-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ғәлимә Мансур ҡыҙы – остазыбыҙ

Дуҫтар, был аҙнала Уҡытыусылар көнөн билдәләйбеҙ. Һеҙ ҙә беҙҙең акцияға ҡушылып, иң яратҡан уҡытыусыларығыҙға рәхмәтегеҙҙе еткерегеҙ.

Хәтирәләр… 30 йыл элек үткән ғүмер күрәҙә көҙгөһөндәге кеүек кинофильм кадрҙары булып күҙ алдынан үтте.

Мәктәбебеҙҙә I синыфтан уҡытыу рус телендә алып барыла ине. Берҙән-бер көндө йәш, матур, ҡупшы һәм зауыҡлы итеп кейенгән уҡытыусы килеп керҙе һәм саф башҡорт телендә: “Һаумыһығыҙ, балалар, ултырығыҙ”, – тине. Ә беҙ, 33 бала, беребеҙ ҙә ултырмай баҫып ҡатып ҡалдыҡ. Сөнки ул ваҡытта синыф етәксебеҙ Зинаида Васильевна үҙ туған телегеҙҙә һөйләшмәгеҙ, миңә тик рус телендә генә өндәшегеҙ тигән талап ҡуя ине. Беҙгә уҡытыусының башҡорт телендә һөйләшеүе шул тиклем ғәжәп күренеш булып тойолдо. Ул таҡтаға башҡорт хәрефтәрен яҙып ҡуйҙы ла, хор менән ҡабатлатты. “Бына хәҙер һеҙ бөтә башҡорт хәрефтәрен дә беләһегеҙ, тимәк башҡорт телендә уҡый ҙа алаһығыҙ, ә башҡортса матур итеп уҡырға, һөйләшергә өйрәнер өсөн иң башта башҡортса йырлап өйрәнергә кәрәк”, – тине.

“Баҡсаларға мин керәм,

Сәскәләргә һыу һибәм.

Гөлназ алмағас икән,

Гөлназ һандуғас икән”, – ошо йырҙы өйрәтте. Синыфыбыҙҙа өс Гөлназ булғас, беҙгә бигерәк тә ҡыҙыҡ тойолдо. Һәм шул көндән башлап башҡорт теле һәм әҙәбиәте иң яратҡан дәресебеҙгә, ә уҡытыусы иң яратҡан уҡытыусыбыҙға әйләнде. Күп тә үтмәй синыф етәксебеҙҙе директор урынбаҫары итеп ҡуйҙылар, ә Ғәлимә Мансур ҡыҙы Ғәлиева беҙҙең етәксе булды. Шул көндән уянды ла инде беҙҙең мәктәпкә һәр ваҡыт барғы килеп тороу тойғоһо. Хәҙер, үҙем уҡытыусы булғас, уйлайым да уйҙарымдан уйылып китәм. Аҙнаһына 3 сәғәт башҡорт теле һәм әҙәбиәте керә ине, ә минең, нишләптер, бөтә дәрестәрҙе лә башҡортса уҡыған кеүекбеҙ. Иң беренсе “Бөтә синыф менән «Йәншишмә»гә, “Бөтә синыф менән “Аманатҡа” тигән акцияларға ҡушылып, гәзит-журналдар уҡыуыбыҙ онотолмай. Редакцияларҙан килеп, беҙҙе фотоға төшөрөп гәзит-журналға мәҡәләләр баҫтырып сығаралар ине. Дәрестән тыш музейҙарға, китапханаларға, редакцияларға экскурсияларға йөрөй инек. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән осрашыуҙар онотолмаҫлыҡ булып хәтергә һеңгән. Өфөнөң бөтә театрҙарын, музейҙарын да йөрөп сыҡтыҡ. Ә инде VIII синыфта уҡығанда Волгоградҡа барыуыбыҙ бөгөнгөләй иҫтә. Фотолар, сувенирҙарҙы күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайым. Бына нисек тәрбиәләнгән ул беҙҙә тыуған илгә һөйөү тойғоһо. Ә ҡайтышлай Ульяновск ҡалаһындағы Лениндың йорт-музейына инеү беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә кеүек күренде. Хәҙер уйлаһаң ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та һәм көлкө лә кеүек. Бөтәһен дә ихлас, саф күңелдән, самими итеп ҡабул иткәнбеҙ. Тимәк, уҡытыусыбыҙ үҙе лә шулай булған һәм үҙенең күңелендәге кисерештәрен беҙгә еткерә алған.

Мәктәптә уҡыған саҡта районыбыҙға килгән яҙыусылар, артистар менән осрашыуҙар үткәреү онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙә ҡалған.

VIII синыфты тамамлағанда алдыбыҙҙа төрлө уй-хыялдар, маҡсаттар барлыҡҡа килде, һөнәр һайлау тураһында ла уйлай башланыҡ. Синыфыбыҙға төрлө һөнәр кешеләре саҡырып, осрашыуҙар, әңгәмәләр үткәрҙек. Уҡытыусыбыҙ бөтәгеҙгә лә юғары уҡыу йортона инерүе еңел булмаҫ, бәлки, ҡайһы берәүҙәрегеҙ техникумдарға, училищеларға барырһығыҙ, тип кәңәш бирҙе һәм ата-әсәләр менән һөйләште. Мин дә дуҫ ҡыҙҙарым менән Благовещен педагогия училищеһына уҡырға юлландым. Унда ла саф рус бүлегендә белем алдым. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эш башланым. 7 – 8 йыл эшләп йөрөгәндән һуң күңелемдә ниндәйҙер бушлыҡ барлыҡҡа килгәндәй булды. Нимә икәнен үҙем дә аңламайым. Эшемде лә яратҡан кеүекмен, ә күңелдә ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо. Яҙғы каникул ваҡытында Ғәлимә Мансур ҡыҙы беҙҙе саҡырып алды ла: “Ҡыҙҙар, һеҙ юғары белем алырға уйламайһығыҙмы ни? Уҡырға барырға кәрәк”, – тине. Ике лә уйлап тормайынса филология факультетының башҡорт бүлегенә инергә булдыҡ. Уҡытыусыбыҙ ике ай эсендә беҙгә X – XI синыф материалын бирҙе, егермегә яҡын инша яҙҙырҙы. Һәм беҙ еңел генә итеп имтихандарыбыҙҙы гел “бишде”гә биреп уҡырға инеп киттек, тик яҡшы билдәләренә генә уҡып ҡулыбыҙға диплом алдыҡ.

Бына инде 20 йылдан артыҡ үҙем дә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Нимә генә эшләһәм дә үҙемдең уҡытыусыма оҡшарға тырышам. Дәрестәргә әҙерләнгән ваҡытта ла, синыфым менән эшләгәндә лә Ғәлимә Мансур ҡыҙына оҡшатырға тырышам. Яратҡан уҡытыусыбыҙ хаҡлы ялда булһа ла, бөтә уҡыусылары менән бәйләнештә йәшәй, тормоштан артта ҡалыу ғына түгел, хатта алда бара, тип әйтер инем. Яңы сыҡҡан китаптарҙы, гәзит-журналдарҙы уҡый, Өфө ҡалаһына концерттарға, премьераларға йөрөй. Әле күптән түгел генә районда “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһен үткәрҙе. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булып тора. Беҙ уға һәр ваҡытта ла кәңәш һорап барабыҙ, асыҡ дәрестәргә, төрлө сараларға саҡырабыҙ.

Уҡытыусыбыҙ ял көндәрендә лә, каникул ваҡыттарында ла беҙҙең менән була торғайны, төрлө саралар ойошторҙо. Үҙем уҡытыусы булғас ҡына уйлайым, ул нисек ваҡыт тапты икән, үҙенең өс балаһы, ире лә бар ине бит.

Ул бер ҡасан да юғары исемдәргә, маҡтауҙарға дәғүә итеп йөрөмәне. Ә бит 1978 йылда Илеш районында ғына түгел, төньяҡ-көнбайыш райондарында беренсе булып башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта башлаған. Мин уны һауа ярып осҡан ҡоштар төркөмөнөң башлығына оҡшатам. Буш ерҙә эш башлауҙы күҙ алдыңа килтерһәң дә ҡурҡыныс булып китә. Ә бит шыма ғына булғандыр тип уйламайым. Илеш районында 40 йылдан артыҡ башҡорт теле уҡытылһа ла, беҙ ҙә гел ҡаршылыҡтарға осрап торабыҙ. Ул ваҡытта нисек булды икән?...

Ғәлимә Мансур ҡыҙы үҙенең белеме, аҡылы, киң ҡарашлы, алсаҡ күңелле булыуы, балалар, ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба белеүе, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы, матбуғатта яҙышыуы, үҙенең дә матур-матур хикәйәләр яҙыуы, район кимәлендәге төрлө сараларҙа ҡатнашыуы менән генә түгел, ә үҙенең ойоштороу һәләте менән дә абруй яулағандыр. 50-нән артыҡ уҡыусыһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлауы, тиҫтәләгән уҡыусыларының сәнғәт һәм журналистика өлкәһен һайлауында ла уның өлөшө һанап бөткөһөҙ. Башҡа һөнәр һайлаған уҡыусылары араһында ла әҙәбиәт һәм сәнғәткә ғашиҡтар күп. Уға рәсми рәүештә атҡаҙанған исеме бирелмәүе бик күптәрҙе аптыратһа ла, ул беҙҙең өсөн халыҡ уҡытыусыһы! Ә район кешеләре уны атҡаҙанған уҡытыусы тип беләләр.

Әле мин эшләгән гимназияла бөтә башҡорт теле уҡытыусылары ла – Ғәлимә Мансур ҡыҙының элекке уҡыусылары. 100 йыллығын билдәләгән легендар мәктәптең данын, мәртәбәһен төшөрмәҫ өсөн бөтә көсөбөҙҙө биреп татыу итеп эшләргә тырышабыҙ. Олимпиадаларҙа, төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашабыҙ һәм һәр ваҡыт алдынғы урындар алабыҙ. Хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә, тип эшләйбеҙ.


Светлана ФӘЙЗРАХМАНОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия.




Читайте нас: