+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тәүге уҡытыусыларым

Әлеге көндә мин Рауил мәктәбендә баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы булып эш­ләйем.

Был ярат­ҡан һөнәрем­де һайлап, мәктәптә эшләүемә 30 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Байтаҡ ҡына уҡыу­сыларым «Йәншишмә» гәзите, «Аманат» журналы менән дуҫ булдылар, әле лә яҙышалар һәм төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап торалар. Күптәре ошо балалар баҫмаларының «Йәш хәбәрсе» исемен алды. Шулай уҡ башҡорт теле буйынса юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөүсе уҡыусыларым да бар. Бына улар: Динара Ғәлләмова, Лилиә Солтанова, Филүзә Уйылданова, Айнура Сиреүбаева, Земфира Ғәлимовалар. Шундай уҡыусыларым булған­ға ҡыуанып бөтә алмайым һәм башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүҙә минең дә өлөшөм барҙыр, тип уйлайым.

Ә бит ҡасандыр, бик күп йылдар элек, үҙем дә уҡыусы булып, парта артында ултыра инем. Ошо мәктәптә уҡыған йылдарым күҙ алдына килеп, уҡытыусыларым бер-бер артлы иҫемә төштөләр.

Минең беренсе уҡытыусым Фәйрүзә Ғиниәт ҡыҙы Хәлилова булды. Ул тәү башлап уҡырға-яҙырға өйрәтте. Дәрестәре бик ҡыҙыҡлы үтә торғайны. Мандолинала уйнауы, төрлө диафильм­дар ҡаратыуы, хеҙмәт дәресендә аҡ туҡымаға төҫлө ептәр менән сәскәләр сигергә өйрәтеүе әле лә хәтеремдә.

Белем иленә тәү башлап етәкләп индереүсе, бәләкәй уҡыусыларының күңел донъяһында һөйөүҙе үҙенең алсаҡлығы менән яулап алыусы уҡытыусым, етмәһә, үҙемдең еңгәйем дә ине. Ул бер тапҡыр математиканан өйгә эшемде эшләмәгән өсөн дәрестән һуң алып ҡалды. Мин ҡушылған эште үтәмәнем, дәфтәр битен тултырғансы ҙур алма һүрәте эшләп бирҙем. Ул: «Ярай, бар ҡайт, бынан былай өйгә эшеңде эшләмәй йөрөмә», – тип ҡайтарып ебәргәйне.

Башланғыс синыфты тамамлағас, өс саҡрым алыҫлыҡтағы Ишҡол урта мәктәбенә барҙым. Бында бик мөләйем, матур ғына Фатима Динислам ҡыҙы Зекрина апай ҡаршы алды. Беҙгә, балаларға, иң ҡыҙығы уның «яға»ны – «яҡа», «тәрилкә»не «тәрлинкә» тип әйтеүе ине. Ул Әлшәй районынан булғанға шулай һөйләшкән икән. Фатима Динислам ҡыҙы урта мәктәпте тамамлағансы беҙҙең синыф етәксеһе булды һәм математиканан уҡытты. Тәү ҡарауға йомшаҡ күңелле булып күренгән остазыбыҙ бик талапсан да ине, шуға ла үҙ фәненән төплө белем биреүгә һәм беҙҙе кеше итеп тәрбиәләүгә өлгәште.

Башҡорт әҙәбиәтенән мәктәп директоры Рәфҡәт Ильяс улы Мәхийәнов уҡытты. Ул беҙҙе бер тапҡыр ҙа әрләмәне: тыныс холоҡло, аҡыллы ғына ағай ине. Уның саф башҡортса һөйләп, матур итеп дәрес алып барыуын ҡырҡҡа яҡын бала шым ғына тыңлап ултыра торғайныҡ. Башҡорт теленә булған һөйөүҙе яратҡан уҡытыусым Рәфҡәт Ильяс улы һәм мине башҡорт теленән уҡыт­ҡан Рәсимә Насип ҡыҙы уятты, тиһәм, һис тә хата булмаҫ. Уларға күңелем түрендә мәңгелек рәхмәт тойғоһо йөрөтәм.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәфҡәт Ильяс улы баҡыйлыҡҡа күскәненә байтаҡ йылдар үтте. Шулай уҡ миңә белем биргән урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мохтар Мөхәмәҙиә улы Хәсәнов, физика уҡытыусыһы Мир Хәмзә улы Ҡаһарманов, астрономия уҡытыусыһы Йомадил Йәнғәзи улы Зекрин, тарих уҡытыусыһы Хәфизә Әхиәр ҡыҙы Шәһәрғәзиналар ҙа иҫән түгелдәр. Уларҙы ла мәңге онотмам.

Уҡытыусы эше еңел түгел. Әммә был һөнәрҙе һайлауыма бер ҙә үкенмәйем.

Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА.
Әбйәлил районы,
Рауил ауылы.


Читайте нас: