0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тырышҡан – мораҙына ирешкән

Һуңғы көндәрҙә Туймазы ҡалаһындағы 4-се мәктәптең X синыф уҡыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына лайыҡ булған Алина Шәйхиева дуҫтарының, синыфташтарының, яҡын кешеләренең һәм, әлбиттә, уҡытыусыларының күп йылы һәм ихлас ҡотлауҙарын ҡабул иткәндер.

Һуңғы көндәрҙә Туймазы ҡалаһындағы 4-се мәктәптең X синыф уҡыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына лайыҡ булған Алина Шәйхиева дуҫтарының, синыфташтарының, яҡын кешеләренең һәм, әлбиттә, уҡытыусыларының күп йылы һәм ихлас ҡотлауҙарын ҡабул иткәндер.
– Уның шундай хөрмәткә ирешеүенә бар коллектив менән ҡыуанабыҙ, – тине беҙҙең менән ос­раш­ҡанда мәктәп директоры Рөстәм Тимерйән улы Сәлихов. – Шуны әйтә алам, белем тауына үрләгән йылдарында ул үҙен зирәк һәм һәләтле бала итеп күрһәтте. Беренсе синыфтан тик «бишле»гә генә уҡый.
Алсаҡлығы һәм ихласлығы йөҙөнән үк бөркөлөп торған Алина телдәр ҡыҙ булып сыҡты. Үҙе беҙгә әйтеүенсә, һуңғы йылдар­ҙа мәктәптә айырыуса йәм­ғиәтте өйрәнеү фәне яратып уҡый икән. Шул йүнәлештәге ижади бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһау уның күңелен тағы ла ҡанатландырып ебәргән.
– Уҙған уҡыу йылында хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының икенсе этабынан Алина призлы урын алып ҡайтты,– тип үҙ шатлығын белдерҙе һәләтле уҡыусының остазы, йәмғиәт белеме уҡытыу­сыһы, мәғариф алдын­ғы­һы Лира Әхнәф ҡыҙы Яҡупова.
– Беҙ бит ул дәрестәрҙә үҙебеҙ йәшәгән йәмғиәттең асылын, тормошобоҙҙағы ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе, хоҡуҡ тәртибен аңларға өйрәнәбеҙ, – тине Алина. – Шундай ғилемгә эйә булһаҡ, йәшәйешебеҙҙә юғалып ҡалмаясаҡбыҙ. Йәмғиәттең дә бит үҙенең ҡоролошо, үҙ ҡанундары бар. Үҙебеҙҙе әүҙем граждандар итеп тойорға теләһәк, шул хаҡта мотлаҡ белергә тейешбеҙ.
Ҡыҙ башҡа фәндәр буйынса олимпиадалар­ҙа, ғилми-ғәмәли уҡыуҙарҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. Элгәре йыл үҙенең эшен урыҫ теле һәм әҙәбиә­те менән бәйле темаға арнаһа, былтыр иһә гео­графия буйынса Бәлә­кәй фәндәр академияһы ойош­торған олимпиадала үҙ көсөн һынап ҡарай. Шул бәйгенең муниципаль этабында уның хеҙмәтен иң юғары балл менән баһалайҙар.
– Мин мәктәптәге «Раймантау» география клубының эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашам, – тип белдерҙе стипендиат ҡыҙ. – Унда беҙ төрлө ҡыҙыҡлы походтарҙа йөрөп, тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәтен, иҫтәлекле урындарын өйрәнәбеҙ. Бер йәй Ямантауға күтәрелеп, ундағы киңлеккә һәм хозурлыҡҡа һоҡландыҡ. Уҙған уҡыу йылында тикшеренеү эшемде лә физик география буйынса яҙҙым, үҙебеҙ­ҙең райондағы Баҡса­һарай үҙә­нендәге эро­зия процесының ниндәй эҙем­тә­ләргә килтереүен өйрәндем.
Ошо хеҙмәте менән ул Бөтә Рәсәй конкурсында танылыу яулай ҙа инде. Шул еңеүе өсөн үҙен быйыл көҙ Ҡырымдағы «Артек» лагерына юллама менән бүләкләйҙәр.
– Сентябрҙә мин унда географик сменала ял иттем, – тип яҡты тәьҫораттары менән уртаҡлашты Алина. – Лагер­ҙа ныҡ оҡшаны. Һәр мәктәп уҡыу­сыһы бит «Артек»ка барыу хаҡында хыяллана. Беләһегеҙме, ун­да булыу һинең эске торошоңдо үҙгәртә, халәтеңде үҫте­рә, күңелдә матур хис-тойғолар уята. Өҫтәүенә, беҙ Ҡырымдың күп кенә иҫтәлекле урындарын­да экскурсияла булдыҡ. Әле лә шунан алып ҡайт­ҡан яҡты уй-кисерештәр солғанышында йәшә­йем.
Бар яҡтан да өлгөр бул­ған үҫмер ҡыҙ дүрт йыл һынлы сәнғәт мәктәбендә лә шөғөлләнгән. Әйтеүенсә, үҙенең һүрәттәрендә күберәк тәбиғәт күренештәрен төшөргән. Һуңғы осорҙа хис-тойғоларға бай ҡыҙҙың тағы бер һәләте асылған. Ул лирикаға бирелеп, шиғриәттә үҙенең тәүге аҙымдарын яһаған. Алинаның шиғыр­ҙарын «Бәйләнештә» селтәрендә табып уҡырға була. Интернет киңлегендә ул хәҙер йәш блогер булараҡ та танылыу яулай башлаған.
Алина – ябай эшсән ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән ҡыҙ. Уның атаһы Мөнир Мөслим улы Шәйхиев ҡалалағы «Техсервис» йәм­ғиәтендә монтажсы булып эшләй. Әсә­һе Эльвира Флүр ҡыҙы – балалар поликлиника­һының шәфҡәт туташы. Улар­ҙың кесе ҡыҙҙары Әлфиә шул уҡ 4-се мәктәптә VI синыфта уҡып йөрөй. Күренеүенсә, хәстәрлекле атай һәм әсәй һөйөклө балаларының һәләттәрен үҫтереүгә, ижади мөмкинлектәрен ки­ңәйтеүгә, төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашыуҙарына көстәрен һәм ваҡыттарын йәлләмәй.
– Ул быйыл Мәскәүҙәге Юғары иҡтисад мәктәбе үткәргән олимпиадала үҙ көсөн һынарға иҫәп тота, – ти мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Лена Әсҡәт ҡыҙы Назарова. – Беҙҙә был йәһәттән яҡшы традициялар бар. Шул һынауҙарҙы уңышлы үтеп, мәктәбебеҙҙән оло тормош юлына юллама алып сыҡҡан егет һәм ҡыҙҙар араһынан әлеге көндә баш ҡалалағы ошо танылған вузда юғары профессиональ белем алыусылар ҙа юҡ түгел. Хәҙер Алина ла шул бейеклеккә үрелеү ниәте менән янып йәшәй.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.

Туймазы ҡалаһы.
Читайте нас: