-6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
25 Октябрь 2019, 15:28

«Телде ятлап ҡына өйрәнеп булмай»

Алты телдә һөйләшеп, бөтәбеҙҙе таң ҡалдырған өс йәшлек Максим Мухин ниндәй ғаиләлә үҫә икән? Нисек шулай әллә нисә телде бер юлы үҙләштерә ала? Был турала кескәй полиглоттың әсәһе Рәйсә Мухина менән һөйләштек.



– Һин үҙең ҡайһы яҡтан әле? Сит телдәр менән бала саҡтан ҡыҙыҡһынаһыңмы?


– Мин Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында тыуып үҫтем. Ҡыҙ фамилиям – Яруллина. Әсәйем – уҡытыусы, балалар баҡсаһынан ҡасып, гел уның янына бара торғайным. Шуға ла 6 йәш тә бер айҙа мине I синыфҡа биреп тә ҡуйҙылар. Уҡый башлағанда минутына иң әҙ һүҙ уҡыусылар араһында инем. Өләсәйем апайымдың III синыф китабынан хикәйәләр уҡыта торғас, бүтәндәрҙе күпкә уҙып киттем. Атай-әсәйем бер ваҡытта ла күҙәтеүҙә тотманы, үҙем уҡырға ныҡ ярата торғайным. Математиканан башҡа бөтә фәндәр буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаштым. Яҡшы уҡыһам да, математиканы яратманым. Аттестатымда «бишле» торһа ла, хәҙер бөтә белемем юйылған. Ни өсөн шулай икәнен әле аңлайым инде. Мәктәптә беҙҙе ятлаталар, ә мейе үҙенә кәрәк мәғлүмәтте яҙып ҡалдыра. Мәҫәлән, ҡабатлау таблицаһын нисек кенә ятлаһам да, бер нисек тә иҫтә ҡалдыра алманым. Һәр бер кешенең мейеһе үҙенсәлекле, һәр кем мәғлүмәтте үҙенсә ҡабул итә. Шуға баланың бер фәндән – «өслө», икенсеһенән «бишле» алыуы ла мөмкин. Шулай ҙа, икенсе яҡтан уйлап ҡараһаҡ, математика дәрестәрендә ҡабатлау, ятлау талап итмәһәк, логика, дедукция менән эшләһәк, мин дә бит бик башлы уҡыусы. Бының менән нимә әйтергә теләйемме? Мин дә, улым да сит телдәрҙе өйрәнгәндә ятлауҙы нигеҙ итеп алмайбыҙ. Кешенең мейеһе мәғлүмәтте ҡыҙыҡһынып алһа, булған белемен, тәжрибәһен ҡушып, һәләте асыла. Тел ул һүҙҙәр белеү генә түгел, донъяға ҡараш, уйлау һәләте, эстә йөрөткән төп ниәтте тормошҡа ашырыусы ысул. Беҙ бит ниндәйҙер маҡсат менән, нимәлер әйтер, мәғлүмәт менән бүлешер өсөн һөйләшәбеҙ. Балаға һүҙ ятлатып ҡына телде өйрәтеп булмай. Зиһенен, тормош тәжрибәһен байытырға кәрәк. Йәшенә тура килерлек ҡыҙыҡлы темалар­ҙы тел аша асырға

тейешбеҙ.


– Һеҙҙең мәктәптә инглиз теле дәрестәре нисек үтә ине?


– Сит тел дәрестәре бишенсенән генә инде. Инглиз теленән уҡытыусы ла йә бар, йә юҡ, йә йәш кенә практикант уҡыта. Минең иң ярат­ҡан фәнем биология булды. Тормошомдо ошо фән менән бәйләргә лә уйлай инем. Әммә IX синыфтан һуң пландар үҙгәреп, стюардесса булам, тип Өфөләге 1-се педагогия колледжына сит телдәр бүлегенә уҡырға индем. Унда 5 йыл белем алғас, 3 йыл стюардесса булып эшләнем. Шул уҡ ваҡытта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында лингвистика буйынса бакалавриатта уҡып йөрөнөм. Ҡыҙыл дипломға тамамлап, был йүнәлеште ныҡ оҡшатып, магистратурала ла белем алдым. Шулай итеп, 11 йыл буйы телдәрҙе профессиональ кимәлдә өйрәндем. Диплом өсөн түгел, үҙем өсөн. Инглиз, француз, испан телдәрен үҙләштерҙем. Ҡанымда иһә – башҡорт һәм урыҫ телдәре. Биш телдә лә иркен һөйләшәм, тип әйтә алмайым, әлбиттә. Эшем күберәген инглиз теле менән бәйле. Максим французса, испанса миңә ҡарағанда яҡшыраҡ белә. Уның менән һөйләшеүе рәхәт. Телде практикала ҡулланмаһаң, онотола.


– Максим ҡасаныраҡ телдәрҙе үҙләштерә башланы?


– Улыбыҙҙың теле бик иртә асылды. Беренсе һөйләмдәрҙе бер йәш тә ике айҙа әйтте. Ике йәшендә ул тулыһынса матур итеп өс телдә аралаша ине. Йәштәштәренә ҡарағанда тиҙерәк тә, күберәк тә һөйләште. Бер телде генә белгән бала бер объекттың исемен бер телдә генә әйтһә, Максим өс телдәге өс һүҙҙе иҫендә тота ине. Ике йәше тулғас, француз, испан телдәренә тотондоҡ. Ҡытайса ла өйрәтергә уйланыҡ, әммә телде үҙебеҙ белмәгәс, был илгә күсеп киттек. Бында телде тиҙерәк үҙләштерһен өсөн Ҡытай бала ҡараусыһын ялланыҡ. Өфөлә үҙебеҙҙең лингвистик үҙәк бар ине, быйыл февралдә эште туҡтатырға тура килде. Ике илдә лә алып барыуы ҡыйыныраҡ, әле Ҡытай балаларын ЛингвоКид программаһы буйынса уҡытабыҙ. Көнө-төнө эшләп, тәжрибәмде, ҡараштарымды үҙем­дең методикамда ҡулланам. Максимдың атаһы урыҫ милләтенән, программист.

– Улығыҙға ҡытайса өйрәнеп китеүе ҡыйын булдымы?

– Максим тәүге өс айҙа үҙебеҙ менән генә булды. Шунан бала ҡараусы ялланыҡ. Уның менән ҡалырға, икәүләп ҡытайса ғына һөйләшергә тура килгәс, Максим бер ай эсендә был телдә иркен һөйләшә башланы. Әлеге ваҡытта беренсе теле – ҡытай теле. Ҡытай йәштәштәренән дә күберәк белә, теле лә байыраҡ. Сөнки беҙҙең был тел менән ныҡ ҡыҙыҡһыныу улыбыҙҙың һәр көнөн мәғлүмәткә байыта. Уны ҡараған ҡатын да аралашырға бик ярата. Максимға шундай кеше кәрәк ине лә инде.


– Ҡытай балалары Баш­ҡортостандыҡыларҙан айырыламы?


– Был илдә балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә икенсерәк. Өфөлә үҙәккә һәр ата-әсә үҙенең аҡса мәсьәләһе менән килә ине. Ниңә улай ҡиммәт, баламды бассейнға ла йөрөтәм, ташлама булмаҫмы, тиҙәр. Әлбиттә, бер дәрескә 350 һум ҡиммәт түгел, шулай ҙа беҙҙең халыҡта «халява» төшөнсәһе бик көслө. Ләкин был төп пробле­ма түгел. Телде өйрәнеү өсөн теләгәндә йөрөү, теләмәгәндә йөрөмәү ярамай, ныҡ ҡы­ҙыҡһыныу, был телде күберәк практикала ҡулланыу кәрәк. Ҡытайҙа ата-әсәләр балаларына ҡарата бик талапсан. Уҡытыусынан да бала­һына белем биреүҙә ҡәт­ғиерәк булыуын һорайҙар. Телде өйрәнһен өсөн аҡса йәлләмәйҙәр. 2 – 3 йәш­лек балаларын робот кеүек 45 минут буйы дәрестә ултыртып, уҡытыусы артынан ҡабатлауын талап итәләр. Тик был дөрөҫ ҡараш түгел. Ҡытай балаларына инглиз теле фонетикаһы ауырыраҡ бирелә. Ундағы бер иероглиф – бер һүҙҙең ассоциатив һүрәте. Улар өндәрҙе, ижектәрҙе ҡушып уҡымай, иероглифтың атамаһын белеп, бер һүҙҙе әйтәләр. Әллә нисә мең иероглифты ятлап, балаларҙың ҡанында тәртип тәрбиәләнә, ләкин тәнҡитле фекерләү ҡеүәһе үҫмәй. Ижади потенциалдары ярлы. Ябай ғына һүрәт эшләргә ҡушһаң да, был эште ауыр ҡабул итәләр, дәрес буйы ултыралар, үҙем дә аптырап ҡалам. Шуға ла балалар тыуғанда бөтәһе лә бер иш булһа ла, һәләттәренең үҫешенә гендар ғына түгел, туған теле, тыуған ере, халыҡ менталитеты ла булышлыҡ итә, тиер инем. Ата-әсә балаһына иң тәүҙә ниндәй нигеҙ һала, шул йүнәлештә уның фекерләү, уҡыу, эшләү, үҙен тотоу, күрһәтеү һәләттәре асыла. Ҡытай мәҙәниәте һәм теле беҙҙеке кеүек түгел, шуға ла балаларҙың һәләттәре лә айырыла. Был илдә бер йыл­ға 200 мең һум аҡса түләп, һәр ғаилә балаһын инглиз телендә уҡытырға тырыша.


– Тимәк, Ҡытайҙа был тел ныҡ популяр?


– Эйе. Ләкин методикалары дөрөҫ булмағас, бер йәштән өйрәнә башлап та иркен һөйләшә алмайҙар. Мин кешеләргә дөрөҫ методиканы күрһәтер өсөн тырышам.


– Сит илдә Максим башҡорт телен онотоп китмәһен өсөн дә йышыраҡ туған телдә аралашырға кәрәктер инде...


– Әлбиттә, шулай. Телде үҫтерер өсөн мөхит кәрәк. Башҡортса китаптар уҡыйбыҙ. Быйыл йәй буйы Ҡый­ғыла өләсәйҙәрендә – әсәйемдәрҙә ауылда булып килде. Максим телевизор аша үҙен күрһәтеп, ҙур эш эшләне. Бөтә Рәсәйгә яңғыратып, мин башҡортса һөйләшәм, тип беҙҙең халыҡтың, телдең абруйын күтәрҙе. Туған телем сит телдәр менән бер рәттән матур ишетелеп, бөтә ергә яңғыраһын, тигән хыялым тормошҡа ашты. Милләттәштәребеҙ быны күреп, балаларыбыҙға туған тел аша матур тәрбиә биреп йәшәргә яҙһын. Республикабыҙҙа ике дәүләт теле булыуы беҙгә һиҙелмәгән көс бирә. Билингваль булып, мейебеҙҙе көслөрәк итәбеҙ. Һәр кемдең ошолай ике телле ерҙә тыуып үҫеү мөмкинлеге юҡ. Бының ҡә­ҙерен беләйек. Әле бер кем дә күп тел белеп ауырып китмәгән, ә бына ялҡауы килеп, баланың психикаһы боҙола, тел бутай, тип сәбәп табыусылар уның һәләттәрен асыуға кәртә генә ҡуя.


– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рәйсә!


Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

Читайте нас: