-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Әйткәндәре – кәңәш, һабаҡ та

Матур, һоҡланып туймаҫлыҡ көҙгө көн. Шундай йәмле! Әйтерһең, ағастар­ҙы һары, ҡыҙыл төҫтәргә буяп сыҡҡандар. Тәбиғәттең бынан да күркәм сағы бармы икән? Шундай уйҙар­ға бирелеп, мәктәп тәҙрәһенән ҡарап торам.

Көҙ айҙары байрамдарға бай. Шуларҙың иң матуры – Уҡытыусылар көнө. Беҙҙең ғаилә өсөн был көн яҡын һәм ҡәҙерле, сөнки минең әсәйем дә ошо һөнәрҙе һайлаған.


Әсәйем Сулпан Харис ҡыҙы Ис­лам­ғәлиева бала сағынан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ була. Үрге Йәр­кәйҙәге 2-се мәктәптә туғыҙынсы синыфты тамамлағас, үҙ хыялын тормош­ҡа ашырыу өсөн Нефтекама педаго­гия училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, Үрге Йәркәй­ҙәге 3-сө мәктәптә йәш быуынға туған телдең нескәлектәренә төшөнөргә ярҙам итеп, уға һөйөү тәрбиәләп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Юғары белемде Башҡорт дәүләт педагогия университетында ала. Әлеге ваҡытта 1-се гимназияла балаларға белем бирә. Егерме йылдан артыҡ был эшен яратып башҡара.

Әсәйем көнө буйы балалар менән булып, ныҡ арып ҡайта торғандыр, әммә бер ваҡытта ла зарланғаны юҡ. Ул йыл да уҡыусылары менән район, республика кимәлендә уҙғарылған олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Әлбиттә, уларҙың һәр береһен яҙып бөтөрөп булмай. Былтыр, мә­ҫәлән, Арина Фазлыева менән Рус­лан Валькаев «Башҡортостандың 100 шағиры» шиғыр һөйләү конкурсында район кимәлендә еңеп, республикала икенсе һәм өсөнсө урын яуланы. Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады буйынса VII республика ижади бәйгеһендә Илнар Ғилметдинов еңеүсе булды. Был уңыштар артында уҡытыусының хеҙмәте, күпме йо­ҡоһоҙ үткән төндәре ята.

Әсәйемдең эше ауыр һәм яуаплы. Көндөҙ мәктәптә балаларға белем бирә, ә кистәрен план яҙа, дәфтәрҙәр тикшерә. Ул дәрестәрҙе ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрә. Ҡәҙерле кешем беҙгә лә ваҡыт таба. Миңә өй эштәрен башҡарырға ла булыша, аҡыллы кәңәштәрен бирергә лә онотмай. Мәктәптә иптәштәремде, уҡытыусыларҙы хөрмәт итергә өйрәтә. Ул һәр саҡ мине тик изгелек, яҡшылыҡ ҡылырға ғына өндәй. Әсәйемдең әйткәндәре – кәңәш тә, һабаҡ та, ярҙам да. Уның кеүек өлгөр, етеҙ булырға, бөтәһен дә белергә, үҙенә оҡшарға тырышам.

Әсәйем үҙе уҡытҡан балаларҙы бик яҡын күрә, хатта мин көнләшеп тә ҡуям. Сығарылыш синыф уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре менән дә аралашып йәшәй.

Әсәйем мәктәптә уҡытыусы булһа, өйҙә ул – уңған хужабикә. Ҡәҙерлебеҙҙең яратҡан шөғөлө – сәскәләр үҫтереү. Ҡышын өйҙәге гөлдәр күҙ яуын ала. Ә йәйен инде хуш еҫле сәскәләр беҙҙең баҡсабыҙҙы биҙәй.

Бешергән аштары ла телеңде йоторлоҡ. Уның наҙлы, йомшаҡ ҡулдары бер ҡасан да тик тормай. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, һәр саҡ еренә еткереп ҡуя.

Уҡытыусы булыу еңел түгел. Ул ғүмере буйы уҡый, өйрәнә, үҙенең һәм уҡыусыларының уңыштарына ысын күңелдән һөйөнә белеүсе сабыр кеше.

Изгеләрҙән-изге, ҡәҙерле әсәйемә киләсәктә лә эшендә уңыштар, оҙон ғүмер, сәләмәтлек теләйем.


Тимур ИСЛАМҒӘЛИЕВ,

VII синыф уҡыусыһы.

Илеш районы,

Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия.

Читайте нас: