-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Әминә Шафиҡова

Һинең статусың: Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында X «А» синыфында уҡыйым.

Уҡыуҙа, бәйгеләрҙә уңыштарың, ҡаҙаныштарың: үткән йылда ла, быйылғы уҡыу йылында ла технологиянан республика кимәлендәге олимпиадала еңеү яуланым. Оҙаҡламай Бөтә Рәсәй йомғаҡлау этабында көсөмдө һынарға йыйынам.

Уңышлы булыу өсөн... һәр ваҡыт тырышырға кәрәк.

Ниндәй сифаттар уҡыу алдынғыһы булырға ярҙам итә? Тырышлыҡ һәм егәрлелек.

Иң яратҡан фәндәрең: математика, биология, химия.

Иң ауыр фән: ундайҙар юҡ, бөтәһен дә еңел үҙләштерәм.

Мәктәп тормошонда нимәне үҙгәртергә теләйһең? Барыһы ла оҡшай.

Уҡыуҙан тыш, тағы нимә ҡыҙыҡһындыра? Сигеү менән шөғөлләнәм, башҡорт биҙәүестәре эшләйем.

Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең? Үҙемә оҡшаған шөғөлдәр менән булышырға, сит ил әҙәбиәтен уҡырға яратам. Әле олимпиада алды булғас, технология буйынса китаптар уҡыйым, практик эштәр башҡарып ҡарайым.

Интернетта ултырыуға күпме ваҡыт бүләһең? Көнө­нә – 1,5 – 2 сәғәт.

Яратҡан спорт төрҙәрең: волейбол.

Ниндәй йырҙарҙы яратып тыңлайһың? Айырып ҡарамайым, ниндәйе тура килә, төрлөһөн тыңлайым.

Алға ҡуйған маҡсаттарың, хыялдарың: иң беренсе технология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңергә, имтихандарҙы уңышлы тапшырырға теләйем. Ун беренсе синыфты тамамлағас, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға барырға хыялланам.

Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы ШАФИҠОВА, технология уҡытыусыһы, ҡыҙҙың синыф етәксеһе:

– Әминә беренсе синыфтан тик «бишле» билдәләренә генә уҡып килә. Алтынсынан технология фәненә үҙенең ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе һәм беҙ уны дәртләндерергә тырыштыҡ. V – VII синыфтарҙа эҙләнеү эштәре менән шөғөлләнеп, Бәләкәй фәндәр академияһында ҡатнашты. Һигеҙенселә олимпиадала һынау тотоу мөмкинлеге булғас, алып барып ҡараным. Уңышлы сығыш яһаны. Балдары буйынса һуңғы этабына тиклем барып етте. Беренсе йыл булғас, минең дә, уның да тәжрибәһе етешмәй ине. Әле бына ике йыл рәттән республикала еңеү яулай. Инде хәҙер Рәсәй кимәлендә уңышлы сығыш яһарға өмөт итәбеҙ.

Уның уйлау һәләте ныҡ үҫешкән, тиҙ генә фекер йөрөтөп, һығымта яһай белә. Әминәнең шундай зирәк булыуы олимпиадала ярҙам итә. Сөнки унда бирелгән ваҡыт эсендә күп эштәрҙе башҡарып өлгөрөргә кәрәк. Тегеү проценты һынауҙың 20 проценты ғына, ә ҡалғанын тестар, моделләү, конструкция төҙөү һәм практик эш тәшкил итә.

Уҡыусым башҡа балаларҙан күпте белергә ынтылыуы менән айырылып тора. Ваҡытын буш үткәрергә яратмай.


Г. РАМАҘАНОВА.
Читайте нас: