+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Повестар
9 Август 2022, 11:05

Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары — 2

Сәләм  — хат 

Көнөндә урап ҡайтырмын, тип юлға сыҡҡайным. Бәндә бире уҡый, шайтан кире уҡый, тигәндәй, бер ҙә уйлағанса килеп сыҡманы, тотҡарландым.
Ҡайтыуыма өҫтәлдә яҙыу ята.
«Һаумы, яҙыусы ағай!
Ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарымды баҫтырып сығарғанығыҙ өсөн рәхмәт. Иптәштәрем дә, уҡытыусыларыбыҙ ҙа, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә көлә-көлә уҡыны. «Круто! Көлә торғас, эсебеҙ ҡатып бөттө», – тинеләр. Мәктәптә онотҡанда бер сығарылған стена гәзитенә лә күсереп баҫтылар.
Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ҡыҙыҡ-мыҙыҡтар кешеләрҙең кәйефен күтәрергә уйлап табыл­ған бит инде. Ә минең менән киреһенсә булды, буғай. Ниңә ҡулыма авторучка алдым икән, тигән көнгә лә төшкөләнем. Патому (хатта шулай яҙылған, дөрөҫө: потому. – Ф. М.) что, малайҙар­ҙың һәм ҡыҙҙарҙың ҡайһылары: «Ниңә мине яҙҙың, үҙеңде бел!» – тип бәйләнде. Икмәк шүрлегемә менеп төшөргә лә йыйындылар. Менмәйерәк торһондар, үҙҙәренең ҡабырғаларын һанаясаҡмын. Мине беләһегеҙ.
Уҡыуым малайҙарса (бер дәрестә «икеле» сәпәп йәнгә тей­һәләр, икенсеһендә «бишле» ҡуйып осондоралар), тәртип тә баш­ҡаларға өлгө итеп ҡуйыр­лыҡ түгел. Буйым үҫһә лә, аҡылым үҫмәне, буғай (әсәйем һүҙҙәре).
Яҙыусы ағай, мин әле лә ҡыҙыҡ-мыҙыҡтар яҙыуҙы дауам итәм. Зөлфәт менән шуларҙы алып килгәйнем. Уйым ҡулығыҙға тоттороу ине. Өйҙә булманығыҙ. Был юлы дәфтәргә яҙманым, компта йый­ҙым. «Күп һүҙҙәр танылмай», тип мыжыйһығыҙ бит. Эшегеҙҙе саҡ ҡына булһа ла еңеләйткем килде. Ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарымдың иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел, кәрәк, тип тапҡандарын үҙегеҙ һайлап алығыҙ. Рөхсәт итәм. Онотмаҫ борон маҡтанып та алайым әле, ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарҙы йыйырға миңә синыфташтарымдан тыш, таныш түгел кешеләр ҙә помагать (хатта шулай яҙылған, дөрөҫө: помогать. – Ф. М.) итә.
Осрашып, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшә алмауыбыҙ үкенесле. Һау булығыҙ! Шатморат.
P.S. Зөлфәттән дә сәләм».
Флешкалағы тексты ҡағыҙға күсерҙем дә бар донъямды онотоп, эшкә тотондом.

Мин кемгә оҡшағанмын?

Мин кемгә оҡшағанмын?
– Ейәнкәйем, ниңә илайһың? – тип һорай өләсәй.
– Әсәй атайға, һин – фил, тине, ә атай әсәйгә, һин – тауыҡ, тип яуап бирҙе.
– Шунан?
– Мин кем булам һуң, ә?!

* * *

Психотерапевт әсә менән улын тәрбиәләү тураһында әңгәмәләшә:
– Һеҙ уны бик ҡаты тотаһығыҙ, ахыры?
– Юҡсы...
– Исемең кем, тип һорағас, ул: «Радик, ауыҙыңды яп!» – тип яуап бирҙе.

* * *

Өләсәй ейәне менән автобуста китеп бара.
– Өләсәй, һиңә нисә йәш?
Ул яуаптан ҡасмаҡсы була. Ейән:
– Һин тәүге һанды ғына әйт.
– Алты.
– Ә икенсеһе?
– Дүрт.
– Ә өсөнсөһө?..

* * *

– Һинең олатайыңа нисә йәш?
– Белмәйем, ул беҙҙә әллә ҡасандан бирле йәшәй.

* * *

– Беҙҙең Рөстәм нисек? – тип һорай әсә яңы күршенән.
– Мөләйем һәм тәрбиәле бала, тик... ул мине доктор, тип уйланы, шикелле.
– Ниңә улай тиһегеҙ?
– Мин ингәс, ул миңә телен күрһәтте.

* * *

– Әсәй, беҙгә ниндәйҙер ағай килде.
– Уға нимә кәрәк?
– Бассейн төҙөргә аҡса йыя. Уға нимә бирергә?
– Өс күнәк һыу сығарып бир.

* * *

– Атай, һиңә ярҙам кәрәкмәйме?
– Кәрәк.
– Әсәй, атайға ярҙам ит әле.

* * *

Рәмил менән атаһы зоопаркта арыҫлан ултырған ситлек янында тора.
– Атай, – ти Рәмил, – әгәр арыҫлан ситлеген ватып, һине ашап ҡуйһа, миңә өйгә ниндәй автобус менән ҡайтырға?

* * *

Улым менән самолётта осабыҙ. Ултырып бара торғас, ул ялҡып китте, шикелле, стюардессанан кабинаны күрһәтеүен һораны. Йөрөп килгәс, күргәндәрен ҡыс­ҡырып һөйләргә кереште:
– Унда ағайҙар рулде тотмай, һыра эсәләр. Апай миңә самолётты йөрөтөргә рөхсәт итте. – Хәйләкәр йылмайып: – Ә мин ул күрмәгәндә бер төймәгә баҫтым, – тип өҫтәне.
Үс иткәндәй, шул мәл самолёт һауа соҡорона эләкте. Пассажир­ҙарҙың йөҙөн күрһәгеҙ икән! Улар улымдың хәйләкәр, уйлап сығарыуға маһир икәнен белмәй шул әле.

* * *

– Өләсәй, араға ҡара бесәй үтеү нисек була ул?
– Бындай мәғәнәһеҙ һорау башыңа ҡайҙан килде?
– Бәй, сәй эскәндә үҙең әсәйемә: «Зариф менән Зарифаның араһына ҡара бесәй үткән», – тинең. Ә уларҙың бесәйе аҡ...

* * *

– Улым, кәнфитте күп ашама, тештәрең төшөр.
– Әсәй, улар – һөт тештәре, былай ҙа төшәсәк.

* * *

Балалар стоматологияһы клиникаһы янындағы туҡталышта торам. Клиниканан дүрт йәшлек ҡыҙын күтәргән ир сыҡты. Ҡыҙ аҡырып илай, атаһының тыныс­ландырырға теләүенә иғтибар ҙа итмәй:
– Бөттө, бөттө, ҡәҙерлем. Баш­ҡаса докторға бармайбыҙ, тештәрең ауыртмай. Ниңә юҡҡа илай­һың?
Шунда ҡыҙ ҙа, илауынан туҡтап, телгә килде:
– Бы-ы-ймаларҙы онот­то-о-оҡ!

* * *

Биш йәшлек улым күрше бүлмәлә әсәһе менән бәхәсләшә.
– Әсәй, һин икенсе малай янына кит, ә беҙ атайым менән ҡалабыҙ.
– Һеҙ минһеҙ астан үләсәкһегеҙ.
– Үлмәйбеҙ. Атайым миңә макарон бешерәсәк.
– Ул бешерә белмәй.
– Рецебын ҡалдыр.

* * *

– Рауза апай, – тип ҡунаҡтың ҡаршыһына йүгерә Рәшиҙә. – Килеүең һәйбәт булды әле. Хәҙер беҙҙә тулы бәхет буласаҡ.
– Ниңә улай тип уйлайһың?
– Атайым, һин беҙгә йыйыныуыңды белгәс: «Тулы бәхет өсөн беҙгә ул ғына етмәй ине», – тине.

* * *

– Өләсәй, ни өсөн ҡоштар ҡанатлы? – тип һорай Әнисә.
– Ҡанатһыҙ улар матур булмаҫ ине.
– Өләсәй, улайһа, ниңә һинең ҡанаттарың юҡ?

* * *

Өс йәшлек Ишмырҙа әсәһенең яңы тыуған һеңлеһен имеҙгәнен күҙәтә.
– Әсәй, ни өсөн икәү? Береһе – йылы, икенсеһе һыуыҡ һөт өсөнмө?

* * *

Ейән һыуыҡ тейҙереп йүтәлләй. Өләсәһе уға өйрәтә:
– Әнүәр, йүткергәндә ауыҙыңды устарың менән ҡапла.
– Ҡурҡма, өләсәй, минең тештәрем һинеке һымаҡ осоп сыҡмаясаҡ!

* * *

– Өләсәй, әйҙә беҙҙең менән уйнарға. Беҙ зоопарктағы айыу­ҙар булып уйнайбыҙ.
– Мин нишләрмен һуң?
– Һин айыуҙарға кәнфит ырғытыусы әбей булырһың.

* * *

Башҡаларҙың балалары бала кеүек, ә минеке? Малайҙар һәм ҡыҙҙар магазинда ата-әсәләренән йә уйынсыҡ, йә чупа-чупс таптыра. Ә минең улым донъя яңғыратып: «Әсәй, тиҙерәк икмәк ал!» – тип ҡысҡырҙы.
Бөтә ғәм алдында оятлы итте.

* * *

– Әсәй, мин кемгә оҡшағанмын? – тип һорай Исмәғил әсәһенән.
– Миңә, улым.
– Ә һин кемгә оҡшағанһың?
– Һинең өләсәйеңә, әлбиттә.
– Ә өләсәй кемгә оҡшаған?
– Ҡарт өләсәйеңә.
– Аңламаным, әсәй, нимә беҙ барыбыҙ ҙа матрёшкалар һымаҡ бер төрлөмө ни?

* * *

– Улым, шәлемде ҡояшҡа элеп ин әле, – тип үтенә өләсәһе Солтанғолдан.
Малай шәлде алып сығып китә лә бер аҙҙан кире тотоп инә.
– Ниңә элмәнең? – тип һорай өләсәһе.
– Ҡояшҡа буйым етмәне, – тип яуап ҡайтара Солтанғол.

* * *

– Әсәй, уйланым: мин барыбер космонавт буласаҡмын! Үҫкәс, кәләш аласаҡмын бит инде, ә ул гел эш ҡушасаҡ: балаҫтарҙың саңын һурҙыр, өйҙө йыйыштыр, сүп биҙрәһен сығарып түк, магазинға барып кил, һауыт-һабаны йыуып ҡуй... Ә мин бер ни ҙә эшләй алмайым, сөнки йыһандамын!

* * *

Ҡыш көнө кескәй Гөлбәҙәр өйҙәрендә күңелһеҙ генә ултыра. Әсәһе уға:
– Ниңә бойоҡһоң, балам? – ти.
Ә Гөлбәҙәр:
– Өләсәйем йәй көнө еләккә алып барам, тигәйне. Ҡыш көнө лә йәй булмағанына ҡайғырам, – ти.

* * *

– Рөстәм, һинең ҡустың бармы?
– Бар.
– Нисә йәштә?
– Ике айлыҡ ҡына әле. Гел илай ҙа илай.
– Ниңә илай һуң?
– Телевизор күрһәтмәгәнгәлер. Боҙолоп ҡуйҙы бит...

* * *

– Мин дә һинең менән барам әле, – ти Мәүлетбай баян күтәреп туйға йыйыныусы атаһына.
– Нишләрһең һуң һин туйҙа?
– Бөтәһен дә хәтерҙә ҡалдырып барырмын.
– Был ниңә кәрәк?
– Иртәгәһен һиңә һөйләр өсөн. Туйҙан һуң үҙең гел, бер ни ҙә хәтерләмәйем, тиһең бит.

* * *

– Олатай, яуызлыҡҡа изгелек менән яуап бирергә кәрәк, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
– Дөрөҫ, балам.
– Улайһа, туңдырмаға аҡса бир. Мин кисә һинең яңы күҙлегеңде ваттым...

* * *

Рәсим беренсе тапҡыр диңгеҙҙә һыу инә. Абайламаҫтан тоҙло һыу йотҡас:
– Улар һыуҙы алмаштырырға тейеш! – ти йөҙөн һытып. – Ныҡ тоҙло!

* * *

Алты йәшлек улым менән һөйләшәм:
– Айҙағол, көҙгә нимәләр хас?
– Ну, ҡоштар осоп китә, ағас­тарҙан япраҡтар ҡойола, ҡышҡа шиналарҙы алыштырырға кәрәк...
– Ә ҡышҡа?
– Ҡар яуа, шиналарҙы тағы ла алыштырырға ваҡыт!
– Ә яҙ көнө?
– Ҡоштар осоп килә, ағастар япраҡ яра... Шиналарҙы тағы ла алыштырырға ваҡыт!

* * *

Бер ир таныштарына килә, ишекте малай аса.
– Атайың өйҙәме?
– Юҡ.
– Ҡасан ҡайта?
– 5 сәғәт 17 минут 35 секундтан һуң.
– Бындай аныҡлыҡ ҡайҙан?
– Атайым – космонавт, ул өйрәтте.
– Ә әсәйең өйҙәме?
– Юҡ.
– Ҡасан ҡайта?
– Ой, белмәйем! Ул сәс ҡырҡтырырға киткәйне.

* * *

– Ҡыҙым, әйҙә, ҡунаҡтарға һинең йылдағы ай исемдәрен нисек белеүеңде күрһәтәйек. Йә!.. Ғин...
– Уар!
– Фев...
– Раль!
– Ҡалғандарын үҙең әйт!..
– Арт, рель, ай, юнь, юль, густ, ябрь, ябрь, ябрь, ябрь!

* * *

Ислам көҙгө алдында биҙәнеүсе әсәһенән һорай:
– Әсәй, негр апайҙарҙың пудраһы ҡара төҫтәме?

* * *

Улым урамдан инде.
– Ә санаң ҡайҙа?
– Бер ҡыҙыҡайға шыуырға биреп торҙом, ул олатаһы менән, килтерәсәктәр.
Әлбиттә, улымдың яҡшы кү­ңелле булыуына ҡыуандым, тик тиҙ ышанып барыусанлығына борсолдом.
Ике сәғәттән сананы килтер­ҙеләр, олатай улыма шоколад та һатып алған. Ә улым кеҫәһенән телефон сығарып, бабайға тотторҙо:
– Бына һеҙҙең телефон…

* * *

Әсә менән ул өйгә ҡайта. Малайҙың ҡулында – ҙур бәйләм һауа шарҙары. Атай кеше ҡатынынан һорай:
– Һин уға ни өсөн шул тиклем күп шар алдың? Сығып барған аҡсаң бармы әллә?
Малай:
– Атай, миңә шарҙарҙы бушҡа бирҙеләр. Әсәй һатып алған һәр әйбер өсөн бер шар.

* * *

Усман атаһын һүрәткә төшөрә. Атаһы һүрәтте ҡарағас:
– Ярайһы, – ти. – Тик ниңә сәстәрем йәшел?
– Минең пеләш буяулы ҡәләмем юҡ ине.

* * *

– Әсәй, миңә һыу килтер әле!
– Тор ҙа үҙең ал!
– Әсәй, һыу килтер!
– Мыжыһаң, ҡайыш алам!
– Ҡайышҡа барғанда һыу ҙа ал!

Кисә бер малайҙың нисек сыйырсыҡ ояһы яһау тураһындағы китап уҡығанын күрҙем. Ул китапты күгәрсендәргә уҡый ине. Бер аҙ уҡығас былай тине:
– Артабан үҙегеҙ, – китапты ҡуйҙы ла китеп барҙы.

* * *

Стоматологҡа сиратта торабыҙ. Әсәһе алдында ултырған малай шыңшый. Әсәһе:
– Илама, һин ир-егет бит.
Малай:
– Мин – сепрәк, тик мине бынан тиҙерәк алып кит.

* * *

Әсәй менән өләсәй дүрт йәшлек Алмасҡа үҙен нисек тоторға өйрәтә. Малай уларҙы иғтибар менән тыңлағас:
– Мин элекке ҡыҙҙарҙың кәңәшен тыңларға йыйынмайым! – тип белдерә.

* * *

Мөнирҙе йоҡларға һалалар. Көтмәгәндә ул яғымлы тауыш менән һөйләргә тотона:
– Минең һөйкөмлө әсәйем, мин ҡабат һине бер ҡасан да көйәләндермәйәсәкмен!
– Ышанғым килә лә ул, – ти әсәһе шатлығын йәшермәй.
– Әсәй, бүлдермә әле, мин 8 Март иртәлегендә һөйләйәсәк һүҙҙәрҙе ҡабатлайым.

* * *

Германиянан апайымдың алты йәшлек ҡыҙы ҡунаҡҡа ҡайтты. Ул беҙҙән стена буйлап нисек йөрөүебеҙҙе күрһәтеүҙе талап итте. Аңламаныҡ. Ниңә? Һуңынан ғына төшөндөк – ҡыҙыҡай беренсе тап­ҡыр стенаға эленгән келәм күргән икән.

* * *

Бәләкәй ҡыҙ парктағы эскәм­йәлә ултыра, кәнфит артынан кәнфит ашай. Алтынсыһын ҡап­ҡас, ҡаршы эскәмйәләге бабай телгә килә:
– Кәнфитте күп ашарға ярамай, зарарлы. Тештәрең боҙолор, һимерерһең...
– Минең ҡарт олатайым 106 йыл йәшәгән.
– Нимә, көн дә алты кәнфит ашағанмы ни?
– Юҡ, ул башҡа кешеләрҙең эшенә ҡыҫылмаған, – ти ҡыҙ асыу­ланып.

* * *

– Тел һатырға тиһәң, Дилбәр­ҙе ҡуш инде, – тип һуҡрана өләсәй.
– Күпменән һата, ҡиммәтме? – тип ҡыҙыҡһына ейәнсәр уйнап ултырған еренән.

* * *

– Әфлисун ашағың киләме?
– Юҡ.
– Әгәр таҙартһам?
– Килә.

* * *

Улы атаһына зарлана:
– Атай, өләсәйем ҡот осҡос һүҙҙәр менән әрләште.
– Нисек?
– Ул: «Бөгөн ҡәһәр һуҡҡан ошо телевизор хоккей башланыр алдынан ватылһын ине!» – тине.

* * *

Малайҙы поликлиникала вакцинация яһатырға алып килә­ләр, ул туҡтауһыҙ ҡысҡыра. Шәф­ҡәт туташы уны тынысландыра:
– Иҫәнғол, ҡысҡырма, һин нимәгә ҡаршы прививка яһағандарын белмәйһең бит әле.
– Беләм, минең ихтыярыма ҡаршы.

* * *

– Ошо Шәмсинурҙың һис кәзәһе артынан ҡалмай, – тип зар­лана өләсәй.
– Ниңә көтөүгә ҡыумайҙар икән? – тип ғәжәпләнә ейәнсәр.

* * *

Малай менән ҡыҙ кәбәҫтә салаты ашай. Малай:
– Һинең менән беҙ ике кәзә кеүекбеҙ.
Ҡыҙ:
– Кәзә бында берәү генә, ә мин – ҡуян...

* * *

Маршруткала өләсәй менән ейәнсәр китеп бара. Ҡыҙыҡай мандаринды таҙартҡас:
– Өләс, миңә ҡабыҡтарҙы ташларғамы әллә һин уларҙы көмөшкәгә һалаһыңмы? – тип һорай.

* * *

Рәмис – әсәһенә:
– Мин ташбаҡанан ҡурҡам, ул ҡот осҡос!
– Ул ҡот осҡос булһа ла мөләйем.
– Һинең кеүекме?

* * *

Биш йәшлек Лариса реклама ҡарай. Бесәйҙәр «Whiskas»тан аҡылдан яҙа, тиҙәр унда.
– Әсәй, – тип ҡысҡыра Лариса.
– Нимә?
– Мыраубикәгә «Whiskas» алмайыҡ, ул былай ҙа иҫәр.

* * *

Әсә ҡыҙына помада бүләк иткән.
– Әсәй, әлегә һиндә тороп тор­һон, кейәүгә сығыр алдынан алырмын.

* * *

Ғимран, өләсәһе һәм олатаһы менән телефондан һөйләшкәс, трубканы әсәһенә бирә:
– Атайың һәм әсәйең һинең менән бик етди һөйләшергә теләй.

* * *

Атай кеше диванда һуҙылып ятып, түшәмдә йөрөгән себенде күҙәтә. Биш йәшлек улы:
– Атай, шарҙы өрөп тултырып бир әле.
Атаһы:
– Хәҙер бына, шулай итте, ти! Бөтә эшемде ташлайым да һиңә шар өрөп тултырам!

* * *

– Әсәй, – тип хыяллана Сәлимә, – әгәр һин – мин, мин һин булһам, беләһеңме, мин ни эшләр инем?
– Белмәйем, ҡыҙым...
– Мин йәшереп ҡуйған шоколадты алып өҫтәлгә ҡуйыр инем, ә һин уны сәй эскәндә ашар инең.

* * *

Вафа атаһы менән автобуста дачаға китеп бара. Атаһы танышы менән әңгәмәләшә.
– Һин ҡайһы урамда йәшәй­һең?
– Мөбәрәков урамында.
– Юҡ, – тип ҡаршы төшә Вафа, – беҙ урамда түгел, ә үҙебеҙҙең өйҙә йәшәйбеҙ.
«Сюрпри-из!»
Иртән Рөстәм әсәһен ҡабаландыра:
– Мине тиҙерәк кейендер!
– Ҡайҙа ашығаһың былай?
– Садикка. Унда мине дуҫтарым көтә.
– Улар менән ни эшләйһең?
– Һуғышабыҙ.

* * *

Дүрт йәш тулғас, беҙҙе балалар баҡсаһында мәктәпкә әҙерләй башланылар. Һанарға, яҙыр­ға өйрәттеләр.
Тәрбиәсе апай таҡтаға биш ҡояш төшөрҙө лә һанарға ҡушты. Мин беренселәрҙән булып ҡул күтәрҙем.
– Биш!
– Юҡ, дөрөҫ түгел.
– Ә нисәү һуң?
– Беҙ әле биш һанын өйрәнмәнек, шуға күрә өс ҡояш һәм тағы ла ике ҡояш. Аңланыңмы? – тине тәрбиәсе.
– Эйе.
Шунан бирле математиканы күрә алмайым...

* * *

– Сынбулат, һиңә нисә йәш? Бармаҡтарың менән күрһәт әле, – тип үтенә күрше апай.
– Миңә биш йәш, бына.
– Афарин, улым!
– Апай, һиңә нисә йәш икәнен бармаҡтарың менән күрһәт әле.

* * *

Ҡунаҡта өлкәндәр тыйнаҡлыҡ күрһәтә. Хужабикә ҡыҫтай-ҡыҫтай:
– Ниңә бер нәмә лә ашамай­һығыҙ? Тәмле түгелме әллә? – ти.
Һүҙгә балалар баҡсаһына йөрөгән Айнур ҙа ҡушыла:
– Һеҙ үҙ өйөгөҙҙә түгел, нимә бирәләр, шуны ашағыҙ!

* * *

Зоопаркта Тамсыгөл минән:
– Ағай, ни өсөн арыҫландар сей ит ашай? – тип һораны.
– Сөнки улар бешерә белмәй.

* * *

Дамир балалар баҡсаһынан ят уйынсыҡ машина алып ҡайта.
– Был машинаны ҡайҙан алдың?
– Артур менән алмаштыҡ.
– Ул һиңә машинаһын биргән, ә һин уға нимә бирҙең?
– Елкәһенә бирҙем.

* * *

Балалар баҡсаһында малайҙар һәм ҡыҙҙар маҡтаныша.
– Миндә атайымдың күҙҙәре һәм әсәйемдең ҡолаҡтары!
– Ә миндә әсәйемдең сәстәре һәм атайымдың танауы!
– Ә миндә өләсәйемдең тештәре һәм әсәйемдең эйәге!
– Ә миндә ағайымдың ыштаны, – ти Ғимран.

* * *

Гәпләшеп ултырабыҙ. Янымда һеңлем. Мин кисәге туйҙа гөлләмә тота алмауым тураһында һөйләйем. Кәйефем ҡырылып, күҙ йәштәренә төйөләм. Һеңлем ҡайғымды уртаҡлашып, ҡулын иңбашыма һалды:
– Ҡайғырма, апай, минең туйҙа гөлләмәне мотлаҡ тоторһоң.

* * *

Үткән быуаттың 70-се йылдары. АҠШ делегацияһы СССР-ға килгән, балалар баҡсаһына ингәндәр. Мөдир һөйләй:
– Советтар Союзында донъя­лағы иң бәхетле балалар йәшәй. Уларға донъялағы иң тәмле аҙыҡты ашаталар. Улар донъялағы иң яҡшы уйынсыҡтар менән уйнай. Улар донъялағы иң яҡшы кейемде кейә. Уларҙы донъялағы иң яҡшы тәрбиәселәр ҡарай.
Ҡапыл Айсыуаҡ илап ебәргән.
– Малай, ниңә илайһың? – тип һораған делегаттарҙың береһе.
– Советтар Союзына барырға теләйем!

* * *

– Ҡыҙым, ҡулыңды йыуҙыңмы?
– Әсәй, мин әле генә ямғыр аҫтында торҙом.

* * *

Балалар баҡсаһы ремонтҡа ябылғас, шәфҡәт туташы булып эшләүсе әсә улын үҙе менән дауаханаға алып йөрөй. Эске тәртип ҡағиҙәләрен боҙмаҫ өсөн аҡ халат һәм башлыҡ тегеп кейҙерә.
Малай ҡайҙандыр бахилалар һәм бирсәткәләр табып ала, ауыҙын марля менән ҡаплай ҙа туп-тура операция бүлмәһенә йүнәлә. 
– Быныһы тағы кем? – тигән ҡәтғи һорауға ул ғорурлыҡ менән:
– Мин – микрохирург, – тип яуап бирә.

* * *

Бөгөн ике йәштәр тирәһендәге ҡыҙ етәкләгән әсәне ҡыуып еттем. Ҡыҙ теләр-теләмәҫ атлаһа ла, теле асылып бөтмәһә лә, «Киндер-сюрприз» таптыра.
– Аҡсаң бармы? – тип һораны әсәһе.
– Аҡса юҡ, – тип яуапланы ҡыҙ, әсенеп. Көтмәгәндә уның йөҙө балҡыны: – Ошо ҡағыҙ ғына, магазинда иҙәндә таптым.
Кеҫәһендә соҡонғас, ул 500 тәң­кәлек «ҡағыҙ» килтереп сы­ғарҙы.

* * *

Фәдис өләсәһенең бүлмәһендә бер ҡап аҡса тапҡас, шатланып ҡысҡырып ебәрә:
– Берегеҙ ҙә эшкә йөрөмә­геҙ – аҡса бар!

* * *

– Аша, фил кеүек ҙур һәм көслө булып үҫерһең.
– Һәм оҙон томшоҡло булыпмы?

* * *

– Әсәй, миңә алма бир әле, – тип һорай Сәриә.
– Ниндәй алма?
– Йөнлө алма.
Әсәһе ҡыҙға киви тоттора.

* * *

– Ҡыҙым, бүлмәне йыйыштыр, уйынсыҡтарың туҙып ята, үтер­лек тә түгел!
– Нисек үтерлек түгел?! Бына бит һуҡмаҡ!

* * *

Ҡунаҡта. 
– Зөлфәт, ҡустыңа тағы ла бер мәртәбә төртһәң, беҙ ҡайтып китәбеҙ! Аңланыңмы?
– Эйе. Ҡустыма тағы ла бер мәртәбә төртһәм, беҙ ҡайтып китәбеҙ.

* * *

– Өләсәй, әйҙә тау шыуырға барайыҡ!
– Бөгөн һалҡын.
– Ә һин минең санамды һөйрәп мендергәндә йылынырһың.

* * *

– Әсәй, һөт бидонына сысҡан төшкән.
– Алып ташланыңмы һуң?
– Юҡ, мин унда бесәйҙе һалдым.

* * *

Поликлиникала Уралдың ишетеү һәләтен тикшерәләр. Табип бышылдап ҡына:
– Кәнфит, – ти.
Урал да аптырамай, шулай уҡ шыбырлап ҡына:
– Миңә яламай, теҫтәлем ауылта, – ти.

* * *

– Улым, унда нимә ауҙарҙың ул?
– Мин табуреткаға эләгеп йығылдым.
– Аяҡтары иҫәнме?
– Әҙерәк ауырта.
– Мин табуретканың аяҡтары иҫәнме, тип һорайым.

* * *

Әхирәтемдең ҡыҙы әллә ҡасандан бирле үҙенә ҡусты йәки һеңле таптыра. Әсәһе уға аңлата:
– Аңламайһыңмы ни, атайың Себерҙә, тиҙ генә ҡайтмай. Ә беҙ атайһыҙ бала алып ҡайта алмайбыҙ.
Ҡыҙ ҙа юғалып ҡалмай:
– Киреһенсә, әйҙә хәҙер үк алып ҡайтабыҙ. Атайым ҡайтҡас, уға «Сюрпри-из!» – тип әйтербеҙ.

* * *

Тамсыгөлгә ашарға әҙерләп бирҙем дә кухнянан сығырға йыйындым.
– Әсәй, үҙең ашамайһыңмы ни?
– Ябығырға теләйем, матур бул­ғым килә, – тинем. Ул ысын күңелдән ғәжәпләнде:
– Әсәй, матур булыр өсөн ябығырға түгел, ә муйынсаҡ йөрөтөргә кәрәк.

* * *

Ике йәшлек ҡыҙыбыҙ печенье ҡабын аса алмай мыжый.
– Ҡапҡа нәмә яҙылғанын уҡыһаң, асабыҙ.
Ул ҡаптағы хәрефтәр өҫтөнән бармағын йөрөттө лә:
– Бик тәмле, ашарға кәрәк! – тине.

* * *

Тамсыгөл ҡурсаҡтары менән уйнағанда береһен иҙәнгә төшөрөп ебәрҙе.
– Әсәй, алып бир әле.
– Үҙең ал, һин бит уның әсәһе.
– Ә һин – уның өләсәһе.

– Ағай, һин кем булып эшләй­һең?
– Астроном.
– Прикольно! Ә көндөҙ ни менән шөғөлләнәһең?

* * *

– Ҡыҙыл утты күрмәнеңме ни? – тип һорай автоинспектор Октябрь проспекты аша үтеүсе малайҙан.
– Күреүен күрҙем дә ул, тик һеҙҙе күреп өлгөрмәнем, – тип яуаплай Сулпан.

* * *

Бер малай туғыҙынсы ҡаттың тәҙрәһенән башын тығып ҡарап тора. Быны күреп, әсәһе ҡото осоп, уның янына килеп етә һала.
– Харис, балаҡайым, ни эшлә­үең был тағы? Ошо тиклем ерҙән ҡолап төшһәң, нимә булырын беләһеңме һуң?
– Беләм, – тигән Харис, – беләм, түтәлдәге сәскәләрҙе иҙеп ҡуйыр, тип ҡурҡаһың инде.

* * *

– Атай, ҡара әле, пеләш ағай!
– Ҡысҡырма, улым, йә ишетеп ҡалыр.
– Һин уны белмәй, тип уйлай­һыңмы әллә?

* * *

Автобуста тәҙрә эргәһендә Зөлфәт ултыра. Янында торған бабайҙы күрмәмешкә һалыша. Шунда бабай:
– Улым, уҡығанда һеҙгә, ололарға урын бирегеҙ, тип өйрәтмәнеләрме ни? – ти.
– Әле беҙ каникулда, уҡымайбыҙ, – тип яуап бирә Зөлфәт.

* * *

– Улым, бына һиңә көмөш ҡалаҡ. Сәйле сынаяғыңа ҡуйырһың. Көмөш микробтарҙы үлтерә.
– Бәй, мин үлгән микробтар менән тулы сәйҙе эсәйемме?

* * *

– Мин атайым кеүек 80 мең һум эш хаҡы алырға хыялланам.
– Һинең атайың шулай күп аламы ни?
– Ю-ю-юҡ, ул да ошо хаҡта хыял­лана.

* * *

– Әсәй, миңә һыу инергә яраймы?
– Юҡ, ҡыҙым, диңгеҙ ҡотора.
– Атайым инә лә баһа.
– Уға ярай, ул страховкалан­ған.

* * *

Бер малай трамвайға ултыр­ғас, билет ала. Саҡ ҡына торғас, икенсеһен.
– Ниңә ике билет алдың? – тип һорайҙар.
– Әгәр беренсеһе юғалһа...
– Икенсеһен дә юғалтһаң?
– Ул саҡта минең юл йөрөү билетым бар.

* * *

Ултырғыста ултырам. Алты йәшлек кесе улым елкәмә аҫылынды.
– Атайыңды быуып үлтерәһең бит! – тинем, шаяртып. – Унһыҙ нисек йәшәрһегеҙ?
– Нисек тә йәшәрбеҙ әле... – ти ул.
Ун дүрт йәшлек оло улым кухнянан ҡысҡыра:
– Һин нимә, атайһыҙ?..
Дәртләнеп киттем, оло улыма афарин, атаһы өсөн хафалана, тип уйлайым. Шатлығым эсемә һыймай. Ә ул дауам итә:
– Компьютерҙың паролен атай ғына белә.

* * *

Бүлмәмдәге лампочка янып сыҡты.
– Сәй ҡуйырға кухняға сы­ғам, минһеҙ алмаштырма, – тине әсәйем.
– Ниңә?
– Ток һуғып ҡуйһа?
– Һуҡһа, миңә нисек ярҙам итмәксеһең?
– Ни... ҡарап булһа ла торормон...

* * *

Ейәнем менән урам буйлап китеп барабыҙ, уға үҙебеҙҙең пионер булғанда нисек макулатура, тимер-томор йыйыуыбыҙ тураһында һөйләйем...
Сүплек янынан үтәбеҙ, унда һуҡбай соҡона, һауыттан тутыҡ кәстрүл, ниндәйҙер иҫке журналдар тартып сығара. Ейәнем уға ҡыуанып ҡысҡырҙы:
– Һаумыһығыҙ, пионер ағай!

* * *

Минең шундай ғәҙәтем бар: лифтта күтәрелгәндә сығыр алдынан уны беренсе ҡатҡа кире ебәрер өсөн мотлаҡ төймәгә баҫам. Өйҙәренә ҡайтыусылар оҙаҡ көтөп тормаһын, йәнәһе.
Кисә күнекмәгә барғайным. Эт урынына арығанмын, аяғымда саҡ баҫып торам. Лифтҡа индем, миңә һигеҙенсе ҡатта йәшәүсе күрше апай ҙа эйәрҙе. Онотолоп китеп, өйрәнелгән көндәлек ғәҙәтемде ҡабатланым. Дүртенсе ҡатта төшөп ҡалғас, ишек ябылыр алдынан апайҙың ғәжәпләнеүҙән ҙур булып асылған күҙҙәре генә салынып ҡалды. Уны беренсе ҡатҡа ебәргәнмен...

* * *

Космонавтарға рәхәт, уларға берәү ҙә: «Тюбиктарыңды йыу!» – тип йәненә теймәй.

* * *

Сөләймән янына өләсәһе килә:
– Ашарға сыҡ, ризыҡ өҫтәлдә, тиҙ бул, әтеү һыуына.
Сөләймән теләр-теләмәҫ кенә тороп кухняға сыға. Ә әбекәй йәһәт кенә ейәненең урынына ултыра ла ҡыуана-ҡыуана ҡулдарын ыуа:
– Ниһайәт, миңә лә сират ет­те!

* * *

Ҡурсаҡ театрынан ҡайтып килгәндә трамвай ҡапыл туҡтаны.
– Килеп еттек, беҙҙә авария! Сығығыҙ! Трамвай артабан бармай! – тип ҡысҡырҙы водитель. Быныһы миңә: – Эй, һин, малай! Ниңә тәҙрәне ваттың?
– Бында: «Авария булһа, тәҙрәне сүкеш менән ватығыҙ», – тип яҙылған бит.
Ә трамвай рельстан ғына сыҡ­ҡайны.

* * *

Ата-әсәләрҙең балаларҙы тәрбиәләүгә төрлөсә ҡарауы иҫбат ителгән. Әсә балаһын – таш бәргән өсөн, ә атай тейҙерә алмаған өсөн әрләй.

* * *

– Зөлфәт, мине ҡотла!
– Ни менән, Шатморат?
– Ярышта еңдем.
– Ни эшләнең: йүгерҙеңме, көрәштеңме?
– Юҡ, гер күтәрҙем.
– Бәйгелә нисә кеше ҡатнашты?
– Мин бер үҙем генә инем.

* * *

– Риф, ниңә һин яңы тараҡ һатып алдың?
– Иҫкеһенең теше һынды.
– Бер теш өсөн яңы тараҡ һатып алдыңмы?
– Ул һуңғы теш ине.

– Улым, дискотекаға йөрөмәһәң икән, һаңғырауланаһың бит.
– Рәхмәт, әсәй, мин ашаным инде.

* * *

Бала саҡта пианино менән шөғөлләндем. Өләсәйем йыр-моң яратты, минең сәхнәлә сығыш яһауымды күргеһе килде.
Бер ваҡыт уның менән паркта йөрөнөк, унда бер егет скрипкала уйнай ине. Кеше күп йыйылған, эшләпәһенә аҡса һалалар.
– Күрәһеңме, ейәнкәйем, һин бер ҡасан да ас-яланғас булмаясаҡһың, музыка менән аҡса эшләргә була, – тине лә өләсәйем эшләпәгә тиндәр ташланы.
Ә мин уйға баттым: егеттә – скрипка, ә мин пианиноны паркка нисек алып барырмын икән, тип.

* * *

Малай ике сәғәт буйы парктағы ағаста ултыра һәм илай.
– Мине төшөрөгөҙ, мине төшөрөгөҙ...
Бөтә мәрхәмәтле кешеләр ҙә шунда уҡ смартфондарын алып уны төшөрә башлаған...

* * *

Футбол матчында.
– Малай, бындай ҡиммәтле билетҡа аҡсаны ҡайҙан алдың?
– Атайым һатып алды.
– Ә ул үҙе ҡайҙа?
– Өйҙә, билет эҙләй...

* * *

– Атайым һөйләгәндә тыңламауыма үкенәм.
– Ә ул һиңә ни һөйләне?
– Ҡайҙан беләйем, мин уны тыңламаным да баһа.

* * *

Мин мәктәптә бер ваҡытта ла ҡыҙҙарҙың толомонан тартманым, сөнки бер тапҡыр ауылда аттың ҡойороғонан тартып ҡарағайным...

* * *

– Зөлфәт, йомаҡ сис: Англияла тыуған, Бразилияла үҫкән, Рәсәйҙә үлгән?
– ?
– Футбол.

* * *

Атай менән әсәй ҡунаҡҡа киткәндә улдарына: «Беҙҙең бүлмәгә инәһе булма, шкафты асып, өҫкө кәштәнән һары тышлы китапты алып, уҡый күрмә!» – тип киҫәтә.
Ҡунаҡтан ҡайталар. Ярҙам итмәгән. Улдары һаман да комп алдында ултыра.

* * *

– Һине атайың туҡмаймы?
– Юҡ, мин туғандарым араһында иң кесеһе, миңә сират еткәнсе атайымдың хәле бөтә.

* * *

– Һин ни өсөн тутыйғош һатып алдың? Мәшәҡәте күп бит.
– Ҡыҙыҡ өсөн, уны 200 йыл йәшәй, тиҙәр, шуның ысынмы, түгелме икәнен белгем килә.

* * *

Китап магазинына ҡыҙын эйәрткән йәш әсә инә.
– Һеҙҙә түбән синыфтар өсөн хиромантия бармы?
Бер нәмә лә аңламаған һатыу­сы ҡыҙҙар аптырап ҡала.
– Беҙҙә хиромантия бар, ләкин синыфтарға бүленмәгән.
Әсә:
– Өлкән синыфтар өсөн барлығын беләм, ләкин беҙгә түбән синыфтар өсөн кәрәк.
– Бәлки, һеҙгә хрестоматия кәрәктер?
– Эйе, эйе, хрестоматия!

* * *

Минең ике туған бәләкәй ҡус­тым бар, исеме – Вәдүт. Ләкин уға исеме менән өндәшмәйҙәр тиерлек, беҙҙең өсөн ул – Кирбес. Уны ҡаты күңелле, туң сырайлы һәм рәхимһеҙ биш йәшлек малай тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Вәдүт, киреһенсә, шуҡ, тиктормаҫ, йөҙөнән йылмайыу китмәй. Эш шунда: ул тыуғас, әсәлек капиталына йорт һалырға кирбес һатып алғандар. Шуға Кирбес тип йөрөтәләр.

* * *

Ун йәш тулғас, миңә эш йөкмәттеләр: көн дә сүп-сар сығарып түгәм. Ул ваҡытта шыптыр тоҡтар уйлап сығармағайнылар әле, шуға күрә ҡалдыҡтар­ҙы биҙрәнән түгергә тура килә.
Берҙән-бер көндө үҙ буры­сымды үтәгәс, биҙрәне өйгә индереп торманым, подъезда ҡал­дыр­ҙым да уйнарға сығып йүгер­ҙем. Бер нисә сәғәт үткәс, ҡайт­һам, подъез­да биҙрә юҡ! Ну, әсәй­ҙән эләгәсәк, күҙҙе лә ас­тырмаясаҡ!
Күҙ алдына килтерегеҙ. Бөтә ғаилә өйҙә. Ишектәге ҡыңғырау­ға баҫтым. Тупһала илағанға һалышып малай тора. Мине күргәс, атайымды ҡурҡыу алды: кем рәнйетте? «Илай-илай» яуыз иҫерек ағайҙар һөжүм итеүе, бар көсөмә ҡарышһам да ҡулымдан биҙрәне тартып алыуҙары тураһында һөйләнем. Атайым әсәйемде саҡырҙы, уға ла ошоларҙы уҡ ҡабатланым. Мин «илай-илай» һөйләп бөткәс, улар рәхәтләнеп көлөштө. Баҡтиһәң, биҙрәне өйгә ҡайтып килеүсе апайым индергән икән.

* * *

– Ғәлинур, һин үҫкәс, кем буласаҡһың?
– Табип.
– Иҫәр, табипҡа ҡулын көнөнә бер нисә мәртәбә йыуырға кәрәк.

* * *

– Илдар, кисә минең һеңлем тыуҙы!
– Нисә йәш?– тип һорай Нәсих.

* * *

Еләк-емеш, йәшелсә магазинына ингәйнем, һатыусы:
– Кемдер самокатын ҡалдырып киткән, кемдеке икәнен белмәй­һеңме? – тип һораны.
– Юҡ.
– Ҡыйын булмаһа, подъезы­ғыҙҙағы балаларҙан һорашығыҙ әле.
– Ярай.
Осраған бер баланан белештем. Береһе лә ҡалдырмаған. Ике-өс көнгә бер магазинға инәм. Һатыусы зарлана:
– Бер кем дә юллап килмәне. Ә самокат һәйбәт, Ҡытайҙыҡы түгел.
Кисә улым менән саф һауа һуларға сығырға булдыҡ. Самокатты ла алырға кәрәк, рәхәтләнеп йөрөр. Ә ул юҡ. Ҡарамаған ер ҡалманы, гаражды ла асып ҡараным. Юҡ ҡына бит. Интернеттан самокаттың фотоһын алдым. Магазинға инеп, һатыусыға күр­һәттем.
– Ошомо?
Һатыусы икенсе бүлмәнән беҙҙең самокатты алып сыҡты. Оялышымдан ер тишегенә инер­ҙәй булдым. Йә инде, үҙең һатып алған әйберҙе танымасы әле…

* * *

«Ялҡаулыҡҡа ҡаршы нисек көрәшергә?» тигән китап һатып алдым. Тик бына уны уҡырға ялҡауым килә.

* * *

Уйынсыҡтар магазинында.
– Бына ошо ҡурсаҡты алығыҙ, – тип кәңәш итә йәш һатыусы. – Ул нәҡ кескәй бала инде: урынға һалыу менән күҙҙәрен йома.
– Йомдо, ти! – тип яуап ҡайтара һатып алыусы. – Һеҙҙең бала йоҡлатҡанығыҙ юҡ икән.

* * *

– Атай, ниңә беҙ гел әрселмәгән картуф ашайбыҙ, ә күршеләр шашлыҡ ҡура?
– Улар – ялҡау, картуф ултыртырға, утарға, күмергә, колорадо ҡуңыҙы сүпләргә теләмәйҙәр.

* * *

– Һин спорттың берәй төрө менән шөғөлләнәһеңме?
– Эйе, ун бишенсе ҡатта йәшәйем.

* * *

Баҡсасы ҡарт:
– Әһә, һин алма урларға индеңме?
– Юҡ, олатай, бер алмағыҙ ергә өҙөлөп төшкән, шуны кире урынына элеп ҡуяйым тип кенә баҡсағыҙға ингәйнем.

* * *

Бөгөн «Балалар донъяһы» магазинында олатай менән ейәнгә тап булдым. Олатай һатыусынан барабан һораны. Бәләкәйерә­ген тәҡдим иткәс, ҙурырағын таптырҙы.
– Ейәнемде ата-әсәһе кани­кулға һыбыҙғы менән килтерҙе, өйҙәренә барабан менән ҡай­тар­ғым килә, – тип аңлатты ул бының сәбәбен.

– Ниңә төмһәйҙең, әллә берәй нәмә булдымы?
– Атайым эштән ҡайтҡанда машинаһын бәрҙергән.
– Булыр инде, юҡҡа ҡайғырма, урамда машиналар һанап бөткөһөҙ. Һөйләгәнем бар бит, 1865 йылда Парижда ни бары ике машина булған. Шулай ҙа улар йөҙгә-йөҙ бәрелешкән.

* * *

Рәлиф өләсәһенең йондоҙнамәһен уҡый:
– Таҙалыҡ ярата. Дөрөҫ, тап килә.
– Ниңә ундай фекергә килдең? – тип һорай әсәһе.
– Таҙалыҡ тиһәң, үлә лә китә бит өләсәй.

* * *

Күнегеүҙәрҙән һуң асығып ҡайт­ҡас, йомортҡа бешерергә ҡуйҙым. Бешерҙем, өҫтәл артына ултырттым. Хәҙер иң ауыр эш – йомортҡаларҙы әрсергә кәрәк бит инде. Бер килке уйланғас, сүп-сар биҙрәһе янында ултырырға булдым. Һуңынан өҫтәлдәге ҡабыҡтарҙы йыймаҫ өсөн.
Ултырам, биҙрә өҫтөндә йомортҡаларҙы әрсейем, шунда уҡ ауыҙға оҙата барам. Шунда кухняға ҡустым инде лә бөтә фатир­ҙы яңғыратып ҡысҡырып ебәр­ҙе:
– Әсәй! Зөлфәтте ашат! Ул сүп-сар биҙрәһенән нәмәлер ашай!

* * *

– Бына һиңә тыуған көнөңә бүләк, – ти атаһы улына гитара тоттороп.
– Рәхмәт! Туҡта, ә ни өсөн ҡылдары юҡ?
– Барыһы ла бер юлы булмай инде, улым, уйнарға өйрәнгәс, ҡылдарын да һатып алырбыҙ.

* * *

– Бөгөндән башлап дөрөҫөн генә һөйләйәсәкмен!
– Ниңә, быға тиклем гел алданыңмы ни?
– Эйе.
– Гел алдап һөйләгән кешегә кем ышаныр һуң?
Илата торған китап
Фаяз менән Ғаяз – айырылмаҫ дуҫтар, «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡыйҙар. Фаяз «икеле» алғас, Ғаяз дуҫы өсөн ныҡ ҡайғыра.
– «Икеле» тоҡсайы менән бер өҫтәл артында ултырырмын, тигән уй башыңа ла инеп сыҡмағандыр әле, – тип йыуата уны Фаяз.

* * *

– Әйт әле, нисек отличник булырға?
– «Бишле»ләр генә алырға кәрәк!
– Ә нисек алырға?
– Бының өсөн отличник булыр­ға кәрәк.

* * *

– Ниңә илайһың?
– Илата торған китап уҡыйым.
– Ниндәй китап?
– «Алгебра».

* * *

– Зөлфәт, миллион нисә нуль менән яҙыла ул?
– Алты нуль менән, Шатморат.
– Ә ярты миллион?
– Өс нуль менән.

* * *

– Әсәй, миңә атайымдың фотоһы кәрәк ине, – ти Салауат мәктәптән ҡайтҡас. 
– Ниңә?
– Уҡытыусы апай өйгә эште кем эшләгәнен белергә теләй.

* * *

Дәрестә. Уҡытыусы:
– Ниңә өйгә эштәрҙе эшләмәнең?
Уҡыусы:
– Бигерәк ҡыҙыҡ кешеһегеҙ, Ҡәҙриә Салауатовна. Мәктәптән ҡайтыу менән аҙбарҙы таҙарттым, малдарға һыу эсерҙем, бесән һалдым. Ҡараңғы төшкәнсе ҡар көрәнем. Шул өйҙә эшләү түгелме ни?

* * *

– Мин 3 миллиардҡа тиклем бик еңел һанай алам.
– Был мөмкин түгел.
– Анһат ҡына: 1 миллиард, 2 мил­лиард, 3 миллиард...

* * *

– Хөрмәт, һинең өйҙә яҙып килтергән иншаң тап апайыңдыҡы кеүек, – ти уҡытыусы. – Быны нисек аңларға?
– Беҙ эт тураһында яҙҙыҡ бит. Ә Аҡбайыбыҙ берәү генә. Бер эт хаҡында төрлөсә яҙып буламы?

* * *

– Улым, мәктәптә эштәрең нисек?
– Насар. Уҡытыусы һорай ҙа һорай, әллә үҙе бер нәмә лә белмәй инде...

* * *

Марс менән Харис дәрескә һуңлай. Уҡытыусы:
– Ни өсөн һуңланығыҙ?
Марс:
– Мин төшөмдә төрлө илдәрҙә сәйәхәт иттем.
Уҡытыусы – Харисҡа:
– Ә һин ни әйтерһең?
– Ә мин уны аэропортта ҡаршы алдым.

* * *

– Бәй, улым, «икеле» алып ҡайт­ҡанһың бит.
– Эй, әсәй! Мин уны алмаҫҡа тырышҡан инем дә, тик бына уҡытыусы: «Нисәле ҡуяйым?» – тип һорап торманы, ҡуйҙы ла ебәрҙе.

* * *

Мөхәммәт өйҙәренә сумка тултырып «икеле» тейәп ҡайта.
– Беҙ уҡығанда бының өсөн ҡайыш менән яра торғайнылар, – ти атаһы, асыуланып.
– Бик шәп идея! – тип Мөхәммәт эләктереп ала һала. – Иртәгә дәрестәрҙән һуң мәктәпкә кил, уҡытыусының кәрәген бирербеҙ!

* * *

– Рөстәм, һиңә ни булды? Бер ботинкаң – ҡара, икенсеһе һоро төҫтә бит. Бар, тиҙ генә ҡайтып, алмаштырып кил.
– Ҡайтып килдем инде. Ләкин өйҙә лә береһе – ҡара, икенсеһе һоро шул.

* * *

Тарих дәресе бара. Уҡытыусы һорау бирә:
– Измаилды кем алған?
Уҡыусылар бер-береһенә ҡарашып шымып ҡала.
– Заһитов, һин нисек уйлай­һың?
– Белмәйем, мин теймәнем. Ана, Мәжитовтан һорағыҙ.
– Мәжитов, йә әйт әле, Из­маил­ды кем алған?
– Дөрөҫөн генә әйтәм, әгәр алдай-нитә ҡалһам, ике күҙем юҡ булһын. Мин теймәнем.
Быны ишетеп, аптыраған уҡытыусы завучҡа бара. Нимә бул­ғанын һөйләп бирә. Завуч тыңлап бөтә лә тыныс ҡына:
– Борсолмағыҙ, уйнатырҙар-уйнатырҙар ҙа кире бирерҙәр, – ти.
Ни эшләргә белмәгән уҡытыу­сы директорға йүгерә. Завуч менән булған хәлде һөйләп бирә. Директор оҙаҡ ҡына тыңлап тор­ғандан һуң:
– Тә-ә-әк, нисәнсе синыф булды әле ул? – тип һорай.
– Бишенсе «Б».
– У-у-у, улар алғас, бөттө инде. Бер ҡасан да кире бирмәйәсәктәр. Көтмәгеҙ ҙә, – тип яуаплай.

* * *

Уҡытыусы Зөлфәткә шылтырата:
– Һин ни эшләп бөгөн мәктәпкә килмәнең?
– Апай, минең температура. 42 градус!
– Нисек инде?
– Әсәй: «36,6», – тине.

* * *

1 х 8 + 1 = 9.
12 х 8 + 2 = 98.
123 х 8 + 3 = 987.
1234 х 8 + 4 = 9876.
12345 х 8 + 5 = 98765. 
123456 х 8 + 6 = 987654.
1234567 х 8 + 7 = 9876543.
12345678 х 8 + 8 = 98765432. 
123456789 х 8 + 9 = 987654321.
1 х 9 + 2 = 11. 
12 х 9 + 3 = 111. 
123 х 9 + 4 = 1111. 
1234 х 9 + 5 = 11111. 
12345 х 9 + 6 = 111111. 
123456 х 9 + 7 = 1111111. 
1234567 х 9 + 8 = 11111111. 
12345678 х 9 + 9 = 111111111. 
123456789 х 9 +10= 1111111111. 
9 х 9 + 7 = 88. 
98 х 9 + 6 = 888. 
987 х 9 + 5 = 8888. 
9876 х 9 + 4 = 88888. 
98765 х 9 + 3 = 888888. 
987654 х 9 + 2 = 8888888. 
9876543 х 9 + 1 = 88888888. 
98765432 х 9 + 0 = 888888888. 
Матур һандар! Шулай түгелме ни, ивет? Шикләнһәгеҙ, үҙегеҙ төҙөп ҡарағыҙ. Ҡулығыҙҙан кил­һә...

* * *

– Сәғит, 1799 йылда ниндәй ваҡиға булған?
– Пушкин тыуған.
– Ә 1812 йылда?
– Пушкинға 13 йәш тулған.

* * *

Миләүшә мәктәптән ҡайтып килә. Янында машина туҡтай. Шофёр:
– Машинаға ултырһаң, мин һиңә кәнфит бирәм.
Ҡыҙ:
– Юҡ.
– Туңдырма һатып алам.
– Ултырмайым.
– Яңы ҡурсаҡ алам.
Ҡыҙ:
– Атай, һиңә күпме әйтергә була: мәктәпкә ҡабат был иҫке машинаң менән килмә!

* * *

Онлайн уҡытыуҙан ниндәйҙер хөсөтлөк көтөргә кәрәклеген күңелем менән тойҙом. Икенсе дәрестә үк уҡытыусы бойорҙо:
– Шатморат, атайың менән әсәйең тиҙ генә монитор янына килһен!

* * *

– Фәнил, әйт әле, ҡайһы йылға оҙонораҡ: Ағиҙелме әллә Димме? – тип һорай уҡытыусы.
– Ағиҙел.
– Күпмегә?
– Өс хәрефкә.

* * *

1 сентябрҙә улым мәктәптән ҡайтты.
– Мәктәптә ниндәй яңылыҡтар бар? – тип һораным.
Яуап шаҡ ҡатырғыс булды:
– Ашханала булкалар ҡиммәтләнгән!

* * *

Ҡыҙым, башҡа балалар кеүек, дистанцион рәүештә уҡый. Дәрестәр бөтә предметтар буйынса үткәрелә. Мине бигерәк тә хеҙмәт уҡытыусыһы ҡыуандырҙы. Ул балаларға кер йыуырға, үтекләргә, бүлмәне йыйыштырырға, төшкө аш әҙерләргә һәм видеоотчёт ебәрергә ҡушты.

* * *

Өсөнсө синыфта уҡыйым.
– Һинең иң яратҡан дәресең ниндәй? – тип һораны олатайым.
– Һуңғыһы. – Уның аңламай, аптырап ултырыуын күргәс, өҫтәнем: – Ниндәй булыуы мөһим түгел, тик һуңғыһы ғына булһын.

* * *

– Зөлфәт, дөрөҫөн генә әйт әле, был иншаны һиңә кем яҙып бирҙе? – тип һорай уҡытыусы.
– Белмәйем, Вәсилә Ғәлләмовна. Мин йоҡларға иртә ятҡайным.

* * *

– Ғималетдин, һин ниндәй синыфта уҡыйһың?
– Эконом синыфта.
– Уныһы нисек була?
– Беҙҙең синыфта бөтәбеҙҙең дә ата-әсәһе – ябай.

* * *

Уҡытыусы Мирастан һорай:
– Атайың тыуған көнөңә нимә бүләк итте?
– Дүрт рогатка.
– Шаяртыуыңды туҡтат, мин ысынлап һорайым.
– Мин шаяртмайым! Атайым – ауылдағы берҙән-бер быяла ҡуйыусы.

* * *

Бер ваҡыт уҡытыусы буласаҡ бөйөк грек математигы Евклидтан:
– Һин ике бөтөн алмамы әллә дүрткә бүленгәнен алыр инеңме? – тип һораған.
– Әлбиттә, дүрткә бүленгәнен.
– Ни өсөн? Был бер үк нәмә бит.
– Бер үк түгел шул, – тип яуап­лаған буласаҡ ғалим. – Ике бөтөн алма алһам, мин уның ҡортло түгелме, юҡмы икәнен белә алмаҫ инем.

* * *

География дәресендә уҡытыу­сы:
– Миләүшә, һин Панама каналы хаҡында нимә беләһең? – тип һорай.
– Беҙҙең телевизорҙа ундай канал юҡ...

* * *

Атай улының дәфтәрен ҡа­рай:
– Бер нәмә лә аңламайым. Ни өсөн «икеле»? Бында «Синыфта эш» тип яҙылған да баһа?!

* * *

Физкультура дәресе. Уҡытыу­сы:
– Тәк, кемегеҙ тәмәке тарта? Тик алдашмаҫҡа! Әһә, һин, һин һәм һин. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән көйрәтеп алабыҙ, ә ҡалғандар стадионды биш мәртәбә йүгереп урап сыға.

* * *

Дәрестә уҡытыусы Йәүиттән һорай:
– Ерҙең формаһы ниндәй?
– Түңәрәк.
– Быны нисек иҫбат итә ала­һың?
– Йә, ярай. Әйҙә, квадрат бул­һын, мин ҡаршы түгел.

* * *

– Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, балалар! Кем «дүртле»гә, «бишле»гә генә уҡый, улар ожмахҡа эләгә. Ә кем «икеле»гә, «өслө»гә генә – тамуҡҡа, – ти уҡытыусы.
– Ләлә Аҡмаловна, ә мәктәпте тере килеш тамамларға ярамаймы ни? – тип һорай Айҙағол.

* * *

Уҡыусылар «Әгәр мин 1 миллион һум аҡса отһам...» тигән темаға инша яҙа. Әсҡәт бағана-бағана һандар яҙып тултырылған дәфтәренә ҡарай ҙа ҡулын күтәрә:
– Кәримә Әхмәтовна, тағы ла ярты миллион өҫтәргә мөмкинме?

* * *

– Һин – йомшаҡ уҡыусы, – тип асыулана атаһы Йәмилдең көндәлеген ҡарағас.
– Юҡ, мин көслө! – тип ҡаршы төшә Йәмил. – Уҡытыусы миңә, һин бер үҙең бөтә синыфты артҡа һөйрәйһең, тине.

* * *

– Һин ниндәй файҙалы ҡаҙылмаларҙы беләһең? – тип һорай уҡытыусы Заһиттан.
– Ташкүмер, тимер руда, алтын, алюмин, баҡыр...
– Гөлшат, ә хәҙер һин әйт.
– Картуф, сөгөлдөр, кишер, редиска...

* * *

Раушания мәктәпкә барғас синыфташына һөйләй:
– Кисә атайым һунарҙан ҡуян алып ҡайтҡас, әсәйемә: «Тиҙерәк бешер, әтеү эсемдә бүреләр олой», – тине.
– Оҙаҡ олонолармы?
– Юҡ, атайым ҡуянды эсенә һалыу менән туҡтанылар.

Будта башҡа исем бөткән

География дәресендә йәнлек исемен йөрөткән ауылдарҙы яҙып килергә ҡуштылар. Топонимдар һүҙлеген ҡат-ҡат аҡтарырға тура килде. Үҙемдең генә баш етмәҫ ине, китапты әсәйем табып бирҙе. Бер үк исемле ауылдарға ла тап булдым. Мәҫәлән, Ҡалтасы районында Ҡуян ауылы икәү, будта (өләсәйем һүҙе) башҡа исем бөткән. Бөткәндер, күрәһең, беҙҙең синыфта ғына ла ике Тимур, өс Айгөл уҡый. Уҡытыусылар уларҙы бутамаҫ өсөн фамилиялары менән өндәшә: Яппаров, Санъяров, Таһирова, Байгилдина, Әхмәрова. Йәнлек ауылдарҙан тыш, ағас, ҡош исемдәре ҡушылғандары ла һанап бөткөһөҙ. Йәшелсә, балыҡ, бөжәк исемдәрен йөрөткән ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә бар. Уларын да яҙып ҡуйҙым.
ЙӘНЛЕК АУЫЛДАР: Айғыр – Белорет районында; Айыу – Ейәнсура, Илеш; Алайғыр – Ҡырмыҫҡалы; Арыҫлан – Ауыр­ғазы, Бүздәк, Ҡыйғы, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Туймазы, Шишмә; Бишкәзә – Шишмә; Болан – Бәләбәй; Бүребай – Хәйбулла; Буҙат – Стәрлебаш; Бурһыҡ – Ҡалтасы, Шаран; Йомран – Кушнаренко, Саҡмағош; Йыланлы – Ҡыйғы; Көҙән – Ишембай; Көсөк – Учалы; Күкҡуян – Дүртөйлө; Ҡабан – Краснокама; Ҡуян – Баҡалы, Бөрө, Краснокама, Ҡалтасы; Сысҡан – Ҡырмыҫҡалы; Толпар – Ғафури; Тәкә – Мәсетле; Үгеҙ – Бөрө, Кушнаренко; Һарайғыр – Бүздәк, Саҡмағош; Юлбарыҫ – Хәйбулла райондарында.
АҒАС АУЫЛДАР: Аҡҡайын – Бәләбәй районында; Бишҡайын – Ауырғазы; Бишнарат – Дүртөйлө; Ерек – Ғафури, Мәләүез; Ерекле – Баҡалы, Бишбүләк, Ғафури, Күгәрсен, Миәкә; Имән – Балтас, Ҡариҙел; Ҡарағай – Архангел, Ғафури, Көйөргәҙе; Ҡарағайлы – Белорет; Ҡараерек – Борай, Бүздәк, Саҡмағош; Ҡаратал – Баймаҡ; Ҡуштирәк – Баҡалы; Нарат – Ҡалтасы; Сағанлы – Бәләбәй; Тирәкле – Архангел; Уҫаҡ – Бөрө; Уҫаҡлы – Архангел, Шомортло – Бишбүләк райондарында. 
ҠОШ АУЫЛДАР: Бөркөт – Күгәрсен районында; Күгәрсен – Ҡалтасы, Күгәрсен, Ейәнсура; Ҡарға – Мишкә, Нуриман; Ҡар­ғалы – Балтас, Благовар, Борай, Ейәнсура, Саҡмағош; Сыпсыҡ – Балтас; Торна – Ҡариҙел; Торналы – Салауат; Туҡран – Борай, Ҡалтасы; Һандуғас – Балтас, Яңауыл; Әтәс – Фёдоровка, Дүрт­өйлө; Ябалаҡ – Илеш; Ябалаҡлы – Шишмә райондарында.
ЙӘШЕЛСӘ АУЫЛДАР: Керән – Кушнаренко районында; Ҡабаҡ – Ҡырмыҫҡалы; Шалҡан – Бөрө, Бәләбәй райондарында.
ҮҪЕМЛЕК АУЫЛДАР: Ҡамышлы – Благовар, Кушнаренко, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө; Ҡомалаҡ – Яңауыл райондарында.
БӨЖӘК АУЫЛДАР: Күбәләк – Шаран, Себенле – Әлшәй, Ейәнсура райондарында.
БАЛЫҠ АУЫЛДАР: Балыҡлы – Баҡалы районында; Суртан – Дыуан, Стәрлетамаҡ; Суртанбаш – Саҡмағош райондарында.
ТӘМЛЕ АУЫЛДАР: Шәкәр – Стәрлебаш районында.
ИЛ, ҠАЛА, КҮЛ, ТАУ АУЫЛДАР: Байкал – Нуриман районында; Бохара – Шаран; Венеция – Дүртөйлө; Кавказ – Саҡмағош; Ҡырым – Әлшәй; Мәскәү – Дүртөйлө, Учалы; Париж – Ҡыйғы; Пенза – Шишмә; Ташкент – Тәтешле; Швейцария – Бәләбәй  райондарында.

* * *

– Бәпес һәм Малай ауылдарын онотҡанһың, – тине Зөлфәт быларҙы уҡығас.
– Ҡайһы районда?
– Ҡырмыҫҡалыла.
– Улайһа, Әбей менән Бабай ауылдары ла барҙыр әле.
– Әбейен белмәйем, әммә Бабай ауылын Ҡалтасы, Мишкә райондары картаһынан таба алаһың.
– Шатморат, Муллаға барғайным, Балтаға һуғылып, кискә Рәхмәткә барып етергә ине, тип һөйләһәләр, һис тә аптырама.
– Ниңә?
– Сөнки Борай районында – Мулла, Ҡырмыҫҡалыла – Балта, Әбйәлилдә Рәхмәт ауылдары бар.

* * *

Ҡырмыҫҡалы районына ҡунаҡҡа барғанда һеңлем Тамсыгөл атайымдан:
– Ниңә Ҡырмыҫҡалы? – тип ҡыҙыҡһынды. Атайымдың яуабын да көтмәй, үҙе: – Белдем, белдем, унда ҡырмыҫҡалар күп, шуғалыр, – тип әйтеп ҡуйҙы.
– Һинеңсә, Күгәрсен районында – күгәрсендәр, Борай районында борай күпме? – тине атайым.
Белмәһәң – бел!
Үҙең яңылыш ватҡан һауыт йәл түгел.

* * *

Күҙлек кейеп йөрөү өсөн аҡыллы булыу ғына етмәй, насар күрергә лә кәрәк.

* * *

Арала танау булмаһа, күҙҙәр суҡышыр ине.

* * *

Хатта өндәшмәгәндә лә яңылышырға мөмкин.

* * *

Ҡулыңды сылатмайынса битеңде йыуа алмайһың.

* * *

Оҙағыраҡ йоҡлаған һайын минең зыяным аҙыраҡ.

* * *

Бала саҡ әсәйең һинән кәнфиттәрҙе йәшермәй, ә атайың коньякты йәшерә башлағас бөтә.

* * *

Эдисон электр уйлап тапмаһа, беҙ телевизорҙы әле булһа май шәм алдында ҡарар инек.

* * *

Мәктәп әрме түгел, унан ҡасып ҡотолоп булмай.

* * *

Испанияла өндәү, һорау билдәләрен һөйләм алдынан һәм һөйләм бөткәс ҡуялар. Испан уҡытыусылары уйлауынса, был уҡыусыға һөйләмдең ниндәй интонация менән уҡырын алдан уҡ әйтеп тора.

* * *

Ғәҙәттәге «һы»ны «хм»ға алыштырыу әңгәмәләшең алдында һине бер нисә тапҡыр зыялыраҡ итеп күрһәтә.

* * *

Мендәр иртәнге сәғәт етелә донъялағы иң ҙур тартыш көсөнә эйә.

* * *

Йырсылар менән спортсылар­ҙың көрәп аҡса алғанын белгәс, мәктәптә йыр һәм физкультураның төп предметтар икәнен төшөнәһең.

* * *

«Синыфташтар»ҙа ултырғанда шуны онотма: кәстрүл картуфты бешереүҙән туҡтағас та уны ҡура башлай.

* * *

Ялҡаулыҡ яман эштән ҡотҡара.

* * *

Бер алдаған гел алдар.

* * *

«Әгәр» сәсеүселәр «бәлки» йыйып ала. 

* * *

Юғалмаһын өсөн билдәле урын­ға һалып ҡуйылған әйберҙәр йыш юғала.

* * *

Күмәк балалы өйҙө йыйыштырыу ҡар яуғанда ҡар көрәү менән бер.

* * *

Бала саҡта йоҡо яза ине, ә хә­ҙер – хыял.

* * *

Мәктәп беҙҙе донъяла булмаған тормошҡа әҙерләй.

* * *

Бармаҡты сикәгә терәп быраулау күп илдәрҙә «ахмаҡ», «алйот» тигәнде белдерһә, Перу менән Аргентинала «мин уйлайым» тигәнде аңлата.

* * *

Иң тәүге мәктәптәр бынан биш мең ярым йыл элек боронғо шумерҙарҙа барлыҡҡа килгән.

* * *

Ун һигеҙенсе быуатта өндәү билдәһен «ғәжәпләнеү билдәһе» тип йөрөткәндәр.

* * *

Колумб, Ер груша формаһында, тип иҫәпләгән.

* * *

Альберт Эйнштейн үҙенең телефон номерын бер нисек тә хәтерендә тота алмаған.

* * *

Барби ҡурсағының тулы исеме – Барбара Миллисент Робертс.

* * *

Мәктәптә Маргарет Тэтчерҙың ҡушаматы Теш таҙартҡыс бул­ған.

* * *

«Студент» һүҙе «studio» тигән латин һүҙенән килеп сыҡҡан һәм «өйрәнәм» тигәнде аңлата.

* * *

Наполеон бесәйҙәрҙән ҡурҡ­ҡан.

* * *

Британия китапханаһында иң йыш урланған китап – Гиннестың рекордтар китабы.

* * *

Японияла бесәй телен кеше теленә тәржемә итеүсе компьютер уйлап тапҡандар.

* * *

Эскимостар телендә ҡарҙы аңлатыусы егерменән артыҡ һүҙ бар.

* * *

Ҡайсыны рәссам Леонардо да Винчи уйлап сығарған.

* * *

Ҡырмыҫҡалар бер ҡасан да йоҡламай.

* * *

Ғәҙәттәге ҡәләм менән 55 саҡрым оҙонлоғондағы һыҙыҡ һыҙыр­ға мөмкин.

* * *

Йыһанға осҡан кешене Рәсәй­ҙә – космонавт, АҠШ-та – астронавт, Францияла – спасьонавт, Ҡытайҙа тайконавт тип йөрөтәләр.

* * *

Һиндостандың бер төбәгендә әгәр уҡыусы сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырһа, мәктәпкә уның урынына ғаиләһенән берәй кеше йөрөргә тейеш.

* * *

Японияла уҡыу йылы апрелдә башлана.

* * *

Чехияла «бишле» – иң насар, ә «берле» – иң яҡшы билдә.

* * *

Финляндияла үҙе теләмәгән уҡыусыны таҡтаға сығармайҙар.

* * *

Ер йөҙөндә йылан сағыуына ҡарағанда бал ҡорттары сағыуынан күберәк кеше үлә.

* * *

АҠШ-та һәр йәйҙә «Бысраҡ көнө» үткәрелә. Билдәле бер урынға тупраҡ ташыйҙар ҙа өҫтөнә һыу һиптерәләр. Балалар шунда ни теләһә, шуны эшләй: йүгерәләр, һикерәләр, ҡорһаҡтарында шыуалар, һаҙҙан причёска яһайҙар. Байрам «шаҡшылар»ҙы янғын һүндереү шлангыһынан һыу һиптереп йыуындырыу менән тамамлана.
Минеке хәтле лә
– Хат яҙғайным, шуны ҡарап сыҡмаҫһығыҙмы икән? – тинем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына.
– Бир һуң, уҡырмын. Бигерәк күп яҙғанһың, ә иншаларың ярты биткә лә етмәй, – тине ул алтын тирәсле күҙлеген кейеп, хатҡа күҙ һалғас.
«Был хатты урыҫса-башҡортса һүҙлек менән танышып сыҡҡас, яҙырға булдым, сөнки ҡайһы бер һүҙҙәр ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.
Сто һүҙенең йөҙ икәнен I синыфтар ҙа белә. Тик ниңәлер сто ҡушылған һүҙҙәр дөрөҫ тәржемә ителмәгән. Сток, стон, стоп кеүек һүҙҙәр йөҙ к, йөҙ н, йөҙ п булырға тейеш, йәғни йөҙ к хәрефе һ. б. Стоя ике мәғәнәне бирә: а) йөҙ я (хәреф), б) йөҙ мин, йәғни йөҙ кеше. Столица – йөҙ йөҙ (кеше бите), сторож – йөҙ томшоҡ (рожа), стоянка – йөҙ янки (американдарҙың ҡушаматы), стояк – йөҙ як (көйшәүсе эре хайуан), стопор – йөҙ мәл (пора), стоп-кран – йөҙ п краны (йөк күтәргәндә кран п хәрефенә оҡшап тора), стопа – йөҙ па (бейеү хәрәкәте).
Стол һүҙе менән дә шул уҡ хәл. Стол – өҫтәл бит инде, шулай булғас, столовая – өҫтәлхана, стольпиться – өҫтәлдә эсеү, столяр – өҫтәл яры (сите) булыуы көн кеүек асыҡ.
Һүҙлектә аптека, гостиница, столовая, парикмахерская, библиотека, мастерская, больница тигән һүҙҙәр дарыу­хана, ҡунаҡхана, ашхана, бөҙрәхана, китапхана, оҫтахана, дауахана тип тәржемә ителгән. Ризамын. Шулай булғас, баня, рынок, юрта, кладовая, тюрьма, туалет, спальня, свинарник, чулан тигән һүҙҙәр ҙә мунсахана, баҙархана, тирмәхана, келәтхана, төрмәхана, бәҙрәфхана, йоҡохана, сус­ҡахана, соланхана тип алыныр­ға тейештер бит инде?! Ә һүҙлектә хана һүҙен төшөрөп ҡалдырып, хата ебәргәндәр.
Һүҙлекте профессорҙар төҙөгәндер, тип уйлайым. Ғалим булып йөрөүҙәре ҡороһон, минеке хәтле лә баштары юҡ».
Хатты уҡып бөткәс, уҡытыусы миңә сәйер генә ҡараш ташланы, ярай әле, бармағын сикәһе тирәһендә борғолап күрһәтмәне.

* * *

Урыҫ теле дәресендә уҡытыу­сы Рәүиләнән:
– Ни өсөн һөйләмдә өтөр ҡуйыла? – тип һорай.
– Һүҙҙәр бер-береһенә йәбешмәһен өсөн, – ти Рәүилә.

* * *

Беҙҙе мәктәптә өйрәткән инглиз телен үҙебеҙҙә уҡығандар ғына белә.

* * *

Тажик мәктәбендә урыҫ теле дәресе.
– Бобо, «вперёд» һүҙе беҙҙеңсә нисек була?
– Алға. 
– Маладис! Ә «назад»?
– Вааай! Беҙҙә ундай һүҙ юҡ.
– Нисек инде?
– Ә беҙ артҡа боролабыҙ ҙа һәм алға!

* * *

Немец уҡыусыһы география дәресендә уҡытыусынан һорай:
– Донъяла иң оҙон урамдар Рәсәйҙә, тиҙәр. Был дөрөҫмө?
Тегеһе ғәжәпләнә:
– Кемдән ишеттең?
– Олатайым һөйләне. Улар Сталинград урамы буйлап өс ай буйы барған, ләкин уның аҙағын барыбер күрә алмағандар.

* * *

– Мирас, һин ни өсөн инглиз телен насар өйрәнәһең?
– Ә ниңә?
– Нисек «ниңә»? Был телдә ярты Ер шары һөйләшә лә баһа.
– Ә был аҙмы ни?

* * *

Инглиз дәресе. Уҡытыусы:
– Балалар, кемегеҙ инглиз алфавитын белә?
Программист улы:
– Мин.
– Йә, баштан башла.
– Q, W, E, R, T, Y...

* * *

Ике көсөк осрашҡан.
– Вау, – ти беренсе көсөк.
– Мыяу, – тип яуап бирә икенсеһе.
– Һин, нимә, аҡылдан шаштыңмы әллә? – тип һорай беренсе көсөк.
– Юҡ, сит ил телен өйрәнәм, – ти икенсеһе. 

* * *

– Һин инглизсә беләһеңме?
– Беләм, әлбиттә. 
– Берәй һүҙ әйт әле.
– Гитлер капут!
– Был немецса бит...
– Тимәк, мин немецса ла беләм.
Иншаларҙан
«Ғәлимәнең битен ағартыу өсөн Закир ҡалаға аҡса эшләргә сығып киткән».
М. Ғафури. «Ҡара йөҙҙәр».

* * *

«Ашарға алырға аҡсалары бөткәс, улар квартирант индер­гән».
М. Ғафури. «Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын».

* * *

«Әсҡәт ас йөрөмәгән. Мостай Кәримдәрҙә ҡаймаҡлы ҡатыҡ ашаған, үҙҙәрендә йомортҡа бешергәндәр».
М. Кәрим. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».

* * *

«Айгөл әсәһе менән сит илгә китмәгән, сөнки ҡулын миллионер улдарының һорауынан ҡурҡ­ҡан».
М. Кәрим. «Айгөл иле».

* * *

«Тиҙҙән Маресьев протездар­ҙа осорға өйрәнгән».

* * *

«Корчагин хатта карауатта ла революция яһаған».

* * *

«Ҡуяндар ҡул ҡаушырып ҡыуаҡ аҫтында шым ғына ултырған».

* * *

«Ишек алдында тауыҡтар, өйрәктәр һәм башҡа йорт кәрәк-яраҡтары йөрөгән».

* * *

«Быҙауҙар әлегә аңһыҙ, белем­һеҙ булған».

* * *

«Китапханаға икәү: малай менән ҡыҙ барған. Улар ағалы-ҡус­тылы булған».

* * *

«Кискә табан ауылға ҡайтҡан һыйырҙар көтөүе 13 һарыҡтан торған».

* * *

«Күгәрсендәр күп булған. Ҡырҡ­лап кеше».

* * *

«Ҡыш көнө ятҡылыҡтарҙа һыу еүеш була».

* * *

«Дуҫым бата башлағас, мин уны ҡотҡарырға ташландым, сөнки ул минең плавкиҙы кейгәйне».

* * *

«Тәбиғәттә бер нәмә лә юғалмай, ә Ҡыҙыл китапҡа индерелә».

* * *

«Имәндән саған һәм ҡайын япраҡтары ҡойолған».

* * *

«Бесәй ағаста ултырған һәм ҡош балаларының ояһын һаҡлаған».

* * *

«Ҡыуаҡ баштан-аяҡ еләккә күмелгән».

* * *

«Кәштәлә Ноғман Мусин яҙған төрлө яҙыусыларҙың китаптары теҙеп ҡуйылған».

* * *

«Урманда ағастар аҙ үҫкән, әммә ул шаулап торған».

* * *

«Декабристарҙы ҡунаҡсыл Себер көтөп торған».

* * *

Синыф менән зоопаркка барып ҡайтҡас, уҡыусылар инша яҙа. Раушандың иншаһынан: «Болан күрҙем. Уның башында беҙҙең кейем элгес тора».

* * *

Мәғдәнур инша яҙа: «Мин атайым менән әсәйемә һәр ваҡыт ярҙам итәм, өйҙө йыйыштырам, магазинға барам, һеңлемде ҡарайым». Әсәһе иншаны уҡығас:
– Һин быларҙың береһен дә эшләгәнең юҡ та баһа, ниңә был хаҡта яҙаһың?
– Шуның өсөн ул инша ла инде.

Шпаргалка – минең мөлкәтем

Зөлфәт үҙе менән университетҡа барырға саҡырҙы.
– Ни эшләйһең унда, әллә уҡыр­ға инергә йыйынаһыңмы?
– Юҡ та. Ағайым өйҙә зачёткаһын онотоп ҡалдырған. Тиҙ генә килтереп еткер, әтеү имтиханға индермәйҙәр, тип шылтыратты.
Был ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарҙы Зөлфәттең ағаһы имтихан биреп сыҡҡанын көткәндә студенттар­ҙан ишеттем.

* * *

– Ғатин, һин тағы ла лекцияға һуңға ҡалдың!
– Ғәфү итегеҙ, профессор, йоҡлап ҡалғанмын.
– Өйҙә лә йоҡлайһыңмы ни?

* * *

– Ҡәһәр һуҡҡыры! Тормошомдо боҙҙоң! Йәшлегемде һинең өсөн әрәм иттем!
– Ҡыҙым, дипломың менән һөйләшеүеңде туҡтат.

* * *

Студенттар ятағы – һине макарондан 20 төрлө ризыҡ, ма­йонездан 40 төрлө эсемлек әҙерләргә өйрәтеүсе урын ул.

* * *

Ике студент урамдан атлай. Бишенсе ҡаттағы балконда ҡаҙылыҡ эленеп торғанын күрәләр. Береһе аҫта тороп ҡала, икенсеһе балконға менә. Полицейский килеп сыға.
– Бында ни эшләйһең?
– Ни... – иптәшенә күрһәтә, – Яңы йылға бүләктәр эләбеҙ.
– Һуң хәҙер май ҙа баһа!
– Шулаймы? Әғл-ә-ә-әм! Ҡа­ҙылыҡты элмә, төш, мин һиңә, Яңы йыл ҡыш була, тинем бит, иҫәүән.

* * *

Консерватория студенты үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр кешегә фатирға ингәс, бер аҙнанан һуң әсәһенә шылтыратып, күршеләренә зар­лана:
– Бер ҡатын көнө буйы үкһей, икенсеһе карауатҡа ятып ыңғыраша. Тағы ла бер егет бар, уныһы башын стенаға бәрә.
– Һин уларҙан алыҫыраҡ бул, улым, – тип кәңәш бирә әсәһе.
– Мин шулай итәм дә. Көнө буйы бүлмәмдән сыҡмай торбала уйнайым. 

* * *

– Имтихандарҙы тапшыра алмаған студент ни ти?
– Рәсәйгә хеҙмәт итәм!

* * *

Автобус. Кондуктор тубығында Ландауҙың «Теория поля» китабы ятҡан студентты уята:
– Тор, агроном, килеп еттек.

* * *

Юрфакта уҡыйым, төркөмдәшебеҙҙең тыуған көнө айҡанлы ятаҡҡа пиццаға заказ бирҙем. Килтереү хеҙмәтенә шылтыратып, ҡайҙа йәшәгәнебеҙҙе аңлаттым. Ә курьер миңә: «Беләм, мин дә шул юрфакты тамамланым», – тине. Шунда уҡ үҙемдең киләсәгемде күҙ алдына килтер­ҙем…

* * *

Имтихан. Уҡытыусы:
– Жәлил Кейекбаевтың «Туғандар һәм таныштар» романын уҡыныңмы?
Студент:
– Әлбиттә, уҡыным. Икеһен дә. «Туғандар» ярайһы, ни тиһәң дә, бер ата балалары. «Таныштар...» Нисек әйтергә?.. Эт менән бесәй кеүектәр. Тиктомалдан ыҙғыша ла китәләр.

* * *

– Хәлдәрең нисек, дуҫҡайым?
– Университеттан ҡыуҙылар...
– Ниңә?
– Белмәйем, минең унда ярты йыл булғаным юҡ инде.

* * *

Беренсе курс студенты тәүге имтихандан ҡайта, ата-әсәһе уға ташлана:
– Йә, нисек, бирә алдыңмы?
– Бирҙем, тик ниндәйҙер диндар уҡытыусы тура килде. Мин нимәлер әйткән һайын, ул күҙҙәрен түшәмгә төбәп: «Йә, Хоҙай!» – тип ҡабатланы.

* * *

Деканатҡа килгән ғаризанан: «Уҡытыусы миңә юҡҡа бәйләнә, тип иҫәпләйем, башкырт теленән зачёт ҡуймай».

* * *

Балыҡ – башынан, студент ҡойроғонан серей.

* * *

Атаһы улын медицина университетына барырға өгөтләй:
– Һәр ваҡыт эшең буласаҡ. Ултыртып ҡуйһалар ҙа, хатта зонала ла табип буласаҡһың.

* * *

Мин уҡыған вуз гуманитарий­ҙарҙы ла, технарҙарҙы ла сығара. Ҡарауылсы булып эшкә ингәс, берәүҙәре – сканворд, икенселәре судоку сисә.

* * *

Иҡтисад факультетында имтихан.
– Реклама эшмәкәрлегенең йәмғиәткә файҙаһы тураһында миҫал килтерегеҙ.
– Стеналарҙы буяғанда реклама проспекттары менән иҙәнде ҡапларға мөмкин.

* * *

«22-се төркөмдөң иҡтисад уҡытыусыһы 22-се төркөмдөң ҡайһы бер студенттары менән ведомос­ты ябыу маҡсатында танышырға теләй». (Иғландан).

* * *

Профессор деканға зарлана:
– Студент Йылҡыбаевты ҡаты язаға тарттырыуығыҙҙы талап итәм. Мин уны төнгө барҙа тап итеүем генә етмәгән, ул был хаҡта ҡатыныма хәбәр иткән.

* * *

Урам сатында таҫмалар тотҡан студенттар йүгерешеп йөрөй.
– Ни өсөн һеҙҙең таҫмағыҙ юҡ? Хәҙер беҙ уны көҙгөгә...
– Машина янынан кит!
– Һеҙ нимә?! Был бит иҫтәлек! Бөйөк Еңеү хөрмәтенә!
– 1945 йылда 2-се Белоруссия фронтында кем командующий булған?
– Ээээ... мммм... Жуков!
– Рокоссовский! Таҫманы иҫтәлеккә муйыныңа ура!

* * *

 Уҡытыусы миңә Мәжит Ғафури әҫәрҙәренә анализ яһарға ҡушты. Һуҙҙым да һуҙҙым. Бер көн ҡалғас ҡына өҫтәл артына ултыр­ҙым. Төнө буйы яҙҙым, йоҡламаным. Иртән кафедра ишеген шаҡыным. Уны астым, индем. «Мәрйәм Вилдановна, мин анализдар алып килдем», – тинем. Уҡытыусы тыйыла алмай көлөргә тотондо. «Был һиңә поликлиника түгел!» – ти. Уның һүҙҙәренән һуң тотош кафедра иһаһайланы. Мин анализдарҙы өҫтәлгә ҡуй­ҙым да сығып киттем. Иртәгеһен зачёт алғанымды белдем.

* * *

Бер ҡыҙ зарлана:
– Мин иҫәр һәм даланһыҙ, бер нәмә лә эшләй белмәйем.
– Һин абруйлы факультетта уҡыйһың, япон телен өйрәнәһең.
– Эйе, япон теленән тыш, инглиз, ҡытай телдәрен дә өйрәнәм.
– Өс тел… Үҙеңде иҫәр тип иҫәпләйһеңме? Бына бер иҫәр!

* * *

Минең дипломды яҡлаһын өсөн адвокат ялларға мөмкинме?

* * *

Мәктәп уҡыусылары, институтта яҡшы, тип уйлай, ләкин студенттар ғына балалар баҡсаһында тағы ла яҡшыраҡ икәнен белә.

* * *

Бер уҡытыусы бөтә фәндәрҙе лә уҡыта алмай икән, бер студенттың бөтә фәндәрҙе лә белеүен нисек күҙ алдына килтерергә?

* * *

Профессор:
– Курс эшең ҡайҙа?
Студент:
– Һеҙҙе яманлаған бер егет менән һуғышҡанда йыртылды.
Профессор:
– Зачёткаң ҡайҙа?

* * *

Колледжда (элекке профтехучилищела) дәрес бара. Бер студенттың докладын тыңларға йыйынабыҙ. Титул битенә ҙур һәм ҡалын хәрефтәр менән «ДОКЛАТ» тип яҙған. 
Хатаны күргәс, төркөмдәшебеҙҙең кимәлен белгәнгә күрә, үҙ алдыбыҙға йылмайыштыҡ, ирештермәнек. Аудиторияға дәрескә һуңлаған төркөмдәшебеҙ инде. Уҡытыусы уға һорау бир­ҙе:
– Бында ниндәй хата бар?
Ул оҙаҡ уйламаны, шунда уҡ яуап бирҙе:
– Дөрөҫө – ДАКЛАТ.

* * *

Институтҡа уҡырға инеп, ятаҡҡа урынлашҡас, әсәйем миңә ҙу-ур таба бирҙе:
– Бының менән астан үлмәҫһең.
Әсәйемдең һүҙҙәре бик сәйер тойолдо. Табаны ашап булмай ҙа баһа?! Үҙе лә ашарға әҙерләп бирмәй.
Ныҡ яңылышҡанмын икән. Күмәкләшеп ниҙер бешерһәк, мин һәр ваҡыт таба менән ҡатнаша инем. Ә бындай табалар ятаҡта бик һирәк булғас, мине йыш саҡырҙылар. Табаны ҡыҙҙар ҙа һораны. Уны кире ҡайтарғанда бешергән ризыҡтарынан миңә лә өлөш сығарҙылар. Табаны арендаға алып торған өсөн.

* * *

– Улым, тиҙҙән юғары белем тураһында диплом аласаҡһың, алған белемең буйынса минең менән тиңләшәсәкһең.
– Атай, һинең урта белем генә бит.
– Эш бына шунда ла...

* * *

Беренсе синыф уҡыусыһына йөҙ һум аҡса биргәндәр.
– Йөҙ тәңкә! Мин бай!
Алтынсы синыф уҡыусыһына йөҙ һум аҡса биргәндәр.
– О, йөҙ тәңкә! Мәктәптән ҡайтышлай кафеға инәсәкмен.
Ун беренсе синыф уҡыусыһына йөҙ һум аҡса биргәндәр.
– Һе, йөҙ тәңкә. Шул да булған аҡса.
Студентҡа йөҙ һум аҡса биргәндәр.
– Йөҙ һум! Минән дә бай кеше юҡ.

* * *

БДИ миңә Мәскәү унивирсититына (текста шулай яҙылған, дөрөҫө: университет. – Ф. М.) уҡырға инергә ярҙам итте.

Төпсөнмәҫкә ине

– Яҡшы уҡыусы насар уҡыусынан нимәһе менән айырыла?
– Насар уҡыусыны ата-әсәһе туҡмай, яҡшыһын – иптәштәре.

* * *

– Ни өсөн балериналар бармаҡ остарына баҫып бейей?
– Тамашасыларҙы уятмаҫ өсөн.

* * *

– Боронғо кешеләрҙең нимә ашағанын ҡайҙан белеп була?
– Консерва һауыттарынан...

* * *

– Профессор доценттан ни менән айырыла?
– Эш хаҡы менән.

* * *

– Атай, ни өсөн беҙҙең машинабыҙ юҡ?
– Әсәйеңә шәшке тунда йылыраҡ, улым.

* * *

– Бешерелгән йомортҡа ҡыҙҙырылғанынан нимәһе менән айырыла?
– Бешерһәң, һуңынан табаны йыуырға кәрәкмәй.

* * *

– Һарыҡтар нисә йыл йәшәй?
– Хужаһы һуйғансы.

* * *

– Кешелә иң һуңғы булып ниндәй тештәр барлыҡҡа килә?
– Яһалма тештәр. 

* * *

– Тейенгә ҡолаҡтарындағы бумала ни өсөн кәрәк?
– Ағастағы ҡыуышын буярға.

* * *

– Ни өсөн япондар сей балыҡ ашай?
– Яғырға утындары юҡ.

* * *

– Атай, ни өсөн юрислыҡҡа уҡыйҙар? Бөтә закондарҙы ла белер өсөнмө?
– Юҡ, улым, ул закондарҙы белдекле урап үтер өсөн.

* * *

– Һул аяҡты уңынан нисек айырырға?
– Һул аяҡта баш бармаҡ уңда була.

* * *

– Ниңә тәм-томдо күп ашарға ярамай?
– Сөнки ул тиҙ бөтә.

* * *

– Спартак ихтилалы нисәнсе йылда булғанын хәтерләйһеңме?
– Мин футбол менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмайым.

* * *

– Ниндәй музыка яратаһың?
– Көслөһөн.

* * *

– Ни өсөн моторлы кәмәгә ишкәк бирәһегеҙ?
– Нисек ҡайтырға уйлайһығыҙ һуң?

* * *

– Һеҙҙең мәктәптә ата-әсәләр йыйылышы үткәреләме?
– Юҡ, беҙ аҡсаны балалар артынан биреп ебәрәбеҙ.

* * *

– Ни өсөн ыуылдырыҡты ҡалаҡ менән ашайһың?
– Ҡулдарым бысраҡ.

* * *

– Һин ҡайҙа кейенәһең?
– Сисенгән ерҙә.

* * *

– Кисә ниндәй томан булғаның күрҙеңме?
– Юҡ, бер нәмә лә күрмәнем, томан бик көслө ине.

* * *

– Был фильм тураһында нимә әйтә алаһың?
– Попкорн яҡшыраҡ ине.

* * *

– Бала саҡтағы иң йүләр хыялың?
– Өлкәнәйеү.

* * *

– Ни өсөн эшләпә кейеп йөрөй­ҙәр?
– Сөнки ул үҙе йөрөй белмәй.

Иптәш генерал, тарта алаһығыҙ

Паркта йөрөгәндә һалдат ағай менән һөйләшеп торҙоҡ. Әрменән ҡайтҡан. Ялға. Бындай бәхет яҡшы хеҙмәт иткәндәргә генә тәтей икән. Бер ҡыҙ менән осрашмаҡсы, әле уны көтә. Данияр ағай ҡыҙы килгәнсе беҙгә әрме ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары һөйләне.

* * *

Тимербай электричкала атаһы менән дачаға китеп бара. Ул форма кейгән һалдатҡа көнләшеп ҡарай:
– Үҫкәс, үҙемә һалдат бүреге, һалдат ҡайышы, һалдат шинеле һатып алам!
– Ҡайғырма, һиңә барыһын да бирәсәктәр! – тип яуаплай һалдат.

* * *

Беҙҙең взводты ҡалаға әллә сүп-сар йыйырға, әллә нимәлер бушатырға ебәрҙеләр. Барып еткәс, машинанан һикереп төшә башланыҡ. Эргәлә балалар уйнап йөрөй. Бер малайҙың һүҙҙәре һушымды алды:
– Әсәй, ҡарале, машинаға «Кешеләр» тип яҙылған, ә унан һалдаттар төшә.

* * *

Һөйкөмлө Әптерәй! Үҙең, бәлки, күҙ алдына ла килтерә алмай­һыңдыр, әммә донъяла барлығың ҡалай һәйбәт. Һинең хаҡта белгәс тә, сабырлығым бөттө, күңелем талпынып тик тора. Ҡыҫ­ҡаһы, осрашырға теләйем. Аллаға шөкөр, балиғ булдың. Беҙ һинең менән, атай-әсәйеңдән һәм закондан ҡурҡмай, күрешә алабыҙ, 18 йәштә был рөхсәт ителә.
Әптерәй, бер үк бошаманға төшмә, ҡайһы бер нәмәләр хаҡында әйтергә теләйем. Шулай килеп сыҡты, һиңә ҡәҙәр барлыҡ дуҫтарыңдың да башын әйләндерҙем. Бының өсөн ғәфү итер­һең, тип уйлайым. Ни өсөн тигәндә, күңелемә иң ныҡ ятҡаны – һин генә!
Һөйкөмлөм, йәшлек йылдарыңды ғүмергә онотолмаҫлыҡ итергә теләйем. Кем белә, быға яҙ сәбәпселер, бәлки. Үҙең беләһең, ул кешелә яңы тойғолар уята. Минең күңелемдең дә аҫты-өҫкә килде. Уны яҙғы саҡырыу, байрам, тип әйтергә лә ярайҙыр.
Әптерәйкәйем! Ошо байрам көндәрендә бер генә нәмә үтенәм – миңә ҡунаҡҡа килеп сыҡ. Үҙеңә мәғлүм, йыш осраша алмайбыҙ. Бынан һуң беҙҙең күрешеүҙәр йышайыр, тигән өмөттә ҡалам. Һине дүрт күҙ менән көтөүсе –
РАЙОН ХӘРБИ КОМИССАРИАТЫ.

* * *

Әрмегә яңы алынған егет зар­лана:
– Иптәш старшина, ҡарағыҙ әле, миңә нимә бирҙеләр: салбар тубыҡҡа тиклем генә, гимнастёрка һәлберәп тора, еңдәре ҡыҫҡа, итектәргә сумырлыҡ, ҡарарға ла ҡурҡыныс.
– Барыһы ла тәртиптә, – ти старшина, – һалдат ҡурҡыныс тыуҙырырға тейеш.

* * *

Прапорщик:
– Аллабирҙин, Ватан нимә ул?
– Белмәйем, иптәш прапорщик.
– Иҫәр һин, Аллабирҙин! Хәбибуллин, Ватан нимә ул?
– Ватан – минең әсәйем!
– Ну, Аллабирҙин, Ватан нимә ул?
– Ватан – Хәбибуллиндың  әсәһе!
– Иҫәр, Ватан – һинең дә әсәйең, аңланыңмы?
– Аңланым.
– Нимә аңланың?
– Мин – Хәбибуллиндың ағаһы!

* * *

Ауыл янынан һалдаттар үтеп бара. Бәшмәктән ҡайтып килеүсе әбейҙәрҙең береһе икенсеһенә:
– Күрәһеңме, һалдаттар! – ти.
– Күрәм, хәҙер туҡтап ярты сәғәт картаны өйрәнәсәктәр, шунан беҙҙән юлды һораясаҡтар...

* * *

Әрме – һәр кемдең ирекле эше: теләһәң – бараһың, теләмәһәң – көсләп алып китәләр.

* * *

– Рядовой Иҙрисов, сафтан сыҡ!
Һалдат иҫен юғалтып, ергә ҡолай.
– Нимә булды? – тип һорай командир.
– Сафтан сыҡты, иптәш командир, – ти һалдаттар.

* * *

– Һалдат, һин ни өсөн ашханаға пулемёт менән йөрөйһөң?
– Иптәш капитан, минең тағы ла компотһыҙ тороп ҡалғым килмәй.

* * *

Был хәл әлегеләй кеҫә телефондары төшкә лә инмәгән, үҙ-ара хат, телефон аша, телеграмма менән аралашҡан осорҙа Совет армияһы частарының береһендә булған.
Стәрлетамаҡ егете Барлыбаев ике ай инде ата-әсәһенә хат яҙмауын хәтеренә төшөргәндә часть егеттәре ҡалаға патрулгә сығырға йыйынған. Ул ҡаҙаҡ Ҡонарбаевҡа адрес һәм аҡса биреп, телеграмма һуғырға ҡушҡан: «Иҫән-һаумын, ентекләберәк хат­ҡа яҙырмын».
Бер тәүлектән һуң теге егет патрулдән ҡайтҡан.
– Телеграмма һуҡтыңмы?
– Һуҡтым.
Бер нисә көндән ҡото осҡан Барлыбаевтың әсәһе килеп төшә. Ул ошондай телеграмма алған: «Барлыбаев иҫән-һау. Ентекләберәк хатта. Ҡонарбаев».

* * *

Фермер ғаиләһенән әрмегә саҡырылған егеттең хатынан: «Әсәй, бында нисек рәхәт икәнлеген белһәң икән! Элеккесә бишенсе яртыла уянам, ләкин алтынсы яртыға тиклем урында аунарға ярай».

* * *

Генерал плацты тикшереп йөрөгәндә тәмәке төпсөгө күреп ҡала.
– Кемдеке?
– Бер кемдеке лә түгел, иптәш генерал, тарта алаһығыҙ.

* * *

Сержант рядовойҙан һорай:
– Автоматты таҙартыуҙы ниҙән башларға?
– Завод номерын тикшереүҙән, иптәш сержант!
– Аңламаным.
– Ә мин ни өсөн башҡаларҙың автоматын таҙартырға тейеш әле?!

* * *

Әрме – ҙур ғаилә ул, ләкин етем булыу отошлораҡ.

* * *

Бер ҡыҙ егетен әрмегә оҙат­ҡанда уға фотоһын бүләк иткән. Ярты йылдан һуң хат яҙған: «Мин икенсе егетте осраттым, фотоны кире ебәр». Һалдат хеҙмәттәштәренән ҡыҙҙарының фотоһын йыйып алған да уға һалған: «Һин ҡайһыһы икәнен хәтеремә төшөрә алмайым, үҙеңдекен һайлап ал, ҡалған фотоларҙы кире ебәр».

* * *

– Һин ни өсөн әрмелә хеҙмәт итергә теләмәйһең?
– Мин унда бер кемде лә белмәйем.

* * *

Әрмегә юлланыр алдынан үҙебеҙҙең ҡала егеттәре менән йыйылыу пунктында ултырғанда яратҡан ҡыҙҙарыбыҙ тураһында һүҙ сыҡты. Егеттәрҙең бөтәһенә лә: «Ҡәҙерлем, һағынырға ла өлгөрҙөм, һине яратам, көтәсәкмен», – тигәнерәк хәбәрҙәр килде. Минеке иһә: «Ну, һин нисек унда, кәрәгеңде бирмәнеләрме әле?» – тип яҙҙы. Яратам үҙен, бигерәк хәстәрлекле!

* * *

Тотолмаған – призывник түгел.

* * *

– Мин аҡыллымынмы?
– Аҡыллы?! Аҡылы булған ниндәй кеше тәбейәнән һалдаттар яһап, уларға звание бирә?
– Мин шаярам.
– Ысынмы? Улайһа, ярай. Әгәр мин анауһын ашаһам?
– Полковникка теймә, был һалдаттарҙың абруйын төшөрә.

* * *

Хәрби часта француз фильмы күрһәтәләр. Офицерҙар, прапорщиктар, һалдаттар тын да алмай геройҙарҙы күҙәтә. Иң көсөргәнешле мәл – төп герой, һылыуҙарҙан-һылыу ҡатын, үҙенә хыянат иткән өсөн һөйгәненә пис­толеттан ата. Ул ҡулын артҡа шаҡарып, һыҡтай-һыҡтай тамашасылар залына мөрәжәғәт итә:
– Миңә хәҙер ни эшләргә инде?
Шунда артҡы рәттән көнө буйы атырға өйрәнеү урынында булған прапорщиктың аныҡ яуабы ишетелә:
– Ҡоралды тикшерергә, патрондар өсөн отчёт бирергә һәм үҙ урыныңа барып баҫырға.

* * *

Һалдаттар ашханаһында.
– Кавалерияны бөтөрөп, на­сар эшләгәндәр.
– Ниңә?
– Аттарға тигән һолоно хәҙер беҙгә ашаталар.

* * *

Һалдат хаттарынан:
«Әрме – тормош мәктәбе, ләкин унда ситтән тороп уҡыу хәйерлерәк».
«Әрмегә барғас ҡына кәбеҫтәнең нисек тәмле икәнлеген белдем».
«Беҙҙе бында ҡар көрәргә һәм картуф бешерергә өйрәтәләр, дошман һөжүм итә-нитә ҡалһа, уға юл асасаҡбыҙ һәм ашарға әҙерләйәсәкбеҙ».
«Рауза сәскәһе вазала һулый, ә һалдат – противогазда».
«Бер ниндәй хәсрәтһеҙ хеҙмәт итергә теләһәң, әрмегә тиклем ғашиҡ булма».
«Әрмелә шуны аңланым, беҙҙе әсәләр генә көтә».

Сер итеп кенә әйтәм

Сыбыҡ-сабыҡ йыйыуҙа ҡатнашмаһаң, усаҡтан ситтәрәк ултыр.

* * *

Алдашырға яратһаң, хәтерең ете ҡатлы булһын.

* * *

Кеше хаталарын ҡабатлама, үҙеңдекеләрҙе булдыр.

* * *

Сымһыҙ «сысҡан»ды юғалтҡың килмәһә, уны мониторға бау йәки ҡармаҡ ебе менән бәйләп ҡуй.

* * *

Уйынсыҡтар ватылмаһын ти­һәң, улар менән уйнама. 

* * *

Күңелең йырлай икән, тауышын аса төш.

* * *

Һүҙеңде «ҡыҙыҡлы факт» тип башлаһаң, һине иғтибар менән тыңларҙар.

* * *

Иҙән йыуыусыларҙың эшен хөрмәт ит, уларҙы эшһеҙ ҡалдырма.

* * *

Мәктәптә физиканы уҡыма, тормошоң мөғжизәләр һәм тылсым менән тулы булыр.

Шатмораттың да танауына еҫ ингән

Шатмораттың да танауына еҫ ингән икән, тип әйтһәгеҙ әйтер­һегеҙ, мөхәббәт тураһындағы ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарҙы ла яҙып ҡуйырға булдым әле.

* * *

Зөлфәт өләсәһенән һорай:
– Беренсе тапҡыр осрашҡас, ҡыҙ менән нисек мөғәләмә итергә?
– Ҡыҙ менән шыршы кеүек ипләп мөғәләмә итергә кәрәк.
– Ҡырҡып өйгә алып ҡайтыр­ғамы?

* * *

Дәрестә ручкамды юғалттым. Бөтә ерҙе ҡараным, хатта өҫтәл аҫтына ла төштөм – юҡ. Аптырағас, Ринаттан запас ручкаһын алып торҙом.
Иртәгеһен алдағы өҫтәлдә ултырған Аделинаның минең ручка менән яҙғанын күргәс, ғәжәпләнеп бөтә алманым. Уның сәсенән тарттым:
– Ручкамды бир!
– Был – минең ручка! – тигән яуап ишеттем.
Беҙҙең тартҡылашҡанды уҡытыусы апай ишетеп ҡалды.
– Ни булды? – Ул беҙҙең судья­ға әйләнде.
Башта Аделина сығыш яһаны:
– Был – минең ручка!
Шунан мин сығыш яһаным:
– Юҡ, был – минеке. Быны тикшереү бик еңел, сөнки унда исемем сыймаҡланған. (Өләсәйем мәктәптә уҡый башлағас та, бөтә әйберҙәреңә лә исемеңде яҙ, тип өйрәткәйне).
Уҡытыусы ручканы бөтә синыф­ҡа күрһәтте:
– Ысынлап та, бында һинең исем тора.
Синыфташтарым Аделинаға төбәлде, ә уның иҫе лә китмәне:
– Мин уның исемен үҙем яҙҙым.
– Ниңә? – тип һоранылар.
– Сөнки мин уны яратам...

* * *

Программисты яратҡан ҡыҙ­ҙар! Һөйгәнең һиңә, был донъяла һин минең өсөн беренсе урында тораһың, тиһә, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: программистар нулдән һанай башлай.

* * *

Әгәр беҙҙең һөйөү
Гонаһ икән, ҡәҙерлем,
Һинең менән тамуҡҡа ла
Һөрөлөргә әҙермен...
– Ҡарале, Эльвир, һинең миңә арнап яҙған шиғырыңды Салауат Әбүзәр тигән берәү үҙ исеменән журналда баҫтырған.

* * *

Ҡыҙ менән егет һөйләшә:
– Яратаһыңмы?
– Яратам.
– Минең өсөн үлергә әҙерһеңме?
– Юҡ. Минең мөхәббәтем үлем­һеҙ.

* * *

– Алло, ҡәҙерлем! Мин башҡаса һинһеҙ йәшәй алмайым. Һине барлыҡ ауырлыҡтарҙан ҡурсалаясаҡмын, ғүмерем буйы усымда ғына йөрөтәсәкмен. Башҡа егеткә әүрәп, мине ташлап кит­һәң, барыбер эҙләп табасаҡмын, һөйөклөм. Мин һинең өсөн икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙҙәрҙе, ҡара урмандарҙы, осо-ҡырыйы күренмәгән сүллектәрҙе лә үтергә әҙер.
– Мөхәббәтем минең! Хәҙер үк кил! Түҙемһеҙлек менән көтәм!
– Тик бөгөн түгел.
– Ниңә?
– Тәҙрәгә күҙ һал әле, ямғыр яуа бит...

* * *

– Ҡыҙым, биш шаҡмаҡ шәкәр һалдың. Әллә ғашиҡ булдыңмы?
– Юҡ, әсәй, мин шәрбәтле сәй яратам.
– Ҡыҙым, һин бит уларҙы ашҡа һалдың...

* * *

«Ашығыс ярҙам» станцияһында эшләйем. Саҡырыу буйынса дөйөм ятаҡҡа килдем. Бүлмәгә индем. Ҡыҙға тәүге һорау:
– Фамилияғыҙ?
– Белмәйем.
– ?
– Мин кисә генә кейәүгә сыҡтым.

* * *

Егет: «Ҡар яуып, иретте. Беҙҙең төбәккә хас булғанса, кискә табан шаҡырлатып туңдырып ебәрҙе лә боҙлауыҡ барлыҡҡа килде. Эштән ҡайтып барам. Күңел шат, кәйеф күтәренке. Тирә-яҡта уттар балҡый. Ҡар, саф һауа. Ниндәйҙер изге эштәр ҡылғы килә. Ҡыҙыма смс ебәрергә булдым...»
Ҡыҙ: «Аяҡ аҫты быяла кеүек ялтырап ята. Әкрен генә атлайым. Ваҡытты белгем килде. Мобильникты сумканан алып йөҙөмә яҡын килтереүем булды, ул смс килеүен һөйөнсөләп, зыңларға тотондо. Әллә тертләүҙән, әллә боҙлауыҡҡа яңылыш баҫып, ҡапыл ҡоланым. Тороп баҫыр алдынан смс-ты уҡыным: «Һөйөклөм, һаҡ бул, боҙлауыҡ! Үбәм!»

* * *

Дуҫлашып йөрөгән егетем менән мөнәсәбәттәребеҙ әллә нисек. Ҡайһы саҡ аңлап етмәйем мин уны. Әллә үҙен ташлап кейәүгә сығып киткән ҡыҙын һаман онота алмай. Минең хәлгә ҡал­һағыҙ, һеҙ ҙә шулай уйлар инегеҙ.
Мине алырға машинаһында килде. Унда ултырғас, бер-беребеҙҙең хәлен һораштыҡ. Шунан уның йөҙө ҡараңғыланды:
– Күңелһеҙ хәл килеп сыҡты бит әле…
Ҡурҡыуға төштөм:
– Ни булды?
– Йырҙы тыңлап ҡара әле.
Ә салонда йыр яңғырай:
– Үтте ул, һүнде ул
Үҙебеҙ ҡабыҙған мөхәббәт.
Илама, ярһыма –
Һин үҙең ғәйепле барыһына...
«Элекке ҡыҙы иҫенән сыҡмай». Ни эшләргә лә белмәйем: илар­ғамы әллә төшөп ҡалырғамы? Күңелһеҙләнеүемде күргәс, ҡулын иңбашыма һалды:
– Һин мине аңламаның, йыр­ҙың һүҙҙәрен түгел, ә үҙен тыңла. Минеңсә, уң колонка шаулай шикелле? Шулаймы?
Үлтерҙе…

* * *

Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙыма бутерброд яһаным. Уның рәхмәтенә яуап итеп: «Аша, көрәй!» – тинем. Шунда уҡ үҙемә осоусы кроссовкаларҙан ялтанырға тура килде.

* * *

Розаға ҡунаҡта бәсәй балаһы бүләк итәләр. Бик матур булғанлыҡтан, ул баш тарта алмай. Шуныһы ғына күңелен ҡыра: ата-әсәһе нисек ҡарар? Шунда уҡ исемен дә таба: Роберт.
Өйгә ҡайтҡанда ата-әсәһе йоҡлаған була. Ишекте әсәһе аса. Карауатта ятҡан атаһы: «Таныш бул, әсәй, Роберт», – тигән һүҙ­ҙәр­ҙе ишетә.
Әсә менән ҡыҙ аш бүлмәһендә һөйләшеп ултырғанда йөҙө ҡояштай балҡыған, галстуклап кос­тюм кейгән атай килеп инә. Ҡулында – шампан шешәһе!

* * *

1 апрель. Мине яратҡан ҡыҙым ташланы. Көнө буйы трубканы алманы. Кискә табан, шаярттым, тип шылтыратты. Ә мин башҡа ҡыҙ менән танышып өлгөргәйнем инде.

* * *

Бер егетте ҡыҙы ташлаған. Тегенеһе түгелеп илаған.
– Мин уны өс йыл буйы яратып йөрөнөм. Ә бит өс йыл – бер һарыҡ ғүмере!..

* * *

«Мин һине яратам!» – өс һүҙ, алты ижек, миллион проб­лема!
«Кәрәгең бар ине!» – өс һүҙ, алты ижек, бер ниндәй ҙә проб­лема юҡ!

* * *

Егет – ҡыҙҙың атаһына:
– Әйтегеҙ әле, һеҙ ни өсөн ҡыҙығыҙға өйләнергә рөхсәт итмәйһегеҙ? Мин эсмәйем, тартмайым, һүгенмәйем, ҡомарлы уйындар уйнамайым...
– Көн дә һине миңә өлгө итеп ҡуйыуҙарын теләмәйем.

* * *

Ике егет кафела һөйләшеп ултыра.
– Ата-әсә елкәһендә ултырыу туйҙырҙы.
– Эшкә сығаһыңмы?
– Юҡ... Бер аҙ өләсәйемдә йәшәп торам.

* * *

Программист урамдан барғанда һылыу ҡыҙҙы күреп ҡала ла янына бара.
– Һинең е-майл йәки аськаң бармы?
– Юҡ.
– Йәл, танышыр инек.

* * *

Ҡыҙҙар күләгә кеүек: ҡасһаң – арттан сабалар, ҡыуһаң – тоттормайҙар. 

* * *

Егет менән ҡыҙ тәүге тапҡыр осраша. Ҡыҙ:
– Үҙең тураһында һөйлә әле.
– XI синыфты тамамланым, армияла хеҙмәт иттем, институтта уҡыным, бер үк ваҡытта эшләнем, машина һатып алдым, өйләнергә, балалар үҫтерергә теләйем. Ә хәҙер һин үҙең хаҡында һөйлә.
– Ә мин матур...

* * *

Кинотеатрҙағы кафе. Сиратта – егет менән ҡыҙ.
– Нимә алайым? – тип һораны егет ҡыҙҙан.
– Һмм… Попкорн, ҙурын, юҡ, иң ҙурын! – тип яуапланы ҡыҙ.
– Ярар. – Егет уңайһыҙланып йылмайҙы. – Ә эсергә?
– Кола!
– Иң ҙурын, ике литрлыһын­мы? – тип белеште егет, төрттөрөп.
– Юҡ, 1 литр етә.
Егет кассаға аҡса түләгәндә ҡыҙ кәңәш итте:
– Һин үҙеңә лә берәй нәмә ал.
Егеттең күҙҙәре хәтеремдә мәңгегә ҡалды.

Яуапһыҙ һорауҙар

«Икеле» билдәһен уйлап сығар­ған ғалим үҙе лә «икеле»гә уҡығанмы?

* * *

Кешеләрҙе дауалаған табиптар үҙҙәре лә ауырыймы?

* * *

Балаларға белем биргән өсөн уҡытыусылар эш хаҡы ала, ә балалар ниңә алмай, улар ҙа мәктәпкә йөрөй бит?

* * *

«Тун» магазины, мәктәп уҡыу­сылары һымаҡ, йәйге каникулға туҡтаймы?

* * *

Өйҙө йыйыштырыуҙа бер генә генерал ҡатнашмаһа ла, ул ни өсөн генераль йыйыштырыу тип атала?

* * *

Тауҙарҙы, әлбиттә, күсерергә мөмкин, ләкин уларҙы ҡайҙа һалырға?

* * *

Машина барғанда тәгәрмәстәрҙәге һауа әйләнәме?

* * *

Сәғәтеңде урлаһалар, үҙеңде бәхетле тип һанап буламы?

* * *

Бесәйҙәргә ни өсөн сысҡан тәмәйткән аҙыҡ сығармайҙар?

* * *

Ни өсөн лимонадты – яһалма лимон һутынан, ә һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡсаны тәбиғи һуттан яһайҙар?

* * *

Музейҙарҙа, театрҙарҙа түләүһеҙ төндәр була. Ә ни өсөн магазиндарҙа түләүһеҙ төндәр юҡ?

* * *

Ни өсөн һабынлап йыуылған ҡулдарҙы һөрткән таҫтамалды йыуалар?

* * *

Батарейкаһы ултырған пультҡа беҙ ни өсөн йән көскә баҫабыҙ?

* * *

Ниңә бөтә бөйөк кешеләр ҙә урам исемен йөрөтә?

* * *

Ни өсөн ҡара емешкә йәшел сағында ла ҡара емеш тип әйтәләр?

* * *

Ни өсөн балалар поликлиникаларында Айболит төшөрөлгән плакат эләләр икән? Ул – ветеринар ҙа баһа!

* * *

Йыһан карабын яҡтылыҡ тиҙлеге менән ҡыуһаң, уның фарҙары янасаҡмы?

* * *

Миңә тынғылыҡ бирмәгән һорау: болгар боросо Болгарияла ла болгар боросо тип йөрөтөләме әллә борос тип кенәме?

Күҙҙәренә ҡарағым килә

Көндәлектәге яҙмалар.

«Физкультура дәресендә йүгерҙе».

* * *

«Хөрмәтле ата-әсә! Балағыҙ­ҙың сәсен алығыҙ. Күҙҙәренә ҡарағым килә».

* * *

«Зәйнәп Биишеваның кем икәнлеген дә белмәй. Таныштырығыҙ!»

* * *

«Әҙәбиәт дәресендә китап уҡыны».

* * *

«Йыр дәресендә йәнә ҡолаҡҡа ятмаҫ йырҙар йырланы».

* * *

«Бындай аҙыҡты беҙҙең бесәй ҙә ашамай, тип ашханала ашнаҡсыны илатты».

* * *

«Эйелә алмайым, тигән һылтау табып, синыф иҙәнен йыуыуҙан баш тартты».

* * *

«Француз теле дәресенә йөрөргә теләмәй. Парижға барырға йыйынмайым, атай-әсәйҙең эш хаҡы бәләкәй, ти».

* * *

«Математика – 1.
Химия – 1.
Башҡорт теле – 1. 
География – 1.
Бөтәһе – 4 (дүрт)». 

* * *

«Ботаника дәресендә күргәҙмә әсбапты ашаны. Балаға ашарға аҡса бирегеҙ».

* * *

«Тамара Ғәниеваны яратырға теләмәй».

* * *

«Сумкаһында кирбес йөрөтә. Ни өсөн – әйтмәй».

* * *

«Бармаҡтары менән йән көсөнә өҫтәлде туҡылдатты. Баланың тырнаҡтарын киҫегеҙ!»

* * *

Көндәлектәге яҙмаларҙы уҡы­ғас, Шатморат юлдан яҙған икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Улар­ҙың икеһе генә минең көндәлекте биҙәй. Ниндәйҙере икәнен әйтеп тормайым, сер булып ҡалһын. Ҡалғандарын синыфташтарымдың көндәлектәренән сәлдер­ҙем. Үҙҙәре күрмәгәндә, тәнәфестә.

Быларын синыфташым Ғимран бирҙе. «Ҡыҙыҡ-мыҙыҡтар йыя­һың бит, дәфтәреңдә урын ҡалһа, төртөп ҡуй», – тине. Ҡайҙан алғандыр, һорарға башым етмәгән, ни үҙе әйтмәне.
Иҫкәрмә. СССР – Союз Советских Социалистических Республик. Башҡортсаһы: Совет Социалистик Республикалар Союзы. Элекке дәреслектә шулай яҙылған. Ул «йән биргәндә», йәғни тарҡалғанда, мин тыумаған да булғанмын әле.

* * *

СССР. «Был – тәртипһеҙлек! Ҡыҙығыҙ мәктәпкә ҡаштарын ҡарайтып килгән».
Рәсәй. «Сара күрегеҙ! Ҡыҙығыҙ мәктәпкә ҡаштарын ҡарайтмайынса килгән».

* * *

СССР. «Ҡыҙығыҙ контроль эште күршеһенән күсергән».
Рәсәй. «Ҡыҙығыҙ контроль эште интернеттан күсергән».

* * *

СССР. «Улығыҙ дәрес ваҡытында синыфташы менән һөйләшеп ултыра».
Рәсәй. «Улығыҙ дәрес ваҡытында «аська» аша хәбәрләшә».

* * *

СССР. «Улығыҙ Лениндың тыу­ған көнөн әйтә алманы».
Рәсәй. «Улығыҙ: «Ленин кем ул?» – тигән һорауға былай тип яуап бирҙе: «Кем икәнен аныҡ ҡына әйтә алмайым, әллә ин­деецтар ҡәбиләһенең пролетариат юлбашсыһы, әллә мумияһы мавзолейҙа табылған Рәсәй фир­ғәүене».

* * *

СССР. «Улығыҙ диктантта «тәкәббер» һүҙен бер «Б» хәрефе менән яҙҙы».
Рәсәй. «Улығыҙ диктантта «тәкәббер» һүҙе урынына «тәкә бер» тип яҙҙы».

* * *

СССР. «Ҡыҙығыҙ йәй көнө С. Агиштың «Нигеҙ» романын уҡымаған».
Рәсәй. «Ҡыҙығыҙ мәктәп китапханаһынан С. Агиштың «Игеҙ» романын таптырған».

* * *

Уҡытыусы көндәлеккә: «Һеҙҙең улығыҙ бер нәмә лә белмәй», – тип яҙа. Атаһының яуабы: «Шуға күрә мин уны мәктәпкә бирҙем дә инде».

* * *

Башҡа мәктәптәрҙә нисектер, әммә беҙҙә был һүҙбәйләнештәрҙе уҡытыусылар йыш ҡабатлай. Нисек телдәре талмай.
«Атайың менән әсәйеңде мәктәпкә саҡырып ялҡтым. Етем булып тыуһаң, яҡшыраҡ булыр ине».

* * *

Барыһы ла һеҙҙең файҙаға: синыфты ни тиклем тиҙерәк йыйыштырһағыҙ, коридорҙы йыуырға шул тиклем иртәрәк сығасаҡһығыҙ.

* * *

Сафсата һатмағыҙ, юҡһа барығыҙҙы ла  беренсе өҫтәлгә күсереп ултыртам.

* * *

Әсәйеңә: «Уҡытыусының бер литр ҡанын эстем!» – тип әйтергә онотма.

* * *

Тәнзилә, Азатҡа дәрес бөткәс, ҡаш һикертерһең, уның былай ҙа һине күрһә, йөҙө һытыла.

* * *

Юҡ-бар һорау менән теңкәмде ҡоротма! Күп белһәң – тиҙ ҡартайырһың.

* * *

Ниңә ауыҙыңа йөҙөк ҡаптың? Әле генә телең телгә йоҡмай ине ләһә?!

* * *

Миңә тишерҙәй итеп ҡарамағыҙ, күҙһеҙ ҡалырһығыҙ!

* * *

Шулай итеп, минең йәш партизандарым, үткән тема буйынса яуап ала башлайым.

* * *

Алмаш аяҡ кейеме – һеҙҙең йөҙөгөҙ ул.

* * *

Ҡабат көндәлегеңде өйҙә онотоп ҡалдырма. Иртәгә үк алып кил! Онотмаҫ өсөн көндәлегеңә яҙып ҡуй!

* * *

Һин көҙгө ҡояш кеүек: күренеп кенә ҡалаһың да бер айға юҡҡа сығаһың.

* * *

Һин ни өсөн аяҡтарыңды ҡыштырлатаһың, йәбештеме әллә?

* * *

Уҡыу йылы тамамлана, тиҙҙән бөтә ата-әсәләр ҙә үҙ билдәләрен беләсәк.

* * *

– Һин мәктәпте нисек тамамланың?
– Нигеҙҙә ҡәнәғәтләнерлек, хатта ике «бишле»м бар.
– Ниндәй предметтарҙан?
– Хеҙмәт һәм йырҙан.
– Һәйбәт, атайың менән әсәйең кем булып эшләй?
– Уҡытыусылар: әсәйем – йыр, ә атайым хеҙмәт дәрестәрен алып бара.

* * *

Директор «Һуңғы ҡыңғырау» кисәһендә телмәр тота:
– Беҙҙең мәктәптә кеше яһай­ҙар.

* * *

– Әсәй, сығарылыш кисәһендә миңә гәүһәр муйынсаҡты тағырға яраймы?
– Юҡ!
– Ни өсөн юҡ? Алтын алҡаны Яңы йылға бүләк иттегеҙ – ярамай, 8 Мартҡа «Феррари» бүләк иттегеҙ – ярамай, брезент аҫтында тора, бер түгел, ике шәшке тун бүләк иттегеҙ – ярамай. Ҡасан ярай һуң?
– Атайың пенсияға сыҡҡас, әлегә ул – ябай гаишник ҡына.

* * *

Агиш сығарылыш таҫмаһына өй адресын, әсәһенең телефон номерын, үҙенең ҡан төркөмөн яҙған һәм отолмаған.

* * *

Атай кеше сығарылыш кисәһенән һуң:
– Улым, һин хәҙер ҙур үҫтең инде, тәмәке тартырға рөхсәт итәм.
– Рәхмәт, атай, мин ике йыл элек ташланым.

* * *

– Тәк, тағы ла бер аҙым. Маладис! Әсәһе, тиҙерәк камераны килтер, улыбыҙ сығарылыш кисәһенән ҡайтты!

* * *

Ҡаҙағстанда имтихан тапшырыусы үҫмерҙән 11 метрлыҡ шпаргалка тартып алғандар: унда имтихан биреләһе барлыҡ фәндәр буйынса 25 меңгә яҡын яуап яҙылған.

* * *

Англия мәктәптәрендә өлкән синыф уҡыусылары өсөн «Үҙ-үҙеңде хөрмәт итеү» дәресе индергәндәр: психологтар ҡыҙ­ҙарҙы үҙҙәрен яраттырырға һәм диета менән яфаламаҫҡа өйрәтә.

* * *

Канадала мәктәпте тамамлаусы сағарылыш кисәһе өсөн ғәҙәти булмаған күлдәк уйлап тапҡан: ҡыҙ уны дәфтәрҙәрҙән теккән.

* * *

АҠШ-та мәктәптәрҙә угги кейеп йөрөүҙе тыйғандар: уҡыусылар ҡуныслы киң аяҡ кейеменә кеҫә телефондарын, плеерҙарын һәм планшетлы компьютерҙарын йәшергән.
Ура, каникул!..
Каникул башланды! Бөгөн нисәһе һәм аҙнаның ниндәй көнө икәнлеген дә белмәй торған осор!

* * *

Каникул: иртәнге аш – 15:00, төшкө аш – 18:00, киске аш – 01:00.

* * *

Каникулда иң күңелле эш – будильникты һүндереп ҡуйыу.

* * *

Дуҫтарың ниндәй – каникулың да шундай.

* * *

Каникулда ғына йоҡоң туйғас, тороп, йыуынмайынса комп алдына ултырырға мөмкин.

* * *

Кемгәлер – каникул, ә миңә: иҙәнде йыу, магазинға барып кил, картуфты ута, йәшелсәләргә һыу һип, көтөүҙе ҡаршыла...

* * *

Мәктәп. Унда ниндәйҙер һәйбәт нәмә бар. Мәҫәлән, каникул.

* * *

– Ни өсөн мәктәпте яратыуың тураһындағы өс сәбәпте ата.
– Июнь, июль, август.

* * *

Каникул – хәтерләйбеҙ... яратабыҙ... ҡайғырабыҙ... Ул һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә...

* * *

Бүтән мәктәптәрҙә нисектер – белмәйем, әммә йәй ҙә ҡулыбыҙҙан китап төшмәҫ, ахыры. Сөнки һуңғы дәрес аҙағында уҡытыусыбыҙ каникулда уҡыйһы әҫәрҙәр исемлеге бирҙе. Ул әйтеп торҙо, беҙ яҙып барҙыҡ. Нисек ишетһәм, шулай яҙҙым.
1. Әнүәр Бикчәнтәев. «Нисә йәш һиңә, ҡанэсәр?» Повесть. «Бакенщиктар йырламай». Хикәйә.
2. Динис Бүләков. «Упҡын ситендә дейеү». Повесть.
3. Фәрзәнә Аҡбулатова. «Атай хикмәте». Хикәйә.
4. Нәжиб Асанбаев. «Һыу ҡулы». Комедия.
5. Ибраһим Абдуллин. «Тиле йәшник». Комедия.
6. Ярулла Вәлиев. «Хәйерле кәртә, Исмәғил!». Повесть.
7. Мәжит Ғафури. «Ҡара күҙҙәр». Повесть.
8. Агиш Ғирфанов. «Дан уртаһы». Роман.
9. Ғариф Ғүмәр. «Тупһанан гүргә». Повесть.
10. Ғ. Сәләм. «Республика иркәһе». Шиғыр.
11. Һәҙиә Дәүләтшина. «Һылыуҡай – пенсионерка». Хикәйә.
12. Динис Исламов. «Ҡырҙар». Повесть.
13. Фәрит Иҫәнғолов. «Председатель ҡалайы». Хикәйә. «Нәҙекәйгөл». Хикәйә.
14. Али Карнай. «Беҙ ҡатырбыҙ». Повесть.
15. Мостай Кәрим. «Беҙҙең өйҙөң тәме». Повесть. «Өс саған». Повесть.
16. Азат Мағазов. «Хыял көскә саҡыра». Повесть.
17. Ноғман Мусин. «Мәңгелек дошман». Дилогия.
18. Рәйес Низамов. «Һалдат ҡулы». Повесть.
19. Шакир Насыров. «Һынған ҡолаҡ Хисами». Хикәйә.
20. Назар Нәжми. «Күршеләргә ҡараҡ килгән». Драма.
21. Булат Рафиҡов. «Тауҙарҙа ҡаҙ иртә ята». Повесть.
22. Рәшит Солтангәрәев. «Нефт­селәр йығылған». Повесть.
23. Яныбай Хамматов. «Бөртөкләп йыйыла аҡыл». Роман.
24. Сафуан Әлибаев. «Тылсымлы ҡар». Шиғырҙар.
25. Әнғәм Атнабаев. «Ул ҡатты». Драма.
26. Фәнил Әсәнов. «Чапай ҡандалаһы». Хикәйә.

* * *

Каникулға туҡтағас, туғыҙ йәшлек улыбыҙ өләсәһенә ҡунаҡҡа китергә йыйынды. Мин уға ваҡ-төйәккә тип, 1 мең һум аҡса тотторҙом. Ул ҡәнәғәт. «Рәхмәт, атай!» – тине лә аҡсаны кеҫәһенә тыҡты. Шул саҡ ҡатыным һүҙ ҡатты:
– Һин уға аҡса бирер алдынан, сиректе нисек тамамланың, тип һора.
– Сиректе нисек тамамланың?
Улым шым ғына кеҫәһенән меңлекте сығарҙы ла кире миңә бирҙе.

* * *

Бишенсе синыф уҡыусыһы Дамир картала Канар утрауҙарын, Дели, Париж ҡалаларын күҙ ҙә йоммай күрһәткәс, география уҡытыусыһының уның йәйге каникулды нисек үткәргәнен аңлап, күҙҙәре йәшләнгән.

* * *

Лагерға килгән көндө үк бер ҡыҙға ғашиҡ булдым. Вожатый­ҙар күрмәгәндә тегене ҡосаҡлап үптем. Хәл белергә килгәс, был хаҡта атаһы менән әсәһенә һөйләгән. Атаһы ныҡ асыуланды, миңә ташланды. Тотоп туҡмамаҡсы булғандыр, күрәһең. Ҡойма аша һикереп төштөм дә урманға һыпырттым. Мин йүгерәм, ул да ҡалышмай. Мышы һымаҡ артымдан өс саҡрым самаһы сапты, барыбер тотторманым.  Лагерға кире ҡайтҡанда үҙемдең ахмаҡлығыма үкенеп бөтә алманым. Ниңә үбергә инде?!
Иртәгеһен ҡыҙ яныма килде, ата-әсәһенә үпкәләмәүемде үтенде. Әйтеүенсә, улар мине ныҡ оҡшатҡан, бигерәк тә атаһы. Баҡһаң, ул еңел атлетика буйынса тренер булып эшләй икән.

* * *

Бергә эшләгән иптәшем Кәрим менән йәйге лагерҙағы балалар­ҙың хәлен белергә барҙыҡ. Күмәкләшеп һыу индек. Оҫта уйнауы менән дан алған Кәрим турник күреп ҡалды ла барыһын да таң ҡалдырмаҡсы булды. Әле күкрәген торба тәңгәленә тиклем күтәрҙе, әле һыңар ҡуллап торба буйлап үтте, әле баштүбән аҫылынды, әле кәүҙәһен зыр әйләндерҙе. Уның уйнағанын тамаша ҡылырға бар лагерь йыйылды.
Ҡыҫҡаһы, эшләмәгән сальтоһы ҡалманы. Улым Хәлит ҡарап тор­ҙо-торҙо ла һоҡланып:
– Кәрим ағай, һеҙгә циркта сығыш яһарға кәрәк, – тине.

* * *

Айрат менән балыҡ ҡармаҡлап ултырабыҙ. Яныбыҙға бер ағай килде:
– Малайҙар, бөгөн һыу нисек, яҡшымы?
– Бик һәйбәт! Балыҡтарҙың сыҡҡыһы ла килмәй хатта!

Кем белә, бәлки...

«Шатморат... – 2» баҫылып бөтөр-бөтмәҫтән гәзитте алдырыу­сылар һорау менән күмде мине. Алдан һөйләшеп ҡуйғандай, гел бер үк һорау: «Дауамын көтәбеҙ. Түҙемһеҙлек менән!» Шулайҙыр ҙа ул. Ҡыйын һорау. Ни өсөн? Беренсенән, ҡыҙыҡ-мыҙыҡтар минеке түгел, ә Шатмораттыҡы. Теләһә – яҙа, теләмәһә... Икенсенән, хәҙер уның көлкө тоҡсайы бүҫкәргәндер, тип уйлайым. Үҙе әйтмешләй, уға «БДИ Мәскәү унивирсититына (текста шулай яҙылған, дөрөҫө: университет. – Ф .М.) инергә ярҙам иткән». («Шпаргалка – минең мөлкәтем» бүлеген ҡарағыҙ). Шулай икән, уның менән тиҙ арала осрашыуыбыҙ икеле. Кем бе­лә, бәлки, киләсәктә күрешербеҙ ҙә... Мин шуға өмөтләнәм. Ә һеҙ?..

2022 йыл, март – апрель.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: