-4 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
29 Март 2019, 14:51
«Башҡорт фольклоры биттәре буйлап сәйәхәт»
Асҡарҙағы балалар китапханаһы ойошторған кисә шулай аталды. Унда ҡатнашыусылар халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен уҡырға тейеш ине.Беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәре яҡташыбыҙ Мөғәллим Мирхәйҙәровтың «Шүлгән» эпосынан өҙөк тәҡдим итте. Уны сәсән-мәғрифәтсе оҙаҡ йылдар әҙ-әҙләп Әбйәлил районы халҡы һөйләүенән яҙып алып, йыйып, үҙ архивында ҡулъяҙма рәүешендә һаҡлаған. Әҫәр 2004 йылда тәүге тапҡыр донъя күрә, ә инде 2018 йыл урыҫ телендә баҫылып сыға.
Ошо эпосҡа арналған сарала Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан VII «В», VIII «А» синыфы уҡыусылары, бөтәһе 62 бала ҡатнашты. Шулай уҡ кисәгә сәсәндең ейәндәре лә саҡырылғайны. Һүҙ оҫтаһының ейәнсәре Зилә Зиннур ҡыҙы уҡыусыларға олатаһының тормош һәм ижад юлын, китаптың баҫылып сығарылыу тарихын бәйән итте. Ә уның гитарала уйнап, үҙе яҙған йырҙы башҡарыуын балалар тын да алмай тыңланы.
Сәсәндең бүләре Вилдан да һынатманы, бик матур итеп яттан шиғыр һөйләне. Кисәлә Мөғәллим Шәйхәттәр улының ейәнсәре, музыка мәктәбе уҡытыусыһы Илмира Илсен ҡыҙының уҡыусыһы Гөлнур Ильясова мандолинала уйнап, «Утыҙ ике ҡыҙ» бәйетен йырлап ишеттерҙе. Ә инде «Мираҫ» театр төркөмөнөң әҙерлек бүлегенән Рифат Сәйетғәлин менән Илзидә Шәйәхмәтоваларҙың сығышы кисәнең ысын биҙәге булды.
Мөғәллим Мирхәйҙәровтың ғүмере буйы бөртөкләп йыйған, ауыҙ-тел ижадының ынйыһы булған ошо эпосы үҙ уҡыусыһын табып, киләсәктә уҡымлы әҫәр булыр һәм кисәлә ҡатнашыусы балаларҙың күңелендә туған телгә ихтирам, ҡыҙыҡһыныу тойғоларын арттырыр, тип ышанабыҙ.
Г. НУРҒӘЛИЕВА, балалар китапханаһы хеҙмәткәре.
Әбйәлил районы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...