+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Камилла Байбурина

Һинең статусың: Шишмәләге 1-се мәктәптә VIII синыфта уҡыйым. Ҡаҙаныштарың: уҡыу алдынғыһымын, шахмат буйынса Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара турнирҙарҙа еңеүҙәр яуланым.

Уңышлы булыу өсөн... үҙ өҫтөңдә эшләргә, күнегергә һәм ҡуйылған маҡсатыңа ынтылырға кәрәк.

Иң яратҡан фәндәрең: математика, инглиз теле, урыҫ әҙәбиәте.

Һинең өсөн иң ауыр фән: химия.

Өйгә эш әҙерләгәндә ниндәй ресурстар ҡулланаһың? Интернет селтәре, китап, белешмә, һүҙлектәрме? Төрлөһөн файҙаланам.

Мәктәп тормошонда нимәне үҙгәртергә теләр инең? Бер ниҙе лә үҙгәрткем килмәй, барыһы менән дә ҡәнәғәтмен.

Уҡыуҙан тыш, тағы нимә ҡыҙыҡһындыра? Дүрт йәшемдә атайым мине шахмат уйнарға өйрәткәйне, 6 йәштән ярыштарға йөрөй башланым. Бынан тыш, ҡайһы саҡта теннис, волейбол уйнарға яратам.

Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең? Дуҫтар менән аралашам, фильмдар ҡарайым.

Яратҡан яҙыусы, шағирҙарың: Астрид Линдгрен.

Күңелеңә хуш килгән йыр һәм йырсы: музыка буйынса төрлө башҡарыусыларҙы хуп күрәм.

Йөҙ һум аҡсаң булғансы, 100 дуҫың булһын, тигәнгә нисек ҡарайһың? Бик ыңғай. Минең дә дуҫтарым күп. Улар араһында мәктәптә, ярыштарҙа таныш­ҡан шахматсылар ҙа бар.

Иң төп маҡсатың: киләсәгемде шахмат менән бәйләргә теләйем.

Изге хыялың: донъя гиҙеү, төрлө илдәр менән танышыу.


Г. РАМАҘАНОВА.
Читайте нас: