-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
8 Декабрь 2017, 01:05

Наҙым да һин, зарым да һин

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин!Һығылма бил тал сыбыҡтай наҙлы ла һин!Аллы-гөллө гөл-сәскәләй нәфис тә һин!Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!– тип яҙа үҙенең шиғырында яратҡан яҙыусым Зәйнәб Биишева.Эйе, донъялағы иң моңло һәм иң гүзәл тел ул минең туған телем! Башҡорт теле! Ниндәй ғорур яңғырай! Йырҙарҙа данлап йырланған, шиғырҙарҙа маҡтап телгә алынған бөйөк баш­ҡорт теле!

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин!

Һығылма бил тал сыбыҡтай наҙлы ла һин!

Аллы-гөллө гөл-сәскәләй нәфис тә һин!

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

– тип яҙа үҙенең шиғырында яратҡан яҙыусым Зәйнәб Биишева.

Эйе, донъялағы иң моңло һәм иң гүзәл тел ул минең туған телем! Башҡорт теле! Ниндәй ғорур яңғырай! Йырҙарҙа данлап йырланған, шиғырҙарҙа маҡтап телгә алынған бөйөк баш­ҡорт теле!

Сабый донъяға килгәс тә иң тәүҙә әсәһенең иркәләп һәм һөйөп кенә әйткән «Бәпесем!», «Ҡолонсағым!» тигән яратыу һүҙҙәрен ишетә. Был наҙлы, яғымлы һүҙҙәр уның ҡолағын иркәләй, әсә теленә һөйөү уята. Әҙерәк үҫә төшкәс, бала үҙе лә иң тәүҙә ғәзиз кешеһенә: «Әннә!», «Әсәй!» – тип өндәшә, ошо һүҙҙәр менән теле асыла. Бала сағымда миңә лә әсәйем башҡортса матур-матур әкиәттәр һөйләп әүрәткән, бишек йырҙарын йырлап бәүеткән. Шуғалыр ҙа әлеге көндә үҙ телемдә саф, таҙа һәм иркен һөйләшәм, аралашам, уны яратам һәм ғорурланам.
Донъяла меңәрләгән телдәр араһынан иң моңлоһо, иң татлыһы һәм иң матуры – туған тел. Унһыҙ кеше – тыуған ерһеҙ, илһеҙ бер йән генә. Юҡҡа ғына шағир: «Тыуған еренән яҙған – ярты йәтим, туған теленән яҙған – мең йәтим», – тип әйтмәгән бит! Эйе, кеше ҡайҙа ғына барып, ниндәй генә матур һәм бай ерҙәргә юлыҡһа ла, ул барыбер ваҡыт үтеү менән үҙенең тыуған яғын һәм, әлбиттә, үҙ туған телен, туған моңон һағынасаҡ.
Минең тыуған ауылым Подольск сикһеҙ далалар ҡосағында ултыра. Уны үҙҙәренең матур эштәре, күркәм тормоштары менән ауылдаштарым биҙәй. Төрлө-төрлө милләт халҡы килеп төпләнгән был ергә. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, мариҙар, украиндар бар беҙҙә. Барыһы ла бер-береһен ихтирам итә, ярата. Ауыл халҡының дуҫлығына, татыулығына ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Күбеһе башҡа милләттән булһа ла, башҡорт телен, халҡымдың йолаларын, тарихын, мәҙәниәтен ярата, хөрмәт итә. Ауылымда матур итеп башҡортса һөйләшкән урыҫ, сыуаш, украин милләтле ағай-апайҙар ҙа етерлек. Төрлө милли байрамдарҙы башҡорт һәм урыҫ, татар телдәрендә яңғыраған матур-матур йыр­ҙар биҙәй. Мәҫәлән, Слава олатай, Наталья апай, Настя инәйҙәр гармунда өҙҙөрөп уйнап, баш­ҡортса таҡмаҡтар әйтеп, бейетеп тә ала кешеләрҙе.
Миҙалдың ике яғы булған кеүек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мине бер аҙ көйөндөргән күренештәр ҙә бар. Дуҫтарым, синыфташтарым араһында туған телен бөтөнләй белмәгән, аңламағандары ла күп. Был хәл бик ныҡ аптырата һәм уйландыра. Ниңә башҡорт балаһы телен аңламай, һөйләшә белмәй, был нимәнән килә икән? Уҡытыусыларыбыҙ әйтеүенсә, туған телдә кеше иң элек үҙенең ғаиләһендә һөйләшә башлай. Тәүҙә атай-әсәй балаһын өйрәтә, унда телгә ҡарата һөйөү уята. Ғалимдар иҫбатлауынса ла, бала туған телен бәләкәй­ҙән өйрәнергә тейеш. Ете йәшенә тиклем яҡшы белә икән, тимәк, уға артабан да ауыр булмаясаҡ. Ҡайһы бер моңһоҙ, битараф атай-әсәйҙәр, ағай-апайҙарҙың үҙ балала­рына, телдәренә ҡарата вайымһыҙ булыу­ҙары арҡаһында күп кенә дуҫтарым башҡорт­са аралаша алмай, ҡай­һылары һөйләшергә ояла.
Донъяла көн һайын унға яҡын тел юҡҡа сыға бара. Тимәк, күптәренең киләсәге ҡур­ҡыныс аҫтында. Минең дә туған телем шулар иҫәбенә инмәҫме, телем ҡоромаҫмы? Яратҡан шағирым яҙыуынса:
Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем, гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып!
Бөйөк шағир Рәми ағай, гүйә, барыһын да алдан белгән. Ул бөтәбеҙҙе лә телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға саҡыра. Бер ҡасан да оялмаҫҡа, уны онотмаҫҡа өндәй. Мин дә халыҡ шағиры һүҙҙәренә ҡушылып, халҡыбыҙға шулай тип өндәшер инем: әйҙәгеҙ телебеҙҙе һаҡлайыҡ, унан оялмайыҡ! Ата-бабаларыбыҙ рухына тап төшөрмәйек! Һәр ерҙә яңғыраһын, данланһын беҙҙең нәфис, күркәм башҡорт телебеҙ!

Айзилә ӘМИНЕВА, X синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Подольск мәктәбе.

Читайте нас: