+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
16 Май 2021, 12:44

Интернетта һаҡ булығыҙ!

Хәйерле көн, йәш дуҫым! Эйе, мин һинән күпкә олораҡ, тәжрибәлерәк, олпатыраҡ... Әммә, ышанаһыңмы-юҡмы, мин һинән күпкә ҡалышам!

Эйе, интернет селтәрендә, айфон, айпад, андроид тигән нәмәләрҙең ниндәйҙер функцияларын бөтөнләй ҙә аңламайым, төшөргән видеоларымдың сифаты ла әллә ни түгел... Ә ул фото-видеоларға нимәлер өҫтәп яҙырға, күҙ алдына килтерәһеңме, миңә алты йәшлек ҡыҙым ярҙам итә. Вәт, бына нисек!

Ылыҡтыра, үҙенә саҡырып ҡына тора ул сикһеҙ интернет, шулай бит? Унда шул тиклем файҙалы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт күп – үҙеңә кәрәген һайлап өлгөр генә! Йәнең теләгән йәнһүрәттәр, төрлө өйрәтеүсе роликтар, һинең ҡыҙыҡһыныуҙарыңа ярашлы контенттар – барыһы ла бар унда.

Минең бәләкәс ҡыҙым интернетта үҙ теләге менән майнкрафт, һүрәт төшөрөргә өйрәтеүсе дәрестәргә, һәм, әлбиттә, Уолт Дисней йәнһүрәттәре төркөмөнә теркәлгән. Тағы ла ул минең шәхсән ҡушыуым, талабым буйынса фекерләү ҡеүәһен, хәтерҙе үҫтереү, тиҙ арала хәреф танып-белергә, яҙып-һыҙырға өйрәтеүсе дәрестәргә яҙылды. Айырма шунда, дуҫым: үҙ теләге менән яҙылғандарҙы Сафия ихласлап ҡараһа, зиһен үҫтереүсе дәрестәргә көсләп тигәндәй ултыртам. Бер нисә тапҡыр уның яғынан ныҡлы ҡаршылыҡҡа тап булғас, мин был дәрестәрҙән баш тартырға мәжбүр булдым. Көсләп аҡыл индереп булмай балаға, тигән фекерҙәмен. Баҡсанан ҡайтҡас та, планшет, тип саба башлаған ҡыҙымдың шулай ҙа интернетты иңләү ваҡыты сикле. Әлбиттә, беҙҙә ата-әсә контроле бар, йәғни ҡыҙым «аҙашып» барып ингән хәүефле контенттар фильтр аша үтә, һәм, әгәр бала һаулығына, тормошона зарарлы, тип табылһа, ҡыҙым уларҙы ҡарай алмай. Был – бик яҡшы күренеш. Сөнки бала бәләкәй, ул үҙенең ҡыланыштарын тәнҡит күҙлеге аша үткәрә, үҙен-үҙе алама мәғлүмәттән һаҡлай белмәй.

Ниндәй мәғлүмәттәр бала психикаһы өсөн насар йоғонто яһай, һин нисек уйлайһың? Эйе, төрлө ҡан ҡойош, һуғышыу, үлтереү тураһында ғына видеояҙмалар тап һинең һаулығың өсөн зарарлы. Ни өсөн, тиһеңме? Әйҙә, бергәләп уйлайыҡ. Мәҫәлән, һинеңсә башҡа кешене кәмһетеү, уға ҡул күтәреү, уның етешһеҙлектәрен күреп, исем тағыу текәме? Ә ошо видеояҙманы селтәргә һалыу батырлыҡмы? Түгел, әлбиттә. Видеояҙманы ҡарау һине ҡыуандырамы, шул йәштәштәреңә оҡшарға тырышыу хисе уятамы? Юҡ, әлбиттә. Ә ниндәй уй-хистәр тыуа һинең күңелеңдә, дуҫым? Эйе, бындай яҙмалар тик кире күңел кисерештәренә генә килтерә. Һуғыш суҡ­марҙарына нәфрәт уянһа, туҡмалыусыны йәлләп бер булаһың, шулай бит? Ошондай ҡот осҡос яҙмалар (ә балаларҙың бер-береһен туҡмауы, төрлө авариялар, ҡан ҡойошто башҡаса атап та булмай) күңелдәре нескә дуҫтарыңды хатта йоҡоһонан яҙҙыра! Тимәк, был видеояҙмалар һинең һаулығың өсөн хәүефле, шулаймы? Ә нисек үҙеңде һаҡларға һуң, тиһеңме? Беренсенән, әгәр ҙә һинең гаджеттарыңда «ата-әсә контроле» бар икән, уларға ошо ҡушымтаны ҡуйыуҙарын һорап мөрәжәғәт итәһең. Икенсенән, ҡапыл ғына һине ытырғандыр­ған ҡурҡыныс яҙмаға, йәиһә селтәрҙә һине ҡайҙалыр саҡырған, ниҙер эшләргә мәжбүр итергә тырышҡан кешеләргә тап булһаң – тиҙ генә ул сайттан сығырға кәрәк. Балаларҙы «аулаусы»лар, уларҙың әле нығынып етмәгән психикаһын ағыулаусылар селтәрҙә йыш ҡына осрап тора – был турала онотма, йәме. Тағы ла шуны бел: интернеттың ниндәй генә «мөйөшөндә» булһаң да, бер ҡасан шәхсән мәғлүмәттәреңде теркәмә! Беренсенән, был ҡанун тарафынан тыйылған, икенсенән инде, һинең мәғлүмәттәреңде экрандың теге яғында ултырыусы нисек ҡулланыр – белеп булмай.

Ҡурҡытырға теләгәндән түгел был яҙмам, дуҫым. Гел генә ата-әсә, уҡытыусы, тәрбиәселәр һине һаҡлап тора алмай, ҙур үҫтең бит инде. Шуға күрә ҡайһы бер эштәрең өсөн яуаплылыҡты үҙеңә лә йөкмәтергә ваҡыт, килешәһеңме? Хәйер, Аллаһы Тәғәлә һаҡланғанды һаҡлай, тиҙәр бит. Был – һинең һайлау юлың бар, тигәнде аңлата. Клавиатураның бер генә төймәһенә баҫып, ҡур­ҡыныс, нәфрәт һәм күрә алмау таратҡан яҙмаларҙы туҡтата алаһың. Ә был, үҙ сиратында, ошондай яҙмаларҙың таратылыуына ла сик булып тора. Һин ҡараманың, «лайк» ҡуйманың, дуҫың күрмәне, яҙманың рейтингы күтәрелмәй, тимәк. Күрәһеңме, хатта ошолай ябай ғына ысул менән һин кешелеккә ярҙам итә алаһың. Яманлыҡҡа юл ҡуймау, яҡшылыҡты арттырыу – был бит текә!

Әлмира ИСХАҠОВА, психолог.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: