+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
13 Декабрь 2019, 18:40

Мәскәүҙә – Башҡорт этно-мәҙәни клубы

Мәскәүҙә лә милләттәштәребеҙ туған телебеҙҙе үҫтереү өсөн күп көс һала.

Башҡорт этно-мәҙәни клубының эше менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн проект авторҙары һәм етәкселәре Ләйсән һәм Салауат Әхмәҙуллиндарға мөрәжәғәт иттек.
– Ғаиләнән тыш башҡорт телен өйрәнеү, милләттәштәр менән аралашыу, кескәйҙәрҙе тарих, мәҙәниәт, тел менән таныштырыу маҡсатында 3 йыл элек урындағы Ҡоролтай ярҙамында балалар өсөн башҡорт теле дәрестәрен башлап ебәрҙек. Тора-бара ул Башҡорт этно-мәҙәни клубы булараҡ формалашты.
Дәрестәргә башҡортса яҡшы белгән дә, бөтөнләй белмәгән дә балалар йөрөй. Барыһына ла уҡырға уңайлы булһын өсөн үҙебеҙҙең методиканы булдырҙыҡ. Уға ярашлы тел өйрәнеү, һүҙҙәр өйрәнеү беренсе планда түгел. Тел тәбиғи рәүештә дәрестә үткән бөтә ҡыҙыҡлы шөғөлдәргә бәйле үҙләштерелә. Балалар телде тәжрибә эшләгәндә, йыр, әкиәт тыңлағанда, физик күнекмәләр ваҡытында, ҡурсаҡ театры ҡарағанда үҙләштерә. Кескәйҙәрҙең донъяны танып-белеүгә, өйрәнеүгә тәбиғи ынтылышын ҡулланып, барыһына ла оҡшарлыҡ, балаларҙың дөйөм физик, психик һәм зиһен үҫешен тәьмин итерлек дәрестәр үткәрергә тырышабыҙ.
Әле клубҡа 8 айҙан 10 йәшкә тиклемге 30-лап ҡыҙ һәм малай йөрөй. 3 уҡытыусы – Ләйсән Әхмәҙуллина, Резеда Бүләкәнова, Айзирә Шәйхетдинова һәм бер ярҙамсы Рада Гәрәева эшләй. Балаларҙы 4 төркөмгә бүлдек: 0 – 2, 2 – 4, 5 – 6, 7 – 10 йәш. Тәүҙә бер төркөм генә ине. Хәҙер күбәйҙеләр.
Мәктәп йәшендәгеләр араһында күбеһенсә бөтөнләй башҡортса белмәгән һәм ата-әсәләре лә туған телдә һөйләшмәгән балалар. Улар менән сентябрҙән алып шөғөлләнәбеҙ. Хәҙер 100-гә тиклем һанап та күрһәтәләр, шиғырҙар ҙа һөйләп, диалогтар төҙөп, һүҙҙәрҙе лә дөрөҫ яҙалар. Башҡортса белеп тә, һөйләшмәгән балалар һөйләшә башланы.
Уртансы һәм кескәйҙәр төркөмө һүҙҙәр өйрәнә, башҡорт теленең структураһына төшөнә. Өйҙә ата-әсәләре менән һөйләшкәндә башҡорт һүҙҙәрен ҡуллана башлағандар.
Бәпес-клубта балалар әсәләре менән йөрөй.
Ғөмүмән, бөтә төркөмдәрҙә лә мәҙәниәтте өйрәнеү йылдам бара.
Ҡурайсыларҙы, бейеүселәрҙе саҡырабыҙ, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ.
Беҙ дәрестең һөҙөмтәләре, йөкмәткеһе, методикаһы менән инстаграм битендә уртаҡлаша барабыҙ. Һәм яңыраҡ бөтә тәжрибәбеҙҙе туплаған методик ҡулланма нәшер ителде. Унда ситтән тороп туған телде өйрәнеү буйынса теоретик мәсьәләләр һәм 20 дәрес-миҫал бирелгән. Методик ҡулланмаға эш дәфтәре лә ҡушылған. Унда дәрескә кәрәкле бар һүрәт, эштәр бар. Һүрәттәрҙе беҙҙең дәрестәр өсөн махсус рәүештә рәссамдар Г. Бадранова һәм И. Бохарбаева төшөрҙө. Шулай уҡ, китапта QR-код ярҙамында дәреслеккә кәрәкле аудио-видео-материалдар бирелгән.
2019 йылда беҙҙең проект Башҡортостан етәксеһенең грантын алды һәм бөтә эшмәкәрлеген шуның сығымдарына ойоштора.
Балалар дәрестә саҡта ата-әсәләр ҙә эшһеҙ тормай: иҫке-төрки теле буйынса ворк-шоптарҙа, тематик кисәләрҙә ҡатнашалар, фильмдар ҡарайҙар.
Читайте нас: