+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
25 Ғинуар 2019, 15:07

Синыфташҡа ҡайғы килһә…

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Ҙур байрамдар үтеп, яңы дәрт, көс менән белем алырға тырышаһығыҙмы? Каникулығыҙ нисек үтте? Айбарланып, ҡар борҡотоп, тауҙарҙан күңелегеҙ булғансы шыуҙығыҙмы? Ҡунаҡҡа йөрөнөгөҙмө? Яҡшы, һәйбәт, файҙалы ял булдымы? Тормош шулай гөрләп кенә алға барған мәлдә күңелһеҙ, эс бошорғос хәлдәр ҙә булып ала, килешәһегеҙме? Бына шундайҙарҙың береһен һеҙгә бәйән иткем килә. Был хәлдә үҙегеҙҙе нисек тотор инегеҙ? Кемде яҡлар, ә кемде туҡтатыр инегеҙ?

Яңыраҡ бер бик яҡшы, аҡыллы, әҙәпле генә уҡытыусы ҡыҙ менән һөйләшергә тура килде. Мәктәптәге ығы-зығы, балаларҙың хәҙерге заманда ни тиклем зиһенле булыуы, ата-әсәләрҙең ваҡыты етмәүе, ҡайһы бер уҡыусыларҙың үҙаңын үҫтермәй генә интернет селтәренә бәйләнеп китеүе – әле генә белем бирә башлаған белгесте борсоған ошо һәм башҡа һорауҙар тураһында һүҙ йөрөттөк. Бик йәнле генә аралашҡаныбыҙҙа, ҡапыл берәй хәл иҫенә төшөптөр, был үтә лә мөләйем ҡыҙҙың төҫө үҙгәреп китте. «Балалар ҙа шул тиклем ҡаты күңелле була икән, был – минең асыштарымдың иң тиҫкәреһе. Байрамдар алдынан бер ҡыҙҙың атаһы мәрхүм булып ҡуйҙы. Уның бер нисә көн мәктәпкә йөрөмәгәнен беҙ, уҡытыусылар, аңланыҡ. Синыфташтары араһында тап ошо хәл тураһында һөйләшеү үткәреү кәрәктер, тип уйлап та ҡараманым. Мәктәпкә килгән көндө дәрестәр ҙә бөтмәйенсә был ҡыҙ тағы ла юҡ булды. Телефон аша белештем – ҡайтҡан, өйҙә, тигән яуап килде әсәһенән. Дәрестәр бөтөүгә үҙемдең синыфыма барҙым – мин көн дә уларҙы ҡаршы алам һәм оҙатам. Өлгәштәре, тәртиптәре, һаулыҡтары, борсолоуҙары менән бүлешеп алырға ярата улар. Аҙаҡ мин теге ҡыҙҙың илап ҡайтып киткәнен белеп ҡалдым. Бер-ике малай, тупаҫлыҡ күрһәтеп, һинең атайың хәҙер шахтала эшләйме, атайһыҙ – иреклек инде, эйеме, тигәндәр. Шаҡ ҡатып торғанымды күргәс, тегеләр, үҙҙәренең ни ҡылғанын аңлапмылыр, минән ғәфү үтенде. Кисен ҙур юғалтыу кисергән ғаиләгә барҙым, балалар исеменән ғәфү үтендем, башҡаса бындай хәл ҡабатланмаҫ, тип әсә менән ҡыҙҙы тынысландырырға тырыштым. Ә шулай ҙа ни эшләргә тейеш инем һуң?» – тип ҡап-ҡара күҙҙәрен төбәне миңә йәш уҡытыусы.
Бәлки, малайҙарҙың ҡыҙҙы үпкәләткеһе лә килмәгәндер. Улар үҙҙәренең ғаиләһендә алған тәрбиәнән сығып, ошо рәүешле уның күңелен күтәрергә маташ­ҡандыр. Мин малайҙарҙың ысын ниәтен әйтә алмайым. Шулай ҙа, уларҙың йөрәге туң, тупаҫтар, урынлы шаярта белмәгәс, бөтөнләй өндәшмәһен ине, тип ҡаты бәрелеп тә булмай. Күрәһең, был малайҙар ғына ла түгел, бәлки, улар йәшендәге балалар әле башҡаларҙың ҡай­ғыһын уртаҡлашырға өйрәнмәгән, өйрәтмәгәндәр. Тимәк, беҙ ҙә һеҙҙең менән бер ҡасан да гәзитебеҙ аша тап оло юғалтыу кисергән дуҫтарҙың, синыфташтарҙың, таныштар­ҙың еңел булмаған мәлдәрендә ҡайғыларын бүлешеү, уртаҡлашыу тураһында һөйләшмәгәнбеҙ?! Үҙеңде нисегерәк тоторға, ниндәйерәк һүҙҙәр әйтергә, ҡушылып иларғамы, әллә… Был турала һөйләшеүе еңел түгел, шулай бит? Үҙ тормошомда әллә күпме юғалтыу­ҙар үткәрһәм дә, тап һеҙҙең менән яҡын кешеңдең ҡай­ғылы мәлендә үҙ-үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүе миңә лә ауыр. Сөнки ҡапыл ҡулға алып уҡырлыҡ, үҙеңде ошолайыраҡ тот­һаң, шундайыраҡ һүҙҙәр әйтһәң, яурынынан ҡаҡһаң – булды, дуҫыңдың ҡай­ғыһын уртаҡлаштың, тип һанай алаһың, тигән белешмә бер ҡайҙа ла юҡ. Булма­ған да ул! Төрлө бала төрлөсә кисерә, күтәрә бындай юғалтыуҙы. Ә һеҙгә, синыфташтарына һәм дуҫтарына, ни эшләргә һуң? Иң мөһиме, дуҫыңдың эргәһендә булыу. Бәлки, бер һүҙ ҙә әйтергә кәрәкмәҫ, ә шым ғына янында ултырыр­һың; бәлки, ила­ғанында ҡушылып илар­һың; бәлки, иңгә иң терәп, фотоһүрәттәр ҡарарһың – әйтеп булмай. Тик үҙе һүҙ башламаһа, мәрхүм кеше тураһында һиңә лә өндәшмәҫкә кәрәк.
Ә синыфташтар араһында, әлбиттә, бала мәктәпкә килмәҫ элек үк һөйләшеү булырға тейеш. Тап изгелек, игелек, бер-береңә ярҙам итеү, аңлау тураһында. Сөнки, хөрмәтле һәм аҡыллы дуҫтарым минең, тап ҙур ҡайғы килгәндә кемдең кем икәнлеге беленә. Бер-беребеҙгә дуҫ, терәк һәм ышаныслы таяныс булайыҡ, йәме.

Әлмира ИСХАҠОВА, психолог.

Читайте нас: