+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Повестар
20 Ноябрь 2020, 12:19

Кирамат донъяға cәйәхәт

Яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова балалар өсөн күптән яҙа. Уның кескәйҙәр өсөн сыҡҡан «Иң тәмле китап», «Хәйерле иртә!» тип аталған китаптарын уҡыусылар бик йылы ҡабул итте. «Йәншишмә» гәзитендә баҫылған «Серле ҡуласа» фантастик повесын да балалар яратып уҡыны. Фәрзәнә апайығыҙ һеҙҙе тағы ла шатландырмаҡсы. Уның «Харис+Кирамат донъя» тип аталған яңы романы донъя күрҙе. Эйе-эйе, балалар өсөн яҙылған. Аптырамағыҙ, Гарри Поттер тураһында ла романдар бар бит. Бәлки, яҙыусының был әҫәре лә дауамлы булыр. «Харис+Кирамат донъя»ның үҙенсәлеге ниҙә? Нимәһе ме­нән ул балалар иғтибарын йәлеп итәсәк? Авторҙы китабы менән ҡотлайбыҙ һәм ошо уңайҙан уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы, һеҙҙе бик шәп роман яҙған, тип ишеткәйнек. Етмәһә, балалар өсөн. Уның геройы Гарри Поттерҙан ҡалышмай, хатта уға ҡарағанда ҡы­ҙығыраҡ та, тиҙәр!
– Әлбиттә, ҡыҙығыраҡ, шикләнмәгеҙ (көлә).

– Ни өсөн ҡыҙығыраҡ икәнен белергә ине. Романдың төп геройы Харис Гарри Поттерҙан нимәһе менән айырыла? Ул да төрлө мажараларға тарыйҙыр бит?
– Минең геройым Харис ҡушлаш, йәнәш донъялағы кираматтар араһына барып эләгә. Ундағы тормош беҙҙең фани донъя менән тура килеп бөтмәй. Тимәк, Харисҡа аҙым һайын тиерлек көтөлмәгәнлектәр менән осрашып торорға тура килә.

– Гарриға үткер, ҡыйыу Гермиона ярҙам итеп тора. Юғиһә...
– Аңланым. Харистың да дуҫтары бар. Ләкин ауырлыҡтарҙы, ғәҙәттә, ул үҙе йырып сыға. Ҡыйыуһыҙ ғына тотонған кеүек була, шулай ҙа өмөтөн өҙмәй, барыбер аҙағына тиклем алып барып еткерә лә ҡуя. Хикмәт шунда.

– Харистың яратҡан йәнлеге йәки ҡош-ҡорто бармы?
– Бар, уның аҡыллы йыланы һәр саҡ эргәһендә. Ебәк йылан ҡорос йыландан да шәберәк!

– Роман ваҡиғалары бик тығыҙ үрелеп бара, бының сере нимәлә?
– Халыҡ ижадын ҡулланыуҙа. Беҙҙең фольклор иҫ киткес бай, ундай хазина күп халыҡтарға тәтемәй ҙә. Эйе, данлы, үлемһеҙ эпос-әкиәттәребеҙҙең персонаждарын ҡулландым. Улар бөгөнгө заманда беҙҙең менән ҡуша йәшәй. Шуға роман йәнле, мажаралы һәм ҡыҙыҡ килеп сыҡты.

– Ә ҡушлаш донъя халҡы ниндәй телдә һөйләшә?
– Бәй, башҡорт телендә инде. Әйттем бит, бөтөн персонаждар үҙебеҙҙеке. Йәғни үҙебеҙҙең фольклорҙан алынған. Әлбиттә, ябай бер малайға Кираматтарҙың илендә фантастик персонаждар менән ярышҡа сығыуы еңел булмай. Һуң, Күлуртларҙар менән ярышып, һыу эсеп ҡара әле. Йә иһә Йүгерекзаттар менән сабышырға хәлеңдән килерме? Бына ошондай һынауҙар аша үтә минең геройым.

– Эйе, геройҙарға һәр саҡ һынауҙар аша үтергә тура килә. Кираматтар мәктәптә белем аламы?
– Әлбиттә, Харистың мәктәптә алған белеменән айырыла. Кираматтар төрлө тылсымға өйрәнә. Харис та уларҙан ҡалышмаҫҡа тырыша. Хатта ҡайһы саҡ арттырып та ебәрә. Ләкин бәхете бар, бәлә-ҡазанан ҡотола ала.

– Уның ғаилә хәле нисек? Бала кеше ата-әсәһе янында бәхетле.
– Был яҡтан, бәлки, бөтәһе лә яҡшы, тип әйтеп булмайҙыр. Иң мөһиме, Харис әсәһенең яҡлауын тойоп йәшәй. Ә атаһына килгәндә, хәйер... быларын китап уҡыусыларға ҡалдырам.

– Ниндәй урынын яҙыуы айырыуса ҡыҙыҡ булды.
– Мәскәй әбей тураһында яҙыу нығыраҡ оҡшаны. Шундай шәп образды ситтә ҡалдырып барабыҙ икән, тип уйлап ҡуйҙым хатта. Ә ул – шундай ҡатмарлы, ҡатлаулы образ. Мәскәй тураһында артабан да яҙырға ине.

– «Харис+Кирамат донъя» романын ҡайҙан алып уҡырға була?
– Ул аҙ тираж менән сыҡты. Үҙемдә генә, магазинға сыҡмаған. Һатып алырға теләүселәр булһа, мөрәжәғәт итһендәр. Уларҙы иҫ киткес мауыҡтырғыс донъя көтә. Ә мин, үҙ сиратымда, уҡыусыларҙан китап тураһындағы фекерҙәрен көтәм. Бәлки, улар романдың дауамын яҙырға ярҙам итер.

Зөһрә ХӘКИМОВА әңгәмәләште.

Харис+Кирамат донъя

Романдан өҙөк

Күпме барғанын хәтерләмәй Харис. Юл барышында бер нәмәне асыҡ аңланы – теләһә лә кире борола алмаясаҡ. Ул ҡай­ҙалыр барып етергә тейеш. Бер заман ҡаршыһында бәләкәй генә өй хасил булды. Өй өй инде. Бәләкәй, бер усҡа һыйырлыҡ. Резина шикелле һығылмалы. Кәүшәйеп-бәлшәйеп, кәйелеп китә. Ғәжәп, ҡайһы ҡанунға буйһона ул? Әлбиттә, тылсым ҡанунына. Харис тамғасаһын күкрәгенә ҡыҫҡан килеш өйгә яҡынлашты. Шулай ҙа бормас-бормас олонло ағас тәңгәленә еткәс, шып туҡтаны. Әүәл бында ниндәй йән эйәләре йәшәгәнен белергә кәрәк. Эстә берсә олоған, берсә йәмһеҙ шарҡылдаған тауыштар ишетелә.
Шау-шыу ҡапыл тымды. Тәҙрәнән баш һонолдо. Кәкре танау, ыржайған тештәр. Бәй, был бит әкиәттәге Мәскәй әбей! Бер күҙ һалғандан, ҡотоң осорлоҡ. Бына ҡарсыҡ оҙон бармаҡтарын тырпайтты ла, йәшелле-күкле ауаз сығарып, тәҙрәнән башын алды. Шул мәлдә мөрйәнән тағын бер һын атылып килеп сыҡты. Ләкин ул әллә ҡайҙа китмәне, бер өйрөлдө лә кире ишектән инеп китте. Йәнә ырылдаған-олоған имәнес тауыштар яңғыраны. Дөбөр-шатыр киләләр. Нимәнелер емерәләр шикелле. Юҡ, улар бит йәнтәслим һуғыша. Өй йә былай, йә тегеләй һуҙыла. «Минең тамаҡҡа ҡағылма!», «Юҡ, минеке!..» Ике мәскәй тап килештеме икән әллә? Былай булһа, бер-береһен ашамайынса тыныс­ланмаҫтар. Бер ыңғайҙан Харисты ла һоғоноп ҡуймаҫтармы шунда? Бына береһенең тауышы асыҡ ишетелде.
– Мәскәй, йәнең нисәү?
– Йәнем ағас башында, – тип яуапланы Мәскәй.
«Был ни ғәләмәт? Ике аҡылдан яҙған һөйләшәме әллә? Һорауында ла, яуабында ла бер ниндәй мәғәнә юҡ та баһа!»
Өй эсендә аҙ ғына шымып торҙолар. Унан Мәскәй яман итеп аҡырып, һуҡранырға кереште.
– Минең тамаҡты гел талай алмаҫһың! Барыбер йәнеңде алам, албаҫты!!! Һимеҙ башыңды ҡыуанып кимерәсәкмен!..
Яуап урынына хахылдау яңғыраны. Аңлашылды. Тегеһе албаҫты булып сыҡты. Ул шап-шоп итеп нимәлер һоғона. Мәскәй әбейҙең ризығын талаймы? Шулайға оҡшаған. Ә ни өсөн Мәскәйҙең бер албаҫтыға көсө етмәй? Ул бит башҡалар менән сағыштырғанда, иҫ киткес көслө!
– Минең башты кимергәнсе мең йыл ғына үтер әле. Шулай булғас, әллә ни ҡур­ҡаһы юҡ. Ха-ха-ха!.. Уның ҡарауы, көн һайын киләм дә бер ҡөҙрәтле һорауҙы бирәм. Мәскәй, йәшең нисәү?
– Ризыҡты ҡороттоң. Бар, шайтаныма олаҡ!
– Албаҫтыны алдай алмаҫһың! Әле йәшергәнең бар!..
Тағы нимәлер дөбөр-шатыр килде.
«Бик-бик ҡыҙыҡ! «Йәнең нисәү?» тигәс, йәненең нисәү икәнен әйтергә тейеш түгелме ни? Тимәк, бында ниндәйҙер сер йәшерелгән…»
Тағы ла шап-шоп сәйнәгән тауыш ишетелде. Мәскәй әсе тауыш менән ҡысҡыр­ҙы.
– Икенсе юлы утлы киҫәү һоғондорам, туймаҫ тамаҡ!!.
Яуап урынына йәмһеҙ көлөү яңғыраны. Бына ишек өйҙән дә ҙурыраҡ киңәйҙе. Унан тумалаҡ бер зат килеп сыҡты ла шырлыҡҡа инеп, юҡ булды. Әкиәттән уҡып ҡына белгән бындай ҡурҡыныс кираматтар менән күрешмәү хәйерле. Харис кире килгән юлына имгәкләне. Ҡайҙа булған ҡайтыу юлы? Малай бер аҙым да атлай алманы. Ынтылған һайын кире ҡаҡлыҡты. Улай ғына ла түгел, хәле бөтә башланы. Хатта баҫҡан урынында әйләнергә кереште. Шунда ғына үҙенә ниндәй ҡурҡыныс янағанын аңланы. Кире ҡайтыу юлы бикләнгән! Мәскәй әбейҙең хыялы тормошҡа ашырға күп ҡалманы. Албаҫтыны түгел, Харисты теләгән ваҡытта ҡабып йотасаҡ. Теләгән ваҡытта, теләгән урында малай Мәскәйҙең тәмле ҡорбанына әйләнәсәк. Сөнки уның биләмәһенә рөхсәт­һеҙ килеп инде. Ә Мәскәйҙең саҡырылмаған ҡунаҡҡа мөнәсәбәте асыҡ. Бер үк ваҡытта ул – бик көтөп алынған ҡалъя. Тамағы туйһа, албаҫты менән шулай пыр туҙып талашырҙар инеме ни?
Нимәлер һиҙенеп, артына ҡарағайны, саҡ йығылып китмәне. Шул ыңғайҙа там­ғасаһы ҡайҙалыр үлән араһына төштө лә китте. Уны эҙләргә ваҡыт юҡ ине инде. Эргәһендә Мәскәй әбей баҫып тора. Осло тырнаҡтары бына-бына башына ҡаҙалыр­ға әҙер. Күҙҙәренә ҡан һауған. Һәм тештәре хәрәкәткә килде. Уның янында Лү Цзи үҙе сибәр зат булып күҙаллана… Бына Мәскәйҙең күҙ алмалары берсә дүрткелләнде, оҙонсаланды, тура һыҙыҡҡа әйләнде, яңынан түңәрәкләнде, эллипс рәүешен алды… Дерелдәй-дерелдәй, ауыҙ һаман ҙурыраҡ асыла бирә. Тештәр түҙемһеҙлек менән ҡыбырлаша… Харис ҡысҡырып ебәргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
– Мәскәй, йәнең нисәү?
Ул, утҡа баҫҡандай, ситкә һикерҙе.
– Минең йәнем ағас башында.
Улар һөйләшкәнде ишеткән бүтән берәү аптырап, бот сабыр ине, моғайын. Ысынбарлыҡта иһә был мәлдә Харистан да бәхетле йән юҡ ине. Был һүҙҙәр уның йәшәү мәғәнәһенә әйләнгәндәй булды. Ул ҡыуаныстан йәнә ҡабатланы.
– Мәскәй, йәнең нисәү?
– Минең йәнем йомортҡа эсендә.
Быныһы ни булды тағы? Бер үк ваҡытта Мәскәйҙең күҙ алмаһы дүрткелләнеүҙән, эллипсланыуҙан туҡтаны. Харисҡа йән ингәндәй булды. Һаҡлыҡ өсөн йәнә лә бер мәртәбә һораны.
– Мәскәй, йәнең нисәү?
– Минең йәнем энә осонда, – Мәскәй тағы ла артҡараҡ шылды. Уның ҡарауы, Харис әбейгә табан бер-ике аҙым яһаны. Эйелә һалып, тамғасаһын эләктерҙе.
– Һиңә нимә кәрәк, тылсымгир? Нишләп йөрөйһөң минең биләмәлә?!
– Тылсымгиргә бында килергә ярамаймы ни?
– Минең улар менән килешеүем бар. Һәм уны берәү ҙә боҙа алмай!
– Мин тамғаса күрһәткән юлдан килдем.
– Тамғаса! – Мәскәйҙең күҙе йәнә дүрткелләнә башланы.- Тамғаса… Һин бигүк ябай тылсым эйәһе түгел. Мәскәй быны ғына белә. Шулай булғас, бында килеүең дә һис осраҡлы түгелдер. Әйт, нимәгә килдең? Ниңә бимазалап йөрөйһөң?
– Былай ғына йөрөйөм.
– Миңә был һүҙең оҡшамай! Һин килешеүҙе боҙҙоң!
– Ниндәй килешеү ул? Мәскәй нимә был тирәлә эшләй?
– Нимә эшләй, тиһеңме?!. Эше күп уның! Ҡул ҡаушарып ултырырға ваҡыты юҡ! – Мәскәй ярһып бармаҡтарын уйнатып алды. – Миңә еткән берәй йән эйәһен табып ҡара!.. Бөтөн донъяны ҡый-һайҙан таҙартам! Бөйөк таҙартыусы мин! Ашҡаҙаным бөтә бысраҡты эшкәртә. Тирмән шикелле әйләндерә. Хәҙер әйтеп ҡара, кем мине алыштыра ала!?. Теге ҡороғор албаҫтымы? Бәлки, һинең ише берәй аңраһы алмаштырыр? Таҙа донъяла, йәғни көн дә таҙартылып торған донъяла йәшәүеңде лә белмәйһеңдер әле һин, бирән ҡорһаҡ?
– Минме?...
– Һуң! Һин булмай тағы! Мин түгел инде! Мин – таҙартыусы! Бер нәмә лә белмәй нисек йәшәргә була донъяла!
Белмәй ине шул. Был хаҡта уйлап та ҡарағаны юҡ ине. Хәҙер аңлашылды. Үҙенең аңралығы ла, Мәскәйҙең санитар икәне лә… Шулай ҙа ҡайтыу юлы тураһында ла уйларға ваҡыт. Сөнки баяғы һүҙҙәр­ҙең тылсымы көсө ҡасан бөтөрөн ул белмәй.
– Бында мине бүтән күрмәҫһең. Хатта бик һағынғанда ла. Мин үҙ юлым менән, ә һин..
– Ха-ха-ха, алйот малай! Мәскәй биләмәһенән анһат ҡына сығып була, тип уйлайһыңмы? Алдан иҫкәртәм, был эшең үтә ҡиммәткә төшәсәк! – Мәскәй әбей, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй, туҡтап ҡалды. Күҙендә ут ҡабынды. – Алйот малай, һин миңә ярҙам итәһең, ә мин – һиңә! Килештекме?
– Ниндәй ярҙам? – Харис күңелендә ярала башлаған шикте ҡыуып, саҡ-саҡ һораны.
– Теге ҡороғор албаҫтынан ҡотолорға ярҙам ит!
– Ниңә ул һине бимазалай?
– Бимазалай, имеш. Шулай ғына булһа икән!.. Ул миңә йәшәргә ирек бирмәй, аңланыңмы, алйот малай! Бөтә тапҡан-боҫҡанымды бер генә йота ла ҡуя! Минең көстө юя торған доғаны ҡайҙан белә ул? Шул һүҙҙәрҙе үҙгәртергә йә онотторорға кәрәк! Уны мин үҙем эшләй алмайым.
– Һинең йәнең ҡайҙа, тигәндеме ни?
– Ю-у-уҡ!.. – Мәскәй асыуынан ерҙе тибә башланы. – Һин әйткәндең сихыр көсө юҡ. Улай тигәндәрҙе мин бер генә йотам! Миллион мәртәбә ҡабатла, ул миңә тәъҫир итмәй, алйот малай! «Ҡайҙа» түгел, ә «нисәү» ! Аңра!
– Ә-ә-ә… теге «Мәскәй, йәшең нисәү», тигәндеме?..
– Күп ҡабатлама, алйот! Ярҙам итәһеңме-юҡмы?
– Мин уйлармын, – тине Харис.
Читайте нас: