айыра алмаясаҡ. – Үҙе шатлығын йәшерә алмай, ҡыуанып, сәпәкәй итеп алды. – Шул кәрәк һиңә, юха сихырсы!
Таһир ҙа үҙен һынағандай, оло ҡарағай тирәләп, етеҙ генә йүгереп сыҡты.
– Ысынлап та, мин үҙемде элеккесә тоям, бағанаға менеү сүп кенә буласаҡ.
Һөйләшә-һөйләшә юлдарын дауам иттеләр, шулай бара тор­ғас, ҡала ситенә килеп еткәндәрен дә һиҙмәй ҡалдылар.
– Тағы шуны иҫкәртәйем һеҙгә, – тине Бүребай икенсе тапҡырға уларҙы туҡтатып. – Кәпәс тураһында әйттем инде. Уны мин генә кейҙерә, мин генә сисә алам, һеҙ ҙә, башҡа бер кем дә түгел. Әүермәнде һөйләп, бик кәрәкле бер нәмәне онотоп торам. Ҡала ситендә торабыҙ, хәҙер оло майҙан аша үтеп, Ҡыҙ батша йәшәгән һарайға барабыҙ. Һин, Ҡамыр батыр ағай, уның янына инеп, үҙеңде таныштырырға, ярыш бәйгеһендә ҡатнашырға теләүеңде белдерергә тейеш­һең. Башыңды аҫҡа эйеп кенә тора алмаясаҡһың, теләһәң-теләмәһәң дә, төшөңдә күргән ҡыҙҙы хәтерләп, Ҡыҙ батшаның иҫ киткес һылыу йөҙөн күргең киләсәк. Уның күҙҙәре һине арбаясаҡ, үҙ барлығыңды онотасаҡһың, һәр һүҙенә бәүелеп, ҡол рәүешендә ҡаласаҡһың. Был юлы мин һеҙгә бер нисек тә ярҙам итә алмайым. Күҙҙәрегеҙҙе ҡап­латыр өсөн пәрҙәм юҡ минең…
– Күҙҙәрҙе ҡапларға! – Айгөл ағаларына ҡарап алды ла арҡаһындағы күн сумкаһынан нимәлер эҙләй башланы. – Ағайҙарым, үҙегеҙ ҙә күн сумкағыҙҙы аҡтарығыҙ әле, моғайын, пәрҙә тигән нәмә һеҙҙә лә барҙыр.
– Ниндәй пәрҙә тағы? – Ағалары бер юлы ҡапыл һорау бир­һә лә, һүҙһеҙ аңлағас, яуап көтмәйсә, арҡа сумкаларын ергә ҡуйып, соҡсона башланылар.
– Тарауыл олатай бер нәмәне лә онотмаған: ул боронғо ғына түгел, ул – бөгөнгө замана олатайы ла.
Үҙе сумканан ике пар ҡара күҙлек сығарҙы ла берәүһен аптырап торған Ҡамыр батырға бирҙе, икенсеһен, маңлай сәсен һыйпап, үҙе кейеп алды.
– Ҡамыр батыр ағай, күрҙең бит, пәрҙә-күҙлекте ошолай итеп кейергә кәрәк. Уны һинән башҡа бер кем дә сисә алмаясаҡ. Һин кейәһең, үҙең сисәһең. Бүребай ағайға күренгән кеүек, Ҡыҙ батшаның ысын йөҙөн һин дә күререрһең бөгөн һәм барыһын да аңларһың.
Малайҙар ҙа күҙлек кейеп ебәр­гәс, Бүребай ныҡ ғәжәпләнде.
– Ҡара, ҡара, бөтәгеҙ ҙә ҡара күҙле кешеләр булдығыҙ ҙа ҡуй­ҙығыҙ бит!
Ҡамыр батыр Бүребайҙы, балаларҙы ҡосаҡлап, һөйөп-һөйөп алды.
– Башҡа бер нәмәне лә онотманыҡмы, Бүребай ҡусты? – тип һораны үҙе.
– Юҡ, онотманыҡ! Алға, дуҫтар! Береклектә – тереклек!
Һоҡланғыс биҙәктәр менән матурланған иркен бүлмәгә ингәс, Ҡамыр батыр аптырап китте. Ҡыҙ батша бүлмәһенә ингән ишек төбөндә йәш, типһә тимер өҙөрлөк көслө егеттәр, уның башты әйләндергес һылыулығын күрергә, бәйгелә ҡатнашырға теләп, оҙон, ялыҡтырғыс сиратҡа теҙелешеп, үҙ-ара һөйләшеп, көтөп тора ине. «Үләсәктәрен белмәй инде был егеттәр, хәйлә менән ау-тоҙаҡҡа эләккән бахыр ҡуян кеүек буласаҡтарын да аңламай­ҙар шул… Юҡ, иң һуңынан кил­һәм дә, иң алдан инергә тейешмен Ҡыҙ батша бүлмәһенә. Йөҙәрләгән егеттәрҙең ғәзиз ғүмерҙәрен, илде һаҡлап алып ҡалыу – беҙҙең бурыс», – тип уйланы Ҡамыр батыр һәм сираттың иң алдына барып баҫты. Башҡа егеттәр шаулаша башлағас, Ҡыҙ батшаның баш вәзире килеп сыҡты. Әлбиттә, ул шау-шыуҙың сәбәбен аңлай ине һәм алдында мыҡты кәүҙәле, һылыу егетте күргәс, ишек төбөндә торған ике һаҡсыға Ҡамыр батырҙы беренсе итеп индерергә ҡушты.

Ҡыҙ батшаның һаҡсылары батырҙы баштан-аяҡ тикшереп сыҡҡандан һуң, күҙҙәренең ҡәҙимге түгеллеген күреп:– Ниңә күҙҙәреңде ҡара япма менән ҡаплағанһың, улай ярамай, сис, – тине.
– Ул бер ниндәй ҙә япма түгел, үҙемдең шулай ҙур, ҡара күҙҙәрем, – тине Ҡамыр батыр. – Ышанмаһағыҙ, әйҙә, япманы үҙегеҙ сисеп ҡарағыҙ.
Һаҡсылар алмаш-тилмәш күҙлекте сисеп ҡарарға маташа, ләкин булдыра алмайҙар һәм ҡара, ҙур күҙ икән, тип уйлайҙар ҙа Ҡыҙ батша янына индереп ебәрәләр. Зиннәтле матур әйбер­ҙәр, ҡиммәтле нәмәләр араһында йылмайып ултырған иҫ киткес һылыу Ҡыҙ батшаны күргәс, Ҡамыр батыр һоҡланыуҙан башын эйеп иҫәнләшә. Ҡыҙ батша ҡәнәғәтләнеп, ултырған урынынан тора биреп ҡуя, йылмайып, үҙе янына яҡыныраҡ килеүен һорай. «Һылыулығы хәс минең төшкә ингән ҡыҙ кеүек», – тип уйлай батыр, үҙе күҙлек аша уның күҙҙәренә ҡарай һәм алдында һылыу ҡыҙ түгел, егеттәр­ҙең башын ашаусы иҫ киткес ҡурҡыныс дейеү ултырғанын күрә.
Асыуынан ярһып китә ул, ләкин үҙен ҡулға алырға өлгөрә һәм ярыш бәйгеһендә ҡатнашырға теләгәнен белдерә. Ҡанға һыу­һап торған Ҡыҙ батша кинәнеп риза була ла егеттең күҙҙәренә текәлеп ҡарай. «Ошоноң кеүек егеттәрҙе тиҙерәк бөтөрөргә кәрәк, юғиһә, яу булып миңә ябырыласаҡтар, үҙ илдәренән ҡыуып сығарасаҡтар. Тик ниңә әле был егет һылыулығымды күреп, башҡалар кеүек шаҡ ҡатып торманы, күҙҙәренә ҡараһам да, арбалып бәүелмәне, ҡайҙан килгән кеше икән был? Ярай, алда һине башкиҫәрҙәрем көтә, минең йүгерек әбейемде уҙып ҡара, беренсе шарттан һуң үле кәүҙәң ҡала ситендә ятасаҡ», – тип уйлай һәм үҙенең тиҙҙән оло май­ҙанға киләсәген әйтә. Сиратта торған егеттәрҙе баш вәзир Ҡыҙ батша янына индермәй, тамаша ҡарар­ға майҙанға саҡыра. Йыйылған халыҡҡа Ҡамыр батырҙы күрһәтәләр, уның нәүбәттәге ярыш бәйгеһендә ҡатнашасағын иғлан итәләр. Илдең төрлө еренән ҡыуып килтерелгән халыҡ батырҙы күреп, үҙен бик йәлләй, ниндәй матур, мыҡты кәүҙәле был егет тә иртәгә һәләк була инде, тип ҡайғыра. Майҙанда йо­ҡа кәүҙәле, ҡулдары ҡош ҡанаты кеүек бер туҡтауһыҙ елпелдәп торған бер әбей күренә. Вәзир уны тәбрикләп, бар халыҡҡа ҡул сабырға бойора. Шау-шыуҙан файҙаланып, Бүребайҙың кәпәсен кейгән Булат был әбейҙең ҡаршыһына килеп баҫа, ә Ҡамыр батыр халыҡ араһына инеп юғала. Ҡыҙ батшаның вәзире ярыш башлан­ғанын хәбәр итеп, йүгерек әбейе менән Булатты өс көнлөк юлға сығарып ебәрә. Ә иптәштәре егеткә хәйерле юл теләп ҡала һәм халыҡ араһынан боҫа-боҫа, Ҡыҙ батшаға яҡыныраҡ килеп, уның һылыулығын күрергә уйлай. Ҡамыр батыр барыһын да аңлағанға күрә, Бүребайҙан улар­ҙан күҙен һис ысҡындырмай, арттарынан ҡалмай, эйәреп йөрөүен һорай. Тик балалар һылыу йөҙҙө күрмәйҙәр. Имәнес дейеү башына ҡараған Айгөл саҡ ҡолап китмәй, уны тотоп өлгөргөн Бүребай шым ғына:
– Ҡурҡмағыҙ, мин һеҙҙең менән, әйҙәгеҙ, аулаҡҡа, Ҡамыр батыр ағай янына барайыҡ, унда Булатты көтөргә тейешбеҙ, – ти һәм уларҙы халыҡ араһынан саҡ айырып, үҙе әйтмешләй, аулаҡ ергә, тиҙерәк майҙан ситенә алып китә.
Ҡыҙ батшаны үҙ күҙҙәре менән күргән балаларҙың һүҙҙәре бөтмәне.
– Уның ысын йөҙөн беҙ ҙә күрҙек, нисек минең йөрәгем ярылып китмәгән икән, ҡолап бар­ғанда ярай Бүребай ағай тотоп ҡалған. – Айгөл рәхмәт йөҙөнән уға боролоп ҡараны. – Иҫтән дә яҙғанмындыр әле…
– Барыбер батырһың, иҫтән яҙыуын яҙманың бит, – тип йылмайҙы Бүребай.
– Йәш һылыу ҡыҙҙың битлеген кейеп ултыра, сихырсы! – тип йоҙроҡтарын төйҙө Таһир. – Үлгән егеттәр уның кем икәнен бел­һә, бәлки, ялған һылыулыҡҡа арбалмаҫтар ине. Их, беҙҙеке кеүек ҡара күҙлектәре булһа ине уларҙың да!
– Нишләйһең инде, – тип шыбырланы Айгөл һәм Булатты иҫенә төшөрҙө. – Өс көн буйы йүгереп, арымаҫмы икән?
– Йәл, – тине Бүребай, – кәпәсем икәү булһа, бүрегә әйләнер ҙә һиҙҙермәй генә уларҙың йүгергәнен күҙәтеп барыр инем. Минеңсә, берәй хәйләһе бар был йүгеректең. Беҙҙең әбейкәй дөрөҫ әйтә. Бынамын тигән йүгерек егеттәр тота ла артта ҡала, тота ла артта ҡала. Аңламаҫһың был бәйгене!
Үләнгә ултырҙылар ҙа бер-береһенә борсоулы йөҙҙәрен күр­һәтмәҫкә тырышып, шымып ҡалдылар. Айгөл ҡапыл әкиәттең үҙен иҫенә төшөрҙө. «Яныбыҙҙа Ертыңлар батыр булһа, ергә ятып тыңлап, ярыштың барышы тураһында беҙгә хәбәр итеп торор ине», – тип уйланы һәм ҡысҡырып ебәрҙе.
– Булат ағайҙың сумкаһын ҡарайыҡ әле, бинокль тигән нәмә ятмаймы икән? – Үҙе түҙмәй, ағаһы сумкаһында эҙләнә башланы. – Ята, бына ята бинокль! Мә, тиҙерәк ҡара, ярыштың барышы тураһында хәбәр ит, дөрөҫөн беләйек.
Таһир күҙлеген сисеп, ҡалҡыуыраҡ ергә күтәрелде лә биноклдән ҡарап, үткән юлдан ҡыу­ҙырып, тегеләрҙең артынан төштө.
– Йүгерәләр! Әбей ҡулдарын йәйеп, ҡош кеүек осоп барған һымаҡ, ә Булат көлә-көлә, тирә-яҡты ҡарап юрғалай… Ныҡлап йүгермәгән дә кеүек.
Бинокль Айгөлгө күсте, ҡыҙ ҡәнәғәт йөҙ менән рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе.
– Йүгерәләр! Юлдың яртыһын күрһәтеп торған билдә әле бик алыҫ. – Айгөл янына ҡыҙыҡ­һынып, Ҡамыр батыр менән Бүребай ҙа килеп торҙо. – Ҡамыр батыр ағай, һин дә күҙлегеңде сисеп тор, шунан бынан ҡарар­һың.
– Ысынлап та, был ялтыр күҙ­ҙән бик алыҫтағы нәмәләр ҙә күренә икән. Ана, икәүләшеп йүгерәләр шул, теге йүгерек әбей бөтөнләй хәлдән тайған. Булат уны йәлләй шикелле, нимәлер һөйләп, бергә йүгереп килгән була. Мә, Бүребай, һин ҡара.
– Йүгерә бирһендәр, – тине ул, үҙе тирә-яҡты ҡарап алды. – Был кеше күҙе лә, кейек-хай­уандыҡы ла түгел, бик үткер. Бының аша беҙҙең яҡтағы бейек тау остары ла күренгән һымаҡ. Ҡара ҡойма бөтөнләйгә ҡаланы уратып алған икән, бер сығыр ҡапҡа ла, бәләкәй генә тишек-маҙар ҙа юҡ. Ҡана, тегеләрҙе ҡарайыҡ әле. Бәй, йүгерек әбей Булаттан ял итергә һорай. Ә тегеһе… Афарин! Йүгерек әбейгә иптәш булам, типтер инде, һыңар аяғы менән генә йүгерә башлаған. Арыйым, тигән нәмә бөтөнләй күренмәй унда, ҡоласын йәйеп, йырлап та килгән һымаҡ. Туҡта… Булат әбейҙең тәҡдименә риза булды… Ял итеп алдылар ҙа тағы йүгерергә тотондолар. Ниңә әбейҙе ҡалдырып, ҡайтып китмәй икән был бала? – Бүребай көрһөнөп ҡуйҙы. – Дошман, тип түгелдер, олоно-оло, тип йәлләй­ҙер инде йүгерек әбейҙе.
Ҡамыр батыр дуҫтары менән биноклдән алмаш-тилмәш ҡарай-ҡарай, йүгереүселәрҙе күҙәтеп, төрлө хәлдәр хаҡында һөйләшә-һөйләшә ваҡыт уҙғарҙы. Ҡараңғы төшә башланы, һуңғы тапҡыр ҡарағандан һуң ул:
– Әбей бөтөнләй хәлдән тай­ған. Бер туҡтауһыҙ ял итергә һорай. Бына тағы туҡтанылар… Ашарға ултырҙылар… Йоҡларға яттылар… Улар йоҡлағанда беҙ ҙә ял итәйек, әбейкәйебеҙ юлдан күҙен алмай, күптән көтәлер инде, – тине.
Балалар ҡайтырға ҡушҡуллап риза булды, тик ниңәлер Бүребай икеләнде.
– Һаҡта торған кеүек мин бында ҡалайым, әллә ниңә бөгөн йоҡом килмәй, төнө буйы ялтыр күҙҙән йыш ҡына тегеләрҙе ҡарап торормон, – тине үҙе.
– Эй, Бүребай ағай, ялтыр күҙ ҙә төнөн йоҡлай шул. Йә, тегеләрҙе ҡара әле.
Айгөлдөң әйтеүе дөрөҫ булды, ул ҡыҙҙың һәр һүҙенә ышана ине.
– Ысынлап та, бик насар күренә икән, төнөн, моғайын, уны ла ҡараңғылыҡ ҡаплайҙыр, ҡайтайыҡ, әләйһә. Беҙҙе көтә-көтә әбейкәйебеҙҙең күҙе, ысынлап та, дүрт булғандыр.
Әбей уларҙы борсолоп ҡаршы алды. Араларында Булаттың юҡлығын да күргәс, ҡурҡып китте, хәлдәрен һөйләп биргәс тә барыбер тынысланманы, элеккесә һөйләнә-һөйләнә, Ҡыҙ батшаны тиргәй-тиргәй, барыһын ашатып-эсерҙе. Уларҙы Бүребай яратҡан ҡоймаҡ менән һыйланы ла йоҡларға урын йәйҙе. Йоҡлар­ға яттылар.
Иртә таң менән Бүребай бөтәһен дә аяҡҡа баҫтырҙы.
– Тиҙерәк, тиҙерәк! Сәй эсәйек тә майҙанға йүгерҙек. Ниндәйҙер насарлыҡ һиҙәм – йөрәгем күкрәгемдән сығып барған кеүек. Был бушҡа түгел, дуҫтарым.
Ысынлап та, уның һиҙеме дөп-дөрөҫ булып сыҡты. Ҡамыр батыр биноклдән ҡараны ла саҡ ҡысҡырып ебәрмәне.
– Үәт, яуыз ҡарсыҡ! Булат һаман да кисәге урында рәхәтләнеп йоҡлап ята.
Биноклде алып, бер-бер артлы ҡаранылар, был хәлгә ышанғылары килмәне.
– Ниңә йоҡлап ята икән ул, һис тә арығаны һиҙелмәне бит.
– Эйе шул, хатта һыңар аяғы менән генә йүгерҙе.
– Әйттем бит, берәй хәйләһе барҙыр, тип был йүгерек әбей­ҙең.
Айгөл хәлде былай ҙа белә ине, үҙгәртмәҫкә теләһә лә, ҡурҡып китте.
– Нимә булһын Булатҡа! Әбей уның башына оҙаҡ йоҡлата торған сүлмәк ҡаплаған да үҙе йүгереп ҡайтып килә, ярты көнлөк юлы ғына ҡалған.
– Һиҙемләүем дөрөҫ булған. Хәйлә менән егеттәрҙе алдап, төп башына ултыртып, хужабикәһенә хеҙмәт иткән. Асыҡтан-асыҡ ил халҡын еңә алмағас, Ҡыҙ батша ҡара йылан кеүек аҫтан шыуып инеп, ыҫылдап, сихыр юлы менән йөрәк бауын өҙә башлаған. Илдең йөрәк бауы – тимер өҙөрлөк көслө егеттәр. Ҡырылмаһын улар хәйлә ағыуы менән.
– Тыныс булығыҙ, дуҫтарым, хәҙер уятабыҙ Булатты, – тине Ҡамыр батыр дөрөҫлөктө белгәс. – Һикереп торһа, «һә» тигәнсе майҙанға килеп тә етер.
Бинокль ярҙамында Ҡамыр батыр кәрәкле урынды самалап алды ла уғын тоҫҡап атып та ебәр­ҙе. Быны үлә яҙып күҙәтеп торған Таһир:
– Тейҙе! – тип ҡысҡырып ебәр­ҙе. – Ҡаплаған ҡара сүлмәк селпәрәмә килде!
– Әһә! – тине Бүребай, бер-бер артлы күскән бинокль ҡулына эләккәс, бәләкәй балалар кеүек аяғын тыпырлатып,
– Беҙҙең егет ике аяғы менән йүгерә башланы.
– Әбейҙе ҡыуып етте, асыу менән йоҙроғон күрһәтте лә уҙып та китте. – Таһир шатлығынан Айгөлдө ҡосаҡлап алды. – Булды, тәүге шарт үтәлде! Ура!
Ҡамыр батыр балаларҙы ашыҡтырҙы, тиҙерәк майҙанға барып етергә кәрәклеген әйтте. Бүребай Таһирҙы ла аңғартты.
– Хәҙер сират һиңә, Таһир. Булаттың кәпәсен был юлы һиңә кейҙерермен.
Күп тә үтмәне, Булат майҙанға йылмайып килеп инде. Тәүге тапҡыр егет кешенең майҙанға беренсе булып аяҡ баҫыуын күргән халыҡ, геүләп, ҡысҡыра-ҡысҡыра, ҡул саба башланы, дуҫтары уны күтәреп алып, күккә сөйҙө. Кәүҙәһе Ҡамыр батырҙыҡы булһа ла, үҙе булып ҡалған Булат көлә-көлә арып бөттө. Ергә баҫып та өлгөрмәне, бер кем абайламай ҙа ҡалды, ҡосаҡлашып торған Булаттың кәпәсен Бүребай Таһирға кейҙереп тә ҡуй­ҙы. Бер аҙҙан көс-хәл менән майҙанға килеп йығылған әбейҙе уҫал һаҡсылар елтерәтеп, ҡайҙалыр һөйрәтеп алып сығып та китте.
– Ҡарағыҙ, үҙенә урын таба алмай ултырған Ҡыҙ батшаның һөмһөрө ҡойолоп төштө, асыуын тыя алмайса, үҙенә хеҙмәт иткән әбейенең башын киҫергә бойор­ҙо. Сөнки уларҙың хәйләһен халыҡ белде, – тине Бүребай шым ғына.
– Икенсе шартты үтә! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Ҡыҙ батша, Таһирға бармағы менән төртөп. – Ниңә бағана кеүек һерәйеп тораһың?
– Мин әҙер! – тип уның алдына килеп баҫты Таһир. – Нимә эшләргә?
– Тиҙерәк теге нәмәләрҙе килтерегеҙ! – тип вәзирҙәренә лә ҡысҡырҙы ул.
Әбейҙең еңеүенә ышанған вәзирҙәр икенсе ярыш кәрәк-ярағын майҙанға алып килмәгән ине. Йүгерек әбейҙән дә шәберәк йүгереп, кәрәкле нәмәне «һә» тигәнсе сығарып ҡуйҙылар.
Икенсе шартты үтәр өсөн Таһир мөлдөрәмә тулы бал һалынған балғалаҡты тешләп, бер ҙә сайпылтмай, өс көнлөк юл оҙонлоғондағы бағана башына менә башланы. Иптәштәре генә түгел, хатта халыҡ араһынан да ҡайһы берәүҙәр ҡысҡырып, хәйерле еңеү сәғәте теләп ҡалды. Ошондай мыҡты кәүҙәһе менән бағана башына бик етеҙ үрмәләүенә һоҡландылар һәм арып, кире шыуып килеп төшә күрмәһен, тип тә ҡурҡтылар. Ә Таһир ғына хәле бөткәнен һиҙмәне. Арыуынан асыуы көслөрәк ине шул. Ҡала ситендә тулып ятҡан йәш егеттәрҙең мәйеттәрен күр­ҙе ул. Тағы ла етеҙерәк менергә, икенсе шартты тиҙерәк үтәргә тырышты һәм тырмаша торғас, бағана башы күренде. Туҡтап, бер аҙ ял итеп торғанда томандар араһында ултырған тыуған ауылын күрҙе. Ана, ҡыҙҙар һыуға китте… Иптәш малайҙары мәктәп майҙансығында футбол уйнай… Ҡапыл Таһирҙың күҙе үҙ өйҙәренең ишек алдына төштө. Атаһы салғы сүкей… Әсәһе сыуал усағында йыуаса бешерә. Ҡапыл юҡһыныуҙан Таһирҙың күҙ йәштәре сикәһе буйлап ағып китте.
– Бал тамды! Төш тиҙерәк, башыңды киҫәбеҙ! – тип шатланып ҡысҡырҙы Ҡыҙ батшаның баш вәзире. Иптәштәре лә күҙ йәше тамған урынға йүгереп килеп етте, ә Ҡыҙ батшаның ауыҙы йырылды, ҡыуанысынан һикереп ҡуйҙы.
– Бал түгел, күҙ йәше был, ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ тәмләп ҡарағыҙ, – тине Булат асыуланып. – Ана, халыҡ дөрөҫлөктө көтә! Күрәһегеҙме, шаулаша башланылар.
Ҡыҙ батшаның судьяһы теләр-теләмәҫ кенә күҙ йәше төшкән урынға тел тейҙереп ҡараны ла үҙ фекерен әйтергә мәжбүр булды.
– Әсе, ысынлап та, күҙ йәше был, бал булһа, татлы булыр ине, – тине ҡурҡҡан тауыш менән.

Ҡыҙ батша түҙмәне, урынынан тороп, шарылдап ҡысҡырҙы.– Ышанмайым быға, бының булыуы мөмкин түгел, шул урынға ут төртөгөҙ!
Судья шунда уҡ бойороҡто үтәне, ләкин ут күҙ йәшенә тейеү менән һүнде.
– Ә ниңә кәрәк бындай тикшереү? – тип шыбырлап һораны Булат Бүребайҙан.
– Ҡыҙ батшаның балы дөрләп яна ла тирә-яҡҡа шартлай, – тине ул.
Таһир балды тулы көйө алып төштө лә ипләп кенә судьяға тапшырҙы.
– Был ҡара күҙ ике шартты үтәне, – тип Ҡыҙ батша урынына ултыра төштө, ә Таһирҙы иптәштәре күтәреп алғас, тағы уңай мәл табып, Бүребай был юлы кәпәсен Айгөлгә кейҙерҙе.
– Ҡыуанырға ашыҡма! – тине баш вәзир тешен бер туҡтауһыҙ шығырҙатып. – Алдыңда ҡыҙған суйын өй тора! Шунда инеп, тере сығып ҡара, шәп кеше!
Майҙан уртаһында торған суйын өй ҡала халҡы өсөн тамуҡтың үҙе ине.
Унда Ҡыҙ батша үҙенә буйһонмағандарҙы индереп, тереләй яндырған мәле әҙ булмаған. Бына әле иптәштәре менән хушлашып, суйын өйгә инеп киткән батырҙы күреп, йыйылған халыҡ аптырауҙың сигенә сыҡты.
– Янып үләм, тип уйламаймы икән был батыр, – тип ғәжәпләнеп, башын сайҡаны бер ҡарт кеше. – Күрә тороп, үлемгә үҙе инеп китте. Тағы бер мәйет була инде… Тик ҡара ергә күмергә кәүҙәң генә булмаҫ… Елгә осорорҙар…
– Ҡыҙ батша ҡуйған ике шартты үтәне, тик өсөнсө шартты булдыра алмаҫ шул, ут эсенән кемдең тере сыҡҡаны бар, – тине уның эргәһендә торған икенсе ҡарт, буласаҡ хәлгә ышанмайынса. Өсөнсөһө ауыҙын ҡулы менән баҫа биреп, ишетелер-ишетелмәҫ кенә:
– Тәңре үҙе ебәргәндер беҙгә Ҡамыр батырҙы, утта ла янмаҫ, – тине лә халыҡ араһына инеп юғалды. Ә инде Айгөл суйын өй эсенә инеп киткәс, баш вәзир ҡәнәғәт йөҙ менән ишекте йоҙаҡ менән бикләне лә башкиҫәрҙәренә өйҙө утын менән күмеп, ут төртөргә ҡушты. Халыҡ был күренеште ҡарамаҫ өсөн тиҙерәк майҙандан таралырға ашыҡты, ҡатын-ҡыҙҙар сеңләп иланы. Был күренеш Ҡыҙ батша өсөн ғүмере бөтмәҫлек ғәйрәт өҫтәне, бөтә донъяны яулап алырлыҡ ниәт тыу­ҙырҙы. Иртәгә теге егеттән көл генә ҡаласағына ныҡ ышанып, рәхәтләнеп ял итер өсөн ҡәнәғәт йөҙ менән һарайына ҡайтты.
Ҡараңғы суйын өй Айгөл өсөн, әлбиттә, бик ҡурҡыныс ине. Унда инер саҡта Бүребай үҙен тыныс­ландырып, шым ғына: «Айгөл, ҡурҡма, бөгөн беҙ әбекәй янына ҡайтмайбыҙ, майҙан ситендә йоҡлайбыҙ», – тигәйне. «Юҡ, юҡ, һис тә ҡурҡмайым, минең янға барыбер Тарауыл олатай киләсәк», – тине ҡыҙ тыныс ҡына. Ысынлап та, суйын өйҙөң шартылдап ишеге ябылыуға тимер урындыҡ өҫтөндә Тарауыл ҡарт ултыра ине. Айгөл йүгереп барып, рәхмәтен белдерә-белдерә, уға һыйынды, супылдатып йомшаҡ битенән бер нисә тапҡыр үбеп алды.
– Йә, йә, Ҡамыр батыр, бөгөн һин ҡыҙҙар кеүек ниндәй яғымлыһың, – тип көлдө Тарауыл ҡарт. – Холҡоң беҙҙең Айгөлгә оҡшап торасы. Кәүҙәң баһадир, үҙең еңел һөйәкһең дә инде.
Айгөл күңелләнеп йылмайҙы, шулай ҙа башкиҫәрҙәрҙең су­йын өйгә утын өйөп, туҡылдап йөрөгәндәрен ишеткәс, һағая биреп:
– Тарауыл олатай, Күлуртлар батыр ҡыҙған өйгә һыу бөркөп торған, сөнки эскә бер нисә күлде уртлап алып ингән, ә беҙ нимә эшләрбеҙ икән һуң? – тип һораны.
– Борсолма, Айгөл ҡыҙым, ана, урындыҡҡа ҡаршы яҡта бер суйын оло ҡаҙан ултыра. Өй әҙерәк ҡыҙа башлау менән унан Шүлгәнташтың боҙ кеүек һалҡын һыуы бөркөлә башлар. Ә үҙең йылы өйҙә рәхәтләнеп йоҡлар­һың.
– Ә һин, Тарауыл олатай, Шүлгәнташҡа ҡайтып китәһеңме? – тине Айгөл күңелһеҙләнеп. – Бындай ҡараңғы өйҙә мин әҙерәк ҡурҡам, әллә нисек бер үҙемә. Ағайҙарым менән бергә йоҡлап өйрәнгәнмен, ә бушлыҡ бар ерҙә һөйләшергә лә кеше юҡ…
– Мин үҙем дә шул турала уйлап тора инем, – тине Тарауыл ҡарт һәм тылсым таяғын ишеккә йүнәлтте. Ул ҡапыл асылып китте лә Булат менән Таһирҙың етәкләшеп инеүе булды, шартылдап кире ябылды ла ҡуйҙы.
– Бына хәҙер һеҙ тағы бергә, – тине йылмайып Тарауыл ҡарт. – Тегеләр ут тоҡандырғансы миңә ашығырға кәрәк, сөнки Шүлгәнташ эйәһеҙ торорға тейеш түгел. Ә һиңә, Айгөл, Ҡамыр батыр ҡиәфәтендә йоҡлауы ауыр булыр, шуға күрә кәпәсеңде сисергә мөмкин.
Ҡыҙ көрһөндө, шулай ҙа кәпәсен яратып, һыйпап-һыйпап алды.
– Юҡ, юҡ, Тарауыл олатай, бер төнгә нисек булһа ла түҙермен әле. Кәпәсте тик Бүребай ағай­ҙан башҡа бер кем дә сисә лә, кейҙерә лә алмай.
– Юҡҡа борсолмағыҙ, балалар. – Тарауыл ҡарттың ҡулында таяғы ялтырап китте. – Беҙҙең тылсым таяҡ барлығын оноттоғоҙмо әллә? – Үҙе ҡыҙҙың сәсенә тылсым таяғын тейҙереп алғайны, суйын ҡаҙандан өҫтәрәк ҡаҙаҡланған тимер сөйгә һыпырылып ҡына сыҡҡан кәпәс эленде лә ҡуйҙы.
– Иртә менән килермен, һеҙҙе йоҡонан уятырмын да кәпәсте кире үҙеңә генә кейҙерермен, – тине Тарауыл ҡарт һәм оҙон урындыҡҡа йомшаҡ йоҡо урыны йәйеп, тыныс йоҡо теләгәс, күҙ асып йомғансы юҡ та булды.
– Беҙҙең батырҙар тышта, ерҙә йоҡларҙармы икән? – тип борсолдо Айгөл.
– Ҡайғырма, Ҡамыр батыр ағай кейеҙен саҡырып алды, ә ул кеше күҙенә күренмәй торған ыҡсым ғына тирмәгә әйләнде. Эсендә беҙҙеке кеүек йомшаҡ яҫтыҡ та, юрғандар ҙа бар.
Тышта Ҡыҙ батшаның дөрләтеп ут яғып йөрөгән башкиҫәр­ҙәренең тауышы ишетелде. Мунса яғалармы ни, үҙҙәрендә бер тамсы ла кешене йәлләү тойғоһо һиҙелмәне. Был эш улар өсөн күңел асыу һымағыраҡтыр инде.
– Баш вәзир дөрөҫ әйтә, иртәгә лә беҙгә эш етәрлек буласаҡ.
– Баш бирмәгән егеттең көлөн күккә осорасаҡбыҙ!..
– Был илдең егеттәре ҡасан бөтөр икән? Бер уйлап ҡараһаң, ялҡтым. Етмәһә, күршеләрҙән дә киләләр ҙә киләләр – өс йыл бит инде, һаман ағыла.
– Түҙергә ҡуша Хужабикә. Тик ырыуҙар берләшмәһен, беҙгә ҡаршы яуға сыҡмаһын, тип уйлай. Шуға күрә егеттәрҙе шым ғына юҡ итер өсөн һаман кейәү һайлай… Бындай нәмәгә башы эшләй, уның ҡанаты аҫтында тыныс, ҡылыс күтәреп яуға ла сыҡмайһың, халыҡтан йыйған әҙер нәмә ашайһың.
– Ошолары илдә бөтһә, ҡал­ғандарҙы ҡурҡытып, өркөтөп алып йөрөр инек. Их!
– Эйе, ҡасан ошо ерҙәргә хужа булып, алтын-көмөшкә күмелеп, ожмахта йәшәрбеҙ икән? Үҙенә табынғандарға, тоғро хеҙмәт иткәндәргә был иркен илде бүлеп, һәр беребеҙгә өлөш сығарырға тейеш, ишеттең бит, вәғәҙә бир­ҙе.
– Ишеттем, шуға ла бөгөн беҙ бында, ут өйҙөң бөтә яғында ла янып торһон!
– Тик бына ике шартты үтәне бит был егет, шуныһы йәнде көй­ҙөрә, ғәжәп хәл.
– Был мейес-өйҙән бер кем дә, хатта шайтан да сыға алмай, ә ул әҙәм генә...
Был һүҙҙәрҙе тыңлап ултырған үҫмер малайҙарҙың көслө йоҙроҡтары төйөлдө, ғүмер буйы Тыуған иленә тоғро хеҙмәт итеү тойғолары нығынды. Ҡосаҡлашып, яурындарын бергә ҡуйып, улар бер-береһенә баштарын терәне.
– Рәхмәт, ағайҙарым, – тине Айгөл тулҡынланып. – Беҙ бер кешегә түгел, Урал батыр кеүек, Тыуған илебеҙҙең бар халҡына тоғро хеҙмәт итергә тейешбеҙ! Эйе, башҡорт халҡының оло тарих битенә ҡараһаң, баҫҡынсылар үҙҙәренә буйһонмаған беҙҙең халыҡты язалап үлтергәндәр, ағас һарайҙарға бикләп, тереләй яндырғандар, йәнтөйәктән айырып, сит яҡтарға ғүмерлеккә һөргөнгә ебәргәндәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бала-сағаны ҡоллоҡҡа биргәндәр. Ниндәй яза беләләр, шуларҙың барыһын да ҡуллан­ған улар. Ҡот осҡос…
Беҙҙең башҡорт әкиәттәре – ысынбарлыҡты сағылдырған боронғо, телдән-телгә һөйләнгән, быуындан-быуынға күскән үлем­һеҙ жанр. Бына бөгөн беҙ әкиәт эсендә йөрөйбөҙ. Үҙ тарихыбыҙҙа – үткән быуаттарҙа нимәләр булғән, әле шуны күрәбеҙ. Мин бөйөк Пушкиндың әйткәнен ҡабатларға яратам: «Әкиәт алдаҡ һымаҡ, ләкин йәштәргә һабаҡ!»
Ҡапыл дөрләп, тыштағы ут бөтә өйҙө ҡапланы. Шул уҡ мәлдә ҡаҙандан да һыу күтәрелеп, фонтан кеүек бар стеналарға бөркөлә башланы. Тик бер тамсыһы ла урындыҡ өҫтөнә тамманы. Өй эсе хатта һыу аҡлығынан да яҡтырып киткән кеүек тойолдо.
– Һыу эсендә ятырбыҙ, тип ҡурҡ­ҡайным, – тине Айгөл юрған эсенән башын сығарып, – хәҙер иркенләп йоҡларға була. Тыныс йоҡо, ағайҙарым!
– Һиңә лә тыныс йоҡо, Айгөл, бөгөн матур төштәр күр, – тине ағайҙары.
Көндөң үтә көсөргәнешле булыуынан арыған балалар, Шүлгәнташ һыуының сафлығынан рәхәтләнеп, йоҡлап киткәндәрен дә һиҙмәй ҡалды. Иртәнсәк улар­ҙы һаҡ ҡына Тарауыл ҡарт уятты.
– Эй, йоҡосолар, тороғоҙ, урман әбейегеҙ иҫән ҡалыуығыҙға ышанмай, илай-илай ҡоймаҡ бешерә, шулай ҙа һау-сәләмәт ҡайтыуығыҙҙы аҙым һайын Тәңренән һорап, бер туҡтауһыҙ килер юлы­ғыҙға ҡарап-ҡарап ала.
Балалар, күҙҙәрен ыуа-ыуа, һикереп торҙо. Тарауыл ҡарттың килеүенә сикһеҙ шатланған малайҙар тиҙерәк ҡайтырға йыйына башланы.
– Мин һеҙҙе иртәрәк уятырға йәлләп торҙом. Хәҙер вәзир киләсәк, шуның өсөн, егеттәр, йә­һәтерәк Ҡамыр батыр тирмә­һенә барып ҡунырға кәрәк. – Тара­уыл ҡарт ҡулындағы тылсым таяҡ осо балҡыны. – Бер, ике, өс! Остоҡ!
Бер аҙҙан суйын өйҙә башына тағы Бүребайҙың кәпәсен кейгән Айгөл генә ултырып ҡалды. «Төн үтте, Ҡыҙ батша хәҙер вәзирен ебәрәсәк, минең көлдө тиҙерәк күккә осороп ҡайтырға ҡушасаҡ», – тип уйланы ул. Ысынлап та, тышта ҡыуаныслы тауыштар ишетелде.
– Утын янып бөткән, суйын өйҙөң ялҡыны һүрелгән, ишекте асайыҡ. Тағы бер егеттән ҡотолдоҡ. Быныһы бигерәк хәтәр булды, әллә күҙ буяусымы икән?
– Күҙ буяусы булһа, хужабикә һиҙер ине, унан ҡасып булмай шул. Үҙе лә…
– Бар, бар, телеңә күп һалышма, йәһәт кенә ишекте ас, теге ал­йоттоң көлөн күккә осорайыҡ та тиҙерәк хужабикәне ҡыуан­дырайыҡ – алтын киҫәге алырбыҙ.
Суйын өй ишегенең йоҙағы шалтырап асылғаны ишетелде һәм баш вәзир күренде. Тик бер аяғы тупһа аша атлап үтһә лә, икенсе аяғы тышта ҡалды.
– Өйөгөҙ бик йылы икән, рәхмәт яуғыры… Тик тимер урындыҡта йомшаҡ яҫтыҡ, оҙон юрған булмағас, йоҡлауға ҡатыраҡ булды – тән яҙылмай тора, – тип ҡаршыланы уны Айгөл.
Баш вәзир, күҙе шарҙай булып, аптырауҙан артҡа сигенде һәм көл туҙып ятҡан ҡыйлыҡҡа барып төштө лә баштан-аяҡ бысранғаны өсөн ут яҡҡан егеттәрҙе пыр туҙҙырып әрләп ташланы.
– Күпме әҙер утынды бушҡа әрәм иткәнһегеҙ, өй башына ла утын өйһәгеҙ, суйын нығыраҡ ҡыҙыр ине, ә һеҙ тирә-яғына, ергә һалғанһығыҙ! – ти икән асыуын кемгә төшөрөргә белмәй, Ҡыҙ батшаның әсе нәфрәтенән ҡурҡып.
Айгөл тышҡа сығып, иркен тын алғас, йылмайып тирә-йүнгә ҡараны ла көлөп:
– Әгәр көнбайыштан ел иҫһә, һылыу Ҡыҙ батшаның һарайын ут ялмар ҙа һеҙҙең менән дә киҫер-башка булыр ине, мин хәҙер майҙанға киттем, – тине.
– Тиҙерәк торғоҙоғоҙ мине! – тип ҡысҡырып ебәрә башкиҫәр­ҙәренә баш вәзир тыпырсынып. – Мин һарайҙан килгәнсе булған көлдө йыйып, өй тирәһен таҙартып, һепереп ҡуйығыҙ!
Баш вәзир менән Ҡыҙ батша майҙанға килгәндә халыҡ көндәгегә ҡарағанда күберәк йыйылғайны. Барыһы ла ҙур өмөт, хөрмәт йөҙөнән Ҡамыр батырҙы тәбрикләй ине. Кисәге әңгәмәләшеп торған ҡарттарҙың икәү­һе, дөрөҫ әйттең бит, тип өсөнсөһөнөң ҡулын алмаш-тилмәш бер туҡтауһыҙ ҡыҫты. Ҡамыр батырҙы күргән Ҡыҙ батша ҡулын болғаған булып, көсәнеп кенә йылмайҙы ла иртәгеһе көнгә дүртенсе шартты иғлан итте.
– Бөтәгеҙ ҙә шартымды ишеттегеҙ, әгәр көрәштә ошо егет мине еңә алһа, вәғәҙә итеүемсә, уға кейәүгә сығам һәм һеҙҙең илде ҡалдырып, үҙемдең батшалығыма алып ҡайтып, яҙмыш биргән батырымды батша итеп, түргә ултыртам. Әгәр булдыра алмаһа, үҙемә тиң булырҙай кейәү һайлауымды дауам итәм, – тине ул. Халыҡ ҡурҡып, әле бер Ҡыҙ батшаға, әле бер ҙур өмөт менән Ҡамыр батырға ҡараны. Шул саҡ Ҡыҙ батша Ҡамыр батыр янында торған Бүребайҙы күреп ҡалды ла мыҫҡыллы көлөп:
– Һин алтынсы сабыштан һуң етенсеһендә ҡороҡланмағас, ниңә һаман да торған ереңә ҡайтып китмәйһең, рөхсәт иттем, ишетмәнеңме? Әллә миңә ғашиҡ булып, айырыла алмай интегәһеңме? Минең уйлауымса, шулай, – тине.
Әлбиттә, улар бер-береһенең кем икәнен яҡшы белә. Бүребай бер һүҙ ҙә өндәшмәне, яуап ҡайтарманы, тик башын юғары күтәреп, ҡарап тик торҙо.
– Ярай, көрәштә еңеп ҡайтҡас, уҙыш шартын үҙгәртермен. Өс кенә түгел, утыҙ һыбайлыны артыңдан ебәрермен. Ул саҡта барыбер ҡороҡланып, ғорур башыңды эйеп, миңә мәңге хеҙмәт итергә янымда ҡалырһың. Әгәр риза булмаһаң, үлемең килгәнсә йыуан бағанаға бәйләп ҡуйырмын, – тип Ҡыҙ батша һүҙен бөтөрә лә Ҡамыр батырға ҡарай. – Иртәгә ҡала ситендәге ҡая тау башында торған минең ебәк сатырыма барырһың, шунда осрашырбыҙ.
Үҙе ярһып, баш вәзирен эйәртә лә һарайына ҡайтып китә, көрәш алдынан бер көн ял итергә уйлай ул. Ҡамыр батыр, ара әллә ни алыҫ булмағанға күрә, кейеҙ-келәмен алдан ҡайтарып ебәргән икән. Шуға күрә иртәгә буласаҡ көрәш хаҡында ентекләп һөйләшә-һөйләшә урман әбейенең өйөнә ҡарай атланылар.

Егеттәрҙең имен-һау ҡайтыу­ҙарына ышанып етмәйсә тупһа­ла күҙ йәштәрен тыя алмай ултыр­ған әбей уларҙы күргәс, шатлығынан ҡулдарын бол­ғай-бол­ғай, тағы нығыраҡ илай башланы. Бәләкәй баланы әүрәткән кеүек, саҡ туҡтатып алдылар үҙен.– Кисәнән бирле һеҙҙе көтә-көтә самауырымдың һыуы яртыһына төштө, ҡойған ҡоймаҡтарым күптән инде һыуынып бөттө, – тине ул Айгөлдө яратып ҡосаҡлап. – Күрәһе күҙҙәрем бар икән тағы ла һеҙҙе. Һуңғы шарты ҡалды яуыздың. Тәңребеҙ, бөтә раббыларыбыҙ ярҙам итһен инде һеҙгә. Амин.
Әбей Айгөл менән бергә тиҙ генә сәй табыны ҡороп ебәрҙе лә, Ҡыҙ батшаның дүртенсе шартын белгәнгә күрә, кәңәш бирергә ашыҡты.
– Ҡыҙ батша тирә-яҡтан йыйып, беҙҙең йөҙәрләгән матур ҡыҙҙарҙы ҡол-хеҙмәтсе итеп үҙендә тота. Ҡасырға ынтылғандарын юҡ итә бара. Әле йәйге көндәрҙә ебәк сатыр эсендә хозур ҡороп, тәмле-татлы ашап, ял итеп йәшәй. Иң алда ул һине, Ҡамыр батыр, алма-хөрмә, татлы аҙыҡтар менән тулған табынға ашарға, йәнәһе, хөрмәт итергә саҡырыр. Һиңә бирелгән һәр бер сәй сынаяғында, һәр бер һут һауытында ағыу һалынған булыр. Унда ултырма ла бер нәмәнән дә ауыҙ итмә. «Суйын өйҙә ятып, төнө буйы ныҡ асыҡҡанға күрә эсем тулғанса ашап-эсеп килгәйнем, әле ауыҙға бер нәмә лә ҡабып булмай. Аҙаҡ, көрәш бөткәс, аулаҡта йәйрәп китеп, ашап-эсеп алырбыҙ», – тип әйтерһең. Ауыҙын йомор, риза булыр яуыз. Мин һинең еңеп ҡайтырыңа ныҡ ышанам, дуҫтарың күп һинең. Тағы бер нәмәне алдан еткерәйем, иртәгә онотоп ҡуймайым. Эсеңдең тулғанын күр­һәтер өсөн минең йомшаҡ бәләкәй яҫтығымды кейемең аҫтына ныҡ итеп бәй­ләп алырһың. Кәрәк икән, тормошта әҙерәк хәйлә лә бул­һын.
– Рәхмәт кәңәшеңә, әбекәйем, – тип ҡыуанып китте Ҡамыр батыр. – Һеҙгә лә, тоғро дуҫтарым, рәхмәтемдән башҡа һүҙем юҡ, ни әйтһәм дә, әҙ һымаҡ.
Әбей әҙерләгән урынға йоҡларға ятһалар ҙа, береһенең дә күҙенә ниңәлер йоҡо килмәне, борғоланып, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа әйләнеп ятыуҙан ҡабырғалары ауыртып бөттө. «Моғайын, әсәйемдең кейеҙе өҫтөндә ятып йоҡларға кәрәктер, бәүетелгән сәңгелдәк кеүек булыр», – тип уйланы Ҡамыр батыр һәм башҡаларға ла шул турала әйтеп көлдө. Соландың буйға һуҙылған оҙон урындығына кейеҙҙе йәйеп, бер осонда – Ҡамыр батыр менән Бүребай, икенсе осонда ағалары менән Айгөл урын алып, баштарын яҫтыҡҡа һалып та өлгөрмәнеләр, тәрән йоҡоға ла талдылар. Әйтерһең дә, һәр кемдең әсәһе, бала саҡтағы кеүек, сәңгелдәк янында ултырып, моңло тауыш менән уларҙы бәүеткән һымаҡ тойолдо. Хатта Бүребай ҙа солан тәҙрәһе аша яҡты йондоҙҙоң нурҙарында тирбәлде.
– Әли-бәли-бәү-бәү...
– Әү-әү, әү-әү...
Иртәгеһен кейеҙ-келәм күҙҙән юғалғансы Тәңренең көс-ҡеүәт биреүен үтенеп һорап, урман әбейе батырҙарҙы тағы оҙатып ҡалды. Ҡамыр батыр менән бергә һуңғы көрәшкә әҙерләнгән кеүек тойҙо үҙҙәрен үҫмерҙәр ҙә. Ентекләп тағы берҙе булған нәмәләрен барлап сыҡтылар.
– Мин үҙемә атылған һынмаған уҡты ла алдым, осон бәйләп, баш­ҡалар менән бергә һаҙаҡҡа һалып ҡуйғайным, – тине Бүребай. – Бәлки, кәрәге тейер.
– Яҡшы, – тине Ҡамыр батыр. – Яуыз Ҡыҙ батшанан яуызлыҡтан башҡа бер нәмә лә көтөп булмай, көтөлмәгән хәлдәргә һәр ваҡыт әҙер торорға кәрәк.
Кейеҙ-келәм елпенеп-елпенеп ҡала өҫтөнән осто, ул иҫ киткес тыныс ине.
– Мин тауҙан ҡайтҡас та май­ҙандағы суйын өйҙө тибеп осороп, селпәрәмә килтерәсәкмен, – тине Ҡамыр батыр, буласаҡ еңеүгә ҙур ышаныс белдереп.
– Ә беҙ, – Айгөл ағайҙарына ҡарап алды, – оло майҙанда тантана байрамы ойошторасаҡбыҙ. Береһе ҡурайҙа уйнар, икенсеһе йырлар, ә мин бейермен.
– Ә беҙ нимә эшләргә тейешбеҙ? – тип йылмайҙы Бүребай.
– Ә һеҙ икәүләп беҙҙең тамашаны ҡарап, рәхәтләнеп ҡул сабырһығыҙ, – тине Таһир. – Өс йыл буйы илап ултырған халыҡ та һеҙгә ҡушылыр.
– Әгәр берәй һөнәрегеҙ булһа, рәхим итегеҙ, һеҙ ҙә күрһәтер­һегеҙ, – тине Булат та һүҙгә ҡушылып. – Бер бөтөн концерт бригадаһы буласаҡ.
Һуңғы һүҙҙәрҙе батырҙар аңламаһа ла, ҡәнәғәт булып, йылмайып ҡуйҙылар.
Улар ҡала ситендәге бейек ҡая тау башына яҡынлашты. Ҙур ебәк сатыр әллә ҡайҙан күренеп тора ине. Ҡамыр батыр кейеҙ-келәмде тау итәгендә туҡтатты ла ҡаты итеп:
– Һеҙ бында ҡалаһығыҙ, өс көндән әйләнеп ҡайтмаһам ғына эҙләп, тауға күтәрелерһегеҙ, – тине лә ҡая тау башына йәйәүләп менеп китте. Ул, әлбиттә, баш­ҡалар өсөн борсолдо, бигерәк тә үҫмерҙәрҙең аңһыҙ һәләк булып ҡуйыуҙарынан ҡурҡа ине.
Эйе, бик матур урында, алмалары ергә эйелгән алмағастар араһына, ҡоролған икән Ҡыҙ батшаның ебәк сатыры. Ә үҙе, шар­ҡылдап көлөп, йөҙләгән ҡол-хеҙмәтселәре менән күңел асып ултыра. Ҡамыр батырҙы күреү менән урынынан һикереп торҙо ла тән һылыулығы менән батырҙы арбарға, хәлдән тайҙырыу өсөн төрлөсә ҡыланған булып, алдына килеп баҫты. Ҡамыр батыр янында иҫ киткес һылыу ҡыҙ түгел, ҡара күҙлек аша күренгән ҡот осҡос дейеү бейеп йөрөй ине. Егет тышҡы сибәрлек тураһында түгел, уның арҡаһында һәләк бул­ған йөҙәрләгән йәш егеттәр, илгә эшләнгән иҫ киткес яуызлыҡтар хаҡында уйланы һәм бер нәмәгә лә иғтибар итмәне. Был хәлде күреп аптыраған Ҡыҙ батша уны ебәк сатыр эсенә, бай табын әҙерләнгән иртәнге сәйгә саҡырҙы. Ҡамыр батыр урман әбейенә эстән рәхмәттәр әйтә-әйтә, уның кәңәшен иҫенә төшөрҙө. Ҡушылған һүҙҙәрҙе әйтте лә урынынан ҡуҙғалмай ғына тик аш-һыу әҙерләгән ҡыҙҙарҙы сәләмләне. Шул саҡ бойороҡ ишеткән йәш ҡыҙҙар егет алдында ойот­ҡос бейеү башҡарырға тотондо. Ҡамыр батыр үҙен уратып алған түңәрәк эсенән сығып, Ҡыҙ батша янына килә.
– Күңел асыуҙар, һылыуҡай, аҙаҡтан булыр, мин көрәшкә әҙер, – ти ул.
– Эйе, мин һине зарығып көтә инем, – тигән була Ҡыҙ батша наҙланып.
– Мин дә күптәнән бирле һине эҙләп йөрөп, көскә килеп таптым, – ти Ҡамыр батыр, – әйҙә, көрәште башлайыҡ.
– Юҡ, ашыҡма, егет, иң элек бынау ташты күтәреп ҡара, шуға көсөң етһә генә мин һинең менән көрәшәсәкмен. Әгәр көсөң етмәһә… – Ҡыҙ батша яһалма наҙы менән еңә алмағас, үҙенең ысын торошона күсә. – Үлемең минән булыр!..
– Тәүҙә үҙең күтәреп ҡара, һылыу ҡыҙ, сөнки был һынауҙы көрәш шартыңа үҙең өҫтәнең бит, – ти Ҡамыр батыр.
Ҡыҙ батша өй ҙурлығындағы бер ташты ике ҡуллап баш осона күтәрә лә кире урынына ҡуя. Ҡамыр батыр икеләнгән булып, бер нисә тапҡыр эйелеп, ташты урап сыға, ә Ҡыҙ батшаның ауыҙы йырыла, ҡыуанысынан былай ти:
– Йә, күтәр, егет, һылыу ҡыҙ күҙләргә әллә ҡайҙан килгәнһең, был ташҡа ла көсөң етмәгәс, мине күтәргәндә билең һынасаҡ. Меҫкен, бахыр, үҙеңдең кем икәнеңде белә тороп, ғәйрәтле Ҡыҙ батшаның кейәүе булырға йөрөй­һөң икән, минең ҡыҙҙарымды көлдөрөп. Өйөңдә генә, йылы түшәгеңдә ятһаңсы.
Ҡамыр батыр мыҫҡыллы һүҙҙәргә яуап бирмәй, һис тә көсәнеп тормай, ул ташты һыңар ҡулы менән генә күтәреп ала ла тау аҫтына ырғытып та ебәрә.
– Мин ни, бер ҡулым менән күтәреп буламы икән, тип кенә ҡараным.
– Бына был яҡшы, минең әйткән һүҙҙәрем һиңә ҡанат ҡуйған икән, – ти Ҡыҙ батша ҡыуанған булып һәм үҙҙәрен күҙәтеп тор­ған ҡыҙҙарҙы ебәк сатыр артына ҡыуып ебәрә. – Бында һеҙгә йыр-бейеү тамашаһы юҡ, юғалығыҙ күҙемдән!
Шул саҡ Ҡамыр батыр аңғармай ҙа ҡала, Ҡыҙ батша үҙенең көслө аяғы менән уның эсенә бар көсө менән шартылдатып тибеп ебәрә. Егеттең эске ағзаларының һөйрәлеп килеп сығыуын көтә ул. Тик был яуыз уйы тормошҡа ашмай, урман әбейенең йомшаҡ яҫтығы ҡамасаулай мәкерлегенә.
– Аяғың минең эсте семетеп алды, буғай. Үҙең ҡуйған дүртенсе шартты башлайыҡ, – ти Ҡамыр батыр. – Балалар уйнаған кеүек: йә таш атабыҙ, йә семетешәбеҙ. Беҙҙе ситтән генә ҡарап торған ҡыҙҙарың көләләрҙер әле.
Күҙҙәре аҡайып киткән Ҡыҙ батша менән асыуы бөтә барлығына күскән Ҡамыр батыр араһында аяуһыҙ көрәш башлана. Ебәк сатырҙың артында ҡур­ҡыуҙан илаған йәш ҡыҙҙар араһына йәшенеп килеп торған Бүребай менән үҫмерҙәр, көрәшселәрҙең һәр бер хәрәкәтен күҙәтеп, кәрәк булһа, ярҙам итергә тип, ҡулдарына уҡ-һаҙаҡ тотоп, әҙерләнеп торалар. Көрәш бер туҡтауһыҙ оҙаҡ бара. Бер мәл Ҡамыр батыр Ҡыҙ батшаның биленән ҡыҫып алып, баш осона күтәргән дә йән асыуы менән ергә, ҡая тау аҫтына атып бәргән. Был ваҡытта батырҙың аяғы тубығына тиклем ергә батҡан ине. Хәле бөткән егеттең аяҡтарын тартып алырға ла көсө ҡалмағайны. Уның янына, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, ҡоллоҡта интеккән ҡыҙҙар, йән терәп торған иптәштәре килеп етте. Бүребай менән үҫмерҙәр Ҡамыр батырҙың аяғын саҡ тартып алды ла уны бергә ҡосаҡлап, тәбрикләй башланы. Батырҙың ике аяғы батҡан урындан ҡапыл ике йылға атылып сыҡты ла шаулап-гөрләп тау аҫтына ағып китте. Был мөғжизәгә аптырап, ҡыуанып, ҡул болғап тороп ҡалдылар. Ҡыҙҙар ҙа рәхмәт әйтә-әйтә, уларҙы һырып алды, шатланып, шаулашып, хатта ҡурҡып, ҡая таш аҫтына ҡараны. Ҡыҙ батша төшкән урында ер уйылып киткән һәм уның йәнселгән үлек кәүҙәһе ятҡан урында ағыулы һыулы тәрән күл барлыҡҡа килгән икән.
– Был ағыулы күл шулай ятырмы икән, кейектәр, ҡош-ҡорттар һыу эсһә, һәләк булырҙар бит, – тип ҡурҡып киткән Бүребай.
– Борсолма, – тине Ҡамыр батыр, – Тәңре үҙ әҙәменә ундай һыуҙарҙы ғына түгел, ағыулы таштарҙы ла иң төпкә йәшергән. Үҙе барлыҡҡа килтергән Ерҙең һәләк булыуын теләмәй ул. Ахмаҡ кеше үҙе генә соҡоп, ахырзаманды яҡынайтып, өҫкә аҡтарып сығармаһа ғына…
Шул саҡ бөтәһенең күҙе алдында ер ҡабығы асылып киткән һәм күлде йотоп ебәргәс, бер ниндәй ҙә ағыу эҙе ҡалдырмай кире йомолған. Тирә-яҡ ҡапыл йәмләнеп киткән, ҡоштар тауышы яңғыраған, еләҫ ел иҫкән.
– Ер мөғжизәләре етерлек икән был донъяла, – тип аптыраны үҫмерҙәр, ә ҡыҙҙар тағы ла шатлыҡ өҫтәп, рәхмәт йөҙөнән матур бейеү бүләк иттеләр ҙә күңелле йырҙар йырлап, тауҙан төшөп, һәр кем үҙе торған еренә ҡайтырға ашыҡты. Бүребай асыуланып, ебәк сатырҙы ҡая таштан атып ебәрҙе һәм Ҡамыр батыр­ҙың ныҡ арығанын күреп, алмағас төбөндә әҙерәк ял итеп алырға тәҡдим итте. Ысынлап та, хәл итеп алырға кәрәк булған икән батырға. Ергә ятып та өлгөрмәне, күҙ асып йомған арала аҫтына йәйелгән кейеҙ өҫтөндә тәрән йоҡоға талды. Уның уян­ғанын көтөп, керпек тә ҡаҡмай, янында һаҡлап ултырҙылар. «Ҡамыр батыр шул ятыуҙан өс көн, өс төн уянмай йоҡлаған. Аҙаҡ элеккенән дә шатыраҡ, көслө­рәк, матурыраҡ булып йоҡоһо­нан уян­ған, тип һөйләнә әкиәттә. Ә бына әле тағы бер эше ҡалды батырҙың. Төшөндә күргән ил башлығының ҡыҙын, һылыу­ҡайҙы, ҡотҡарырға кәрәк», – тип уйланы Айгөл борсолоп һәм мәғәнәле ҡараш менән Бүребай­ға ҡараны. Уның йөҙөн йылмайыу ғына ҡапланы. Шул саҡ Ҡамыр батырҙың ике аяғы батҡан урындан ҡапыл ике саф йылға атылып килеп сыҡҡанын, шаулап-гөрләп тау аҫтына табан ағып киткәнен күреп торған үҫмерҙәр, Бүребай­ҙан рөхсәт алып, был күренеште күҙәтер өсөн ҡая башына йүгер­ҙе.
– Ҡарағыҙ әле, ҡая таш башынан ҡала ус төбөндә ятҡан кеүек асыҡ күренә, – тине Булат. – Шуға ла унда ебәк сатырын ҡор­ған икән Ҡыҙ батша.
– Эйе, тик ҡала Ҡыҙ батшаның үҙенеке, тине миңә Тарауыл олатай суйын өй эсендә ултырғанда, – тип һүҙенең ысынбарлығын нығытты Айгөл. – Ошо ерҙе үҙ ҡулына тамам төшөрөр өсөн өс йыл элек сихыр көсө менән үҙенекен күсереп, илдең баш ҡалаһы, тип иғлан иткән, ә һылыу­ҡайҙың ҡалаһы әллә ҡайҙа юғал­ған.
– Урал тауы итәктәрендә төҙөлгән беҙҙең боронғо ҡалалар ҙа тарих төбөндә юғалып ҡалған, уны бит тик башҡорт ырыуҙары ғына төҙөгән, – тине Таһир уйсанланып. – Әкиәттә Ҡыҙ батшаның баш ҡалаһы беҙҙең ергә күскән икән, быға ғәжәпләнергә һис тә ярамай. Беҙҙең әкиәттәр – күрәҙәсе… Сөнки хәҙерге көндә беҙҙең Урал тауҙарының баш ҡалаһы тип ниндәй ҡаланы атағандар әле? Ҡыҙ батшаның исеме менән йөрөтөлә ул ҡала – Екатеринбург. Тик быныһы инде әкиәт түгел, әлбиттә... Рәсәйҙең президенты – берәү, ә баш ҡалалары әллә нисәү: үҙәктә лә – баш ҡала, төньяҡта ла – баш ҡала, Уралда ла – баш ҡала, ҡыҙыҡ хәл…
– Беҙҙең Өфө лә – баш ҡала. – Булат алыҫтарға күҙ һалды. – Ул – Уралтауҙағы бөтә донъя белгән боронғо Башҡорт-ҡала, берәү генә, башҡалар менән бутамағыҙ, зинһар. Замана үҙгәрә, тағы әллә ниндәй баш ҡалалар булыр әле.
– Эй! Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ! – Таһир шатланһа ла, ҡысҡырмаҫҡа тырышты.
– Ҡамыр батыр ағайҙың йыл­ғалары түбәнгә төшкән һайын, ағымын көсәйтә башланы, ҡыс­ҡырып, донъя яңғыратып, йырлағы килә. Э-һей, йылғалар!
Тәрән тулҡынланыуҙа торған Айгөл ағаларының ҡулынан тотоп алды.
– Ысынлап та, йылғалар бергә ҡушылды, шуға ла ташҡын көсө ярһыны, күрәһегеҙме, Ҡыҙ батшаның һарайына табан йүнәлде.
Ҡапыл өсәүләп ҡысҡырып, ҡул саба башланылар. Балаларға күҙ-ҡолаҡ булған, Ҡамыр батыр янында шым ғына ултырған Бүребай ҙа түҙмәй, улар эргәһенә йүгереп килде.

– Нимәгә шул тиклем шатланаһығыҙ ул? – тип һораны Бүребай ҙа аҫҡа ҡарап.– Һоҡланыуҙан, хатта аптырап торабыҙ. Йылғалар йыуып үткән бар ер хәтфәләй йәшел үләндәр, сәскәләр менән ҡаплана бара, – тине Айгөл.
– Ҡарағыҙ, Бүребай ағай! – Таһир әкиәттәгесә һүҙ ҡатты. – Ҡарағыҙ, бер нәмә лә күрмәнек, тип әйтмәгеҙ! Ҡамыр батыр ағай­ҙың йылғалары яуыз Ҡыҙ батша һарайының бөтә вәзирҙәрен башкиҫәрҙәре менән бергә Ер йөҙөнән йыуып, ағыҙып алып китте, теге суйын өй ҙә сайҡалып бер аҙ барҙы ла дөрләп-дөрләп янып, юҡҡа сыҡты.
– Майҙан урынында бер нәмә лә ҡалманы, тик һылыуҡайҙың ҡалаһы ҡайҙа икән һуң? – тип тынысһыҙланды Айгөл.
– Ҡыҙ батшаның һуңғы бысрағы Ер йөҙөнән юғалғас, һылыу­ҡайҙың ҡалаһы өр-яңынан элекке урынына ҡалҡып сығасаҡ, – тип йыуатты уны Бүребай. – Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Ҡамыр батырыбыҙ йоҡлаған урынға шым ғына барайыҡ.
Йылғалар йыуып үткән бөтә ер хәтфә күгүлән, күпереп сәскә атҡан йәшеллек менән ҡапланған урында Ҡамыр батыр йәйелгән кейеҙ-келәмдә бер нәмә һиҙмәй һаман йоҡлап ята ине. Сәскәләр уның ауыҙына татлы һыуҙарын тамыҙырға тырыша, зәңгәр күбәләктәр матур ҡанаттарын елпеп, еләҫ һауа өрөп, уның өҫтөндә осоп йөрөй.
– Ауыр көрәштән һуң ҡаты арыны батырыбыҙ, – тип шыбырланы Бүребай.
– Ошо ятыуҙан өс көн, өс төн уянмай йоҡлаясаҡ, – тине шым ғына Айгөл, әкиәтте иҫенә төшөрөп. – Торһа, тиҙерәк ҡалаға китер инек.
– Ысын һылыуҡайҙы күрәһе ине, – тип йәш егеттәрҙең әйтеүе булды, Ҡамыр батыр йоҡоло күҙҙәре менән ырғып килеп тор­ҙо.
– Тағы төшөмдә һылыуҡайҙы күрҙем, Ҡыҙ батша уны ҡараңғы, һыуыҡ бер мәмерйәгә ташлаған, һаман үҙен ҡотҡарыуҙы көтә, – тине батыр һәм тиҙерәк кейеҙ-келәмгә ултырыуҙарын һораны. – Тиҙерәк осайыҡ! Тиҙерәк табайыҡ!
Бүребай уны тынысландырыр­ға тырышты.
– Беҙ әлегә мәмерйәнең ҡайһы яҡта икәнен белмәйбеҙ, шуның өсөн ата-әсәһе янына, ҡалаға барырға тейешбеҙ. Юлда ни бул­ғанын һөйләрбеҙ, үҙ күҙең менән дә күрерһең. Бәлки, ҡалала мәмерйәнең ҡайҙа икәнен әйтер­ҙәр.
Билдәһеҙлек Ҡамыр батырҙы борсоно, иң алда ултырһа ла, үрелеп-үрелеп алға ҡараны, кейеҙенең етеҙерәк осоуын һораны.
Ысынлап та, икенсе ҡаланы күр­ҙе улар. Урамдар таҙа, өйҙәр матур, оло майҙандың тирә-яғы йәшеллеккә күмелгән, балалар­ҙың йүгереп йөрөгәне күренә, тик ара-тирә үтеп киткән оло кешеләрҙең йөҙҙәре ниңәлер моңһоу ине. Үҙ-ара шым ғына һөйләшәләр, баштары түбән эйелгән.
– Ҡала Ҡыҙ батшаның ҡоллоғонан ҡотолдо, ләкин тағы ла ниндәйҙер бер хикмәт бар илдә, – тине Бүребай күңелһеҙләнеп.
– Тиҙерәк ил башлығының һарайына барайыҡ, донъя хәлен асыҡлайыҡ, – тине Ҡамыр батыр ҙа һәм кейеҙ-келәмен оло имән башында ҡалдырып, ашығып ил башлығы һарайына йүнәлделәр. Йәшеллеккә, шау сәскәгә күмелгән һарай баҡсаһында тәрән уйға батып, шым ғына ҡатынын йыуатып ултырған мәлдә осраттылар улар ил башлығын. Үҙҙәренең хәле менән таныштырғас, йөҙҙәре асылып киткән ил хужаһы тороп, һәр береһе менән һаулыҡ һорашып сыҡты, ә ҡатыны Айгөлдө ҡосаҡлап алды.
– Һеҙҙең батырлығығыҙҙы илгә ҡайтҡас, халыҡтан ишеттек, сөнки беҙҙе, бар донъянан йәшереп, ҡайҙалыр илтеп ташланы Ҡыҙ батша. Әле үҙе дөмөккәс, ҡала менән бергә кире ҡайттыҡ. Бәлки, был хәл- үҙ бәйләү генә бул­ғандыр.
Ҡамыр батыр түҙмәне, ил башлығына үҙенең тыуған яҡтары, төшөндә һылыу ҡыҙҙы күреп, уның саҡырыуы буйынса юлға сығыуы, йәш дуҫтарын, Бүребай­ҙы осратыуы хаҡында ҡыҫҡа ғына һөйләп бирҙе.
– Ҡайҙа һуң әле ҡыҙығыҙ? – тип сабырһыҙланып һораны Ҡамыр батыр. – Ҡалағыҙ, үҙегеҙ, халыҡ та бында бит.
– Белмәйбеҙ… – тип ауыр көр­һөндө ул. – Бер кем дә белмәй шул ҡайҙалығын, ә бына бөтә ил рәхмәтле һеҙгә, батырҙар. Эйе, ҡайғы бөгә шул уларҙы ла. Оло майҙанда байрам итәһе урынға хәсрәтләнеп тик ултырабыҙ.
– Ҡыҙыбыҙ ғына түгел, хатта уның бала саҡта уйнап йөрөгән уйынсыҡтары ла юҡ. Матур-матур кейемдәрен өс йыл буйы ҡыҙым булып, Ҡыҙ батша үҙе кейеп йөрөгән икән, – тине ил башлығының ҡатыны ла, иларға етешеп.
– Ысынлап та, һылыуҡайҙың һеҙҙә бер нәмәһе лә ҡалмағанмы ни? – Әсәгә ауыр булһа ла, унан бөтәһен дә һорашып, Бүребай ныҡышты. – Хәтерләргә тырышығыҙ инде, зинһар.
– Юҡ шул… Ҡыҙ батша һарайының ҙур бүлмәһен ҡыҙыбыҙҙыҡы кеүек итеп эшләгән, йәнәһе, унда минең Ынйыҡайым йәшәй, имеш…
Әсә кеше йәшкә сыланған күҙен һөртөр өсөн кеҫәһенән алһыу ҡулъяулыҡ сығарҙы ла елпелдәтеп, туҡтап ҡалды.
– Бына, бына, был – ҡыҙымдың ҡулъяулығы. Юғалырҙан алда баҡсала күп итеп емеш-еләк йыйып индерҙе лә, әсәй, ҡара әле, хатта тирләп киттем, тип ошо ҡулъяулығы менән битен һөрттө. Эше өсөн мин уны маҡтаным да яңыһын биреп, еүеш ҡулъяулыҡты кеҫәмә һалып ҡуйғайным... Әллә берәй нәмәгә кәрәге тейерме икән? Әләйһә, алығыҙ әйҙә, балаҡайымды эҙләгеҙсе.
Ҡамыр батыр ҡулъяулыҡты алып, бер аҙ ҡарап торҙо ла Бүребайға бирҙе.
– Мин Ҡыҙ батша менән көрәшкәндән һуң арып, ҡая тау башында әҙерәк серем итеп алғайным. Төшөмдә тағы һеҙҙең ҡыҙығыҙҙы күрҙем. Ул ҡараңғы бер мәмерйәлә ине, һаман беҙҙе янына саҡырҙы. Яҡын тирәлә ундай мәмерйәләр бармы?
– Мин илебеҙҙең һәр мөйөшөн беләм, тик ул мәмерйә хаҡында ишеткәнем юҡ, – тине ил башлығы уйсанланып, – бәлки, беҙҙең йөҙйәшәр ҡарттар беләлер, саҡырайыҡ уларҙы, һорашып ҡарайыҡ..
– Юҡ, юҡ, оло кешеләрҙе борсомағыҙ, был ҡулъяулыҡ булғас, ҡыҙығыҙҙы табасаҡбыҙ, – тине ышаныслы тауыш менән Бүребай. – Тиҙҙән өйөгөҙҙә байрам буласаҡ, әҙерләнеп тороғоҙ, ҡай­ғырмағыҙ.
Ҡамыр батыр ҙа, балалар ҙа Бүребайҙың нимә уйлағанын беләләр ине. Һарайҙыҡылар менән йылы хушлашып, тиҙерәк ҡала ситенә сыҡтылар. Ҡамыр батыр кейеҙен саҡырып та өлгөрмәне, уныһы белгән кеүек, елпенеп килеп тә етте.
– Һеҙ минең арттан ҡалмағыҙ, – тине Бүребай һәм үҙе Күк бүрегә әйләнеп, ҡулъяулыҡты тешенә эләктереп, бер аҙ тирә-яғына ҡарап, башын һоноп, һауа еҫкәп торҙо.
– Төньяҡҡа һуҙыла мәмерйәгә бара торған юл, – тип һүҙен дауам итте ул ҡалын кеше тауышы менән. – Тағы ла бер ниндәйҙер таныш еҫ тә сыға ул яҡтан… Их-мә!.. Башһыҙ ҙа инде мин, тоймай ҙа торам, был бит урман әбейемдең ҡартының еҫе. Минең билбауым сабышҡан саҡтарҙа өҙгөләнеп тә бөткәйне, шуға күрә әбекәйем өс йыл буйы сөйҙә эленеп торған, әле билемә бәйләп йөрөгән билбауҙы биргәйне. Бына бит, тимәк, улар икеһе бергә. Алға, дуҫтарым!..
Кейеҙ-келәм Күк бүре артынан елпенеп-елпенеп, етеҙ осто. Төньяҡҡа үткән һайын тау ҡаялары арта башланы, һыуыҡ елдәрҙең иҫеүе лә йышайҙы.
– Мәмерйә яғынан ниндәйҙер яман еҫ килә. Алда нимә барын белергә ине.
Ҡамыр батыр Бүребайҙың да кейеҙ-келәмгә ултырыуын һораны.
– Мәмерйәгә тура осоп барабыҙ, шикләнгән нәмәңде хәҙер беләбеҙ, – тине лә кейеҙен һыйпап, нимәлер шыбырланы. Кейеҙ-келәм ҡасандыр Бүребай артынан йәшерен осҡандағы кеүек, ялтыр аҡ төҫкә әйләнде.
– Беҙ хәҙер, Бүребай ағай, бер кемгә лә күренмәйбеҙ, – тине Булат.
– Ә мин теге ваҡытта, ысынлап та, һеҙҙе күрмәһәм дә, артымдан елеүегеҙҙе һиҙҙем, аусы егеттәрҙең ҡороғонан ҡотҡарыуығыҙға ныҡ ышандым.
– Бүребай ағай, кешегә әйлән­һәгеҙ ҙә булалыр ул, – Таһир көлөп ебәрҙе.
– Ярай, ярай, егеттәр, әлегә бүре булып торайым, бәлки, шул рәүешем тағы ярҙамға килер, шулай тоям үҙемсә.
Күк бүре алға Ҡамыр батыр янына ултырҙы ла ҡулъяулыҡты еҫкәп, елберҙәтә-елберҙәтә, башын борғолап, йүнәлеште билдәләп барҙы. Тағы ярайһы уҡ юл үттеләр. Ҡапыл алда ҙур ҡая таш араһынан бер мәмерйәнең асыҡ ауыҙы күренде. Уның алдында оҙон һөңгө тотҡан, ҡылыс аҫҡан иҫ китмәле оҙон буйлы, олпат кәүҙәле, таш һын кеүек, Алпамыша тора ине.
– Тимәк, һылыуҡайҙы бына ошо мәмерйәгә йәшергәндәр. Юҡҡа ғына ишек алдында һаҡсы тормаҫ ине. Ҡарағыҙ, һыны таш кеүек үҙенең. Әҙерәк ҡарап торайыҡ әле, берәй хәрәкәт яһамаҫмы икән? – тине Ҡамыр батыр, үҙе ныҡ ашыҡһа ла. Алпамыша һаман урынынан ҡуҙғалманы, һөйәп ҡуйылған таш шикелле, хәрәкәтһеҙ тик торҙо.
– Тимәк, – тине Күк бүре, – был башкиҫәр Алпамыша ла Ҡыҙ батшаныҡы. Ул да сихырланған булырға тейеш. Мәмер­йәгә беҙ инә алмаясаҡбыҙ. Мине анау ҡаянан урғылып сыҡҡан шишмә янында төшөрөгөҙ, бәлки, берәй нәмә белә алырмын. Тау булғас, был тирәлә кейек-хайуандар ҙа йөрөй торғандыр, шуға күрә мине һиҙмәҫ. Ә һеҙ урынығыҙҙан ҡуҙғалмағыҙ, күҙәтегеҙ.
Кейеҙ-келәм Алпамышаның янынан етеҙ генә үтеп китте, теге башын борған кеүек булды, бәлки, кеше еҫен һиҙгәндер, шулай тойолдо балаларға.
Күк бүрене мөһабәт тау итәге мәмерйәнең ҡабырғаһынан ярып килеп сыҡҡан шишмә янында ҡалдырҙылар ҙа арыраҡ китеп, күҙәтә башланылар.
– Таһир, бына ошо була инде Алпамыша тигәндәре, һин улар­ҙы күрергә теләгәйнең бит, – тине Булат. – Яҡшылап ҡара, тик уларҙың төрлөһө була.
– Бәлки, ҡайтҡас, берәй һүрәтен дә эшләрһең, – тине Айгөл, – ысынлап та, шулай үҙ күҙең менән күрҙеңме, тип аптырап та һорар иптәштәрең...
– Шул тиклем дә ҙур булыр, тип кем уйлаған, беҙ уның тубығынан ғына. – Таһир сая ҡараш менән Ҡамыр батырға ҡараны. – Беҙ уны барыбер хәҙер еңергә тейешбеҙ, шулай бит, Ҡамыр батыр ағай?
– Тик ҡабаланмайыҡ, – тип үҙенсә кәңәш бирергә ашыҡты Айгөл. – Бүребай ағай разведкаға… Эйе, эйе, мәмерйәләге хәл торошон белергә китте, шулай бит, Ҡамыр батыр ағай?
– Көтәйек. Мин дә шулай уйлайым, – тине Ҡамыр батыр, ялт-йолт итеп күренеп ҡалған Күк бүренән күҙен ысҡындырмаҫҡа тырышып. – Көтәйек…
Әкиәттә был бүлек булмағанға, алда ни булырын белмәй ине Айгөл. «Шик юҡ, Тарауыл ҡарт үҙе өҫтәгәндер, ауыр хәлгә ҡалһаҡ, барыбер беҙгә ярҙам итәсәк», – тип уйланы ул.
– Күк бүре әллә ниңә шишмә һыуын сәсрәтә-сәсрәтә йыуына башланы, – тине аптыраған Таһир. – Көн эҫе лә түгел был яҡта.
– Кеше еҫен бөтөрөргә теләй, Алпамыша һиҙмәһен, тип уйлай, – тине Булат.
– Егеттәр, шымығыҙ… Ул, моғайын, эскә инергә уйлай­ҙыр… Ана, боҫа-боҫа ишеккә яҡынлаша башланы… Ынтылды… Эй, булманы! Тертләп киткән Алпамыша уға һөңгө ташланы! – тине лә Ҡамыр батыр ашығып, балаларҙы тиҙ генә ергә төшөрҙө һәм ел етмәҫ тиҙлек менән мәмерйә яғына осто. Янтайып өлгөргөн Бүребай өҫтән ҡолап төшөп, бер нисәгә ярылған таш араһына инеп китте. Бына Алпамышаның ҡылысы өҫкә күтәрелде, ләкин Күк бүре һыртына төшөп өлгөрмәне, ҡыҙыулыҡ менән килгән Ҡамыр батырҙың ҡылысы уның башын сабып өҙҙө. Был ни хәл?!. Бер баш урынына ҡурҡыныс ике баш тағы үҫеп сыҡты ла оҙон, йыуан ҡулын уңға-һулға, өҫкә күтәреп, ҡылысы менән шәп-шәп һелтәләнеп, батыр­ҙы эҙләй башланылар. Ҡамыр батыр сая етеҙлеге менән Күк бүрене эләктереп алды ла дошман күҙенә эләкмәҫ өсөн шишмә артына йәшенде һәм егеткә әйләнгән Бүребай менән кәңәшләшеп алды.
– Сихырлы Алпамыша кеше затынан, – тине Бүребай. – Уның йәне – йөрәгендә.
– Башын өҙөү уны юҡ итеү түгел икән, мин шуны аңланым. – Ҡамыр батыр егеттең уҡ-һаҙағына ҡарап алды. – Бүребай ҡусты, һин ағыуланған уғыңды әҙерлә, ә мин кейеҙ-келәмде Алпамышаның йөрәк тәңгәлендә тотормон.
Егеттәр Алпамышаның башы өҫтөндә ҡылысҡа эләкмәҫкә тырышып, ялпылдап бер аҙ осоп йөрөнө. Икәү белгән билдә буйынса Ҡамыр батыр ҡапыл һул яҡҡа янтайҙы, Алпамыша үҙе лә шул яҡҡа ҡулын бороп, ҡылысы менән ынтылды. Был хәлде көткән батыр атлығып уның түш аҫтына килеп туҡтаны һәм әҙер тот­ҡан ағыулы уғы менән Бүребай дошман йөрәгенә төҙәп атып ебәрҙе. Кейеҙ-келәм күккә атылды, тик Алпамышаның һуҙылған ҡылысына уның осо тейеп ҡыр­ҡылды, ләкин бер аҙ барғас, ки­ре ялғанды. Сөнки ҡаҙалған уғын тотоп, ике башын ике яҡҡа һәлберәтеп, ауырлыҡ менән бер-ике аҙым атлағас, сихырлан­ған Алпамыша гөрһөлдәп ергә ауҙы.
Ике батырҙың берҙәм булып башкиҫәр Алпамыша менән көрәшкәнен ҡарап торған үҫмер­ҙәр улар янына ашығып килеп етте.
– Бигерәк ҡурҡыныс икән Ҡыҙ батшаның был башкиҫәре, – тине Таһир ерҙә ятҡан Алпамышаға ерәнеп ҡарап. – Өләсәй әйтмешләй, башҡа бындай нәмәне күрергә Хоҙай үҙе ҡушмаһын.
– Хәҙер тиҙерәк мәмерйә эсенә инәйек, – тине Ҡамыр батыр һәм үҫмерҙәргә ҡараны ла. – Ундағы хәлде әле белеп булмай, әллә тышта ҡалаһығыҙмы? – тип һораны. Балалар бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәне, мәмерйә ишегендә бер бабай күренде.

Мәмерйә ауыҙында күренгән бабай, тилебәрән еҫкәгән кеше һымаҡ, тәнтерәкләп, тоноҡ быяла кеүек ағарған, йәшәү көсө бөткән күҙҙәрен бер нөктәгә төбәп, хәрәкәтһеҙ тора башланы. Ҡамыр батыр нимәлер әйтергә уйлап, алға ынтылғайны ла, Бүребай уның еңенән тотоп, ишара яһап туҡтатты.– Ашыҡма, уның да сихырлан­ғанын һиҙәм, ул – беҙҙең урман әбейенең ҡарты. – Үҙе биленән билбауын сисеп, бабайҙың йыртылып, иҫкереп бөткән кәзәкейе өҫтөнә бәйләне. – Хәҙер… Хәҙер иҫенә килә ул… Ғаилә бәйләнеше көслө унда.
Ҡарт, ҡурҡыныс йоҡонан уян­ған кеүек, ҡапыл тертләп китте: яурындарын һелкетте, ҡулдарын ыуып алды, күҙҙәренән йәш атылып килеп сыҡты, башын ҡалҡытып, тирә-яғына ҡараны, ҡаршыһында торған бер төркөм йәштәрҙе күреп, аптырап китте, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй, йөҙө асылды, аяҡ аҫтында ятҡан Алпамышаны асыуланып, бер нисә тапҡыр тибеп ебәргәс, һүҙ башланы.
– Беҙ һеҙҙе күптән көтә инек. Мине сихырҙан ҡотҡарғанығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. – Үҙе рәхмәт йөҙөнән һәр береһе менән һаулыҡ һорашып сыҡты. – Әгәр бында мин булмаһам, Ҡыҙ батшаның сихырын ошо әбейем ебәргән билбау быумаһа, Алпамышаны үлтерһәгеҙ ҙә, мәмер­йәгә инә лә, һеҙ эҙләп килгән ил башлығы ҡыҙын күрә лә алмаҫ инегеҙ. Уны тәрбиәләргә дейеү мине ошонда, мәмерйәгә, алып килеп ташланы.
– Ҡайҙа ул һылыуҡай, тереме? – тип түҙемһеҙләнеп һораны Ҡамыр батыр.
– Тере, тик… – тине ҡарт, ул һүҙен ослап ҡуйманы, ашығып, бөтәһен эйәртеп, үҙенән бер аҙым да ҡалмаҫҡа ҡушып, мәмерйә эсенә алып инеп китте. Бормалы-бормалы аҙаштырғыс һуҡмаҡтар буйлап ярайһы уҡ юл үттеләр.
– Бына ошонда инде ҡыҙыбыҙ, – тине ҡарт һәм балаларға ҡарап алды. – Мин уны һәр төн бер аҙға булһа ла тышта ял иттереп алып йөрөйөм, икенсе ҡиәфәткә инһә лә, тиҙ өйрәндем былай, тик һеҙ, балалар, ҡурҡмағыҙ, яраймы...
Ипләп кенә оло бүлмәгә оҡшаған урынға инделәр һәм балалар аптырауҙан артҡа сигенде, алдарында оло майҙанда күргән ҡурҡыныс дейеү тора ине. Ә ул бер аҙым алға атланы ла башын эйеп, мөйөшкә барып ултырҙы .
– Ҡурҡмағыҙ, балалар, – тип тағы ҡабатланы ҡарт. – Ул – беҙҙең Ынйыҡай, тик әлегә де­йеү сүрәтендә. Төнгә ҡарай һылыуҡайға – үҙенә, ҡояш ҡалҡыу менән тағы дейеүгә әйләнә лә ҡуя. Беҙ уның менән төнөн генә ҡәҙимге кешеләр кеүек һөйләшеп ултырабыҙ. Таң атыу менән икебеҙ ҙә үҙгәрәбеҙ. Мин үҙем аңҡы-тиңке булып, боҙҙан яһал­ған боҙ кеше һымаҡ, туңып тик йөрөйөм. Ынйыҡай бер таң алдынан Ҡамыр батыр исемле егетте төшөндә күреүен, уның тиҙҙән беҙҙе ҡара мәмерйәнән, Ҡыҙ батшаның сихырынан ҡот­ҡарыуын һөйләне. Үҙе төшөнөң раҫҡа килеүен түҙемһеҙләнеп көттө. Ҡамыр батыр, мин дә һине төшөмдә күрҙем, һәр саҡ саҡырыуыңды ишеттем.
Ҡарт Ҡамыр батыр һәм дейеү янына яҡынлашты. Ә уныһы, яҡын килмәүҙе белдереп, тупаҫ ҡулдарын һелтәләне, ә үҙенең ҙур күҙҙәренән борсаҡ кеүек тәгәрәп, эре күҙ йәштәре ергә тамды.
– Дейеү сүрәтендә булһаң да, һин барыбер Ынйыҡай бит, – тип яғымлы ғына өндәште Ҡамыр батыр. – Ил башлығының ҡыҙы икәнеңде бөтәбеҙ ҙә белә.
Дейеү уға ҡарап, тынысланғандай булды, ләкин һаман мөйөшкә һыйынды, ә башҡалар урындарынан да ҡуҙғалмай, ғәжәпкә ҡалып, һүҙһеҙ торҙо.
– Һөйөклө Ынйыҡайым, – тине Ҡамыр батыр уның хәлһеҙләнгән ҡулдарын тотоп, – мин һине бер күреүҙә үк яраттым, әле лә дейеү итеп түгел, ғәзиз йәрем итеп күрәм. – Үҙе дейеүҙе ҡосаҡларға тырышып, ҡосағын йәйҙе, башын күкрәгенә ҡуйҙы. – Эйе, тәүге төштән үк күптәнән яратам мин һине, Ынйыҡай.
Ниндәйҙер имәнес тауыш ишетелде, мәмерйәне шомло ҡара төтөн баҫты һәм ҡапыл көслө ҡояш нурҙары тирә-яҡҡа һирпелеп, йәйғор нурҙары уйнай башланы. Ҡамыр батыр менән дейеү туны сиселгән һылыу Ынйыҡай­ҙың ҡосаҡлашып торғанын күргән туғандар, оло шатлыҡтарынан көлә-көлә, ҡулға-ҡул тотоноп, түңәрәк яһап, әйләнеп алды. Бүребай менән ҡарт та ҡыуанысынан ни эшләргә лә белмәне. Ынйыҡайҙың һылыулығын күреп, йәш егеттәр үҙ-ара шыбырлашып алды, Айгөл дә һоҡланыуҙан иҫе китеп:
– Бындай һылыуҙар тик әкиәттә генә булалыр: сәсенең бер бөртөгө алтын, икенсе бөртөгө көмөш бит, ҡараһаң, күҙҙе һис тә алып булмай, – тине.
– Минең дә кәләшем бик матур, – тине Бүребай, үҙе ҡурҡыныс йоҡоһонан уянған кеүек, тертләп китте. – Эйе, ҡара ҡоймалар емерелде, тиҙерәк миңә лә торған яғыма ҡайтырға кәрәк, бик һағынып, киткән юлыма ҡарай-ҡарай, түҙемһеҙләнеп көтә торғандыр мине лә ҡара ҡашым.
– Мине лә үҙең менән бергә алсы, – тине ҡарт үтенес менән Бүребайға. – Ынйыҡайҙың хәҙер тоғро йәре бар, бергәләп батшалыҡҡа ҡайтырҙар. Ана, ҡояш нурына мәмерйәнең тура юлы асылды, хатта бәүелеп ултырған гөл-сәскәләр ҙә күренеп тора. Тирә-йүн ҡотһоҙ йәндең сихырынан ҡотолдо.
– Әйҙә, ғашиҡтар менән хушлашайыҡ, – тине Бүребай ҡартҡа. Улар Ҡамыр батыр менән ҡосаҡлашып, Ынйыҡайҙы һөйөп, йылмая-йылмая хушлаштылар ҙа балалар янына килде.
– Беҙ тыуған яҡта тағы осрашырбыҙ әле, – тине Бүребай йылы ҡараш менән. – Һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙ, беҙҙең ауылға ла килеп сығығыҙ, минең бәпесте лә күрерһегеҙ. Бәхетле булығыҙ, балалар. Һәр саҡ, бөгөнгө кеүек, ҡыйыулыҡ юлдаш булһын.
Балалар урман әбейенә бар кәңәштәре, йылы ҡабул иткәне өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт белдереп, ҡарты аша сәләм әйтте. Улар менән ҡыуанысынан ҡосаҡлап, һөйөп хушлашҡан ҡарт Бүребай артынан эйәрҙе.
– Һеҙ, моғайын, батырығыҙ, Ынйыҡай менән кейеҙ-келәмдә батшалыҡҡа елерһегеҙ, – тип мәмерйәнән сығыр саҡта ҡул бол­ғаны Бүребай һәм ҡартҡа шым ғына нимәлер әйтте.Уныһы ҡулдарын ыуғылап, шатлығын белдереп, өҫкә күтәрҙе. Аңғармаҫтан Бүребай Күк бүрегә әйләнде, ҡартты арҡаһына ултыртып, мәмерйәнән елеп сығып та китте.
– Йә, йәш сәйәхәтселәрем, һеҙ генә ҡалдығыҙ түгелме был мәмерйәлә? – Балаларҙың артында яғымлы таныш тауыш ишетелде. – Артабан ни эшләргә уйлап тораһығыҙ?
– Тарауыл олатай килде! – тип ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәргән Айгөл, йәштәрҙең бер-береһенән күҙҙәрен алмай, йылмайып, серләшеп торғандарын күргәс, ҡулын күкрәгенә ҡуйҙы ла, – ә беҙ шымыраҡ һөйләшәйек, йәме, – тине.
– Бар тауышыңа ҡысҡырһаң да була, – тине йылмайып Тарауыл ҡарт. – Мин улар өсөн тылсым таяғым менән бәхет шаршауы ҡорҙом. Беҙҙе улар күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә, хатта бергә йөрөгәндәрҙе иҫләмәҫ тә…
– Йә шуғалыр, Ҡамыр батыр беҙҙе онотто, – тип үпкәләгәндәй булды Булат.
– Инеп, хушлашып сығырға буламы? – тип һораны Таһир. – Тегеләй ҙә, былай ҙа уңайһыҙ бит әле. Күпме ваҡыт бергә булдыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам иттек.
Тарауыл ҡарт мәғәнәле ҡараш менән, һәр ваҡыттағыса, Айгөлгә ҡараны.
– Улар әкиәттә ҡалырға тейеш, – тине Айгөл. – Ҡамыр батыр хаҡындағы әкиәтте йышыраҡ уҡып торһағыҙ, осрашыу шул тиклем йышыраҡ булыр. – Үҙе Тарауыл ҡартҡа һыйынды. – Тарауыл олатай, һеҙ әкиәткә матур өҫтәмә индергәнһегеҙ, тик ғашиҡтар мәмерйәлә бер-береһенә ҡарап туя алмайса, бәхет шаршауы эсендә мәңге тороп ҡалмаҫтармы? – тип йылмайып һораны.
– Әлбиттә, ҡалмаясаҡтар. Ҡамыр батыр кейеҙ-келәмен саҡырып алып, һөйгәнен ултыртып, ҡыҙ йәшәгән ҡалаға еләсәктәр. Бер аҙҙан ул ата-әсәһен саҡыртып, бик матур итеп туй яһаясаҡ. Байрамға, оло майҙанға, яуыз дейеүҙән ҡотолған бөтә халыҡ киләсәк. Бындай туйҙы бер кем дә бер ҡасан да башҡаса күрмәйәсәк. Аҙаҡ кәләше Ынйыҡай­ҙы алып, бәхетле, азат донъяны күреп ата-әсәһе менән бергәләп, Ҡамыр батыр тыуған яғына ҡайтып китәсәк .Бөтә урында халыҡ үҙҙәрен был ҡан эскес Ҡыҙ батшанан ҡотҡарған батырҙы хөрмәтләп, юлдарына гөлдәр һибеп оҙатасаҡ.
Бынан һуң да әсәһе бүләк иткән кейеҙ-келәме Ҡамыр батыр­ға тоғро юлдаш буласаҡ. Баш­ҡорт халҡының кейеҙе – тағы бер ғәжәп мөғжизәнең береһе ул.
– Эй-й!.. – тине Тарауыл ҡарт, әйтер нәмәһен онотоп торғандай. – Һеҙгә лә ҡайтырға ваҡыт етте, балалар. Кисәге кеүек Шүлгәнташтың ҡырсын юлында Булаттың атаһы һеҙҙе көтөп, машинала китап уҡып ултыра.
Үҫмерҙәр бер-береһенән айырыла алмай торған ғашиҡтарға һоҡланып ҡараны, һаулашҡан кеүек ҡул болғаны, түңәрәк яһап, ике ҡулдары менән билбауҙарын тотто, ләкин ҡайтыр һүҙҙәрҙе һаман әйтмәне.
– Айгөл ҡыҙым, һинең һаман әйтер һүҙең бармы? – тип ҡыҙыҡһынды Тарауыл ҡарт.
– Тарауыл олатай, беҙҙең тағы бер көнөбөҙ ҡалды, Шүлгәнташ­ҡа иртәгә тағы һеҙгә килергә мөмкинме? – тип һораны ҡыҙ.
– Эйе, – тип йылмайҙы Тарауыл ҡарт. – Олатайығыҙҙың һорауы буйынса, әле бер көнөгөҙ бар, ҡайҙа сәйәхәт ҡылырға икәнен әйттегеҙ, бар күңелдән көндәгесә ярҙам итермен. Ярай, мине лә мәмерйәм көтә.Әлегә һау булығыҙ!
Тарауыл ҡарт юғалды, сит мәмерйәлә туғандарҙың тауышы яңғыраны.
– Бер, ике, өс,
Шүлгәнташҡа ос!
Ысынлап та, юлда машина янында Булаттың атаһы тора ине. Балаларҙы күргәс, йылмайып ҡул болғаны.
– Эй, машина машина инде, Ҡамыр батыр ағайҙың кейеҙ-келәменә етәме һуң! – тине Булат. Туғандар күңелле итеп ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә етәкләшеп аҫҡа ҡырсын юлға төшә башланы.



Читайте нас: