Көтөп алған сменаның беренсе көнө Ураҙа ғәйете байрамы менән тап килеүе – үҙе бер мөғжизәлер! Әйтерһең дә, Аллаһы Тәғәлә беҙгә фатихаларын юллай! Уҡыусылар иртә менән Ишембай районының Аҙнай ауылына юл тотто. Ауыл мәсете ҡунаҡтарҙы бик һыйлы ҡаршы алды: телеңде йоторлоҡ былау, төрлөлөгө менән хайран ҡалдырған емеш-еләк, хуш еҫле сәй киләһе сәйәхәткә көс биреп ебәргәндәй тойолдо. Сөнки беҙгә Ыласын мәмерйәһен яулайһы бар ине әле. Кисә генә ямғыр яуып үтеүгә ҡарамаҫтан, тауға менеү әллә ни ауыр булманы. Мәмерйә боҙҙары, ундағы шомлолоҡ беҙҙе ғәжәпләндерҙе. Кинәнеп туғай буйында төшкө аш ашап алғандан һуң, күптәр халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе – уҡтан атыу серҙәренә төшөндө. Туғайҙа рәхәтләнеп уйнап, күңел асып, башҡорт телендә генә түгел, хатта Һиндостандан килгән студенттар менән инглиз телендә аралашып, бик файҙалы үткәрҙек беҙ был сәйәхәтте!
Икенсе көн лагерҙы асыу тантанаһы менән башланып китте. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, рухлы шиғырҙар ҡунаҡтар күңеленә хуш килде. Концерттан һуң уҡыусылар дәрестәргә йүнәлде. Гимназиябыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – Фаягөл Тимербай ҡыҙы менән Миңһылыу Фәйзулла ҡыҙы милләттәштәребеҙҙе әҙәбиәтебеҙҙең аҫыл өлгөләре менән таныштырып, башҡорт теле дәрестәре биреп, йыр-бейеү түңәрәктәренә оҙатты. Эйе-эйе, ҡунаҡтарыбыҙ башҡорт йырҙарын йырлап, халҡыбыҙ бейеүҙәрен дә бейене. Ә төштән һуң инде Ишембай районының бөтә донъяға билдәле ғалимы Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған ауылы Көҙәнгә юлландыҡ. Донъяла башҡорт тигән милләт барлығын, ғөмүмән, башҡорт илен танытҡан шәхесебеҙҙең тормош юлы тураһында уның музейынан беҙ бик күп мәғлүмәт алдыҡ. Шулай уҡ билдәле нәҫел, Вәлидиҙең тоғро арҡадаш-көрәштәштәре Ҡарамышевтарҙың тыуған ауылы Маҡарға ла барҙыҡ. Унда беҙ «Салауат Юлаев» фильмы төшөрөлгән урында булдыҡ, Салауат мәмерйәһенә мендек. Көс-дәрт, ҡеүәт ташып, рухланып ҡайтып индек беҙ Ишембайыбыҙға.
Ә бер көндө иһә ысын мәғәнәһендә интернет-телевидение геройҙарына әйләндек! Баш ҡалабыҙ Өфөнән бөтә донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр ағай Зәйнетдинов беҙгә ҡумыҙ буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтеп, башҡа бик күп милләттәрҙең музыка ҡоралдары менән таныштырҙы. Ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнгәндән һуң беҙгә миллион йыллап тәрән тарих төпкөлөнән бағып торған тауыбыҙ Торатауға юлландыҡ. Изге шиханда күмәкләшеп ҡумыҙ сирткәнебеҙҙе хатта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төшөрөп алды. Ә «Бәйләнештә» селтәрендәге яҙмаһын өс меңдән ашыу кеше ҡараған икән! Беҙ ул көндө, ысынлап та, интернет геройҙары булдыҡ!
Һеҙҙең иртәнге сәғәт биштә тороп, сәйәхәттән төнгө икелә ҡайтып ингәнегеҙ бармы? Моғайын, юҡтыр. Ә беҙҙең менән шулай булды лагерыбыҙҙың дүртенсе көнөндә. Сөнки данлыҡлы Бөрйән ерендә ял итеп ҡайттыҡ. Ҡуйы ҡара урмандарға, бейек тауҙарға, мәғрур ҡаяларға ҡарап, күҙҙәре маңлайҙарына менгән ырымбурҙарҙы күреү үҙе бер мәрәкә ине! Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе булған Шүлгәнташ мәмерйәһе сит өлкәләрҙән килгән дуҫ-ҡәрҙәштәребеҙҙе үҙенең боронғолоғо, шомлолоғо менән арбаны. Был көн яңы асыштар, алған фәһем-ғилем менән генә түгел, ә тыуған илебеҙҙең хозурлығы менән һоҡланыу, ғорурланыу тойғолары менән хәтеребеҙҙә уйылып ҡалды.
Бишенсе көн. Нимә менән иҫтә ҡалды һуң әле? Шүлгәнташтан арып ҡайтҡан малайҙар, ҡыҙҙар өсөн иртә менән тороу, моғайын, ҡыйыныраҡҡа тура килгәндер. Шулай ҙа дуҫтарыбыҙ ҙур теләк менән дәрестәрҙә башҡорт телен өйрәнеп, вокал, ҡумыҙ түңәрәктәрендә шөғөлләнде. Ә төштән һуң беҙ «Беренсе республика» фильмын ҡараныҡ. Өфөнөң үҙенән Ишембайға килеп еткән Гөлсәсәк апай Саламатоваға ҙур рәхмәт еткерәбеҙ! Күңелдәрҙе тетрәндергән фильмды ҡарап, башҡорт булыуыбыҙ менән тағы ла бер ғорурландыҡ. Шунан һуң кискә табан рәхәтләнеп бассейнда һыу инеп ҡайтҡас, Дамир ағай Дәүләтсурин үҙенең казактары менән ҡылыс ярҙамында оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Лагерҙың алтынсы көнө лә шәп үтте. Иртәнге аштан һуң бер төркөм уҡыусылар гимназиябыҙҙың йыр уҡытыусыһы Светлана Исмәғил ҡыҙы етәкселегендә йыр түңәрәгендә шөғөлләнһә, икенселәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, билдәле шағирә Ғәлиә Кәлимуллина менән шиғыр яҙырға өйрәнде. Ғәлиә апай үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар ҙа тыңланыҡ. Һәм иң мөһиме: шиғыр яҙыу серҙәренә төшөндөк! Ырымбур өлкәһендәге Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылынан килгән X синыф уҡыусыһы Вадим Төрөкмәнов: «Минең дә оҫта итеп шиғыр яҙырға өйрәнгем килә, киләсәктә шағир булам!» – тип ҡанатланып китһә, Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылы ҡыҙы Ләйсән Янбаеваны был көндө шиғыр яҙыуҙан хатта туҡтатып булманы! Аҙаҡтан ҡыҙҙар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе – түшелдерек эшләргә өйрәнде. Шулай уҡ Ишембай ҡалаһы буйлап ҙур сәйәхәткә сыҡтыҡ: Башҡорт нефтен беренсе булып асыусылар һәйкәлендә, Еңеү паркында, Афған һуғышында вафат булған яугирҙар обелискы янында, Геройҙар аллеяһында йөрөп ҡайтҡас, йәмле Ағиҙел яры буйына төшөп, футбол, волейбол уйнаныҡ.
Етенсе көндө башҡорт халҡының мәртәбәле байрамдарының береһе – һабантуй үткәрелде. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, һәр кем татлы приздар отто. Кисен ҡунаҡтар «Әлләсе» уйынын уйнап, шашка турнирында көс һынашты.
Бына иң тулҡынландырғыс мәл етте... Лагерыбыҙҙы ябыу тантанаһы... Милләттәштәребеҙ бер аҙна эсендә өйрәнеп өлгөргән һөнәрҙәрен күрһәтте: үҙҙәре яҙған шиғырҙарын һөйләне, ҡумыҙҙа уйнаны, ҡыҙҙар «Бөрлөгән» бейеүен башҡарҙы. Шулай уҡ беҙҙең иң бәләкәй ҡунағыбыҙ – Һарытау өлкәһенән килгән 6 йәшлек Роза Биктимерова тамашасыларға йыр бүләк итте. Шулай уҡ Силәбе һылыуҙары Диана Шәйхисламова менән халыҡ йырҙарын башҡарыусы Регина Сәфәрғәлина моңло тауыштары менән барлыҡ залды таң ҡалдырҙы. Ә ҡунаҡҡа беҙгә Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Марат Әнис улы Ғилманов килгәйне. Ул балаларға башҡортса китаптар бүләк итте.
Башҡорт рухы менән һуғарылған матур тамашала күңел дә, йән дә, тән дә ял итте. Шулай ҙа йөҙҙәрендә шатлыҡ та, һағыш нуры ла булған, бер аҙна эсендә дуҫлашып, бер-береһен туғандай яҡын күргән милләттәштәребеҙ менән айырылышыу иң ауыры ине...
Моғайын, бөтәһен дә бер һорау борсойҙор: икенсе йылға ошондай лагерь буласаҡмы? Быға, әлбиттә, лагерь әйҙәүсеһе генә яуап бирә алмай, әммә телебеҙҙе юғалып ҡалыу ҡурҡынысынан ҡотҡарыу, уны пропагандалау, үҫтереү менән бергә халҡым йолаларын тергеҙеү, Башҡортостаныбыҙҙан ситтә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙҙе бай мәҙәниәтебеҙ менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған «Телемдең ете мөғжизәһе» лагерының яҡты киләсәгенә ышанысым ҙур. Милләттәштәремә туған телдәрен ҡурсалауҙарын, йөрәктәрендә башҡортлоҡто юғалтмауҙарын теләйем!
Гөлсәсәк ШӘРИПОВА, йәш хәбәрсе.
Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы.