Уҡыуҙа тик яҡшы билдәләргә өлгәшеү тәртипкә һәм тәрбиәгә бәйлеме, нисегерәк уйлайһығыҙ? Әлбиттә, бәйле. Тағы бер сетерекле һорау: тәртип һәм тәрбиә төшөнсәләрен иң беренсе булып балаларға кем аңлатырға, өйрәтергә тейеш? Эйе, бик дөрөҫ уйлайһығыҙ: атай-әсәй. Йәнә бер һорау: улар балаларына ысын дуҫ була аламы? Йәғни, яратыу һәм хөрмәтләүҙән тыш, атай-әсәйгә, яза алыуҙан ҡурҡмай, сер сисергә мөмкинме? Оҙаҡ уйлайһығыҙ… Һуң, әлбиттә, була! Улай ғына ла түгел, ҡайһы бер хәлдәрҙе хатта түкмәй-сәсмәй һөйләп биреү мотлаҡ! Дөрөҫ әйтмәйемме ни? Һм...
Балалар, ышаныс тойғоһо тураһында һөйләшеп алайыҡ әле. Һеҙҙең менән ниндәй генә хәл булмаһын, иң беренсе атай-әсәйегеҙ белергә тейеш. Йөрәгегеҙ етеп, үҙегеҙ һөйләйһегеҙме йәки иң яҡын дуҫығыҙ, өләсәйегеҙ, яратҡан уҡытыусығыҙ аша еткерәһегеҙме – һеҙҙең ҡарамаҡта. Аңлайым, ҡайһы ваҡыт ныҡ шөрләтә, йәшереп ҡалдырғы килә, тик насар эш иртәме-һуңмы барыбер ҡалҡып сыға бит! Шуға күрә, «эйелгән башты ҡылыс сапмай» тигәнде иҫтә тотоп, хәлегеҙҙе-кисерештәрегеҙҙе өлкәндәргә еткерергә тырышығыҙ. Беҙ, йәғни ата-әсәләрегеҙ, аңлап торабыҙ: һеҙ яңы ғына йәшәргә өйрәнеп йөрөгән «себеш»тәребеҙ бит! Шуға күрә лә ярҙамыбыҙҙан ҡалдырмабыҙ, ышанысығыҙ өсөн ғүмеребеҙ буйы рәхмәтле булырбыҙ. Тормош тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашып, һеҙгә әҙерәк кенә, үҙегеҙ әйтмешләй, «аҡыл өйрәтеп» алабыҙ инде ул.
Әммә, үкенескә ҡаршы, атай-әсәйҙәрҙең дә төрлөһө була шул. Бәләкәй генә яңылышлыҡ өсөн дә үҙ балаһын ныҡ әрләгән, ҡул күтәргәндәр бар. Был осраҡта үҙ-үҙеңде яҡлай белергә лә кәрәк, өндәшмәй түҙеп йөрөү бәләгә килтереүе ихтимал. Шулай, дуҫтарым, ипләп кенә, бергәләп, был яҡты, матур тормошта йәшәргә өйрәнеүҙе дауам итәйек.
Ҡәҙерле балалар! Күңелһеҙ хәлгә осраһағыҙ, һорауҙарығыҙ булһа, Бөтә Рәсәй берҙәм балалар ышаныс телефонына шылтыратығыҙ: 8-800-2000-122. Тәжрибәле белгестәр һеҙҙе иғтибар менән тыңлар, кәңәштәрен бирер, тәҡдимдәрен әйтер.
Шылтыратыу бушлай һәм аноним.
Әлмира ИСХАҠОВА, психолог.
Фото: Twitter