0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
16 Февраль 2018, 15:39

Дәрестәр ҡыҫҡартылһа ла…

Ырымбур өлкәһендәге Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбендә 35 кенә бала уҡый. Шуға синыфта ла уҡыусылар һаны күп түгел. Иң ҙуры – һигеҙенселәр. Алты бала. Ярай әле урта белем усағы булып һаҡланып килә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең дә фән булараҡ уҡытылыуы, бөтөрөлмәүе ҡыуаныслы. Юғиһә, башҡа сит өлкәләрҙә түңәрәккә, өҫтәмә дәрескә генә ҡалдырылған бит. Барыһы өсөн ата-әсәләр директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Сәйет ҡыҙы Күҙбаеваға рәхмәтле.

Ырымбур өлкәһендәге Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбендә 35 кенә бала уҡый. Шуға синыфта ла уҡыусылар һаны күп түгел. Иң ҙуры – һигеҙенселәр. Алты бала. Ярай әле урта белем усағы булып һаҡланып килә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең дә фән булараҡ уҡытылыуы, бөтөрөлмәүе ҡыуаныслы. Юғиһә, башҡа сит өлкәләрҙә түңәрәккә, өҫтәмә дәрескә генә ҡалдырылған бит. Барыһы өсөн ата-әсәләр директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Сәйет ҡыҙы Күҙбаеваға рәхмәтле.

– Йыл һайын әйтеп килһәк тә, башҡорт теле дәреслектәре федераль әсбаптар исемлегенә индерелмәгән. Ошо йәһәттән дә ҡыйынлыҡтар бар. «Йәшлек», «Йәншишмә» гәзиттәрен алдырып уҡый алмайбыҙ. Улар каталогта юҡ. Әлдә әле «Башҡорт­остан» юлдаш телевидениеһын ҡарау, «Юлдаш» радиоһын тыңлауҙан мәхрүм түгелбеҙ. Улар менән бәйләнеш тотабыҙ. Беҙ телефон аша һөйләйбеҙ ҙә шуны эфирға сығаралар. Мәҫәлән, Еңеү көнөндә балалар олатайҙары тураһында сығыш яһаны, – ти Сания Сәйет ҡыҙы.

Телде һаҡлап ҡалыу йәһәтенән күп саралар башҡорт телендә уҙа. 21 февралдә Туған телдәр көнө ойошторола. «Мәктәбем һандуғасы» башҡорт йырын башҡарыусылар бәйгеһен үткәреү ҙә изге йолаға әйләнгән. Бөтәһе лә ҡатнашалар, бәйгене бик яраталар. Һәр синыф төрлө байрамдарға үҙҙәре башҡортса концерт та әҙерләй. Мәҙәниәт йортонда сығыш яһау­ҙы балалар көтөп ала.

Ауылда күбеһе башҡорттар йәшәй. Шулай булһа ла, һуңғы ваҡытта телгә иғтибар кәмеүе күҙәтелә. Кескәй генә балалар ҙа урыҫ телендә аралашыуҙы хуп күрә. Былтыр белем усағына балалар баҡсаһын ҡушҡандар. Бер яҡтан, ҡыйын булһа ла, икенсе яҡтан, шундай уңышлы яғы ла бар: кескәйҙәрҙе баш­ҡортса һөйләшергә өйрәтә башлағандар. Туған телдә һаулыҡ һораштыралар. Әсәйҙәр, атайҙарға арнап кисә лә, Яңы йыл байрамы ла башҡортса уҙған. Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн дәрестәр ҙә урыҫ теле менән аралаштырып үткәрелә.

Ырымбур өлкәһендә төрлө олимпиада, конкурста еңеүсе балаларға 30 мең һумлыҡ премия бирелеүе лә ҙур этәргес булып тора. Уға Аллабирҙе ауылынан ғына ла дүрт бала лайыҡ булған. Шуға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика, төбәк-ара олимпиадаһына теләп киләләр, балалар призлы урындар алырға ынтылып тора.

– Биш көнлөк уҡытыуға күскәс, башҡорт теле дәрестәре ҡыҫҡартылды. Аҙнаһына 3-әр сәғәт уҡытып килә инек, әле ҡайһы бер синыфтарҙа 1-әр, 2-шәр генә ҡалдырылды. Мәктәбебеҙҙә «Йәйғор» фольклор клубы, «Йәш музыканттар» түңәрәге эшләп килә. Балалар­ҙы ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға, башҡорт йолаларына өйрәтәбеҙ. Уҡыусыларыбыҙ Ырымбур­ҙа үткән төрлө конкурстарҙа сығыш яһап, еңеүсе була, – ти Александров районының Иҫәнгилде ауылынан Рүзилә Рамаҙан ҡыҙы Сарбаева.

Ауылда милли йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе онотмаҫҡа тырышыу­ҙары ла һәйбәт күренеш. Яҡташтары Хисмәтулла Юлдашевты, юбилейын ҙурлап үткәреп, ҡыуандырып ҡайтарып ебәргәндәр. Баш­ҡорт­остандан да ҡунаҡтар килгән, үҙҙәренең өлкәһенән дә мәртәбәле кешеләр булған.

Шулай милләттәштәребеҙҙең йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы өйрәнеп, телде үҫтерергә тырышып ятыуҙары маҡтауға лайыҡ.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: