-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Салауат Юлаев проспектынан барам да Бабич һуҡмағынан Рәми Ғарипов урамына сығам...

Бәләкәй Башҡортостан. Шулай тип атаныҡ беҙ Әлшәй районының Чехов исемендәге шифаханаһында эшләгән «Йәйләү – 2019» йүнәлешле лагерын. Ә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы ойошторған был сменаға эләгеү еңелдән түгел. Бында республиканың һәр районынан, ҡалаһынан берәр генә кешегә юллама бирелә. Күрше өлкәләрҙән саҡырыл­ғандар ҙа бар. Ул бәхетле уҡыусы, әлбиттә, илһөйәр һәм тел­һөйәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада, төрлө конкурстар еңеүсеһе йәки «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә уңышҡа өлгәшеүсе булырға тейеш. Ҡалғандарға тырышырға, иң-иңдәргә тиңләшергә ҡала инде. Шулай ҙа бошонорға урын юҡтыр, сөнки Мәрйәм Бураҡаеваның программаһы буйынса ойошторолған «Йәйләү» сменалары һуңғы йылдарҙа республиканың төрлө райондарында ла эшләй башланы бит.



Беҙҙе лагерь етәксеһе Марат Ғилмановтың:


Ысынлап шулай. Аралашыу тик башҡорт телендә генә бара. Иртәнән кискә тиклем башҡортса ойошторолған саралар, уйындар, йыр-бейеүҙәр аша телебеҙгә мәҙхиә яңғырай. Шәп! Берәй башҡорт мәктәбендә ошондай мөхит бармы икән хәҙер, айырыуса ҡалаларҙа?

«Йәйләү»ҙә ырыуҙарға бүленеп йәшәгәндәрен беләһегеҙ инде. «Мең», «Ғәйнә», «Тамъян», «Әйле»нең һәр береһенең башлығы бар. Үҙҙәренең тамғаларын, ҡоштарын, ағастарын, орандарын шартлатып әйтеп торалар. Балаларҙың һәр минуты ҡәҙерле, көнөнә икешәр-өсәр сара ойошторола.

– Бында бик оҡшай. «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» тигән уйын барышында әйҙәүселәрҙән бик күп яңы мәғлүмәт алабыҙ. Киске уйындар күңелле үтә. Йолалар байрамы ла бик ҡыҙыҡлы булды, – ти Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙан гәзитебеҙҙең дуҫы Йәнгүзәл Зәйнуллина.

Ысынлап та, йолалар тигәндән, һәр ырыу өсәр башҡорт халыҡ йолаһын сәхнәләштергән: «Һуғым һуйыу», «Ҡолаҡ тешләтеү», «Ҡарға бутҡаһы», «Яусы ебәреү», «Бәпес туйы», «Бала теләү», «Кәкүк сәйе», «Ҡаҙ өмәһе», «Килен сәйе», «Исем ҡуштырыу»... Әйҙәүселәр күрһәткән «Ҡыҙ урлау» йолаһы ла шәп килеп сыҡҡан. «Шәжәрә» байрамын да матур үткәргәндәр. «Алтын тирмә», «Тыуған ерем – Башҡортостан» интеллектуаль уйындары, «Йөрәк һүҙе», Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге призға тыуған ергә арналған һүрәттәр конкурсы, «Һаумы, һаумы, әкиәт!», Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланған брейн-ринг, «Урал батыр» эпосына, Салауат Юлаевҡа арналған кисәләр… Бик күп, һанап бөткөһөҙ улар. Яҙыусылар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары менән осрашыуҙар ҙа фәһемле.

– Әйҙәүселәребеҙ бик һәйбәт. Түңәрәктәр ҙә алып баралар. Мин Илнар ағай Зарипов үткәргән тарих түңәрәгенә йөрөйөм. Сыңғыҙ хан тураһында һөйләгәне бик оҡшаны, – ти Фёдоровка районы Яңы Яуыш ауылы ҡыҙы, Стәрлетамаҡтағы 2-се интернат-лицейҙың VII синыфын тамамлаған Әлфиә Хөсәйенова.

Әйткәндәй, әйҙәүселәрҙе конкурс буйынса һайлап алғандар шул: балаларҙы ҡурайҙа уйнарға, йыр-бейеүгә лә өйрәтерлек дәртле, рухлыларҙы ғына башҡорт лагерында эшләргә саҡырғандар.

«Йәйләү батыры» менән дә таныштыҡ. Сибай интернат-гимназияһының VII синыфын тамамлаған Илназ Исхаҡов еңеүсе булған. Ул да «Урал батыр»ҙы тулыһынса тиерлек яттан белә. Республика бәйгеһендә махсус бүләк алғайны. Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, думбырала, дөңгөрҙә уйнай үҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле дәрестәрен көтөп ала икән. Спортты ла ярата, йүгереү, саңғы менән шөғөлләнә.

Шуныһы ла ҡыҙыҡ: «Йәйләү»­ҙә спорт уйындарын «Алпамыша» ярыштары тип йөрөтәләр. Пионербол, волейбол, баскетбол буйынса көс һынашҡандар.

Ырыуҙар араһында смена буйына сәмле ярыш бара. Һәр сарала урындар билдәләнеп, «Аҡ тирмә» таратыла. Аҡса һыма­ғыраҡ инде ул. Гран-приға – өс, I урынға – ике, II, III урындар­ға берешәр «Аҡ тирмә» бире­лә. Ә иң һуңынан күпме йыйыуыңа ҡарап, еңеүселәр билдәләнә.

«Йәйләү» программаһын әҙерләүселәргә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтеп, уны тормошҡа ашырыусыларҙың эшенә, рухлы балаларҙың тырышлығына һоҡланып ҡайттыҡ беҙ лагерҙан.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Читайте нас: