-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
21 Апрель 2022, 13:20

«Туҡта! Һин кем?»

Бөгөнгө һүҙем үҙеңде һаҡлай белеү тураһында булыр. Дуҫым, шуны онотма: яҡшыны ямандан айырырға өйрәнеү ғүмер буйына һуҙыла ул. Үҫмерҙәр генә түгел, беҙ, ололар ҙа, яңылышабыҙ ҡайһы саҡ. Дуҫ тигәнебеҙ яһил дошман булған осраҡтар аҙмы ни донъяла? Мин дә һиңә бөгөн «сирле» ололар тураһында еткермәксемен. Сөнки әллә ҡайҙа, йыраҡ илдә түгел, тап беҙҙең арала йәшәй улар. Был һөйләшеүебеҙ фәһемле булыр: һаҡланғанды ғына һаҡлармын, тиелгән бит изге китапта, шуға ла иғтибарыңды бүлсе, йәш дуҫым.

Сит-ят, таныш булмаған кешеләр менән аралашыуҙың аяныслы осраҡтарға килтереүе тураһында интернет селтәренән дә, уҡытыусы, ата-әсәләрҙән дә ишетеп, белеп тораһығыҙ. Беҙҙең һеҙҙе ҡурҡыт­ҡыбыҙ килмәй — шуға күп осраҡта насар яңылыҡтарҙы йәшерергә тырышабыҙ. Хатта, киреһенсә, быуаттар буйы башҡаларға ярҙам итергә, ололарҙы хөрмәтләргә, уларға ҡарата иғтибарлы булырға өйрәтәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, педофилдарға юлығыу оҙаҡ түгел. Бала күңе­лендә кешеләргә ҡарата ихласлыҡ, ышаныс йәшәй. Ә педофилдар бәләкәстәрҙең тап ошо үҙенсәлегенән фай­ҙалана ла инде. Иғтибар: был енәйәтселәр — балалар психологияһын аң­лаған, бик яҡшы белгән кешеләр. Белгес булараҡ, ошоно ғына әйтәм — физик яҡтан һау булған хәлдә лә, улар­ҙың күңелдәре ауыр сиргә тарыған. Эйе, бөгөн һинең менән был әҙәмдәрҙе ошо енәйәткә килтергән сәбәптәрҙе тикшермәйәсәкбеҙ. Беҙгә бының кәрәге лә юҡ.
Йәмғиәтебеҙҙә шундайҙарҙан нисек һаҡланырға һуң? Беләһеңме, бөтәһе лә сикһеҙ ябай: һиңә тик иғтибарлы булыу ҙа етә. Таныш булмаған кешенең һүҙҙәрен шик аҫтына ҡуйыуҙан бигерәк, уға: «Юҡ, теймәгеҙ, китегеҙ, яҡынламағыҙ!» — тип әйтә белеү ҙә мотлаҡ. «Ни өсөн тап минән ярҙам һорап мөрәжәғәт итте әле? Ни өсөн башҡаларға, өлкән йәштәгеләргә иғтибар итмәй? Ни өсөн мине машинаһына саҡыра? Нимә кәрәк уға?» — ошондайыраҡ иң ябай һорауҙарға яуап бирергә тырыш. Әлбиттә, һиңә һүҙ ҡушҡан кешенән йыраҡлашыу мотлаҡ. Ҡулыңды бирмәҫкә, ярҙам һорап ҡысҡырыуҙан оял­маҫҡа, ҡаршылыҡ күрһәтергә ҡурҡмаҫҡа, ҡаушамаҫҡа саҡырам.
Ошо һүҙҙәрҙе яҙам, ә үҙем яңыраҡ үткәрелгән тәжрибә тураһында әсенеп уйланам. Хәл былай булған. Уҡыусыларға мәктәптә сит-яттар менән ни өсөн арала­шыр­ға ярамағанлығы тураһында лекция уҡығандар. Бер төркөм бала дәрестән һуң майҙансыҡта гәпләшергә туҡтаған. Шул саҡ ситтәрәк торған ҡыҙға ыҫпай кейенгән, тышҡы ҡиәфәте балҡып торған егет килеп, исеме менән өндәшә. Уға әсәһенең коллегаһы булыуын әйтә. Ышандырырлыҡ итеп һөйләй үҙе. Йәнәһе, әсәһе ҡыҙын өйөнә тиклем оҙатып ҡуйыр­ға үтенгән. Егет хатта телефонын сығарып:
— Ҡыҙығыҙ янында торам. Хәҙер йортоғоҙға табан йүнәләсәкбеҙ. Бөтәһе лә яҡшы, — тип «шылтыратып» та ала. Эскер­һеҙ бала матур ағай менән етәкләшеп китеп тә бара…
Һүҙем аҙағында шуны ла еткергем килә. Педофилдар бар мәғлүмәтте һинең социаль селтәреңдәге аккаунттарҙан таба. Ҡайһы берәүҙәр исем-шәрифтәрен, тыу­ған йылын, йәшәгән ерен, ғаилә хәлен, мәктәбен, хатта йортон ғына түгел, фатирының да һанына тиклем яҙып ҡуя бит шунда… Телефон һандары тураһында әйтеп тә тормайым. Уйланырға урын бар, килешәһеңме? Аҡыллым, зинһар, һаҡ булсы — был һинең ҡулыңдан килерлек.

Әлмира ИСХАҠОВА, психолог.

Фото: https://static.life.r

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: