+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!"
26 Сентябрь 2019, 12:39

Ғиндулла Шәйәхмәтов – оло шәхес

Беҙҙе республикабыҙҙың шундай шәп уҡытыусылары менән таныштырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, дуҫтар! Яҡынлашып килгән Уҡытыусылар көнө айҡанлы ойошторолған «Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!» акцияһын https://vk.com/club45440006 төркөмөндә алып барабыҙ, шуға ла һеҙгә ошо төркөмгә яҙылырға кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: иң күп «лайыҡ» йыйған уҡытыусыға гәзитебеҙгә подписка ла бүләк итәсәкбеҙ.

Мәктәп йылдары – бала саҡтың мөһим өлөшө ул. Белем һәм тәрбиә алыу ғына түгел, беҙ мәктәптә йәшәргә, аралашырға, ҡыҫҡаһы, тормошҡа яраҡлашырға өйрәнәбеҙ. Шуның өсөн дә уҡытыусыларҙың фәһемле һүҙе, яғымлы ҡарашы, улар биргән белем артабанғы яҙмышыңа туранан-тура тьәҫир итә.

Мин Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбен 1983 йылда тамамланым.

Уҡыусыңда башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләй, нескәлектәренә төшөндөрә алыу – башҡорт теле уҡытыусыһының оло ҡаҙанышы ул. Тап шундай сифаттарға эйә минең яратҡан уҡытыусыларымдың береһе – Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов.

Ул 1930 йылда Сәйетбаба ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай, Башҡорт Дәүләт университетында ситтән тороп белем ала. Педагогик хеҙмәт юлын Ҡурған өлкәһендәге мәктәптә башлай, һуңынан тыуған районындағы Йөҙимән, Имәндәш ауылдарында мәктәп директоры була.

Эшенә һәр ваҡыт яуаплы, үҙенә талапсан уҡытыусы булды Ғиндулла Ширияздан улы.

Һәр бер дәрестә уҡытыусым үҙ телеңдең әһәмиәте тураһында әйтмәй ҡалманы. Айырыуса, Рәми Ғарипов шиғырындағы юлдарҙы ҡабатларға ярата ине:

“Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!”

Ғиндулла Ширияздан улы – әүҙем йәмәғәтсе лә. Ул үҙенең уҡытыусыһы, башҡорт алфавитына нигеҙ һалыусы, ғалим, тел белгесе Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтын музейын булдырыуға ҙур өлөш индерҙе.

Күп төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп, яҡташы хаҡында мәғлүмәттәр туплай. 1991 йылда ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғала Жәлил Кейекбаев музейы асыла, уның директоры итеп Ғиндулла Шәйәхмәтов тәғәйенләнә. Музей республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән тиҫтәләгән кешеләрҙе ҡабул итә. Йыл һайын, йәйге каникулдар осоронда, уҡыусыларымды тап ошонда килә инем. Музейҙа Жәлил Кейекбаевтың ҡулъяҙмаларын ҡарап, китаптарын күреп, ә иң мөһиме Ғиндулла Ширияздан улының фәһемле, төплө сығыштарын тыңлап ҡайта инек. Ҡаранйылға ауылы тәбиғәтенә һоҡланып, саф Мәндем һыуында ҡойоноуҙарын әле лә уҡыусыларым һағынып иҫкә ала.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе барғанда синыфта һәр ваҡыт тәртип, эшлекле мөхит һаҡланды. Был уҡытыусыға оло ихтирам тойғоһонан һәм дәрестең әһәмиәтен аңлауҙан булғандыр, ә бит беҙ 30 уҡыусы инек.

Ғиндулла Ширияздан улы хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙем тормош менән йәшәүен дауам итә. Ауылдың указлы муллаһы булып йәштәргә, ауылдаштарына иман, әхлаҡ ҡанундарын өйрәтә, мәсет һалдырыуға ла күп көс һалды.

Тәжрибәле уҡытыусы тыуған ауылының абруйлы кешеләре, тарихы, тәбиғәте тураһындағы «Күңелем асыштар» исемле китап авторы. Уны башҡорт теленең бөгөнгөһө һәм киләсәге, йәштәр проблемалары борсой.

Ғиндулла Ширияздан улы – ғүмере буйы сәләмәт һәм әүҙем йәшәү рәүеше алып барған ир уҙаманы. 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығына арнап уҙғарылған хәрби-тарихи реконструкция походында полк муллаһы дәрәжәһендә ҡатнаша ул. Бородино яланында ойошторолған хәрби лагерҙа, 83 йәшендә булһа ла, йәштәр менән бер рәттән һуғыш көндәрен тергеҙеүҙә булыша.

Шәйәхмәтов Ғиндулла Ширияздан улының тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ. Оло йөрәкле уҡытыусы, халҡы, теле, ере өсөн янып йәшәгән илһөйәр,ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған аҡһаҡал.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, «Почет билдәһе» ордены кавалеры Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов. әлеге көндә лә сафта. Тормош иптәше Мәрйәм Фәйез ҡыҙы менән иман нурын таратып, кешеләргә кәрәк булып йәшәйҙәр.

Ғиндулла Шәйәхмәтов уҡыусыларын үҙ миҫалында яҡшылыҡҡа, изгелеккә,мәрхәмәтлеккә өйрәткән ысын уҡытыусы, оло шәхес ул.


Минира БИКӘНӘСОВА, уҡытыусы.



Читайте нас: