+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шәйехзада Бабич ролен дә башҡарған

2021/22 уҡыу йылының республика Башлығы стипендиаттары араһында Өфөләге Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының XI синыф уҡыусыһы Азамат Байрамов та бар.

Шәйехзада Бабич ролен дә башҡарған
Шәйехзада Бабич ролен дә башҡарған

– Азамат I синыфтан «бишле»гә генә уҡый. Бөтә яҡтан да һәләтле. Бар фәндәр­ҙән дә яҡшы уҡыуҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ҡушыл­ған эшкә үтә яуаплы ҡарай. Лицей сараларының алыш­тырғыһыҙ алып барыусыһы, уҡытыу­сыларҙың уң ҡулы инде. Төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа призлы урындар ала. Ғаиләлә бик матур тәрбиә биргәндәр: шул тиклем итәғәтле, инсафлы, иғтибарлы үҙе. Бөтә кешегә яғымлы, алсаҡ, асыҡ күңелле егет. Быйыл лицейҙы тамамлай, уға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ, – ти директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлсара Мөхәрләм ҡыҙы Хәтмуллина.
Азамат Байрамов – информатика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабы призёры. Шулай уҡ Юрий Гагарин кубогына үткән, Башҡорт дәүләт университеты ойошторған бәйгеләрҙә программалау буйынса призлы урын алған. Ә Рәсәй кимәлендә уҙған «Газпром», «Гранит науки» олимпиадаларында еңеүсе исеменә лайыҡ бул­ған. «Милли технологиялар инициативаһы олимпиадаһы»нда ла диплом менән бүләкләнгән. Азамат – IX, X синыфтарҙа башҡорт теле буйынса төбәк-ара бәйгелә лә призёр. «Тамыр» телеканалы ойошторған «Һөйләнсек» конкурсында 70 ҡатнашыусы араһынан финалға сығыусы тәүге унау иҫәбенә ингән. Шулай ҙа ата-әсәһе кеүек теүәл фәндәрҙе яҡыныраҡ күрә ул.
– VIII – IX синыфтарҙа информатика буйынса курстарҙа уҡыным. «Яндекс. Лицей» үҙенең мәктәбен асып, илдең төрлө юғары уҡыу йорттарында базаларын булдырған. Ә мин Өфө дәүләт нефть-техник университетына аҙнаһына ике тапҡыр дәрескә йөрөнөм. Түләүһеҙ уҡыталар. Программаны «бишле»гә тамамланым, сертификат бирҙеләр. Ошонан һуң киләсәктә программист буласағымды аңланым. Был йүнәлеш миңә бик оҡшай.
Синыф етәксеһе Рәмил Фазлетдинов алып барған «Видеояҙмалар» түңәрәгенә лә йөрөй. Унда уҡыусылар төрлө социаль видеороликтар төшөрә, актёр ҙа, монтажлаусы ла булалар. Әйткәндәй, лицейҙа үткән кисәләрҙе алып барыусы егет башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич тураһында фильмда төп ролде лә башҡара.
– Пандемия арҡаһында Октябрь районы башҡорттарының шәжәрә байрамын ҙур итеп үткәреү мөмкинлеге булмағас, фильм булһа ла төшөрөргә теләнек. Килеп сыҡты. Ижади эшебеҙҙе ҡунаҡтарға тәҡдим иттек. Оҡшаттылар. Лицейыбыҙҙа арҙаҡлы, тәжрибәле һәм кешелекле уҡытыу­сылар белем бирә, улар беҙҙә башҡорт рухы тәрбиәләй. Синыфыбыҙ ҙа бик татыу. Бында уҡыуым менән ғорурланам, – ти Азамат.
Күп кенә ҡала балаларының туған телдә матур итеп һөйләшә белмәүе сер түгел. Ә Азаматты ата-әсәһе тел­һөйәр итеп тәрбиәләгән.
– Беҙ өйҙә гел башҡортса ғына һөйләшәбеҙ. Улыбыҙҙың теле лә башҡорт­са асылды. Бергәләп шиғырҙар ятлай торғайныҡ. Бәләкәйҙән үҙебеҙ менән спектаклдәргә, концерттарға йөрөттөк. Баш­ҡорт рухлы итеп тәрбиәләргә тырыштыҡ. Хәҙер баш­ҡортса ла, урыҫса ла, инглизсә лә уҡырға ярата. Ул дүрт йәшенән шахмат уйнай, саңғыла йөрөргә ярата, – ти әсәһе.
– Миңә Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы, Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһы, Лев Толстойҙың «Һуғыш һәм солох» романы бигерәк тә оҡшай, – тип һүҙгә ҡушыла Азамат.
Йәш быуынға һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр етерлек. Теләк кенә булһын. Азамат та олимпиадаларҙа еңеүҙәре өсөн бирелгән аҡсаһына гитара һатып алып, интернеттан аккордтарҙы өйрәнеп, был музыка ҡоралын үҙләштереп алған. Гитараһына ҡушылып, башҡортса ла, урыҫса ла йырлай. Уҡытыусылары әйткәнсә, ысынлап та, бер эште лә насар башҡара белмәй был егет, күҙ теймәһен.
Әле Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнә. Тырыш, зирәк егетте Рәсәй кимәлендә төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүсе исеменә лайыҡ бул­ғаc, юғары уҡыу йорттары үҙҙәре үк уҡырға саҡыра. Азаматтың ошо йәһәттән әйтер һүҙе лә бар:
– Һәр кем VII – IX синыфтарҙа уҡығанда уҡ киләсәктә кем булырын, ниндәй һөнәр һайларын, бының өсөн нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейеш. Ҡайһы йүнәлеш буйынса һәләтең бар, нимә күңелеңә оҡшай, үҙеңә маҡсат ҡуйып, шуға ынтылырға кәрәк. Уҡырға ингәндә өҫтөнлөк бирә торған олимпиадаларҙа ҡатнашыу отошло.
Бына шундай ул республика Башлығы стипендиаты Азамат Байрамов. Өлгө алырлыҡ башҡорт егете, шулай бит!?

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: