-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
16 Октябрь 2020, 16:41

Полицияға эләкһәң...

Сәләм, минең йәш дуҫтарым! Һеҙҙең психолог апайығыҙға, йәғни миңә, хоҡуҡ һаҡлау органдарында ла эшләп алырға тура килгәйне.

Һәм шул дәүерҙә енәйәт ҡыл­ған, хоҡуҡ боҙған балалар менән күп кенә аралаштым. Һеҙҙең тиҫтерҙәр араһында урлашыу, кеше туҡмау, талау, ялған хәбәрҙәр таратыу – төрлөһөн күрҙем. Ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, балиғ булмаған енәйәтселәрҙең һаны кәмемәй, һаман да арта ғына бара. Шуға борсолоп, ҡәҙерле дуҫтарым, һеҙгә әйтер һүҙем бар. Әлбиттә, гәзитебеҙҙе алдыр­ған, уҡыған балалар араһында полиция тупһаһын хоҡуҡ боҙоусы булараҡ ашаҡлаусылар булыуына ныҡ ҡына шикләнәм. Ә шулай ҙа... Белмәнем, тигәнсе, белеп ҡуйыу яҡшыраҡ, шулай бит?!

Иң беренсе һәм иң мөһиме: полиция хеҙмәткәрҙәре балиғ булмағандарҙан ата-әсәһенән башҡа һорау алырға тейеш түгел. Шуға күрә лә берәй хәлгә юлыҡһаң, яҡындарың килгәнсә өндәшмәүең хуп. Әлбиттә, тиҙ генә һорау алыу ниәтенән полиция хеҙмәткәре һинең яҡлаусы вәкилең итеп синыф етәксеңде, психологты йә иһә берәй уҡытыусыны саҡыра ала. Был йыш ҡына шулай эшләнә лә. Әммә улай итеү төптө дөрөҫ түгел. Ата һәм әсә үҙ балаһының берҙән-бер яҡлаусыһы, һаҡлаусыһы икәнен инҡар итергә ярамай.

Икенсенән, бала үҙе лә, ата-әсәһен борсолдорорға шөрләп, килеп сыҡҡан хәл тураһында хәбәр итергә ашыҡмай. Бына ошо төп хата ла инде. Минең был эште ҡылғанымды атай-әсәйем, башҡалар белмәйәсәк, тиҙ генә имзамды ҡуяйым да ҡотолайым, тип уйлау ахмаҡлыҡҡа тиң. Киреһенсә, үҫмерҙәр енәйәте, хоҡуҡ боҙоуы бөтә күҙәтеү органдары тарафынан контролдә тотола һәм һинең ҡырын эшең мәктәбеңә, уҡыу йортоңа, шунан һуң инде балиғ булмағандар комиссияһына тиклем барып етәсәк. Аҙаҡ инде хоҡуҡ боҙоуыңа ҡарап, үҙеңде иҫәпкә ҡуйыуҙары ла бар. Ә был процедуралар тик атай-әсәйең ҡатнашлығында үтәсәк. Шуға күрә, хөрмәтле бәләкәй дуҫтарым, берәй күңелһеҙ хәлгә юлыға ҡал­һағыҙ, иң беренсе кемдең телефон номерҙарын йыя­быҙ? Белмәһәң, белеп ҡуй. Атайың менән әсәйеңдекен. Бөтәһен дә уларға тиҙ арала еткерергә кәрәк.

Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Тәртип боҙмағыҙ, йәме.


Әлмира ИСХАҠОВА,

психолог.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: