+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
12 Декабрь 2019, 19:20

Интеллектуаль уйында кемдәр еңде?

Мәғарифты үҫтереү институтында тәүге тапҡыр «Тел серҙәре» тигән интеллектуаль уйын ойошторолдо. Башҡорт теле көнөнә арнап уҙғарылған сарала баш ҡалабыҙҙың милли белем усаҡтарынан дүрт команда көс һынашты. Улар – Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан «Осҡон», республика инженер интернат-лицейынан «Рух инженерҙары», Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан «Беренселәр», Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан «Башҡорттар».

Был уйын беренсе тапҡыр ғына үтеүгә ҡарамаҫтан, уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн бик мауыҡтырғыс һәм фәһемле сара булды. Һынау үҙҙәрен таныштырыуҙан башланды. Һәр береһе сәхнәгә сығып, командаһы һәм девизын яңғыратты. Унан ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәре тикшерелде. Командаларға сиратлап «Башҡортостан Республикаһының тыуған көнө», «Башҡортостан гимны авторҙары», «Тыуған ил, туған тел тураһында башҡорт халыҡ мәҡәлдәре», «Башҡорт телендә нисә килеш бар?», «Синтаксис нимә өйрәнә?» кеүек 10 һорау тәҡдим ителде. Уларҙың һәр береһенә 1 минут эсендә генә яҙма яуап биреп өлгөрөргә кәрәк ине. Афарин, йырып сыға алдылар.
Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен нисек ҡыҙыҡлыраҡ итеп үткәрергә була? Киләһе һынауҙа һәр команда ошо һорауға яуап эҙләне, уй-фекерҙәрен уҡып ишеттерҙе.
Әкиәт яҙып, уны шунда уҡ ролдәргә бүлеү, сәхнәләштереп тә күрһәтеү етеҙлекте талап итә ине. Был һынауҙы рәхәтләнеп көлә-көлә ҡараныҡ.
Һынау барышында һәр командаға тиҙ арала фотоға төшөп, «Инстаграмм» селтәренә Мәғарифты үҫтереү институты хэштэге менән һалырға ҡушылғайны. Кем унда иң күп лайк йыйҙымы? «Осҡон» командаһы. Уларҙың фотоларына 173 кеше лайк ҡуйған. Командаға бергәләп сәй эсергә торт бүләк ителде.
Абруйлы баһамала төркөмө һәр береһен иғтибарлап ҡарап, мәрәйҙәр ҡуйып ултырҙы. Кемдәр иң-иңе булдымы? Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының «Беренселәр» командаһы. Икенсе урында – «Башҡорттар», өсөнсө урындарҙа – «Осҡон» һәм «Рух инженерҙары» командалары. Уйын һәр кемде рухландырып, ҡанатландырҙы. Сара «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын башҡарыу флешмобы менән тамамланды.
Читайте нас: