Бөгөнгө төп һорауым: телефон һинең хужаңмы әллә уға үҙең хужамы? Төптән уйлап яуап бир әле. Яуап ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, хәҙерҙән үҙ-үҙеңде күҙәтергә саҡырам.
Телефон эргәңдә булмағанда, ниҙер юҡ һымаҡ, борсолоу тойғоһо кисерәһеңме? Уны һәр минут алып ҡарағың киләме? Дәрес ваҡытында ла ҡулға алмай түҙмәйһеңме? Әгәр атай-әсәйең, уҡытыусың телефонды сикләһә, тәрән ризаһыҙлыҡ тойғоһо кисерәһеңме? Бер туҡтауһыҙ сәғәттәр буйы кәрәкле-кәрәкһеҙ мәғлүмәт, видеояҙмалар ҡарап ятаһыңмы?
Әгәр ҙә ошо күҙәтеүҙәргә яуабың ыңғай икән, телефон һинең хужаңа әйләнеп бара. Был – бик күңелһеҙ хәл. Нисек ошо бәләкәй генә әйбер һинең аңыңды, ваҡытыңды, иғтибарыңды арбай, бәйҙә тота? Күңелһеҙ генә түгел, ҡурҡыныс бит! Тормошта, һинең тирә-яғыңда ҡыҙыҡ, сикһеҙ мөмкинлекле ысын донъя бар. Уны виртуаль киңлеккә алыштыра күрмә! Киреһенсә, ошо донъяны өйрәнеүсе, һаҡлаусы бер ҡоралға әйләндер һин телефонды.
Көнөнә 1 – 2 сәғәт бөтөнләй телефонһыҙ ваҡыт үткәр. Ашағанда, йоҡлағанда ул һинән алыҫтараҡ ятһын. Урамда йөрөгәндә ҡулға телефонды алмаҫҡа, тигән ҡағиҙә индер. Ниндәй мәғлүмәт алғанынды анализла: кеше нимә ҡарай – үҙе шундайға әйләнә икәнен онотма. Телефон тоғро дуҫың булһын, тик һаулығыңа зыян килтермәһен. Ул һинең мәнфәғәтеңә эшләгән әйбер булып ҡалһын.
Гөлиә ИСҠУЖИНА,
психолог.