-8 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусым маяҡ булды

Кеше ғүмере төрлө мәлдәргә бай булыуы менән үҙенсәлекле. Шуға уны ҡайһы саҡта йыш үҙгәреп тороусы һауа торошо менән дә сағыштырып ҡуям. Унда ла бит күңелдәрҙе илерткес ҡояшлы яҙҙарҙы болоҡһоу ҡара болотло көндәр көтмәгәндә алмаштырыусан. Шул саҡта әҙәм балаһының ихтыяр, рух көсө ныҡлығының ниндәй кимәлдә булыуы һанала ла инде.

Һеҙҙе таныштырасаҡ геройым тормоштоң һәр мәлендә лә үҙе булып ҡала торған заттарҙан. Уға хатта ҡартлыҡ үҙе ҡағылырға ла ҡыймаған төҫлө.

Ғүмер бураҙналары ҡыуаныстары-көйөнөстәре менән һырҙар булып ятырға тырышһа ла, ҡояштай балҡып торған йөҙө, нәфис буй-һыны, күптәребеҙгә өлгө булырлыҡ сабырлығы менән һоҡландырыуынан туҡтамай. Һүҙем күптән түгел генә 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләүсе уҡытыусым Минзәлә Мәмәтҡолова хаҡында.

Минзәлә Нотфулла 1964 йылдың 19 июлендә Йылайыр районының Һабыр ауылында донъяға килә. Ҡырға еләк йыйырға сыҡҡан әсәһенең ҡапыл тулғаҡ башланып, аҡланда тыуған сабыйҙың белемгә, тирә-яҡты танып-белеүгә ынтылышы иртә башлана. Биш йәшендә I синыфҡа барған апаһына эйәреп уҡырға ла йөрөп ала.

“Ныҡышмаллыҡ, күрәһең, миндә бәләкәйҙән килгән. Шуға еңмешләнеп уҡырға барыуыма ла ҡаршы килмәгәндәрҙер. Көндәр ныҡлап һыуытҡансы йөрөгәнмен дә туҡтағанмын, – ти көлөп хәтерләп Минзәлә Нотфулла ҡыҙы.

– Тәпәй баҫыу менән белем усағына һуҡмаҡты һыуытмағанмын ул. Әсәйем унда йыйыштырыусы булып эшләгәс, эйәреп йөрөй торғайным. Уҡытыусылар бүлмәһе ул саҡта серле бер урын булып күренә торған ине”. Был ҡыҙыҡһыныуы артабан һөнәр һайлар саҡта ла йоғонто яһамай ҡалмай. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Ғүмерлек йәрен студент сағында осра-та. Юлыҡҡа ҡунаҡҡа килгәндә Шәфҡәт Шәрифулла улы менән таны-ша. Ғаиләләренә йәм өҫтәгән өс балаға атай-әсәй булыу бәхетенә ирешәләр. Әммә ҡайғы ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. Егерме йәшлек кинйә улдары Таһир быйыл юл фажиғәһенә осрап был донъяларҙан китеп барҙы.

Уҡытыусы – күп ҡырлы, ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе ул. Заман менән бер ҡатарҙан атлағанда ғына эшеңдең уңыштарын күреп һөйөнөргә мөмкин икәнлеген мәғариф өлкәһендә эшләгән һәр кем яҡшы төшөнә. Утыҙ ике йыл буйы балаларға белем биреү дәүерендә Минзәлә Нотфулла ҡыҙы үҙен төрлө яҡлап эҙләнеүсе мөғәлимә булараҡ күрһәтте. Боронғолоҡ менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуы, үҙе уҡытҡан уҡыусыларына ла үткәндәребеҙгә ихтирам, хөрмәт менән ҡарарға өйрәтеүе әлеге көндә оло баһаға лайыҡ.

Тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған ғилми конкурстарҙа тиҫтә йыл-дар дауамында уның уҡыусылары ауылыбыҙҙың үткәненә бәйләп яҙылған ғилми эштәре менән сығыш яһап, тыуған еребеҙҙең бөгөнгө йөҙөн, ысынбарлығын да күрһәтеүгә өлгәште. Тағы ла уны бала күңелен аңлай, тоя белеүсе психолог тип тә әйтергә мөмкин. “Артыҡ күҙгә салынып бармаған, әммә булдыҡлы, тырыш уҡыусылар менән эшләргә яратам. Әлбиттә, уҡытыусы өсөн бөтә уҡыусылар ҙа бер иш, бер тигеҙ. Шулай ҙа эҙләнеү эштәренә дәртләнеп тотонған, уҡырға яратҡан уҡыусылар бармаҡ менән һанарлыҡ. Шуға ла беҙҙең эштә кем нимәне булдыра алғанын тоя һалып, баланың күңеленә хуш килгән эштәр башҡарырға этәрә белергә кәрәк”, – ти ул.

Ысынлап та, Минзәлә Нотфулла ҡыҙы һан артынан сапҡан уҡытыусы түгел. Ул бер нисә уҡыусы менән әүҙем шөғөлләнеп юғары эш һөҙөмтәһен күрһәтеүҙе ҡулай күрә. Урта, юғары синыфтарҙа уның етәкселегендә төрлө конкурс-олимпиадаларға йөрөү бәхете миңә лә тейҙе. Республика кимәлендәге олимпиадаларҙа ике йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән II урын алыуымда, башҡорт мәҙәниәтенән беренсе биш иң яҡшы уҡыусы иҫәбендә булыуымда уның хеҙмәте, тырышлығы баһалап бөткөһөҙ ҙур булыуын ваҡыт үткән һайын нығыраҡ аңлайым. Хәстәрлекле уҡытыусы булғас, атайым менән әсәйем дә тыныс күңел менән юлға сығарып ебәрә торғайны. Ғөмүмән, яҡшы уҡытыусы әсәй кеүек. Йылдар үтеп, ҡошсоҡтары үҙ ояларын ҡалдырып киткәс тә, кәрәк саҡта үҙ ҡанаты аҫтына алып, ярҙамынан ташламай. Минзәлә Нотфулла ҡыҙы ла шулай.

Практика үтергә мәктәпкә килгәс тә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, диплом эшемә лә рецензия яҙып фекер-теләктәрен еткерҙе. (Ошонда бер уңайҙан Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыларына, 2006 – 2018 йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләгән Рәфис Ғәлинур улы Абдрахмановҡа элекке уҡыусыларын һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, үҙебеҙҙе ысын уҡытыусылар кеүек итеп тойоп практи-калар үтергә мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәт әйтеп үтәһе килә). Ә үткән йыл ауыл мәҙәниәт йортонда китабымдың презентацияһы мәлендә: “Рәзинә менән эшләгән йылдар минең өсөн иң уңышлы, юғары һөҙөмтәләргә ирешкән мәл булды”, – тигәйне.

Мәктәптә уҡыу йылдарынан һуң да тормошта алға әйҙәүсе яҡты маяҡ кеүек булдығыҙ, рәхмәт һеҙгә, Минзәлә Нотфулла ҡыҙы


Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА,

Өфө ҡалаһы.



Читайте нас: