+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ...

Мираттың сәнғәткә ынтылышы бик иртә тойомлана. Күрәһең, нәҫел ептәре үҙенекен итәлер инде.

Атаһы яғынан туғандары – йыр-моңға бик ғашиҡ кешеләр. Күптәре баянда шәп уйнай, йырлайҙар. Үҙенең бер туған апаһы менән ағаһы ла оҫта бейей. Малай ҙа уларға оҡшап, бәләкәйҙән музыканы үҙ итә башлай. Тәбиғәттән бирелгән һәләтен үҫтерергә теләп, атай-әсәй­ҙәре улдарын Уральск ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбенә һуҡма ҡоралдар синыфына уҡырға бирә. Бында Мират барабанда, ксилофонда, виброфонда уйнау серҙәренә төшөнә. Уҙған йыл музыка мәктәбен тамамлай. Шуға ҡарамаҫтан, виброфонда шөғөлләненеүен дауам итә. Был музыка ҡоралы шуныһы менән үҙенсәлекле: ҡул менән дә, аяҡ менән дә уйнайһың.

Музыка ҡоралдарынан тыш, Мират Ғариповтың оҫта бейеүе лә һоҡландыра. Бәләкәйерәк сағында яңғыҙ бейегән, хәҙер күбеһенсә Гөлиә һәм Фәтих Кәримовтар етәкләгән өлгөлө «Ирәмәл» бейеү ансамбле менән сығыш яһай.

Уральск мәктәбендә уҡыуҙа ла һынатмай ул. Үҙе «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Былтыр Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбендәге робот техникаһы буйынса лагерҙа ял итеп ҡайт­ҡандан һуң, малайҙың ошо шөғөлгә лә ҡыҙыҡһыныуы уянған. Шуға был уҡыу йылында Учалы ҡалаһына барып, түңәрәктә шөғөлләнергә теләй. Шахмат менән мауығыуын да әйтеп китмәйенсә булмай.

– Бик ҡыҙыҡһыныусан, күпте белгеһе килә. Ниндәй эш ҡушһаң да, еренә еткереп үтәргә тырыша. Тыныс, һәр ваҡыт йылмайып, ниндәйҙер ҡыҙыҡ-мәҙәк һөйләп, ғаиләне көлдөрөргә генә тора. Инәйемде ҡарарға ла булыша. Ул бик оло инде, 85 йәштә. Мал-тыуар тәрбиәләшә. Үҙе хайуандарҙы бик ярата. Берәҙәк бесәй, көсөктәрҙе, асығаларҙыр, тип йәлләп, өйгә алып ҡайтып бер була. Малай булһа ла, күңеле бик нескә, – ти улы хаҡында әсәһе Әлфиә ханым.

Ә ни өсөн республика Башлығы стипендияһын ала, тип уйлайһығыҙ­ҙыр? Уңыштары ла күп кенә уның. Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған «Нур» халыҡ-ара башҡорт мәҙәниәте фес­тивалендә ҡатнашып, ансамблдәре менән Гран-при яулағандар, ксилофон буйынса Бөтә Рәсәй бәйгеһендә еңеүсе булған. Учалы, Өфөлә ҡалала­рында уҙған конкурстарҙа ла һынатмаған.

Уңышлы булыу өсөн эшһөйәр, ныҡышмал, аҡыллы, уйлап табыусан булырға кәрәк, ти егет.

Уй-хыялдары хаҡында һорашҡас:

– Их, киләсәктә музыка менән роботтарҙы бәйләгән һөнәр булһа, ҡай­һылай шәп булыр ине, – тип белдер­ҙе.

Күренеп тора: Мираттың сәнғәттән айырылғыһы килмәй, йәнә үҙенә робот «ене» лә ҡағылған. Уңыштар теләйек һәләтле башҡорт егетенә!


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Учалы районы.

Читайте нас: