-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Мәскәүҙән дә еңеп ҡайтҡан

Сәскәләр, үҫемлектәр донъяһы менән мауығыуы икенселә уҡығанда уҡ башлана уның.

Мәскәүҙән дә еңеп ҡайтҡан
Мәскәүҙән дә еңеп ҡайтҡан

  Ә V синыфтан инде фәнни-тикшеренеү эштәре өҫтөндә эшләй башлай. Икенсе йыл рәттән республика Башлығы стипендияһына лайыҡ булған Асет Хажиәлиева тураһында һүҙебеҙ. Ул – Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында IX синыфта белем ала. Һәләтле уҡыусылар өсөн булдырылған юғары наградаға ботаника, биология буйынса Бөтә Рәсәй конкурстарында өлгәшкән уңыштары өсөн тәҡдим ителгән һәм хупланған. Остаздары – гимназияның биология уҡытыусыһы Әлмира Таһирова һәм ҡаланың Йәш техниктар станцияһынан өҫтәмә белем биреү педагогы Елена Ғайназарова.
  – Әгәр уҡыусы бөтә тәҡдимдәрҙе, ҡушҡанды ҙур яуаплылыҡ менән башҡара, фәнни эш менән шөғөлләнергә атлығып тора икән, бөтәһе лә уңышлы килеп сығасаҡ. Фәнни-тикшереү эше өҫтөндә эшләү – бик ҙур хеҙмәт ул. Ә Асет тырыш, ныҡ ҡыҙыҡһыныусан, белемгә ынтылышы көслө. Ул бәләкәй генә көйө, VI синыфтан һуң, беҙҙең Ирәмәл тауына экспедицияларға ҡушылды, үҙе темалар һорай ине. Нисек инде шундай уҡыусыны хупламайһың? Баланың уңышлы булыуы уның үҙенән, тырышлығынан тора, – ти Әлмира Фуат ҡыҙы.
  Асет Ирәмәлдәге һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе (эндемика) өйрәнеү менән шөғөлләнә. Ошо өлкәләге эҙләнеү эштәре уға Рәсәй кимәлендә ҙур еңеүҙәр килтерә лә инде. Илебеҙ баш ҡалаһына ике тапҡыр бара ул. Дмитрий Менделеев исемендәге Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсында «Биология һәм ауыл хужалығы» йүнәлешендә һәм «Вернадский асыштары һуҡмағы буйлап» тигән VII Бөтә Рәсәй эҙләнеү эштәре конференцияһында еңеүсе булған. Был еңел генә бирелмәй: илдең алдынғы юғары уҡыу йорттары профессорҙары алдында сығыш яһап, уларҙың һорауҙарына ла яуап бирергә кәрәк ине. Санкт-Петербургта үткән «Үҙеңдә ғалимды ас» тигән Бөтә Рәсәй конференцияһында иһә Асет II урын яулаған. Ҡыҙ Ирәмәл биләмәһендәге 13 төрлө һирәк осрай торған үҫемлекте өйрәнергә теләй, әлегә уларҙың дүртеһе тураһында мәғлүмәттәр йыйған. «Парктар маршы» конкурсында ҡатнашып, үҙенең тиҫтерҙәре араһында республикала еңеүсе булған ул.
  Яратҡан фәндәре – биология һәм химия. Шулай уҡ физкультураны ла үҙ итә. Көмөш һәм икенсе, өсөнсө баҫҡыс бронза ГТО билдәләренә эйә. Асет – «Ирәмәл» тәбиғи паркының «Йәш эколог» ирекмәндәр отрядының әүҙем ағзаһы. Төрлө экологик өмәләрҙә, форумдарҙа, квестарҙа ҡатнаша. Ҡаланың Мәктәптән тыш эштәр үҙәге технопаркында эшләгән «Биотехнология» түңәрәгендә, гимназияның волейбол секцияһында шөғөлләнә, команда капитаны. Йәш юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы ла икән үҙе. Ҡыҙ шулай уҡ – «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһының «Тарихты һаҡлаусылар» йүнәлеше буйынса акцияларҙа әүҙем ирекмән.
   Асеттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса өлгәшкән уңыштары ла ҡыуандырырлыҡ. Рәсәй халыҡтары туған телдәре буйынса ойошторолған Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында «Ижади фекерләү» номинацияһында еңеп сыҡҡан. Уҙған уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса бәйгенең район этабында ла призёр булған. «Бикбаев уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижад конкурсында үҙен һынап ҡараған. Ул шулай уҡ урыҫ һәм инглиз телдәрендә шиғырҙар һөйләргә ярата, конкурстарҙа ҡатнаша. Ваҡытын дөрөҫ бүлеп, барыһына ла өлгөрөргә тырыша һәләтле ҡыҙ. Районда «Йыл уҡыусыһы» конкурсында еңеүсе булған.
   Буш ваҡытында олатаһы менән өләсәһенә ярҙамлаша, бигерәк тә гөл-сәскәләрҙе тәрбиәләргә ярата. Урманға сәйәхәт, еләк йыйыу оҡшай.
Матур киләсәгенә бына шулай мәктәп эскәмйәһенән юл яра республика Башлығы стипендиаты Асет Хажиәлиева. Уға тағы ла ҙурыраҡ уңыштар яулауын теләйбеҙ!

 

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Мәскәүҙән дә еңеп ҡайтҡан
Мәскәүҙән дә еңеп ҡайтҡан
Мәскәүҙән дә еңеп ҡайтҡан
Мәскәүҙән дә еңеп ҡайтҡан
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: