-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
8 Июль 2021, 11:24

Көндәлегем – серҙәшем

Бөгөн беҙ һинең менән, хөрмәтле уҡыусым, серҙәштәр тураһында һөйләшеп үтербеҙ.

Көндәлегем – серҙәшем
Көндәлегем – серҙәшем

Нимә һуң ул сер? Әйҙә иң беренсе ошо һүҙгә аңлатма биреп китәйек. Үҙебеҙсә, ябай ғына итеп әйткәндә, сер ул – бер кемгә бер ҡасан да һөйләмәй торған, кеше үҙе генә белгән мәғлүмәт. Ни өсөн серҙе сисергә ярамай һуң, кем тыя уның менән бүлешмәҫкә? Яуап: үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты, әлбиттә. Берәй кемгә һөйлә­һәң, үҙеңдең яҙмышыңды ҡатмарлаштырыуың бар, шулай бит? Күҙ алдына килтерәйек, һин үҙеңде уңайһыҙ хәлдә ҡалдыра торған эш ҡылдың, яңылыш шулай килеп сыҡты ла ҡуй­ҙы. Тик был турала кемгәлер һөйләү һинең башҡалар ара­һында абруйыңды төшөрәсәк, үҙеңә ҡарата ғәйеп тойғоһо артасаҡ, атай-әсәйең белеп ҡал­һа, уф…
Эйе, хөрмәтле уҡыусым, сер тик сер булып ҡалһа ғына артабан күкрәк киреп йәшәүе рәхәт. Тик… бына ошо сер эсеңде тишеп алып барһа? Был ҡылығыңды кем менәндер уртаҡлашыу теләге шул тиклем көслө булһа, хатта һин үҙеңде шартларға йыйынған тултырыл­ған һауа шары һымаҡ тоя башлаһаң? Психологтар ошо ваҡытты кризис мәле тип атай һәм кемгәлер күңел бушатыуҙан баш­ҡа сара юҡ икәнен аңлата. Ә кемгә? Кем бер тәнҡитһеҙ һине тыңлар һуң? Был өнһөҙ-тынһыҙ дуҫың, әлбиттә, көндәлек!
Ҡулыңа ручка, ҡәләм, бу­яуҙар алып, был дәфтәргә рәхәтләнеп сереңде сис. Яҙған ваҡытыңда һиңә берәү ҙә ҡамасауламаһын тиһәң, бөтә эштәреңде йомғаҡла ла шунан ултыр көндәлегең янына. Башыңдағы уй-фекерҙәреңде, күңелеңде ярһытҡан, албырғыт­ҡан, аптыратҡан, илһамландыр­ған хистәреңде үҙ ҡулың менән ап-аҡ ҡағыҙға төшөрөү тыныс­ландырыу формаһын үтәйәсәк. Был көндәлек – һинең тоғро дуҫың, ул һиңә аҡыл өйрәтмәҫ, әрләмәҫ, мыҫҡыллап көл­мәҫ… Нисек барһың, шулай ҡабул итер, яҙған һәр бер һөйләмеңде иғтибар менән уҡыр. Шиғырҙар яҙыуыңа, һүрәттәр төшөрөүеңә көндәлегең тик «шатланыр» ғына.
Ни өсөн күңелде өйкәп тор­ған серҙе, хәбәрҙе мотлаҡ һөйләргә, үҙеңдән сығарырға кәрәк, тип һораһаң, аңлатам. Күп кенә кире мәғлүмәт адреналиндың ҡапыл һәм күпләп организмға таралыуына булышлыҡ итә. Ә ул нервы сис­темаһын ҡуҙғыта. Кешенең ҡапыл ғына ҡыҙарыуы, сикәләре алланып, тәндең эҫеле-һыуыҡлы булып китеүе адреналин тигән нәмәнең касафаты инде. Хатта тулҡынланыуҙан тик тор­ған ерҙә тотлоға башлай ҡайһы берәүҙәр. Бына хәбәр ниндәй көскә эйә, аңланыңмы? Бындай ваҡытта тиҙ генә үҙеңде ҡулға ала һалып, хис-тойғоларыңды күрһәтмәһәң дә, мәғлүмәт кү­ңелдә оялап ҡалды бит. Ул яй­лап сығыр урын эҙләй башлай, йөрәкте өйкәй, хатта төшкә ине­үе лә ғәжәп түгел, ысын әйтәм. Тик хәҙер инде һинең ҡоралың ҡулыңда: уңайлы ваҡыт таба һалып, эсеңдәге йөктө көндәлегеңә сисә алаһың. Ниҙәр кисерҙең, уйланың, нисек булды, нимәләр әйтергә теләнең – бөтәһен дә ентекләп яҙыуың һиңә был йөктән бушанырға һәм, әлбиттә, тынысланырға ярҙам итер. Халыҡ мәҡәле лә бит юҡҡа ғына, «әйтер һүҙең көмөш булһа, өндәшмәүең – алтын», тимәгән. Килешәһеңме? Күп кенә бөйөк кешеләр үҙ көндәлектәрен артабан миллион тиражлы китап­ҡа-бестселлерға әйләндергәнен белеү ҙә зыян итмәҫ, тим. Шуға ла көндәлегеңдә ижадыңа ла урын булһын.
Сер итеп кенә әйтәм, яңыраҡ ҡына үҙемдең көндәлегемде уҡып алдым әле, бигерәк тә шуҡ булғанмын икән, тип көлөп ҡуйҙым.

Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: