– Уларҙың икәүһе Испаниялағы Барселона ҡалаһына дуҫлыҡ миссияһы менән юлланды бит. Шуға ла күңелдәрен байытып, яҡты тәьҫораттар менән әйләнеп ҡайтҡандарын көтәйек, – тине директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Наталья Колесова.
Был хәбәр ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы тағын да арттыра төштө. Баҡһаң, ижади ҡаҙаныштары, төрлө проекттарҙы уңышлы ғәмәлгә ашырғандары өсөн 7-се мәктәпте ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған уҡыу йорттары рәтенә индергәндәр. Ошо балалар барған Барселоналағы белем усағы ла шундай статусҡа эйә икән.
Беҙҙе шуныһы ҡыуандырҙы: Туймазының йәш лидерҙары, республика Башлығы стипендиаттары үҙҙәренең иңенә йөкмәтелгән дуҫлыҡ миссияһын уңышлы үтәп сыҡҡан. Әлбиттә, алыҫ Испанияла Егор Соловьёв менән Адэм Әхмәҙишин яҡын кешеләре – ата-әсәләре менән бергә барып ҡайтҡан.
– Беҙ ҡатнашҡан «Донъя балалары» тигән проект ЮНЕСКО ярҙамында тормошҡа ашырыла. Барселоналағы өҫтәмә белем биреү мәктәбендә булғанда балалар менән аралашыуҙа әллә ни ҡыйынлыҡ тойманыҡ. Сөнки улар араһынан күптәре кинәнеп урыҫ телендә һөйләшә ине. Белеүебеҙсә, был мәктәптә күберәк беҙҙең илдән күсеп барған кешеләрҙең балалары уҡый, – тип үҙенең тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты Адэм Әхмәҙишин. – Унда төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙар күп булды. Беҙ үҙебеҙҙең Башҡортостан Республикаһы, быйыл 100 йыллыҡ юбилейыбыҙҙы байрам итеүебеҙ хаҡында һөйләнек. Уларға бүләктәребеҙҙе лә алып барғайныҡ. Испан балаларын баллы сәксәктән ауыҙ иттерҙек. Халҡыбыҙҙың изге музыка ҡоралын – ҡурайҙы ла үҙҙәренә бер аманат итеп тапшырҙыҡ. Башта Егор уны бер аҙ һыҙғыртып та күрһәтте. Ғөмүмән, Испанияға сәфәребеҙ бик тә мауыҡтырғыс булды. Ике ил араһындағы дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индергәнебеҙ өсөн сикһеҙ шатбыҙ. Хәҙер беҙ Барселоналағы шул мәктәптән яуап миссияһы менән Туймазыға килгәндәрен көтәбеҙ.
Әле етенсе синыфта уҡыған, бөтә фәндәрҙән дә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән Адэмдың төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа яулаған уңыштары ла бихисап. Һуңғы ваҡытта уның йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы социаль проекттарға ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер артҡан.
– Быйыл беҙ физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсус майҙансыҡ төҙөүҙе һорап, район хакимиәте башлығына мөрәжәғәт иттек, – тип һөйләне ул. – Был идея нисек тыуҙы, тиһегеҙме? Ҡалалағы ял һәм күңел асыу паркында йөрөгәндә инвалид балаларҙың, башҡалар кеүек, күңел аса алмай йөрөүҙәренә иғтибар иттем. Шуға уйнаған малай, ҡыҙҙарға ҡарап, бойоҡ ҡына ултыралар. Ниңә уларҙың үҙҙәре өсөн уңайлы айырым майҙансыҡ төҙөмәҫкә? Тәүҙә үҙебеҙ шуның проектын әҙерләнек, аҙаҡ район башлығына хат яҙҙыҡ. Унда беҙҙең тәҡдимебеҙҙе хупланылар. Дөйөм тырышлыҡ менән быйыл йәй шул майҙансыҡты төҙөп тә ҡуйҙылар. Ул турниктар, тренажёрҙар комплексы менән йыһазландырылды, асфальт йәйелде, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн эскәмйәләр ҡуйылды. Хакимиәт башлығы әйтеүенсә, был изге эшкә район ҡаҙнаһынан 600 мең һум аҡса бүленгән.
Үҙ синыфында лидерҙарҙан һаналған үҫмер малайҙың уңыштары хаҡында күп һөйләргә була. Уҙған уҡыу йылында Адэм Әхмәҙишин Санкт-Петербург ҡалаһында үткәрелгән «Әгәр мин Президент булһам» тигән конкурстың финалына эләккән. Унда егет беҙҙең илдә мәғариф системаһын реформалаштырыуға бәйле ҡарар- проектын тәҡдим иткән.
Әле V синыфта белем алған Егор Соловьёвтың ҡаҙаныштарына ла һоҡланмау мөмкин түгел. Икенсе синыфтан уҡ ул фәнни эштәр яҙыу менән ҡыҙыҡһына башлаған. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, гелән призлы урындар яулай. Уны юҡҡа ғына «Киләсәк интеллекты» проектында «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 уҡыусыһы» исемлегенә индермәгәндәрҙер. Егор йыл да Обнинск ҡалаһында уҙғарылған «Фәнгә тәүге аҙымдар» тигән Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша икән. Быйыл эштәре менән шундай ҡыҙыҡлы сараларҙа, башҡа ижади конкурстарҙа сығыш яһарға йыйына.
– Мәктәптә тик «бишле»гә генә уҡыйым, айырыуса урыҫ теле һәм әҙәбиәте, математика, биология фәндәре минең күңелемә яҡын, шулай уҡ быйыл инглиз телен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнергә тотондом, – ти Егор.
Ә бына 7-се мәктәптән республика Башлығы стипендиаты Реналь Хәбиров менән беҙ былтыр уҡ танышырға өлгөргәйнек. Сөнки ул – ошондай юғары бүләккә икенсе йыл рәттән лайыҡ булған уҡыусы. Быйыл алтынсы синыфта уҡып йөрөгән, зирәклеге һәм ҡыйыулығы менән алдырған был малайҙы хәҙер Туймазыла ғына түгел, унан ситтә лә әүҙем ирекмән һәм йәш блогер булараҡ бик тә яҡшы беләләр.
– Әле ниндәй идеялар, уй-ниәттәр менән янып йәшәйһең? – тип һорайым.
– Социаль проекттар менән шөғөлләнеүемде дауам итәм, – тине ул. – Был йүнәлештә эшләү булмышыма тап килә, тип уйлайым. Минең һуңғы проектым «Беҙҙең ҡалала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» тип атала. Шуны белдем: ҡалабыҙҙа һәм районда йәйәүлеләрҙе тапатыу осраҡтары йыш ҡына теркәлә. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан кеүек мегаполистарҙа һәр мәктәп янында яңы быуын светофорҙары ҡуйылғанын күрҙем. Шул хаҡта ҡыҙыҡһынып, уҡый башланым. Ниңә Туймазыла ла шундай «аҡыллы» светофорҙар ҡуймаҫҡа? Шул идеяны шәхсән район хакимиәте башлығына еткерҙем, республика етәкселегенә лә хат яҙып һалдым. Минең башланғысым эҙһеҙ ҡалманы. Ҡалала әлегә дүрт «аҡыллы» светофор урынлаштырырға өлгөрҙөләр. Был эште артабан да дауам итәсәктәр.
Юлда балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралары хаҡында ла күп уйланам. Яңы уҡыу йылы алдынан һәр районда ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға яҡтылыҡты сағылдырыусы жилеттар бирергә була бит, тигән фекергә килдем. Шул турала республика Башлығына хат яҙҙым. Минең шул башланғысым Хөкүмәт кимәлендә лә яҡлау тапты. Быйыл Белем көнөнә әҙерләнгәндә күп балаларға биштәрҙәренә һалып шундай жилет бирҙеләр.
Ижтимағи әүҙемлеге көслө булған, тормошобоҙҙағы социаль мәсьәләләргә һис тә битараф ҡала алмаған Реналь бөгөн үҙенең яңы проекты өҫтөндә эшләй.
– «Аҡыллы» светофорҙар ҡуйһаҡ та, яҡтылыҡты сағылдырыусы жилеттар таратһаҡ та, хәүефһеҙлек проблемаһы барыбер көнүҙәк булып ҡала, – ти ул. – Үҙемдең бала менән әсәнең светофорҙың ҡыҙыл утына юл аша сыҡҡандарын күргәнем бар. Киреһенсә, кесе йәштән балаларҙы юл йөрөү ҡағиҙәләренә өйрәтергә кәрәк. Шул маҡсатта беҙҙең ҡалала бәләкәй малай, ҡыҙҙар өсөн автоҡаласыҡ төҙөргә булмаймы ни? Шул хаҡта республика Башлығының ярҙамсыһы Елена Прочаковскаяға хат яҙып һалдым. Уға минең идея оҡшаған. Был мәсьәләне улар район хакимиәте башлығының иғтибарына еткергәндәр. Оҙаҡламай беҙҙең ҡалала минең проектта ҡаралған автоҡаласыҡ барлыҡҡа киләсәк. Быға бик шатмын, артабан да ижтимағи әүҙемлегемде һүрелтмәйәсәкмен.
12 йәшлек Реналдең маҡсатҡа ынтылышлы булыуына, мауығып йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүенә, ҡыҙыҡлы идея-проекттары менән республика етәкселегенә мөрәжәғәт итеүҙән дә тартынып тормауына хайран ҡалырлыҡ. Мәктәптә тик алдынғылар рәтендә йөрөгән әүҙем малайҙың спорт өлкәһендәге уңыштары хаҡында ла телгә алып үтмәй булмай. Ул 3 – 4 йәшенән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендәге көрәш секцияһында каратэ менән шөғөлләнә. Ағаһы Эмиль кеүек, каратэ буйынса һоро билбауға эйә булыуға ирешкән, үҙ тиҫтерҙәре араһында бер тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен дә яулаған.
– Әле үк алдыма оло маҡсаттар ҡуям, – ти Реналь. – Мәктәптән һуң Мәскәүҙәге абруйлы юғары уҡыу йортонда белем алырмын, тип уйлайым. Киләсәктә депутат булып һайланырға, ил халҡына хеҙмәт итергә, Рәсәйҙең йәш лидерҙары сафын тулыландырырға теләйем.
Беҙгә инде 7-се мәктәптең шундай маяҡтарына, республика Башлығы стипендиаттарына был тормошта үҙҙәренең ҡыҙыҡлы һәм файҙалы идея-проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа, фәнни эҙләнеүҙәрендә һәм башҡа өлкәләрҙә яңы бейеклектәрен яулауҙа уңышлы юлдар теләйһе генә ҡала.