Кескәйҙәр телевизорҙан урыҫса ҡарай торғас, телдәре боҙолоп бөттө. Ә хәҙер, Аллаға шөкөр, тип әйтә алабыҙ. Республика Башлығы грантына «Балалар» проекты тормошҡа ашырыла башланы. Проект авторҙарының план-маҡсаттары шәп. www.balalar.org интернет порталына инегеҙ әле: унда кескәйҙәр өсөн тәүге йәнһүрәтте ҡарай алаһығыҙ. Төҫтәргә һәм йыл миҙгелдәренә арналған ул. Геройҙары шул тиклем һөйкөмлө инде. Исемдәре лә бик матур: Айыу балаһы Аяз, Таңсулпан исемле Төлкө, Бүре-Булат, Бесәй-Бибинур һәм уҡытыусы – Өкө-Өммөбикә апай. Порталда ошондай 5 йәнһүрәт, мобиль телефондар һәм компьютер өсөн 2 ҡушымта, үҫтереүсе карточкалар йыйылмалары, өҫтәл уйыны, балалар тауарҙары интернет-магазины буласаҡ.
«Балалар» проектын кемдәр тормошҡа ашыра, тиһегеҙме? Был турала UX/VI дизайнер, «Башҡорт проекттары» программаһы етәксеһе Илдар Кинйәбулатов 2014 йылда уҡ уйлай башлай. Ә ғаилә ҡороп, балалары тыуыу ошо эшкә ныҡлап тотонорға этәргес бирә.
– Үҙебеҙҙең улыбыҙ тыуғас, уға мотлаҡ рәүештә башҡорт телен өйрәтергә, тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Өйҙә генә түгел, интернетта, бүтән урындарҙа ла башҡорт теленең ҡулланылышын, йәғни мөхитте күрһәтергә кәрәк. Шуға ла интернетта ошо проектты булдырырға уйлап, еренә еткереп эшләп, грантҡа бирҙек һәм, Аллаға шөкөр, еңдек, – ти Илдарҙың кәләше, «Балалар» проекты етәксеһе Рүзилә Кинйәбулатова.
Кескәйҙәргә башҡорт телен өйрәтеүсе тәүге йәнһүрәтте YouTube каналында ла табырға мөмкин. «Бәйләнештә» селтәрендә, Инстаграмда ла «Балалар» проекты бар, рәхим итеп яҙылығыҙ, бәләкәстәргә башҡорт йәнһүрәттәрен күрһәтегеҙ.