+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ғалим булыр әле Рәмис

Егеттәр араһында ла белемгә ынтылыусан, тырыш, маҡсатлы уҡыусыларҙың күп булыуы ҡыуандыра. Шундайҙарҙың береһе – XI синыфтан Рәмис Сәхибгәрәев. Ул Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында тик «бишле» билдәләренә генә уҡый.

Егеттәр араһында ла белемгә ынтылыусан, тырыш, маҡсатлы уҡыусыларҙың күп булыуы ҡыуандыра. Шундайҙарҙың береһе – XI синыфтан Рәмис Сәхибгәрәев. Ул Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында тик «бишле» билдәләренә генә уҡый. Директорҙың урынбаҫары, биология уҡытыусыһы Лилиә Сабит ҡыҙы Шириязданова әйтеүенсә, белем усағында егет – иң әүҙем, алдынғы уҡыусыларҙың береһе. Үҙҙәрендәге «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» командаһының капитаны. Һәр ваҡыт районда еңеүҙәр яулап торалар. Әлшәй районы хакимиәте стипендиаты ла, республика Башлығы стипендиаһын да ала.
Рәмистең уҡыуға ынтылышы бәләкәй сағынан башланған. Ба­лалар баҡсаһына йөрөгәндә генә әле энциклопедияларҙы бик ҡыҙығып, мауығып ҡарай. Тыуған көнөнә лә һәр ваҡыт китап бүләк итәләр. Уларҙы ҡулына алғас, бик ҡыуана малай. Шуғалыр ҙа мәктәпкә барғас, яҡшы ғына уҡып китә. Башлан­ғыс синыфтарҙа гуманитар фәндәрҙе оҡшатһа, ҙурыраҡ синыф­ҡа күскәс, теүәл, тәбиғи фәндәр – математика, физика, химия, биология, географияға тартыла. Улар менән бер аҙ балалар энциклопедияһында танышҡан да була инде.
– Рәмисте бишенсе синыфтан алып бе­ләм. Тәүге дәрестәрҙә үк уның ҡыҙыҡһыныусан, һәр ваҡыт нин­дәйҙер яңылыҡты белергә ынтылыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Әле ун беренсе синыфта ла был сифаттары һаҡланып килә. Ҡуй­ған маҡсатына ирешеүсән, һығымта яһай белә. Уҡыу Рәмискә еңел бирелә. Киләсәккә матур уй-хыялдар ҙа ҡороп ҡуйып, ышаныслы аҙымдар менән шуға табан атлай. Мин уға тик уңыштар ғына теләйем, – тип маҡтай үҙен география уҡытыусыһы Тәлғәт Ғәли улы Вәлиуллин.
Ә егеттең уңыштарын һанай китһәң, бихисап инде. Әллә күпме диплом, Маҡтау грамоталары йыйылған. Математика, химия, информатика, физика, биология, география фәндәренән район олимпиадаларында һынатмай, республика кимәленә лә сыға. Фәнни-ғәмә­ли конференцияларҙа ла приз­лы урындар ала. Мәҫәлән, биологиянан Бөтә Рәсәй олим­пиадаһының төбәк этабында өс йыл рәттән призёр була.
Рәмистең киләсәккә уй-хыялдары хаҡында һорашҡас, бер аҙ йылмайып ҡуйҙы ла:
– Нейробиология менән бәйле ҙур бер хыялым бар. Тик ул тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ бер уй ғына. Ә ғәҙәти тормошҡа әй­ләнеп ҡайтһаҡ, физика, химия буйынса Өфөлә юғары уҡыу йортона уҡырға инһәм, яҡшы булыр ине. Алыҫыраҡ китеп, Мәскәүҙә белем алырға ла ниәт бар, – тине.
Бына шундай шәп егет менән таныштыҡ Раевкала. Уның киләсәктә тормошон фән менән бәйләп, мотлаҡ ғалим буласағына иманым камил.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.


Әлшәй районы.
Читайте нас: