Элизаның портфолиоһы менән танышып сыҡтым. Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле, тигән һүҙҙәр уға ла тура килеп тора.
– Элиза I синыфтан «бишле»гә генә уҡый. Туғыҙынсыны ҡыҙыл аттестат менән тамамланы. Бигерәк тә география, инглиз теле, урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәште. Хәтере шәп, фекерләү ҡеүәһе көслө. Кеше менән тиҙ генә уртаҡ тел таба белә. Төрлө кимәлдәге олимпиада, конкурстарҙа ҙур уңыштары бар, – ти уҡыусыһы тураһында синыф етәксеһе Лилиә Рафиҡ ҡыҙы Сәлихова.
Район һәм республика олимпиадаларында башланғыс синыфтарҙа уҡыған сағынан ҡатнаша башлаған ҡыҙ. Урыҫ теле, инглиз теле, география буйынса бер нисә тапҡыр муниципаль кимәлдә еңеүсе, әҙәбиәттән призёр була.
2021/22 уҡыу йылы һөҙөмтәләрен генә барлағанда ла Элизаның төрлө йүнәлештәге олимпиада һәм конкурстарҙа өлгәшкән уңыштары һоҡландыра. Телмәр оҫтаһы ла ул. Тасуири һөйләү буйынса бер нисә бәйгелә ҡатнашып, призлы урындар яулаған. Сергей Есенин ижадына арналған Бөтә Рәсәй конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Башҡорт дәүләт университеты география буйынса үткәргән «Ер һәм туризм тураһында фәндәр фестивале» олимпиадаһында республика кимәлендә I дәрәжә диплом алған. Уҡыусыларҙың «Өкө балаһы – 2022: тикшеренеү – белемгә һуҡмаҡ» республика фәнни-практик конференцияһында ла география номинацияһында – еңеүсе. Ошо фән буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика кимәлендә бер нисә йыл рәттән II урын яулаған Элиза.
Әҙәбиәтте яратҡан ҡыҙ иншалар яҙырға ла оҫта. Мәҫәлән, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған «Улар Еңеүҙе тылда яҡынайтҡан» тигән конкурста эше III урын менән баһаланған. Илһөйәрлек тойғоһо көслө унда. Кесе Ватаны тарихын өйрәнә, ошо йүнәлештә район, республика бәйгеләрендә ҡатнашып, дипломдар алған.
– Тикшеренеү эшем «Ҡариҙел районындағы Ҡариҙел йылғаһының экологик мәсьәләләре» тип атала. Төп маҡсатым йылғаның кешеләр һәм ҡырағай туризм арҡаһында бысраныуын иҫбат итеү, һыуҙың һәм яр буйҙарының бысраныу сәбәптәрен күрһәтеп, быға ҡаршы көрәш юлдарын табыу ине. Йәй буйы ял иткән туристар арттарынан сүп-сар ҡалдыра. Тағы фермер хужалыҡтарының баҡсаларындағы химик ашламалар ямғыр ваҡытында йылғаға ағып төшә. Һыуҙағы пластик сүп-сар балыҡтарға зыян килтерә, һуңғы өс йылда уларҙың кәмеүе күҙәтелә. Биоиндикация ысулы менән тәжрибә үткәреп, 4 урында һыуҙың һәм яр буйының бысраныу кимәлен дә билдәләнем. Һөҙөмтәлә, иң таҙа урын кеше әҙ йөрөгән, юлдан алыҫ ятҡан Бағаҙы икәне асыҡланды. Ә иң бысрағы, әлбиттә, туристар күп йөрөгән ерҙә. Һораулама ла үткәрҙем. 40 кешенән «Йылға һәм һыуҙарҙың бысраныуын ни тиклем мөһим мәсьәлә тип һанайһың?» тип ҡыҙыҡһындым. Үкенескә күрә, йәш быуындың быға етди ҡарамауы билдәле булды. Проблеманы хәл итеү юлдары: өмәләр үткәреү, ошо тема буйынса синыф сәғәттәрендә аңлатыу эше алып барыу, матбуғат саралары аша халыҡҡа мөрәжәғәт итеү, – тип һөйләй Элиза.
Әйткәндәй, ҡыҙ сервис һәм туризм буйынса IV Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ла II урын алған:
– Дистанцион рәүештә үтте ул, эштәргә бер сәғәт эсендә яуап бирергә кәрәк ине. Географияның бөтә бүлектәре буйынса тест һорауҙары ебәрелде. Ә икенсе өлөшөндә Исландияның иҫтәлекле урындары, климаты, туристар өсөн мөмкинлектәре тураһында яҙҙым. VII синыфтан алып олимпиада, конкурстарға етәксем, география уҡытыусыһы Гүзәлиә Әлтәф ҡыҙы Шәрифуллина менән әҙерләнәм. Уға рәхмәтлемен.
Элизаның инглиз теле менән ҡыҙыҡһыныуын да билдәләп үтмәйенсә булмай. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып тора. Уҡыусыларҙың «Researchstart – 2021/22» тигән IV халыҡ-ара тикшеренеү эштәре конкурсында I дәрәжә диплом алған. «Мин хәтерләйем! Мин ғорурланам!» тигән тәржемәселәр бәйгеһендә, сит телдә видеороликтар, Фән һәм технологиялар йылына арналған мультимедиа презентациялары конкурстарында еңеү яулаған. Етәксеһе – инглиз теле уҡытыусыһы Зинфира Сабирова.
Спортта ла һынатмай Элиза Сабирова. Бәләкәйҙән теннис уйнарға әүәҫ. Республика ярыштарында ла ҡатнашып, мәғариф һәм фән министрлығының Почёт грамоталары менән бүләкләнгән. Республика уҡыусыларының XXIV спартакиадаһында уларҙың командаһы өҫтәл теннисы буйынса III дәрәжә диплом алған.
Мәктәптә генә түгел, ауыл, райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша: КВН, экологик өмә, тиһеңме, квестмы – Элиза был сараларҙың уртаһында.
– Үҙ-үҙенә генә түгел, иптәштәренә ҡарата ла талапсан ул беҙҙең Элиза. Тиҫтерҙәре үҙен хөрмәт итә. Синыфта – староста. Зирәк, киң белемле, үҙ ҡарашын яҡлай белә, һәр эшкә яуаплылыҡ менән ҡарай. Ата-әсәһе лә уны хуплап, ярҙам итеп тора, – тип маҡтап ҡына телгә алалар республика Башлығы стипендиаты Элиза Сабированы туған мәктәбендә.
Булдыҡлы, һәләтле ҡыҙ киләсәктә лә һынатмаҫ, Алла бирһә, уға артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.