Донъяла иҫәпһеҙ-һанһыҙ һөнәрҙәр бар. Һәр кеше бәләкәй саҡтан уҡ күңеленә ятҡан һөнәрҙе һайлай һәм маҡсатына ирешә. Күптәр уҡытыусы һөнәрен үҙ итә. Ысынлап та, был – иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Иң яуаплыһы һәм шул уҡ ваҡытта ауыр ҙа. Сөнки ул баланы ҡулынан етәкләп, белем донъяһына алып инә. Хәреф танырға, яҙырға, һанарға өйрәтә. Ни тиклем ҙур эш башҡара ул уҡытыусы!
Мин дә үҙемдең яратҡан уҡытыусым тураһында һөйләп киткем килә. Айгөл Зәйнетдин ҡыҙы Әлибакова V синыфтан алып минең синыф етәксем генә түгел, ә гел алға әйҙәүсе, барыр юлымды яҡтыртыусы маяҡ булып торҙо.
Уҡытыусым 1972 йылдың 31 мартында Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбен тамамлағас, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында физика һәм математика йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, буласаҡ уҡытыусыны 1996 йылда Мораҙым мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Шул йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Айгөл Зәйнетдин ҡыҙы уҡыусыларға математика серҙәрен өйрәтә.
Айгөл Зәйнетдин ҡыҙы – бик ғәҙел, түҙемле һәм яғымлы уҡытыусы, шуға күрә уның дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайныҡ. Сөнки ул темаларҙы аңлайышлы итеп аңлата, дәресте күңелле итеп үткәрә, аңлашылмаған ерҙәрҙе ҡат-ҡат һөйләргә ваҡытын да йәлләмәй. Ул уҡыусыларын бик күпкә өйрәтә: яҡшыны ямандан айырырға, хеҙмәт һәм ижад шатлығын тойорға ла, фекерләү һәләтен үҫтерергә. Беҙҙән ысын шәхес үҫтереүгә бөтөн көсөн һала ул.
Уҡытыусым! Һеҙгә ауыр һәм маҡтаулы эшегеҙҙә ҙур уңыштар, сәләмәтлек теләйем. Күңел түренән сыҡҡан уйҙарымды шиғыр юлдарына һалам.
Сабыр ҙа һин, түҙемле лә,
Һинең һалған эҙҙән барып,
Заһиҙә МОРАТШИНА, X синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Байназар урта мәктәбе.