-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
19 Август , 18:00

Нисек үҙеңде уҡыуға көйләргә?

Бөгөндән уҡый башла. Күп итеп түгел, көнөнә 5 – 10 минут ҡына. Таҙа дәфтәр башлап, китаптан 1 – 2 һөйләм күсереп яҙырға ялҡауың килмәһен.

Нисек үҙеңде уҡыуға көйләргә?
Нисек үҙеңде уҡыуға көйләргә?

Йәйге ял күңелле лә, файҙалы ла, шулаймы, дуҫым? Иң яҡшы ял – ул эш төрөн алыштырыу, тиеүселәр ҙә бар. Берәүҙәр әүҙем ялды үҙ итһә, икенселәр өсөн баҡса менән булышыу, китап уҡыу – иң яҡшы ял.

Иң оҙон һәм күңелле каникул артта ҡалып бара, уҡыу яҡынлаша. Ялдан дөрөҫ итеп сыға белергә лә кәрәк. Нисек итеп иғтибарҙы уҡыу­ға йүнәлтергә? Нисек стрес­һыҙ ғына мәктәп тормошона инеп китергә? Ошо һорау­ҙарға яуап бирәйек әле.
Көн режимын яйлап рәткә һала башла. Ял дауам итеүенә ҡарамаҫтан, иртәрәк ят, иртәрәк тор. Зарядка эшләргә онотма.
Ашау режимын көйлә. Ваҡытында ашарға тырыш. Файҙалы аҙыҡ менән туҡланырға кәрәклеген үҙең дә беләһең.
Бөгөндән уҡый башла. Күп итеп түгел, көнөнә 5 – 10 минут ҡына. Таҙа дәфтәр башлап, китаптан 1 – 2 һөйләм күсереп яҙырға ялҡауың килмәһен.
Ошо ябай кәңәштәрҙе тот­һаң, уҡыу йылы еңел генә башланып китер, уңышлы ла үтер. Тағы МАҠСАТТАР ҠУЙЫУ ҡамасау итмәҫ. Яңы уҡыу йылы нисек үтергә тейешлеге хаҡында хыялланып ал, уны күҙ алдыңа баҫтырырға тырыш. Мәктәп уҡыуҙан, өйгә эштәрҙән генә тормай, дуҫтар менән осрашыу-аралашыуҙар ҙа көтә һине! Матур ялың файҙалы уҡыу йылына еңел генә тоташып китһен.

Гөлиә ИСҠУЖИНА.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: