-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гүзәл бейеклектәр яулай

Октябрьский ҡалаһындағы 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе күп йылдар инде уңышлы эшләп килә.

Октябрьский ҡалаһындағы 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе күп йылдар инде уңышлы эшләп килә. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында хәҙер ил һәм Европа кимәлендәге ярыштарҙа Башҡортостандың спорт данын яҡлап, пьедестал­дың иң юғары баҫҡысына күтәрелгән йәш таланттар ҙа күп кенә. Шуларҙың бере­һе – 20-се урта мәктәптең IX синыфында уҡыған Гүзәл Әхмәтгәрәева. Ул 13 йәшендә үк спорт мастерлығына кандидат булып өлгөргән. Хәҙерге көндә һәләтле ҡыҙ спорт акробатикаһы менән профессиональ рәүештә шөғөл­ләнә.

– Әсәйем мине 8 йәшемдә ошо данлыҡлы 1-се спорт мәктәбенә алып килгәйне. Шунан бирле был һуҡмаҡтан айырылғаным юҡ,– ти Гүзәл.

Октябрьский электән цирк сәнғәтенә яҡын булған спорт акробатикаһы өлкәһендәге матур традициялары менән дан тота. 1-се спорт мәктәбендә бының өсөн махсус зал йыһазландырылған. Ә бит бында үҙҙәрен ил һәм халыҡ-ара кимәлдә танытҡан әллә күпме чемпиондар тәрбиәләнгән! Яңыраҡ ҡына спорт акробатикаһы буйынса Израилдә үткәрелгән Европа беренселегендә Октябрьскийҙың йәш спортсылары Анас­тасия Чаганова менән Никита Игнатьев ҡатнаш парҙар төркөмөндә сығыш яһап, чемпион исемен алып ҡайтты. Әйткәндәй, алтын миҙаллы Настя ла ҡаланың 20-се урта мәктәбендә уҡып йөрөй.

Был тормошта ныҡышмалылығы һәм тырышлығы менән алдырған Гүзәл Әхмәтгәрәева ла үҙе һайлаған спорт төрөндә яңы бейеклектәрен яулай. Былтыр спорт акробатикаһы буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу уға ҙур уңыш килтергән. Унда 12 – 18 йәштәге ҡыҙҙар төркөмөндә III урынды алған. Быйыл көҙ иһә республиканың йыйылма командаһы составында Краснодарҙағы Бөтә Рәсәй ярыштарына барып, унан көмөш миҙал алып ҡайтҡан.

– Тик был еңеүҙәрҙе үҙемдеке тип кенә ҡарамайым, – ти Гүзәл. – Сөнки спорт акробатикаһында, ғәҙәттә, төркөмдәргә бүленеп сығыш яһайҙар. Миңә килгәндә, келәмгә беҙ өсәүләп сығабыҙ. Дуҫтарым Камилә Солтанова менән Даниэля Рубцова ла беҙҙең 1-се спорт мәктәбенән. Минең кеүек спорт мастерлығына кандидаттар. Краснодарҙағы ҙур ярыштарҙа үҙебеҙҙең төркөм менән пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелдек.

Әлбиттә, һәләтле акробат ҡыҙға ла бындай уңыштар еңел бирелмәй. Дәрестәрҙән һуң спорт мәктәбендә уны көн һайын остазы, тренер-педагог Рушаниә Рәфҡәт ҡыҙы Айҙағолова көтөп ала.

– Уның талаптарын, әйткәндәрен еренә еткереп үтәргә тырышабыҙ, – ти Гүзәл. – Залдағы көсөргәнешле күнекмәләр һәр көн өс сәғәт ваҡытты ала. Әле Салауат ҡалаһында үтәсәк ярыштарға әҙерләнәбеҙ, унан һуң инде Волга буйы федераль округы беренселегендә көс һынашасаҡбыҙ. Рәсәй ярышына барыу өсөн шулай һайлап алыу турын уңышлы үтергә кәрәк. Быға тик бер генә күнекмәне лә ҡалдырмайынса, физик һәм техник әҙерлегеңде яҡшыртыу аша ғына өлгәшә алаһың.

Эйе, ҙур спорт кешелә ихтыяр көсөн тәрбиәләй, шулай уҡ тормош юлындағы төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтә. Спорт мәктәбендә шөғөлләнеү Гүзәлгә уҡыуҙа ла алдынғылар сафында булырға һис тә ҡамасауламай. Ул беренсе синыфтан бөтә фәндәрҙән дә тик «бишле»гә генә өлгәшә. «Спорт карье­раһы өсөн был да мөһим, шуға ла уҡыу­ҙа ла һынатырға иҫәп юҡ», – ти ул.

Синыф етәксеһе Надежда Александровна Наиғмәтуллина ла һәләтле үҫмер ҡыҙҙың ҡаҙаныштарына сикһеҙ ҡыуаныуҙарын белдерҙе.

– Гүзәлде үҙебеҙҙең бер маяҡҡа тиңләйбеҙ. Ул эш һөйөүсәнлеге, маҡсатҡа ынтылыусанлығы, үҙ бурыстарына яуап­лы ҡарауы менән айырылып тора. Ҡай­һы берәүҙәр кеүек өлгәшелгәндәр менән генә тынысланып ҡа­лыр­ға ла өйрәнмәгән, – тине ул беҙгә. – Ә бит уның көндәлек режимы еңелдән түгел. Акробатика залында көн һайын өсәр сәғәт шөғөлләнәләр, тип әйтеүе генә анһат. Бында көсөргәнешлеккә уның йәшендәгеләрҙән бик һирәктәр генә түҙә торғандыр. Өҫтәүенә, уҡыуҙа ла һынатмай. Мәктәптәге олимпиадалар­ҙа, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Мин шуны яҡшы беләм, уның йәшлек энергияһы профессиональ спортта яңы бейеклектәр яулауға ла, башҡа өлкәлә уңышҡа өлгәшеүгә лә етә. Ә беҙ инде уның менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Октябрьский ҡалаһы.

Читайте нас: