Был көндәрҙә Туймазы ҡалаһындағы 7-се мәктәптең ҙур педагогик коллективы сикһеҙ шатлыҡ кисерә торғандыр. Ни тиһәң дә, Башҡортостан Республикаһы Башлығының стипендияһына уларҙың бер түгел, ике уҡыусыһы – бер туған Эмиль һәм Реналь Хәбировтар лайыҡ булған бит!
– Һүҙ ҙә юҡ, һәләтле балалар республикабыҙҙың, илебеҙҙең төп байлығы һәм киләсәге булып тора, – тине мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, педагогия фәндәре кандидаты Салауат Ришат улы Мөсифуллин. – Шуға беҙ уҡыу йортобоҙҙа ла шул йүнәлештәге проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тырышабыҙ. Ижади ҡаҙаныштарыбыҙҙы күреп, беҙҙең белем усағын ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре рәтенә индерҙеләр. Рәсәй география йәмғиәте лә тотош коллективты үҙ сафына ҡабул итеп алды. Беҙҙә шулай уҡ Бәләкәй фәндәр академияһының бүлексәһе лә эшләй. «Киләсәк интеллекты» тигән проектҡа ла районда иң тәүгеләрҙән ҡушылдыҡ.
Филиалдары менән бергә 1 мең 400 бала белем алған 7-се мәктәптә заман менән бергә атлау өсөн инновацион технологияларҙы индереүгә ҙур иғтибар бирелә. Шуның өсөн дә уҡыусылары төрлө олимпиадаларҙа яҡшы ғына һөҙөмтәләр күрһәтә. Ижади мөмкинлектәрен үҫтереп, улар үҙҙәренең эштәре менән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла йыш сығыш яһай.
– Республика Башлығының юғары бүләгенә лайыҡ булған Эмиль һәм Реналь Хәбировтар менән бөгөн хаҡлы рәүештә бөтә мәктәбебеҙ ғорурлана, – тип белдерҙе Салауат Ришат улы.
Һәләттәре кесе йәштән үк асылған был балалар бар яҡтан да өлгөр икән. Икеһе лә тик «бишле»гә генә уҡый. Улар уҡыу программаһы менән генә сикләнеп ҡалмай, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең ижади мөмкинлектәрен дә киңәйтә. 11 йәшлек Реналдең характерында лидерлыҡ һыҙаттары төҫмөрләнә. Икенсе йыл инде ул «Киләсәк интеллекты» проектында «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 уҡыусыһы» исемлегендә. Информатика фәненән Юрий Гагарин исемендәге олимпиаданың муниципаль этабында призлы урын алды. Быйыл VI синыфта уҡыған 12 йәшлек Эмиль дә мәктәп тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Үҙенең төрлө өлкәләге уңыштары менән әленән-әле уҡытыусыларын, яҡындарын һөйөндөрөп тора. Былтыр ул йәш тикшеренеүселәрҙең «Фән юлындағы аҙымдар» тигән Бөтә Рәсәй конкурсында үҙенең эше менән II дәрәжәле диплом яулауға иреште. Синыфташтары араһында лидер булғанлығы уның шунан да яҡшы күренә: Эмиль үҙ өлгөһөндә башҡаларҙы төрлө ҡыҙыҡлы проекттарға, бәйгеләргә йәлеп итә.
Беләһегеҙме, яңыраҡ был уҡыу йортонда аэрокосмонавтика мәктәбе асылды бит. Быға асылда VI синыф уҡыусылары Эмиль Хәбиров менән Дамир Садиҡовтың тырышлығы менән ирешелде. Уларҙың башланғысы тәүҙә – мәғариф бүлегендә, һуңынан район хакимиәтендә киң хуплау тапты. Әле аэрокосмонавтика мәктәбенә райондың дөйөм белем биреү йорттарынан өс тиҫтәнән ашыу йәш туймазылы яҙылды. Улар дүрт йүнәлештең береһен һайлап ала: авиамоделдәр яһау, ракета ҡороу, робот техникаһы, IT-технологиялар. Һәләтле балаларҙы космонавтар менән осрашыуҙар көтә. Планда илдең авиация предприятиеларына, хатта космонавтика үҙәге һаналған «Йондоҙло ҡаласыҡ»ҡа экскурсиялар ойоштороу ҙа ҡаралған.
Күренеүенсә, зирәк балалар үҙ идеялары менән өлкәндәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра ала. Туймазыла аэрокосмонавтика мәктәбен асыу ниәте Эмилдә нисек тыуған һуң? Күреп һөйләшкәндә ул беҙгә үҙенең шул һүҙҙәрен еткерҙе.
– Беҙ Дамир менән Дәүләкән районының Калиновка ауылындағы космонавт-һынаусы Урал Солтанов исемендәге аэрокосмонавтика мәктәбендә булғайныҡ. Шул сәфәрҙән яҡты тәьҫораттар менән ҡайттыҡ, – тине ул. – Аҙаҡ бер уй күңелебеҙгә тынғы бирмәне: ниңә беҙҙең Туймазыла ла шундай мәктәп асмаҫҡа? Беҙҙең башланғысты башта ата-әсәләребеҙ күтәреп алды. Һуңынан бергәләп шул проектты тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләнек. Мәғариф бүлеге етәкселәре менән тиҙ арала уртаҡ тел таптыҡ. Беҙҙең тантанаға халыҡ-ара аэрокосмонавтика мәктәбе президенты ла килде. Хәҙер улар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырҙыҡ. Техник ижад менән мауығыу, аэрокосмонавтика өлкәһен өйрәнеү беҙҙең алда яңы офоҡтар аса. Бәлки, киләсәктә беҙҙең Туймазынан да космонавтар, йыһан караптарын төҙөүсе конструкторҙар сығыр.
Эмиль тағы халҡыбыҙҙың үткәне, тыуған яҡтың тарихы менән дә ҡыҙыҡһына. Ул 14 быуынға тиклем үҙ нәҫел-ырыуының шәжәрәһен төҙөгән. Бының өсөн ҡустыһы Реналь менән Түбәнге Новгород өлкәһендәге ата-бабаларының эҙҙәре ҡалған Дивеево тигән ауылда булып ҡайтҡан. Әйткәндәй, Эмиль үҙенең шул эҙләнеү эштәре менән фәнни-ғәмәли конференцияла ла сығыш яһаған.
Әле V синыфта уҡыған Реналь дә фәнни эшмәкәрлеген йылдан-йыл үҫтерә. Ул тәүге эшен Туймазының данлы спортсылары хаҡында яҙһа, икенсеһендә экологияға ҡағылышлы көнүҙәк теманы, йәғни йәшәгән мөхитебеҙҙе зарарлы ҡалдыҡтарҙан таҙартыу проблемаһын күтәргән.
Зирәклеге һәм ҡыйыулығы менән алдырған был малайҙы хәҙер Туймазыла ирекмән булараҡ та яҡшы беләләр.
– Мин физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ҡағылышлы социаль проектта ҡатнашам, – тип һөйләне ул. – Уларға спорт секцияларына яҙылырға ярҙам итеү маҡсатында «Туймазы-Арена» комплексында Асыҡ ишектәр көнөн ойошторҙоҡ. Бына әле яҡын көндәрҙә шундай спортсылар өсөн ярыштар үткәрергә йыйынабыҙ, был сарала легендар еңел атлет, 11 тапҡыр паралимпия уйындары чемпионкаһы Рима Батталова ла ҡатнашасаҡ.
Һәр эштә лә иң алда йөрөгән әүҙем малайҙар үҙҙәренең спорттағы уңыштары менән дә ғорурлана ала. Улар икеһе лә 3 – 4 йәштән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендәге көрәш секцияһында каратэ менән шөғөлләнә. Хәҙер тренерҙары Руслан Фәрит улы Хәбибуллинды ярайһы уҡ юғары һөҙөмтәләре менән ҡыуандыралар. Эмиль 2017 – 2018 йылдарҙа киошинкай каратэ буйынса Рәсәй беренселегендә призлы урындар алған. 11 йәшлек Реналь дә спорт һөйөүселәр араһында танылыу яуларға, үҙ тиҫтерҙәре араһында донъя ярышында еңеүселәр сафына баҫырға өлгөргән.
– Беҙ икебеҙ ҙә каратэ буйынса һоро билбауға эйә, – тип һөйөнсөләне Эмиль. – Быйыл Ижевск ҡалаһында үткәрелгән Волга буйы федераль округы чемпионатында Туймазының һәм Башҡортостандың данын уңышлы яҡланыҡ. Унда Реналь – I, ә мин II урынды алдым.
Әлбиттә, уларҙың һоҡланғыс уңыштарында яҡшы тәрбиә биргән ғаиләнең, ата-әсәләренең роле ҙур. Эмиль менән Реналдең мәктәптән ҡайтыуын ике йәшлек ҡустылары Даниэль түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Был ғаиләлә татыулыҡ, йылы мөнәсәбәт һәм ижади мөхит булдырылған. Атай кеше, үҙе элекке спортсы – Артур Зәбир улы эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. Әлеге көндә ул хосуси предприятиены етәкләй. Малайҙарҙың һөйөклө әсәһе Регина Рим ҡыҙы ла ижтимағи тормошта әүҙемлеге менән айырылып тора. Әйткәндәй, Хәбировтар ғаиләһе әле Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ойошторған «Үрнәк ал» телепроектында ҡатнаша. Конкурстың финалына үткән был матур ғаилә өсөн оҙаҡламай бөтә республика тауыш бирәсәк.
– Беҙ шулай яҡты маҡсаттар менән йәшәйбеҙ, – тине беҙгә етди төҫ менән 11 йәшлек Реналь. – Үҫкәс, мин президент булырға, ил халҡына хеҙмәт итергә теләйем. Әле үк мине глобаль проблемалар ҡыҙыҡһындыра. Киләсәктә үҙемдең программамды яҙып, Рәсәйҙең йәш лидерҙары араһында уҙғарылған конкурста ҡатнашырға теләйем.
Был үҫмер малайҙарҙың зирәклеге һәм ҡыйыулығы, маҡсатҡа ынтылышы, мауығып йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүҙәре беҙҙе лә хайран итте. Алдағы тормоштарында уларға үҙҙәренең яңы ҡыҙыҡлы идея-проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа аҡ юлдар ғына теләге килә.