Бала тыуған ғаиләһендә ваҡытлыса йәшәй. Үҫкәс, балиғ булғас, ул үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫырға, ата-әсәнән айырылырға тейеш. Әммә был осор ата-әсәгә лә, балаға ла ауыр бирелеүе мөмкин. Шуның өсөн тәбиғәт тарафынан уларҙы айырыу процесы бар. Ә ул нисек үтә һәм быны нисек аңларға?
Баланың аң кимәле, тормошҡа ҡарашы үҫә барған осорҙа ата-әсәнеке, киреһенсә, яйлай, ниндәйҙер билдәле кимәлдә нығына. Ябайыраҡ әйткәндә, ата-әсә замандың яңы шауҡымын аңламай, уның артынан өлгөрмәй һәм ҡабул итмәй башлай. Ә бала бөтә яңылыҡты үҙ тормошона еңел индерә. Ошо айырма был яҡын кешеләр араһында һиҙелерлек арауыҡ барлыҡҡа килтерә, мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштерә.
Был осорҙо ҡалайтып еңелерәк үтергә һуң? Нисек бөтөнләй сит кешеләргә әйләнмәҫкә?
Бының өсөн атай-әсәй гел генә үҫеш юлында булырға тейеш. Заманға ярашлы, бала менән мөмкин булғанса «бер тулҡында» йәшәргә кәңәш ителә. Уны тәрбиәләгәндә ҡосаҡлашып алыу ҙа ҙур роль уйнай. Аң кимәлендә бер-береһен аңламаһалар ҙа, йылы мөнәсәбәтте һаҡлап ҡалыу еңелерәк буласаҡ. Йәнә аралашыу хөрмәт нигеҙендә ҡоролһа, әлбиттә, мәсьәлә ныҡ киҫкен булмаясаҡ.
Ата-әсә һәм бала мөнәсәбәттәре темаһы – үтә лә нескә күренеш. Шуның өсөн был һөйләшеүҙе артабан да дауам итербеҙ.
Гөлиә ИСҠУЖИНА.