– Әгәр тылсымсы булһам, донъялағы барлыҡ насарлыҡтарҙы юҡҡа сығарып, бөтә кешеләрҙе изге күңелле итер инем. Бөгөнгө заманда был айырыуса мөһим, – ти күңелендә матур уйҙар ғына йөрөткән Әйшә Йыһаншина ла, бер аҙ хыялланып.
Ул быйыл республика Башлығы стипендияһына лайыҡ булғайны. Һыйыр йылы бик уңышлы үтте. Яулаған еңеүҙәре лә һанап бөткөһөҙ. «Тылсымлы микрофон» вокал ижады республика конкурс-фестивалендә Гран-приға лайыҡ булып һөйөндө. «Сәнғәт сиктәре» проектына ярашлы, Санкт-Петербургта үткәрелгән Йәйге йырсылар ассамблеяһында ике йыры менән баһалама төркөмөн хайран ҡалдырҙы. Беренсе урын бирҙеләр. Етмәһә, үҙенә ассамблеяның Гала-концертында сығыш яһау бәхете лә тәтене. Унда Гран-при алыуы көтөлмәгән ҡыуаныс булды. «Перо Жар-птицы» халыҡ-ара бәйгеһендә көсөн һынап, беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде, «Мин – сенсация» халыҡ-ара премияһына тәҡдим ителеп, алтын диплом һәм махсус приз алды.
– Әйшә 2014 йылда беҙҙең балалар сәнғәт мәктәбенең фортепьяно бүлегенә уҡырға килгәйне. Мин уның моңло тауышын тәнәфес мәлендә шаярып йырлап ултырған ваҡытында шәйләп ҡалдым да ата-әсәһе менән һөйләшеп, вокалға йөрөргә саҡырҙым. Һуңынан төрлө конкурстарҙа ҡатнашып дипломдар алды. Былтыр Санкт-Петербургта үткән Дмитрий Воскресенскийҙың вокал турнирында көсөн һынауы ҡыҙҙы тулыһынса асырға мөмкинлек бирҙе. Был түләүле бәйге ине. Шуға ҡарамаҫтан, ата-әсәһе ризалыҡ биреп, ярҙам иттеләр. Марттан декабрь айына тиклем барған турнирҙа Әйшә шул хәтлем үҫеп, ысын йыр оҫтаһына әйләнде. Ниндәйҙер жанрҙа йыр бирәләр ҙә шуны 10 көн эсендә башҡарып, видеоһын әҙерләп ебәрәһең. Джаз, рок – йырҙы ниндәй генә жанрҙа башҡарманы. Шулай ул бөтә этаптар буйынса үтеп, абсолют еңеүсе тип танылды.
Әйшә – бик әүҙем, аҡыллы ҡыҙ. Ул район хакимиәте башлығы стипендияһына ла лайыҡ булды. Беҙ уның менән бик ғорурланабыҙ, – ти Мораҡтағы Зәйнәб Биишева исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе директоры, хор бүлексәһе етәксеһе Флорида Зәки ҡыҙы Кәримова.
Әле ҡыҙ Мораҡ башҡорт гимназияһының VIII «В» синыфында уҡый. Сәнғәт донъяһы менән генә ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай, спорт менән дә бик дуҫ ул: йүгерә, саңғыла йөрөй. Ҡул эштәренә лә бик оҫта. Сәйлән менән төрлө әйберҙәр эшләй, сигергә, бәйләргә әүәҫ. Буш ваҡытында Михаил Самарский, Михаил Лермонтов, Бодо Шефер, Эрик Дэвид, Джоан Роулинг, Агата Кристи, Джек Лондондарҙың китаптарын уҡырға ярата. Моделле китапхананан ҡайтып инә белмәй. Китап магазинында үҙенә оҡшағандарын һатып ала.
– Тормош иптәшем Илһам Тәлғәт улы менән икебеҙ ҙә фортепьянола уйнайбыҙ. Йыр-моңдо яратыу, музыка ҡоралдарында уйнау һәләте ҡыҙыбыҙға нәҫелдән күскәндер ул. Өйҙә үҙебеҙҙең дә фортепьянобыҙ бар. Әйшә кистәрен, айырыуса ял көндәрендә, ныҡлы шөғөлләнә. Башҡорт, совет осоро, сит ил композиторҙарының көйҙәрен уйнай.
Ҡыҙыбыҙ менән бер ҙә күңелһеҙ түгел. Уға һәр нәмә ҡыҙыҡ, төрлө яҡлап үҫешергә ынтыла. Һүрәт төшөрөү менән дә мауыға. Йәй көндәрендә умартасылыҡ серҙәренә өйрәнеп алды. Минең менән бешеренергә лә ярата. Бергәләп ҡоймаҡ ҡоябыҙ, торттар бешерәбеҙ, билмән, манты, салаттар яһайбыҙ, – ти әсәһе Эльвира Ирек ҡыҙы.
Яңы йыл байрамын нисек үткәрергә уйлайҙар, тиһегеҙме? Ҡартай, өләсәйҙәрен саҡырып, Юлбарыҫ йылын бергәләп ҡаршыламаҡсылар. Табын түрен духовкала бешерелгән ҡаҙ, төрлө салаттар, ҡамыр ризыҡтары, атаһы әҙерләгән тәмле былау биҙәйәсәк.
– Яңы йыл байрамы менән барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайым. Тиҫтерҙәремә уҡыуҙарында уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйем. Маҡсатығыҙға ҡарай тура барығыҙ, бер яулаған еңеүҙә генә туҡтап ҡалмағыҙ, – тип Әйшә гәзит уҡыусыларына изге теләктәрен дә еткерҙе.
Әленән үк алдағы көндәргә ғәйәт ҙур пландар ҡороп ҡуйған, Мәскәү мәҙәниәт институтына уҡырға инеп, танылған йырсы Лариса Долинаның кафедраһына эләгергә теләгән ҡыҙҙың хыялдары тормошҡа ашһын, Юлбарыҫ йылы яңы уңыштар, ҡыуаныстар ғына алып килһен!
Гөлназ
ШӘЙХЕТДИНОВА.
Күгәрсен районы.