-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

"Еңеү үҙенән-үҙе килмәй"

– Көрәш – минең өсөн тормош мәғәнәһе, тип тә әйтергә булалыр, бәлки. Ошоғаса 10 йыл был спорт төрө менән ныҡлап шөғөлләндем. Бик оҡшай, – ти быйылғы уҡыу йылының республика Башлығы стипендиаты Арыҫлан Әлимғужин. Ул Мәләүездәге Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының XI синыфында уҡый. Ата-әсәһе шуҡ, шаян улдарын 8 йәшендә милли көрәш секцияһына бирә.

"Еңеү үҙенән-үҙе килмәй"
"Еңеү үҙенән-үҙе килмәй"

– Һәр күнекмә һайын яңы алымдар өйрәнәһең, нимәлер белеп ҡалаһың. Ирекле көрәш, бокс та оҡшай. Ярты йыл көрәш менән бер рәттән ҡатнаш һуғыш сәнғәте менән шөғөлләнеп алдым. Барыбер күңел көрәшкә нығыраҡ тартыла. Тағы шуныһы: берәй өлкәлә беренсе булғың килһә, шул йүнәлештә генә ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк бит, – ти йәш спортсы.
Арыҫлан Яңауыл ауылында тыуған, 2 йәшлек сағында ғаиләләре Смаҡ ауылына күскән. I синыфтан Мәләүездәге Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында уҡый. Бәләкәйерәк сағында бейеү түңәрәгенә лә йөрөгән, төп баш­ҡарыусы ла булған. Шунан аҙаҡ көрәш менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған. Еңеүҙәре байтаҡ Арыҫландың. 2020 йылда ике тапҡыр Башҡортостан чемпионы булараҡ, Рәсәй йыйылма командаһы составында Ҡазанда үткән донъя беренселегендә ҡатнашып, III урын ала. 2021 йылда ла республика чемпионы исемен яулай, Рәсәй буйынса ла үҙ ауырлыҡ үлсәмендә I урынға сыға. 2022 йылда Татарстанда ирҙәр һәм үҫмер­ҙәр араһында үткән донъя бе­рен­селегендә бронза миҙал ала.
Генерал-лейтенант Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй турнирында ла һынатмай, алтын миҙал – уныҡы! Унда илдең 16 төбәгенән 140 спортсы ҡатнаша. Әйткәндәй, йәш көрәшсенең тренеры – Илмир Юлмөхәмәтов. Арыҫлан хәҙер спорт мастерлығына кандидат икән.
– Еңеү өсөн үҙеңдә ниндәй сифаттар тәрбиәләргә кәрәк? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Иң беренсе сиратта, тренер­ҙың әйткәнен, уның өйрәткәнен һәр саҡ иҫеңдә тоторға тейеш­һең. Сөнки һәр спорт төрөндә дәғүәсенең, шулай уҡ һинең дә һәр хәрәкәттәрең, аҙымдарың ситтән асыҡ күренә. Тимәк, тренерҙы иғтибар менән тың­лар­ға, уның нимә талап иткәнен үтәргә кәрәк. Тағы ныҡышмаллыҡ булырға тейеш. Әлбиттә, үҙең тырышмаһаң, ныҡлап күнек­мәләр­ҙә шөғөлләнмәһәң, еңеү үҙенән-үҙе килмәй. Характер кәрәк инде, ә уны үҙеңдә тәрбиәләргә мөмкин, тип уйлайым. Дәғүәсеңдән ҡурҡырға ярамай, келәмгә сыҡҡанһың икән, еңеү өсөн сәмләнеп көрәшергә кәрәк, һиндә спорт сәме булырға тейеш. Төрлө ярыштарҙа йөрөп, күп көрәшсе егеттәр менән таныштым, дуҫлаштым, улар­ҙан да күп нәмәгә өйрәнәм, – ти Арыҫлан.
Күнекмәләргә көн һайын йөрөй ул: өс көн – көрәш, ике көн футбол менән шөғөлләнә. Сөнки был спорт төрҙәрендә аяҡтарҙың етеҙлеге кәрәк икән, ә туп тибеү аяҡты нығыта.
Спорттан тыш, ул бәләкәйҙән һыбай йөрөргә ярата. Район һабантуйҙарында ла ҡатнаш­ҡан. «Ауылда үҫкәс, бөтә эште лә беләм. Ҡайҙа нимә ватылған, шуны йүнәтеп ҡуя алам. Бәләкәйҙән өйрәнеп үҫтем», – ти егет.
Быйыл сығарылыш синыфында уҡыған Арыҫлан Әлимғужин­ға имтихандарын уңышлы тапшырып, спортта яңы уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

"Еңеү үҙенән-үҙе килмәй"
"Еңеү үҙенән-үҙе килмәй"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: