– Бәләкәй саҡтан уҡ уҡытыусы һөнәре күңелемә яҡын булды, ләкин урта мәктәпте тамамлап Белорет педагогия училищеһына барғас, унда Х cиныфтан һуң тәрбиәсе һөнәренә генә уҡыталар икән. Һәм мин күп уйлап тормай документтарымды шунда тапшырҙым, сөнки кескәйҙәр менән эшләү ҙә миңә оҡшай ине. Ләкин, йәшәй килә уҡытыусы булыу теләге көсәйгәндән-көсәйә барҙы һәм мин Магнит ҡалаһындағы педагогия университетына ситтән тороп уҡырға индем. Ә ул ваҡытта үҙемдең өс улым үҫеп килә ине инде. Шулай итеп, хыялым тормошҡа ашты, Байназар урта мәктәбендә уҡытыусы булып эш башланым. Эшемде бик ныҡ яратам, уҡытҡан уҡыусыларымдың һәр береһен үҙ балаларымдай күрәм, уңыштарын күреп ҡыуанам, уңышһыҙлыҡтарына көйөнәм. Минең өсөн бер ниндәй ҙә дәүләт наградалары мөһим түгел. Атай-әсәйҙәрҙең яныма килеп: "Әсмә Әхтәм ҡыҙы, беҙ балабыҙҙы һеҙгә уҡытырға бирергә теләйбеҙ, йәше тулмаһа ла бирһәк буламы? Икенселәренең: "Һеҙгә бирәбеҙ тип, былтыр уҡырға бирмәнек," – тиеүҙәрен ишетеү – үҙе ҙур бәхет. Уҡытҡан уҡыусыларым онотмай рәхмәтле булһа, атай-әсәйҙәр хөрмәт итһә – шунан да ҙур баһа бармы икән уҡытыусы өсөн?! – ти беренсе уҡытыусым.
Эйе, ысынлап та, Әсмә Әхтәм ҡыҙы ябай, яғымлы һәм изге әсә лә ул. Шуғалыр ҙа мин уның матур өлгөһөндә ҡанатланып уҡыным һәм тик алға ынтылдым. Ә, быйыл инде VI синыфта тырышып белем тауына үрмәләйем. Яратҡан беренсе уҡытыусыма бик-бик рәхмәтлемен. Уға бәхет, һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем. .