+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Башҡорт телен яратып өйрәнәм», – ти Илина Бобенко

Октябрьскийҙағы 9-сы мәктәптә Илина Бобенко исемле был ҡыҙҙы белмәгән һәм ихтирам итмәгән бер кем дә юҡтыр. Сөнки үҙенең ҡаҙаныштары менән ошо белем йортоноң абруйын һәм данын арттырған уҡыусы ул. Ағымдағы йылда республика Башлығы стипендияһына лайыҡ булыуы шул хаҡта һөйләй. Һәләтле ҡыҙ яңыраҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Өфө­лә үткәрелгән республика, төбәк-ара олимпиадаһында ҙур уңыш­ҡа өлгәшкән. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән XI синыф уҡыусылары араһында ул беренсе урынды алған.

Илина Бобенко үҙенең остазы, мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гәүһәр Шакирова менән.
Илина Бобенко үҙенең остазы, мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гәүһәр Шакирова менән.
Октябрьскийҙағы 9-сы мәктәптә Илина Бобенко исемле был ҡыҙҙы белмәгән һәм ихтирам итмәгән бер кем дә юҡтыр. Сөнки үҙенең ҡаҙаныштары менән ошо белем йортоноң абруйын һәм данын арттырған уҡыусы ул. Ағымдағы йылда республика Башлығы стипендияһына лайыҡ булыуы шул хаҡта һөйләй. Һәләтле ҡыҙ яңыраҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Өфө­лә үткәрелгән республика, төбәк-ара олимпиадаһында ҙур уңыш­ҡа өлгәшкән. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән XI синыф уҡыусылары араһында ул беренсе урынды алған. – Был еңеүем миңә икеләтә ҡәҙерле, – тип үҙ ҡыуанысын белдерҙе Илина. – Ни өсөн, тиһегеҙме? Былтырғы олимпиадала тик призёр ғына булғайным. Шуға сәмләнеп, икенсе йыл бәйгегә яҡшыраҡ әҙерлек менән килеп, барыбер еңеүселәр сафына баҫасаҡмын, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем. Бына быйыл теләгән маҡсатыма ирештем. Ҡайтҡас, мәктәптә мине ихлас ҡотлап, күңелемде тағын да үҫтереп ебәр­ҙеләр. – Шуны әйтке килә, Илина был бейеклекте үҙ тырышлығы менән яуланы, – тип һүҙгә ҡушылды еңеүсе ҡыҙҙың остазы, мәктәптә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән ғилем биргән, үҙе лә педагогик эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн быйылғы олимпиадала «Баш­ҡортостан уҡытыу­сыһы» журналының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән Гәүһәр Ғәлиәкбәр ҡыҙы Шакирова. – Уҡыу йылы башында уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса V – ХI синыфтар өсөн сығарылған бөтә дәреслектәрҙе өйөнә тейәп алып ҡайтты. Олимпиадаға ныҡлап әҙерләнәм, әле шуны-быны эшләнем, тип минең эш бүлмәмә йыш инде. Көн дә бер инша яҙып, иртәгеһенә алып килеп күр­һәтте. Бергә тестар яҙҙыҡ, викториналар төҙөнөк. Шулай итеп, быйыл­ғы олимпиадаға яҡшылап әҙерләндек. Өфөлә шуның һөҙөмтәһен күреп, мин дә шатланып ҡайттым. Исем-шәрифе үк әйтеп тороуынса, Илина – ҡатнаш ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙ бала. Атаһы Александр украин милләтенән булһа, әсәһе – сығышы менән Туймазы районының Серафимовка ҡасабаһынан. Хәҙер инде ошо татыу ғаиләлә тыуып үҫкән ике ир бала ла ҡул араһына инеп килә. Ильяс менән Сәлим дә ошо 9-сы мәктәптә белем тауына үрмәләй. Әйткәндәй, Илинала баш­ҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыныу V синыфта уҡ уяна. Бәхеткә күрә, уның шул һәләтен тәжрибәле педагог, балаларҙың күңеленә юл таба белгән Гәүһәр Ғәлиәк­бәр ҡыҙы шунда уҡ тойомлап ҡала. – Башҡорт телен өйрәнеү тәүҙәрәк кенә ҡыйын булды, аҙаҡ инде шул тиклем бирелеп, мауығып киттем, – ти стипендиат ҡыҙ. – Остазым менән фекерҙәш булып, үҙем дә башҡортса күп уҡырға тырыштым. Айырыуса Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен яратам. Үҙем өсөн шулай баш­ҡорт теленең байлығын асҡас, төрлө бәйгеләрҙә яулаған уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәне. 2016 йылда Мәскәүгә республикалар­ҙағы дәүләт телен өйрәнгән уҡыу­сылар һәм студенттар ара­һында үткәрелгән Бөтә Рәсәй олимпиадаһына ебәрҙеләр. Шундай ҙур сарала ҡатнашыуым һәм сығыш яһауым мине тағы ла ҡанатландырҙы. Сөнки күп тел белеү зиһенеңде, һинең һәләтеңде үҫтерә. Шуға башҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыныуым әле лә һүрелмәй. Әлбиттә, ҡала балаларында башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүҙә, уларҙа илһам уятыуҙа ысын рухлы педагог, Башҡорт­остан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Гәүһәр Шакированың хеҙмәте ҙур. Нәҡ уның уҡыусылары төрлө ижади бәйгеләрҙә яҡшы һөҙөмтәләр күр­һәтә. Бер нисә йыл элек ошо мәктәптән Артур Ғабдуллин баш­ҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында I урын яулағайны. – Илинаның телһөйәр булып үҫеүенә сикһеҙ ҡыуанам, – ти Гәүһәр Ғәлиәкбәр ҡыҙы. – Бында ғаиләнең дә роле ҙур. Әсәһе Венера ханым балаларында беҙҙең телгә матур мөнәсәбәт тәрбиәләй алған. Ул үҙе иманлы, мәҙрәсәлә күпмелер уҡып, дини белем алған кеше. Илина ла иман нурына ҡойоноп, мосолманса бик матур кейенеп йөрөй. Уның кеүек тәүфиҡлы балалар янында минең үҙемдең дә күңелем яҡтырып киткәндәй була. Был тормошта тырышлығы һәм уңғанлығы менән алдырған Илина әле ныҡышмалылыҡ менән Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә. Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, документтарын Ырымбур дәүләт педагогия университетының математика факультетына ебәрергә уйлай. Яҡындары менән унда барып, уҡырға инеү өсөн күпме балл йыйырға кәрәклеген дә белеп ҡайт­ҡан. Беҙгә инде рухи донъяһы бай булған стипендиат ҡыҙҙың алдына ҡуйған изге маҡсаттарына мотлаҡ ирешәсәгенә ныҡлы ышаныс белдерәһе генә ҡала.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Читайте нас: