-9 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Йәш физиктар, математиктар тәрбиәләй

Донъяла бик күп һөнәрҙәр бар, уҡытыусы – шуларҙың иң мөһимдәренең береһе. Ни тиклем ҙур яуаплылыҡ ята был һөнәр эйәләре иңендә! Педагог бит киләсәк кешеһен тәрбиәләй. Уҡыусылар үҙҙәрен дә хөрмәт иткән, бар яҡлап өлгө булып торған, үҙ фәненә һөйөү уята белгән уҡытыусыларҙы ярата. Һәр кем педагог була алмайҙыр ул, был һәләт тыумыштан биреләлер. Аллаға шөкөр, республикабыҙҙа үҙ һөнәренең оҫтаһы булған абруйлы остаздар, тотош уҡытыусылар династиялары бик күп. Фәнис Валерий улы Хәблетдинов – шундайҙарҙың береһе.

Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбенең физика уҡытыусыһы ул. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында физика-математика факультетын тамамлаған. Фәнис Валерий улы 2016 йылда «Йыл уҡытыусыһы» район конкурсында ҡатнашып, еңеүсе булды. Педагогтарҙың республика кимәлендә үткән һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә иһә «Педагогик өмөт» номинацияһында бүләкләнде. Ә 2019 йылда республиканың йәш уҡытыусылары араһында уҙған конкурста ҡатнашып, иң яҡшы 20 бәйгесе исемлегенә инеп, 600 мең һумлыҡ грант алды. Педагогик хеҙмәт юлын Байназар мәктәбендә башлаған икән. Шул йылдарҙа уҡ балаларҙы төрлө конкурстарға әҙерләп, республика кимәленә сығара башлай. Уҡыусыларының яратҡан остазы ла үҙе.

– Мәктәптә белем алған саҡта уҡ уҡытыусы булырға хыяллана торғайным. V – IX синыфтарҙа математиканан Илүзә Мөхәмәҙиә ҡыҙы Ғәбитова уҡытты, ул ошо фәнгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятты. Синыфыбыҙ математиканан көслө булды, ярышып уҡый торғайныҡ. Аҙна һайын төрлө фәндәр буйынса күп саралар ойошторола ине. Мин математиканан олимпиада, викториналарҙа бик теләп ҡатнаштым. Әлбиттә, ошо һөнәрҙе һайлауымда уҡытыусымдың роле ҙур булды. Туғыҙынсынан һуң Стәрлетамаҡта лицейҙа физика-математика йүнәлеше буйынса синыфта белем алдым, – тип һөйләй Фәнис Хәблетдинов.

Бөтә уҡыусылар ҙа теүәл фәндәргә һәләтле булмай, әммә белем алырға кәрәк. Балаларҙы төрлөсә ҡыҙыҡһындырырға, заманса технологияларҙы оҫта файҙаланып, физика дәресендә төрлө эксперименттар күрһәтеп, үҙенең предметына һөйөү тәрбиәләргә  тырыша ул.

– Синыфта ныҡ һәләтлеләр бик күп булмай. Улар менән айырым шөғөлләнергә кәрәк. Уҡыусыларым район кимәлендә йыл һайын физика фәненән «Башҡортостан кубогы» тигән турнирҙа призлы урындар яулап тора. Физика фәненән төрлө интернет олимпиадаларҙа ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһының физика-техник институты ойошторған «Физтех« исемле олимпиадала Айһылыу Дәүләтшина 3-сө дәрәжәле диплом яуланы. Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты үткәргән «Аҡмулла олимпиадаһы» тигән онлайн бәйгелә лә даими ҡатнашабыҙ. Ш.У.С.Т.Р.И.К тигән конкурста Азалиә Буранбаева һәм Роза Ишбулатова еңеү яулағайны, ә Илгиз Сәғитов III урын алды. Артур Хәйбуллин астрономия буйынса республика олимпиадаһында призёр булды. Улар мәктәптән һуң ошо йүнәлештә белем алыуҙарын дауам итте.

Үҙе етәкләгән туғыҙынсылар ҙа, бүтән уҡыусылар ҙа хөрмәт итә Фәнис Валерий улын. Уҡытыусы бит белем биреп кенә ҡалмай, ул – тәрбиәсе лә, психолог та, уҡыусыға иптәш, дуҫ та, бөтә яҡлап өлгө лә  булырға тейеш. «Уҡыусыларға тырышып уҡыуҙарын, спорт менән шөғөлләнеүҙәрен теләр инем», – ти Фәнис Хәблетдинов. Ул үҙе мәктәп йылдарында спорт сараларында әүҙемлек күрһәткән. Бигерәк тә саңғы, футбол, хоккей, баскетболды үҙ иткән. Әле лә район ойошмалары араһында барған спартакиадала шахмат, волейбол, саңғы, йөҙөү буйынса ярыштарҙа йыш ҡатнаша. 

– Тәү сиратта, үҙ эшеңде, балаларҙы яратырға кәрәк. Шулай уҡ хәҙерге ваҡытта педагог замана менән бергә атларға, киң мәғлүмәтле булырға тейеш.  – ти Фәнис Валерий улы үҙенең һөнәре тураһында.

– «Икеле» ҡуйыуы ҡыйын түгелме? – тип тә һораныҡ.

– Был билдәне ҡуйырға яратмайым: балаларға эштәрен төҙәтергә, яңынан эшләп килергә ваҡыт бирәм, – тип яуап­ланы ул.

Фәнис Хәблетдинов – өлгөлө ғаилә башлығы ла: тормош иптәше менән Ирек, Азат, Ильяс, Ислам исемле 4 малайға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. 

Фәнис Валерий улына киләсәктә лә юғары уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.

 

Йәш физиктар, математиктар тәрбиәләй
Йәш физиктар, математиктар тәрбиәләй
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: