+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
2 Апрель 2021, 11:27

Урамдың үҙ талаптары

Яңыраҡ ҡына бер йәш әсә менән етди һөйләшеү булды. Уның ғаиләһендә бер ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләнә.

Баш ҡалабыҙҙың үҙәгендә йәшәгән балалар – икеһе лә мәктәп уҡыусыһы. Ата-әсәһе эштә булыу сәбәпле, ағайлы-һеңлеле был икәү күберәк үҙ алдарына «тормош» көтә. Мәктәптән ҡайтҡас, түңәрәктәргә барыу, дуҫтар менән урамда аралашыу, интернет селтәрендә ултырыу, дәрес әҙерләү, этте тышҡа алып сығыу, шулай уҡ өйҙө тәртиптә тотоу – улар яуап­лылығында.

– Балалар тырыш, уңған, үҙҙәре инде алсаҡ, ихлас. Шул уҡ ваҡытта урамда ла төрлө кешеләр осрай: һәммәһе лә изге теләк менән танышырға теләмәй бит, ишетеп-күреп торабыҙ, яҡшынан ямандар күберәк замана! Әле кисә генә ҡыҙыма бер оло ғына ир кеше матур итеп һүҙ ҡушып, машинаһында өйгә алып барырға тәҡдим иткән. Ә улымдың дуҫтары араһында бәхәс сығып, бер-береһен бәргеләгәндәр. Ярай ҙа ул ҡыҫылмаған. Әммә ҡыҙым шөрләңкерәп йөрөй хәҙер, улымды ла уй баҫты – ҡайһы дуҫын яҡларға белмәй аптырана. Урамдағы ошондай хәүефле хәлдәрҙән нисек балаларҙы йолорға? Беҙ бит улар­ҙы, ни тиклем теләһәк тә, тәүлек әйләнәһенә һаҡлап ултыра алмайбыҙ. Хатта мәктәптән ҡаршы алыр­ға ла мөмкинлек юҡ – икебеҙ ҙә эштәбеҙ. Нисек балаларыбыҙҙы урамдағы агрессиянан аралар­ға? – тип белдерҙе йәш ҡатын.

Нисек уйлайһың, дуҫым, әсәй кеше урынлы борсоламы? Нисек һине, донъялағы иң ҡәҙерле кешене, бәлә-ҡазаларҙан ҡурсаларға икән? Нисек һинең бараһы юлдарыңа һалам ғына ла түгел, яҫтыҡтар түшәп сығырға һуң? Абынып ҡолаһаң да, йомшаҡҡа ғына төшөр инең, имгәнмәҫ инең, эйе бит? Ата-әсәләр үҙ балалары өсөн ошолайыраҡ итеп борсола һәм был аңлашылалыр, шулаймы? Әммә бөтәһенең тик үҙ ғәзиздәрен ҡайғыртып ҡына ултырырға мөмкинлектәре юҡ. Ә, бәлки, был яҡшылыр ҙа, килешәһеңме? Һин бит хәҙер ҙурһың, балалар баҡсаһынан күптән оло тормошҡа сыҡтың! Тимәк, ҡайһы бер хәлдәр өсөн аңлы рәүештә үҙең дә яуап бирерлекһең!

Әйҙә, иң ябайы – юл ҡағиҙәләренән башлайыҡ. Һин уларҙы беләһең һәм те­үәл үтәйһең, тимәк, маладисһың. Артабан – мәктәптә генә түгел, хатта өйөңдә лә ниндәйҙер һин генә атҡара торған мөһим эштәр бар – уларҙы «һә» тигәнсе башҡараһың. Тағы ла афарин! Автобус булһынмы йәки йәмәғәт урынымы (ашха­на, кафе, туҡталыштар) – һәр ерҙә лә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре теркәлгән. Улар­ҙы боҙһаң, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкил­дәре тарафынан яза аласаҡһың. Ни өсөн? Сөнки беҙ хоҡуҡи илдә йәшәйбеҙ!

Урамдың да, шикһеҙ, кешеләргә үҙ талаптары бар. Ундағы иң ҡәтғи ҡанун – комендант сәғәте. Ул һине бәләләрҙән, яман компанияларҙан, эскелектән, көсләүҙәрҙән аралау өсөн индерелгән. Нәҡ кис һәм төнөн балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙең артыуын күҙаллап, комендант сәғәте булдырылды ла инде. Беҙ, ололар, һине һаҡлау һәм яҡлау өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, әммә ниндәйҙер ҡот осҡос хәлдәр булып ҡына тора, шулаймы? Тимәк, профилактик эш, йәғни иҫкәртеүҙәр, тик бер яҡлы ғына булырға тейеш түгелдер. Тимәк, һин дә үҙеңдең хәүефһеҙлегең тураһында уйланырға бурыслыһың. Мәҡәлә башында миҫал итеп килтерелгән ғаиләләге ҡыҙ саҡырған кешенең машинаһына ултырмаған, малай дуҫтарының һуғышына ҡыҫылмаған. Унан да бигерәк был хәл тураһында борсолоуҙарын ололарға еткергәндәр, ә улары, үҙ сиратында, балаларының ҙурайыуын һәм ҙур ҡаланың ҡыҙы, улы өсөн хәүефһеҙ түгел икәнен аңланы.

Дуҫым, беҙ һинең менән күптән аралашабыҙ һәм мин быға бик шатмын. Аҡыл өйрәтә был апай, тимәһәң, бер нәмә бышылдайым әле ҡолағыңа. Ниҙер эшләр алдынан 10 секундҡа ғына пауза ал да эстән генә үҙеңә: «Ә был миңә кәрәкме?» – тигән һорау бир. Тап ошо бәләкәй генә ваҡыт арауығы күп кешеләрҙе яңылыш аҙымдарҙан һаҡлап алып ҡалғанға ла бүлештем әле был кәңәштәрем менән, дуҫым. Оло тормошҡа рәхим ит, иғтибарлы бул, үҙеңде үҙең ҡәҙерләп һәм һаҡлап өйрән, йәме.

Әлмира ИСХАҠОВА, психолог.

Фото: Яндекс.Дзен
Читайте нас: