+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Беҙҙең өйҙә телевизор юҡ"

Илхан Әбделғужин Өфөләге 39-сы гимназияның XI синыфында уҡый. Баш­ҡортостан Башлығы стипендияһына уҙған уҡыу йылында федераль исемлеккә ингән 6 олимпиадала призлы урын яулағаны өсөн лайыҡ булған. Ул йәм­ғиәтте өйрәнеү буйынса «Юғары проба», Вернадский, финанс грамоталығы буйынса Плеханов, йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарихтан «Миссия үтәлерлек. Һинең булмыш – финансист» олимпиадаларында, Рәсәй дәүләт гуманитар университеты уҙғарған бәйгелә тарих буйынса уңышҡа өлгәшкән.

"Беҙҙең өйҙә телевизор юҡ"
"Беҙҙең өйҙә телевизор юҡ"

– Миңә иҡтисад, йәмғиәтте өйрәнеү, тарих, финанс грамоталығы кеүек йәмәғәт эшмәкәрлеге менән бәйле фәндәр оҡшай. Яратҡан әҫәрҙәрем – Теодор Драйзерҙың «Финансист», «Титан», «Стоик» һәм Сьюзен Коллинздың «Ас уйындар» трилогиялары, шулай уҡ Александр Островский китаптары, – ти Илхан.
Ата-әсәһе әйтеүенсә, ул бәләкәйҙән уҡыуға әүәҫ булған. Хәтере лә шәп.
– Шуҡ, тырыш малай булып үҫте ул. Өләсәһе артынан, уҡы ла уҡы, тип эйәреп йөрөй тор­ғайны. «Сыңҡылдаҡ себен» кеүек сәсмә әҫәрҙе лә ятлап ала ине. Ә ҙурай­ғасыраҡ бер лагерға бар­ғанда йәшереп кенә 3 том китап алып киткән. Төрлөһөн уҡый. Беҙҙең өйҙә телевизор юҡ, ә китаптар бик күп, – ти атаһы Дим Иҙел улы ғорурлыҡ менән.
Телевизор юҡ, тигәнгә бер аптыраһам, улдарыбыҙҙың кеҫә телефоны ла булманы, тиеүҙәренә ышанмайыраҡ та торҙом әле.
– Пандемия башланып, өйҙән уҡыу башланғас ҡына улдарыбыҙға телефон алып бирҙек. Бер­ҙән, әсәләре Наилә Марс ҡыҙы күҙ табибы бит. Таныштар, нисек инде телефонһыҙ, артта ҡалалар бит, тигәнгә: «Малайҙар менән һөйләшеп, белемдәрен тикшереп ҡарағыҙ һуң», – ти торғайныҡ. «Бишле»гә генә уҡырға, каратэ буйынса чемпион булырға телефон булмауы ярҙам ғына иткәндер, – ти атай кеше.
Илхандың Алихан исемле ҡус­тыһы бар. Уға физика, математика, информатика кеүек теүәл фәндәр нығыраҡ оҡшай икән.
Малайҙар физик яҡтан да үҫеш­һен тип, Илханды – II синыфтан, Алиханды балалар баҡсаһынан уҡ каратэ секцияһына бирәләр. Шулай ҙа уҡыуҙы, белем алыуҙы беренсе урынға ҡуялар. Берәй фән буйынса саҡ ҡына билдәләре насарайһа, каратэға йөрөмәйһегеҙ, тип шарт ҡуя атай менән әсәй.
Улар тырышып уҡый ҙа, спорт менән дә етди шөғөлләнә. Илхан 13 йәшендә каратэ буйынса Германияла үткән донъя чемпионатында I урын яулап, чемпион була. Ә бит уға 14 – 15 йәшлек спортсылар менән алышырға тура килә. Был беренселектә донъяның 30 иленән каратистар ҡатнаша. 10 йәшлек Алихан да бара унда, тәжрибә туплап ҡайта. Атайҙары улдарын төрлө ярыштарға үҙе алып йөрөй.
– Каратэ буйынса Бөтә Рәсәй, төбәк ярыштарында еңеүсе булдым, призлы урындар алдым. Был спорт төрө бик оҡшай: кешене физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да үҫтерә, – ти Илхан. Ҡустыһы менән бер нисә тапҡыр «Артек»та спорт йүнәлешендәге сменала ла булғандар.
«Юғары иҡтисад мәктәбе» фәнни-тишеренеү университеты иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ буйынса уҡыусылар араһында Бөтә Рәсәй кейс-чемпионатын ойошторғайны. Унда 4 гимназистан торған «39+» командаһы составында Илхан да ҡатнаша, финал­ға сығалар. Киберспорт клубы асыу тураһындағы кейстарын яҡлап сығыш яһайҙар. Ә Мәскәү дәүләт юридик университеты ойоштор­ған I Йәштәр парламент лигаһында «Иң яҡшы ҡанун проекты» номинацияһында 39-сы гимназия командаһы – Илхан Әбделғужин, Ильяс Ғәлимханов, Камилла Нурисламова, Аделя Моисеева иң-иңе була.
Егет хоҡуҡ фәне менән дә ҡы­ҙыҡһына. Уҙған уҡыу йылында һайлау темаһына үткән Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында еңеүсе дипломына лайыҡ була. Ирекмәнлек эше менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба ул. Уҡыусылар араһында олимпиада хәрәкәтен популярлаштырыу, шулай уҡ киберспорт һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә һөнәри йүнәлеш биреү темаларына проекттар әҙерләй. Әлбиттә, каратэны ла ташламай. Быйыл сығарылыш синыфында уҡыһа ла, олимпиадаларҙа ҡатнашасаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханы Илхан кеүек тырыш, төплө белемле уҡыусыларҙы ҡурҡытмай инде ул. Ә федераль исемлеккә ингән олимпиадаларҙа Рәсәй кимәлендә яулаған уңыштар үҙең һайлаған йүнәлеш буйынса теләгән юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге бирә.

Илхан менән иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға ла булған. Бер көндө тышта күнекмәлә шөғөлләнгәндә яҡында ғына үткән ниндәйҙер сараға китеп барған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш спортсылар янында
туҡталып киткән. Илхандан ниндәй ярыштарҙа ҡатнашыуҙары, ҡайҙарға барыуҙары тураһында һорашҡан. Уның Германияла үтәсәк донъя чемпионатына әҙерләнеүе тураһында ишеткәс, еңеүен теләп, дәртләндереп, сәмләндереп ебәргән. Ә Илхан был ярыштан чемпион исемен яулап ҡайтты.
Һоҡланғыс башҡорт егеттәренең береһе Илхан Әбделғужинға артабан да юғары үрҙәр яулауын теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

"Беҙҙең өйҙә телевизор юҡ"
"Беҙҙең өйҙә телевизор юҡ"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: