+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Алға, тик алға ғына!

8-се мәктәптең XI синыф уҡыусыһы Катя Козлованың уңыштары хаҡында мин электән дә белә инем. Ә быйылғы уҡыу йылында республика Башлығы стипендиаттары сафына баҫты.Ҡыҙҙың әйтеүенсә, уға тарих, урыҫ теле һәм әҙәбиәте яҡыныраҡ икән. Тап ошо гуманитар фәндәр менән ул ныҡлап ҡыҙыҡһына, олимпиадаларҙағы уңыштары ла нәҡ шул өлкә менән бәйле.

8-се мәктәптең XI синыф уҡыусыһы Катя Козлованың уңыштары хаҡында мин электән дә белә инем. Ә быйылғы уҡыу йылында республика Башлығы стипендиаттары сафына баҫты.

Ҡыҙҙың әйтеүенсә, уға тарих, урыҫ теле һәм әҙәбиәте яҡыныраҡ икән. Тап ошо гуманитар фәндәр менән ул ныҡлап ҡыҙыҡһына, олимпиадаларҙағы уңыштары ла нәҡ шул өлкә менән бәйле.

– 2017 йыл минең өсөн айырыуса емешле булды, – тип үҙенең шатлыҡ-ҡыуаныстары менән бүлеште ул, – тарих буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының финал этабында ҡатнаштым. Призлы урын алыу өсөн ике балл ғына етмәне. Уның ҡарауы, ошо уҡ фәндән Мәскәүҙәге Юғары иҡтисад мәктәбенең ғилми-тикшеренеүҙәр институты үткәргән «Юғары проба» тигән бәйгелә еңеп сыҡтым. Уңыштарым өсөн яратҡан уҡытыусыларыма бик тә рәхмәтлемен. Тарихтан беҙҙе мәктәптә тәжрибәле педагог, мәғариф алдынғыһы, үҙ уҡыусыларының күңеленә юл таба белгән Миңзәлә Зәкәриә ҡыҙы Шәрәфетдинова уҡыта. Ул мине фән донъяһына алып инде лә инде. Ә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Анатольевна Шутованы икенсе остазым тип иҫәпләйем. Минең үҫешемдә уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шулай уҡ башланғыс синыфтарҙа уҡытҡан Елена Ивановна Ғизәтоваға ҡарата ла күңелемдә оло ихтирам йөрөтәм. Ул үҙе лә осрашҡан һайын минең бөгөнгө уңыштарым менән ғорурланыуын йәшереп тормай.

Катя беренсе уҡытыусыһын юҡҡа ғына телгә алмаған икән. Сөнки ул тәүге олимпиадаһына III синыфта уҡығанда бара. Нәҡ Елена Ивановна уның гуманитар фәндәргә һәләте асыла барыуына иғтибар итә.

– Ул саҡта бәләкәс инем, ныҡ тулҡынланғанымды әле лә яҡшы хәтерләйем, – тип күңелендәге уйҙарын таратты телдәр ҡыҙ. – Унда еңеүем һәм диплом менән бүләкләнеүем мине ҡанатландырып ебәрҙе. Алдағы яҙмышымды билдәләне, тип тә әйтергә була. Шунан һуң олимпиадаларға ныҡлап әҙерләнеп, фән донъяһына тартылдым. Дүртенсе синыфта уҡ остаздарымдан миңә өҫтәмә әҙәбиәт тәҡдим итеүҙәрен һораным.

Һүҙ ҙә юҡ, олимпиадаларҙа ҡатнашыу, унда призлы урындар яулау тырышлыҡты, ны­ҡыш­малылыҡты талап итә. Үҙеңде һынаған һайын характерың да нығына. Мәктәп йылдарында ниндәйҙер уңыштарға ирешеү өсөн фәндәрҙе яратыр­ға, ҡыҙыҡһыныусанлығыңды үҫтерергә кәрәк. Гуманитар фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеү ми­не бер ҙә ялҡытмай, киреһенсә, рухландыра, яңы илһам өҫтәй. Шул өлкәләрҙә ниндәйҙер яңылыҡты белергә тырышам. Әйтәйек, урыҫ әҙәбиәтенә килгәндә, мин Михаил Булгаковтың ижадын яратам. Уның әҫәрҙәрендә үткерлек, тормош серҙәренә үтеп инеү һәм тәрән фекер ятҡанлығын күрҙем. Һуңғы осор­ҙа Достоевскийҙың ижадына ҡыҙыҡһыныуым артты. Уның романдары бит персонаждарҙың психологияһын тәрән итеп күрһәтеүгә ҡоролған. Бигерәк тә «Идиот» тигән әҫәре оҡшай. Сит ил әҙәбиәтен дә яратып уҡыйым.

Белемен үҫтереү өсөн Катя Козлова төрлө курстарға йөрөргә, фән өлкәһендәге уҡымышлы кешеләрҙең лекцияларын тыңларға тырыша. Былтыр көҙөн ул Өфөләге «Сәлих» республика белем биреү үҙәгендә булып, урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән лекциялар циклы тыңлап ҡайтҡан. Ә октябрь аҙағында һәләтле ҡыҙҙы илдең баш ҡалаһында Мәскәү дәүләт университетының тарих факультеты базаһында ойошторолған «Олимпҡа барыр юлда» тигән тренингҡа саҡыралар. Унда ул остазы, тарих уҡытыусыһы Миңзәлә Зәкәриә ҡыҙы менән бергә юллана.

– Башҡортостандан дүрт уҡыу­сы барҙыҡ, – ти Катя. – Унда беҙгә абруйлы Мәскәү вуздарының ғалимдары лекциялар уҡыны. Мин уларҙың үҙ фәненә мөкиббән бирелгәндәрен күрҙем. Был курстар беҙгә, әлегә фән донъяһында тәүге аҙымдарын яһаған уҡыусылар­ға, бик тә файҙалы булды. Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, ундағы ижади мөхит менән танышыу үҙе ни тора?! Мин киләсәгемде ошо танылған уҡыу йорто менән бәйләргә, тарих факультетына уҡырға инергә теләйем. Әгәр Берҙәм дәүләт имтиханында тарихтан кәмендә 85 – 90 балл йыя алһам, мотлаҡ шул маҡсатыма ирешәсәкмен. Ышанысым ҙур. Өҫтәүенә, быйыл Мәскәү дәүләт университеты үткәргән «Воробьёв тау­ҙарын буйһондор» тигән проектта ҡатнашырға йыйынам. Әгәр уның финал этабында еңеүгә өлгәшә алһам, был миңә конкурстан тыш МДУ-ға уҡырға инеү хоҡуғын бирәсәк.

Бына шундай яҡты маҡсаттар, киләсәккә ныҡлы ышаныс менән йәшәй Катя.

– Булдыҡлылығы, маҡсатҡа ынтылышлылығы һәм үҙ аллы эшләргә өйрәнеүе беҙҙе һаман да хайран ҡалдыра, – ти уҡыу­сыһы менән ғорурланып Миңзәлә Зәкәриә ҡыҙы. – Эйе, ул – мәктәбебеҙҙең яҡты йондоҙо. Артабан да Катя фән юлынан тайпылмаҫ, ғөмүмән, был тормошта ҡуйған яҡты маҡсаттарына, яңы бейеклектәренә, һис шикһеҙ, ирешәсәк, тип уйлайым.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.


Октябрьский ҡалаһы.
Читайте нас: