+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Повестар
21 Июнь 2023, 12:59

Ҡастыҡ бынан!

Повесть

Андрей ЖВАЛЕВСКИЙ, Евгения ПАСТЕРНАК.

Яратҡан ҡыҙҙарыбыҙ Наташа менән Кристинаға.
Лабинск ҡалаһының 5-се мәктәп коллективына, кеше һәм педагог Лия Кишвардовна Казимироваға.

 

1-се бүлек.

Юғалған синыф

– Йәй тамамланды, – Соня көр­һөндө.
– Уның ҡарауы, көҙ башланды, – тип йылмайҙы Эльф1. – Был миҙгел дә бик шәп: япраҡтар һары, ҡыҙыл, төрткөлө! Эҫе лә түгел...
– ...мәктәпкә лә барырға кәрәк, – Соня бойоҡ тамамланы.
Эльф күҙҙәрен ғәйепле йомғоланы. Ул Соняның мәктәпкә бар­ғыһы килмәгәнен белә ине.
– Барырһың һуң, – тине ул. – Унда дуҫтарың...
– Минең унда дуҫтарым юҡ! Дүртенсе синыфҡа барам, ә дуҫтарым һаман юҡ! Хатта яңғыҙым ултырам!
Соня үпкәләп мендәрен күпертте һәм стенаға боролдо.
– Ә Галина Эдуардовна? – тип төпсөндө Эльф. – Һин уны ярата­һың бит!
Соня уйға батты. Ысынлап та, уҡытыусыһын ярата ине. Уны барыһы ла яҡын күрә. Галина Эдуардовна ла Соняны яратты. Һәр ваҡыт иғтибар итмәне... тик бында ни эшләйһең? Унда егерме дүрт уҡыусы, бөтәһенә лә иғтибары етмәй. Галина Эдуардовнаны, мәҫәлән, игеҙәк хулигандар Петя менән Олег нығыраҡ борсоно, уҡытыусының үҙе әйтеүенсә, «тиктормаҫтар». Ул Эльвираны һәр ваҡыт күрә, сөнки ҡыҙ гел бөтәһен дә ятлап килә. Беренсе булып яуап бирергә тырыша. Толик та ураған һайын уҡытыусының күҙенә салына, ҡулын күтәрә. Барыһын да белгәнгә түгел, ә... үҙен Галина Эдуардов­на күрһен өсөн.
Соня ундай түгел. Ул партаһында тын ғына ултыра, үҙе Галина Эдуардовнаға күҙҙәрен тултырып ҡарай. Уҡытыусы уның ҡара­шын тойһа, шунда уҡ күҙҙәрен ситкә йүнәлтә. Уңайһыҙ бит.
– Эйе, Галина Эдуардовна ха­ҡына мәктәпкә барырға була, – тине ул ышаныс менән.
Эльф яуап бирергә өлгөрмәне, сөнки Соняның бүлмәһенең ишеге асылды ла атаһы күҙ һалды.
– Һин унда кем менән һөйләшәһең? – тип һораны ул. Үҙенең ҡарашы Эльфҡа төбәлгәйне.
Уныһы итәғәтле баш эйҙе, ләкин атаһы быны күрмәне. Өлкәндәрҙең береһе лә бер ҡасан да Соняның ысын дуҫтарын күргәне юҡ.
– Бер кем менән дә, – тине ул. – Ҡысҡырып уйлайым.
– Йәнә китап уҡыныңмы? – тине атаһы. – Йоҡла инде. Иртәгә иртүк торорға.
Соня юрғанын эйәгенә тиклем тартты ла күҙҙәрен йомдо. Атаһы янына килеп, уның маңлайынан үпте лә шым ғына сыҡты.
– Тыныс йоҡо, – тигәс, Эльф та юғалды.
Соняның илағыһы килде. Ул сәбәп эҙләргә тотондо – былай ғына илап булмай ҙа баһа. «Мин кеше йәшәмәй торған утрауҙа, – тип хәл итте Соня, – Робинзон Крузо һымаҡ. Үҙемде бер кем дә, бер кем дә таба алмаясаҡ». Был ярҙам итте. Хәҙер сәбәп табылғас, күҙ йәштәре үҙенән-үҙе аҡты. Шулай йоҡлап китте лә.
Иртән барыһы ла ығы-зығы килде, әйтерһең, Соня беренсе синыфҡа бара. Ул иртәнге һоло бутҡаһын теләр-теләмәҫ бутаны: «Сирләргәлер, бәлки? Хәҙер көҙ бит. Вирустар күбәйә – әсәһе шулай, ти, ә ул – табип, белә». Соня маңлайын тотоп ҡараны – эҫе түгел ине. Юрый йүткерҙе – хырылдай алманы. Етмәһә, ата­һы янынан үткәндә ҡыҙының тамағына торған тип уйлап, ар­ҡаһына һуҡты, тегеһе ысынлап йүткерҙе, блузкаһын бысратты...
Ул әсәһе менән байрам линейкаһына иң аҙаҡтан килеп етте. Соня шунда уҡ насар нәмә тойҙо. Үҙе тирә-яғын байҡаны...
Галина Эдуардовна күренмәне!
Һәр синыф эргәһендә, пират карабы янындағы капитан кеүек, синыф етәксеһе баҫып тора. Улар­ҙың дүртенсе «В» янында ғына бер кем дә юҡ.
Үс иткәндәй, әсәһенә тиҙ арала эшкә китергә кәрәк ине. Ул Соняға сәскәһен тотторҙо ла йүгер­ҙе. Янында булһа, унан һорашыр ине.
Ни булғанын белергә кемделер эҙләргә тура килде. Синыфташ ҡыҙҙары, уҡытыусының булмауы­нан файҙаланып, төркөмдәргә бүленеп, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә ҡайҙа ял иткәндәрен һөйләй. Шау-шыуҙа ниҙер аңлауы ҡыйын ине. Синыфташ малайҙар бер-бере­һен баҫтыра, елкә төбөнә ҡундыра, семтешә, төрткөләшә. Вадик менән Матвей ғына дөйөм күңел асыуҙа ҡатнашмай. Матвей телефонға ҡаҙалған, ә Вадик диҡ­ҡәт менән танауын соҡой.
Соня кемгә өндәшергә лә белмәне. Матвей сәнскеле, ул һәр саҡ яңғыҙ. Ә Вадик – аңра, бер шөрөбө етешмәй.
– Вадик, сәләм! – тип йылмай­ҙы ул.
Уныһы бармағын танауында тотоп, Соняға шикле ҡарап, тынып ҡалды.
– Мин – Соня, һинең синыфташың, – кәрәк була ҡалһа, тип аңлатты ул.
Вадик бармағын танауынан алды, үҙе мыш-мыш килде.
– Ә Галина Эдуардовна ҡайҙа?
Малай уйланып торҙо ла яуры­нын һикертте.
Ләкин шунда һуғыш суҡмарҙары Петя менән Олег ысынтылап эләгеште. Айыуҙар һымаҡ, бер-береһен ҡосаҡлап, асфальтҡа йығылдылар. Ер аҫтынан сыҡҡандай, завуч Зинаида Петровна пәй­ҙә булды. Бәләкәй, ләкин бик көслө ине, ул Даниловтарҙың ҡолаҡтарынан эләктереп алды ла кинәт аяҡҡа баҫтырҙы.
– Туҡтағыҙ! – тип бойорҙо ул. – Дүртенсе «В», ни булып ята һеҙҙең бында? Уҡытыусы юҡ икән, баш менән торорға тигәнме ни?
– Ә уҡытыусы ҡайҙа? Галина Эдуардовна ҡайҙа? Ул тиҙҙән киләме? – дүртенселәр завучты һырып алды.
Соняның йөрәге баҫыла төштө. Баҡтиһәң, яратҡан уҡытыусыларының ҡайҙалығын белмәүсе бер ул ғына түгел икән.
– Китте, – завуч ҡырт киҫте. – Йәненә ныҡ тейҙегеҙ!
– Ҡайҙа китте? Ҡасан ҡайта?
– Бер ваҡытта ла ҡайтмаясаҡ!
Барыһы ла тынып ҡалды, завучка шөрләп ҡараны. Нисек «бер ваҡытта ла»? Ул бит Галина Эдуардовна. Ул тота килеп бөтөнләйгә китә алмай. Буталыштан файҙалып, отличник Эльвира алға сығып һорау бирҙе:
– Уның урынына кем буласаҡ? Һеҙме, Зинаида Петровна?
Завуч ныҡ ҡурҡты, хатта Петя менән Олегтың ҡолаҡтарын ыс­ҡындырҙы. Малайҙар, Зинаида Петровнанан синыфташтарының артына йәшеренеп, шунда уҡ бер-береһен үсекләргә кереште.
– Юҡ! – тине завуч. – Үҙемдең эштәрем баштан ашҡан. Синыфым да бар – өсөнсө «А». Һеҙҙе кем уҡытасаҡ – быныһын яңы директор хәл итер.
Ул мәктәп ишеге яғына ымланы. Барыһы ла дәррәү шул яҡҡа ҡарағас, бик ҡурҡыныс ҡатын-ҡыҙҙы күрҙе. Ҙур, уҫал һәм ҡара-күк костюмлы ҡатын-ҡыҙҙы. Ә ҡарашы – яңы фильмдағы вампирҙыҡы кеүек. Дүртенсе «В»-лар ҡоттары осоп ҡатып ҡалды.
– Валерия Кирилловна, – Зинаида Петровнаның тауышында ла ҡурҡыу тойолдо. – Ул хәҙер Лина Андреевна урынына буласаҡ.
Яҙға тиклем эшләгәс, директорҙың пенсияға сығасағын бер йыл элек үк беләләр ине. Күптәр эстән генә ҡыуанды – Лина Андреевна уҫал етәксе булып иҫәпләнде. Әммә яңыһы тағы ла ҡур­ҡынысыраҡ күренде. Уның дүртенсе «В» яғына ҡаштарын емереп бер ҡарауы етте – синыф үҙенән-үҙе өс сафҡа теҙелде. Һуңғы рәттәге Петя менән Олег та төрткөләшмәне.
«Оһо, – Соня хайран ҡалды. – Убырлы ҡарсыҡтың үҙе. Исеме нисек әле? Валькирия... Йәғни Валерия Кирилловна».
– Валькирия тап килә, – тине Эльф, яңы директорҙы күҙҙән үткәреп. – Яугир ҡатын-ҡыҙ. Иҫеңдәме, теге китаптағы кеүек.
Соня баш ҡаҡты. Ысын дуҫтары менән сит кешеләр барҙа һөйләшмәҫкә тырыша. Һуңынан теләһә ниндәй психологтарға һөйрәп йөрөтә башлайҙар.
Линейка иҫ киткес тиҙ үтте. Ғәҙәттә, икенсе ҡотлау телмәренең аҙағына гөлләмәләр тот­ҡан ҡулдар тала, аяҡтар ойой, танау ҡысыта башлай. Эльф та сафта баҫып тороуҙы күрә алмай, ул китте, ә Соняға унһыҙ күңелһеҙ.
Яңы директор оҙаҡ һөйләмәне:
– Алда бик ҡыҙыҡлы йыл. Һәм бик ҡатмарлы. Һеҙгә шефтарыбыҙҙың төп бүләге өсөн йәнә көрәшергә тура киләсәк.
Дүртенсе «В» сырайышты. Улар беренсе, дүртенсе синыфтар өсөн йыл да шефтар – сәғәт заводы уҙғарған ярышта бер нәмә лә эләкмәҫенә күнеккән инде. Конкурстың һәр этабы алдынан Соняның синыфташтары бәхәсләште, улар кемдең баш икәнен айыра алманы, һөҙөмтәлә, гел һуңғы урынды биләнеләр.
– Шуға күрә, – директор көтмәгәндә телмәрен йомғаҡланы, – көстәрҙе һәм ваҡытты юҡҡа әрәм итмәйбеҙ. Бөтәгеҙ ҙә – кабинеттарға!
Синыфтар линейканан һуң, инәләре артынан ҡалмаған өйрәк бәпкәләре кеүек, уҡытыусыларға эйәрҙе. Дүртенсе «В» аптырап ҡалды. Төркөмгә уҡмаштылар ҙа уҡытыусылары артынан тыңлаусан атлаусыларға көнләшеп ҡаранылар.
– Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, ниңә ҡатып ҡалдығыҙ! – һулышы ҡапҡан Зинаида Петровна ҡысҡырҙы. – Үҙ синыфығыҙға барығыҙ! Бәләкәй балалар һымаҡһығыҙ. Хәҙер һеҙгә уҡытыусы ебәрерҙәр. Бары­ғыҙ, барығыҙ, тығын барлыҡҡа килтермәгеҙ! Һеҙҙә кем старос­та?
Синыф геүләне, Толикты алға сығарҙы.
– Йәгеҙ, йәгеҙ, – Зинаида Петровна ҡабаландырҙы, – барыһын да бынан алып кит.
– Ә ниңә мин? – Толик мығыр­ҙаны. – Былтыр староста булдым, быйыл юҡ!
– Шулаймы! – Элька телгә килде. – Ни өсөн ул?
– Мәктәпкә инегеҙ инде! – завуч сығырынан сыҡты. – Синыф түгел, ә яза!
– Минең арттан! – Эльвира бойорҙо, башын сайҡаны, уның оҙон һары толомо һауала киң дуға барлыҡҡа килтерҙе.
– Ә ниңә уның артынан? – ҡыҙҙар шунда уҡ ҡаршы төштө. – Беҙ уның артынан бер ҡайҙа ла бармайбыҙ!
Малайҙар ҡысҡырып көлдө. Элька артынан барғылары килмәгәндән түгел, ә Вадиктың телефонына ҡуйылған яңы уйынды ҡарап. Ул экрандағыларҙы ҡыуып етергә тырышып, көсәнә-көсәнә төймәләргә төрттө.
Зинаида Петровна, нисектер тынысланырға тырышып, эстән генә утыҙға тиклем һананы. Линейканан бөтә башланғыс мәктәп китте, дүртенсе «В» ғына урынынан ҡуҙғалманы.
Завучтың артында Валерия Кирилловна пәйҙә булмаһа, бының ни менән бөтөрө билдәһеҙ ине.
– Синыфҡа! – тине ул әкрен генә.
Йәнә уның ҡарашы аҫтында бөтәһе лә тынысланды, теҙелде­ләр ҙә мәктәп яғына ҡуҙғалдылар.
Яңы директор дүртенсе синыфтар менән кабинетҡа хәтлем барҙы, уларҙың ултырышҡандарын көтөп торҙо ла былай тине:
– Бына тигән синыфтың ваҡытлыса уҡытыусыһыҙ тороп ҡалыуы бик ҡыҙғаныс.
– Бына тигән? – Петя мыҫҡыллы һымылданы.
– Бөгөн һеҙҙең менән Екатерина Петровна буласаҡ, – тип дауам итте директор, – артабан ҡарарбыҙ.
Шул саҡ тулҡынланыуҙан ҡы­ҙар­ған Екатерина Петровна кабинетҡа инде.
– Ғәфү итегеҙ, алмаш кәрәклеген миңә һуң әйттеләр...
Директор ғәфү үтенеүҙе бүлдереп, ҡулын һелтәне.
– Эшләгеҙ! – тине лә сығып китте.
Эш барып сыҡманы. Дүртенсе синыфтар ныҡ ярһығайны, ә Екатерина Петровна бик йәш һәм тәжрибәһеҙ.
Дүртенсе дәрестән һуң хәлдән тайған уҡытыусы уларҙы ҡайтарып ебәрҙе.
– Сәскәләрҙе нимә эшләтәбеҙ? – тип һораны Олег, шиңгән гөлләмәгә ҡарап. – Ташлайбыҙмы ни?
– Нисек ташлайбыҙ? – Петя асыуланды.
– Уға бүләк итә алмайбыҙ ҙа инде? – Олег нигеҙле дәлил килтерҙе.
Был һуңғы тамсы ине. Екатерина Петровна күҙҙәрен ҡулы менән ҡаплап, кабинеттан томролоп сығып йүгерҙе.
– Оят түгелме? – Даша ярһыны.
– Юҡ! – бер туғандар хор менән яуапланы, сәскәләрҙе уҡытыусы өҫтәленә ташланылар ҙа сисенеү бүлмәһенә елдерҙеләр.
Һанаулы секундтарҙа өҫтәлдә гөлләмәләр тауы барлыҡҡа килде, ә синыф бушаны.
Соня парта артынан шым ғына сыҡты. Ул синыфтан һәр ваҡыт һуңғы булып китә, йыш ҡына оҙа­ғыраҡ торорға портфелендә аҡтарына. Былай тынысыраҡ. Үҙен дә аяҡтан йыҡмай, Эльфты ла.
– Һин ҡайҙа? – ул бышылдап саҡырҙы.
– Бында, – уҡытыусы өҫтәлендә пәйҙә булған Эльф һулҡылданы. – Вәхшиҙәр! Быға бер ҡасан да өйрәнә алмаясаҡмын!
Эльф сәскәләрҙе ҡосаҡланы, күҙҙәренән йәш йылға булып аҡты.
– Эльфҡайым, ҡәҙерлем, илама! – Соня уға ташланды. – Әйҙә, ҡайтайыҡ!
– Мин уларҙы бында ҡалдыра алмайым, – тип үкһене Эльф.
– Беҙ уларҙы алып китә алмай­быҙ! – Соняның йөрәгенә ҡур­ҡыу үрмәләргә кереште.
Шунда уҡ ҡурҡыуы тағы ла арта төштө, сөнки синыф тупһаһында директор күренде.
– Йәл, Галина Эдуардовна алыҫта, – тине ул, уҡытыусы өҫтәленә күҙ һалып, – сәскәләргә ныҡ ҡыуаныр ине.
– Вәхшиҙәр! – Эльф һыҡтаны.
– Балалар уларҙы ысын күңелдән килтерҙе, – тине уйсан ғына Валерия Кирилловна. – Ташларға ярамай.
– Ташлатырмын мин һеҙгә! – Эльф пыр туҙҙы.
– Мин уларҙы хәстәрләйем. Соня, һин беҙгә ярҙам итерһеңме? – тип үтенде директор.
Сәскәләрҙе директор кабинетына алып барғансы, вазаларға һәм күнәктәргә ҡуйғансы, өйгә ҡайтып еткәнсе Эльф бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

Өйҙә генә телгә килде:
– Ҡарале, ул: «Беҙгә ярҙам итерһеңме?» – тине. «Беҙгә» кемдәр? Һинең Соня исемле икәнеңде ҡайҙан белә? Сәскәләр, һин сәскәләрҙе күрҙеңме? Улар күҙ алдында терелде!
– Һыуға ҡуйҙыҡ, шуға күрә, – Соня иңбашын һикертте.
– Юҡ, барыһы ла ябай ғына түгел, – Эльф борсолдо.
– Һин нимә уйлап сығараһың! – Соня уны тынысландырырға тырышты. – Хыялға бирелергә тиһәң, һине ҡуш!
– Һин быны миңә әйтәһеңме? – Эльф көлөмһөрәне. – Һин быны миңә әйтәһеңме?
Соня шым ғына көлдө, иҙәндәге китаптар өйөмөнән береһен алды ла уҡырға ултырҙы.

______________________________________________________________

Эльф1 – Герман-скандинавия һәм кельт фольклорындағы тылсымлы кеше.

2-се бүлек.
Ҡарун Толик


Ике аҙнала дүртенсе «В»-ла һигеҙ уҡытыусы алмашынды. Ике көн рәттән сыҙаусылар аҙ ине, ҡайһы берҙәре ярты көнгә лә түҙмәне.
Соняның синыфташтары уҡытыусыларҙың үҙҙәренән ҡурҡыуын тиҙ төшөндө, бөтөнләй тәртәнән сыҡтылар. Петя менән Олег бөтә дәрестәрҙә лә һуғышты. Сираттағы уҡытыусы бер туғандарҙы шунда уҡ коридорға ҡыуҙы, ә унда улар завучҡа йәки директорға барып төртөлгәнсе һайтылдап йүгереште. Игеҙәктәрҙе синыфҡа ҡайтарҙылар – барыһы ла яңынан ҡабатланды.
Эльвира үҙен староста итеп тынымағандарына ныҡ үпкәләне. Ул – ғәйбәт тоҡсайы, элек тә әхирәттәренең ҡолағына синыфташтары хаҡында юҡ-бар бышылдар­ға ярата ине, ә хәҙер бөтөнләй бауҙан ысҡынды. Беренсе синыфтан бирле бер партала ултырған Даша менән Верониканы талаштырырға ла йөрьәт итте.
Ләкин Эльвира юҡҡа тырышты: староста һайлауҙы бер кем дә үткәрмәне. Толик быға ныҡ ҡыуанды – теләһә ҡайҙа тығылып йөрөү уны туйҙырғайны. Малай артҡы партаға күсеп ултырҙы, көндәр буйы телефонда уйнаны. Ул ғына түгел. Уҡытыусылар бындай «тыныс һәм тыңлаусан балаларға» ныҡ ҡыуанды, дүртенселәрҙең ҡулдарындағы телефонды күрмәмешкә һалышты. Матвей ғына ҡулын күтәрҙе, яуап бирҙе, «бишле» артынан «бишле» алды.
Ҡалғандар туғарылды: өйгә эштәрҙе эшләмәүҙәре генә етмәгән, дәрестәрҙә лә борғоландылар, теләһә нәмә менән бәрештеләр. Нимәнән ҡурҡырға? Һәр уҡытыусы үҙенә бер генә көн ғазапланырға кәрәклеген аңлай ине. Хатта көндәлектәргә иҫкәрмәләр яҙманылар, ата-әсәләрҙе саҡырманылар. Иртәгә барыбер башҡа уҡытыусы буласаҡ, әйҙә, ул асыҡлаһын.
Соня тәүҙә бер нәмә лә булманы тигән ҡиәфәткә инергә маташты. Өйгә эштәрҙе намыҫ менән әҙерләне, аңлатыуҙарҙы тыңларға, мәсьәләләрҙе сисергә тырышты. Һуңынан ҡул һелтәне, дәрестәр буйы өйҙән алып килгән китаптарҙы уҡыны. Уҡытыу­сылар уны телефонлы малайҙар­ға ҡарағанда ла нығыраҡ яратты. Ә синыфташтары, әүәлгесә, күрмәне.
Әммә берҙән-бер көндө кабинетка ныҡлы аҙымдар менән Валерия Кирилловна инде.
– Һаумыһығыҙ, ултырығыҙ, – тине ул. – Бөгөндән башлап һеҙҙең синыфта дәрестәрҙе мин алып барасаҡмын.
Бөтәһе лә баштарын иңбашына йәшерҙе. Эльвира ҡыйыулығы етеп, сырылданы:
– Оҙаҡҡамы?
– Уҡытыусыға һорау бирер өсөн, – тине директор тыныс ҡы­на, – ҡул күтәрергә һәм рөхсәт көтөргә кәрәк.
Эльвира ҡурҡа-өркә ҡулын күтәрҙе.
– Эйе, Эльвира, – Валерия Кирилловна уға баш ҡаҡты.
Отличник тороп баҫты.
– Валерия Кирилловна, һеҙ беҙҙә дәрестәрҙе оҙаҡ алып барасаҡһығыҙмы?
– Даими уҡытыусы тапҡансы. Йәғни кәмендә Яңы йылға тиклем.
Эльвира шым ғына урынына ултырҙы.
– Йәки йәйгә хәтлем. Ә хәҙер дәреслектең ун бишенсе битен асығыҙ...
Тәүге ун минутта синыфта ғә­ҙәти булмаған тынлыҡ хөкөм һөр­ҙө. Шаулау түгел, хатта һулыш алырға ҡурҡтылар. Шунан Олег Петяға терһәге менән төрттө, тегенеһе шунда уҡ уға йоҙроғо менән ташланды...
Ысын һуғыш килеп сыҡманы – ҡапыл бер туған хулигандар ултырғыстары менән бергә иҙәнгә ауҙы. Улар ғәжәпләнеп бер-береһенә ҡарашты, шунан – үҙҙәренән биш метр алыҫлыҡтағы уҡытыусы өҫтәле янындағы директорға.
– Баҫығыҙ, – тине тыныс ҡына Валерия Кирилловна.
– Беҙ түгел, – туғандар ялбарырға тотондо. – Ул үҙе...
– Мин беләм, – директор улар­ҙы бүлдерҙе. – Петя, урыныңа ултыр. Олег, урыныңды Матвей менән алмаштыр. Ә һин, Даша, Вероника янына күс. Ә Сашаны беҙ беренсе партаға ултыртабыҙ...
Тотош синыф башҡа урындар­ға күсеп ултырғансы Валерия Кирилловнаның уҡыусыларҙың исемен ҡайҙан белеүенә бер кем дә ғәжәпләнеп өлгөрмәне. Иң тәртипһеҙ малайҙар уҡытыусы өҫтәле ҡаршыһында булып сыҡты. Петянан тыш – ул һуңғы партала ҡалды, әммә уның янында Элька ултыра ине. Петя уның толомонан тартырға маташып ҡараны, әммә Эльвира шунда уҡ ҡулын күтәреп, ошаҡланы. Валькирия Петяны таҡтаға сығырға һәм тантаналы шарттарҙа ғәфү үтенергә ҡушты.
Петя ғәфү үтенде. Валерия Кирилловна ҡабатлауҙы талап итте – беренсе тапҡыр ышанысһыҙ килеп сыҡҡан.
Һөҙөмтәлә, асыулы һәм кәмһетелгән Петя Эльвира янына барып ултырҙы, парта ҡырына уҡ күсте лә үпкәләп мышҡылданы. Уның ҡарауы, Даша менән Вероника шунда уҡ ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһенә ҡарап йылмайышты. Улар талашып туй­ғайны, ә ярашырға тәүге аҙымды яһарға береһе лә ҡыйманы.
Соняның бәхете ташты: уның яңғыҙын бер партала ҡалдырҙылар. Ул еңел һулап Эльфҡа күҙ ҡыҫты, тегеһе ниңәлер борсоулы ине.
– Бына һәйбәт, – тине Валерия Кирилловна. – Хәҙер һәр кемдең ҡулайлы күршеһе бар.
Һәм ни өсөндөр Соняның партаһына ҡараны.
– Ул мине күрә, – тип шыбырланы Эльф.
Хәҙер Соняға ла ҡурҡыныс ине. Ләкин оҙаҡ хафаланырға тура килмәне – директор үҙ аллы эш бирҙе.
Мәсьәләне Соня тиҙ систе, артабан ни эшләргә лә белмәне. Парта аҫтында китап уҡыу ҡур­ҡынысыраҡ – Валькирия Эльфты күреп ҡалһа? Бәлки, ул парта аша ла күрәлер?
Соня эшһеҙлектән Толик менән Олег ултырған күрше партаға күҙ һалды. Олег Толиктың яуаптарын ҡарарға муйынын һуҙған, әммә ҡарун Толик дәфтәрен һул ҡулы менән ҡаплаған. Ул уң ҡулын әленән-әле парта аҫтына төшөрөп, нимәлер эшләй. Соня ныҡлап ҡарағас, унда телефон барлығын күрҙе. «Ул калькуляторҙа иҫәпләй, – тип уйланы. – Намыҫһыҙ!»
Уның уйҙарын ишеткәндәй, Толик янына Валькирия килеп баҫты. Ул бер һүҙ ҙә әйтмәне, уҫал итеп башын сайҡаны. Толик ауыр һулап телефонды өҫтәлгә һалды.
– Уйларға өйрәнергә кәрәк, – тине директор, – төймәләргә ба­ҫырға түгел.
– Ниңә? – Толик мығырланы. – Барыбер калькулятор кешенән аҡыллыраҡ!
Был юлы Валькирия күтәрелгән ҡулға иҫкәрмә яһап торманы, саҡ ҡына күҙҙәрен ҡыҫты...
...Толик Соня менән бергә ҙур бүлмәлә ине. Бөтә яҡлап тоноҡ яҡтылыҡ һирпелә, стеналар буйлап һан бағаналары йүгерә.
– Беҙ ҡайҙа? – Толик «ах» итте.
– Телефонда, – тип яуапланы Эльф, ул да бында күскәйне. – Анығыраҡ әйткәндә, «Калькулятор» программаһында.
– Круто! – Толик ҡыуанды.
– Ытырғаныс, – Эльф танауын йыйырҙы. – Ғәфү ит, Соня, миңә бында бигүк оҡшамай.
Күҙҙән юғалды. Толик иһә бүлмәне ҡарарға тотондо. Бөтә ерҙә лә сәйер механизмдар тора, мониторҙар йәки телевизорҙар һымаҡ экрандар эленгән. Ҡайһы берҙә тоҡаналар, улар буйлап һан юлдары уҙа, һәм экрандар яңынан һүнә.
– Круто! Класс! – Толик әле бер, әле икенсе ҡоролмаға йүгерҙе, һәр береһен тотоп ҡарар­ға, ҡуҙғатырға, һис юғы, тибергә тырышты.
– Дөрөҫөн әйткәндә, иҫ китерлек түгел, – тине артындағы тауыш.
Соня менән Толик бер юлы әйләнеп ҡараны. Улар алдында йыуан һәм тәбәнәк кеше тора ине. Тап Колобок, ә кеше түгел. Унда барыһы ла: бармаҡтары, ирендәре, яңаҡтары йыуан һәм бәлтерәйгән. Күҙҙәре генә тере һәм үткер.
– Үпкәләмә, Анатолий, – тип дауам итте таныш булмаған кеше, – һинең телефоның иҫкергән.
Соня мөләйем һаулыҡ һорашырға теләне, әммә уны Толик бүлдерҙе.
– Мин атайыма әйттем! Ә ул: «Яҡшы телефон, әлегә ярарлыҡ», – тине. Атайым менән әсәйем аҡса йәлләй, бына нимә!
– Теләйһеңме, мин һиңә аҡса бирәм? – Колобок аҫтыртын һораны. – Былай ғына.
– Әлбиттә! – Толиктың башы күккә тейҙе, шунда Соня түҙмәне. Уға йыуан изгелек күрһәтеүсе баштан уҡ оҡшаманы.
– Былай ғына бер нәмә лә булмай! – тине ул. – Асығын әйтегеҙ, һеҙ Толиктан нимә теләйһегеҙ?
– Юҡ-бар шунда, – таныш булмаған кешенең йөҙөнә йылмайыу яғылды. – Әйҙә, былай итәбеҙ: мин һиңә – 500 һум, ә һин миңә... тин! Тинлек табаһыңмы?
Хәҙер инде Толик та һағайҙы.
– 500 һум? Бер тингә?
– Эйе! Был бөгөн. Ә иртәгә – ике тин. Иртәнән һуңға – дүрт... Ҡыҫҡаһы, һәр көн – элекке көнгә ҡарағанда ике мәртәбә күберәк. Ә мин – көн дә биш йөҙ.
Соняның йөрәге дертләне. «Был хаҡта ҡайҙалыр уҡығайным, – тип уйланы ул. – Тик бына ҡай­ҙа?» Ә Колобок дауам итте:
– Шулай итеп, бер айҙа текә смартфонға кәрәкле аҡсаны йыясаҡһың. Килештекме?
Үҙе ҡулын һуҙҙы. Толик икеләнә биреп ҡуйҙы, шулай ҙа усын һондо. Таныш булмаған кеше уның ҡулын ҡыҫыр алдынан илтифат­һыҙ ғына өҫтәне:
– Тик ысынлап. Теүәл бер ай, шунан кәм түгел.
Шул саҡ Соня аҡ-зәңгәр тышлыҡты иҫенә төшөрҙөлә:
– Ризалашма! – тип ҡысҡырып Толиктың ҡулына йәбеште. – Алдай ул! Ай аҙағына миллион һум бурыслы буласаҡһың! 
– Был нимә? – малай ышанманы. – Ниндәй миллион? Тиндәр ҙә баһа! Бәлки, һумдарҙыр...
– Юҡ-юҡ-юҡ! – Соня үтә тәүәккәл башын сайҡаны. – Һин иҫәпләп ҡара!
«Бына хәҙер теге китапты тап­ҡанда!» – тип хыялланды ул... һәм шунда уҡ ҡулы иҫке китаптың йоҡа тышын ҡыҫҡанын тойҙо.
– Хәҙер күрһәтәм! – Соня ҡабалана-ҡабалана биттәрҙе аҡтарҙы. – Ҡайҙа ине һуң әле...
Колобок, баҡа йотҡандай, йөҙөн һытты.
– Аҡыллы баш, – ул һүҙҙәрен теш араларынан һығып сығарҙы. – Китаптар уҡыйһыңмы?
Соня кәрәкле битте табып, китапты Толиктың танауына төрттө:
– Ҡара! Бында бер тингә 500 һум түгел, ә йөҙ мең биргәндәр! Барыбер алдағандар!
Толик китапҡа текәлде, ә Соня йыуан кешене әрләргә кереште:
– Һеҙгә нисек оят түгел! Һеҙ Толикта бер ниндәй ҙә миллион юҡлығын беләһегеҙ бит!
– Юҡ икәнен беләм! – Колобок мөләйем йылмайыуҙан туҡтаны, асыҡтан-асыҡ ыҫылданы. – Ул бурысын ҡайтарырға миңә хеҙмәтсе булып барыр ине! Әгәр һин булмаһаң, үлгәнсе миңә эшләр ине...
Толик китаптың һуңғы биттәренә барып етте, үпкәләп йыуан кешегә ҡарашын күтәрҙе.
– Ысынлап та, миллион... Был ниндәй эш?
Ләкин Колобок юғалғайны ин­де, гүйә, булмаған да.
– Былай нисек була инде, – Толик аптырап Соняға ҡараны, – тиндәр ҙә баһа... Миллион ҡай­ҙан?
– Уйларға кәрәк, – тип яуап бирҙе Соня, йөрәкһенеп. – Ә һин ҡарунлашаһың!
Шунда уҡ синыфҡа әйләнеп ҡайттылар. Валькирия һаман да уларға шелтәле ҡарап тора ине. Синыфташтары дәфтәрҙәренә эйелгән. Соняға, үҙҙәре бер ҡай­ҙа ла күсеп йөрөмәгәндәй, Колобок менән һөйләшеү күҙенә күренгән шикелле тойолдо. Ләкин Толикта телефон менән бергә партала бер нисек тә барлыҡҡа килеүе мөмкин булмаған нәмә – аҡ-зәңгәр тышлы йоҡа китап ята ине.
«Я. И. Перельман. Тере математика».
Толик та китапҡа иҫе китеп ҡараны.
Директор әкрен генә йүтәлләне. «Тере математика»ның барлыҡҡа килеүе уны бөтөнләй ғәжәпләндермәне.
Толик тертләне, ҡағыҙ битен әйләндереп, ашығып мәсьәләне яңынан сисә башланы. Валькирия синыф буйлап артабан атланы.
Соня был сәйер ваҡиғаны бер кем менән дә тикшерә алманы – Эльф иртәнгә хәтлем күренмәне.

3-сө бүлек.
Бөтә ерҙә тролдәр2

– Ул – убырлы ҡарсыҡ, – Соня менән бергә мәктәпкә атлаусы Эльф һөмһөрө ҡойолоп шыңшыны, – мин унан ҡурҡам.
– Ул убырлы ҡарсыҡ түгел. Беҙҙең күҙгә генә күренгәндер! – Соня ҡулын һелтәне.
– Ә китап ҡайҙан?
– Кеҫәмдән алып башҡалар күрмәгәндә партаға һалдым.
– Ә һин Толиктан калькулятор­ҙа булғанмы, юҡмы икәнен һора, – Эльф алға йүгереп сыҡты ла Соняның күҙҙәренә ҡараны.
– Әһә. Минең менән былай ҙа бер кем һөйләшмәй, – Соня мығырланы, – ләкин әлегә аҡылдан яҙған тип иҫәпләмәй­ҙәр. Һин иҫәпләүҙәрен теләйһеңме?
– Ихтыярың, – Эльф турһайҙы ла күҙҙән юғалды.
– Эльфҡайым, ҡәҙерлем, китмә! – Соня ялынды. – Һинһеҙ миңә ҡыйын!

Артыҡ ҡысҡырып ялынды. Урамда Соня артынан атлаусы өс ҡыҙ ситкә тайпылды. Эльф күренмәне. Ул уйҙары менән баш­ҡа дуҫтарын – Хоббитты, Белмәҫйәнде, Бәләкәй Принцты саҡырырға тырышты, әммә береһе лә өндәшмәне. Хатта ярым онотолған Винкс сихырсылары ла.
Соня мәктәпкә насар кәйефтә килде.
Синыф ишеген асыу менән уны аҡырыу ҡаршыланы:
– Һин – тролль!
Ҡысҡырыуҙан ҡыҙарған Олег туғанының танауы алдында йоҙроғон уйнатты.
– Һин минең бөтә стенаны тролләнең! Мин һине күралмайым! Күралмайым!
Петя шарҡылдап көлдө, аҡланырға тырышманы ла.
– Олег илаҡ, илле ҡолаҡ, – ул ҡыланды, – һин әллә ҡыҙыҡаймы?
Тыны ҡурылған Олег Петяның күҙҙәренә тондорорға ынтылды. Теге янтайҙы.
– Был минеке бит! – Олег еңмешләнде. – Үҙеңдекенә телә­һә нәмә эл, ә минекенә теймә! Һин – тролль! Тролль! Тролль!
Петя түҙмәне, туғанына йоҙроҡлап ташланды.
Синыф уҫмаҡлашыуҙы ҡы­ҙыҡһынып күҙәтте. Игеҙәктәр гел эләгеште, ысынлап һирәк яғалаштылар, күбеһенсә үсекләштеләр.
Шунан барыһы ла бер үк ваҡытта булды. Ишек асылды, Валерия Кирилловна инде, Эльф күренде, Соняның еңенән тартып шыбырланы: «Ой, хәҙер нимәлер буласаҡ!» – улар урманға барып сыҡты.
– Һин – тролль! – Олег һүлпән генә ҡысҡырғас, тирә-яғына ҡараш ташлап, күҙҙәрен ҡыҫты.
– Аһ! Круто! – Петя аҡланда үрһәләнеп йөрөй башланы.
Соня ағас артына ҡасты.
– Эльфҡайым, беҙ ҡайҙа? – тип һораны ул.
– Өйҙә! – Эльф үләнгә ултырып, рәхәтләнеп йылмайҙы. – Танымайһыңмы ни?
Соня таныманы.
– Эллирио та куримее. Берисамаа ту валерио си карамаа... – Эльф ашығып һөйләне, – Лориэн3 яғынан ел иҫә, ел иҫә...
– Беҙ ҡайҙа? – тип бышылданы Соня. Ул дуҫы эльфсаға күскәс, шөрләне.
– Ширела4! – тип яуап бирҙе Эльф, ләззәтләнеп.
– Ҡайҙа? – Соня һикерәнләне. – Тап шундамы? Ә Бильбо бындамы? Гномдар ҙамы? Беҙ улар менән һөйләшә алабыҙмы? Эльф, ҡәҙерлем, был дөрөҫмө?
– Бильбо компанияһы менән өйҙән сыҡмаған әле. Йыйыналар ғына. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙе ни өсөн бында килтереп ташлағандарын аңламайым. Тирә-яҡта беҙҙән башҡа... Беҙҙән баш­ҡа...
Эльф ағас артынан сыҡҡас:
– Малайҙар, аҡландан бер аҙым да ситкә китмәгеҙ! – тип ҡысҡырҙы.
– Быныһы тағы ниндәй һармаҡ? – тип әйтеп ҡуйҙы Петя.
Олег күҙҙәрен асты ла йәнә йома һалды.
– Йә, ярай, – туғаны уның яурынынан ҡаҡты, – ҡара, нисек шәп! Өс-Дэ урманы, еҫе лә сыға. Биш-Дэ, күрәһең. Йәки Алты-Дэлыр. Ҡарарға йүгерҙек!
– Бынан китмәгеҙ, – тине Эльф ҡәтғи итеп.
– Әһә, әлбиттә! – Петя әсе яуап­ланы. – Тиҙерәк йүгерҙек, һис юғы һуңынан таҙартырбыҙ. Беҙҙең нисә ғүмер бар?
– Берәү, – тине Эльф.
– Булмай, – Петя ҡулдарын һелтәне, – елдерҙек!
Олег ҡаршылашты, ләкин туғаны бирешмәне. Ул һөйләнә-һөйләнә алға һөйрәне:
– Ниһайәт, бына тигән уйынсыҡҡа тап булдыҡ, ә һин ҡаршы киләһең! Бында ҡараңғы шул тиклем тиҙ төшә! Әйҙә, анау таштарҙы барып ҡарайыҡ. Бәлки, унда яңы кимәлгә күсеп булалыр!
– Юҡ! – тип ҡысҡырҙы уларҙың артынан Эльф.
Ҡояштың һуңғы нуры уның медальонында балҡыны.
Петя үтеп өлгөрҙө. Оло-ҡара һарыҡташ уның туғанын ҡулы менән һелтәп быраҡтырырға ар­ҡаһын бөккәндә ул таштар теҙмәһе ситендә ине.
Петя Олегтың бер нисә метр осоп үтеүен, ике мәртәбә тәкмәсләүен, таштар өҫтөндә тәбиғи булмаған һында ҡатып ҡалыуын күрҙе.
– Ой! – тине Петя. – Булды, яңынан уйнайбыҙ. Ҡайҙа баҫыр­ға?
Йүгереп килеп еткән Эльф уны ҡыйынлыҡ менән ағас артына һөйрәне.
– Шым ғына тор! Тролдәр бит, улар аңра. Өндәшмәһәң һәм ҡыбырламаһаң, һиңә теймәҫтәр.
– Яңынан башлайыҡ, тим бит, – Петя һөрәнләне. – Унда Олежка...
– Шым! – Эльф екерҙе һәм көтмәгәндә уның елкәһенә ҡундырып шаңҡытты.
Оло-ҡара тролдәр таш мускулдарын дөбөрҙәтте, аңлайышһыҙ телдә шаулашып һөйләште.
– Ниҙер эшләргә кәрәк! – тип бышылданы Соня, теҙҙәрен ҡулдары менән ҡосаҡлап. – Олегты ҡотҡарырға кәрәк! Мин китапты уҡыным да бит, уларҙы алдап булыуын хәтерләйем! Таң алдынан тролдәр ташҡа әйләнә.
– Ниндәй хәйлә, ниндәй һөйләшеү? Улар – тролдәр! Улар туҡмай һәм ашай ала! Башҡаса бер ни ҙә белмәйҙәр! – Эльф йәне көйөп аңлатты.
– Китапта яҙылған...
– Ҡарале, Бильбо – әкиәтсе. Етмәһә, алдашһа ла... Урыны менән артыҡ матурлаған, – Эльф ауыр һуланы. – Һуғыш хаҡында дөрөҫөн яҙһаң, бөтөнләй алама тарих килеп сыға. Ә был тролдәр йүнләп һөйләшә лә белмәй. Таң атҡанын көтөргә кәрәк. Башҡаса беҙ бер ни ҙә эшләй алмайбыҙ.
Шаңҡыған Петя боролоп ултырҙы.
– Беҙ таң атҡанын көтә алмайбыҙ! – тип хырылданы ул. – Унда Олежка, уны тартып сығарырға кәрәк!
– Тролдәр бик һиҙгер, ҡыштырлау ишетелеү менән туҡмарға тотоналар, – тип аңлатты Эльф, – унда улар өсәү. Олегты аңғармаҫтан себен урынына бәреп йыҡтылар. Әлегә уға теймәү ихтималлығы бар, күрмәйәсәктәр. Беҙ шау-шыу ҡуптарһаҡ, бөтәбеҙҙе лә үлтерәсәктәр...
Петя үҙ һүҙләнеп башын һелкте, баҫырға теләне, ситкә әйҙәне.
– Унда Олег, мин уны ҡотҡарырға тейеш.
– Һин ҡотҡара алмайһың...
– Мин уларҙың иғтибарын ситкә йүнәлтәм, ә һеҙ уны тартып алығыҙ! – Петя аяҡҡа баҫты, сай­ҡалып, ағасҡа тотоноп, еңмешләнеп баҫып торҙо.
– Таң атҡанын көтөргә кәрәк, – тип һөйләй башланы Эльф һәм Петяны туҡтатырға тырышты, ләкин тегеһе уның ҡулын ситкә этәр­ҙе һәм... баҡтиһәң, ул синыфта туғанының ҡаршыһында баҫып тора икән.
– Һин – тролль! – тип ҡысҡырҙы тегеһе.
Ә Петя бер һүҙ ҙә әйтмәне. Һүҙһеҙ генә уны ҡосаҡланы.
– Ууууу, – күңел асыуҙан мәхрүм ҡалған синыф ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.
– Урындарығыҙға ултырығыҙ, – тине Валерия Кирилловна һәм Олегтың костюмындағы ҡороған ылыҫты ҡағып төшөрҙө.
Ә Эльф күҙҙән юғалыр алдынан Соняға бик мәғәнәле ҡараны.

_________________________________________________________________________________________________________________________

Тролль21. Скандинавия мифологияһында яуыз йән, кеше ҡиәфәтендәге иблис. 2. Интернетта талаш, ыҙғыш тыуҙырыусы кеше.

Лориэн3 – Джон Рональд Руэл Толкиндың уйҙырма Йыһанында континенттағы урман.

Шире4 – Малави һәм Мозамбиктағы йылға.

4-се бүлек.
Ҡырыҫ уҡытыусы


– Хәтерегеҙгә төшөрәм, – тине директор һуңғы дәрес аҙағында, – тиҙҙән Уҡытыусылар көнө. Һеҙ синыф етәксеһенә ҡотлау әҙерләргә тейешһегеҙ. Был ҡотлау дөйөм мәктәп конкурсы зачётына инәсәк.
Дүртенсе «В» һаҡ ҡына шауланы. Сентябрь бөтөп бара, ә уларҙың уҡытыусыһы һаман юҡ, бөтә дәрестәрҙе лә Валерия Кирилловна алып бара. Элька-ырғандаҡ ҡулын күтәрә һалды.
– Эйе, Эльвира? – директор баш ҡаҡты.
Элька һикереп торҙо ла, уға тоғро ҡарап, теҙеп һалды:
– Һеҙҙеме, Валерия Кирилловна?
– Кемде теләйһегеҙ, шуны ҡотлағыҙ, – тип яуаплағас, Валькирия сыҡты.
Дүртенсе «В» көслөрәк шауланы.
– Валерия Кирилловнаны ҡотларға кәрәк! – тине Эльвира.
– Ә ниңә уны? – Толик асыу­ланды. – Һин ниңә бында бойораһың әле?
– Уҡытыусылар көнө беҙгә нимәгә кәрәк? – Вероника шыңшы­ны. – Бәйгелә барыбер ауыҙ асып ҡаласаҡбыҙ.
– Әһә, – тип ризалашты Петя, – ҡайтып киттек!
– Йәки футболға, – тип хупланы туғанын Олег.
– Йәки гөргөлдәк уйнарға! – тип өҫтәне Петя һәм туғанына китап менән һелтәнде.
Барыһы ла ғәҙәттәге күңел асыуға – игеҙәктәрҙең айҡашыуына ҡыҙыҡһынып төбәлде. Дөрөҫ, был юлы улар һаҡ һуғышты, әйтерһең, бер-береһен йәлләй­ҙәр.
– Юҡ, беҙ ҡатнашырға тейешбеҙ! – Элька бирешмәне. – Тап бына Валерия Кирилловнаны ҡотларға тейешбеҙ! Уға күңелле буласаҡ!
– Ул бит убырлы ҡарсыҡ! Ҡараңғы сырайлы, – тип ҡаршы төштө Толик. – Уны ҡотларға теләмәйем! Ул бер ваҡытта ла йылмаймай.
Барыһы ла геүләргә кереште. Ҡайһы бер ҡыҙҙар Эльвираны ҡеүәтләне, Даша менән Верони­ка ла кемделер ҡотларға теләне, тик директорҙы түгел («Ул үҙе, кемде теләйһегеҙ, тине!»), бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй, тип ҡысҡырҙы малайҙар. Матвей тап бына директорҙы ҡотларға тәҡдим итте, сөнки билдәләрҙе ул ҡуя. Соня менән Вадик ҡына өндәшмәне.
Тауыш баҫыла төшкәс, Вадик көтмәгәндә:
– Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең уҡытыу­сыны, Галина Эдуардовнаны, ҡотлайбыҙ, – тине.
– Эй, аңра, – Толик уның маңлайына сиртте, – Галина Эдуардовна эштән китте. Тү-тү!
Ҡалғандар ҙа яратҡан уҡытыу­сыларының юҡлығын белмәгән Вадикты мыҫҡыл итергә кереште.
– Ә ниңә, һәйбәт идея... – тине Соня әкрен генә.
Былай ғына әйтте, ғәҙәттә, уны бер кем дә тыңламай. Ләкин бөгөн мөғжизә булды: Петя менән Олег ҡапыл һуғышыуҙан туҡтап, Соняға текәлде. Толик та тексәй­ҙе.
– Йәғни? – тип һораны ул. – Беҙ булмаған уҡытыусыны нисек ҡотлай алабыҙ?
– Юрамал, – тип яуап бирҙе Соня һәм ҡаушаны.
– Ә нимә? – тип ҡыуанды Олег. – Шәп буласаҡ! Өрәктәр тураһындағы мультиктағы һымаҡ.
– Эйе-эйе! – Даша ла күтәреп алды. – «Монстр Хай»ҙағы кеүек.
– Директорға үс итеп! – тип һығымта яһаны Толик. – Күҙ алдына килтерегеҙ, ул килә, беҙ уны ҡотлай, тип уйлай, ә беҙ – уны түгел, ә Галина Эдуардовнаны!
Барыһы ла гөр килде, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә: «Был директорға күрһәтергә кәрәк», «Уйламаһын», «Бик шәп буласаҡ»! – тиеште.
– Ысынлап та! – тине Толик. – Был Валькирияға күрһәтәсәкбеҙ!
Соня ҡойолдо ла төштө. Ул Валерия Кирилловнаны үҙе өсөн генә Валькирия тип йөрөтә. Әллә ҡысҡырып әйтәме? Эйе, Эльф менән һөйләшкәндәлер. Ә Толик тыңлап торған.
Ошо көндән эш ҡайнаны. Бөтәһе лә күҙ алдына килтерелгән уҡытыусыны ҡотларға төрлө ысулдар уйланы. Элька ла ылыҡты.
Валькирияға бер нәмә лә әйтмәнеләр, бынан тағы ла ҡыҙығыраҡ булды. Ул синыфҡа инеү менән шунда уҡ йәшерен-бошорон һөйләшеүҙән туҡтанылар, бер нәмә лә булмаған ҡиәфәткә инделәр. Ә директор яҡынлашып килеүсе байрам хаҡында онотто, буғай.
Ни өсөндөр директорға бик «күрһәткеһе» килгән Толиктың хатта күңелендә шик яралды.
Ләкин кесаҙнала дәрестәрҙән һуң Валерия Кирилловна ҡәтғи иҫтәренә төшөрҙө:
– Иртәгә акттар залында – уҡытыусыларҙы ҡотлау. Онотмағыҙ!
Дүртенсе «В» мәж килде. Ке­саҙ­нала улар үҙҙәрен йәшерен агенттар йәки шпиондар һымаҡ тотто – бер-береһенә шыпырт ҡына ымланылар, Валькирияның артында бышылдаштылар.
Ниһайәт, дәрестәр тамамланды, барыһы ла акттар залына йүнәлде. Ғәҙәттә, Соняның синыфташтары бындай конкурстарҙы яратмай – улар һәр ваҡыт насар сығыш яһаны, отолдолар. Әммә бөгөн сәхнәгә сығыуҙарын, директорға ғына түгел, бөтәһенә лә «күрһәтергә» теләүҙәрен түҙем­һеҙләнеп көттөләр. Урын хаҡында уйламанылар.
Дүртенсе «В» беренсе синыфтар, шунан икенселәр, өсөнсөләрҙең сығыш яһауын сабырһыҙланып ҡараны. Дүртенсе «А» сәхнәгә күтәрелеү менән «В»-лар түҙмәне, шаршау артына әҙерләнергә йүгерҙе. Валерия Кирилловна күрмәй ҙә ҡалды – тауыш һәм проектор өсөн яуаплы өлкән синыф уҡыусыһына нимәлер аңлатты.
Алып барыусы дүртенсе «В»-ны сәхнәгә саҡырғас, беренсе булып Толик күренде. Ул ҙур ҡатырға фигура алып сыҡты, унда бит урынына Галина Эдуардовнаның фотоһүрәте йәбештерелгәйне. Ике ултырғысҡа терәп ҡуй­ғас, түҙмәне – директорға еңеүле ҡараш ташланы. Уныһы компьютер янында тыныс ҡына баҫып торҙо. Валерия Кирилловнаның ҡулында ниндәйҙер быяла йылтыраны. Толик бер аҙ ҡаушаны, ул иһә директор борсолор, үпкәләр, тип иҫәпләгәйне...
Шулай ҙа Толик тамаҡ ҡырырға һәм ҡысҡырып әйтергә үҙендә көс тапты:
– Бөгөн беҙ яратҡан уҡытыу­сыбыҙ Галина Эдуардовнаны ҡотлайбыҙ! Ул китте, ләкин беҙ уны барыбер яратабыҙ!
Бынан һуң сәхнәгә бер-бер артлы синыфташтар сыға башланы. Һәр береһе һаулыҡ һорашты һәм бер нисә һүҙ әйтте (быныһын оҙаҡҡа һуҙмаҫ өсөн Даша уйлап сығарғайны):
– Һаумыһығыҙ! Хәйерле кис! Ә беҙ һеҙҙе юҡһынабыҙ! Һеҙ унда нисек? Галина Эдуардовна, хат яҙһағыҙ икән! Хәҙер һеҙҙә ниндәй синыф? Беҙҙән яҡшыраҡмы? Әллә насармы? Ә беҙ һеҙгә беренсе сентябргә бик күп сәскәләр килтерҙек, ә һеҙ юҡ! Шул хәтлем йәл булды!

Шунда алдан уйланылмаған нәмә килеп сыҡты – директор кемгәлер ымланы, өлкән синыф уҡыусылары сәхнәгә гөлләмәләр сығарырға тотондо. Ҡатырға фигура янында ҡалдырғас, залға төштөләр. Дүртенсе синыфтар юғалып ҡалды, телдән яҙҙы.
– Валькирияның ғына эше! – тип өҙгәләнде Толик. – Ҡотлауҙы өҙөр өсөн юрый!..
Бер-береһенә ҡараштылар. Артабан сценарий буйынса шиғырҙар, бейеү, акробатик этюд һәм йыр ҡаралғайны, ләкин дүртенсе синыфтар ниндәй тәртиптә сығыш яһарға тейешлектәрен онотто. Ауыр тынлыҡ урынлашты.
– Йә, – Эльф Сонянан шелтәләп һораны, – ошолай баҫып торабыҙмы?
Ләкин Соня ни эшләй ала инде? Номерҙарҙы бүлгәндә, ғәҙәттәгесә, уны оноттолар – ул шиғыр уҡымай, бейемәй, этюд менән сығыш яһамай... Йыр­лай ғына, сөнки йыр уртаҡ ине.
Соня көтмәгәндә йырлап ебәр­ҙе:
– Яғымлы ҡыңғырау парталар артына саҡыра...
– Күңелле көлөү ваҡытлыса туҡтала... – Кемдер ҡушылды, Соня уның аңра Вадик икәнен ғәжәпләнеп аңланы.
Тауышы таҙа һәм көслө.
Һуңынан барыһы ла күтәреп алды:
– Уҡытыусы дәресен башлай...
Бик шәп килеп сыҡты, репетицияларҙағыға ҡарағанда ла яҡшыраҡ. Ул ваҡытта ярым тауыш­ҡа йырлағанғалыр, кемдер ишетеп ҡалып, директорға һөйләр, тип ҡурҡтылар. Бәлки, ныҡ борсолғанғалыр. 
Йырлап бөттөләр. Тынлыҡ урынлашты.
«Бер кемгә лә оҡшаманымы икән ни?» – Соня көйәләнергә лә өлгөрмәне, гөр килеп ҡул саптылар. Дүртенсе «В»-лар еңел һуланы, баш эйҙе.
Ләкин был ғына түгел ине әле.
Ҡапыл ут һүнде, экранда видео барлыҡҡа килде. Ә унда – Галина Эдуардовна илай.
– Алтынҡайҙарым... Мин һеҙҙе ныҡ юҡһынам... Валерия Кирилловна әйткәс... мин ышанманым... Ә һеҙ...
Шунда Соня директорҙың ҡулында нимә йылтырағанын аңланы – вебкамераның объективы ине был.
– Һеҙ барыһын да күрҙегеҙме? – Даша «ах» итте. – Һеҙгә оҡшанымы?
Элекке уҡытыусы илауҙан яуап бирә алманы, башын ғына ҡаҡты. IV «В»-лар экранға ташланды, барыһы ла бер юлы телгә килде, сценарий буйынса түгел, ә ысын күңелдән:
– Ой, был һеҙме? Был һеҙме? Ә беҙ тағы ла бейергә теләгәйнек! Шиғыр ҙа! Ой! Һеҙ йыуанай­ғанһығыҙ!
Галина Эдуардовна уңайһыҙланып, ҡулдары менән ҙур ҡор­һағын ҡапланы.
– Һеҙҙең бәпес буласаҡмы! Круто! Һеҙ беҙҙе ташла­ған­һы­ғыҙ, тип уйлағайныҡ! Аҙаҡ беҙ­гә киләсәкһегеҙме? Галина Эд­уардовна, беҙ һеҙҙе юҡһына­быҙ!
Ә Петя менән Олег аңлайышлы бер һүҙ ҙә әйтә алманы, тойғолары ташыуҙан һикерҙеләр генә...
Дүртенсе «В»-лар баһалама ағзаларының берҙәм ҡарары менән еңеүсе тип танылды. Уҡытыусыларҙың күбеһе күҙҙәрен һөрттө, ә ҡайһы бер ҡыҙҙар тамашасылар залында танауҙарын мыш­ҡылдатты. Дөрөҫ, сәскәләр­ҙе сәхнәнән «В»-ларҙың үҙҙәренә йыйып алырға тура килде.
– Сәйер, – тине Вероника, гөлләмәләргә ҡарап, – минең гөлләмә бит был, мин уны таҫма менән бәйләгәйнем, хәтеремдә...
– Ә быныһы минеке, – тип элеп алды Даша.
Башҡалар ҙа беренсе сентябр­ҙә линейкаға алып килгән сәскәләрен тапты.
– Улар директорҙа торғандыр, – тине Матвей. – Тик ниңәлер шиңмәгәндәр. Соня, нисек уйлайһың, ни өсөн?
Барыһы ла уға ҡараны.
Ә Соня көтмәгәндә дер ҡалтыраны. «Мине был хәлдә күрмәһәләр, яҡшыраҡ булыр ине», – тип уйланы ул һәм залдан эләгә-йығыла сығып китте.
Баҫҡыста Эльф көтә ине.
– Ә һин нимә теләнең? – тине ул. – Һин бөгөн барыһын да ҡот­ҡарҙың. Һин – хәҙер күренекле шәхес.
– Тайҙыҡ бынан! – тип бышылданы Соня, ҡулдары менән ҡолаҡтарын ҡапланы ла баҫҡыстар буйлап йүгерҙе. Күренекле шәхес булғыһы килмәй ине уның.

5-се бүлек.
Контроль эш

Иртәгеһен «В»-лар беренсе дәрес алдынан синыфҡа инмәне, ә холда уралды. Бында бәйге таблоһы элгәйнеләр. Һәр кемгә «Беренсе урын – IV «В» тигән яҙыу­ға һоҡланыу күңелле ине. Дөрөҫ, завуч Зинаида Петровна дүртенсе «В»-лар ул хәтлем ҡыуанмаһын тип, зачёттың башҡа саралар буйынса ла барыуын хәтергә төшөрҙө. Әммә дүртенсе синыфтар еңеүҙе барыбер байрам итте, майҙа төп бүләкте алыр­ға хыялланды. Завуч уларҙы ҡыйынлыҡ менән кабинетҡа ҡыуып индерҙе.
– Һеҙ Валерия Кирилловнаның һуңлағанығыҙ өсөн әрләүен теләмәйһегеҙ бит? – тине ул.
Директорҙың кемгә булһа ла тауышын күтәргәнен бер кем дә иҫенә төшөрә алманы, ләкин дәлил тәьҫир итте – Валькирияның былай ғына ҡарап ҡуйыуы бар, яза бирһә, яҡшыраҡ булыр ине.
Даша биштәренән «Тирә-яҡ мөхит»те алғас, Вероникаға:
– Ҡарале, унда бик шәп тема бар! – тине. – Баҡтиһәң, абағалар...
– Был миңә ҡыҙыҡ түгел, – Вероника бүлдерҙе, принцессаны буяуын дауам итте, – ғөмүмән, был берәүгә лә ҡыҙыҡ түгел.
– Ҡыҙыҡ булмаһа ни? – тип ғәжәпләнде Даша. – Әммә файҙалы! Көтмәгәндә урманда аҙаш­һаң? Нисек сығырһың?
– Әсәйемә шылтыратам, – тине Вероника, буяуын дауам итеп, – ул килеп, мине алып китәсәк.
– Әгәр телефоның «үлһә»? – Даша ныҡышты.
– Әсәйем мине ундай телефон менән бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәк, ул өс тапҡыр тикшерәсәк, – Вероника көлөмһөрәне.
Даша әхирәтенә көнләшеп ҡараны, ләкин бирешмәне. Ул сираттағы мәкерле һорауын әҙерләгән арала ҡыңғырау яңғыраны. Ишек асылды, синыфҡа Валькирия инде – ғәҙәттәгесә, теүәл 8:00-дә.
– Шулайтып, «Тирә-яҡ мөхит» дәреслеген асабыҙ, – тине ул. – Ҡабатлайбыҙ һәм контроль эш яҙырға әҙерләнәбеҙ!
– Тағы ламы? – дүртенсе «В» хор менән ҡысҡырып ебәрҙе.
– Үткән дәрестә генә контроль эш булды! – тине Матвей асыуы килеп.
Валерия Кирилловна һөйләнеүселәрҙе еңелсә ҡул хәрәкәте менән туҡтатты.
– Мин яуаптарығыҙҙы уҡып сыҡтым һәм һеҙгә бының ҡыҙыҡ түгеллеген аңланым.
Вероника Дашаға тантаналы ҡарап:
– Мин әйттем дә инде! – тине. – Сөнки бының бер кемгә лә кәрәге юҡ!
– Шулаймы? – тип ризалашты уның менән директор.
Вероника көтөлмәгәнлектән ҡәләмен һындырҙы.
– Ниндәй мәғәнәлә? – тип төпсөндө ул.
– Һин хаҡлыһың. Был дәреслектә яҙылғандарҙың бөтәһе лә һеҙгә ҡыҙыҡ түгел, бер ваҡытта ла кәрәкмәйәсәк тә. Шуға күрә бөгөн контроль эште башҡа һорауҙар буйынса яҙасаҡбыҙ.
– Уға ҡыҙыҡ түгел, ул яҙһын! – Олег ҡаршы төштө. – Ә беҙ контроль эшебеҙҙе яҙҙыҡ инде.
– Шулай итеп, беренсе һорау, – тип кире ҡаҡты Олегты Валькирия. – Һеҙ өйҙә яңғыҙ ҡалдығыҙ, ти, ашағығыҙ килә. Йомортҡалар, бер киҫәк батон һәм һөт бар. Нимә эшләйәсәкһегеҙ?
– Һөт менән икмәк ашаясаҡмын һәм әсәйемде көтәсәкмен, – Петя тиҙ яуап бирҙе.
– Ә мин? – Олег туҙынды. – Сей йомортҡалар ашаясаҡмынмы?
Олег, ғәҙәтенсә, һуғышырға йы­йынды, ләкин директорҙың ҡа­рашы аҫтында шунда уҡ тыйнаҡланды һәм урынына сүгәләне.
– Тәбейә яһарға кәрәк, – тине әкрен генә Даша.
– Һәйбәт! – тине директор, һәм Даша бәхетле йылмайҙы.
– Улай булмай, – Вероника көнләшеп яурынын һикертте, – һыуытҡыста ризыҡ етерлек. Ул ҡайҙа китһен?
– Бөтә, – тине Даша, аптырап.
– Ул нисек бөтһөн инде? – Вероника һыны ҡатып көлдө. – Әгәр бөтһә, әсәйем тағы ла һатып ала.
– Әсәйең һатып ала алмаһа? – Даша ныҡышты.
– Тимәк, Лена апай ашарға алып киләсәк. Ләкин мин бының менән бер ҡасан да шөғөлләнмәйәсәкмен...
Вероника парта аҫтында сираттағы принцессаға һоҡланып, журнал битен әйләндерҙе.
– Ни өсөн? – Даша ғәжәпләнде.
– Сөнки мин әлегә бәләкәймен, – тине Вероника ғорурлыҡ менән.
Даша уйға батты. Улар һөйләшкәндә синыфта «Сей йоморт­ҡаны ашарға яраймы, яраһа, нисәүҙе?» тигән темаға йәнле әңгәмә бара ине.
– Һин үҫәһең дә баһа, – тине Даша баҙнатһыҙ ғына.
Верониканың һөмһөрө ҡойолдо. Бындай вариант уның планына инмәй ине. Ул буялған принцессаға ҡарап уйға ҡалды... һәм тиҙ генә яуап тапты.
– Мин үҫкәс, миллионерға кейәүгә сығасаҡмын, үҙемдең хеҙмәтсем буласаҡ! – тип әйтеп һалды.
Даша әхирәтенә йәнә көнләшеп ҡараны. Уйҙар диңгеҙенән уны Валькирия тартып сығарҙы.
– Һинән башҡа бер кем дә тәбейә әҙерләй белмәй, уны нисек яһағандарын һөйлә, – тип үтенде ул.
– Уның нимәһен һөйләйһең, ябай ғына. Йомортҡаны һөт менән туҡыйһың, бөттө-китте. Минең Мишка сохарый менән ярата, ә Машка помидор менән.
Был хәбәр синыфта кем тәбейәне нимә менән яратыуы тураһында сираттағы һөйләшеү тыуҙырҙы. Был – беренсенән. Икенсенән, өлкән апайҙың бәләкәй ҡустыһы һәм һеңлеһе менән ауыр тормошо хаҡында.
– Шулай итеп, беҙҙә Даша ғына астан үлмәйәсәк, – Валькирия синыфтағы шау-шыуҙы анһат баҫты. – Сираттағы һорау – малайҙы йәки ҡыҙҙы киноға нисек саҡырырға? Әйткәндәй, һеҙ интернетты ҡуллана алаһығыҙ.
– Барыһынан да файҙаланырға мөмкин булғас, ниндәй контроль эш булһын был? – тип ғәжәпкә ҡалды Матвей. 
– Ә миңә интернетты файҙаланырға ярамай, – тине Вероника, – унда, бәлки, насар һүҙҙәр яҙылғандыр?
– Ә һин ундай һүҙҙәрҙе уҡыма, – тине Валерия Кирилловна.
– Нисек? – тине Вероника аптырап. – Мин нисек уҡый алмайым?..
Петя менән Олег мыҫҡыллап ауыҙ йырҙы, ә Вероника ҡып-ҡыҙыл булды.
– Интернет тураһында башҡа ваҡытта һөйләшербеҙ, – тип бүлдерҙе башланған янъялды директор, – хәҙер яуап көтәм...
– Ниңә саҡырып торорға, янына бараһың да әйтәһең: «Әйҙә киноға киттек!» – тип ҡысҡырҙы Петя.
– Минең, бәлки, был киноға барғым килмәйҙер! – тип яуап­ланы уға Даша.
– Иҫәр! – тине Петя һәм ҡыҙар­ҙы.
– Башта ҡыҙҙың ниндәй кино ҡарағыһы килгәнен белергә кәрәк! – көтмәгәндә Вадик тауыш бирҙе.
– Һин ҡайҙан беләһең? – тип мыҫҡыллап ҡыҙыҡһынды Олег.
– Миңә атайым һөйләне...
Артабан дүртенсе В»-ла ысын бола башланды, сөнки барыһы ла бер юлы һөйләргә тотондо. Һинең менән киноға бармаһалар, нисек ҡыйын булыуы тураһында, һине кемдер киноға саҡырыуын теләү тураһында, хәҙер фильм­дарҙың элекке кеүек булмауы тураһында, күмәкләп киноға барыу мөмкинлеге тураһында...
Валерия Кирилловна өҫтәлгә күрһәткес таяҡ менән туҡылдатты.
Бөтәһе лә дәрес барыуын хәтергә төшөрҙө, ғөмүмән, контроль эш, һәм тынып ҡалдылар.
– Йә, – тип һораны директор, – эш менән шөғөлләнәбеҙме әллә ҡайтарып ебәрәйемме?
Дүртенсе синыфтар бер-береһенә ҡарашты. Уларҙың йөҙөнән: «Етмәһә, мыҫҡыл итә!» – тигән һүҙҙәрҙе уҡып була ине. Ләкин Олег барыбер аҫтыртын әйтте:
– Ебәрегеҙ!
– Рәхим итегеҙ! – тине көтмәгәндә Валькирия. – Ҡайтып китегеҙ... ҡыңғырауға тиклем сығып өлгөрһәгеҙ!
Ул боролдо ла сығып китте, артынан ишекте ныҡлап япты.
Барыһы ла бер талай ваҡыттан һуң директор торған урынға хайран ҡалып ҡараны, шунан Петя менән Олег: «Ура!» – тип ҡысҡыр­ҙы ла ишеккә ташланды.
Ишек асылманы. Бер туғандар «дөп» тә «дөп» уны емерерҙәй булып төрткөләне, тотҡаны тарт­ҡыланы, ләкин бер нәмәгә лә өлгәшә алманы.
– Ул кодлы йоҙаҡҡа бикләнгән, аҡыллы баштар! – тине иренеп кенә Матвей.
Хәҙер генә барыһы ла тотҡа өҫтөнә подъездағы домофонға оҡшаған төймәле йоҙаҡ ҡуйыл­ғанын күрҙе.
Хулиган туғандар шунда уҡ бөтә төймәләргә рәттән төртөргә кереште, секунд һайын тотҡаны тартҡыланы, ләкин ишек бирешмәне.
– Убырлы ҡарсыҡ! – Толиктың күңеле ҡырылды.
Эльвира ыуарама килде:
– Мин аңланым! Был – тикшереү! Урындарыбыҙға ултырырға кәрәк! Валерия Кирилловна урап килгәс, беҙҙең үҙебеҙҙе яҡшы тотоуыбыҙҙы күрер...
– ...һәм ҡайтарып ебәрер! – тип аҫтыртын тамамланы Толик.
– ...әрләмәйәсәк тә!
Бәхәс башланды. Кемдер Эльканы тыңлап, партаһына ултыр­ҙы, кемдер код һайларға маташты, кемдер синыф буйлап йү­герҙе. Вадик, сихырланғандай, йоҙаҡҡа ҡараны.
– Валькирияға нисә йәш? – тип һораны ул уйсан ғына.
– Кем белһен?! – Вероника иңбашын һикертте. – Йөҙ. Йә мең.
– Һинең өсөн ниндәй айырмаһы бар? – тип ғәжәпләнде Даша.
Вадик яуап бирмәне.
– Мин аңланым шикелле, – тине Соня. – Вадик, унда уның тыуған йылы шифрланған, тип уйлайһыңмы?
– Беҙҙең подъезда, – тип һуҙҙы Вадик, – беренсе ҡаттағы әбей­ҙең тыуған көнө. Бер-туғыҙ-биш-туғыҙ.

Шау-шыу яңынан күтәрелде. Дүртенсе синыфтар Валерия Кирилловнаның ҡасан тыуғанлығын аңларға тырышты. Вадик, мәхшәрҙән файҙаланып, йоҙаҡҡа бер комбинация артынан икенсеһен баҫа һәм ишекте тикшерә башланы.
– Һайларға теләйһеңме? – тип мыҫҡыллы йылмайҙы Матвей. – Унда, бәлки, мең комбинациялыр!
– Юҡ, – Вадим башын сайҡаны, – әҙерәк. Тәүге ике һан – бер һәм туғыҙ. Өсөнсөһө – биш йәки алты... Бәлки, дүрттер. Һуңғыһы ғына теләһә ниндәй һан булыуы ихтимал. Егерме йәки утыҙ вариант барлығы.
Соня Вадикка хөрмәт менән ҡараны. «Ул иҫәр түгел, – тип уйланы, – артыҡ аҡыллы».
Вадик ул арала һуңғы ком­бинацияны йыйып, яңынан ты­нып ҡалды. Матвей көлөмһөрәп ҡулдарын күкрәгенә ҡаушарҙы. Ә Соня ни эшләргә кәрәклеген аңланы.
– Тыңлағыҙ, – тине ул әкрен генә, ләкин уны, һәр ваҡыттағыса, ишетмәнеләр.
– Эй! – Соня баҙнатһыҙ тауышын күтәрҙе. – Кешеләр!
Бер кем дә башын борманы. Матвей ике бармағын ауыҙы­на тыҡты ла яңғыратып һыҙғыр­ҙы. Барыһы ла уға ғәжәпләнеп текәлде. Матвей Соняға ымланы.
– Тыңлағыҙ әле, – тине ул, – Валькирия былай ғына китә алмай. Ул ҡайҙалыр әйтеп ебәреүҙәр ҡалдырған. Уларҙы табырға кәрәк!
– Ә улар ниндәй? – тип һорау бирҙе Даша ҡомарланып.
– Белмәйем... ғәҙәти булмаған...
– Барыбыҙ ҙа әйтеп ебәреү­ҙәр­ҙе эҙләйбеҙ! – тип аҡырҙы Пе­тя. – Мин беренсе булып табам!
Бер минуттан дүртенсе синыфтар кабинеттың аҫтын өҫкә килтерҙе, әммә әйтеп ебәреүҙе барыбер Соня тапты. Уҡытыусы өҫтәлендә журнал аҫтында төрлө төҫтәге текслы ете бит ята ине. Синыфташтар биттәрҙе йәһәт таратып алды, иғтибар менән уҡыһалар ҙа, бер ниндәй һан тапманылар – хәрефтәр генә.
– Валерия Кирилловна башҡа синыфҡа контроль эш биргәндер, – тине Толик. – Бына минең биттә ул хаталар төҙәткән.
Синыфташтар Толикты һырып алды. Уның ҡыҙғылт һары ҡа­ғыҙында ҡыҙыл ручка менән өс һүҙ уратып алынған: «Париж», «пингвин», «көнбайыш».
– Быларҙы ниңә хата тип иҫәпләйһең? – Генка аптыраны.
– Хаталар-хаталар! – Даша хуп­ланы. – Ҡара: Париж – Англияның баш ҡалаһы, пингвиндар Төньяҡ ҡотопта йәшәй, ә ҡояш көнбайыштан сыға, тип яҙылған.
– Шунан нимә? – Гена ҡаштарын йәмрәйтте. – Беҙгә һандар кәрәк. Кодлы йоҙаҡта пингвиндар йәки Париж ҡайҙа?
Соня йәнә бер кемгә лә кәрәкмәгән бәхәс ҡубыуын аңланы, булдыра алғанса ҡысҡырып әйтте:
– Улар – өсәү!
Бәхәсләшеүселәр Соняға ғәжәпләнеп ҡараны.
– Хаталар – өсәү. Улар – һандар!
– Тап шулай! – тип ҡыуанды Толик. – Тағы ла кемдә хаталар төҙәтелгән?
Һәр кем үҙендәге ҡағыҙға текәлде.
– Юҡ, – тине Олег.
– Юҡ – был ноль! – тип шатланды туғаны. – Йәғни код – былар өс һәм алты нуль!
Ләкин Соня башын сайҡаны:
– Валерия Кирилловна беҙгә бындай ябай мәсьәлә бирмәҫ ине. Әйҙәгеҙ, хаталарҙы эҙләйбеҙ.
Дүртенсе синыфтар ҡағыҙҙар­ға эйелде. Үҙ алдына ҡарап, ирендәрен уйсан ҡыбырлатҡан Вадиктан башҡа, бөтәһе лә ҡатнашты. «Уйлай, – Соня төшөндө. – Ҡыҙыҡ, нимә тураһында?»
Ун биш минуттан һуң берлектәге тырышлыҡ менән бөтә ҡағыҙҙарҙағы хаталар табылды. Ете һан йыйылмаһы барлыҡҡа килде: 3, 2, 3, 1, 4, 1, 5.
– Был һандар ниңә ҡабатлана? – тип һораны Генка, шикләнеп.
– Шуға! – Петя ҡулын һелтәне. – Әйҙәгеҙ, йыябыҙ!
Ҡабатланыусы һәр һанға ике мәртәбә баҫып йыйҙылар.
Ишек асылманы.
– Күрәһең, – Толик борсолдо, – бында тәртип тә мөһимдер.
– Әйҙәгеҙ, берҙән бишкә тиклем! – тип тәҡдим итте Олег. – Ошо... үҫеш буйынса!
– Ә ниңә үҫеш буйынса? – Петя дәғүә белдерҙе. – Әйҙәгеҙ, киреһенсә, ошоноң буйынса... нисек әле...
Кәрәкле һүҙҙе ул хәтерләй алманы, шуға күрә туғанының яурынына төрттө. Көслө түгел, ғәҙәт буйынса. Олег яуап биреп торманы.
– Был нимә, – Эльвира һуҡранды, – хәҙер бөтә комбинацияларҙы ла тикшерергәме? Төнгә ҡәҙәр маташасаҡбыҙ.
Соня үткәнендә Вадиктың комбинацияларҙы нисек оҫта иҫәпләгәнен хәтеренә төшөрҙө, уның еңенән тартты.
– Вадик! Бында нисә вариант?
Уныһы тертләне, уянды, өҫтәл янына килде, төрлө төҫтәге ҡағыҙҙарҙы һалып сыҡты: 1, 5, 4, 1, 3, 3, 2.
– Ә ниңә улай? – Эльвира ышанманы.
– Төҫтәре буйынса, – тине Вадик. – Һәр һунарсы белергә теләй...
– ...фазандың ҡайҙа ултырғанын! – Даша ҡыуаныслы тамамланы. – Ысынлап та, был йәйғор бит!
Толик төймәләрҙе тейешле тәртиптә ашыҡ-бошоҡ баҫты, тот­ҡаны тартты... ишек бирешмәне. Ул һандарҙы ипләберәк тағы ла индерҙе – һөҙөмтә шул уҡ.
– Быларҙың барыһы ла юҡ-бар, – Вадик мығырланы. – Ә Валькирия беҙҙе мыҫҡыл итә. Сөнки...
– Ә ни өсөн ике өс рәттән? – тип һораны Вадик. – Аптырарлыҡ.
Өс хаталы ҡағыҙҙарҙы тикшерергә ташландылар. Уларҙың береһендә дүртенсеһен таптылар!
– Ҡояш системаһында планеталар туғыҙ түгел, ә һигеҙ! – тине Матвей ниңәлер Соняға ғорур ҡарап. – Элек туғыҙ ине, Плутонды планета тип иҫәпләгәндә, ләкин...
Ул һөйләп бөтә алманы. Ҡыңғырау яңғыраны, әммә уны Толиктың тауышы баҫып китте.
– Ура! Тап килде!
Толик ишекте шар асты...
...һәм танауы менән саҡ Валерия Кирилловнаға бәрелмәне.
– Толя, ишекте асҡаның өсөн рәхмәт, – тине ул, ғәҙәттәгесә, йылмаймайынса. – Хәҙер бөтәбеҙ ҙә урындарыбыҙға ултырабыҙ.
– Һеҙ бит вәғәҙә иттегеҙ! – тип геүләне дүртенсе «В». – Өйгә ҡайтарып ебәрҙегеҙ! Үткән дәрес аҙағында.
– Тағы ниндәй үткән дәрес? – тине директор ризаһыҙлығын йөҙөнә сығарып. – Сәғәткә ҡарағыҙ. Беренсе дәрес яңы башлана.
Бөтәһе лә бер юлы стена сәғәтенә боролдо. Ул теүәл һигеҙҙе күрһәтә ине.
– Урындарығыҙға! – Валькирия ҡысҡырмай, әммә тәьҫирле бойорҙо, һәм дүртенсе синыфтар мамыҡ аяҡтарында парталарға таралышты.
Соня дәреслектәрен теҙеп һал­ғас, уң ҡолағына шыбырланылар:
– Нисек уйлайһың, ҡыңғырауға тиклем өлгөрһәк, ебәрер инеме икән?
– Беҙ өлгөрмәҫ инек, – Соня Эльфҡа шым ғына яуапланы. – Ул сихырсы бит.
Күршеһе сәйер, нисектер эльф­тарса булмағанса танауын мышҡылдатты.
Соня уға боролғас, партаһы артындағы ғүмер баҡый буш тор­ған урынды Матвей биләгәнен күрҙе.
Уның быны ни өсөн эшләгәнен барыбер аңламаны ул.

6-сы бүлек.
Мәктәптәге иң яҡшы синыф

Бәйгелә ҡәҙерле балдарҙы эшләргә мөмкин сираттағы байрам – Әсәләр көнө ине. Дүртенсе «В» был юлы ла барыһын да еңеренә ышанды. Берәй нәмә уйлап табаһы ғына ҡалды... «Аһ» итерлек булһын – барыһы ла илаһын.
Валькирия, үткәнендәге һымаҡ, әҙерлеккә ҡыҫылманы. Хәҙер унан ҡасырға тура килмәне, шуға күрә синыф һәр тәнәфестә асыҡтан-асыҡ йыйылып, ни эшләргә кәрәклеген ҡыҙып-ҡыҙып тикшерҙе. Матвей ғына, Соняның кәйефе ҡырылыуға ҡарамаҫтан, концертта ҡатнашыу­ҙан ситләште – теләһә ниндәй юҡ-барға ваҡытымды әрәм иткем килмәй, тине. Әммә унан башҡа ла теләүселәр етерлек ине.
Иң ныҡ әүҙемлекте Эльвира күрһәтте. Өйҙә ҡотлау сайттарынан шиғырҙар алып, ҡағыҙҙа баҫтырҙы, ә мәктәптә уларҙы күҙҙәрен аҡайтып һәм сәрелдәй-сәрелдәй һөйләне.
– «Рәхмәт, ҡәҙерле әсәкәйем! Тормош бүләк иттең һин мә. Изге күңелле һәм түҙемле һин! Мине яратҡанымды беләм һинең!»
– Ниндәй «мә» ул? «Мә» нимә аңлата? – тип ҡыҙыҡһынды Петя.
– Иҫәр! – Эльвира ҡулын һелтәне лә дауам итте: – «Мин беләм, һиҙгер йөрәгең менән һәр миҙгелде йылытҡаныңды, барыһына ла ысын күңелдән изге шишмә бүләк иткәнеңде!» – Эльвира күҙ алдына килтергән залға йомолған күҙҙәре һәм алға һуҙыл­ған ҡулдары менән ҡарап, һынташ кеүек ҡатып ҡалды. – Бына тигән, дөрөҫ бит?! – тине ул, һоҡланып.
Ҡыҙҙар зыҡ ҡубып сәпәкәйләне. Толик танауын йыйырҙы. Соня теш ауыртыуҙан аҙна буйы интеккәндәй күренгән Эльфҡа ҡараны. Шиғырҙар уның үҙенә лә оҡшаманы, ләкин был хаҡта Эльвираға әйтә алманы! Өҫтәүенә, ҡыҙҙарҙың күбеһе хупланы.
– Шәп, – тине ул һүлпән генә.
Эльф тертләне.
– Һин нимә? – тип асыуланды ул. – Яһалма! Ишетмәйһеңме ни?
– Тағы ла! – Эльвира икенсе битте алды. – «Ҡәҙерле әсәйемде ҡотлайым мин! Әйҙә, оҙаҡ йәшә һин! Бөгөн ошо юлдар аша беҙ һиңә ялҡынлы сәләм юллайбыҙ!»
Бахыр Эльф ҡолаҡтарын ҡап­лап, өҫтәл аҫтына йәшеренде. Вадик ҡағыҙҙы ҡулына алды, Эльвира сираттағы «гүзәл» әҫәрен һөйләгән арала, ирендәрен ҡыбырлатып, уны уҡырға тотондо.
– Ни өсөн бында башта «мин» әсәйемде ҡотлайым, ә сәләмде «беҙ» юллайбыҙ? – тип һораны ул. – Эҙмә-эҙлекле түгел.
Эльвира унан ҡағыҙҙы тартып алды.
– Был – шиғыр! Бында эҙмә-эҙлелектең ниндәй ҡыҫылышы бар! Был һиңә математика түгел! – тип асыуланды ул. – Беҙ садикта шиғыр уҡығанда бөтә әсәй­ҙәр ҙә иланы. Бында ла уҡыйбыҙ, бөтәһе лә илаясаҡ, беренсе урын – беҙҙеке! Тик матур итеп уҡырға кәрәк.
Эльвира теләүселәрҙең барыһын да матур итеп уҡырға өйрәтергә кереште. Хәҙер бер нисә уҡыусы сәрелдәне, ҡулдарын түшәмгә һондо, күҙҙәрен йомдо. Етди булмау сәбәпле, шунда уҡ ситләтелгән Даша беренсе булып түҙмәне.
– Соня, әйҙә һинең менән көлкөлө сәхнә күрһәтәбеҙ, – тип тәҡдим итте ул. – Әсәйҙәр ҙә, уҡытыусылар ҙа көләсәк...
– Әсәйҙәр иларға тейеш! – тине Эльвира ҡәтғи итеп. – Был –  уларҙың байрамы!
Дашаны һис һүҙһеҙ хупларға йыйынған Соня йәнә ҡаушаны. Эльвира насар кәңәш бирмәҫ. Өҫтәүенә, Эля уны баш сценарист һәм режиссёр итеп тәғәйенләне, ҡағыҙ һәм ручка биреп, программа төҙөргә ултыртты.
Соня төҙөнө. Валерия Кирилловна дәрес ваҡытында ҡағыҙға күҙ һалғас:
– Биш тапҡыр ҡыҫҡартырға, – тине.
Соня ауыр хәлдә ҡалды. Барыһы ла сығыш яһарға теләгәндә программаны нисек ҡыҫҡартмаҡ кәрәк? Эльвирала ғына дүрт шиғыр!
Соня Матвей менән кәңәшләшергә тырышты, ул шырпылар тартырға кәңәш бирҙе, кем оҙонон тартып сығара – ҡала бир­һен, кем ҡыҫҡаһын – төшөп ҡала.
Даша, бөтә мәғәнәһеҙ шиғыр­ҙарҙы ташларға кәрәк, тине, Вероника малайҙар ҡатнашҡан барлыҡ номерҙарҙы һыҙырға тәҡдим итте, сөнки улар үҙҙәрен сәхнәлә тота белмәй. Петя менән Олег концертта ҡатнашырға йыйынмаһа ла, шунда уҡ Верониканы туҡмарға ташланды. Малайҙар сәхнәлә үҙҙәрен тота белеүен иҫбат итер өсөн.
Соняның бик ҡасҡыһы килде. Сирләргә. Концертҡа тиклем мәктәпкә йөрөмәҫкә, үҙҙәре теләһә нишләһен. Ул өйҙәренә иҙеүе асыҡ курткала, бүрекһеҙ ҡайтты, туңдырманы оло киҫәктәр менән йотто. Шунан форточканы асып, уның аҫтында майкала ултырҙы. Бер нәмә лә булманы! Хатта тымау ҙа башланманы.
Концертҡа ике көн ҡалғас, Эльвира:
– Сценарий ҡайҙа? – тип ҡәтғи һораны.
Соня дер ҡалтыранған ҡулы менән ҡағыҙ һуҙҙы.
– Тик уны ҡыҫҡартырға кәрәк, – тине ул.
– Яҡшы, тимәк, малайҙарҙың йырын, Верониканың шиғырҙарын һәм көнсығыш бейеүен алып ырғытабыҙ.
Эльвира өс пунктты юҡҡа сығар­ҙы.
Соняға көнсығыш бейеүе ныҡ оҡшай ине, ул ғәфү үтенергә ҡыҙҙар янына барҙы, тегеләр иһә оҙаҡ уйлап торманы, үс итеп, Эльвираның өс шиғырын һыҙ­ҙы.
Соня яңынан Эльвираға табан атланы, ләкин уның янына барып етә алманы, исемлекте Даша тартып алды ла үҙе уйлап сығар­ған, ләкин репетиция яһап өлгөрмәгән әбейҙәр хаҡындағы йыр­ҙы төшөрөп ҡалдырҙы.
Ҡыҫҡартылған исемлек өс пункттан тора ине, ул бер кемгә лә оҡшаманы.
– Был – юҡ-бар, сығыш түгел! – тип ҡысҡырҙы Вероника.
– Мин бер шиғыр өсөн сәхнәгә сығып та тормайым! – Эльвира унан да нығыраҡ ҡысҡырҙы.
– Бында барыһы ла бер-береһе менән бәйләнмәгән, – тип мығырланы Вадик.
Ә Соня бөтәрләнгән ҡағыҙҙы ҡулы менән тигеҙләне, ул синыфташтары менән ризалашты. Килеп сыҡҡан нәмә уға ла оҡшаманы.
– Ҡарағыҙ әле, беҙҙә кем баш сценарист һәм режиссёр? – Эльвира «келт» итеп иҫенә төшөрҙө. – Соня! Берәй нәмә эшлә!
Соняның бәхетенә күрә, тап ошо мәлдә синыфҡа Валерия Кирилловна инеп, тамаша залында концерт башланыуын хәбәр итте, артабан әрләшергә ваҡыт ҡалманы.

Дүртенсе «В»-ға тағы ла үҙ сиратын оҙаҡ көтөргә тура килде: беренсе синыфтар, икенсе һәм өсөнсөләр, дүртенсе «А» менән «Б»...
Сәхнәгә ҡараған һайын, Соняға ҡурҡынысыраҡ була барҙы. Беренсе синыфтар ярай инде – улар бәләкәй, әммә мәшәүҙәр – хатта икенсе һәм өсөнсө синыфтарҙың да концерты дүртенсе «В» әҙерләгән программанан һәйбәтерәк ине. Өҫтәүенә, Элька туҡтауһыҙ ҡолаҡ төбөндә бытылданы:
– Быларҙың барыһы ла юҡ-бар! Беҙҙеке һәйбәтерәк! Бына күрерһегеҙ... Барыһы ла илаясаҡ!
...Ләкин береһе лә иламаны. Көлмәнеләр ҙә. Ҡул да сапманылар. Соня уларҙы аңланы. Шаршау артында тороп, тырнаҡтарын кимерҙе – уларҙың прог­раммаһы иң хөртө ине. Эльвираның шиғырҙары бик насар ине, уларҙы һөйләй башлағас иһә...
Соня һөҙөмтәләрҙе иғлан иткәнде көтмәне. Дүртенсе «В»-ның һуңғы урында икәнлеге былай ҙа аңлашылып тора ине.
Ул бәҙрәфтең иң төпкө кабинкаһына ҡасты, кискә ҡәҙәр, мәктәпте япҡансы ултырырға йыйынды. Синыфташтарының берәйһен осратмаҫына ышанғас ҡына ҡайтып китәсәк. Әгәр был ваҡытта директор кабинетында барған һөйләшеү булмаһа, шулай килеп тә сығыр ине.
– Уны насар юлға һин этәрҙең, үҙең һөйрәп сығар! – тине Эльф асыуланып.
– Мин бер кемде лә этәрмәнем! – тине Валькирия кабинет буйлап атлап. – Мин, ғөмүмән, бер нәмә лә эшләмәнем!
– Шулай шул! – Эльф ултыр­ғысҡа менеп ҡунаҡланы. – Нимәлер эшләргә ваҡыт!
– Ул үҙ хаталарында өйрәнергә тейеш! – тип ҡаршы төштө директор.
Хәҙер ул өлкән иптәше шелтәләгән йәш уҡытыусыға нығыраҡ оҡшап тора ине.
– Ул өйрәнәсәк, – тине Эльф янап. – Шундай итеп өйрәнәсәк, башҡа бер ваҡытта ла бер эшкә лә тотонмаясаҡ! Соня ла бала ул!
Тынып ҡалдылар. Валькирия тырнаҡтарын кимерергә тотондо. Тап бәҙрәфтәге Соня һымаҡ.
– Уны ҡайҙан эҙләргә? – тип һорау бирҙе Валерия Кирилловна бер аҙ үпкәләп.
– Башыңды иҫәргә һалма! Һин уның ҡайҙа икәнен былай ҙа беләһең!
Бер минуттан һуң Соняның кабинкаһына туҡылдаттылар. Ул күҙҙәрен йомоп, йомғаҡтай йомарланды.
– Соня, – тыштан директорҙың тауышы ишетелде. – Ас. Мин һинең унда икәнеңде беләм.
Соня башын сайҡаны. Валькирия быны ишек аша күрҙе булһа кәрәк.
– Улайһа, үҙем асам.
Шулай эшләне лә. Ишекте тартты – ул асылып китте. Соня үҙенең шпингалетты аҙағына ҡәҙәр күсергәнен белә ине.
Директор уны кабинетҡа алып барҙы, ишекте йоҙаҡҡа бикләп бойорҙо:
– Ултыр! Диафильм ҡарайбыҙ!
Соня ҡайғы баҫҡан халәтендә лә ғәжәпләнмәй ҡала алманы:
– Нимә?
– Ди-а-фильм! – Валерия Кирилловна ижекләп ҡабатланы ла шкафтан сәйер нәмә – фотоаппарат менән бәләкәй пушка араһындағы уртаса ҡоролма алды.
Валькирия уға таҫма ҡуйҙы, аппаратты шкафтар тормаған ҡаршылағы стенаға урынлаш­тыр­ҙы, пәрҙәләрҙе еткерә тартты.
Шунан «пушканы» тоҡандырҙы. Унан туҙан бейегән яҡтылыҡ нуры бәрҙе.
Стенала фотоһүрәт барлыҡҡа килде: 1 сентябрь линейкаһы. Уҡыусылар сәйер формала: малайҙарҙың барыһы ла – күк кос­тюмда, ҡыҙҙар – аҡ алъяпҡыслы көрән күлдәктә. Уларҙың өҫтөндә сибек, ныҡ борсолған һәм буйсан уҡытыусы тора. Соня текәлеп ҡараны...
– Валерия Кирилловна! – ул «ах» итте. – Был һеҙме?
– Минең беренсе беренсе синыф, – ҡараңғылыҡтан тауыш ишетелде. – Ә бына мин дәрестә.
Таҫма ҡыштырҙаны, стенала сираттағы кадр күренде – йәш Валькирия таҡта янында тора.
Соня ни булғанын шунда уҡ аңлай алманы. Бер ҡайҙа ла күсмәне һымаҡ, директор кабинетында ултыра, ләкин көтмәгәндә сәйер кейенгән беренсе синыфтар араһына барып эләкте. Уҡытыусы СССР тигән оло ил, бөгөн миллионлаған малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың парта артына ултырыуы тураһында бәйән итте, әммә Соня һүҙҙәргә иғтибар бирмәне. Һүҙҙәрҙән бигерәк, уны Валькирияның тауышы ҡалтырауы, ҡулындағы күрһәткес таяҡты борсолоп тартҡыслауы тәьҫирләндерҙе.
Шунан диафильм кадрҙары тиҙ-тиҙ күҙгә салынды, Соня үҙенең ҡайҙалығын саҡ-саҡ аңғарҙы, ул шунда уҡ икенсе урынға күсте. Бына улар синыф менән көҙгө байрам әҙерләй, бына беренсе синыфтар бик күп, уларҙың күкрәктәренә йондоҙсоҡтар ҡаҙай­ҙар, бына концерт, беренсе рәттәрҙә шөһрәтле ағайҙар һәм апай­ҙар ултыра, залда ҡыҙыл бәрхәтле креслолар, Валькирияға өгөт-нәсихәт бирәләр:
– Әгәр ҡыйын хәлдә ҡалдыр­һаң, нимә булырын үҙең беләһең...
Күрәһең, Валькирия ҡыйын хәлдә ҡалдырмағандыр, сөнки шөһрәтле ағайҙар һәм апайҙар баш ҡаға, ҡул саба, ә бына йәш уҡытыусыға өгөт-нәсихәт биреүсе талсығып йылмая һәм маңлай тирен һөртә.
Соня уҡыусылар туп-тулы мәктәп залына күсте. Ултырғыстар унда ҡыҙыл түгел, ә ғәҙәтиҙәр, беренсе рәттәрҙә бер ниндәй ҙә шөһрәтле кешеләр күренмәй, ләкин залда алма төшөрлөк тә урын юҡ, балалар әллә ҡасандан бирле ултыралыр, сөнки күптәре иҫнәй, ә иң әүҙемдәре һуғыша һәм йүгерә.
– Юҡ, мин быға ҡарай алмайым! – Валькирия вилканы розетканан ҡапыл тартып алды һәм экран һүнде.
Соня яңынан кабинетта булыуына күнегеп, бер килке күҙҙәрен ҡыҫҡылап ултырҙы. Танауына ҡыҙған тимер еҫе бәрелде, тағы ла нимәлер, күрәһең, эҫе таҫманыҡылыр.
Валерия Кирилловна борсолоп бүлмә буйлап йөрөнө.
– Ҡыҫҡаһы, музыкант килмәне, сөнки мин уны саҡырырға онот­ҡайным. Һүҙҙәрҙе ятларға өлгөрмәнем. Ҡыш бабай менән Ҡар­һылыу ҙа килеп сыҡманы, сөнки мин костюм хаҡында онот­ҡайным.
– Был Яңы йыл булдымы ни? – Соня төшөндө.
– Ул йылда мәктәптә Яңы йыл булманы, – тине Валькирия һөм­һөрө ҡойолоп, – уның ҡарауы, партия конференцияһы өсөн ҡала концерты булды, хәрби йыр башҡарыусыларҙың район смотрын үткәр­ҙеләр, макулатура йый­ҙыҡ, тағы ла һанап бөткөһөҙ ваҡ-төйәк, мин иртәнән кискә тиклем шөғөлләндем.
– Ә залдағы балалар? – тип һораны Соня шыпырт ҡына.
– Ике сәғәт ултырҙылар ҙа өйҙәренә таралыштылар.
– Ә һеҙ?
– Бүлмәгә бикләнеп үкһенем, унан барыһы ла таралышҡансы сығырға ҡурҡтым.
Ултырғысҡа һырыҡты Соня, һулыш алырға ла ҡурҡты. Уның ҡолаҡтарын томалағыһы килде, сөнки ул өлкәндәрҙең бындайҙы инҡар итмәүен аңлай ине. Етмәһә, оло йәштәге мәктәп директорҙары. Әгәр ул быны ишет­һә, хәҙер уның хәтерен юясаҡтар йәки тағы ла ҡурҡынысыраҡ нимәлер буласаҡ.
Ләкин Валькирия уны үлтерергә йыйынмай ине шикелле, диапроектор сымын матурлап ураны, уның туҙанын өрөп төшөрҙө.
– Ул ваҡытта яныма дуҫым килеп: «Юҡ!» – тип әйтергә өйрән!» – тине. Мин өйрәндем. Шунда уҡ түгел. Ләкин өйрәндем. Һиңә лә шуны теләйем.
Бында өйрәнеүҙең ниндәй ҡыҫылышы барлығын бигүк аңламаһа ла, Соня башын ҡаҡты.
– Ниҙер эшләй алһаң – ризалаш. Булдыра алмаһаң йәки теләмәһәң – баш тарт, – тип аңлатты Валькирия. – Сөнки һу­ңынан бәҙрәфтә һин үкһейәсәк­һең.
Соня танауын мышҡылдатты.
– Һеҙгә һөйләүе рәхәт, – тине ул әкрен генә, – һеҙ убырлы ҡарсыҡ бит...
– Ул ваҡытта түгел инем әле... Ғәфү ит, һин ни тинең? – мәктәп директоры ҡапыл иҫенә килде.
– Бер нәмә лә әйтмәнем, – тип мығырланы Соня һәм урынынан торҙо. – Мин киттем, һау булы­ғыҙ.
– Һау бул, – тине Валькирия һәм ҡарашы менән ишекте асты.

7-се бүлек.
Команда

Соняның мәктәпкә барғыһы килмәне. Кисәнән бирле. Эльф килде. Өгөтләне. Шунан Винкс сихырсылары күренде – әммә Соня уларҙың исемен бутаны, асыуы ҡабарҙы һәм ҡыуып ебәр­ҙе. Страшила5 күренде, ҡыҙыҡ көләмәстәр һөйләне. Ул бер аҙ Соняның күңелен асты, ләкин ҡыҙ барыбер әйтте: «Төнө буйы  йоҡламаясаҡмын, күҙҙәрем ҡы­ҙарып сығыр, әсәйем, мин ауырыған, тип уйлар».
Шунан Соня уянды. Ваннала күҙҙәрен ҡараны. Ҡыҙарған һымаҡтар, әммә сиргә тартмайҙар. Соня ҡулынан килгәнсе уларҙы ыуҙы – барыбер ышандырырлыҡ түгел ине. Мәктәпкә барырға тура килде.
Соняның синыфташтары йәнә бәйге таблоһы янына йыйылғайны. Әле уларҙың йөҙө һытыҡ. Дүртенсе «В» унынсы урынға төшкән.
– Ана ул, – Эльканың асыулы тауышы яңғыраны, – беҙҙең баш сценарист!
Барыһы ла Соняға боролдо. Элек нисек шәп булған! Бер кемдең дә күҙенә салынмай ине. Хәҙер һәр кем рәнйетергә һүҙ тапты.
– Беҙһеҙ хурлыҡҡа ҡалаһығыҙ, тинем бит! – тине Петя (бындай һүҙҙәрҙе әйтмәһә лә).
– Һин ни өсөн көнсығыш бейеүен алып ырғыттың? – тине ҡыҙҙар бер ауыҙҙан. – Ул беҙҙе ҡотҡарыр ине!
– Бөтәһенә лә һин ғәйепле! – тип раҫланы Элька. – Юрамал шулай эшләнеңме?
– Бына минең номерҙы ҡалдырған булһағыҙ, – тип хыялланды Вероника, – ул саҡта...
– Бер ниндәй ҙә «ул саҡта» түгел, – тип асыуланды Толик. – Номерҙарҙың урындарын күсерергә кәрәк ине. Эльканы программанан бөтөнләй алып ташларға, ә уның урынына...
– Бына һиңә белдереү! – Эльвира бөйөрөнә таянды, ул ҡыҫҡа ҡанатлы күбәләккә оҡшағайны. – Шиғырҙарым һәйбәт ине.
Соня үҙе хаҡында ваҡытлыса онотоуҙарынан файҙаланып, шым ғына кабинетҡа инде. Урынына ултырҙы, дәреслектәрен партаға һалырға тотондо.
Башҡа синыфташтары кабинетты тултыра, юрамал Соняға ҡарамайынса урындарына ултыра башланы. Уның янындағы урын ғына буш ҡалды. Соня синыфҡа күҙ һалды – Матвей юҡ ине. «Бәлки, ул сирләгәндер?» – тип ҡыуанды Соня, бының өсөн үҙен шунда уҡ орошто. Кешегә ауырыу теләргә ярамай, һүҙҙәр үҙенән-үҙе тормошҡа аша.
Кисә Валькирияның ҡарашы менән ишекте оҫта асыуын хәтеренә төшөрҙө.
Тап шул мәлдә синыф ишеге асылды һәм директор инде. Гүйә, Соняның уйҙарын ишеткән. Әллә тыңлап торғанмы?
– Хәйерле иртә! – тине ул.
Ҡыңғырау яңғырар алдынан ғына синыфҡа Матвей осоп килеп инде. Ул директорға: «Һаумыһыҙ!» – тине һәм...
...Соня йомарланды...
...һәм Матвей Соня янына барып ултырҙы. Күҙ ҡыҫты хатта.
Уның шунда уҡ күңеле тулды, илағыһы килде. Ләкин нығыраҡ йомарланды. Бөтәһе алдында үкһеү генә етмәгәйне.
– Миндә ашығыс кәңәшмә, – тине Валькирия ҡәтғи. – Шуға күрә хәҙер уҡыу буласаҡ. Ҡыс­ҡырып. Синыф старостаһы китап һайлап ала һәм уны уҡыясаҡ кешене билдәләй. Әгәр шаулаш­һағыҙ...
Ул һөйләп бөтмәне, хатта Петя менән Олег та ул саҡта ни булырын асыҡламауҙы хуп күрҙе.
Ул китеү менән таҡтаға Элька йүгереп сыҡты:
– Пушкинды уҡыясаҡбыҙ! Ши­ғырҙар! Уҡыусы итеп билдәләйем...
– Э! – тип ҡысҡырҙы Толик. – Был ниндәй эш? Мин староста бит, мин хәл итәм!
– Һин староста түгел! Үҙең баш тарттың!
– Улайһа, һин дә староста түгел! Кем һине һайланы?
– Ә нимә, кемдер ҡаршымы әллә? – Эльвира күрһәткес таяҡты эләктерҙе лә уны һелтәргә тотондо. – Кем миңә ҡаршы?
– Беҙ! Беҙ! – игеҙәктәр тиле­реү мөмкинлегенә ҡыуанды, линейка эләктереп, Элькаға ташландылар.
Тегеһе сыйылдап уҡытыусы өҫтәле аҫтына ҡасты. Петя менән Олегҡа малайҙар ҡушылды. Улар ҡысҡыра-ҡысҡыра өҫтәл дөбөрләтте. Элька уларҙы ҡыуандырып, тағы ла нығыраҡ сыйылданы.
– Һеҙ ни эшләйһегеҙ? – Вероника ҡулдарын һелтәне. – Хәҙер Валькирия ишетәсәк!
Ләкин әле, уҫал директор мөһим кәңәшмәлә саҡта, ул ҡур­ҡыныс түгел ине. Дыу-ғәләмәт көсәйҙе.
Дөйөм ығы-зығыла Вадикка бер кем дә иғтибар итмәне, ул ашыҡмайынса ғына биштәренән китап алып, таҡта янына сыҡты ла уҡый башланы:
– «Ҡояшҡай сағыу нурҙары менән юлды яҡтыртты, тиҙҙән юлсылар киң һәм тиҙ йылғаның ярына сыҡты».
Ҡапыл мәктәп стеналары һауала ирегәндәй булды, йылы яҙғы ел иҫте, ылыҫ һәм лай еҫе сыҡты. Ҡаушаған дүртенсе синыфтар баштарын борғоланы.
– Йылға, – тине Толик.
Ысынлап та, урман сите ҙур һары пляжға талғын ғына төштө, унда йылға йәйрәп ята ине.
– Уррра! – тип аҡырҙы Петя.
– Һыу инергә! – Олег туғанын хупланы.
Улар күлдәктәрен сисә-сисә йылғаға елдерҙе. Игеҙәктәр артынан башҡалар тартылды.
– Әйҙәгеҙ, беҙҙең янға! – тип һөрәнләне бер туғандар. – Һыу ныҡ йылы!
Малайҙарҙың ҡайһылары һыу инеүселәргә ҡушылды. Ҡыҙҙар оялды – береһе лә купальник алмағайны – яр буйлап һыуҙа ялан аяҡ йөрөнөләр. Һыу, ысынлап та, ныҡ йылы ине.

– Ҡыҙыҡ, – Матвей уйға батты, – был ниндәй йылға?
– Вадиктан һорарға кәрәк, – тине Даша. – Ул йылға хаҡында нимәлер уҡыны.
Ләкин синыфташтар араһында Вадик юҡ ине.
– Бында ла аңралана, – тип мығырланы Эльвира.
Ә Соня уйға талды. Китаптағы һүҙҙәр таныш һымаҡ тойолдо. Соня Вадик уҡыған китаптың тышлығын хәтеренә төшөрөргә тырышып күҙҙәрен йомдо. Уны үткән төндә уҡығайны шикелле. Уҡыманы, ә һөйләште...
– Страшила! – тип сарбайлап ҡысҡырып ебәрҙе ул. – «Зөбәржәт ҡалаһы сихырсыһы».
Синыфташтары иғтибар итмәне. Кемдер Соняға төбәлде, кемдер юрамал ситкә боролдо. Улар­ҙың Соня менән әрләшкеһе килмәне, ғәфү итергә лә йыйынманылар.
– Ә, иҫемә төштө, – тине Матвей, ул үҙен, әйтерһең, Соня кисә бөтә мәктәп алдында хурлыҡҡа ҡалмаған һымаҡ тотто. – Улар ҙур йылға аша йөҙөп сыға.
– Ә бынан алда, – тип шомланып эләктереп алды Соня, – улар­ҙы ҡылыс тешле юлбарыҫтар ҡыуа.
Башҡаларҙан яҡыныраҡ торған Матвей, Толик һәм Даша һиҫкән­де.
– Ләкин ҡылыс тешле юлбарыҫтар асыҡ урынға сығырға яратмай, – Соня Матвей ғына ишетерлек итеп һөйләһә лә, уны башҡалар ҙа ишетеп, тынысланды.
– Барыбер, – Матвей танауын йыйырҙы, – икенсе ярға йөҙөп сығыу яҡшыраҡ. Юҡһа...
Урман төпкөлөнән тоноҡ үкереү ишетелде.
– Тәк, – тип ҡысҡырҙы Толик һәм ҡулын болғаны, – бөтәгеҙ ҙә ярға, тиҙ генә һал яһарға кәрәк!
Әммә һыу инеүселәр ҡолаҡтарына ла элмәне.
– Сығығыҙ! – Толик һыуға инде. – Унда арыҫландар, уларҙың һөжүм итеүе бар.
– Ниндәй арыҫландар? – Элька аҫтыртын ҡыҙыҡһынды.
– Ҡылыс тешле! Соня әйтте... – Толик телен тешләне, әммә һуң ине инде.
– Кем? Соня? – Петя эсе ҡатып көлдө. – Әйҙә, уны тыңла, ул һине өйрәтер!
Толик сырайын һытты, уйланды... кейемен һалып ташлап, баш­ҡалар менән һыу инергә төштө.
– Бүрәнәләр кәрәк, – Матвей Соняға ҡараны. – Нисек уйлай­һың, бында бүрәнәләрҙең ҡайҙа булыуы ихтимал?
Соня башын сайҡаны. Ул тағы ла үҙенән нимәлер һорауҙарын теләмәй ине. Валькирия уға: «Юҡ!» – тип әйтергә өйрәтте лә баһа.
– Юҡ, – тип шыбырланы Соня.
– Юҡлығын күрәм, – тип үртәләнде Матвей. – Китапта уларҙы ҡайҙандыр алғандар бит!
Соня әлегә баш тарта белмә­үен аңланы, «Зөбәржәт ҡалаһы сихырсыһы»н хәтергә төшөрөргә кереште.
– Уларҙы урманда Тимер утын ҡырҡыусы киҫкән.
– Ниңәлер мин бында төпһәләрҙе күрмәнем, – тип һүҙгә ҡушылды Даша.
– Сөнки улар юлдан барған, – Вадиктың тауышы яңғыраны, – һары кирбестән һалынған.
– О! – Матвейҙың ҡыуанысы йөҙөнә сыҡты. – Табылды.
– Мин бында йөрөнөм... тирә-йүнде ҡараным. Һары кирбес юл унда, – Вадик ағым үренә бармағын төрттө. – Әйткәндәй, унда бүрәнәләр ҙә бар.
– Халыҡ! – Даша һөрәнләне. – Беҙҙең менән киттек! Һал яһар­ға!
– Эй, ниңә? – барыһы өсөн дә Вероника яуап бирҙе. – Бында былай ҙа һәйбәт!
Бүрәнәгә дүртәүләп: Соня, Матвей, Вадик һәм Даша барҙы. Бүрәнәләр ни бары өсәү ине, ләкин уларҙы ялғау еңел булманы. Бау берәүҙә лә юҡ ине. Вадик ике минут уйланғас, ҡайыштарҙы файҙаланырға тәҡдим итте, әм­мә улар малайҙарҙа ғына бар ине. Даша ҡалғандарға йүгерҙе, ләкин синыфташтар ҡайыштарын биреүҙән ҡырҡа баш тартты.
Күрән йолҡорға, унан бау үрергә һәм нисек етте шулай уның менән бүрәнәләрҙе бәйләргә тура килде. Соня шунда уҡ ҡулын йәрәхәтләне, был эште юҡҡа башлағанбыҙ, тип үкенде. Ләкин шул саҡ урмандан йәнә үкереү ишетелде. Хәҙер ул көслөрәк яңғырай ине.
Матвей менән Вадик бар көсөнә эшләне, Соня менән Даша булдыра алғанса ярҙамлашты.
Үкереү өсөнсө мәртәбә ишетелгәс, уларҙың янына Толик, Вероника, Эльвира һәм башҡа синыфташтары йүгереп килеп етте.
– Унда ысынлап та юлбарыҫтармы ни? – тип һораны Толик. – Һеҙ нимә, бөтөнләй әллә?
Уға бер кем дә яуап бирмәне – барыһы ла ярты сәғәттә ныҡ арығайны.
– Юҡ, дөрөҫ, Соня! – тип талап итте Элька. – Һин беҙҙе бында һөйрәп алып килдең, үҙең сығар.
Соня бындай ғәҙелһеҙ шелтәнән бүрәнәләрҙе бәйләүҙән туҡтаны хатта. Ул һүҙ һайлаған арала Вадик, эште туҡтатмай, уның урынына яуап бирҙе:
– Ул түгел, ә мин. Сыҡҡығыҙ килһә – ярҙам итегеҙ.
Эргәлә генә ер ярырҙай булып үкерҙеләр. Хәҙер юлбарыҫтар­ҙың бер нисә икәне аңлашыла ине.
– Барыбер ул ғәйепле! – тип ҡысҡырҙы Толик. – Юлбарыҫтар бында килмәй, тине, ә улар яҡында ғына!
Соня бөтөнләй аҡланғыһы килмәгәнен аңланы. Тимәк, ул аҡланмаясаҡ. Шунда уҡ еңел булып китте, Соня эшкә тотондо.
– Шыңшымағыҙ, – тине Матвей. – Һал бәләкәй килеп сыға, барыбыҙ ҙа һыймаясаҡбыҙ. Тағы ла бүрәнәләр эҙләгеҙ, йә ҡыуаҡтар, йә...
Һүҙен тамамлап өлгөрмәне, пляж яғынан юлбарыҫтың имәнес үкереүе ишетелде, шунда уҡ – ике тиҫтә ауыҙҙан аҡырыу.
– Һал! Һыуға! – тип бойорҙо Матвей.
– Ә ҡалғандар? – Соня юғалып ҡалды.
– Улар ағым түбәнендә! Беҙҙе уларға йылға алып барасаҡ! Йә!
Матвей, Соня, Даша һәм бер аҙ һуңлап Вадик һалды һыуға төшөрөп, уға ташланды. Башҡалар ҡысҡырышты, аяҡ аҫтында буталды.
Һуңынан нәмә булғанын Соня Валькирияның диафильмындағы һымаҡ өҙөк-өҙөк хәтерләне. Бы­на һал пляж янында. Бына тотош дүртенсе «В» арлы-бирле бәйләнгән һалға үрелә. Ярҙа оло-ҡара өс юлбарыҫ ырғыла, ләкин үҙҙәренә һыу эләккәс, тороп ҡа­ла.
– Һыу! Улар һыуҙан ҡурҡа! – тип яр һалды Вадик.
Барыһы ла айҙай балҡый.
Һал егерме метрлап йөҙҙө, ләкин ул артыҡ тейәлгән.
Аяҡ аҫтында күрән тая.
Элька өтәләнә:
– Юлбарыҫтар! Юлбарыҫтар!
Баҡтиһәң, юлбарыҫтар йөҙә белә икән, һәм бик тиҙ.
Паника.
Соня үҙ тауышын ишетә:
– Бер-берегеҙгә тотоноғоҙ! Ул саҡта бер кем дә йығылмаясаҡ!
Уны ныҡ тоталар. Бер яҡтан – Матвей, икенсе яҡтан – Даша. Ләкин Элька ҡото осоуҙан сырылдай, уртаға үтергә маташа. Ул Дашаны этеп ебәрә, Соня уны тоторға тырыша, әммә ярты сә­ғәт буйы күрән бәйләгәс, ҡулдары көсһөҙ. Даша һыуҙа.
Бынан һуң урыҡ-һурыҡ тамамланды, һәм ваҡыт ғәҙәттәгесә уҙҙы. Соня саҡ һаңғырауланманы. Баҡһаң, элек ул айырым һүҙ­ҙәрҙе генә ишеткән икән, ә хәҙер ғәҙәттән тыш шау-шыуға сумды. Бөтәһе лә бер юлы ҡыс­ҡыра.
– Уны ҡотҡарығыҙ! Мин йөҙә белмәйем! Ишегеҙ! Нимә менән ишергә? Ул уны ашай! Ебәрегеҙ, мин һикерәм!
Юлбарыҫтар Даша янында ғы­на. Ул һыу сәсрәтте, бар көсөнә сырылданы, әммә оло-ҡара бесәйҙәр һоро күҙҙәрен ҡыҫып ҡараны.
Шунда Соня иҫәрлек ҡылды, сөнки бер нәмә лә эшләмәү ярамай ине. Ул аяғынан туфлийын сисеп алды ла юлбарыҫҡа бәр­ҙе...
– «Шулай итеп, Тотошканы ла ҡалдырмайынса, ул барыһын да йыйып алған, – тип уҡыны Вадик, – ә шунан яңынан бәйләнешһеҙ, ләкин күңелле, эскерһеҙ йырын башлаған».
Вадик китабын япты ла урынына ултырҙы. Синыфта ғәҙәттән тыш тын ине. Бөтәһенең дә сәстәре үрә торған, гүйә, дүртенсе «В»-лар әле генә йылғала һыу ингән. Соняның уң аяғында туфлийы юҡ. Ә Вероника янындағы Дашканың урыны буш.
Вероника шым ғына буҙланы.
– Һин, – Толик тороп, Элькаға йүнәлде, – һин ғәйепле! Был һинең арҡала...
Ишек асылды, синыфҡа Валерия Кирилловна инде.
– Барыһы ла тәртиптәме? – тип һораны ул, әллә Эльвираға, әллә Толикка мөрәжәғәт итеп.
Икеһе лә шөрләп баш ҡаҡты.
– Ә Даша ҡайҙа?
Бер кем дә яуап бирмәне.
– Даша ҡайҙа?! – Валькирия тауышын күтәрҙе.
Ишек яңынан асылды, синыф еңел һулап ҡуйҙы. Тупһала уҫал һәм тәүәккәл Даша тора ине.
– Ғәфү итегеҙ, – тине ул. – Мин бәҙрәфтә булдым.
– Урыныңа ултыр!
Соня янынан уҙғанда Даша уға еүеш нимәлер бирҙе. Ул Соняның уң туфлийы ине.

___________________________________________________

Страшила1 – һаламдан яһалған ҡарасҡы, А. Волковтың «Зөбәржәт ҡалаһы сихырсыһы» әкиәтенең төп геройҙарының береһе.

8-се бүлек.
Асыҡлауҙар

Дәрестең ҡалғаны бик тын уҙҙы. Хатта тәнәфестәрҙә дүртенсе «В»-нан бер кем дә шауламаны, һөрәнләмәне, йүгермәне. Ә дәрестәр бөткәс, Соня менән синыфташтары мәктәп болдорона сыҡты, ләкин өйҙәренә таралышманы. Бер урында тапандылар, бер-береһенә ҡырын ҡаранылар. Даша түҙмәне, Элькаға:
– Мин һиңә быны бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәкмен, – тине.
Шунда уҡ ҡысҡырышыу башланды. Толик Элькаға, һин үлтереүсе, тип екерҙе. Элька, былар­ҙың барыһы ла юрамал булды, тип сырылданы. Даша саҡ иламаны: «Әһә! Юрамал! Мин ул арыҫландың моронон бер ва­ҡытта ла онотмаясаҡмын!» Вероника, барыһын да әсәйемә һөйләйем, әсәй асыҡлап, яза бирәсәк, тип кемгәлер янаны. Петька менән Олег ике тауыштан, бөтәһе лә һәйбәт булды, ҡыуана-ҡыуана тағы ла йылғаға барыр инек, тип ышандырҙы. Вадик та нимәлер бығырланы. Соня һөйләшеүгә ҡолаҡ һалғас:
– Мин ғәйепле. Башҡа китап алаһы ҡалған. Мин ғәйепле... – тине.
Бөтәһе лә бер үк ваҡытта тиерлек тынып ҡалды. Иркен тын алдылар. Соня барыһы ла тыныс­ланыр ҙа шым ғына таралышыр, тип өмөтләнде, әммә көтмәгәндә Толик уға боролдо:
– Быларҙың барыһын да һеҙ Валькирия менән ойошторҙоғоҙ!
– Мин? – Соня хайран ҡалды. – Нисек?
– Мин ҡайҙан беләйем? Валькирия убырлы ҡарсыҡ, һин дә! Һин унда, калькуляторҙа ла булдың бит!
– Ни һөйләйһең? – Матвей ҡы­ҫылды. – Тағы ниндәй калькуляторҙа?
Толик телефон эсендәге мажараларын ҡыҫҡаса һөйләп бир­ҙе. Дөрөҫ, уның һөйләүе буйынса, Соня уға мул аҡса эшләргә ирек бирмәгән.
– Ҡарале, – Петя елкәһен ҡашыны, – теге урманда тролдәр менән Соня ла булды. Иҫеңдәме, Олег?
Олег баш ҡаҡты. Хәҙер синыфташтар күҙҙәрен Соняға таҫрайтты.
– Башҡа бындай нәмә булмаһын! – тине Эльвира. – Беҙ һинең арҡала бөтәбеҙ ҙә саҡ үлмәй ҡалдыҡ!
Соня баҙап ҡалды. Өсөһө лә – Матвей, Даша һәм Вадик – уға теләктәшлек менән ҡараны, ҡал­ғандар – асыуланып.
– Минең ҡыҫылышым юҡ, – тип кенә әйтә алды Соня.
Бәхеткә, болдорға директор сыҡты.
– Бында ниндәй йыйылыш? – тип һораны ул. – Нимә тикшерә­беҙ?
– Бер нәмә лә, – Толик ауыҙ эсендә бутҡа бешерҙе. – Беҙ таралышабыҙ инде.
Беренсе булып болдорҙан төштө. Уның артынан башҡалар ҙа эйәрҙе.
Өйҙә Соня тиҙерәк бүлмәһенә боҫто, ҡулына эләккән беренсе китапҡа сумырға тырышты. Китап ҡыҙыҡ, ҡар бабайҙар тура­һында ине, ләкин уйҙары үҙенән-үҙе бөгөнгө ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтты. «Бәлки, мин ысынлап та нимәлер сихырлағанмындыр, – тип уйланы ул. – Толик ме­нән дә, игеҙәктәр менән дә тап мин булдым бит».
– Һин бөтә донъя өсөн яуап бирергә йыйынаһыңмы? – тип төпсөндө Эльф.
– Юҡ, ләкин...
– Дөрөҫ. Бөтә донъяны ҡотҡара алмаҫһың. Хатта бик теләһәң дә. Тейешле нәмәне эшлә, нимә бул­һа ла, – тип аңлайышһыҙ тамамланы Эльф һәм юғалды.
Һуңынан, дөрөҫ, йәнә күренеп, иҫкәртте:
– Иҫеңдә тот, асыҡлауҙар тамамланмаған әле.
Хаҡлы булып сыҡты.
Вероника был мәлдә әсәһенә трубкала шыңшый ине:
– Һыу боҙҙай һыуы-ы-ыҡ ине! Уға минең ҡабат теләмәгәнемде әйт! Мин ҡурҡтым! Мин юлбарыҫтарҙы яратмайым!
Әсәһе эштән паникаға бирелеп елеп ҡайтып етте. Верониканың буталсыҡ һүҙҙәренән бөгөн дәрес ваҡытында синыфтың һыу инергә барыуын, ә Дашаның саҡ батмай ҡалыуын асыҡланы.
– Ни өсөн һеҙ инструкторһыҙ булдығыҙ? Һин йөҙә белмәйһең бит! Һин жилетта инеңме? Һеҙҙе бассейнға кем алып барҙы?
– Бассейнға түгел, йылғаға, – Вероника ҡыҫылырға тырышты.
– Октябрь айы, ниндәй йылға? – әсәһе ҡулын һелтәп, Дашаның ата-әсәһенә шылтыратырға тотондо.
Дашаның әсәһе балалар баҡсаһынан Мишка менән Машканы ала ине, Верониканың әсәһе әйткәндәрҙең яртыһын аңламаны, әммә өйгә ҡайтып еткәс, шылтыратырға вәғәҙә бирҙе.
– Даша, бөгөн мәктәптә һеҙҙең менән ни булды? – тип һорау бир­ҙе ул тупһанан уҡ.
– Мәктәптә? Бер нәмә лә, – шөрләп, әммә бик тиҙ яуапланы Даша.
– Мәктәптә түгелме ни? – тип һораны тәжрибәле әсә.
– Ни... – Даша ҡаушаны, үҙенең нисек һөйләй башлағанын да һиҙмәне.
Бәләкәйҙәр – Миша һәм Маша – ауыҙҙарын асып тыңланы, Да­ша һөйләп бөткәс, хор менән үтенделәр:
– Тағы ла!
– Барыһы ла аңлашыла, – тине әсәһе, Дашаны үпте һәм Верониканың әсәһен тынысланды­рырға китте.

Ул «ҡыҙҙар фантазияға ныҡ бай» булыуын ярты сәғәт тылҡыны, ләкин Верониканың әсәһе ты­нысланырға йыйынманы, синыфтың яртыһына шылтыратырға өлгөрҙө һәм сығырынан сыҡҡан ине. Уныңса, балаларҙы ҡайҙалыр аквапаркта саҡ батырмағандар, ғәйеплеләр язаһын алырға тейеш.
Балаларҙың яртыһы һыу инеүен кире ҡаҡһа ла, барыһы ла закон­һыҙ булыуы уны раҫланы ғына.
Верониканың әсәһе ялыу яҙҙы, уны «ҡайҙа кәрәк, шунда» ебәрергә яҫҡынды, тик әлегә ҡайҙалығын хәл итмәне.
Уны дүндерергә тырыштылар.
Вадиктың атаһы улы менән һөйләште, тегеһе уны дәрес буйы  уҡыным, тип ышандырҙы. Китабын күрһәтте. Вадиктың ата­һы быны Верониканың әсәһенә еткерергә тырышты, ләкин тегеһе, улың – иҫәр, «батырһалар – һиҙмәй ҙә ҡалыр», тине. Вадик­тың атаһы аҡылға килергә өндәне, һыуға батҡан дүртенселәрҙең еүеш кейеме ҡайҙа һуң? – тип һораны. Фекер ҡабул ителмәне, Верониканың әсәһе, әйберҙәрҙе эҙләргә мин детектив түгел, – тине, һөйләшеүҙе былай дауам итеүҙән баш тартты.
Эльвираның әсәһе лә, бер ниндәй ҙә һыуға батыуҙың булыуы мөмкин түгел, тип аңлатырға тырышты. Эльвиранан ни булғанын һорағас, шунда уҡ: «Бер нәмә лә булманы, бөтәһе лә юрамал», – тине, юлбарыҫтарҙы иҫкә төшөр­гәс, ныҡ асыуланды, ишекте ҡаты ябып, бүлмәһенә инеп китте.
Әммә бөтәһенән нығыраҡ Матвейҙың әсәһенең ҡото алынды. Ул, бер ниндәй ҙә ялыуға юл ҡуймаясаҡмын, сөнки балаларға яҡ­шы йыллыҡ билдәләр кәрәк, әгәр Валерия Кирилловнаның кәйефен төшөрһәң, был балаларҙа сағыласаҡ, тине.
Ул ҡыйынлыҡ менән Верониканың әсәһен етәкселеккә хат яҙмаҫҡа, ә мәктәпкә барып һөйләшергә күндерҙе.
Һөйләшеү сәйер килеп сыҡты. Ата-әсәләр делегацияһы ултырырға, ә Верониканың әсәһе дәғүәләрен белдерергә өлгөрмәне, Валерия Кирилловна пульт төймәһенә баҫты, директор телевизорында видеокүҙәтеү камераһы яҙмаһы барлыҡҡа килде. Ата-әсәләр синыфтың дәрес бу­йы Вадиктың китап уҡыуын тыныс ҡына тыңлауына ышана алды.
Өҫтәүенә, Валерия Кирилловна бер ҡайҙа ла сыҡмай, ә уҡытыусы өҫтәле артында ултыра! Ике секундлыҡ өҙөклөктән башҡа – дәрес башланғанда һәм Дашаның бәҙрәфкә сығыуы алдынан – яҙмала бер ниндәй сәйерлектәр юҡ.
Һуңынан директор, һеҙҙең барығыҙҙы ла күреүемә шатмын,–  тине. Ата-әсәләр урамға сыҡты. Һүҙһеҙ генә таралыштылар.
Иртәгәһен уйынға артыҡ мауыҡмаһын һәм теләһә нәмә уйлап сығармаһын өсөн Верониканың планшетын тартып алыу­ҙары асыҡланды. Вадиктың китабын йәшерҙеләр һәм иҫәрләнмәһен өсөн спортзалға ебәрҙеләр. Дашаның бер нәмәһен дә алманылар, ләкин уға кис буйы Миша менән Машаға «Зөбәржәт ҡалаһы сихырсыһы»н уҡырға ту­ра килде.
Әммә йүнәтмәҫлек хәлгә килгән еүеш туфли өсөн Соняға барыһынан да нығыраҡ эләкте.

9-сы бүлек.
Яңы йыл

Ошо көндән башлап дүртенсе «В» синыфы бер нисә төркөмгә бүленде. Элька, барыһына ла Соня ғәйепле, тине, синыфташтарын даими ҡотортто, Соняға байкот иғлан итеүҙе талап итте. Сама менән синыфтың өстән бере Соняға һүҙ ҡушманы. Уның ғәйепле булмауына ышаныуҙан түгел, ә Эльвираның ниндәйҙер әшәкелегенән шөрләнеләр. Бер нисә кеше – Матвей, Вадик һәм Даша – киреһенсә, Соня тирәһенә тупланды, бөтә тәнәфестәрҙә лә уның менән асыҡтан-асыҡ әңгәмәләште. Ә ҡалғандар ни эшләргә лә белмәне. Улар йыш ҡы­на Соня менән һөйләште (Элька күрмәгәндә), йыш ҡына уны урап уҙҙы (янында Элька һерәйеп тор­һа).
Соня Яңы йылға тиклемге көндәрҙе һананы. Ҡышҡы каникулда барыһы ла ыҙғышты онотор һымаҡ тойолдо, Эльвира уға бәйләнеүҙән туҡтар ҙа бөтәһе лә элеккесә булыр. Шуға күрә Соня шып-шым ултырырға тырышты.
Сирек уртаһында Вадик көтмәгәндә:
– Ә беҙ еңә алабыҙ әле! – тип хәбәр итте.
Матвей, Даша һәм Соня уға аптырап ҡараны.
– Ни... был... бәйге... – тип аңлатты Вадик. – Мин табло янына барып иҫәпләнем. Әгәр бер нисә конкурста еңһәк, беренсе урынды ала аласаҡбыҙ.
– Әйҙә, алмайыҡ, – тине шым ғына Соня.
Ныҡ шым әйтте. Уны бер кем дә ишетмәне.
– Яңы йылға шыршылар конкурсы буласаҡ! – тине Матвей.
– Ниндәйҙер көлкөлө нәмә уйларға кәрәк! – тип ҡыуанды Да­ша.
– Ә беҙҙә кеше етерме? – тип икеләнде Вадик.
– Беҙ дүртәү, – тип яуапланы Матвей. – Әҙерәк.
– Тағы ла ике кешене өгөтләргә мөмкин! – тип ярһыны Даша. – Мин Верониканы өгөтләйем. Та­ғы ла кемделер.
Соня тәрән итеп һулыш алғас:
– Бәлки, кәрәкмәйҙер, – тине. – Бер тапҡыр хурлыҡҡа ҡалдыҡ бит инде.
– Яҡшы! – тип яуап ҡайтарҙы Вадик. – Хәҙер нисек эшләргә ярамағанын аныҡ беләбеҙ.
– Элька ла сырылдауы менән ҡамасауламаясаҡ! – тип өҫтәне Даша.
Матвей менән Соня бер-бере­һенә ҡарап шарҡылдашты.
Дөрөҫ, артабан барыһы ла бик үк күңелле барманы. Ҡағыҙ алып, номерҙарҙы яҙа башлау менән идеялары ҡороно. Соня, мине йәнә әрләй башлаясаҡтар, тип шөрләне. Матвей бойоҡто. Дашаның да дәрте һүрелде.
Быларҙың барыһы ла мәктәптәге шау-шыу арҡаһында, бөтәһе лә иғтибарҙы ситкә йүнәлтә, тип фаразланы Соня. Матвей, мине дәрестәрҙән һуң бер ҡайҙа ла ебәрмәйҙәр, сөнки гимназияға инергә әҙерләнергә кәрәк, тине. Ә Даша ғәжәпләнде, беҙҙең өйҙә бынан да шаулыраҡ, тине, ә ул дәрестәр әҙерләргә лә әмәлен таба.
– Әйҙә, Валькириянан һорайбыҙ! – тип тәҡдим итте Даша. – Бөтәһе лә сығыштарын уҡытыу­сылар менән әҙерләй, беҙ генә барыһын да үҙебеҙ эшләйбеҙ!
– Сөнки бөтәһенең дә уҡытыу­сылары уҡытыусы кеүек, ә беҙ­ҙә... – тип башланы Матвей.
– Тс! – тип әйтеп өлгөрҙө Соня.
Валькирия, һәр ваҡыттағыса, көтмәгәндә күренде.
– Ата-әсәләрегеҙ менән һөйләшегеҙ, – тине ул инешләй, – ә иртәгә мәктәпкә ярты сәғәткә алдан килегеҙ.
Иртәгәһен балалар беренсе дәрес башланырға ярты сәғәт ҡалғас, директор кабинеты янында тора ине.
– Миңә әсәйем бер ниндәй ҡы­ҙыҡ та әйтә алманы, – тип илауланы Соня, – интернеттан шиғыр­ҙар алды, ләкин миндә был ши­ғырҙарға аллергия.
– Миңә әсәйем бер нәмә лә һөйләп өлгөрмәне, әммә сығыш әҙерләргә рөхсәт итте, – тип әйтте Матвей, шатланып. – Ҡатнаш­ҡан өсөн мотлаҡ грамота ал, ти­не, был гимназияға ингәндә иҫәпкә алына.
– Ә миңә әсәйем, – Даша ауыр һуланы, – магазиндарҙа аҙыҡ-түлек булмағанда Яңы йылды нисек билдәләгәндәрен сәғәт буйы һөйләне. Шыршыны талондар менән биҙәгәндәрен, сөнки улар­ҙың мөҙҙәте сыҡҡан. Майонезды үҙҙәре яһаған, сөнки өс тиҫтә йомортҡа һатып ала алғандар, ә майоноз булмаған. Ләкин барыбер күңелле булды, ти. Ә атайым, әлегә ҡәҙәр Яңы йылда мандариндар, ыҫланған колбаса һәм шоколадлы кәнфиттәр тура­һында хыялланам, ти, хәҙер улар магазиндарҙа тулып ятһа ла.
Даша бер аҙ мауыҡты, ҡулдарын һелтәргә тотондо.
– Мин уларҙың ашау-эсеүгә әүәҫләнеүҙәрен барыбер аңламаным. Ашау-эсеү хаҡында ғына һөйләнеләр. «Һеҙгә Ҡыш бабай килдеме?» – тип һораным, ә улар: «Кәнфиттәр килтерҙе!» – тип, бала саҡта ниндәй кәнфит ашағандарын хәтерләргә керештеләр. Мин уларҙан: «Һеҙ концерттарҙа ни күрһәттегеҙ?» – тип һорайым, ә улар – йәнә шыршынан һуң бүләк ителгән кәнфиттәр тураһында. Һаумыһығыҙ, Валерия Кирилловна!
Соня менән Матвей арттарына боролғас, директорҙың баҫып тороуын күрҙе, башын ҡаҡты.
– Һәйбәт идея, – тине ул.
– Шулаймы? – Матвейҙың ике күҙе дүрт булды.
– Әлбиттә, – тип раҫланы ул, – залда ултырған ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға йәшлектәрен иҫкә төшөрөү бик күңелле буласаҡ. Әйҙәгеҙ, кабинетҡа үтегеҙ.
Улар мәктәптең иң ҡурҡыныс бүлмәһенә теҙелешеп инде. Валькирия шунда уҡ өҫтәл артына ултырып, дәфтәрҙәр тикше­рергә кереште.
– Мин аңламаным, – Даша асыҡларға тырышты, – беҙгә сәхнәнән ашау-эсеү хаҡында һөйләргәме ни? Йәки күрһәтергә...
Шунда Даша танауын йыйыр­ҙы. Уйланды.
– Шыршы! – тине Даша.
– Дөрөҫ! – тип эләктереп алды Матвей.
– Рецептар! – тип ҡысҡырып ҡуйҙы Соня.
– Талондар ҙа, улар минекеләрҙә һаҡланған!
– Быларҙың барыһы хаҡында ла һөйләйәсәкбеҙ, шыршыға эләсәкбеҙ! – тип ҡыуанды Соня. – Таба алмағандарын экрандан күрһәтергә мөмкин, шулаймы?
Валерия Кирилловна күҙҙәрен дәфтәрҙән алмай баш ҡаҡты. Фекер алышҡанда ул бер өйөм дәфтәр тикшерергә өлгөргәйне инде.
– Валерия Кирилловна, һеҙ беҙгә музыка менән ярҙам итер­һегеҙме?.. – тип һөйләй башланы Даша һәм тәҙрәгә ҡарап тораташтай ҡатып ҡалды.
Унда, ишек алдында, Валерия Кирилловна болдорҙо таҙартҡан дворник менән әрләшә ине.
– Ва-ва-валерия Кирилловна, – тине ул бышылдап, – һеҙ-һеҙ-һеҙ... Һеҙ икәү буғай.
Директор урынынан тороп, йә­һәт кенә тәҙрәгә күҙ һалды ла пәрҙәне тартып ҡуйҙы.
– Тс! – тине ул шаҡ ҡатҡан дүртенсе синыфтарға. – Һеҙҙеңсә, мин нисек барыһына ла өлгөрөр­гә тейешмен?
– Ва-ва-валерия Кирилловна, һорарға мөмкинме? – Матвей ҡаушаны.
– Мөмкин! – Валькирия еңел ризалашты.
– Беҙгә һеҙҙән ныҡ ҡурҡырғамы? – тип әйтеп ташланы малай.
– Минән ҡурҡырға кәрәкмәй! – тине ул етди итеп һәм өҫтәне: – Ә бына һаҡланырға – кәрәк!
Оҙаҡ әҙерләнде улар: йә Дашаның өйөндә, йә Матвейҙа, йә Соняла, йә Вадикта. Ярҙам итеү­ҙәрен үтенгәс, әсәйҙәр һәм атай­ҙар башта сырайын һытты, һуңынан аңланылар – үҙҙәренең мәктәп йылдарын ғына хәтерләргә кәрәк. Был бөтәһенә лә оҡшаны, уларҙың хәтирәләре йылға булып аҡты. Ярай әле, Вадиктың һөйләүҙәрҙе телефондағы диктофонға яҙып барырға башы етте, юҡһа, күбеһе онотолор ине!
Һуңынан, яҙмаларҙы тыңлап һәм билдәләр яһап, дүртенсе синыфтар таң ҡалды. Баҡтиһәң, ата-әсәләрҙең бала сағы төрлөсә булған икән! Матвейҙың әсәһе олораҡ, 47 йәштә ине, ул СССР-ҙы яҡшы хәтерләне. Дашаның ата-әсәһе «Үҙгәртеп ҡороу» тип атал­ған сәйер осорҙо күберәк иҫтәренә төшөрҙө. Вадиктың атаһы СССР-ҙы аҙ хәтерләй, «Үҙгәртеп ҡороу» хаҡында һөйләмәһә лә, шыршыға беренсе мәртәбә «Киндер-сюрприз» элгәндәрен һөйләне – ул шунда уҡ бәләкәй йыйылма кешене күрһәтеп, синыфтарында танылған.
Бөтә һөйләгәндәрҙе йыйып, сәхнәлә нимә һәм нисек күрһәтеү хаҡында уйларға керештеләр. Шунда Даша үҙенең элекке тәҡдимен хәтергә төшөрҙө – көлкөлө тамаша күрһәтергә. Хатта нимә тураһында икәнен дә уйлап тапты.
– Әйҙәгеҙ, беҙҙең әсәйҙәр һәм атайҙар кеүек кейенәбеҙ! Йәғни улар бала саҡтағы һымаҡ! Яңы йылды нисек байрам иткәндәрен күрһәтәбеҙ!
Яңынан ата-әсәләрҙән ярҙам һорарға тура килде, был юлы улар ҡаршы төшөп тә торманы. Уларға йә аҡ алъяпҡыслы көрән күлдәк, йә сағыу һығылмалы колготка һәм сәйер кофталар кей­ҙереп, балаларҙан да нығыраҡ көлдөләр. Антресолдарҙа һәм дачаларҙа күпме иҫке-моҫҡо йыйылып ятыуына хайран ҡалырлыҡ! Вадикка атаһының джинсы­һы ныҡ оҡшаны, уны ул ниңәлер «бешкән» тип атаны. Вадик хатта уның менән урамда йөрөргә теләне, ләкин атаһы рәхсәт итмәне – иҫке джинсының түҙмәүе ихтимал.
Кистәрен Соня дәрестәрен тиҙ генә әҙерләне лә йоҡларға ятты. Тик бер ваҡыт янына Эльф килде.
– Ой, ғәфү ит, Эльфҡайым! – тип мығырланы Соня. – Мин һине бөтөнләй онотҡанмын! Һөйлә, һин нисек... – Әйтеп бөтөрмәйен­сә, йоҡлап китте.
Синыфташтар – бигерәк тә Элька менән Толик – башта үсекләне һәм тулы уңышһыҙлыҡ вә­ғәҙә итте. Һуңынан туҡтанылар: Яңы йыл сығыштарын әҙерләүсе дүртәү үсекләүҙәргә иғтибар итмәне. Ваҡыттары юҡ ине. Соняға тағы ла шуныһы оҡшаны: дүртәү араһында береһе лә баш түгел – нисектер үҙенән-үҙе вазифалар бүленде, һәр кем теләгәнен эшләне.
Генераль репетицияла барыһы ла һоҡландырғыс булды тиерлек. Даша ғына ҡайһы берҙә йүткер­ҙе, туҡтап торорға тура килде.
Ләкин сығыш яһаған көндә Да­ша мәктәптә күренмәне. Соня тәнәфестә уға шылтыратты, тик трубканы Дашаның бәләкәй һеңлеһе алды.
– Даса сирләй! – тип ҡәтғи хәбәр итте ул. – Сәпсим-сәпсим һөйләшмәй.
– Нисек һөйләшмәй? – Соняның ҡото табанына төштө. – Уның роле бар! Беҙ уны алыштыра алмайбыҙ!
– Даса сирләй! – һеңлеһе тағы ла ҡәтғиерәк яуапланы ла трубканы һалды.
Соняның күҙ алдары ҡараңғыланды.
– Бер ниндәй ҡурҡыныс юҡ, – ҡолаҡ төбөндә Валькирияның тауышы яңғыраны, – мин алыштырам.
Соня директорға түбәндән юға­рыға шөрләп ҡараны.
– Ләкин һеҙ бит... – Соня «ҡарт­һығыҙ» тип саҡ әйтмәне, әммә ваҡытында төҙәтте, – һүҙҙәрен белмәйһегеҙ!
– Уйлап сығарып һөйләйәсәкмен! – тине Валерия Кирилловна ҡырт киҫеп.

Был юлы дүртенсе «В»-ның сы­ғышы эскерһеҙ килеп сыҡты. Зал­дағылар йәшел борсаҡлы банка, ыҫланған колбаса, мандариндар һәм шәкәргә талондар менән би­ҙәлгән шыршыға ҡарап эсе ҡатып көлдө. Ҡайһы бер ата-әсәләрҙең экранда совет Яңы йыл бүләктәренең ҡаптарын һәм Яңы йыл иртәлектәренең иҫке фотоларын күреп, күҙҙәренә йәш эркелде. Шунан сәхнәгә актёрҙар сыға башланы. Улар «Мин тауыҡ алдым! Ҡарағыҙ, ул ниндәй! Зәңгәрһыуланмаған тиерлек!» йәки «Кем минең трусик талондарын күрҙе? Трусиктар юҡ – талондарын булһа ла бирегеҙ!» тигән ке­үегерәк көлкөлө сәхнәләр күр­һәтте. Залда туҡтауһыҙ шарҡылданылар.
Вуалле эшләпәле ҡара сәсле оҙон ҡыҙ барыһынан да сағыуы­раҡ сығыш яһаны. Ул сәйер ҡы­ҙыҡтар күрһәтте. Уҡыусылар улар­ҙы аңламаны, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр иһә күҙҙәре йәшләнгәнсе иһаһайланы.
– Супер! – тине Олег, сығыш яһаусылар залға төшкәс. – Дүртенсе кем булды ул?
– Беҙҙең директор, – тип яуап­ланы Вадик.
– Һөйләргә теләмәһәң – һөйлә­мә! – Петя туғанына үпкәләп ирен­дәрен бүлтәйтте.
Ләкин елкә төбөнә ҡундырманы. Тимәк, уға сығыш оҡшаған.
Дүртенсе «В» беренсе урынға тартманы, маҡтаулы өсөнсө урын­ды биләне. Баһалама ағзаларына шыршы янындағы сәйер һөйләшеүҙәргә ҡарағанда дәртле йыр­ҙар һәм һәйбәт репетицияланған шиғырҙар нығыраҡ оҡшаны. Әм­мә уҡытыусылар һәм ата-әсәләр­ҙән ҡотлауҙар «В»-лар өлөшөнә күберәк төштө. Беренсе һәм икенсе урындар хаҡында Яңы йыл өҫтәл ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарағанда аҙыраҡ һөйләнеләр. Өлкән синыфтарҙың ике уҡытыу­сыһы «оливье» салатының дөрөҫ рецебы арҡаһында саҡ талашып китмәне.
Элька ғына тештәре араһынан һығып сығарҙы:
– Теләһәгеҙ, булдыра алаһы­ғыҙ! Валерия Кирилловнаға ярҙамы өсөн рәхмәт уҡығыҙ, ул булмаһа, һеҙ...
– Мин уларһыҙ бер нәмә лә эш­ләй алмаҫ инем! – тине Валькирия.
Директорҙың ҡайҙан килеп сыҡ­ҡанын аңларға баштарын борғанда, Элька бөтәһен дә урындары­на ултыртты:
– Дөйөм зачётта беҙ барыбер бишенсе. Шулай булғас, беҙгә бер нәмә лә тәтемәй.

10-сы бүлек.

Матвейҙы ҡотҡарыу


Соня Яңы йылды ярата. Сөнки тылсым, бүләктәр, әсәһе менән атаһы көнө буйы өйҙә. Әсәһе, дөрөҫ, гел плитә янында, атаһы, ғәҙәттәгесә: «Ғәфү ит, эш күп», – тигән һүҙҙәр менән компьютер алдында ултырмай. Уны катокка алып барырға, тюбингыла шыуырға мөмкин.
Тағы ла – Яңы йылдан һуң ҡыш­ҡы каникул етә. Йәйгеһенән һуң – иң оҙоно, шуға иң яратҡаны. Ғәҙәттә, Соня бүлмәһенә бикләнеп, китап артынан китап уҡый. Йыш ҡына яратҡан Эльфы йәки яңы китаптарҙың геройҙары йыйыла, тел сарлайҙар.
Ләкин быйыл нисектер күңел­һеҙ. Соня ҡайһы берҙә иртәгә мәктәпкә барасағын күҙ алдына килтерһә, ҡыуанып ҡуя.
Бүлмәһенә әсәһе инеп:
– Валерия Кирилловна шылтыратты, – тигәс, бик шатланды. – Мәктәпкә барып, синыфтағы уйынсыҡтарҙы йыйыштырырға кәрәк. Бараһыңмы?
– Әлбиттә! – тип яуап бирҙе Соня һәм иң ҡыҙығы башланғас – аждаһалар яуыз гоблиндар ҡор­ған тоҙаҡҡа эләккәйне – китапты ситкә алып ҡуйҙы.
Синыф янында Матвей, Даша менән Верониканы һәм Вадикты күргәс, ул аптыраманы. Ә бына Эльканы бында осратырын көтмәгәйне. Һәр ваҡыттағыса, Эльвира бысраҡ эштәр менән шөғөлләнмәҫкә йөҙ сәбәп таба. «Хәҙер насар һүҙҙәр һөйләргә тотонасаҡ», – тип уйланы Соня.
Ләкин Элька Соняның бер алдына, бер артына сыҡты.
– Ой, Сонечка! – тип кәнфитләнде ул. – Бик сибәр күренәһең! Мин һиңә бүләк алып килдем – бына, бисер менән сигеү йыйылмаһы. Сумка сигә алаһың.
Соня ҡаушаны, рәхмәт тә әйтә алманы. Эльвира яйһыҙлыҡты күрмәне лә шикелле, лыбырлауын дауам итте. Даша менән Вероника яҡынлашҡас, Элька Соняны хужаларса ҡултыҡланы ла ситкә алып китте.
– Хәҙер барыһын да тиҙ генә эшләйбеҙ ҙә беҙгә китәбеҙ. Миндә журналдарҙа сумкаларҙы нисек сигеү өлгөләре бар! Һиңә оҡшаясаҡ.
Соня һағая төштө. Ярай әле, тиҙҙән һытыҡ йөҙлө Толик асҡыс алып килеп, барыһын да синыф­ҡа индерҙе. Унда Эльвира үҙен аңлайышһыҙ тотто. Ул Толик кем нимә эшләргә тейешлеген әйтә башлағас, бәхәсләшеп торманы. Үтенде генә:
– Сонечка менән беҙгә дөйөм эш бир!
Толик шикле мөләйем Элькаға таҫрайып ҡараны, уларға стеналарҙан уйынсыҡтарҙы алырға ҡушты. Матвей менән рәхәтләнеп нимәлер эшләгеһе килһә лә, Соня буйһондо.
Улар эшкә тотондо, Элька туҡтауһыҙ бытылданы, хатта Соняның ҡолаҡтары тондо. Бәхеткә, ярты сәғәттән Эльвираға шылтыраттылар, ул һөйләшергә коридорға сығып китте. Соня парталарҙы йыуған Даша менән Вероникаға боролоп:
– Уға ни булған? – тип һораны.
Даша яурынын һикертте, Вероника ҙур теләк менән аңлатты:
– Һин хәҙер йондоҙ бит! Ана ниндәй Яңы йыл ойошторҙоң. Каникулдан һуң барыһы ла һинең әхирәтең булырға теләйәсәк. Ә Элька әле үк – һинең әхирәтең.
Бындай киләсәктән Соня уңай­һыҙлыҡ кисерҙе, етмәһә, Вероника иҫкәртте:
– Ҡалғандарҙың барыһын да яныңдан ҡыуып ебәрәсәк.
«Юҡ!» тип әйтергә кәрәк, – Со­ня үҙенә бойорҙо. – Валькирия баш тартырға өйрәтте...»
Шунда уйҙары тотҡарланды. Соня нимәнән баш тартырға кәрәклеген аңламаны. Дуҫлыҡтанмы? Бындай һәйбәт нәмәнән нисек баш тартаһың? Эльканың барыһын да уның янынан ҡыуып ебәреүенәнме? Әлегә ҡыумай бит... Соня өмөтһөҙләнеп Матвейға ҡараны.
«Һин аҡыллы бит! – ул эстән генә үтенде. – Берәй нәмә уйлап тап!»
Матвей уның ҡарашын тойоп, башын күтәрҙе... кеҫәһендәге телефоны шылтыраны.
– Эйе, әсәй? – тип яуапланы Матвей.
– Матвей! – әллә тауыш ныҡ асылғайны, әллә әсәһе ҡысҡырып һөйләй, ләкин уның тауышын бөтә синыф ишетте. – Валерия Кирилловна һеҙҙең менәнме?
– Ул бында юҡ, – тип мығырланы малай, тауышты кәметергә тырышып.
– Әлегә ҡәҙәр унда нимә эшләп ултыраһың? Өйгә ҡайт! Математика менән проблемаларың барлығын беләһең бит... Уҡырға инергә ярты йыл ғына ҡалды...
Ниһайәт, Матвей тауышты еңә алды, һөйләшеүҙең аҙағын үҙе генә ишетте.
Ул телефонын һүндергәс, синыфта ауыр тынлыҡ урынлашты. Матвейҙың ҡиәфәте ҡотһоҙ ине.
– Мин киттем, – тине ул һүлпән генә, ишеккә йүнәлде. – Ғәфү итегеҙ.
– Һиндә математика менән ни булды? – уның китеүен теләмәгән Соня әйтеп һалды.
– Эй, – ул ҡулын һелтәне.
– «Эй» түгел, – Соня хатта нәфрәтенән аяҡ тибеп ҡуйҙы. – Һөйлә, беҙ ярҙам итербеҙ, бәлки? Ана, Толик математиканан отличник!
Толик аңлайышһыҙ нимәлер бығырланы, ләкин Соняны Даша хупланы.
– Проблема нимәлә? Әйҙә, беҙ аңлатабыҙ! Һинең математиканан билдәләрең һәйбәт, әсәйеңә нимә оҡшамай?
– Бер үк балыҡ башы. Әсәйемә бөтә контроль эштәрҙә лә хәрәкәткә мәсьәләләр булыуы оҡшамай, – тине Матвей, йөҙөн сирылтып. – Мин уларҙы сисә белмәйем. Ә бындай мәсьәләләрһеҙ гимназияға инеп булмай. Әсәйем инеүемде теләй. Мин уларҙы аң-ла-ма-йым.
Матвей ҡарашы менән ҡалған дүртенселәрҙе байҡаны, уларҙың күҙҙәрендә теләктәшлек күрҙе.
– Уларҙы көндәр буйы ултырып сисеүҙән ниндәй мәғәнә? – тип ҡысҡырҙы ул. – Мин уларҙы барыбер тоҫмаллап сисәм. Йәки ятлайым. Ә улар төрлө. Әсәйем миңә ҡысҡыра, тағы сисергә мәжбүр итә. Мин яңынан тоҫмаллап сисәм. Миндәге был мә­сьәләләр йыйынтығы ҡайҙалы­ғын беләһегеҙме?
Синыфташтар ашығып баш ҡаҡты. Улар Матвейҙа йыйынтыҡтың ҡайҙалығын күҙ алдына килтерҙе.
– Унда ҡатмарлы бер нәмә лә юҡ, – тип һөйләргә кереште Да­ша, ләкин Матвей уға һөйләп бөтөргә ирек бирмәне.
– Әгәр миңә тағы ла берәйһе, унда ҡатмарлы бер нәмә лә юҡ, тиһә, – тип ярһыны ул, – мин... мин...
– Аҡрын, аҡрын, – тине Соня һәм Матвейҙың ҡулына йәбеште.
Ул бер йыл элек дәреслекте стенаға бәргәнен, ерәнгес йәйәүлеләрҙең А пунктынан В пунктына йөрөүен бер ваҡытта ла, бер ваҡытта ла аңламаясаҡмын, тип туҙынғанын хәтеренә төшөр­ҙө. Уларҙы кем мәжбүр итә? Улар­ҙың ҡайҙа осрашыуында ниндәй айырма? Бер ваҡытта ла осрашмаһындар, өйҙәрендә ултырһындар ине!
Шул саҡта Соняның атаһы уның ҡулынан төшөрмәгән ҡурсағын һәм яратҡан машинаһын тартып алды...
– Ни эшләргә кәрәклеген мин беләм! – тине ул, синыф буйлап йөрөй башланы, әммә кәрәкле нәмәһен ҡулында тиҙ күрҙе.
Был стенанан алынған шыршы биҙәгесе – һалдат ине.
– Ҡара, – тип дауам итте ул, – мәҫәлән, был егет А пунктынан китеп бара.
Соня иҙәндә аҡбур менән ҡалын нөктә төшөрҙө, «А» тип яҙҙы, унда һалдатты ҡуйҙы.
– Уға ҡаршы поезд хәрәкәт итә... Беҙҙә поезд буласаҡ...
Соня поезд булырҙай нәмә эҙләп алан-йолан ҡаранды, уның янына уйынға ҡушылған, ҡулына ҡатырға паровоз тотҡан Даша килеп етә һалды. Соня ситтәрәк «В» пункты төшөрҙө, улар унда бергәләп паровозды ҡуйҙы.
– Хәҙер иң мөһиме: бының нисек булғанын күҙ алдына килтер. Әгәр паровоз урынында торһа, уға һалдат оҙаҡ бара, әгәр ул йөрөһә, улар тиҙерәк осраша, тимәк, уларҙың тиҙлеген ҡушыр­ға кәрәк! Мин уларҙы һәр ваҡыт тере итеп күҙ алдына килтерәм, аңлайһыңмы? Ул саҡта барыһы ла ябай ғына.
Матвей ҡасырға ынтылды, әм­мә Соня уның ҡулынан ҡаты тотто.
– Толик, беҙ китә алабыҙмы? – тип һораны синыфҡа ингән Элька. – Миңә, сәғәт икелә «Аврора»ла сеанс була, тинеләр. Беҙ Соня менән киноға өлгөрөргә теләйбеҙ. Шулаймы, Сонечка?
– Юҡ! – тине Соня, был юлы уға «юҡ» бик еңел бирелде. – Мәҫәлән, һалдат сәғәтенә 5 километр тиҙлек менән бара, ә поезд ҡаршыға сәғәтенә 30 километр тиҙлек менән хәрәкәт итә, араларындағы алыҫлыҡ 70 километр. Улар төш көнө хәрәкәт итә башлаған, ҡасан осрашалар?
Матвей, донъялағы иң әсе лимонды ҡапҡандай, сырайын һытты:
– Мин белмәйе-е-ем...
– Ә һин уларға ҡара! – Соня асыуланып ҡысҡырып ҡуйҙы, таҡта артында торған ҙур ҡатырға сәғәтте ҡулына алды.
«Смирно» баҫҡан һалдат ҡапыл тамағын ҡырҙы ла аяғын күтәрҙе. Паровоз иҫкәртеп һыҙғыртты. Барыһы ла шаҡ ҡатты.
Соняның ҡулы ҡалтыраны, ҡалтырау минут уғын этәрҙе. Сәғәткә йән инде. Соняның ҡулдары дөбөрҙәне, ул сәғәтте стенаға терәп ҡуйырға мәжбүр булды.
– Әсәкәйем! – тине әкрен генә Даша.
– Уиииии! – Элька шыңшырға кереште.
Башҡаларҙың тауыш-тыны сыҡ­маны.
Сәғәт ун икегә тиҙ етте, иҫкәр­теп шылтыраны, һәм... һалдат па­ровоз менән бер үк ваҡытта юлға сыҡты.
– Һалдат әкренерәк бара, – тине Матвей таң ҡалып.
– Аңлашыла, уның тиҙлеге кәмерәк бит, – тип аңлатты Соня.
Ҙур уҡ тулы әйләнеш бирҙе, сәғәт туҡтаны. Һалдат аяғын күтәреп ҡатып ҡалды. Паровоз да дөбөр-шатыр килеп туҡтаны, әммә ухылдауын һәм пар сығарыуын дауам итте.
– Бер сәғәттә һалдат – 5, ә паровоз 30 километр үтеүен аңлатырға кәрәктер, – тине Толик.
Ул аҡбур алды ла үтелгән юлды билдәләне, иҙәнгә ҙур һандар яҙҙы – «5» һәм «30».
– Йәғни улар 35 километр үтте, – тине Матвей, – ә барлығы 70. Һеҙ улар бер сәғәттән осраша, тип әйтергә теләйһегеҙме? Сәғәт икелә?
Сәғәттән «еңеү» салюты яңғыраны, һауаға ала-сола ҡағыҙ тәңкәләр осто. Һалдат честь бирҙе, паровоз һөрәнләне. Шунан һуң улар төп пунктҡа барып етте.
– Был нимә булды? – Матвей һорау бирҙе.
– Һин мәсьәләне систең шикелле, – тине Даша.
– Соня, әйҙә, бынан тиҙерәк китәйек, – тип ныҡышты Эльвира, – юҡһа, ҡағыҙ тәңкәләрҙе йыйыр­ға тура килер!
– Тағы ла сисеп ҡара, – тип тәҡдим итте көтмәгәндә Вероника. – Улар ысынлап та... шулай­мы? Әллә миңә күренде генәме?
Береһе лә өндәшмәне, иҫәр булып күренеүҙән шөрләнеләр.
– Яҡшы, улайһа, мин үҙем. Һалдат А пунктынан сәғәтенә 5 километр тиҙлектә сыҡҡан, 10 километр уҙған, өйҙә сәғәтен онотоп ҡалдырғанын иҫенә төшөргән. Ҡайтып сәғәтен алған, шунда уҡ Б пунктына киткән. Ул килеп ярты сәғәт уҙғас, Б пунктынан поезд ҡуҙғалған.
– Әгәр станция уның өйөнән 15 километр алыҫлыҡта булһа, һалдат станцияға поездан алда барып етә аламы? – тип эләктереп алды Толик.
Барыһы ла һалдат менән поезға көсөргәнешле текәлде. Бер ниндәй хәрәкәт тә юҡ.
– Уф... – Вероника еңел һуланы, – күҙ алдына килтерәһегеҙме, үткәнендә миңә шулай тойолдо...
– Мәғлүмәттәр етешмәй, – тип бүлдерҙе уны Соня. – Поездың тиҙлеге сәғәтенә 30 километр!
Тынлыҡ.

– А һәм Б пункттары араһындағы алыҫлыҡ – 150 километр! – тип өҫтәне Толик.
Сәғәт шылтыраны, һалдат ая­ғын күтәрҙе, паровоз геүләне, Вероника сыйылдай башланы.
– Йә, ярай! – тип ҡысҡырҙы уға Толик.
Хикмәтле булып сыҡты был мәсьәлә. Сәғәт бер нисә мәртәбә туҡтаны. Соня һалдаттың маршру­тын һыҙҙы, уның поезға өлгөрө­үен асыҡлағас, барыһы ла еңел һуланы. Хатта ике сәғәт көтәсәк.
– Меҫкенкәй, – Вероника тәрән итеп тын алды.
Әммә һалдат меҫкен булып күренмәне, киреһенсә, Вероникаға ҡыуанып ҡул болғаны.
– Со-о-о-ня, – тине Элька мыжып.
Ләкин бер кем дә таралышырға уйламаны. Мәсьәләләр береһе артынан икенсеһе уйланылды, һалдат тиргә батты, паровоз арып ухылданы.
– Ә хәҙер паровоз һалдатты ҡыуып етһен! – тип тәҡдим итте шыңшыуҙан туйған Элька.
– Ысынлап та! – тине Матвей. – Беҙ алыҫлыҡҡа мәсьәлә сисмәнек бит әле! Афарин, Эля! Рәхмәт!
Бөтәһе лә паровоздың һалдатты ҡыуып етеүен, ә һалдат тирә-яғына ҡаранып, ауыҙын ҡыйшайт­ҡанын ҡарап күңел асҡанда, Эльвира аңлайышһыҙ тулҡынланыуын еңергә тырышты.
– Мин тағы ла бер мәсьәлә уйлап сығарҙым! – тине ул, дөрөҫ яуапты түҙемһеҙлек менән көтөп алғас.
Матвей ҡыуанысынан балҡыны. Толик менән Элька уйлап сығарған һуңғы мәсьәлә теш емерерлек ине. Ул уны ярҙамһыҙ биш минутта систе. Һалдат авто­матынан һауаға бер нисә мәртә­бә атты. Матур ғына салют килеп сыҡты.
Сәғәт байрам маршы уйнаны. Оҙаҡ уйнаны. Бының Матвейҙың телефоны икәнен шунда уҡ төшөнмәнеләр.
– Һин мәктәптәме әле? Унда нимә эшләйһең?
– Математиканан мәсьәләләр сисәм! – тине Матвей, ҡыуанып. – Әсәй, мин асыҡланым! Әсәй, был ябай ғына! Әсәй, мин хәҙер нисек сисергә икәнен аңланым! Эйе, тик... Ләкин мин... Юҡ та... Ләкин...
Матвей ҡолағынан трубканы әсенеп алды.
– Ул математиканың күңелле була алғанына ышанмай, – тине ул, төҫө боҙолоп, – өйгә ҡайт, ти. Ярай, пока...
Матвейҙың ишеккә теләр-теләмәҫ атлауын барыһы ла күңел­һеҙләнеп күҙәтте. Тупһаға еткәс,  малай боролдо.
– Рәхмәт һеҙгә! – тине ул. – Соня, пока!
Соняның яңаҡтары янды, ә сә­ғәт тағы ла бер мәртәбә ҡағыҙ тәңкәләр залпы бирҙе.

11-се бүлек.
Азат итеү көнө

Ҡышҡы каникулдан һуң беренсе көндә дүртенсе «В» Валькирияны көтөп синыфта ултырҙы.
– Унһыҙ һәйбәт ине, – тип шыңшыны Толик. – Хәҙер инеп, тишерҙәй итеп ҡараһа...
– Шунан сихырлай башлар, ул саҡта бөтөнләй, – тип ҡушылды Эльвира.
Ләкин шунда уҡ ғәҙәткә ингән дошманын хуплауын күҙ алдына килтерҙе, аңлы рәүештә ситкә бо­ролдо. Толик Эльканың арҡаһына телен күрһәтте.
– Бәлки, – тип фараз ҡылды Петя, – башҡа уҡытыусыны ебәрерҙәр?
– Ысынлап та! – Олег баш ҡаҡты. – Ул үҙе, Яңы йылға тиклем генә булам, тине!
– Ул: «Бәлки», – тине, – Вероника йөҙөнә ҡәнәғәтһеҙлек сы­ғарҙы. – Йәғни китмәҫ тә.
– Мин Валькирияға өйрәндем инде, – тине Матвей.
Соня бер нәмә лә әйтмәне, әммә үҙ алдына өҫтәне: «Ул миңә, ғөмүмән, оҡшай».
Ҡыңғырау шылтыраны, ишек асылды, синыфҡа ҡыҫҡа буйлы, асыулы уҡытыу­сы атлығып инде. Соняға бер ге­нә секундҡа Валерия Кирилловна йәнә ниндәйҙер сихыр уйлап сы­ғарған һәм үҙенең ҡапма-ҡаршыһына әйләнгән һымаҡ тойолдо. Мәгәр яңы уҡытыусы директорға бөтөнләй оҡшамағайны.
– Һаумыһығыҙ, ултырығыҙ! Бор­ғоланмаҫҡа! Минең исемем Фатима Моргановна! Мин яҙам!
Ул бик тиҙ, ҙур баҫма хәрефтәр менән таҡтаға «Фатима Моргановна» тип яҙҙы.
– Бөгөндән башлап һәм уҡыу йылы аҙағына тиклем мин һеҙҙең уҡытыусығыҙ булам! Әгәр нимәлер һорарға теләһәгеҙ, ҡулы­ғыҙҙы күтәрегеҙ, әлегә һорауҙар юҡ – өйгә эште тикшерәбеҙ! Һеҙ Михаил Юрьевич Лермонтовтың «Яңғыҙ елкән күренә ағарып» тигән шиғырын ятларға тейеш инегеҙ. Таҡтаға сыға...
Уҡытыусы журналды асты, уға бармағын төрттө:
– Данилов!
Олег менән Петя ҡарашты, ләкин торманы.
– Ҡайһы Данилов? – тип һораны Олег. – Беҙ икәү!
– Мин асыҡ итеп әйттем: кем һорау бирергә теләй – ҡулын күтәрә! Данилов, таҡтаға!
– Ләкин беҙ икәү...
– Тимәк, икегеҙгә лә – «икеле»! Яуап бирә... Никитина!
Даша, маңлайын йыйырып, таҡтаға ҡуҙғалды.
– Э-э-э... – тип башланы ул.
– Унда бер ниндәй ҙә «Э-э-э» юҡ! – Фатима Моргановна ҡырт киҫте. – Бер балға түбән!
Даша ҡаушап күҙҙәрен ҡыҫҡыланы.
– Ниңә күҙҙәреңде ҡыҫҡылай­һың? – тип һораны Фатима Моргановна. – Оноттоңмо? Улайһа, «икеле»!
Даша ауыҙын асты, япты... һәм ҡулын күтәрҙе.
– Был ниндәй фокус? – уҡытыу­сы ярһыны.
– Мин һорарға теләйем. Һеҙ үҙегеҙ, әгәр һорарға теләһәң – ҡулыңды күтәр, тип әйттегеҙ.
Уҡытыусының йөҙөнә ҡыҙыл таптар сыҡты.
– Тимәк, былай? – тине ул. – Уҡытыусыны мыҫҡыл итергәме? Ултыр, «икеле»!
Шунан тағы ла өс уҡыусыны саҡырҙы, Элькаға ғына «икеле» ҡуйманы.
Сираттағы дәрес математика ине. Матвей дәртләнә төштө – ул хәрәкәткә мәсьәләләрҙе бик шәп сисә белеүен күрһәтергә теләне, ләкин эш уларға барып етмәне. Фатима Моргановна дәресте дәфтәрҙәрҙе тикшереүҙән башланы – бөтә 45 ми­нутты шуға һәләк итте.
Соняның дәфтәренә насар почерк өсөн бәйләнде, Верониканы дөрөҫ булмаған полялар өсөн әрләне. Дашаның дәфтәрен ҡулында оҙаҡ әйләндерҙе, йөҙөн һытып кире ҡайтарҙы:
– Теләһәң, булдыра алаһың бит! Ә классиктың дүрт юлын ятларға ҡулыңдан килмәй!
Толикка барып еткәс, ысын янау башланды.
– Мин дәфтәремде өйҙә онотоп ҡалдырғанмын, – тине ул йәшермәйенсә.
– Нимә?! Ә башыңды онотманыңмы? Башыңда мейе юҡмы әллә? Ул һиңә бүрек кейер өсөн генә бирелгәнме? Дәфтәрҙе нисек оноторға мөмкин?! Ниңә өндәшмәйһең?
– Ләкин мин...
– Етмәһә, ырылдай...
Бөтә дәрестәр ҙә тотош «Икеле!», «Мейең юҡмы?», «Һин ниңә өндәшмәйһең?»гә әйләнде.
Оло тәнәфескә «В»-лар үткән ярты йылға ҡарағанда нығыраҡ арыны. Улар коридорға йыйылды, ләкин яңы уҡытыусыны әрләргә көстәре ҡалмағайны. Ҡай­һы бер ҡыҙҙар шым ғына буҙланы.
– Бәлки, ул хаҡлылыр, – Вероника һулҡылданы, – бәлки, мин, ысынлап та, иҫәрҙер? Башта фамилияны, аҙаҡ исемде яҙырға кәрәк булған, ә мин киреһенсә...
– Ул хаҡлы түгел, – тип бүлдер­ҙе уны Даша, йөҙөн һытып. – Ниндәй тәртиптә – айырмаһын күрмәйем.
– Мин әлегә тиклем аңламаным, – тине Вадик уйсан ғына, – ни өсөн өстө бишкә ҡабатлау дөрөҫ, ә биште өскә түгел?
– Сөнки биш тәрилкәлә өс алма ята, – тип аңлатты Эльвира.
– Шунан?
Элька иңбашын һикертте:
– Ләкин Фатима Моргановна, өстө бишкә кәрәк, тине... Йәғни биште өскә... Ой! Мин оноттом!
Элька шөрләүҙән хатта тирләне.
– Валькирия яҡшыраҡ ине! – тине Олег.
– Уны ҡайтарырға кәрәк! – тип йөпләне туғанын Петя.
– Нисек? – Матвей аптыраны.
– Нисек-нисек... яңы уҡытыу­сыға «ҡараңғы» эшләйбеҙ, – Олег­тың башына бер фекер килде. – Ә нимә, ул ҡыҫҡа, беҙ уның башына пальто...
– «Ҡараңғы» кәрәкмәй, – Соня ҡурҡты, – әйҙәгеҙ, уның менән һөйләшәбеҙ...
– Әһә, – Вероника танауын тартты, – ул һине тыңланы, ти.
– Ҡа-раң-ғы! Ҡа-раң-ғы! – Игеҙәктәр ижекләп әйтергә кереште, тик шыбырлап.
– Юҡ-барҙы һөйләмәгеҙ, – Да­ша башын сайҡаны. – Һеҙҙе тот­һалар? Төрмәгә ултыртасаҡтар.
– «Һеҙҙе» нимә аңлата? – тип ғәжәпләнде Олег. – Беҙ бөтә синыф менән «ҡараңғы» эшләйәсәкбеҙ бит!
– Бөтә синыфты ла ултыртмаясаҡтар, – Петя башын ҡаҡты, ләкин шунда уҡ шикләнде: – Әллә ултырталармы?
– «Ҡараңғы» эшләмәйәсәкбеҙ, – тип бүлдерҙе Толик. – Әйҙәгеҙ, бау тартабыҙ, ул абынып йығылып, берәй ерен һындырыр.
Береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ варианттар аталды: ултыр­ғыстың аяғын ҡырҡырға, уға осло яғын өҫкә ҡаратып ҡаҙаҡ ҡағыр­ға, ишек өҫтөнә оло-ҡара таш аҫырға, ул Фатима Моргановнаның башына төшәсәк... Соня тыңламаҫ өсөн шым ғына ситкә китте. Уны Эльф көтә ине инде.
– Улар ысынлап түгел бит? – тип төпсөндө ул дуҫынан. – Шаяралар ғынамы?
Эльф йөҙөн һытты:
– Бында ниндәй шаяртыу бул­һын...
Ул хаҡлы ине. Күпселек тауыш менән насар уҡытыусыны интектереү ысулы раҫланды. Игеҙәктәр ашханаға барып бер шешә көнбағыш майы алып килде. Ярты синыф коридорҙы күҙәткәндә, икенсе яртыһы уҡытыусы өҫтәле янындағы линолеумға ентекләп май һөрттө.
Шешәне бәҙрәфкә ташланылар. Ултырғысты май табы күҙгә ташланмаҫлыҡ итеп ҡуйҙылар. Көтөргә ултырҙылар. Ҡыңғырау менән бергә кабинетҡа Фатима Моргановна инде. Яңғыҙы түгел. Уға мөһабәт кәүҙәле Валерия Кирилловна эйәргәйне. Бәләкәй уҡытыусы янында ул тағы ла дәрәжәлерәк һәм ҡурҡынысыраҡ булып күренде.
– Ултырығыҙ, – тине ул. – Фатима Моргановна, һеҙ бик насар әҙерләнгәнһегеҙ, тине. Бер көндә егерме һигеҙ «икеле». Был –  һәләкәт.
Ул тыныс һөйләне, ләкин дүртенсе «В»-ларҙың көллөһөнөң дә парта аҫтына ингеһе килде.
– Мин ғәфү үтенергә тейешмен, – тип дауам итте директор. – Фатима Моргановнанан да, һеҙҙән дә.
Хәҙер «В»-ларҙың өҫтәл аҫтына ғына түгел, хатта линолеумға күмелгеһе килде.
– Минән кәрәкмәй! – бәләкәй уҡытыусы хайран ҡалды. Ул бындай һөйләшеүгә әҙерләнмәгән булғандыр, күрәһең. – Йәғни бөтөнләй ғәфү үтенергә кәрәкмәй! Улар!..
– Мин ғәйепле, – Валькирия тауышын саҡ-саҡ күтәрҙе, әммә Фатима Моргановна ауыҙын яп­һын өсөн ошо ла етте. – Минең үҙемә төҙәтергә тура киләсәк.
Шунда ҡот осҡос нәмә булды – Валерия Кирилловна уҡытыусы өҫтәленә йүнәлде. Бөтә синыф эстән генә: «Кәрәкмәй!» – тип инәлде, ләкин ҡысҡырып әйтергә берәүҙең дә ҡыйыулығы етмәне. Әйтерһең, кемдер дүртенселәр­ҙе көсһөҙләндерҙе.
«Ул убырлы ҡарсыҡ бит! – Соня шулайтып ҡына уйлай алды. – Ул белергә тейеш!»
Валерия Кирилловна ултырғыс янына барып етте. Ҡарап тормай, урынынан күсерҙе. Бер аҙым атланы...
Ҡулдарын киң һәм килбәтһеҙ болғап, «дөмп» итеп ҡоланы. Һу­лы һауала киң дуға яһаны, ә уңы өҫтәлгә бәрелде. Бик насар мырт­лау менән.
Шунан тотош дүртенсе «В» урынынан ҡубып, ҡағыҙҙай ағар­ған директорға ташланды.
– Валерия Кирилловна! Ғәфү итегеҙ! «Ашығыс ярҙам»ға шылтыратығыҙ! Валерия Кирилловна!
Кабинет көтмәгәндә түңәрәк буйлап карусель булып әйләнде... һәм ҡаҙып ултыртылған һымаҡ ҡатып ҡалды. Валькирия ла, яңы уҡытыусы ла, өҫтәл янында май таптары ла юҡ.
– Бының нимә... – тип ҡысҡырырға өлгөрҙө Вероника, ләкин әйтеп бөтә алманы.
Ишек асылды, синыфҡа зифа буйлы, ҡара сәсле ҡатын елтелдәп килеп инде. Ул уҡытыусы өҫтәле янында туҡтап, киң йыл­май­ҙы.
– Һаумыһығыҙ, ҡәҙерлеләрем! Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын! Һеҙ шундай матурҙар, һеҙ шундай шәптәр!
Уның йылмайыуы ҡоралһыҙландырҙы. Дүртенсе «В» йомшарҙы, күптәр яуап итеп йылмай­ҙы.
– Минең исемем Мария Михайловна, мин – һеҙҙең яңы уҡытыусығыҙ.
– Ура! Килеп сыҡты! – тип шыбырланы Толик. – Тегеһен интек­терҙек, Валькирия яңыһын ебәргән. Быныһы шәберәк!
– Ә хәҙер, минең һөйкөмлө ҡуянҡайҙарым, әйҙәгеҙ, математика дәресен башлайбыҙ.
Өсөнсө дәрес аҙағында балалар һуңғы парталарға йыйылды. Дүртенсе синыфтарҙың йөҙө хәсрәт­ле ине.
– «Ҡуяндары» менән йөҙәтте, – тине Матвей.
– Һиңә ярап булмай! – тип асыу­ланды Вероника. – Һәйбәт уҡытыусы. Изге күңелле. Яҡшы билдәләр ҡуйҙы.
– Һөйкөмлө малай, һөйкөмлө малай... – Петя ҡылансыҡлана башланы. – Мин уға ниндәй һөйкөмлө булайым? Математиканан ҡуйған билдәһенең мәғәнәһен тапмайым, әсәйем барыбер ышанмаясаҡ. Әрләйәсәк тә әле. Мин барыһын да күсерҙем!
– Әгәр ул тағы бер тапҡыр «ҡә­ҙерле балалар» тип әйтһә, минең күңел болғана башлаясаҡ, – тине Даша һәм ул да ҡыланырға тотондо. – «Ах! Йөҙҙәрегеҙ ниндәй асыҡ, күҙҙәрегеҙ ниндәй мөләйем!»
– «Күҙкәйҙәрегеҙ»... – тип тө­ҙәтте Соня күңелһеҙ генә. – Әйҙә­геҙ, уның менән һөйләшәбеҙ, ә? Беҙгә кешесә мөрәжәғәт итеүен һорайбыҙ, ә бер йәшлек балаларға кеүек түгел.

– Уның менән һөйләшеүҙән файҙа юҡ! – тип асыуланды Толик. – Әйҙәгеҙ, тағы ла май һибәбеҙ, вәссәләм!
– Юҡ! – тип ҡысҡырҙы ҡыҙҙар. – Беҙ быны икенсе тапҡыр күтәрә алмаясаҡбыҙ!
– Нисек теләйһегеҙ, – Толик ҡулдарын йәйеп ебәрҙе, – ләкин быныһынан да ҡотолорға кәрәк.
– Әйҙәгеҙ... – Петя күҙҙәрен ҡотһоҙландырҙы, – мин теликтан күрҙем. Унда, ҡыҫҡаһы, балалар уҡытыусыға ялыу яҙған. Уны, ҡыҫҡаһы, мәктәптән шунда уҡ ҡыуғандар.
– Ни өсөн? – Вероника ғәжәпләнде.
– Мин аңламаным, уны өләсәйем ҡараған, ул һәр ваҡыт теликтан имәнес нәмәләр ҡарай, һуңынан бөтәбеҙгә лә һөйләй.
– Мин хәтерләйем! – тине Олег. – Шылтыратып, ул беҙгә бәйләнә, тип әйтергә кәрәк.
– Әйҙәгеҙ! – тип ҡыуанды Толик. – Был ҡул һындырыуға ҡара­ғанда яҡшыраҡ. Мин хәҙер ҡайҙа шылтыратырға кәрәклеген асыҡлайым.
Бер дәрестән һуң синыф ишеге асылды, ағарынған Валькирия һәм һоро костюмлы ҡырыҫ, сал ир-ат инде.
– Мария Михайловна Глебова? – тип ҡоро ғына һораны ят кеше. – Майор Застрожин. Һеҙгә беҙ­ҙең менән барырға тура килер.
– Нимә? – тип ҡурҡып һораны уҡытыусы. Ҡулдары ҡалтыраны. – Был аңлашылмаусанлыҡ...
– Асыҡларбыҙ, – тине майор уҫал итеп һәм уҡытыусының ҡалтыраған ҡулдарына тиҙ генә бы­ғау һалды.
– Уяулылығыҙ өсөн рәхмәт! – тине ул синыфҡа һәм Мария Михайловнаны ишеккә этәрҙе.
– Балаҡайҙарым, ҡәҙерлекәй­ҙәрем, мин һеҙгә мотлаҡ әйләнеп ҡайтасаҡмын! Һеҙ, иң мөһиме, ҡурҡмағыҙ! Ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ, – тине ул тупһала. Күҙ йәштәрен һөртөргә тырышты, ләкин бығауҙары ныҡ ҡамасауланы.
Вероника түҙмәне, үкһеп ма­йорға ташланды.
– Юҡ! Юҡ! Был улай түгел! Беҙ ғәйеплебеҙ! Зинһар, кәрәкмәй!
Ләкин ишек уның танау төбөндә ҡапыл ябылды. Синыфта Валь­кирия ҡалды, уның ҡарашы аҫтында барыһының да үлгеһе килде. Вероника тупһала иңрәне.
– Уның, әйткәндәй, ике балаһы бар, – тине ҡарлыҡҡан тауыш ме­нән директор. – Хатта уны ебәр­һәләр ҙә...
Аңын юғалтҡан һымаҡ тойҙо үҙен Соня, синыф йөҙҙө, ул башын сайҡаны, күренеш кире әйләнеп ҡайтты. Кабинетта Валькирия юҡ ине.
– Бер нәмә лә булманы, тип әй­тегеҙ миңә, – Вероника үкһене. – Зинһар, әйтегеҙ, был төш булдымы?
– Бер нәмә лә булманы шикел­ле, – тине Петя, еңел һулап, – ниндәйҙер имәнес нәмә. Һын­ған ҡулдан да хәтәрерәк.
Шул мәлдә синыф ишеге асылды, оҙон буйлы, һары сәсле ҡатын-ҡыҙ инде.
– Хәйерле көн, – тине ул тигеҙ тауыш менән. – Мин – һеҙҙең яңы уҡытыусығыҙ, Анжела Валерьевна.
Дүртенсе «В»-ла бындай тынлыҡтың бер ваҡытта ла булғаны юҡ ине әле. Өндәшмәй ултырҙылар, биремдәрҙе баш ҡалҡытмай үтәнеләр. Һорарға кәрәк булһа, ҡул күтәрҙеләр. Анжела Валерьевна дәрестәрҙе ышаныслы алып барҙы. Тыныс. Дөрөҫ. Билдәләр­ҙе намыҫ менән ғәҙел ҡуйҙы. Тауышын күтәрмәне. Барыһына тигеҙ мөрәжәғәт итте.
– Быға бәйләнеп булмай, – ти­не тәнәфестә Олег, – әллә ниндәй ул...
– Бер ниндәй ҙә, – Даша мы­ғырланы.
– Юҡ! – тип ҡысҡырҙы Соня. – Хатта уйламағыҙ ҙа! Мин һеҙгә башҡаса бер кемде лә интектерергә юл ҡуймайым!
– Әкрен, әкрен, – уны Матвей тынысландырҙы. – Беҙ йыйынмайбыҙ ҙа.
– Әммә ниҙер эшләргә кәрәк тә баһа, – тине Петя. – Беҙ уның менән тағы ла ярты йыл уҡый алмайбыҙ!
Синыф ишеге асылды, дүртенсе «В» уҡыусылары барыһы бергә ауыр һуланы. Валькирия яңы уҡытыусы менән инде.
– Хәйерле көн! – тине директор яғымлы итеп. – Мин хәлегеҙҙе белергә килдем. Нисек һеҙ?
– Һәйбәт, – тине Толик, сырайын һытып.
– Әйтерһең дә, белмәйһегеҙ, – Петя төрттөрҙө.
– Юҡһынабыҙ, – тип яуапланы көтмәгәндә Даша ысын күңелдән.
Ә Соня һикереп тороп, Валерия Кирилловнаға ташланды, уны ҡосаҡлап алды.
– Һеҙ ҙә һәйбәт, – тине ул Анжела Валерьевнаға, – ләкин беҙ үҙ уҡытыусыбыҙҙы яратабыҙ. Валерия Кирилловна, зинһар, баш­ҡа уҡытыусылар кәрәкмәй. Беҙ һеҙҙең менән уҡырға теләйбеҙ!
– Эйе! – тип ҡысҡырҙы Толик.
– Эйе! – уға Элька ҡушылды.
– Зинһар, беҙҙән китмәгеҙ! – Петя барыһынан да нығыраҡ аҡырҙы.
– Беҙ һеҙҙе яратабыҙ! – туғанын ситкә этәреп, Олег тағы ла көслөрәк ҡысҡырҙы.
Синыф ғәҙәти булғансаға әйләнде, барыһы ла үҙ урындарында ултыра ине.
– Әгәр тағы ла бер мәртәбә беренсе дәрес булһа, мин – мәйет, – тине Матвей.
Был юлы Валерия Кирилловна синыфҡа яңғыҙы инде. Ул ныҡ арығайны. Балалар уҡытыусының ултырғыс янына килеп ултырғанын көсөргәнешлек менән күҙәтте.
– Һеҙ беҙгә әйләнеп ҡайтты­ғыҙмы? – тип һорау бирҙе нәҙек тауыш менән Эльвира.
Валькирия баш ҡаҡты.
– Бөтөнләйгәме? – тип һораны Соня.
Валькирия баш ҡаҡты.
– Беренсе дәрес уҡыумы? – тип һораны Петя.
– Юҡ, бөгөнгә дәрестәр етер, – тине Валькирия, – әйҙәгеҙ, ҡай­тышайыҡ.
Дүртенсе «В» үҙ бәхетенә ышан­май, урынынан ҡуҙғалманы.
– Мин дә һеҙҙе бик яратам! – тине Валькирия һәм... беренсе мәртәбә йылмайҙы.
Ул егерме йәшлек ҡыҙға оҡшап ҡалды.

12-се бүлек.

Ғашиҡтар көнө

Концерт әҙерләргә кәрәкмәгән, ләкин барыбер түҙемһеҙлек менән көткән байрам – Ғашиҡтар көнө яҡынлашты.
Уға бер нисә көн ҡалғас, ҡыҙ­ҙар кемдәр кемдән открытка аласағын йәнле тикшерҙе, ә малай­ҙар борсолоп йөрөнө. Петя менән Олег та аҙыраҡ ғауға сығарҙы, ә Вадик аптырап ҡалды – Валерия Кирилловнаға уны таҡта янына саҡырырға фамилияһын бер нисә тапҡыр атарға тура килде.
Соня тулҡынланды. Ул открыт­каны беренсе синыфта ғына ал­ды, әммә ул саҡта бөтәһе лә һәммәһенә лә бүләк итте, шулай бул­ғас, уны иҫәпләмәҫкә лә мөмкин. Ә икенселә Соняны күрмәнеләр, уға берәү ҙә открытка – йөрәк бүләк итергә уйламаны ла.
Ләкин быйыл уны мотлаҡ ҡотларға тейештәр. Һис юғы, Матвей.
14 февраль иртәһендә дүртенсе «В» уҡыусылары бер-береһен мәктәп болдорында ҡаршы алды.
– Нисек? – ҡыҙҙар бер-береһенән белеште. – Һиндә нисәү?
Яңы килеүселәр башын сайҡаны, йәнәһе, көт, һөйләргә иртә әле. Иртәрәк килгәндәрҙең йөҙө серле ине.
Соня тылсымлы открытканы килеү менән партала тапты. Ныҡ ҡыуанды, уйлап та тормай, маҡтанырға кереште.
– Элька, миндә открытка! Ҡара, ниндәй матур!
– Эйе, матур ғына, – тине Эльви­ра ғәмһеҙ генә, – бындайы миндә юҡ.
– Ә ниндәйе бар? – тип төпсөн­дө Соня.
– Улар миндә... – Элька кеҫәһенән открыткалар сығарғанда тынып торҙо, – бишәү... юҡ, алтау... юҡ, һигеҙ!
– Бик шәп! – тине Соня.
Көнләшеүҙең яҡшы түгеллеген аңлаһа ла, уның шатлығы һүрелде. Ярай, бөтөнләй һүрелмәне, әммә ныҡ тоноҡланды. Эльканың открыткалары сағыу, ялтыр, ҙур ине. Береһенә эре матур почерк менән «Мин һине яратам!» тип яҙылған. Соняныҡында бындай яҙыу юҡ ине.
– Иҫең киткән икән, – тип сырайын һытты Вероника, – көн башлана ғына бит әле, бөтәһенә лә бүләк итәсәктәр.
Эля вайымһыҙ ғына иңбашын һикертте.
Соня партаһына атланы, ләкин уны юлда Вадик туҡтатты.
– Бы-ы-ыл һиңә! – тине ул, еңелсә тотлоғоп. – Ҡ-ҡотлайым!
Вадик Соняға «йөрәк» һуҙҙы. Ҡыҙ балҡып китте. «Рәхмәт!» – ти­не лә партаһына «йылт» итте. Бындай иғтибарға ул әҙер түгел ине. Күҙ сите менән Матвейға ҡа­раны. Ул Вадиктың открытка бүләк иткәнен күрмәне шикелле. Күрһә, быға нисек ҡарар ине икән? Белһә, уның менән ҡабат дуҫлашмаһа? Соня Вадиктың открыткаһын тиҙ генә портфеленә йәшерҙе, ә Матвейҙың «йөрәге»н партала ҡалдырҙы. Бер секундтан һуң, Вадик үпкәләр, тип уйла­ны, ә ул бер нәмәлә лә ғәйепле түгел.
– Ни эшләргә һуң? – тип һора­ны Соня Эльфтан.
Әммә ул сәскәләр менән биҙәл­гән һунар йәйәһе тотоп күренде, һымылданы, Соняға ым менән үбеү ебәрҙе лә юғалды.
Кәйефе юҡ ине. Валерия Кирилловна ла, бөгөн әҙәбиәт дәреслеген уҡымайбыҙ, ә шиғыр һөйләйбеҙ, тине. Мөхәббәт ха­ҡында. Теләһә ҡайһыһын.
Башта бөтәһе лә тартынды, ҡылансыҡланды һәм ҡурҡты. Шунан Петя маҡтанырға булды һәм йырланы: «Мин һинһеҙ йәшәй алмайым кеүек, мин һинһеҙ юғалам, юғалам кеүек. Мин һинһеҙ йәшәй алмайым кеүек, мин һин­һеҙ юғалам кеүек... Мин «яратам...» тигән ябай һүҙ беләм кеүек, мин яратам кеүек». Һәйбәт билдә алды, урынына хайран ҡалып барып ултырҙы. Шунан Соня хәтеренә төшөрҙө: «Мин һеҙҙе яраттым, мөхәббәттең булыуы ихтимал...»
Ә һуңынан Валькирия интернетты файҙаланырға һәм ата-әсәләрҙән кәңәш һорарға рөхсәт итте. Телефондарына һәм планшеттарына сумдылар, шылтыра­тырға тотондолар.
Ә шунан кемдер шиғыр уҡығанда уның ихтыярһыҙҙан кемгә ҡарап алыуын һиҙҙеләр. Һиңә ҡарауҙарын көтөү, шағир һүҙҙәре менән «Мин һеҙҙе осраттым», тип әйтеү шул тиклем тулҡынландырғыс, ғәжәп ине... Вадиктың ғына иҙәнгә ҡарап: «Мин ғүмеремде кинотаҫма һымаҡ ун йылға артҡа әйләндерер инем», – тип ҡысҡырып әйтергә башы етте.
Дәрес һиҙелмәй ҙә уҙҙы.
– Валерия Кирилловна, шул тиклем ҡыҙыҡ, ваҡытты тотоп тороғоҙ! Һеҙҙең ҡулығыҙҙан килә бит! – тип үтенде Даша.
– Былай ҙа ҡырҡ минут тотоп торам бит инде, – тине Валькирия, ғәҙәттәгесә, – тағы ла кем уҡыманы әле?
– Һеҙ! – тине Даша.
– Мин? – Валькирия ғәжәплән­де, әммә үҙен йәһәт ҡулға алды. – Ярай. Ләкин мин һағышлыны уҡыйым.
– Һағышлыһы ла ярай, – Петя ҡыйыуланды.
– Мөхәббәт, ғөмүмән, күңел­һеҙ, – тине Вадик фәлсәфәгә бирелеп.
Ә Валькирия тәҙрәгә боролдо, күҙҙәрен йомдо, һүҙҙәрҙе әкрен әйтеп, аңлайышһыҙ шиғыр уҡыны:
– Һөйөүме был?
Әллә ғазапмы был?
Минут һайын һине һағынам,
Һинһеҙ генә һине бәхет иттем,
Һинһеҙ генә һиңә табынам.
Ә осрашһаҡ, ғәмһеҙ һөйләшәбеҙ:
Мин бит һинең бары танышың,
Бер кем түгел инең миңә һин дә,
Ҡай арала булдың яҙмышым?
Хыялыйҙар итеп арбаныңмы, –
Һис сәбәпһеҙ янам, янам мин.
Яңғыҙлыҡтан ялҡҡан күңелемә
Хыял уйлап тапҡан яза һин.
(Йомабикә Ильясова шиғырынан).
Ул уҡып бөтөү менән урамда борғо ҡысҡырттылар. Тәҙрә янын­да ултырыусылар тышҡа ҡарағас, ах итте, бер секундтан бөтә синыф тәҙрәгә ҡапланғайны.
Унда ысын рыцарь тора ине. Күк атта. Күҙҙе сағылдырырлыҡ хәрби кейемдә, төрлө төҫтәге ҡаурыйҙарҙан торған плюмажда, һөңгө, ҡылыс һәм раузалар гөлләмәһе менән.
Валькирияны күргәс, ул өҙәңгеләргә баҫа төшөп, баш эйҙе.
– Мин һиңә килдем, принцесса! – тине лә йәнә борғо ҡыс­ҡыртты.
Дүртенсе синыфтар беренсе тапҡыр Валерия Кирилловнаның ни эшләргә лә белмәүен күрҙе. Ул рыцарға күҙҙәрен тултырып ҡараны, бер ни өндәшмәне.
– Мин һиңә барам! – тине рыцарь. Көслө шалтырап, аттан ип­һеҙ төшкәс, теҙгенде велосипед парковкаһына һалды һәм тимер­ҙәрен дөбөрләтеп, мәктәпкә йүнәлде.
– Мин һиңә барам! – тип ҡабатланы ул, стеналағы бауға тотондо, билбауына ҡылыс урынына гөлләмә таҡты, бит ҡаплағыс аша тимер бирсәткәләренә төкөргәс, тамаҡ ҡырып юғарыға үрмәләне.
Валькирия өндәшмәне. Ул ҡуҙ­ғалманы, күҙҙәрен ҡыҫҡыламаны, һулыш та алмай ине шикелле.
Рыцарь һыу үгеҙе кеүек мышнаны. Күтәрелгәндә ҡулы тайҙы, Валькирия алға ынтылды... Рыцарь тын алышын тигеҙләгәс, артабан үрмәләне. Валькирия йәнә ҡатып ҡалды.
Балалар тәҙрә асырға ташланды. Һуңынан, рыцарь ауыҙы менән һауа йотоп, ҡорһағы менән тәҙрә төбөнә ятҡас, улар кем уҙарҙан һыуға йүгерҙе, әммә рыцарь барыһын да туҡтатты, гөлләмәне ҡулына алғас, шаңғырап һәм шалтырап, Валерия Кирилловнаға йүнәлде. Шунан бер тубығына эйелде.
– Мин һине яратам, гүзәл принцесса! Миңә кейәүгә сыҡ!
Валькирия ҡыбырламаны. Ул әкрен генә күҙҙәрен йомдо, күрә­һең, был – монар, тип уйлағандыр. Шунан асты – рыцарь урынында ине.
– Һеҙ уға шиғыр уҡығыҙ, – тип кәңәш итте шыбырлап Олег, – уға оҡшаясаҡ.
Рыцарь уйланды. Бер генә секундҡа.
– Йәрһеҙ инем, уйһыҙ инем, – 
Һин генә уйландырҙың.
Уйландырҙың, моңландырҙың,
Күңелде нурландырҙың.
Уйҙарымды аҡ ҡағыҙға
Теҙеп бирәйем микән?
Шишмә буйы сәскәләрен
Өҙөп бирәйем микән?
Аңлар мине һинән башҡа
Кем генә һуң, кем генә?
Донъяла мөхәббәт булһа – 
Һин генә ул, һин генә!
(Хәсән Назар шиғырынан).

– Шшшш! – көтмәгәндә йәнләнгән Валерия Кирилловна ышылданы.
– Миңә кейәүгә сығаһыңмы, о, гүзәл? – тип ҡабатланы рыцарь.
– Йә, Валерия Кирилловна, нимә, һеҙ... һеҙ үлекме әллә? – тип ҡысҡырып ебәрҙе Даша. – Һеҙ бит тере, беҙ беләбеҙ! Ни ҙә булһа әйтегеҙ!
– Миңә уйларға кәрәк, – тине Валькирия теш араһынан.
– Һеҙ аҡылдан яҙҙығыҙмы әл­лә? – тине Элька. – Бында нимә­һен уйлайһың? Ул икенсе ҡатҡа менде! Ул атта килде!
– О, ҡаты күңелле принцесса... – тине рыцарь бойоҡ ҡына һәм, ауырлыҡ менән урынынан тороп, тәҙрәгә йүнәлде.
– Ул ҡаты күңелле түгел! – тине Петя. – Ул изге күңелле!
– Үҙе шундай һәйбәт! – тип өҫтәне Олег. – Ул беҙҙе һәр саҡ ҡотҡара!
– Ул беҙҙе ярата! Һеҙҙе лә мотлаҡ яратасаҡ, – тип тынысландырҙы рыцарҙы Вероника.
– Ул беҙҙә иң яҡшыһы, ысынлап! – тип ҡушылды Соня. – Китмәгеҙ, ул хәҙер кире уйлаясаҡ. Ул һәр саҡ башта талапсан, ә һу­ңынан бөтөнләй улай түгел!
Ҡапыл Валькирия алыҫта ҡал­ған үткәнендәге үҙенә бик оҡшап китте. Яңаҡтары уттай янды, улар­ҙы ҡулдары менән ҡапланы, балаларға ҡурҡып ҡараны.
– Талапсан түгел, тиһегеҙ инде?
– Юҡ! – дүртенсе «В» хор менән ҡысҡырҙы ла уҡытыусыны ҡосаҡ­ларға ташланды. – Һеҙ намыҫлы! Һеҙ изге күңелле! Һеҙ һәйбәт! Һеҙ...
– Ой, рыцарь китә, – тине Даша.
Бөтәһе лә тәҙрәгә ҡапланды һәм бойоҡ рыцарҙың күк атын йүгәненән тотоп мәктәптән ситкә алып киткәнен күрҙе.
– Ул хәҙер юғаласаҡмы? – тип һораны Вероника. – Был монар булдымы? Ғәҙәттәгесә?
Валерия Кирилловна тертләп ҡуйҙы, ашығып тын алды, ҡыҙҙар һымаҡ һулҡылданы ла синыфтан йүгерә-атлай сығып китте.
– Туҡтағыҙ! – тип һөрәнләне Толик рыцарға, яңынан тәҙрәне асып. – Туҡтағыҙ! Ул хәҙер киләсәк!!!
Рыцарь мәктәп ихатаһы аша моңһоу атлауын дауам итте. Плюмажы һалынып төшкән, һөңгөһө ерҙән һөйрәлеп бара, аяҡтары көрт йыра.
– Туҡтағыҙ! – биш кеше хор менән ҡысҡырҙы. – Туҡтағы-ы-ы-ыҙ!
– Ул ни өсөн баҫҡыстар буйлап йүгерҙе? – тип борсолдо Соня. – Тәҙрәнән дә һикерә ала ине.
– Үлер ине! – тине Толик.
– Ҡанаттар үҫтерер, берәй нә­мә уйлап табыр ине! – тине Соня. – Ул бит Валькирия! Ул барыһын да булдыра.
– Миңә ҡурҡыныс! – тине Веро­ника. – Әгәр уны ҡыуып етә алмаһа?
– Ултырығыҙ! – артта ҡырҡа тауыш яңғыраны. – Дәресте дауам итәбеҙ.
Бик тәүәккәл һәм ҡырыҫ Вале­рия Кирилловна ишектә тора ине. Ул меҫкен рыцарҙы ҡаплап, пәр­ҙәләрҙе ҡапыл тартты.
Дүртенсе синыфтар бәхәсләшеүҙең урынһыҙ икәнен аңланы, парталарға таралышты. Байрам кәйефе юҡҡа сыҡты. Оҙон-оҙаҡ һәм ғазаплы математика башланды. Бөтәһе лә дәрес мәңге дауам итер, тип уйлағанда кори­дорҙа тауыш яңғыраны:
– Ҡара күҙҙәр, ялҡынлы күҙҙәр!
Ишекте тибеп астылар, синыф­ҡа гитараһын алға эйеп тотҡан ир-егет инде.
– Һеҙ мине ғазапланығыҙ! Һеҙ мине әсир иттегеҙ! – тип йырла­ны ул уҡытыусы өҫтәленә яҡынлашып һәм бер тубығына тороп.
– Ой, унда рыцарь гөлләмәһе! – тип сәрелдәп ебәрҙе Вероника.
– Был ул! – тине Петя.
– Ул кире килде! – ҡыҙҙар ҡыуанышты.
Валькирия йәнә шаңҡыны. Шунан гөп итеп ултырҙы ла битен ҡулдары менән ҡапланы.
– Ул көлә! – тине Даша. – Уның иңбаштары дерелдәй.
– Һин миңә кейәүгә сығаһыңмы? – тип йырланы гитарасы.
– Эйе! – тотош синыф ҡысҡыр-ҙы.
– Мин сыға алмайым, – тип яуапланы Валькирия, ҡулдарын битенән алмайынса.
– Ни өсөн? – тип һорау бирҙе ир-егет аптырап.
– Сөнки мин кейәүҙәмен! – тине Валькирия һәм көлмәҫкә тырышып, битен асты.
– Ысынлап та, – тине ир-егет уйсан ғына, – мин быны иҫәпкә алмағанмын. Мин быны уйламағанмын... Миңә ни эшләргә һуң? Бәлки, йырҙарым йөрәгеңде иретер?
Шунда уҡ йырлап ебәрҙе. Итальянса. Ҡысҡырып һәм наҙлы итеп. Мөхәббәт тураһында, сөнки «аморе» һүҙе һәр юлда ҡабатланды.
Валькирия йәштәрен төшөрөргә күҙҙәрен ҡыҫҡыланы – балалар алдында уларҙы һөртөргә оялды.
Соня кемдер арҡаһына линейка менән төрткәнен тойҙо.
– Хәҙер «эйе» тип әйтәсәк! – Вероника артҡы партанан шатланып бышылданы.
Йырсы арияһын ҡапыл өҙөп, синыфтан ҡыҙыу аҙымдар менән сыҡҡанда Валерия Кирилловна ауыҙын асты (әлбиттә, «Мин ри­за!» тип әйтергә).
Шундай тынлыҡ урынлашты, әйтерһең, барыһы бер юлы һаң­ғырауланды.
– Ҡайҙа китте ул? – тип һораны ҡойолоп төшкән Валькирия дүртенселәрҙән.
Бер кем дә яуап бирә алманы. Соняның ғына башына килде:
– Ул өсөнсө мәртәбә килергә тейеш! Әкиәттәрҙә һәр ваҡыт өс мәртәбә!
– Хәҙер ул мушкетер булып кейенә! – тине Петя.
– Пират булып! – Олег ризалашманы.
Башҡа версиялар ҙа булды:
– Грек аллаһы булып! Варвар булып! Космонавт булып! Покемон булып! Вампир булып!
Бер кем дә белә алманы.
Бер минуттан синыфҡа ҡәҙимге джинсыла һәм свитерҙа бер ир-егет инде. Гөлләмә ге­нә – ул таушалып бөткәйне – шул уҡ.
– Мин аңланым, – тине ул. – Мин «Һин миңә кейәүгә сығаһыңмы?» тигән дөрөҫ булмаған һорау бирҙем. Хәҙер дөрөҫ һорайым.
Ул тубыҡланды ла гөлләмәне Валерия Кирилловнаға һуҙҙы.
– Һин минең ҡатыным булаһың­мы?
Дүртенсе синыфтар ауыҙҙарын асып ҡатып ҡалды. Ниндәйҙер ғәжәп нәмә булды. Һорауҙарҙың нимә менән айырылғанын бер кем дә аңламаны. Ә бына Валькирия аңланы.
– Әлбиттә, – тине шым ғына. – Егерме йыл элек булған һымаҡ.
– Ура! – тип ҡысҡырып ебәргәс, ир-егет директорҙың ҡулдарынан тотто.
– Һин әллә аҡылдан шаштыңмы? Бында балалар! – тип шелтәләне Валькирия, ул тағы ла ҡыҙ­ға оҡшаны.
– Былар балалар ғына түгел, былар – донъялағы иң яҡшы бала­лар! – шатлығы эсенә һыймаған ир-егет үҙенекен тылҡыны. – Улар миңә ҡатынымды ҡайтар­ҙы! Яратҡан ҡатынымды! Мин һинең нисек көлгәнеңде ете йыл күрмәнем!
Шунда Валькирия ниңәлер илап ебәрҙе. Ҡыҙҙар уны тынысландырырға ташланды.
Валерия Кирилловна менән уның диуана ире киткәс, дүртенсе «В» бер нисек тә таралыша алманы. Синыфҡа, гүйә, мөғжизә һеңде, ошо һауаны тағы ла бер аҙ һулағылары килде. Барыһы ла тауыш-тынһыҙ йылмайышып ултырҙы.
Көтмәгәндә таҡтаға Матвей сығып, интегә-интегә, тотлоғоп:
– Мин аңланым, – тине. – Ул алдарға ярамағанын күрһәтергә теләне. Намыҫлы булырға. Бөтә нәмәлә лә. Шуға күрә... Шул.
Ул кеҫәһенән таушалған открытка алып, уны Соняға тапшырҙы ла урынына лап итеп ултырҙы. Соняның һушы алынды, башында бер генә уй өйрөлдө: «Беренсе открытка кемдән булды икән?»
Хәҙер таҡта янында Вадик тора ине, иҙәнгә ҡарап дөрөҫөн әйтте:
– Мин бөтә ҡыҙҙарға ла открытка тапшырҙым... Был дөрөҫ түгелдер, күрәһең... Сөнки берәү­гә генә бирергә кәрәк... Ни, Валькирияның ире кеүек... Ул да баш­ҡаға түгел, уға ғына бирҙе... Ә мин бөтәһенә лә... был дөрөҫ түгел...
– Бөтәһенә лә бирмәнең! – тип ҡысҡырҙы Эльвира урынынан һикереп тороп. – Миңә бүләк итмә­нең! Мин нимә, бөтәһе лә түгелме ни?
Вадик көтмәгәндә бурлаттай ҡыҙарҙы ла мығырланы:
– Эйе... Һин бөтәһе лә түгел... Һин берәү генә...
Ул ирендәрен тешләп тиҙ генә синыфтан сығып ысҡынды.
Соня, ғәжәпләнерлек бер нәмә лә булмаҫ, тип уйлағайны, ләкин яңылышты.
Асылған ауыҙын ябырға ла онотоп партаһында ултырған Элька илап ебәрҙе.
– Ә мин... мин... мин үҙ-үҙемә открытка һатып алдым... Яҙҙым... Бына иҫәр, эйеме?
Элька биштәрен эләктерҙе лә ишеккә йүгерҙе. Ярты юлда туҡтаны, Вадик онотоп ҡалдырған биштәрҙе алды, шунан һуң ғына коридорға сыҡты. «В»-лар өйҙәренә уйсан таралышты.
Соня ул кистә оҙаҡ йоҡлай алманы.
– Һин нимә? – тип һораны унан Эльф.
– Миндә шундай тойғо, – тип яуап бирҙе Соня, – нимәнелер оноттом.
– Әһә, – тип ризалашты Эльф. – Нимәлер эшләргә оноттоңмо?
Шунда барыһы ла аңлашылды.
Соня телефонын алып, Матвейға эсэмэска йыйҙы: «Рәхмәт!» Мобильникты һүндереү менән йоҡоға талды.

13-сө бүлек.
Ике Даша


Ғәҙәти булмаған Ғашиҡтар көнөнән һуң синыфты мөхәббәт биҙгәге баҫты. Матвей, тартынмайынса, Соняны өйөнә оҙатты, хатта бөтәһе алдында ҡултыҡланы. Вадик хәҙер иҙәнгә түгел, ә һәр ваҡыт Эльвираға ҡараны. Валерия Кирилловнаға уны күсереп ултыртырға тура килде, юҡһа, муйыны боролор ине.
Ҡалғандар яҙыуҙар һәм «йөрәктәр» менән алмашты, ҡыҙҙар бергә йыйылып, туҡтауһыҙ бышылдашты, малайҙар уларҙың иғтибарын йәлеп итер өсөн ҡылансыҡланды. Ҡыҫҡаһы, дүртенсе «В»-ла һәйбәт яҙғы мәктәп тормошо барҙы.
Петя Дашаға открытка бүләк иткәнсе, бер ниндәй ҙә ғауға төҫмөрләнмәне.
Малай уны партаға ташланы ла ситкә ырғылды, әйтерһең, йылан саҡты. Открыткаға «Һине ныҡ яратам!» тип яҙылғайны. Даша күҙ йәштәренәсә ҡыҙарҙы. Петя биштәренә ышыҡланды. Ләкин Даша юғалып ҡалманы, ым менән үбеү ебәрҙе. Күрәһең, тәь­ҫире көслө булғандыр, сөнки хәҙер Петя ҡыҙарҙы. Ҡыҙҙар һоҡланды һәм «Ах!» тиеште, Олег булмаһа, синыфта яңы пар барлыҡҡа килер ине.
– Һин нимә? – тип асыуланды ул, бәхетенән бите алһыуланған туғанына ҡарап.
– Бәйләнмә, – Петя ҡулын һелтәне.
– Һин ниңә миңә әйтмәнең? – тип асыуланды Олег.
– Һиңә нимә әйтергә ине һуң?
– Һәйбәт! – Олег ҡоторондо. – Һин нимә, ғашиҡ булырға йыйындыңмы әллә? Ә мин һинән кәмме ни?
– Ғашиҡ була күр.
– Юҡ, һәйбәт түгел! – Олегтың асыуҙан ҡулдары ҡалтыранды. – Кейәү менән кәләш, кейәү менән кәләш, бә-бә-бә...
Ләкин Петяны ирештереүҙәр менән еңерлек түгел ине, ул бәхетле йылмайып, сираттағы һүрәтте төшөрҙө.
Олег дәрестә парталаш күршеһенән ҡулы менән ҡапланып, көсөргәнештән телен сығарып, дәфтәргә нимәлер яҙҙы. Тәнәфескә ҡыңғырау яңғырау менән битте йыртып алды ла тәүәккәл тороп баҫты һәм ҡағыҙҙы Дашаға тапшырҙы.
Ул бер яҡтан арҡыры-буйға һыҙғыланғайны, икенсе яғында ыҡсым һәм хатаһыҙ тиерлек былай тип яҙылғайны:
Иң-иң яҡшыһы һин,
Яратам һине мин ныҡ.
Хатта көҙ көнө лә
Мин һине юҡһынам ныҡ!
Ҡыш та юҡһынам мин,
Йәй ҙә һәм яҙ ҙа тағы.
Мәңге теләйем мин
Һинең менән булырға!
– Аҡылдан яҙырһың! – тине Эльвира Дашаның яурыны аша шиғырҙы уҡығас.
Петяға ҡарау ҡурҡыныс ине. Олег айҙай балҡыны. Даша ҡа­ғыҙҙы бөхтә бөкләп, уны беренсе открытка янына һалды, үҙен нисек тоторға белмәй, бер туғандарға йәне көйөп ҡараны.
Туғандар көнө буйы бер-береһе менән һөйләшмәне, уның ҡарауы, ҡайтырға йыйынғас, Дашаның портфелен тотоп барыу хоҡуғы өсөн һуғыштылар. Улар мөнәсәбәттәрен асыҡлағанда, ҡыҙ хурлыҡлы ҡасып китте.
Иртәгеһен Петя синыфҡа ҡыҫ­ҡа рауза тотоп килде һәм уны Дашаға, рыцарь кеүек, бер тубығына тороп тапшырҙы. Олег янынан үткәндә, рыцарҙың күҙенә тондорҙо, улар ултырғыс­тарҙы һәм синыфташтарын кабинетҡа инеүсе Валькирияның аяҡ аҫтына күсереп, иҙән буйлап тәгәрәне.
– Тәк, – тине уҡытыусы.
Был «тәк» яҡшылыҡ вәғәҙә итмәй ине.
– Ах, хәҙер уларҙы ҡайҙалыр ырғытасаҡтар, – тип мәмелдәне Соня.
Валькирия башын ғына сайҡаны, ә игеҙәктәр баштарын түбән эйеп баҫып торҙо.
– Һеҙгә бер Даша етмәйме ни? – тип һорау бирҙе Валерия Кирилловна көлөмһөрәп. – Аңлайым. Ләкин быны төҙәтергә мөмкин. Даша, һин ҡаршы түгелме?
Ул бер үк ваҡытта башын ҡаҡты, иңбашын һикертте.
– Әйҙәгеҙ минең менән, – тине Валькирия.
Ул игеҙәктәрҙе һәм Дашаны оло-ҡара көҙгө эленгән холға алып барҙы.
– Ҡарағыҙ, Дашалар хәҙер икәү, – тине Валькирия һәм Дашаның сағылышына ымланы. – Бер аҙым – һәм һеҙ унда. Теләгәнсә йәшәгеҙ.
– Ҡайҙа? – тип һораны Петя.
– Көҙгө аръяғында, әлбиттә, – тине уҡытыусы.
– Ә беҙ кире ҡайта алабыҙмы? – тип төпсөндө Даша.
– Теләһә ҡайһы ваҡытта, – уны уҡытыусы тынысландырҙы, – ләкин иҫегеҙҙә тотоғоҙ, портал бер тапҡыр асыла. Йә һеҙ бергә сы­ғаһығыҙ, йә кемдер сыға, ә баш­ҡалар мәңгелеккә ҡала.
– Ни өсөн? – тип белеште Да­ша.
– Риүәйәт буйынса, – Валькирия йәне көйөп яуапланы, – һин, ни өсөн мин көҙгөлә сағылам, ә игеҙәктәр юҡ, тип тә һора.

– Ни өсөн? – тип һораны Даша.
– Шуның өсөн! – Валькирия ҡырт киҫте. – Һеҙ бараһығыҙмы әллә юҡмы?
Даша игеҙәк һеңлеһенә ҡараны һәм, бүтән уйлап тормай, көҙгөгә атланы.
Игеҙәктәр артынан эйәрҙе.
Башта Петя менән Олегҡа бер нәмә лә үҙгәрмәгән һымаҡ тойолдо: шул уҡ холл, шул уҡ стена, шул уҡ Даша...
Йәғни ике Даша!
– Һеҙ ысынлапмы? – Петя әле генә директор торған урынға боролдо.
Валькирия юғалғайны.
Бер туғандар Дашаларға текәлде. Ике бер төрлө ҡыҙ бер-береһенә ҡыҙыҡһынып ҡараны.
– Бөтөнләй минең кеүек! – тине береһе.
– Һин ул – минең кеүек! – тип яуап бирҙе икенсеһе.
– Бутама. Мин  – ысын, ә һин – сағылыш.
– Һин – үҙең сағылыш!
Дашалар бер үк ваҡытта тур­һайҙы. Шулай уҡ бер үк ваҡытта йылмайҙы.
– Әйҙә, икебеҙ ҙә ысын булайыҡ! – береһе тәҡдим итте, ә икенсеһе ҡыуанып ризалашты.
Ҡыҙҙар ҡосаҡлашып, Петя менән Олегҡа тантаналы ҡараны.
Тегеләр көнләште. Улар бер­ҙән-бер игеҙәктәр булырға күнеккән, оҡшашлыҡтары арҡаһында үҙҙәрен бутаһалар, күңел ас­тылар – әммә Дашаларҙы бөтөн­ләй айырырлыҡ түгел ине. Бынан баштары еңелсә әйләнде.
Олег уйлағансы, Петя үҙенә яҡын торған Даша янына барып, ҡулын тотто. Ҡыйыулығынан йөрәге дөп-дөп типте.
Дашалар бер-береһенә ҡарашты, пырхылдап көлөп ебәрҙе, ләкин ҡосаҡлашыуҙан туҡтаны. Петяға еңел булып китте.
– Бына! – тине ул туғанына. – Был – минең Даша. Ә тегеһе – һинеке!
Олегтың сырайы һытылды, ләкин икенсе ҡыҙҙың ҡулынан тотманы. Ул үҙе Олег янына килеп, уның ҡулын ҡаты ҡыҫты.
Дашалар кавалерҙарына ҡы­ҙыҡһынып ҡараны. Тегеләре аяҡтарын алмашлап баҫып торҙо.
– Йә, – тине Петяның Дашаһы, – хәҙер нимә? Дәрескә барабыҙмы?
– Тағы нимә! – Петя көкөрт ке­үек ҡабынды. – Беҙҙе директор үҙе ебәрҙе! Әйҙә ашханаға киттек! Мин һыйлайым!
Петя ҡулын кеҫәһенә тыҡты, аҡсаны тотоп ҡарағас, асыҡланы:
– Мин үҙемдең Дашамды һыйлайым! – һәм ҡыҙҙы артынан эйәртте.
Улар өҫтәл артына ултырып, вафли ашағанда, кола эскәндә Олег:
– Бында ожмах тиерһең! – ти­не. – Бынан бер ҡасан да сыҡма­йым!
– Беҙ ҙә! – Дашалар хор менән әйтте. – Беҙ ғүмер буйы игеҙәктәр хаҡында хыялландыҡ!
Дашалар тирә-яҡтағы бер кемде лә күрмәй, бер-береһенә тотондо, вафли ашаны, һөйләшеп туйманы.
Петя ҡыҙҙарға үҙенең ҡабын һуҙҙы.
– Ә ниңә һин минең Дашаның күңелен күрәһең? – тине Олег, һырт йөндәрен ҡабартып, коланан айырылмайынса.
– Мин күңелдәрен күрмәйем, – Петя ҡулын тартып алды, – улар барыһын да ашап бөттө...
– Әйткәндәй, беҙ уларҙы нисек айырасаҡбыҙ? – тип ҡыҙыҡһынды Олег, нимәнәндер хихылдаш­ҡан ҡыҙҙарға тәнҡит күҙлегенән ҡарап.
– Белмәйем, – Петя аптырап ҡалды, – ә ниңә уларҙы айы­рыр­ға?
– Нисек инде! – туғаны сабырлығын юғалта башланы. – Береһе – һинеке, ә икенсеһе – минеке. Әйҙә, маркер менән булһа ла билдә ҡуяйыҡ.
– Ҡарале, улар беҙгә билдә ҡуймай бит, – тине Петя.
– Ләкин беҙ – төрлө кешеләр, ә былар – ике бер үк кеше.
Был мәлдә Дашалар бергәләп көлә ине. Бер үк төрлө тиерлек баштарын түбән эйҙеләр, бер үк төрлө тиерлек сәстәрен төҙәттеләр.
– Юҡ! – тине Петя ышаныс менән. – Улар төрлө. Уңдағы – минең Даша.
– Нимәнән уңдағыһы һинеке әле? – Олег ҡашын йыйырҙы. – Һин үҙеңә ысынын алырға, ә ми­ңә яһалмаһын тығырға теләйһеңме?
– Ни өсөн яһалмаһын? Үҙең, улар – икеһе лә бер төрлө, тинең бит! – тине Петя. – Ниндәй айырмаһы бар? Яҡшы, һөйләштек, һулдағыһы – минеке.
– Ниңәлер һин тиҙ ризалаштың! Тағы ла миңә яһалмаһын тығырға теләйһеңме?
– Теңкәмә теймә! – тип ҡыс­ҡырҙы Петя. – Миңә бәйләнмә!
Ул арҡаһы менән ике Дашаны ла ҡапларға тырышты.
– Ҡыҙҙар, ишек алдына сығайыҡ! Көн ниндәй икән, ҡарайыҡ.
Идея бик шәп булып сыҡты – Көҙгө аръяғында йәй ине. Дашалар сырылдашып үләндә йөрөргә ташланды. Петя уларҙы йылмайып күҙәтте. Олег йәмрәйеп:
– Әйҙә, бынан китәйек, – тип тәҡдим итте, – барыбер был иҫәр­ҙәрҙән бер ниндәй шатлыҡ юҡ.
– Улар иҫәр түгел, – тип ҡырҡа ҡаршы төштө Петя, – беҙ уларһыҙ китә алмайбыҙ.
– Йә, ярай, ғүмер буйы һеңле тураһында хыялландыҡ, тине улар. Күңел аса бирһендәр. Ә беҙ бынан китәйек. Ул синыфта булмаһа, беҙ тынысыраҡ йәшәрбеҙ.
– Юҡ, – тине Петя.
– Әллә һин йыбытҡымы! – Олег сығырҙан сыҡты. – Мәмәй ауыҙ һымаҡһың! Ҡыҙҙар кеүек! Киттек, тим.
Петя урынынан тороп, баҫҡыс­та ултырған ҡыҙҙар янына бар­ҙы – уларҙы бер кем дә ҡыуманы! Хатта ишек алдынан уҙыусы ике завуч Зинаида Петровна ла.
– Ҡыҙҙар һиңә туғаныңдан да ҡәҙерлерәкме ни? – тип енләнде Олег. – Мин үҙем генә китәм!
– Кит, – Петя иңбашын һикертте. – Тик иҫеңдә тот, унда һин яңғыҙың буласаҡһың. Һәр саҡ яңғыҙ.
Олег ныҡлы аҙымдар менән мәктәпкә йүнәлде.
Петя Дашалар янына баҫҡысҡа ултырҙы. Улар өндәшмәне – һүҙ ниндәйҙер ҡурҡыныс ҡыҙҙар се­ре тураһында барғандыр, күрә­һең.
Олег ишек тотҡаһына тотондо.
Петя аңлы рәүештә ситкә боролдо.
– Ул ысынлап та китәме ни? – тип һораны хор менән Дашалар.
Петя хәтирәләргә бирелде. Улар туғаны менән һәр ваҡыт бергә. Хатта бер үк ваҡытта ауырынылар. Дәрестәрҙән ҡастылар. Ләкин хәҙер Петя бер нәмә­гә лә ышанмай ине. Ул да иңбашын һикертте.
Олег боролоп, уға ҡысҡырҙы:
– Һуңғы тапҡыр һорайым – бараһыңмы?
Петя башын сайҡаны.
Дашалар бер-береһенә ҡарашты, тороп уның ҡулын тотто. Петяға улар менән бергә торорға тура килде. Ҡыҙҙар Олегҡа табан атланы. Петя, әле ни булғанын бигүк аңлап етмәһә лә, буйһонорға мәжбүр булды. «Өсәүләшеп беҙ уны бик еңел бөгәбеҙ, – башына уй төштө. – Ә һуңынан... Белмәйем, нимәгәлер бәйләп ҡуйырбыҙ».
Әммә барыһы ла ябай булды: Дашалар ишекте асып, Петяны көҙгөгә алып барҙы. Олег арбал­ғандай уларға эйәрҙе.
Көҙгө янында дүртеһе лә туҡталды.
– Бергә барайыҡ! – тине һулдағы Даша.
– Дүртәүләшеп! – тип асыҡланы уңдағыһы.
– Нисек... – Петя аңламаны, – сағылыш тышҡа сыға аламы ни?
– Юҡтыр, – ҡыҙҙар хор менән яуапланы.
– Һеҙ бергә булыуыбыҙға ҡыуандығыҙ бит!
Дашалар ауыр һуланы.
– Йә, ярай, – тине һулдағы Да­ша, – беҙ әлегә бер-беребеҙгә өйрәнмәгәнбеҙ.
– Ә һеҙ ғүмер буйы бергә, – тине уңдағы Даша. – Беҙҙең ар­ҡала бүленергә йыйынаһығыҙ.
Йәнә хор менән:
– Ҡот осҡос!
Һөйләшеүҙе тыңлаған Олег түҙмәне, башын түбән эйеп көҙгөгә беренсе булып атланы. Ҡал­ғандар уға эйәрҙе...
Даша тағы ла биш минут самаһы көҙгө янынан китә алманы, ҡул болғаны ла болғаны. Сағылыш та шулай яуап бирҙе.
Шунан ҡыҙ Петяға боролдо:
– Рәхмәт!
Ә Олегҡа бер нәмә лә әйтмәне, йәлләп ҡараны ла синыфҡа китте. Игеҙәктәр өндәшмәне.
– Беләһеңме, – ниһайәт, Олег телгә килде, – мин ысын Дашаны яһалмаһынан нисек айырырға уйланым. Йөрәк буйынса. Сағылышта йөрәк уңда булырға тейеш.
– Уйлай бир, – тип мығырланы Петя, – артабан нимә?
Олег уйланды.
– Мин ысын Дашаны һиңә бирер инем, – тине ул. – Һиңә кәрәгерәк.


14-се бүлек.
Һуғыш


Апрелгә дүртенсе «В» таблоның беренсе юлын биҙәй ине.
Башта макулатура йыйғанда айырылып торҙолар. Башҡалар­ҙан күберәк килтереүҙәре генә етмәгән, килтерелгәнендә соҡона башланылар. Ике һирәк осраусы һәм егермеләп һәйбәт китап таптылар. Мәктәп китапхана­һына бүләк иттеләр, шуның өсөн өҫтәмә балл алдылар.
Тирә-яҡ мөхит көнөндә, башҡа­лар һымаҡ, бөтә Ер шарының йылыныуы һәм Ҡыҙыл китап ха­ҡында кисә үткәрмәнеләр, ә әйләнә-тирәләге өйҙәрҙе йөрөп сығып, инәләрен юғалтҡан биш бесәй балаһы таптылар. «В»-лар уларҙы ветеринарға алып барып дауаланы, талап ителгәндәренә прививка яһатты һәм һәйбәт кешеләргә таратты. Шулай итеп, Вадик, Элька, Петя менән Олег һәм Соня «һәйбәт кешеләр»гә әйләнде. Ә һуңғы ерән бесәй балаһы өсөн Вероника менән Даша саҡ һуғышманы. Шулай ҙа, ерән Дашала йәшәйәсәк, тип хәл иттеләр, ә Вероника килеп, уның менән уйнай ала. Былар хаҡында (Даша менән Верониканың бәхәсенән тыш) ролик төшөрҙөләр, уның өсөн ғәҙел беренсе урынды алдылар.
1 апрелгә бер ниндәй ҙә конкурс ҡаралмағайны, ләкин дүртенсе «В» үҙҙәрен күрһәтергә булды. Иртән иртүк Соня синыфташтары менән мәктәп болдорона теҙелеп, инеүсе һәр кемгә таяҡта йылмайыу тапшырҙы. Йылмайыуҙарҙы әҙерләгәндә каникулды һәләк итергә тура килде, ләкин ул быға торошло ине. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар көнө буйы бер-береһенә йылмайҙы, бөтәһенең дә кәйефе күтәренке ине, ә был көндә билдәләр ғәҙәттәгенән юғарыраҡ булды. Хатта «В»-ларҙың төп дәғүәселәре – өсөнсө «А» – бындай ләззәт өсөн дүртенсе «В» файҙаһына 50 приз­лы урын да йәл түгел, тип хәл итте.
Уҡыу йылының һуңғы етди һынауы – апрель уртаһында уҙғарылыусы «Зарница» уйыны ҡалды. Соняның синыфташтары алышҡа әҙерләнде. Дошман оборонаһын нисек йырып сығыу­ҙарын һәм байраҡты яулауҙарын күҙ алдына килтереп, бигерәк тә малайҙар ҡыуанды.
– Әйҙәгеҙ, үҙ-ара күнегәбеҙ, – тип тәҡдим итте Толик. – Серёжа ағайым «Лазертаг» – 6 өсөн ҡорал һатып алды, шул бизнес менән шөғөлләнергә теләй. Мин уның менән һөйләшәм.
«Лазертаг» – 6 – командалап уйналыусы хәрби-тактик уйын.
Күнегеүҙе ҡала аръяғында, ташландыҡ хәрби полигонда үткәрергә булдылар. Тиҙ генә ко­мандаларға бүленеп, һуғышыр­ға тотондолар. Билбыуарҙан үлән баҫҡан блиндаждар һәм бетон бункерҙар, ҡара яҙғы тупраҡтағы иҫке тутыҡ гильзалар һәм пулялар тишкеләп бөткән кеше бейеклегендәге сәптәр... Тиҙҙән Соня үҙен ысын яуҙағы һымаҡ тоя башланы.
Ул ғына түгел.
– А-а-а! – тип үкерҙе Петя менән Олег, уңға-һулға атып. – Ҡырылығыҙ, ҡәбәхәттәр!
– Дошманға үлем! – Вероника үтә тәүәккәл аҡырҙы. – Зәңгәр­ҙәрҙе үлтер!
Ә Вадик хәрәкәт итеүсе бөтә нәмәгә туҡтауһыҙ атты.
Соняға ҡурҡыныс булып китте. Тәүге минутта уҡ «һәләк булған» Даша уйынға ҡабат ҡушылманы, быларҙың барыһына ла битараф ҡараны.
Валькирия ла бер нәмә лә өндәшмәне. Ҡарап торҙо, хәтерендә ҡалдырҙы.
Бөтә синыф кем кемде «үлтереүен» ләззәтләнеп хәтерләп, ҡысҡырып һөйләһә лә, ул ҡайт­ҡанда ла бер һүҙ ҙә әйтмәне. 
Иртәгәһен Элька Вадиктан айырып ултыртыуҙарын үтенде.
– Мин дошман менән бер партала ултыра алмайым! – тине ул.
Вадик ағарынды, һуңғы парта­лағы буш урынға йәһәт күсеп ултырҙы.
– Һин нимә? – Эльвира яһалма көлдө. – Был – шаярыу!
Ләкин Вадик барыбер күсмәне. Валькирия был хәлгә бер нисек тә аңлатма бирмәне, ләкин бөтәһен дә өйҙәренә таратҡанда иҫкәртте:
– Иртәгә музейға барабыҙ.
– Бының нимә аңлатҡанын белергә ине, – тип мығырланы Толик.
– Ул тағы ла үҙенең йомаҡтары менән! – Эльвира ҡулдарын сапты.
– Нимәлер буласаҡ, – тине Со­ня Матвейға.
Иртән көн һалҡын һәм елле ине. Дүртенсе синыфтар мәктәп болдоронда бер-береһенә һыйынды һәм тотош ҡала аша музейға барырға теләмәйбеҙ, бөтә синыфтар ҙа синыф кеүек кабинеттарҙа ултыра йәки «Зарни­ца»ға әҙерләнә, тип мыжыны. Уларҙың еңергә өҫтәмә мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк!
– Уның ҡарауы, хәтерләр нәмәләрегеҙ буласаҡ, – тине Валерия Кирилловна.
– Ох! – Соня ауыр һуланы.
Петя менән Олег көжрәйҙе.
– Мин бармайым! – тине Элька.
– Валерия Кирилловна, сихырлағыҙ әле, ямғыр туҡтаһын! Һеҙ булдыра алаһығыҙ бит! – тип ялынды Даша.
– Булдыра алмайым, – уҡытыу­сы инҡар итте. – Ләкин өс минут­тан автобус сихырлайым. Унда ямғыр яумаясаҡ.
Оҙаҡ барҙылар. Ғәжәп, әммә был музейҙа дүртенсе синыфтар бер тапҡыр ҙа булманы. Уның хаҡында ишеткәндәре лә юҡ. Дүртенсе «В» стеналарына буй­ҙан-буйға фотоһүрәттәр эленгән оло залдың уртаһында баҫып тор­ҙо.
– Былар – һуғыш ваҡытында һәләк булыусылар, – тип һөйләне экскурсовод бер төрлө тауыш менән, – бөтә фотоһүрәттәр ҙә табылмаған... Ҡәрҙәштәре бир­ҙе, архивтарҙан эҙләнек...

Урамдан йылыға эләккән балалар әкренләп йылынды. Экскурсовод бығырлауын дауам итте, уҡыусыларҙы йоҡо баҫты.
– Был иң оҙаҡ барған һуғыштарҙың береһе була... Уның касафаты ҡағылмаған бер генә ғаилә лә ҡалмай... Тарихҡа иң ҡан ҡойошло булып инеп ҡала... Дәреслектәрҙә шулай тип атала ла – Ҡаралар һәм аҡтар һуғышы.
– Ниндәй? – тип ғәжәпләнде Соня.
Синыфташтары тирә-яғында быялалай күҙҙәр менән баҫып тора, күптәр экскурсоводтың һүҙҙәрен төшөнмәй.
Соня уяныр өсөн башын сай­ҡаны, уға икенсе рәттәге фотоһүрәттәге егет тә башын сай­ҡағандай тойолдо.
– Ҡала ике лагерға бүленгән... Үҙҙәрен ҡаралар тип атаған ҡара сәслеләр ҡаланың уң өлөшөн биләгән, ә аҡтар, йәғни һары сәслеләр, һулда ҡалған. Беҙ һеҙҙең менән торған урындан алыҫ түгел ерәндәрҙең подпольеһы урынлашҡан. Ҡанунға буйһонмағандар, уларҙы аулағандар...
– Нимә? – Соня йәнә төпсөндө. – Мин бер нәмә лә аңламайым, ниндәй һуғыш?
Фотоһүрәттәге егет уға ҡулын болғаны, һонолдо һәм рамда ауырлыҡ менән күтәрелеп, фотоһүрәттән залға төштө.
«Шулайҙыр тигәйнем дә!» – Соня күҙҙәре менән Валькирияны эҙләне.
Ул залда юҡ ине. Экскурсовод һымаҡ. 
Әммә стеналарҙағы портреттар бер-бер артлы юғалды, залға кеше тула башланы. Оҙондар һәм тәпәштәр, йыуандар һәм асҡаҡтар, һары сәслеләр һәм ҡара сәслеләр – барыһы ла бе­рәү кеүек, болоттан да ҡараңғыраҡ.
Һауала һуңғы фотоһүрәт иреп юғалғас, стеналар ҙа юҡҡа сыҡты. Дүртенсе «В» ҙур булмаған ҡала майҙанында тороп ҡалды – тик ниндәйҙер башҡа ҡаланың. Бысраҡ стеналар, ватыҡ тәҙрәләр, тирә-яҡта һыныҡтар һәм ярсыҡтар.
Майҙандың бер яғында өй стенаһына – бысраҡ аҡ, икенсе яғында ҡара, йыртыҡ, ситтәре янған флаг эленгән. Стеналар буйлап кешеләр теҙелгән. Аҡ флаг аҫтында – һары сәслеләр, ҡараһы аҫтында – ҡара сәслеләр.
Дүртенсе синыфтар әүрелеү ваҡытында баҫып ҡына торҙо, аптырап баштарын борғоланы, үҙгәреү тамамланғас, уларҙы уратып алған кешеләр бер юлы телгә килде.
– Һатлыҡ йәндәр! Нисек булдыра алдығыҙ! Был алама ҡара кеше янынан кит! Һин мәйет янында нимә эшләйһең?
Тиҫтәләрсә ҡул балаларға йәбешеп, уларҙы һөйрәй башланы. Һары сәсле Эльзаны аҡ флагҡа һөйрәп алып киттеләр, һары сәсле Петя менән Олег та шунда уҡ эләкте, бер ыңғай һарыҡай Соня ла. Ҡара сәсле Вадик, Матвей һәм Толикты ҡараларға һөйрәнеләр. Ә бына Даша менән Верониканы бүлә алманылар. Ҡараҡай Даша һары сәсле әхирәтенә сат йәбешеп:
– Беҙ бергә! – тип ярһыны. – Беҙ айырылышмайбыҙ!
Ҡалала йәшәүселәрҙең күбеһе – аҡтар яғынан да, ҡараларҙан да – Дашаны миңрәүләнгән Верониканан тартып алырға тырышты, әммә был еңел генә булманы.
Көтмәгәндә эргәләге тыҡрыҡтан тыныс тауыш яңғыраны:
– Улар менән ниңә аҙапланаһығыҙ? Һатлыҡ йәндәр икәнен күреп тораһығыҙ бит.
Вероника менән Дашаны май­ҙан уртаһында ҡалдырып, халыҡ шунда уҡ таралышты, ә тыҡрыҡтан сәйер кеше сыҡты. Ялтас булыуы ғына етмәгән, уның ҡаштары ла, керпектәре лә юҡ ине. Соня бер энциклопедиянан уҡығайны, шундай ауырыу бар икән, кешенең тәненән бөтә сәстәре лә ҡойола. Ул хатта был энциклопедиялағы фотоһүрәтте лә хәтерләй – көлкөлө фамилиялы футбол судьяһы Коллина. Әммә ул шат һәм йылмая ине. Ә бына тыҡрыҡтан сығыусы шат та, яуыз да, моңһоу ҙа булып күренмәне, ҡыҫҡаһы, бер ниндәй ҙә.
– Был һатлыҡ йәндәр менән ни эшләргә икәнен үҙегеҙ хәл итегеҙ, – тине лә тыҡрыҡҡа сигенде.
Уның һүҙҙәре бойороҡ һымаҡ яңғыраны. Аҡтар һәм ҡаралар яғынан бер нисә ир-ат ҡулдарына ҡыҫҡа һәм киң көбәкле ҡыҙыҡ мылтыҡтар тотоп алға сыҡты. Уларҙы Даша менән Вероникаға төбәнеләр.
– Кәрәкмәй! – тип ҡысҡырҙы Соня, ләкин уның тауышын көтмәгәндә яңғыраған залп йотто, майҙанды төтөн ҡапланы.
Төтөн таралғанда әхирәттәр юҡ ине, улар торған ерҙә ҙур ҡара-аҡ фотоһүрәт ята: Даша илаусы Верониканы кәүҙәһе менән ҡапламаҡсы.
– Һәр кем менән шулай буласаҡ! – тине ҡыҫҡа уҡмаш һаҡаллы ҡара сәсле ир.
– Беҙ хаинлыҡҡа юл ҡуймаясаҡбыҙ! – майҙандың икенсе башынан ҡар һымаҡ аҡ ханым оран һалды.
Кинәт күҙгә күренмәгән сәғәт һуғыуы яңғыраны, ҡала халҡы ашыҡты:
– Солох тамамлана! Бөтәгеҙ ҙә урындарға!
Төркөм ҡапма-ҡаршы йүнәлештәргә ағылды: ҡаралар үҙҙәре менән дүртенсе «В»-ның – ҡара сәслеләрен, аҡтар һары сәслеләрен алып китте.
Соня үҙен аңын юғалтҡан һымаҡ тойҙо, әммә тирә-яғындағы бер нәмәне лә күрмәй, робот кеүек атланы. Баракта ғына аңына килде, унда уға синыфташтары йәнәшәһенән койка бирҙеләр.
– Миңә был уйын оҡшамай, – тине Петя.
– Ниндәй уйын? – Эльвира уға ышылданы. – Даша менән Верониканы ни эшләткәндәрен күр­ҙеңме?
– Ләкин был ысын түгел дә баһа? – тине Олег, икеләнеп. – Валькирия беҙҙе бынан сығарасаҡмы?
Уға бер кем дә яуап биреп өлгөрмәне.
– Политинформацияға! – түшәм аҫтындағы һөрәнләгес күкрәй башланы. – Бөтәгеҙ ҙә политинформацияға!
Өлкәндәр дүртенсе синыфтар­ҙы барак уртаһындағы акттар залына ҡыуып килтерҙе. Ҙур булмаған сәхнә алдындағы тамашасылар ултырмай, ә баҫып торҙо.
Сәхнәгә майҙанда һатлыҡ йәнлек хаҡында ҡысҡырған ханым сыҡты (Соня уны үҙенсә Нурһыҙ тип атаны).
– Бөгөн беҙ ҡара дошмандар­ҙың беҙҙең яҡлаусыһыҙ балалар­ҙы һәләк итеүен тағы ла бер тап­ҡыр күрҙек! – тип башланы ул әҙерлекһеҙ. – Ҡара әҙәм аҡтығының ғәйебе арҡаһында гүзәл һары ҡыҙ һәләк булды.
– Һеҙ уны үҙегеҙ үлтерҙегеҙ бит! – тип ҡысҡырҙы Петя, ләкин уны бер кем дә ишетмәне, сөнки Нурһыҙ ханымдың һүҙҙәрен көслө үкереү менән ҡаршы алдылар.
– Был ҡараларҙың сираттағы әшәке һатлыҡ йәнлеге! – тип дауам итте ханым.
Ул һүҙҙе оҙонға ебәрмәне, ләкин баҫым менән һөйләне, Соня «политинформация» аҙағында үҙен туҡмалған һымаҡ һиҙҙе. Уның ҡаршы төшөрлөк көсө ҡалмағайны, хатта Петя менән Олег та тоҡ менән һуғып ебәргәндәй тора ине. Үҙ күҙҙәрең менән күргән оятһыҙ ялғанды тыңлау уғата ҡыйын. Ә Нурһыҙ ханымдың һүҙҙәре буйынса, яуыз Даша Вероникаға һөжүм иткән һәм уны ҡәбәхәттәрсә үлтергән.
– Беҙ уны ҡотҡарырға тырыштыҡ! – тип бөтөрҙө телмәрен һары сәсле ханым. – Йәл, килеп сыҡманы.
Ҡапыл ут һүнде, стенала фотоһүрәттәр барлыҡҡа килде. Соня майҙанда күргән һымаҡ тиерлек, тик унда Верониканы Даша түгел, ә... Нурһыҙ ханым яҡлай.
– Беҙ үс ҡайтара алабыҙ! Ҡараларға үлем!
Зал алҡыштарҙан шартланы, Соня саҡ һаңғырауланманы.
Көн аҙағына тиклем Соня менән синыфташтарына тынғы бирмәнеләр. Уларҙы әленән-әле ҡай­ҙалыр ҡыуҙылар, нәмәлер эшләргә: йә һапҡа аҡ флагтар кейҙерергә, йә картуф әрсергә, йә гимн өйрәнергә мәжбүр иттеләр. Гимндан шул ғына иҫендә ҡалды Соняның:
Аҡ байраҡ, беҙҙең өҫтә елбер­ҙә.
Беҙҙең өҫтә елберҙә, Аҡ байраҡ.
Ашыҡ-бошоҡ киске аштан һуң бөтәһен дә йоҡларға ятҡырғас ҡына Соня уйҙарын тәртипкә һала алды. «Был нимә? Бынан нисек ҡасырға? Ни өсөн беҙҙе Валькирия ҡотҡармай?» Соня уйҙары менән Эльфты йәки ысын дуҫтарынан берәйһен саҡырырға тырышты, ләкин бер нәмә лә килеп сыҡманы. Ул икенсе ҡабыр­ғаһына әйләнеп ятты ла тәҙрәгә баҡты. Унда һоро томан. Алыҫтағы фонарь ғына емелдәй. Соня йоҡлап китер өсөн ҡабынып китеүҙәрҙе һанарға кереште һәм фонарҙың сәйер емелдәүен аңланы. Өс оҙон, шунан өс ҡыҫҡа, шунан йәнә өс ҡыҫҡа...
«Был – Матвей! Ул сигнал бирә!» – тип уйланы Соня. Ахмаҡ­тарса, ләкин баштан сыҡмаусы уй. Соня тороп аяҡ ослап ишеккә йүнәлде, әммә уны йоҡоло йыуан дежурный эләктереп алды.
– Ҡайҙа? – тип екерҙе ул бышылдап.
– Миңә насар, – тине Соня әкрен генә, – миңә һауаға сығыр­ға кәрәк.
– Йоҡларға! – йыуан янап, билбауындағы суҡмарҙы ҡапшаны.
– Миңә ысынлап та насар. Хәҙер ҡоҫам.
Соняның сырайы мөшкөл күренгәндер, ахыры, дежурный ситкә китеп шыбырланы:
– Биш минут!
Соня болдорға сығып баҫыу менән яҡындағы ҡыуаҡтар һелкенде – унда ысынлап та Матвейҙың башы күренде. Уға ташланмаҫ өсөн ҡыҙ үҙен саҡ тый­ҙы.
– Һин ҡастыңмы? – тине ул шым ғына.
– Миңә ярҙам иттеләр, – тине Матвей.
Шунда уҡ уның иңбашы артында тағы ла бер малайҙың башы күренде: бысраҡ бит, тырпайған ҡолаҡтар һәм... ерән сәстәр. Шундай ерән, хатта ҡараңғыла ла күренә.
– Нимәлер эшләргә кәрәк! – таныш булмаған малай ҡабаланып һөйләне. – Төндә бөтәһен дә үлтерергә! Әтеү улар бер-береһен үлтерә! Йоҡлағанда һуйыр­ға! Ә пеләштәрен... аяҡтарынан аҫып ҡуйырға! Улар беҙҙе бер-беребеҙгә һөсләтәсәк! Аҫырға, дөмөккәнсе таяҡ менән туҡмарға!
Соня хәҙер үҙенең ысынлап та ҡоҫоп ебәрәсәген аңланы.
– Юҡ! Кәрәкмәй! – ул ялбарҙы. – Былай кәрәкмәй...
Ныҡ ҡысҡырып әйткәндер, күрәһең, сөнки күҙ асып йомған арала болдорҙа ҡараңғы сырайлы дежурный күренде.
– Унда кем менән бытылдай­һың? – тип һораны, суҡмарына тотоноп.
– Йоҡлап китергә шиғыр һөйләйем! – Соня башына беренсе килгән һүҙҙәрҙе әйтеп һалды.
Көтмәгәндә осраҡҡа тап килгән шиғырҙы иҫенә төшөрҙө. Матвей менән ерән малай йәшеренгән ҡыуаҡҡа боролоп һөйләне:
– Мәктәптә ерәндәр менән күктәр һуғышҡан. Тегеләре лә, былары ла үҙҙәрен матур тип иҫәпләгән. Пеләшкә әйләнгәс, һуғышыуҙан туҡтағандар. Ҡайҙа ерәндәр, ҡайҙа аҡшарҙар икәнен аңлап булмаған.
– Алама шиғыр! – дежурный асыуланды. – Марш карауатҡа!
Иртән ығы-зығы яңынан башланды – дүртенсе синыфтарҙы ҡыҙғанып тормай бөтә бысраҡ эштәргә: иҙән йыуырға, өлкәндәрҙең кейемен йыуырға, кухняла ярҙамлашырға ҡыуҙылар. Йүгерешеү «политинформацияға» ғына туҡталып торҙо, Нур­һыҙ ханым тағы ла нығыраҡ фәс­терҙе – уға көслөрәк ҡул саптылар.
Өсөнсө «политинформациянан» һуң Элька ҡапыл:
– Ә нимә, барыһы ла ғәҙел, – тине. – Миңә шәхсән Даша бер ваҡытта ла оҡшаманы. Ул мине ҡасандыр саҡ йылғаға батырманы!
– Ни һөйләйһең! – тип ҡысҡыр­ҙы Петя, Эльвираға ташланып, уны дөмбәҫләргә кереште.
Ярай әле быларҙың барыһы ла барак артында утын өйгәндә булды, шуға күрә бер кем дә күрмәне.
– Эля! – тине Соня илаусы әхирәтенә. – Быларҙың барыһы ла ялған! Аңға кил! Улар алдай! Беҙ Матвей менән ҡотолоу юлын уйланыҡ инде.
Соня синыфташтарына үткән төндәге ваҡиғаларҙы һөйләне.
– Нимә? – Олег аңламаны. – Беҙҙең барыбыҙҙы ла нисек пеләш яһарға?
– Белмәйем, – тине Соня. – Ләкин Матвей ниҙер уйлап сығарасаҡ.
Киске аш алдынан Соня янына бығаса баракта күрмәгән аҡшар малай килде – ул таныш һымаҡ тойолдо. Малай уның ҡулына ниндәйҙер шыйыҡса һалынған шешә тоттороп бышылданы:
– Ашҡа бутағыҙ. Үҙегеҙ ашамағыҙ.
– Был нимә? – Соня ҡурҡты, – ағыумы?
– Юҡ, – теге ризаһыҙлыҡ белдерҙе, – йоҡо дарыуы. Ләкин бөтәһе лә иртәнгә тиклем йоҡлаясаҡ, шул саҡта...
Шунда Соня уны таныны.
– Һин ерән инең бит! – тип, «аһ» итте ул.
– Тссс! – тип ыҫылданы малай, ләкин һуң ине инде – өлкәндәр­ҙең бер нисәһе Соняның һүҙҙәрен ишетеп, уға ташланды.
Малай ҡасырға маташты, ләкин уны ҡыуып етеп, башынан аҡ паригын тартып алдылар. Ҡояшта таныш түгел малай ерән генә түгел, ә күҙҙе ҡамаштырырлыҡ әфлисун да ине.
«Әҙәм аҡтығы шпионды» атыр­ға киске аш алдынан алып бар­ҙылар. Башта Нурһыҙ ханым «был кеше түгелдең» ҡылырға теләгән енәйәттәре тураһында ярты сәғәт буйы һөйләне, ә һуңынан ерән ҡапыл башын күтәрҙе лә ҡысҡырҙы:
– Иң мөһиме, мин юҡҡа ғына...
Уға әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәнеләр. Залп гөрһөлдәне – асфальтҡа, һуңғы көҙгө япраҡ һымаҡ, ҡара-аҡ фотоһүрәт килеп төштө. Ундағы ерән ҡалын сәс һоро булып күренде.
Киске ашты ашағанда барак буйынса күршеләре Соняны ҡотланы. Ағарынған ханым «ошо намыҫлы ҡыҙҙың» уяулығы ғына бөтәһен дә ҡот осҡос һәләк булыуҙан ҡотҡарҙы, тип иғлан итте. Соня өндәшмәне. Уның бер хәстәре бар ине: дуҫтарынан берәй­һенең йоҡо дарыуы һалынған бут­ҡаны ашауына юл ҡуймау.

Киске аштан һуң ярты сәғәт уҙғас, тотош барак хырылданы. Аҡ хәрбиҙәр теләһә ҡайҙа, төрлө урындарҙа йоҡланы. Петя менән Олег келәттә аҡтарынып, бер нисә сәс алыу һәм ҡырыныу машинкаһы тапты. Дүртенсе синыфтар һаҡал ҡыра белмәй, сәс алыуҙары ла маҡтанырлыҡ түгел ине, шуға күрә эш иртәнгә тиклем һуҙылды. Уның ҡарауы, ҡыйыҡтар өҫтөндә күк ҡыҙарғанда аҡтарҙың бөтә ғәскәре пеләш ине.
Ял итке килде, ләкин Матвей күренде.
– Бөттөгөҙмө? – тип белеште ул.
Соня талсығып баш ҡаҡты.
– Ә Зак ҡайҙа?
– Кем?
– Һиңә йоҡо дарыуы килтереүсе!
Соня шым ғына фотоһүрәтте һуҙҙы. Матвей ауыр һуланы.
– Йәл. Әммә ял итергә иртә әле. Әгәр улар баракта уянһа, тағы ла ниндәйҙер айырма уйлап сығарасаҡтар. Баштарыбыҙға марля ураясаҡтар йәки маңлайға маркер менән ниҙер яҙасаҡтар.
– Шулай булғас, – Эльвира балауыҙ һыҡты, – барыһы ла юҡҡамы?
– Юҡ, – тине Матвей, – әммә тағы ла бер аҙ мәшәҡәтләнәһебеҙ бар... Әйткәндәй, үҙебеҙгә лә ҡырынырға тура киләсәк, әтеү иртән беҙҙе беренсе булып үлтерәсәктәр.
Ҡара-Аҡ ҡалаһында йәшәүселәр төшкә генә уяна башланы. Улар баштарын күтәргәс, үҙҙәренең төп майҙанға нисек килеп эләгеүҙәрен аңлай алманы. Ә иң мөһиме – янында кем мышнай? Дуҫмы? Дошманмы?
– Ҡара әҙәм аҡтыҡтары тағы ла хакимиәткә эйә булмаҡсы! – тип ҡысҡырҙы тәбәнәк пеләш ҡатын икеләнеп.
– Аҡ баҫҡынсыларға үлем! – тип аҡырҙы яуап итеп бәләкәй пеләш ир-ат.
Улар бер-береһенә нәфрәтләнеп ҡараны.
Соня тирә-яғын байҡаны. Сәйер пеләш кешеләр ҡалған сәстәрен ҡарарға тырышып, бер-береһенә диҡҡәт менән баҡты. Быларҙың бөтәһе лә һуғышҡа пародия булып күренде.
– Ой, түҙә алмайым, – ҡала ратушаһы яғынан хахылдау ишетелде, – аҡ баҫҡынсылар... ҡара әҙәм аҡтыҡтары...
Тырпайған ҡолаҡлы, пеләш, әммә тотош һипкелле ябыҡ үҫмер егет быуыны ҡатып көлдө.
– Ерән ҡәбәхәтте үлтерергә! – тип ҡысҡырҙы ир-ат.
– Ә һеҙ минең ерән икәнде иҫбат итегеҙ, – тине малай, көлгәндән һуң бәреп сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп, – һеҙ хәҙер үҙегеҙҙекеләрҙе ситтәрҙән айыра алмайһығыҙ!
– Ҡараларҙың бөтәһе лә ҡәбәхәт! Айырырбыҙ! – тип ҡыс­ҡыр­ҙы сибек үҫмер.
– Аҡтарҙың барыһы ла ҡәбәхәт! Һеҙ беҙҙе үлтерергә теләйһегеҙме? – тип яуапланы уға йәш сая ҡыҙ.
– Һеҙ беҙҙе үлтерергә теләй­һегеҙ!
– Беҙ тыныслыҡ яҡлы. Беҙ бер ваҡытта ла беренсе булып һөжүм итмәйбеҙ!
– Беҙ ул беренсе булып һөжүм итмәйбеҙ!
– Улайһа, кем беренсе булып һөжүм итә? – егет менән ҡыҙ бер юлы һораны һәм тирә-яғына ҡаранды.
– Беҙгә, бөтә аҡтарҙы ла үлтергәс, тыныслыҡ урынлаша, тинеләр, – тине егет ышаныслы итеп.
– Тыныслыҡ урынлашһын өсөн бөтә ҡараларҙы ла үлтерергә кәрәк! – тип ныҡлы әйтте ун йәштәрҙәге ҡыҙ.
– Улайһа, бөтәгеҙ ҙә үлеп бөтөгөҙ, тыныслыҡ урынлашыр! – тип яр һалды уларға һипкелле егет. – Һеҙҙе файҙаланалар, ә һеҙ бирешәһегеҙ!
Ул арала майҙанда ығы-зығы ҡупты. Кемдер иланы, кемдер яңынан танышты, кемдер «үҙҙәренекен» табырға тырышты.
Беренсе булып ҡысҡырған оҙон ҡатын йыуан төпөш ир-ат менән нимәлер хаҡында ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләште. Соня ҡолаҡ һалды.
– Мин пеләштәрҙең штабы ҡай­ҙалығын беләм. Әйҙә, бөтәһен дә йый ҙа ҡыйратырға киттек.
– Ә ерәндәр менән ни эшләйәсәкбеҙ?
– Ерәндәр әлегә йәшәһен. Улар менән һуңынан аңлашырбыҙ. Беҙгә хәҙер, иң мөһиме, хакимиәтте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
– Беҙҙе ахмаҡҡа ҡалдырырға юл ҡуймаясаҡбыҙ! Көрәшкә! – тип саҡырҙы ҡатын һәм ҡулын һелтәне.
– Һеҙ нисек булдыра алаһығыҙ! – тип ҡысҡырҙы Соня. – Һеҙ кешеләр тыныс йәшәйһе урынға тағы ла һуғыш ойоштораһығыҙ! Йәшәргә генә ярамаймы ни? Ни өсөн кемделер күрә алмаҫҡа кәрәк?
– Кит бынан, ҡыҙыҡай, – тип ышылданы уға өлкәндәр. – Көрәшкә!!!
– Ҡарале, һиңә кәрәк бит, бар ҙа һуғыш, – тине талсыҡҡан өлкән ҡатын, – минең дүрт балам бар, миңә эшләргә кәрәк.
– Йыуан менән икегеҙ ситкә китегеҙ ҙә һуғышығыҙ, – тип хуп­ланы ҡартайған ир-ат. – Тик кемгәлер теймәһен өсөн алыҫыраҡ китегеҙ.
Ябыҡ менән йыуан аптырап ситкә китте лә һуғышырға маташты, тик һүлпән килеп сыҡты.
– Мин аңланым! – тип ҡысҡыр­ҙы Соня, майҙанды байҡап. – Һуғыштан иң һәйбәт һаҡланыу – уны булдырмау. Тыныслыҡ өсөн көрәшергә кәрәкмәй! Һуғышмаҫҡа ғына!
Ошо мәлдә йыуан уға мылтыҡ төҙәне. Соняға иң һуңғы булып күренгән нәмә – Матвей уны ситкә этәрергә ынтылды.
Соня ялҡытҡыс мығырлауҙан иҫенә килде. Уны ҡайҙалыр ишеткәйне. Күптән. Икенсе тормошта.
– Аҡтар менән ҡараларҙың һуғышы көтмәгәндә тамамлан­ған. Ғалимдар ни өсөн бер мәл ҡалалағы бөтә кешеләрҙең сәсе ҡойолоуы хаҡында әлегә тиклем бәхәсләшә. Ул саҡта күптәр шаңҡыған. Ләкин тормош әкренләп яйға һалынған. Шунан башлап сәсте төрлө төҫтәргә буяу йәки үҙеңдең бер ниндәй ҙә ырыу­ға ҡарамауыңды күрһәтеп, бер-береһенән ныҡ айырылған толомдар үреү модаға ингән. Кисерә алмаған берҙән-бер хөрәфәттәре – ерәндәргә ышанмау. Уларға беҙҙең ҡалала мөнәсәбәт һаҡ. Был да әкренләп тарихҡа китһә лә.
Экскурсия бөткәс, береһе лә өндәшмәне. Валькирияны һүҙһеҙ ҡаршы алдылар. Ул да бер нәмә лә һөйләмәне, барыһын да сығарып автобусҡа ултыртты.
– Ой, һинең сәстәрең барлыҡҡа килгән, – тине Матвей мәктәпкә килеп етер алдынан Соняға, – ҡара, барыһы ла элеккесә.
– Юҡ, – тине Соня, – бөтәһе лә түгел. Беҙ үҙгәрҙек. Элекке кеүек булмаясаҡбыҙ.
Иртән дүртенсе «В» «Зарница»ла ҡатнашыуҙан баш тартты.
– Беҙ бер кемде лә үлтермәйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе дөйөм фекерҙе Вадик, – хатта юрамал да.
– Улайһа, беҙ беренсе урынға сыға алмаясаҡбыҙ! – тине Толик. – Беҙ йыл буйы эшләнек, тырыштыҡ!
– Толик, – тине Эльвира күҙ йәштәре аша, – беренсе урындан да мөһимерәк әйберҙәр бар.

15-се бүлек.
Беренсе урындан да мөһимерәк


Дөйөм иҫәп һөҙөмтәләрен тиҙ арала иғлан итмәнеләр, 31 майҙа финал линейкаһында ғына. Дүртенсе «В» бер нәмәгә лә иҫәп тотманы.
Өсөнсө «Б» ла еңеүгә өмөтләнмәне, әммә тап бына улар беренсе урынды биләне. Түшәмгә тиклем һикерҙеләр. Ә һуңынан шефтар, төп бүләк быйыл – турбазаға өс көнгә барыу, тине, өсөнсө синыфтар шул хәтлем һөрәнләне, быялалар саҡ сығып османы.
Валькирия йылмайып, уларға сертификат тапшырҙы.
– Ә ниңә ул йылмая? – тип мығырланы Петя. – Беҙ отолғанға шатланамы әллә?
– Иламаҫ инде! – тип ҡаршы төштө Даша. – Ул – директор ҙа баһа. Беҙҙең уҡытыусы ғына түгел.
– Ярҙам да итә алыр ине! –Толик хупламаны. – Беҙгә беренсе урын бирергә тырышһын ине.
– Ундай ғәҙел булмаған урын һиңә ниңә? – Вероника ризалашманы. – Отолдоҡ. Уның ҡарауы, намыҫыбыҙ таҙа.
Әлбиттә, бөтәһе лә Вероника менән килеште, ләкин кәйефтәре алама ине. Байрамса түгел. Дүртенсе «В» мәктәп коридоры буйлап бошонҡо йөрөнө, урындарына күңелһеҙ ултырҙы.
– Беҙ, әйткәндәй, дүртенсе синыфты тамамланыҡ, – тине Толик.
– Әйткәндәй, беҙ уны нисектер тамамланыҡ та, – тине Даша, – математиканан Матвейға мәсьә­ләләр сисергә ярҙамлашҡанды иҫләйем... Уҡыуҙан арыҫландар­ҙы хәтерләйем, тирә-яҡ мөхиттән нисек тәбейә яһарға икәнде...
– Һин – отличник, меҫкенләнмә, – тине Петя.
– Ә быйыл был мөһим түгел, – Даша ҡулын һелтәне, – билдәләр хаҡында уйланылманы, ҡыҙыҡ булды.
– Мәктәпкә лә барғы килеп тор­ҙо, – тине Соня моңһоу ғына.
Ишек ҡапыл асылды. Синыфҡа туҙған сәсле баш һонолдо.
– Һеҙ әҙерме? – тип һораны баш.
– Рыцарь! – барыһы ла ҡысҡыр­ҙы.
– Артур Васильевич! – Валькирияның ире инҡар итте. – Һорауҙы ҡабатлайым: әҙерһегеҙме?
– Нимәгә? – Вадик асыҡларға тырышты, ләкин уның тауышын синыфташтарының хоры баҫты:
– Эйе-е-е!
– Улайһа, минең арттан!
Мәктәп янында автобус көтә ине. Дүртенсе синыфтар юл буйы үҙҙәрен ҡайҙа алып барыуҙарын фаразланы:
– Зоопаркка? Ер аҫты ҡыуышлығына? Циркка?
– Цирккалыр, – тип уйсан яуап бирҙе Артур Васильевич, – зоопарк менән ер аҫты ҡыуышлығы ла тап килә!
Автобус Йәш тамашасылар театры янында туҡталды.
– Килеп еттек! – тине Артур Васильевич, һәм автобус ишектәре асылды.
– Ә ниндәй спектакль ҡараясаҡбыҙ? – тип һораны Вероника, фойеға ингәс. – Мөхәббәт тураһындамы?
– Мөхәббәт тураһында кәрәкмәй! – Олег килешмәне. – Лутсы пираттар хаҡында!
– Һис юғы пираттар мөхәббәте хаҡында, – тип тәҡдим итте Петя.
– Бер ниндәй ҙә спектакль булмай, – тип яуапланы Валькирияның ире. – Театрҙы ҡараясаҡбыҙ! Шаршау артынан башлайбыҙ!
Театр ҙур һәм серле ине. Артур Васильевич уның тураһында тыу­ған йортолай һөйләне.
– Ә бына бында, – тине ул, камзул рәттәрен, ҡупшы күлдәктәрҙе һәм күҙгә күренмәгән кейем-һалымды күрһәтеп, – театр­ҙа иң төп кешеләр бойороҡ бирә, костюмерҙар.
Хәйер, «иң төп кешеләр» яҡтыртыусылар ҙа, грим һалыусылар ҙа, бутафорҙар ҙа булып сыҡты, ғөмүмән, Артур Васильевичтың юлында осраған бөтәһе лә.
– Ә мин актёрҙар иң төп кешеләр, тип уйлағайным, – Вероника аптыраны.
– Актёрҙар түгел, ә режиссёр, – тип ҡаршы төштө Вадик.
– Театрҙа бөтәһе лә төп, – тине Артур Васильевич, – төп булмағандар бында үҙләшә алмай. Артабан киттек!
Соня менән Матвей нисектер башҡаларҙан тороп ҡалды – шаршауҙы һәм сәхнә артын хәрәкәткә килтереүсе ғәжәйеп механизмдарҙы ҡаранылар.
– Ой, – Соня ҡапыл иҫенә килде, – әйҙә, ҡыуып етәйек!
Бында үҙҙәре генә булыуҙан ул уңайһыҙланды.
– Һин бар, – тине ниңәлер ҡаушаған Матвей ҙа, – мин хәҙер! Бында шундай ҡыҙыҡ тешле тәгәрмәстәр!
Соня йүгерҙе, ә Матвейҙы Артур Васильевич тапты.
– Механика менән ҡыҙыҡһынаһыңмы? – тип һораны ул. – Әйҙә, һөйләйем!
– Ә һеҙгә убырлы ҡарсыҡ менән йәшәү ҡурҡыныс түгелме? – тип әйтеп һалды Матвей.
Артур Васильевич иһаһайлап көлдө. Оҙаҡ көлдө, Матвей үпкәләп китергә йыйынды.
– Туҡта, – тине Валькирияның ире, – китмә. Ғәфү ит. Былай маңлайға бәреп бер кем дә һорағаны юҡ ине әле. Ҡурҡынысыраҡ, уның ҡарауы, күңелһеҙ түгел... Унан...
Артур Васильевич ян-яҡҡа ҡаранғас, шыпырт ҡына:
– Уларҙың барыһы ла – бер аҙ убырлы ҡарсыҡ... – тине.
– Бөттөмө?
– Бөттө! – тине Артур Василье­вич ышаныс менән. – Ләкин бөтәһе лә уны файҙалана алмай. Унан гелән килеп тә сыҡмай... Хәтереңдәме, мин һеҙгә рәхмәт әйттем. Йәнәһе, һеҙ миңә ҡатынымды ҡайтарҙығыҙ. Мин бер тамсы ла шаяртманым. Валерка, йәғни Валерия Кирилловна, һәр ваҡыт мәктәптә эшләне, әлеге һымаҡ булды. Ләкин... Башта уны завуч яһанылар, Валера һирәк йылмая башланы. Ә шунан ҡай­һылыр аҡыллыһы мәғариф идаралығына ебәрҙе... Мин уға әйттем, мин уны иҫкәрттем...
– Ә ул? – тип бышылдап һораны Матвей.
– Ә ул бер ҡатлы. Киреләнде. Системаны үҙгәртергә кәрәк тә баһа, тине... Мин уға, һиңә балаларҙы уҡытырға кәрәк, тинем! Ә ул... ете йыл йылмайманы... Бәхеткә күрә, идаралыҡтан директор булып ҡайта алды, шунда һеҙ уңышлы тап булдығыҙ. Хәҙер миндә йәнә бәхетле ҡатын. Ә бәхетле ҡатын – әлдән-әле сихырсы. Быны хәтереңдә тот! Кәрәге сығыр!
– Ой, ә Соня ҡайҙа? – Матвей иҫенә килде. – Ул бында аҙашып ҡуйһа?
Был ваҡытта Соня, ысынлап та, шаңдау башын ҡатырған коридор лабиринттарында ҡаңғырып йөрөй ине, шуға күрә ул көтмәгәндә актерҙарҙың грим бүлмәләренә килеп инде. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек буш ине, әммә ҡайһы берҙәренең ишек артында шау-шыу ишетелә, хатта йырлай­ҙар ҙа. Коридор буйлап актёр­ҙар тегеләй ҙә, былай ҙа уҙа. Ҡыҙҙы күргәс, улар ғәжәпләнмәне, тик ихлас һаулыҡ һорашты – бүлмәләренә инеп юғалды.

– Сәләм! – Соняның ҡолаҡ төбөндә тауыш яңғыраны.
Ул боролғас, ҡысҡырып ебәрҙе. Үҙе йылмайҙы...
– Ой, – тип ғәфү үтенде Соня, – һеҙ минең таныш Эльфҡа шул тиклем оҡшағанһығыҙ.
– Мин ул, – тине Эльф. – Көтмәгәйнеңме?
– Ой, – ҡыҙ ҡыҙарғанын тойҙо, – мин һине бөтөнләй оноттом, эйеме?
– Юҡ, онотманың. Ҡара-Аҡ ҡалала мине саҡырҙың, иҫеңдәме?
– Ә һин килмәнең. Булдыра алманыңмы?
Эльф тубыҡланып туп-тура Соняның күҙҙәренә ҡараны.
– Сөнки кәрәкмәй инем. Һиндә хәҙер башҡа дуҫтар.
Соняға тоғро Эльфы бик моңһоу булып күренде.
– Юҡ! – тип ҡаршы төштө ул. – Мин арыным! Ә хәҙер каникул буласаҡ... Йәғни башта гимназияға инәм, ә унан каникул! Беҙ һинең менән кис һайын китап уҡыясаҡбыҙ!..
– Соня, – Эльф уны йомшаҡ ҡына бүлдерҙе. – Мин, ысынлап та, һиңә башҡа кәрәк түгелмен. Мин ысын түгелмен бит. Һин мине үҙең башыңда уйлап сығарҙың. Ә хәҙер һинең ысын дуҫтарың бар. Мин һинең өсөн бик шатмын.
Эльф Соняны ҡосаҡланы.
– Ә һин? – ул танауын мышҡылдатты. – Хәҙер һинең менән нимә буласаҡ?
– Борсолма, – тип яуапланы Эльф, – беләһеңме, китаптар менән генә дуҫлаша белгән ҡыҙҙар донъяла күпме?
Эльф тороп баҫты, Соняға йылмайғас, коридор боролошо артында йәшенде.
Шунда уҡ тауыш ишетелде:
– Соня! Һин ҡайҙа? Ау!
Соня күҙ йәштәрен һөрткәс, тауышҡа йүгерҙе:
– Мин бында!
Артур Васильевич дүртенсе «В»-ны фойеға йыйып барлағас, тәҡдим итте:
– Ә хәҙер – театрҙағы иң мөһим урын­ға!
– Тағы ла иң мөһиме? – Даша ышанманы.
– Иң-иң мөһиме! – тип раҫланы оҙатып йөрөүсе. – Был – буфет!
– Ура! – асығыуҙарын аңлаған дүртенсе синыфтар һөрәнләне.
Театр буфетында уларҙы яратҡан уҡытыусылары, донъялағы иң тәмле бөйөрөктәр һәм бутербродтар көтә ине. Соня ҡулайлы шиғырҙы хәтерләне, ултырғысҡа менеп баҫып уҡыны:
– Театр буфетына
Йөрөгөҙ йышыраҡ.
Унда тәмле бөйөрөк,
Күбекләнгән һыуҙар.
Тәрилкәләрҙә утындай
Ята шоколадтар.
Ҡыҙыл көпшә аша
Коктейлдар эселә.
Балконға, партерға
Билеттар һорамағыҙ,
Театр буфетына
Билеттар бирһендәр.
Театрҙан киткәндә
Ҙур ҡорһағығыҙға
Быуалар быуырлыҡ
Бутерброд алығыҙ.
Бөтәһе лә көлөп, сәпәкәй итте.

Эпилог

1 сентябрҙә башланғыс мәктәптә линейка, йола буйынса, сығарылыш уҡыусылары ярат­ҡан уҡытыусыларын ҡотлай алһын өсөн төштән һуң башланды.
Элекке дүртенсе «В»-нан бөтәһе лә килде. Матвей ҡаланың иң яҡшы математика гимназияһына ингән, Вероника хореография колледжына киткән, Соня – тел, Вадик технология гимназияһында. Даша, Петя һәм Олег күрше мәктәптең бер синыфына эләккән.
Бишенселәр бик дәрәжәле ине, беренсе синыфтар алдында ҙур булып күренделәр.
– Шым, шым, илама, – Даша Вероникаға гөлләмәһен тотторҙо ла оло таҫмалы үкһегән ҡыҙҙы тынысландырырға йүгерҙе, – юғалдыңмы? Хәҙер табабыҙ!
Петя менән Олег йәш уҡытыусыға малайҙарҙы теҙергә ярҙамлашты, Матвей микрофонды көйләне, ә Вероника гөлләмәләрҙе тотоп торҙо, ҡыуанысынан бейене.
Соня ғына аптырап беренсе синыфтар­ҙың уҡытыусыһына ҡараны. Ул диафильм­дағы хәс йәш Валькирия ине. Шул уҡ сәстәр, шул уҡ алһыулыҡ, шул уҡ бер аҙ ышанысһыҙ йылмайыу.
– Таныш булығыҙ, был – Полина Андреевна, беҙҙең яңы педагог, – тине, ғәҙәттәгесә, һиҙермәйенсә күренгән Валерия Кирилловна. – Мин уны ун өсөнсө гимназиянан ҡыҙыҡтырып саҡырҙым. Ул унда... психолог булған.
– Ләкин был бит... – тине әкрен генә Соня.
– Сеү, – тине Валькирия.
– Улар һеҙҙе... һине... Поляндра тип йөрөтәсәк, – Соня көлөмһөрәне.
– Һәйбәт! – тине Валькирия. – Был исемде бик яратам!
Шунан һуң тамағын ҡырҙы ла микрофонһыҙ көслө тауыш менән иғлан итте:
– Әйҙәгеҙ, башлағыҙ!
Шунда уҡ тылсым буйынса тигәндәй тынысландылар (ни өсөн «тигәндәй» әле?)
Беренсе синыфтар үҙҙәренән-үҙҙәре тигеҙ сафтарға теҙелде. Олораҡ уҡыусылар тыйнаҡланды һәм һөйләшеүҙән туҡтаны. Илаусылар тынысланды, һикереүселәр тыйылды. Хатта тиҫкәре микрофон эшләп китте.
– Мин бер нәмә лә һөйләмәйәсәкмен, – тип дауам итте Валерия Кирилловна, – минең өсөн быны уҡыусыларымдың береһе эшләйәсәк... Соня!
Соня тертләне. Уға йөҙҙәрсә күҙ ҡарай ине, ул көтмәгәндә иң баш кешегә әйләнде.
«Бынан ҡасайыҡ!» – тине ҡурҡаҡлыҡ.
Ләкин Валькирия уйламағанда күҙ ҡыҫып йылмайҙы. Соня микрофонға атланы.
– Ҡәҙерле беренсе синыфтар, – тине ул, – мин һеҙҙән көнләшәм! Һеҙҙә шундай нәмә башлана... Мин хатта уның ни икәнен дә белмәйем! Ләкин бик тылсымлы! Һеҙ, иң мөһиме, ҡурҡмағыҙ. Барыһын да үҙегеҙ эшләгеҙ.
Соня һүҙҙәрҙең етмәүен һәм бөтөнләй ул турала һөйләмәүен аңланы. Шуға күрә күҙҙәрен йомоп ҡысҡырҙы:
– Ура!
Уға бөтәһе лә ҡушылды.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: