Уҡыған мәктәбең, синыфың: Ауырғазы районы Талбазылағы лицейҙың XI синыфында белем алам.
Төрлө өлкәлә яулаған уңыштарың: үткән уҡыу йылында урыҫ әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район, төбәк этаптарында еңеүсе булдым. Быйыл да урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса муниципиаль этапта беренсе урын алдым.
Уңышҡа өлгәшеү серҙәре: фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуым һәм тырышлығым булыуы, аҙаҡ шуны иҫбатларға теләү.
Синыфтан тыш эшмәкәрлегең:
мәктәптең ҙур советында торам. Унда мәктәп тормошон ҡыҙыҡлыраҡ һәм күңеллерәк итер өсөн көс һалған иң әүҙем уҡыусылар тупланған. Районда, мәктәптә уҙғарылған бөтә төр акцияларҙа ҡатнашам. Мәҫәлән, көҙгө каникулда мәктәп биләмәһенә ағас ултырттыҡ.
Яратҡан фәндәрең: алгебра, урыҫ әҙәбиәте.
Яратҡан яҙыусы-шағирҙарың: Сергей Есенин, Иван Бунин, Антон Чехов, Джоан Роулинг.
Яратҡан уҡытыусың: бөтә уҡытыусыларымды ла яратам.
Мәктәп – һинең өсөн… изгелек мөхите булдырылған йылы, күңелгә ятышлы урын.
Яратҡан шөғөлөң: бейеүгә әүәҫмен.
Кумирың: өлгө алырлыҡ кешеләр күп, тик айырым ғына юҡ.
Интернет селтәренә бүлгән ваҡытың: бик әҙ бүләм, ныҡ кәрәккәндә генә инәм.
WhatsАpp, «Бәйләнештә», «Facebook», инстаграмм – һинең өсөн… мәғлүмәт менән алышыу һәм аралашыу өсөн бик уңайлы ҡушымталар.
Үҙ иткән спорт төрөң: фигуралы шыуыу. Сөнки ул – бик матур спорт төрө. Йәш спортсыларға ҡарап, уларҙан өлгө алып, тормошта шундай уҡ юғары уңыштарға ирешке килә.
Ғаиләң тураһында бер нисә һүҙ: атай-әсәйемдәр һәр башланғысымды хуплай. Уңышһыҙлыҡтарым өсөн әрләмәйҙәр, һәр ваҡыт еңеүемә ышаналар. Шуға улар минең менән ғорурланһын өсөн өмөттәрен аңларға тырышасаҡмын.
Тормош девизың: хаталанһаң да, нимәнелер эшләп ҡарарға, тәүәккәлләргә кәрәк, аҙаҡ үкенеп ултырырлыҡ булмаһын.
Киләсәккә уй-хыялдарың: иң беренсе, БДИ-ны уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йортона уҡырға инергә. Унан тормошта үҙ урыныңды табырға һәм тирә-яҡтағыларға файҙа килтерергә.