+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Айсар Йосопов

Һинең статусың: Учалы районы Ҡунаҡбайҙағы балалар сәнғәт мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһымын, һеңлем өсөн хәстәрлекле ағай.

Ҡаҙаныштарың: уңыштарым бик күп. Шуларҙың иң-иңдәрен әйткәндә, 2015 йылда Силәбелә үткән баш­ҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыу­сыларҙың балалар һәм үҫмерҙәр халыҡ-ара конкурсында – дипломант, Октябрьскийҙа йәш музыканттарҙың «Башҡорт халыҡ ҡоралдары» Бөтә Рәсәй конкурсында – III дәрәжә диплом лауреаты, 2016 йылда Магнитогорскиҙа башҡорт-татар йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк фестиваль-конкурсында – Гран-при, Өфөлә «Музыкаль мозаика» Бөтә Рәсәй баш­ҡарыу оҫталығы бәйгеһендә – II, былтыр «Тауыш тылсымы» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсында I урын яуланым.

Уңышлы булыу өсөн… әлбиттә, тырышырға, күп уҡырға, өҫтәмә рәүештә шөғөлләнергә кәрәк.

Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары уның хаҡында: «Уҡыу осоронда Айсар үҙен тырыш, эшһөйәр уҡыусы итеп күрһәтте. Йыр дәрестәренә ҡыҙыҡһыныуы бик көслө, ҡурайҙа оҫта уйнай, музыка яҙмаларын тыңларға ярата. Оҫта итеп һүрәт төшөрә. Мәктәптең, райондың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша».

Иң яратҡан фәндәрең: математика, информатика, физкультура.

Өйгә эш әҙерләгәндә ниндәй ресурс­тар ҡулланаһың? Интернет селтәре, китап, белешмә, һүҙлектәрме? Әйтеп үтелгәндәрҙең барыһын да инде.

Интернет селтәренә күпме ваҡыт бүләһең? 2 – 3 сәғәт ваҡыт етә.

Мәктәп тормошонда нимәне үҙгәртергә теләр инең? Тотош белем алыу системаһында үҙгәрештәр индереү кәрәк, тип уйлайым. Бигерәк тә туған телгә ҡарашты үҙгәртергә.

Уҡыуҙан тыш, тағы нимә ҡыҙыҡһындыра? Спорт менән шөғөлләнәм, бигерәк тә баскетбол, волейбол уйнарға, саңғыла йөрөргә, йөҙөргә яратам.

Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең? Волейбол уйнайым, ғаилә менән бассейнға йөҙөргә, Боҙ һарайына конькиҙа шыуырға йөрөйбөҙ, тәбиғәт ҡосағында ял итергә лә өлгөрәбеҙ.

Яратҡан яҙыусы, шағирҙарың: Мос­тай Кәрим, Рәшит Назар.

Күңелеңә хуш килгән йыр һәм йырсы: яратҡан йырсым юҡ, башҡорт халыҡ йырҙарын яратам.

Йөҙ һум аҡсаң булғансы, 100 дуҫың булһын, тигәнгә нисек ҡарайһың? Был донъяла аҡса мөһим түгел, тип иҫәпләйем, дуҫтарһыҙ йәшәп булмай.

Көтөп алған байрамың: Яңы йыл.

Һинең тормош принциптарың: алдашмаҫҡа, атай-әсәйҙе хөрмәтләргә, тоғро булырға.

Иң төп маҡсатың: яҡшы кеше булыу.

Иң изге хыялың: сер булып ҡалһын.
Читайте нас: